Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Декабрь 2020, 22:06

Һынау

-Ата-ай! Атай! Һине нимешләттеләр?!

Һынау (хикәйә)
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Ингәндән алып ағас һике ситенә терәлеп кенә ойоп, хатта онотолоп ултырғандай булған ҡаҡса оҙон әҙәм, ҡапыл төртөп уятҡандай йылдам тороп, туҡтауһыҙ шөптөрләп ағып торған кран һыуы аҫтында бит-ҡулын йыуа башланы. Камералағы ике ҡатлы тапчандарҙа ятҡан йәки кемеһе гәпләшеп, кемдәрелер кәрт һуғып маташҡан ир-ат ирекһеҙҙән уға иғтибарын йүнәлтте. Ә теге гүйә үҙен ҡыҙыҡһынып, екһенеп күҙәткән ҡараштарҙы тойманы ла. Бына ул бит-ҡулын, елкәһен, ҡолаҡтарын сайҙы ла, ҡайһы берәүҙәрҙең пырхылдап көлөүе һәм йәшерәктәрҙең: «Ну и ну!» - тип, мыҫҡыллы баш сайҡауҙары аҫтында, саңлы ботинкалары менән нәскейҙәрен сисеп, аяҡтарын һыулы ҡулъяулығы менән һөрттө. Унан шул ялан аяҡ килеш, ишек яғындағы буш мөйөшкә барып, өҫтөндәге свитерын һалып иҙәнгә түшәгәс, ике ҡулын ҡушарлап күкрәге тәңгәленә ҡаушырып, кейеме өҫтөнә менеп баҫты. Тик шул ваҡыт ҡына уның ни эшләргә йыйынғанын аңлап алған камералаштарының берәүҙәре ҡәнәғәт булып баш ҡаҡты, берәүҙәре бик мәғәнәле ҡарашып алды, берәүҙәре иһә: «Тьфү!» - тип, ситкә ҡарап төкөргән булды. Ҡаҡса әҙәм башта баҫып торған килеш, унан тубыҡланып, берсә башын түшәмгәсә эйгән, берсә ултырған килеш, еңелсә генә сайҡала-сайҡала, уҡыны ла уҡыны. Күптәр уның был шөғөлөн күрмәмешкә һалышһа ла, быға тиклем геү килеп торған камера эсе күпкә шымып, тынып ҡалды. Нисек кенә ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, бөйөк булып маташһалар ҙа, һәр йәндең үҙебеҙҙе бар итеүсе алдындағы йәшерә алмаҫ ҡурҡыуы, тәүбәгә килеүе йәки хөрмәте ине был. Һәм был тойғоноң ысынлап барлығы, «ҡаҡса» намаҙын тамамлап, ҡуш услап ябыҡ ҡуңыр битен һыпырғанда, бер нисә кешенең, ашыҡ-бошоҡ булһа ла, шулай уҡ яңаҡ тирәләрен һыйпап ебәреүҙәрендә лә сағылып ҡалды.
«Ҡаҡса»ның эшен тамамлауын көтөп кенә торғандай, ул иҙәндән свитерын алып еңелсә ҡағып кейеүгә, салтыр-солтор йоҙаҡтар асылды ла, майланмаған ауыр тимер ишек йәмһеҙ сыйылдап китте. Бит-
ҡулдары ҡанға буялып, өҫ-баштары тәпәрләнеп бөткән әзмәүерҙәй ике егетте: «Вперед! Живо!» - тип екереп, төртөп тигәндәй эскә индергән тәртип һаҡсыһы, ҡараштары менән «ҡаҡса»ны эҙләп тапҡас, тауышын баҫа төшөп: «Касымов, на выход», - тип өндәште.
Коридорға сыҡҡас та, һаҡсы оҙатып алып барыусыларына әйтә торған: «Ҡулдарыңды артҡа ҡуй!», «Туҡта!», «Атла!» - тигән бойороҡтарын биреү урынға, киреһенсә, тағы ла йыуашая төшөп: «Следователгә бараһың, ағай, әйҙә, икенсе ҡатҡа», - тип күҙҙәрен йәшерҙе. Шундай уҡ йәш тәфтишсе егет, тотҡон инеп өҫтәленә яҡын килгәс тә, урынынан ҡалҡынып, ҡағыҙҙары аша ике ҡулын һуҙып күрешеп, ҡаршыһындағы ултырғысҡа иҙәне. Унан һүҙҙе ниҙән башларға белмәгәндәй, ҙур йоҙроғо менән эйәген тызыны ла:
-- Йә, Ҡәҙим ағай, ни әйтерһең, тағын килдең бит беҙгә, - тип ҡуйҙы.
Ҡәҙим тигәне йылмайғандай итте:
-- Алдығыҙ бит…
Тәфтишсе уның борсолоу тойолмағандай булған йөҙөнә текәлә биреп, бер аҙ пауза яһаны.
-- Алдыҡ шул. Алмай булмай. Ниңә икәнлеген беләһеңме?
-- Әлегә юҡ. Сәбәбен мин бит, ғәҙәттә, бында килгәс кенә беләм.
Тотҡондоң һәр ваҡыт шулай тыныс һәм ниндәй хәлдә лә шаярыу ҡатышыраҡ һөйләшкәнен белгәнлектән, тәфтишсе асыуланманы:
-- Был юлы – серьезно. Һине вахабизмда - дин өсөн шәһит китеүгә өндәүҙә ғәйепләгән хат бар. Ниндәй көндәрҙә ҡайһы ауыл мәсеттәрендә сығыш яһағаныңды, ҡасан кемдәрҙә булғаныңды ла билдәле генә итеп әйткәндәр.
-- Минең ҡасан, ҡайҙа булғаным теләгән кешенең барыһына ла билдәле, бер ергә лә йәшенеп йөрөмәйем.
-- Шулай ҙа нимә хаҡында һөйләйһең әле мәсеттәрҙә?
-- Дин хаҡында, мосолман тормошо тәртиптәре тураһында. Ҡөрьән уҡыйым, аяттарҙы аңлатам, һорауҙарға яуап бирәм. Шул инде…
Тәфтишсе ни эшләргә белмәй, ултырғысын дыһырлатып тороп уҡ китеп улай-былай йөрөп алды ла, килеп, өҫтәл ситенә терәлде:
-- Һин шулай тиһең дә ул, Ҡәҙим ағай, был ялыу буйынса ентекле тикшереү үткәрергә кәрәк буласаҡ. Это очень серьезно. Был хат арҡаһында беҙҙең бөтәбеҙҙе лә баш түбән ҡуясаҡтар. Хәҙер бит дин тотҡан һәр кемдән вахабист яһарға ғына торалар. Әле генә «дин юғала» тип ҡысҡыра инеләр, бөгөн уже дин күп. Аптырарһың был Мәскәүгә, уға ни оҡшайҙыр…
-- Мәскәүгә уға, ҡустым, беҙҙең эсеп-тартып, наркоман булып ҡырылып бөтөү йәки хәйерсе булып баш эйеп йәшәү оҡшай. Мосолман булып, таҙа ҡанлы, һау-сәләмәт балалар үҫтереп, үҙ-үҙең хөрмәт иттерерҙәй рухлы халыҡ ниңә кәрәк уларға?..
