Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Декабрь 2020, 21:50

Ҡабатланырмы яҙмыштар...

«Яратаһыңмы һуң уны?», - тип һорап та алды, хатта. Егет яурындарын һелкетә биреп: «Әлләсе.., оҡшаған да, оҡшамаған да кеүек», - тейеберәк яуап биргәйне.

Ғәлиә Сәкинә әхирәте биреп торған күлдәкте кейеп, биҙәүестәрен таҡты ла сәстәрен артистарҙыҡына оҡшатып туҙҙырып, быялаһы тоноҡланып бөткән көҙгө алдына килеп баҫты. Ундағы сағылышын күреп ҡапыл һиҫкәнеп китте һәм сирҡана биреп башын ситкә бора һалды. Көн дә үҙенә йылмайған алһыу йөҙлө, асыҡ йәшел күҙле, икенән үрелгән толомдары биленә тиклем төшөп торған ҡара сәсле һылыу ҡыҙ урынынан көҙгөнән уға түштәре яртылаш асыҡ булған яланғас оҙон ботло, туҙғаҡ башлы бөтөнләй ят бәндә ҡарап тора ине. Халыҡ телендә «еңел холоҡло» тип йөрөтөлгән бындай ҡыҙҙарҙы Ғәлиә киноларҙа ла күп күрҙе, ҡала урамдарында ла йыш осратты һәм уларға нисектер ерәнә биреп ҡарай ине. Хәҙер килеп бына үҙе шул ҡиәфәттә. Ҡыҙҙың күлдәк менән биҙәүестәрен тиҙ генә сисеп бәреп, душта сайҡанып сығып, одеялы аҫтына инеп ҡасҡыһы килде. Ләкин ысынбарлыҡтан ҡасып булмай шул. Ул бөгөн сараһыҙҙан ошолай кейенергә, «еңел холоҡло» булып күренергә мәжбүр һәм… Ғәлиә аҙаҡ ни булырын күҙ алдына килтереү түгел, хатта ул хаҡта уйларға ла ҡурҡа. Әхирәте: «Тапҡанһың ҡурҡыр нимә, бер һин генәлер шул», - ти ҙә бит. Бер ул ғына түгел, әлбиттә. Әммә барыһы ла уның хәленә төшөп, ирекһеҙҙән шул юлға баҫмағандыр, моғайын. Күптәренең «туйып һикереүҙәре» лә бик мөмкин. Сәкинә лә шуларҙың береһе, тип уйлай Ғәлиә. Ата-әсәһе лә бар, донъялары ла бөтөн, ә бына әхирәте юҡ юҡ та «төнгө һунарға» сығып әйләнә. «Заманы шундай. Унан килеп артыҡ аҡса кеҫәне тишәме ни?» тип кенә ебәрә әхирәте. Ә Ғәлиәнең аҡсаһы иһә осто-осҡа ялғарға ла етмәй шул. Өләсәһе менән әсәһе барҙа матур ғына йәшәйҙәр ине әле. Әммә бер-бер артлы икеһе лә үлеп китеп, бер яңғыҙы ҡалғас, эштәре бик хөртәйҙе ҡыҙҙың. Ояһынан ҡолап төшкән ҡош балаһындай тойҙо ул үҙен. Өләсәһе ярай