Тәфтишсе, был ҡыйыу һүҙҙәрҙән әллә ҡапыл ҡурҡып, әллә тулҡынланып, ғәҙәте буйынса, кеҫәһенән сигаретын тартып сығарғайны ла, ҡапыл ниҙер иҫенә төшөп, тотҡонона «йәлп» итеп бер ҡарап алғас, тәмәке ҡабын тәҙрә төбөнә ырғытты:
-- Үҙең нисек уйлайһың? Кем яҙырға мөмкин?
Тегеһе көрһөндө генә:
-- Әллә инде…
-- Әлләләмә әле, Ҡәҙим ағай, шуткы түгел бит - уйлашайыҡ. Былай итһә, ул ялыусы һинең генә түгел, беҙҙең дә баштарҙы ашаясаҡ. Бында – урында осона сыға алмаһаҡ, өҫтән тикшереү ебәрәсәктәр һәм ул ваҡытта, кем белә, алып барырҙар ҙа тығырҙар үҙеңде төрмәгә!
-- Алланың ҡушҡаны булыр, Иршат ҡусты, уның ҡөҙрәттәренән үтеп, берәүбеҙ ҙә бер ни эшләй алмай.
-- Улай булғас, нишләп һине башкөллө табынған аллаң яҡламай, ураған һайын ошонда эләгәһең! – Иршат ҡыҙып китеп, тағы тәмәкеһен эләктереп алды ла, сәнскеле һүҙҙәренә бер ни тип яуап ҡайтармаған тотҡоно ҡаршыһына «Ни эшләргә инде һинең менән?» тигән ҡиәфәттә кире килеп ултырҙы. Берсә елкәһен тырнаны, берсә шырт сәстәрен тәртипһеҙ туҙҙырып ыуаланы.
-- Ҡарале, Ҡәҙим ағай, мин бында һинең ҡатыныңды ла исключать итмәйем. Уның быға тиклем нимәләр сығарғанын беләбеҙ бит инде. Һин үҙең дә яҡшы аңлайһың, тигәндәй, минең беренсе подозреваемый – ул.
Ҡасим өндәшмәне, бары сикәләрендәге мускулдары тартышып, муйын тамыры бүртеп-бүртеп ҡуйҙы. Бынан ары тәфтишсенең ҡыҙып-ҡыҙып һөйләгәндәренә лә, өндәгәндәренә лә, өгөтләүҙәренә лә, хатта: «Ҡуй шул дин тип йөрөүеңде, Ҡәҙим ағай, намаҙыңды өйөңдә генә уҡып тик ултыр», - тип инәлгәндәй иткәненә лә, «Башың төрмәлә серейәсәк!», - тип ҡурҡытыуына ла, «Ҡас шул албаҫты бисәңдән! Ташла!» - тип аҡыл өйрәтеүҙәренә лә бер ауыҙ яуап ҡайтармай, ҡаштарын төйөп, тәҙрәгә текәлеп тик ултырҙы. Ниһайәт, сәғәттән ашыу туҡтауһыҙ һөйләп, үҙе һөйләгәндән үҙенең башы шаулаған Иршат Илдусович Ҡәҙимдең ҡулына, тикшереү эштәре барышында райондан сығып йөрөмәҫкә тигән ҡағыҙ тоттороп: «Ҡара уны, ағай, тауыш-тынһыҙ, шым ғына йөрөп тор», - тип киҫәтеп сығарып ебәрҙе.
Район үҙәген йәйәүләп бик оҙаҡ сыҡты ул. Ҙур ауылға әйләнгән хәҙер үҙәк, хатта бәләкәйерәк ҡала тигәндә лә була. Ҡатлы-ҡатлы йорттар ҙа, мөһабәт биналар ҙа өҫтө-өҫтөнә үҫеп сығып ҡына тора. Тик һаманға тиклем әҙәм рәтле мәсет кенә төҙөп ҡуя алмайҙар.
Ҡасим юл сатына килеп еткәс, башта ситтәге ағаслыҡ араһына инеп, ерҙән тәһәрәтләнеп, намаҙ уҡып алды ла, сығып, машина көтә башланы. Автобусҡа түләрлек аҡсаһы юҡ, ҡырҙа ағас әрсеп йөрөгән еренән ҡулға алдынғас, балтаһын сей ҡарағай олонона батыра сабып, аптырашып ҡалған ике ҡустыһына баш ҡағып ҡына ултырҙы ла китте
шул. Әле икенсе ауылға юлланыуы уның. Икенсе ҡатынына. Ҡанһыраған бүре яраларын ялап ятыуға тыныс урын эҙләгәндәй, уның да әрнегән йәнен дауаларҙай, һулҡыған йөрәген баҫырҙай, хәлен, торошон аңларҙай яҡын йән булған тарафҡа тартылыуы.
Ярты юлды ул-был машинаға эләгеп, яртыһын тәпәйләгән ир, йәйге оҙон көн һуҙылып үтеп, инде тамам ҡараңғы ҡуйыра башлағас ҡына, таныш өйҙөң ишеген ҡаҡты. Ҡаҡты тип, ҡағып та өлгөрмәне инде, тотҡаға тотоноп, биклелеген белеү өсөн тартҡылап ҡарауға уҡ эстән өй ишеге асылып та китте:
-- Ҡәҙим?..
-- Ә?..
Ул арала ашығып солан келәһе ысҡындырылды ла, ҡатын ҡараңғыла эскә атлаған ирҙең ҡулбаштарын, беләктәрен ҡапшаны, йомшаҡ устары менән төк баҫҡан яңаҡтарынан, саңлы сәстәренән үтте:
-- Аллаға шөкөр… тыным менән тартып алырҙай булып ултыра инем.
-- Ишеттеңме?
-- Эйе. Ҡәйнеш шылтыратты.
-- Һы.
Түрбаш яҡтың ғына утын яғып, ҡатын башта ирҙең өҫ кейемдәрен һалдырып, ҡомғандан йылы һыу ҡойоп, тас өтөндә билдән үр сайындырып алды. Унан, ҡашығаяҡ араһында шым йөрөргә тырышып, табаһында нимәләрҙер сыжлатты ла, әйҙәләп, өҫтәл артына саҡырҙы. Көнө буйы ашамай-эсмәй йөрөүҙән һәм юл аҙабынан йонсоп, ҡыҫығыраҡ һоро күҙҙәре убылып эскә өңөрәйеп киткән Ҡәҙим, ашыҡмай, әммә ихлас итеп туйынып алды. Уның көнгә янған ҡуңыр битенән күҙен алмай ҡарап ултырған Әминә, ҡапыл мыршылдап, усына маңлайын терәне.
-- Йә? Нимә булды? – Ҡәҙим ҡалағын һалып, өҫтәл аша үрелеп, ҡатынының йомшаҡ беләген тотто.
-- Булманы… Һине йәлләйем.
Ир күңелһеҙ генә көлгән булды:
-- Һе-һе… ҡатындар йәлләп, илап ултырырлыҡ булып киттем микән?
-- Шул бисәңдең генә эше инде! Башҡа кем ундай хат яҙып ултырһын? Күрәләтә ғәйепһеҙ кешегә.
Ир тағы ла асыуһыҙ, әммә өҙә әйтте:
-- Йә, ярай. Кем икәнен уның, беҙҙән башҡа ла, ана, следователь үҙе тикшереп ултыра – белерҙәр.
Осрашыу шатлығы бер аҙ һүрелеп ҡалғандай булһа ла, иртәнсәк кенә бушаған туп кеүек бөршәйеп ҡалған күңеле бында ингәндән алып яйлап тула, күтәрелә барғанын тойған ир, ҙур яҡҡа сығып, сәңгелдәктә ятҡан улын бишек төбө аша тупылдатып һөйҙө, мыйығы менән сәнсеп уятыуҙан ҡурҡып, сабыйҙың йомрандыҡылай тумһайған итләс сикәләренә танауын терәп еҫкәне. Унан төпкө бүлмәгә үтеп, ҡатынының бер-бер арты үҫеп килгән ҡыҙҙарының яҫтыҡ өҫтәрендә ялбырашып туҙышып ятҡан сәстәренән һыйпаны, юрғандарын ипләп япты.
Тәһәрәтләнеп, үҙе алға, ҡатыны артҡараҡ урын йәйеп, намаҙға ултырҙылар. Ожмах минуттары ошо Ҡәҙимдең. Әминәһе менән намаҙ ҡылғанда бар булмышы тынысланып, йөрәге еңеләйә лә ҡуя. Хатта ҡайҙа, нигә икәнлеген дә онотоп, онотолоп, биргәндәренә шөкөр итеп, булғанына рәхмәт әйтеп, табынғанына дан йырлай.
Аҙаҡ… ҡатынының һөт еҫе килгән тулы күкрәктәренә башын терәп, уның ҡолағына шыбырлаған наҙлы һүҙҙәрен тыңлап иҙерәү ҙә ошо намаҙҙың дауамы кеүек…
Дүртенсе көн тигәндә ҡайтырға булды Ҡәҙим. Өс көн рәттән парлашып картуф күмделәр, туҡтауһыҙ һөйләштеләр, серләштеләр, шаярҙылар-көлдөләр. Ҡулдан-ҡулға күсереп йөрөтөп тумалаҡ тос улдарын һөйҙөләр, һәр һөнәренән ҡыҙыҡ таптылар, яңы шөғөлдәр өйрәттеләр.
Ҡәҙим донъя көтөүҙә тәрбиәле, тилбер, таҙа ҡатынының һәр хәрәкәтенән, һәр эшенән ҡәнәғәтлек тойҙо, гөл баҡсаһындай өй эсендә, бөтә нәмәһе тәртиптә булған баҡса, ихата тирәһендә ләззәтләнеп йөрөп ир ҡулы көткәндәйҙе башҡарҙы. Аш-һыуҙа айырыуса иғтибарлы булып, төрлөләп өҫтө-өҫтөнә бешергән ризығын ашап туя алманы. Хатта бында булған өс-дүрт көндә, ҡайһы ваҡыт аҙналап та ятҡанында, күҙгә күренеп эсе, яңаҡтары сығып китә үҙенең дә. Ә иң мөһиме – башы юғары күтерелеп, яурындары турайып, тонйорап ҡараған күҙ алмаларындағы һүнеп бөткән шаян осҡондар ҡабаттан тоҡана.
… Ихатаһына килеп ингәйне, таптыҡ аҫтында нимәлер юнып маташҡан улы, ҡулындағы бысағы менән ағас киҫәген ситкә ташлап, атаһына ҡаршы йүгерҙе:
-- Ата-ай! Атай! Һине нимешләттеләр?!
Ҡәҙим буйсан булып яурынына етеп килгән улын тынысландырып, ҡатҡыл усы менән елкәһенән һөйөп ҡаҡты:
-- Бер нәмә лә эшләтмәнеләр, улым. Шул көндө үк ебәрҙеләр.
Малай тауышын баҫа төштө:
-- Әсәйем һине туҡмайҙар, унан төрмәгә ултырталар, тине.
-- Юҡты һөйләй әсәйең, уйлама ул турала - онот. Үҙегеҙ нисек торҙоғоҙ?
-- Нормально. Атай… һине әсәй индермәйем, ти.
Атаһы бер генә көрһөндө лә, ләм-мим өндәшмәй, өйгә ыңғайланы. Малай күңелһеҙ хәлгә шаһит булырға теләмәйенсә, йәһәт кенә күрше урамға - өләсәйҙәренә шылды.
Ҡәҙим ишекте асып, тупһа аша атлағайны ғына, ишек яңағына нимәлер «шап» иттереп килеп тейҙе лә, Рәйләнең әсе тауышы ҡолаҡтарҙы ярҙы:
-- Нимә?! Ҡайттыңмы, уйнаш! Кем көтә һине бында?! Бар сығып кит! Бар!
Ҡәҙим өндәшмәй генә үҙенә ҡарай осҡан китаптарҙы иҙәндән йыя-йыя, дәрес әҙерләп маташҡан бәләкәй ҡыҙы янына килде. Берҙән ҡурҡып, икенсенән, алдындағы дәреслектәрен әсәһе алып бәреп бөткәндән аптырап, башҡынаһын дәфтәренә терәгәндәй эйеп, бөршәйеп ултырған балаһын ҡармап ҡосаҡлап күтәреп алды ла төпкө бүлмәгә инеп китте. Унда Мәликәһен алдына ултыртып, һығып-һығып ҡосаҡланы, туҙған сәстәренән, йәшле күҙҙәренән үпте: «Бәләкәсем минең, бөрсәм, ялбыр башым, алтыным…», - тип иркәләне.
Ғәҙәтенсә, ирен ситтәре күперекләнгәнсе ярһыған Рәйлә, әле бер, әле икенсе нәмәне атып бәреп, уны-быны вата-емерә һуғып, сәсәгәнсе, ҡарлыҡҡансы ҡысҡырҙы, ҡарғаны, үҙе аңлаған һәм аңламағанса, ҡатлы-ҡатлы итеп, ике телләп тороп һүгенде.
Тәүге бәрелеш тулҡыны үткәндәй булғас, ир, ҡыҙын етәкләп, урамына сыҡты. Бесәнгә төшөүгә яйламаҡсы булып, тиреп һалған сапҡыс ҡоролмаһын йыйып ултыртып, балалар менән көн дә ҡаршы алынмағанлыҡтан көтөүҙән һуңға ҡалып йөрөүгә ғәҙәтләнгән һыйырҙарҙы эҙләп алып ҡайттылар. Быҙауҙары бер, инәләре икенсе башта баҡырышып тороп та, ҡатыны сығып һаумағас, Ҡәҙим оло һыйырҙың бер имсәген генә сәйлек тартҡыланы ла быҙауҙарын ҡушты. Былай ҙа ураған һайын ҡушылып, ғарҡ булғансы имеп, яман өйрәнгән быҙауҙар үҙ эштәрен белә - тояҡтарын айыра баҫып тороп, ярыла яҙып тулышҡан елендәрҙе морондары менән бер-ике төртөүҙә
эйҙереп алып, шайыҡтарын ағыҙа-ағыҙа шапылдарға ла керештеләр. Был күренеште лә, унһыҙ өйгә инергә ҡыймай йөрөгән балаларын да эсе бошоп күҙәтеп торҙо Ҡәҙим. Ул арала урамға «ға-ға-ға»лап ҡаҙҙар ҡайтып инде. Ете бөртөк кенә. Йүнле ашатмауҙан үҫә алмайынса, күкрәктәре алға сығып, шыҡһыҙ булып шыҡырайып ҡалғандар. Ҡасан ғына әле ҡатыны: «Ҡарайым да ҡарайым», - тип, әллә нисә меңгә ике тиҫтә итеп алдыртҡайны. Ҡарай буламы инде?.. Ҡайһыһын ҡарға алып, ҡайһыһы томанлы һалҡын төндәрҙә урамда ҡалып өшөп, ауырып ҡырылып бөткән. «Әй, уныһы… бер быйылғы хәлме…»
Ҡаҙы ҡаҙ, балалары ла шул ҡаҙҙарҙан кәм ас түгелдер. Рәйләнең бит иң яман ғәҙәте – ашарға бешермәү. Өйҙә ултырһа ла, көн оҙоно ваҡыты булмай, әле бер күршегә, әле икенсеһенә инеп хәбәр һата, сәй эсә, магазинға барып ҡайтҡан юлында ла ике-өс кешелә туҡтала. Үҙенең тамағы туҡ булһа, балаларына печенье-фәлән генә ала ла бирә. Тегеләре шуны тумыра ла һыу эсә.
Өйгә ингәйнеләр, һаман әрләүҙән туҡтай алмаған ҡатынының тауышы тағы ла күтәрелә төштө. Атаһына картуф әрсешеп йөрөгән Кәрим сыҙамай китте:
-- Әсәй, етәр! Башты ауырытып бөттөң!
Үҙ-үҙе менән ирешеп, арый башлаған әсәһе ҡыуанып китте хатта:
-- Ә-ә! Әсәң башыңды ауырттырамы?! Ана, атаңдың уйнашына барып йәшәгеҙ! Ул башығыҙҙы ауырттырмаҫ! Нимә?! Атаң өйрәтәме?! – Хәбәрҙең балаға ярағанын да, ярамағанын да һипте генә ҡатын.
Улы менән ҡыҙын ашатып, тегеләре иҫәнәшеп таралышҡас, аш бүлмәһендә аҙ булһа ла тәртип яһап алырға булды ир. Иртәнсәк сәйгә тороуға күңелһеҙ булмаһын.
Әҙәм ҡарағыһыҙ булып ҡарайған мейескә текәлә биреп торһа ла, ҡул һелтәне лә, түгеп-сәсеп бешеренеүҙән шаҡталанып киткән плитәне таҙартырға кереште. Өҫтөндә өс-дүрт көн элекке бысраҡ
ҡатҡан булһа ла, көслө ҡулдар сыйып-юнып тигәндәй, ҡасандыр аҡ төҫтә булғанды ялтыратып ҡуйҙы. Сират табаҡ-табаҡ итеп өйөп ултыртҡан һауыт-һабаға етте. Оло биҙрә менән һыу йылытып алып, ҡулдарын бешерә-бешерә йүкә йыуғыслап тороп ышҡыны ир. Күңеле лә күтәрелгәндәй булды. Үҙе эсенән: «Нимәһе оҡшамай икән был эштең Рәйләгә, бына бит, таҙарған һайын рәхәт…» - тип уйланы. Ҡатыны иһә аш бүлмәһендә һауыт-һаба шалтырай башлағас, диванға арҡыры төшөп телевизор ҡарап ятҡан еренән тороп, ишектән башын тығып ҡараны ла:
-- Уй, бахыр, теге бисәң өйрәтеп ҡайтарҙымы пасуда йыуырға, - тип киткән булды.
Һауыт-һабаның осона сыҡҡас, иҙән буйлап теҙелгән ашлыһыу, айыртылмай, эшкәртелмәй әсеп-күпсеп ултырған һөт, ҡатыҡ биҙрәләрен сығарып малға ҡойоп, уны-быны рәтләгәндә, әллә нисә урында бушаған һыра шешәләренә юлығып аптырап торҙо Ҡәҙим. Юҡ, был тәңгәлдә өндәшмәй ҡала алмай ул. Асыуы алҡымынан алһа ла, үҙ-үҙен ҡулда тоторға тырышып, ҡатынын саҡырҙы:
-- Рәйлә, кил әле бында.
Тегеһе – ләм-мим. Ишетһә лә, ишетмәмешкә һалышты.
-- Рәйлә, кил әле, тинем.
-- Хәҙер – йүгереп китәм. Кәрәк булғас, үҙең кил.
Ҡәҙим ике шешәне тотоп ҡатынының алдына килеп баҫты:
-- Был нимә?
-- Анда һинең ней эшең бар? Нимә икәнен белгең килгәс, өйҙә тор!
-- Һин башҡаса эсмәйем, тинең. Эсмәҫкә тип, ант иттең! Һин балалар алдында - өйҙә эсеп ултыраңмы?!
-- Һинән һорамайым мин! Һин – уйнаш! Һин - …
Яр һалырға ниәтләп тороп баҫҡан ҡатындың ҡапыл тауышы өҙөлдө, сөнки гөлт итеп ҡабынған иренең ҡыпһыуыр кеүек һыңар усы уның һимереүҙән ҡыҫҡа ғына булып ҡалған яланғас үңәсенән эләктереп алғайны. Рәйлә тулы кәүҙәһе менән йәнтәслим тулап, төйөрөм йоҙроҡтарын эшкә ҡушыуға, Ҡәҙим уны һыңҡылдатып мейескә терәне лә, тегеһенең көсәнеүҙән йәмһеҙ салшайған йөҙөнә һәм атылып сыға яҙып аҡшайған күҙҙәренә асырғанып ҡарап тора биргәс, үҙен көскә мәжбүр итеп бармаҡтарын яҙҙырҙы. Хәле бөткән ҡатын иҙәнгә шыуып төштө һәм бер-ике тәрән итеп тын алғас:
-- Милиция… милиция… ултыртам… ултыртам…. – тип телефонға ҡарай шылышты. Ҡапыл ғына асыуы ла, ярһыуы ла өрөп һүндергәндәй баҫылып, бары тик әсе үкенес солғанышында ғына тороп ҡалған ир, башы эйелгән, беләктәре һәлберәгән хәлдә, яй ғына сығып, тупһаға ултырҙы. Ултырҙы-ултырҙы ла, һарай башына менеп, үҙен бик йыш һыйындырған алама түшәгенә ауҙы.
Ҡәҙимдең ҡатыны икәү. Эйе-эйе – ҡатыны. Никахлы, хәләл ҡатындары. Ҡайһыныһы тәүгеһе тигәнде лә аныҡ ҡына әйтеүе ауырҙыр. Рәйләһенә башта өйләнгәйне ул. Бер тиҫтә йылдарҙан ашыу ғүмер итеп тә ташлағайны инде. Улай тиһәң, Әминәһен йәштән яратҡайны. Армиянан ҡайтҡан йылында уҡ күреп ғашиҡ булғайны. Араларында ысын мөхәббәт тә кеүек ине, һәр хәлдә Ҡәҙим үҙе уйһыҙ-һушһыҙ ине. Тик Әминә, аңлайышһыҙ сәбәптәр арҡаһында, ҡапыл ғына бер ни аңлатмайса, үҙен һаман ҡоҙалап маташҡан уҡытыусы егеткә тормошҡа сыҡты ла китте. Башына һуғылғандай булып шаңҡып ҡалды егет, әммә нимәлер даулап, тауыш ҡуптарып йөрөмәне. Сәбәбен һуңынан ҡыҙҙың әхирәте еткерҙе. «Йәш кенә көйө, бабайҙар һымаҡ, дин тотоуы аптырата, кешенән оят», - тигән икән Әминә. Ә бит ҡыҙҙың үҙен дин юлынан ҡайырырға тырышыуын һиҙә
ине бит ул, аңғара ине. Өйрәнер әле, күнер, тип уйлағайны. Тимәк, күнмәгән…
Армияла Ҡәҙим чечен егеттәре менән хеҙмәт итте. Дөрөҫөрәге, шул милләт уландары өҫтөнлөк итте ул эләккән частарҙа. Ана шулар частағы бар мосолман егеттәрен дә дингә баҫтырҙы. Кемдәрен көсләп, кемдәре үҙҙәре теләп баҫты намаҙға. Ҡәҙим иһә, тормоштоң, замананың күп төшөнсәләрен ҡабул итә алмаған ҡырыҫыраҡ, йомоғораҡ әҙәм, ошо юлда үҙ-үҙен асҡандай, үҙ асылын төшөнә барғандай тойҙо. Тора-бара тап хаҡ мосолман булып йәшәү өсөн тыуғанлығын аңланы.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, уның намаҙ уҡыуын ишетеп, бар ауыл бот сапты. Был ваҡытта, һикһәненсе йылдар аҙағы, туҡһанынсы йылдар башында, ауылдарҙа диндең әҫәре лә юҡ ине әле. Йәштәр көлдө, ололар ышанманы. Атаһы, магазинға ҡыҙыл араҡы (ағы бик һирәк була) йәки һыра мискәләре килеүен көтөп кенә йөрөгән кеше, башта «Ҡыланалыр, ялҡһа, ташлар әле», - тип кенә ҡуйһа ла, аҙаҡ, ҡыҙмаса булып алғанында, намаҙҙа ултырған улын бер-ике түңкәрә һуғып та ҡараны, тик тегеһе ҡолап ятҡан килеш тә уҡыуын дауам иткәс, аптырап, ҡул һелтәне. Әсәһе иһә, ғүмер буйы иренең, хәҙер инде өлкән улының да, эскелеге менән арманһыҙ булып айҡашҡан ҡатын, заманында ялҡынлы коммунист булыуына ҡарамаҫтан, бик оҙаҡ уйланғандан һуң, мосолман улының яғын алды. Алды ғына түгел, балаһына иптәш, терәк булыу маҡсаты менән, үҙе лә ҡулына Ҡөръән тотоп, яулыҡ ябынды.
Мөхәббәттә бер ауыҙы бешкәс, Ҡәҙим ҡыҙ-ҡырҡынға күтәрелеп ҡарамаҫ булғайны. Эше лә урманда, йәйҙәрен ҡайтмай тиерлек, ҡыштарын ҡуна ятып йөрөнө. Янып-көйөп көлгә ҡалған йөрәген үҙе табынған Аллаһы ҡөҙрәттәре менән дауаланы, үҙ ҡанундары, тәртиптәре менән йәшәне, башҡаларҙы ирекһеҙләмәне, ҡамасауламаны.
Егерме алтыһы тулып уҙған йәй ине, шикелле, район һабантуйына барғайны. Барыуы ла шул, ары-бире көрәш-маҙар ҡарап йөрөнө лә, ҡайтып та китте. Бер-ике көндән һеңле тейеш бер ҡыҙ туҡтатты урамда. «Ҡәҙим ағай, - ти был муйыл күҙҙәрен уйнатып, - теге мәл һабантуйҙа Сәғиттән бер әхирәтемдең һиңә күҙе төшкән. – Унан китә биргәс, тағы ҡайырылып ҡараған булды, - Шәмбе көн беҙгә килә, клубҡа сыҡ».
Ҡәҙим аптырап торҙо ла ҡалды. «Кем» тип тә һорарға эшкинмәне, әммә онотманы, онота алманы ул был һөйләшеүҙе. Сәғит ауылы ҡыҙы хас та Әминә булып күҙ алдына килде лә баҫты, килде лә баҫты. Тиҙерәк уны күреү, танышыу теләге менән янды.
Бына, ниһайәт, көткән шәмбе лә килде. Ҡарындаш тейешле ҡыҙ менән ҡушарлап йөрөгән нәҙек оҙон ҡара һылыу ҡыҙҙы ҡырҙан ғына күҙәтте ул. Юҡ, был Әминә түгел. Шундай уҡ буй-һын, оҙон ҡара толомдар, тик ҡараштар, холоҡ ҡырҡа башҡа. Был ҡыҙ кем алдына булһа ла баҫып, ҡоралай кеүек ҡыйыу тыптырлап бейей, хатта саңҡыу тауыш менән таҡмаҡлап та ебәрә. Ул ғына түгел, иң артҡы рәттәргә һеңеп, шым ғына ҡарап ултырған Ҡәҙимде лә, бейергә саҡырып, тартҡылап китте әле. Күҙҙәре янып, сикәләре алһыуланып, ҡупшы ирендәре йырылып, ынйы тештәрен йылтырап ҡына тора. «Эйе, сибә-әр, һөймәҫлек түгел… Йөрәгең буш булһа…»
Беренсе көндө күңелендә ҡуҙғалған һағышлы хистәренә баш була алмайынса, ҡайтып киткәйне Ҡәҙим, шунлыҡтан ҡыҙҙарҙы икенсе көн генә оҙата китте.
-- Һин мулламы? – тип тура һораны ҡыҙ егет менән аулаҡта ҡалғас.
-- Юҡ, мулла түгел, бары мосолман ғына, - Ҡәҙимгә йәш ҡыҙҙың был һорауы ҡыҙыҡ булып тойолһа ла, һағайып ҡуйҙы. - Һине был борсоймо?
-- Юҡ. Шулай ҙа ҡыҙыҡ бит, әбей-бабайҙар генә дин тоталыр, тиһәм әле.
-- Күп илдәрҙә һинең кеүек йәш кенә ҡыҙҙар ҙа диндә.
-- Уҡынып тик ултыралар микән? – ҡыҙҙың күҙҙәренән шаян нурҙар түгелә, үҙе бына-бына пырхылдап көлөп ебәрергә тора.
Егеттең дә ирекһеҙҙән ауыҙы йырыла:
-- Нишләп? Улар беҙҙең кеүек эшләй, йәшәй… кейәүгә сыға.
-- Ә мосолмандар… - ҡыҙ үҙ хәбәренән үҙе көлә, - нишләй микән… һи-һи-һи-һи… үбешә микән… һи-һи-һи…
Ҡаршыһында, ағас төпһәһенә баҫып, бөгөлә-һығыла шырҡылдап көлгән ҡыҙға ҡарата Ҡәҙимдең йөрәгендә ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылыҡ, дәрт, наҙ уянды ла егет, урғылып килеп баҫҡан шул тойғолар шауҡымына бирелеп, нескә һынды, ҡапыл ынтылып, ҡармап ҡосаҡлап алды, һаман тыныслана алмай көлгән һылыуҙың сикәләренән, күҙҙәренән, ирендәренән үпте…
Осрашыуҙарына ике ай тигәндә туй яһанылар. Шау-шыулы, телсән, үткен Рәйлә менән аҙ һүҙле, тыныс, йомоҡ Ҡәҙим бер ғаилә булып йәшәй башланы. Йыш ҡына йәш кәләшенең туҡтауһыҙ хәбәр һөйләүенән, урынһыҙыраҡ шаярыуҙарынан ирҙең башы ҡаңғырып киткән һымаҡ булһа ла, ул ҡатынына өйрәнергә, уны үҙенең яртыһы итеп ҡабул итергә тырышты. Әммә кемдеңдер тырышыуынан ғына икенсе берәүҙең булмышы үҙгәрһә йәки йәшәйеш икенсе боролош алһа, донъяларҙа әллә нимәләр булып бөтөр ине, моғайын. Шуның кеүек Ҡәҙимдең дә кәләшен баштан үҙ яйына өйрәтергә тырышыуы бушҡа булды. Әле тәүге балалары ла донъяға килмәҫ борон улар араһында йыш ҡына низағалар сыға ине. Үҙе геүләп талашып йә булмаһа шаулап тауыш күтәреп өйрәнмәгән һәм ысынында йүнләп ирешә лә белмәгән ир, әлбиттә, ғауға сығарырға уйламай ҙа. Ул бары ҡатынына нимәнелер улай эшләргә ярамағанлығын әйтә һәм, күп осраҡта, тупаҫ һүҙҙән ауыҙы ябылып ҡала. Йә булмаһа, кәләшенең
юҡтан ғына үсегеп, бәләкәс балалар ише яртышар көн түшәктә аунап ятыуына, ашамауына, улай ҙа булмаһа, туғандарына китеп, йоҡларға ҡайтмауына эстән һыҙып, үҙен ғәйепләп йөрөй. Шул ваҡыттарҙа Ҡәҙим үҙ-үҙенә башҡа бер ваҡытта ла ҡатынына бер ни ҙә өйрәтмәҫкә, уның эшенә ҡыҫылмаҫҡа һүҙ бирә лә, йөрөй-йөрөй, тағы берәй нәмә өндәшеп ҡуя. «Әллә ысынлап та ҡатыны әйтмешләй мыжыҡ, ваҡсыл микән үҙе лә?..» Тик нисек итеп барыһына ла күҙ йомоп өйрәнергә һуң? Бына, мәҫәлән, кәләшенең ашлы һыуҙы тупһанан сығарып һирпеүен ул тәүге күргәндә телһеҙ ҡалып торҙо хатта. Нисек инде? Башта яңылыш эшләүелер, тип уйланы, тик был хәл көн дә, көн дә ҡабатланғас: «Ни эшләүең ул?» - тип һораны. «Ҡый-һайын тауыҡтар сүпләй ҙә инде, һыуы ни, ергә һеңә», - тине кәләше иҫе китмәй генә. Ахырҙа ир: «Түкмә бында, торһон, ҡайтҡас, үҙем ситкә алып барырмын», - тиһә лә, эштән ҡайтҡан һайын, тупһа төбөнөң дымлылығын аңғарҙы һәм, оҙаҡ та көттөрмәй, шул урындан тирә-йүнгә насар еҫ таралды. Ахырҙа, ир кеше бер көн ҡатынын ҡаршыһына ултыртып алып, аҙыҡ ҡалдыҡтары ҡайҙа ҡуйылырға, ашлы, йыуынты һыуҙар ниндәй урындарға түгелергә тейешлектәрен аңлатырға булды, әйткәндәрен дини нәсихәттәр менән дә дәлилләне. Тик «дәрес» йәш кәләшкә оҡшаманы. Ул: «Бисәләр эшен беләһең инде, мыжыҡ», - тип ҡыҙҙы ла китте. Унан ҡала ҡатынының сәйҙән һуң ҡашығаяҡтарын шунда уҡ йыуып ҡуймауы, уларының көн оҙоно ҡаҡашып, аҙыҡтарының ябылмай ултырыуы, мейес-ҡаҙан тирәләренең ҡарайып китеүе, йәғни түрбаш яҡта тәртип булмауы, йоҡлаған түшәктәренең төшкәсә йыйылмауы Ҡәҙимдең күңелен ҡырҙы. Хатта иртәнге һауындан һуң һөттөң дә оҙаҡлатмай ғына айыртылырға, айыртылғанынан ниндәйҙер икенсе һөт аҙыҡтары йүнәтелергә тейешлеген ул да яҡшы белә. Әммә ҡатыны һыйырҙарын ҡыуғас йоҡлап алып, телевизорға әүрәй-әүрәй, ваҡ-төйәк менән булып, ҡояш төшлөккә күтәрелеүгә генә, ул һөттө иҫенә төшөрөүе һөҙөмтәһендә, әскелт тәмдәге йәки көйгән һөт еҫе килгән ҡаймаҡ-май ашайҙар. Шулай ҙа аш-һыу тәңгәленә күҙ йоморға тырыша ул. «Ярай, унан ғына үлмәм», - тип уйлай. Тик бына үҙенең һәр саҡ тәртиптә
йөрөткән һәм һаҡлаған кейем-һалымының, унан да бигерәк, дини кәрәк-яраҡтарының, китаптарының, намаҙлығының ҡәҙерләнмәүе зитына тейә. Тәүҙә иренең дини булыуы менән ҡыҙыҡһынғандай, хатта ниндәйҙер хөрмәте лә булғандай тойолған ҡатын, намаҙға баҫыу түгел, яулыҡ ябыныуҙан ҡырҡа баш тартһа, тора-бара парлап ҡунаҡтарға, туйҙарға бара алмауына үпкәһен белдерҙе, мосолман хәләл ефетенә ҡағылышлы бөтөн ҡағиҙәләрҙе кире ҡаҡты. Бөтөнләй икенсе уй-хыялдар менән донъя ҡорған ир, иң яҡын кешеһе тарафынан килгән был тиклем ҡаты ҡаршылыҡтан баҙап ҡалды. Уйлап-уйлап та, әҙәм аҡылы менән төшөнә алмағас, дини әсбаптарынан, ҡөръәндән яуап эҙләне. Һынау… Һынау, тиелгән ине аллаһы ҡоло булған мосолмандың фани донъялыҡтағы бар ҡаршылыҡтары ла. Тимәк, йәшәй-йәшәй һәр хәрәкәте, һәр ҡылығы ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған, хәбәрҙәре һәм ҡыланыштары кәмһетеүгә һәм низғаға ғына ҡоролған ҡатыны уға Аллаһы Тәғәлә тарафынан һынау итеп бирелгән. Һынау итеп… Һынау итеп.
Был осраҡта ике юл бар, тиелгән аллаһ китабында: мосолман үҙенә буйһонмаған һәм дини тәғлимәттәрҙе ҡабул итмәгән ҡатынды айырып ебәрә ала һәм икенсе юл – ул ҡатынын сабырлыҡ, изгелек аша тәрбиәләй.
Беренсе юл хаҡында һүҙ ҙә булырға мөмкин түгел. Сөнки Ҡәҙим, йәшәйешен йәмләп, бер-бер артлы донъяға килгән һәм яландай өйҙө бер итеп йүгерешеп йөрөгән балаларын үлеп ярата, һәм сабыйҙарына булған сикһеҙ һөйөүе, һауа өрөлгән тауыҡтай йылдан-йыл шөкәтһеҙ һимергән ҡатынын да дөйөм ҡәҙерле, ғәзиз булған шул бербөтөнлөк эсенә индерә.
Рәйләһе менән көн иткәндәренә ун ике йыл тигәндә осратты ҡабат Әминәне Ҡәҙим. Район үҙәгенә он алырға барғайны. Машинаһының артҡы багажнигына ҡупшылап ҡатырғалар түшәп, тоҡтарҙы тейәп, үҙенә хас булғанса, өрөп-һепереп таҙалап ҡуйғас,
багажнигын ябып, башын күтәрҙе лә ҡаршы юл аша туп-тура үҙенә ҡарап торған ҡатындың үтә лә таныш ҡараштары менән осрашты. Таныш ҡына түгел, был ҡараш уны кинәт иҫһеҙ-һушһыҙ иткәндәй булды. Һеңгәҙәп торған ир янына үҙе килде Әминә. Килде лә күптән күрмәгән ябай ғына танышындай итеп, күрешергә ҡуш усын һуҙҙы:
-- Әссәләмәғәләйкүм. -- Хас әүәлгесә ихлас итеп йылмайҙы, әйтерһең дә, араларҙа ун ике йыл да, мөхәббәт-нәфрәт тә булмаған. -- Һеҙҙең менән ошолай күрешәләр, буғай.
-- Вәғәләй-й-к-күм-әссәләм… - Ҡәҙим тотлоҡто, унан бер аҙ зиһенен йыйып, әйтеп ҡуйҙы. -- Беҙҙә… ҡатын-ҡыҙ ирҙәр менән күрешмәй.
Ҡатын күңелле көлөп, ҡул һелтәгән булды:
-- Беҙгә, белмәгән кешеләргә, ярай инде ул. - Унан һаман да шаңҡығандай торған ирҙән күҙҙәрен ала алмай, тауышын баҫа төштө. -- Әллә ҡурҡыттым инде…
Ҡәҙим, ниһайәт, үҙендә йылмайырға көс тапты:
-- Бындай һылыу ҡатындан ҡурҡһам, Аллаһ һуғыр…
Яуап Әминәгә оҡшаны, ул сылтыратып тағы ла көлдө. Ҡәҙим иһә ҡаршыһында торған, ҡасандыр йөрәген ялмап алып, илатып һәм йырлатып, унан килеп шул йөрәкте ҡанға туҙҙырып ташлап киткән илаһи заттан арбалған ише, ҡарашын да шылдыра алмай, йотлоғоп текәлеп торҙо ла торҙо. Ул үҙенең был йөҙгә, был буй-һынға бер ваҡытта ла боролоп та ҡарамаҫҡа тейешлеген һәм шулай итергә нисә йылдар хыялланғанын яҡшы иҫләй, әммә быларҙы эшләргә бер генә ағзаһын да ҡыбырлата йәки аңының, аҡылының бер генә ҡылын да тыңлата алмай. Етмәһә, теле лә әллә нимәләр теҙә:
-- Бер ҙә үҙгәрмәгәнһең… Әминә… Шулай уҡ… йәшһең… матурһың… Һеҙҙең яҡта ғүмер үтмәйме әллә?
-- Кит, юҡты һөйләмә. Донъя баҫты инде… Бына үҙең шул көйө әле, күҙем насар күрһә лә, әллә ҡайҙан аңғарҙым. Нисә йылдар күрмәһәм дә…
-- Балаларың барҙыр?..
-- Бар – ике ҡыҙ. Иремде ишеткәнһеңдер инде…
Ишеткәйне был хаҡта Ҡәҙим, бынан бер дүрт-биш йылдар элек. Уныһын да Рәйләһе әйткәйне. Магазиндан ҡайтып инеп: «Һөйөнсө! Теге албаҫтыңдың ире үлгән, ти. Ана шуны алған булһаң, һине лә дөмөктөрөр ине әле. Хәҙер теләһә кемгә ем була инде, бар һин дә сиратҡа баҫ», - тип хәбәр һалды ла, шул көндән башлап әрләшеү темаларына «Теге албаҫты» пункты өҫтәлде. Иренә йәне көйгән һайын, уны «уйнаш», «аҙғын», «ир үлтереүсе бисә» янына ҡыуҙы, инде нисә йылдар был яҡтарҙа айға-көнгә күренмәгән ҡатынға ҡушты, әллә ниндәй мажаралар уйлап сығарып ғәйепләне.
-- Ишеттем. Мәрхүм булғанына күптән бит инде. Һаман яңғыҙһыңмы ни?
-- Яңғыҙ булмай, кем миңә яҡшы ирҙе әҙерләп ҡуйған, - Әминә һаман шаяртмаҡсы.
-- «Барам» тигән һүҙең булһа, алыусылары быуа быуырлыҡтыр ҙа… - Ҡәҙим быларҙы нисектер әрнеп әйтте.
Кинәт ҡатындың да вайымһыҙ күңелсәклеге һүнеп, уйсан, яңғыҙ ҡатындарҙа ғына була торған моңһоу ысынбарлығы ғына тороп ҡалды:
-- Мине лә йәшәтмәне, үҙе лә… ҡуй инде. Тормош тәмен тойорҙай тойғоларымды тапап, үлтереп китте…
Әминәнең иренең кем, ниндәй кеше булғанын да, ниндәй сәбәптәр менән үҙ-үҙенә ҡул һалғанын да белмәй ине Ҡәҙим. Был хаҡта бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһынманы ул. Бары әлеге Рәйләһенең:
«Күрмәгәнен күреп туҡмалып йәшәй», «Ире эскесе», «Һаманға тиклем йорто ла юҡ, ти», - тип көлгәндәре дөрөҫлөккә тап киләлер, күрәһең.
Әминә илап ебәреүҙән һәм быға тиклем ҡатып йөрөгәндәй булған күңеленең был бер яҡтан ят та, икенсе яҡтан, үтә лә яҡын ир алдында йомшарып, түгелеп китеүенән ҡурҡып, йәһәтләп һүҙҙе икенсегә борҙо:
-- Он алдыңмы?
-- Эйе.
-- Мин дә шул он-шәкәргә тип килгәйнем, - ҡатын ҡулын юлдың теге яғында ултырған тоҡтарына иҙәне.
-- Нисек алып ҡайтаһың уларҙы?
-- Ағай тейеш берәү эштәрен бөткәс апарырмын, тигәйне, кискәрәк булыр микән.
Шул ваҡыт Ҡәҙимдең башына кинәт кенә алабарман, яндырай уй килде:
-- Әйҙә, үҙем апарам.
Ҡатын ҡаушап ҡалды:
-- Ҡуйсы… Килешмәҫ. Ҡатының…
Тик был ваҡытта инде ирҙе был ниәтенән бер ниндәй көс-ҡөҙрәт тә кире ҡайтара алмай ине. Ул ҡатынды беләгенән тотоп, елтерәтеп тигәндәй машинаһына ултыртты ла тоҡтарын, төйөнсөк шайы ла күрмәй, ялп-йолп тейәгәс, йөрәге елкенеүгә баш була алмай, саң туҙҙырып, хыялында әллә нисә ҡат осоп үткән түтә юл буйлап елдерҙе.
Ире үлгәс, Әминә үҙ ауылына кире ҡайтып, ата-әсәһе урамына кескәй генә тирмәләй йорт ултыртып ингән икән. Әйҙүкләп, сәй эсеп сығырға саҡырҙы ул Ҡәҙимде. Ҡәҙим инде лә бәләкәй генә, күркәм, йыйнаҡ донъяның йәмлелегенән, ҡотлолоғонан хайран булды. Бында
һәр нәмә - сигеүле ап-аҡ мендәр тыштарынан башлап, быяла кәштәләрҙәге нәфис сынаяҡтарға тиклем - нескә зауыҡ, эске тойомлау менән һайлап алынған, ҡуйылған ине. Бер генә артыҡ һәм үҙ урынына тура килмәгән йыһаз да юҡ. Бер үк ваҡытта бар дөйөм күренештән таҙалыҡ, сафлыҡ бөркөлә, һәр әйбер үҙенең кәрәкле, ҡәҙерле, файҙалы икәнлеген ҡысҡырып торғандай.
Әминә сәйгә урамдаш торған әсәһен саҡырып индерҙе. Кем белә, бәлки, атаһының ҡырын ҡарашынан, ә бәлки… үҙ-үҙенән, хистәренән, теләктәренән ҡурҡҡандыр.
Сәй эскәс тә, Ҡәҙим кирегә елдерҙе. Тик хәҙер инде, был аҡ-ҡара айырмай сапҡан машинала он тулы тоҡтар ҙа йөрәкһеҙ ир генә бар ине. Йөрәге тегендә ҡалды уның, Әминә янында. Аҡылына буйһонмай, ер тырнап илап, шул тупһаға йәбеште лә ҡалды.
… Тағы ла ике-өс көндән йөрәге артынан юл алды Ҡәҙим. Йөрәкһеҙ йәшәп булмай бит һуң… Эңергә ҡалып ҡына килде лә, таныш йорттоң баҡса осонда уҡ туҡтап, юл буйына «Барам да инәм» тип килгән ҡыйыу уйҙары елгә осоп, аптырап ҡалды. Шул ваҡыт баҡсала аҡ һын пәйҙә булды. Бына ул ҡуйыра барған ҡараңғылыҡ эсендә бөләңгерт кенә булып күренгән машинаға ҡарай биреп торҙо ла, бейек картуф һабаҡтарын йыра-йыра, йүгерә башланы. Ҡәҙим машина ишеген ябырға ла онотоп, ҡаршы йүгерҙе. Нисек итеп баҡса ҡоймаһын аша һикергәнен дә, күҙ күреме араны ни арала үткәнен дә хәтерләмәне ул, бары тик аҡылынан шашҡан хәлдә: «Мин һинең килереңде белдем… Мин белдем… Ғүмерем буйы ошо мәлде көттөм…» - тип туҡтауһыҙ ҡабатлаған ирендәрҙән, күҙ йәштәре сылатҡан биттән, дымлы күҙҙәрҙән үпкәндә генә үҙен һәм … күкрәгендә туҡылдаған йөрәген тойҙо…
Ошо кистән уның ҡатыны икәү. Икеһе лә никахлы, хәләл.
Рәйләһенә Әминәгә никахлап өйләнеүен әйткәс, ул башта ышанманы, әммә ире аҙналап юғала башлағас, оҙайлы һәм ҡаты һуғыш башлап ебәрҙе. Был тура мәғәнәһендәге «һуғыш» эсендә
нимәләр генә булманы икән?! Ирҙе туҡтауһыҙ әрләү-ҡарғау һәм ҡулында нимә бар, шуның менән ташланыуҙы иҫәпкә алмағанада, йөҙ төрлө ғәйептәр менән милицияға тапшырыу, судтарға йөрөтөү, законлы айырылышыу, алиментҡа биреү, балаларҙы йә күрһәтмәү йә ташлап сығып китеү… Көндәшен эҙәрлекләү, уның хаҡында әшәке хаттар яҙып, ауыл советтарына, гәзит-журналдарға ебәреү, шылтыратыуҙар, янауҙар… Унан ҡалһа, үҙен-үҙенә ҡул һалыу, балаларҙы үлтереү, йортто үртәү менән янаны, ҡурҡытты. Нимәләр генә эшләмәне Рәйлә?! Үс алыу, баш эйҙереү уй-теләге менән янып, әле былай, әле тегеләй сапты, әсәй һәм ҡатын яуаплылығын онотоп, ҡон ҡайтарыусыға әйләнеп алды. Туҙынды, көйҙө, асыуынан сәсрәп китте, эргәһендәге уның йылылығына мохтаж булғандарҙы өшөттө, туңдырҙы, ағыуы эргәһендәге йәм генәһен үлтерҙе… Нимә белә шуны эшләне… Әмма бары тик тәүбәгә килеп, яҙмышын ҡабул итергә һәм Аллаһына һыйынырға икәнлекте генә белмәне ул.
Ә Әминәһенән уңды Ҡәҙим. Үҙе табынған Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте итеп ҡабул итте ул был бәхетен. Ҡасандыр юғалтҡанды, өмөт өҙгәнде, һорамағанды бирҙе бит. Әммә был да һынау. Бәхет-шатлыҡты ла, ҡайғы-хәсрәтте лә сабырлыҡ менән күтәрә белергә кәрәк.
… Ҡәҙим һарай ҡыйығы егенән өҫкә, йондоҙҙарға, ҡарап ята. Уйы яратыусыһы, табыныусыһына төбәлгән. «Биргән яҡты көнөң, йәшәткән ғүмерең өсөн рәхмәт, Аллам. Мин барһыһын да кисерәм, ғәфү итәм. Һин ебәргән һынауҙарҙы яфа итеп түгел, яҙмыш итеп ҡабул итәм. Күнәм. Булғанына шөкөр итәм, булмағанын талап итмәйем. Балаларыма, ҡатындарыма һаулыҡ, иман, тәүфиҡ һорайым. Уларҙы йәллә, уларҙы ғәфү ит, Аллам, сөнки улар һин йән өргән, һин бар иткән әҙәмдәр… Уларҙың юлдарын яҡтырт, зиһендәрен ас, уларға ла миңә биргән йәшәү тәмен тойҙорт, иман нурың менән ҡойондор, язалама уларҙы, ярлыҡа, эй, Аллам…»
Читайте нас: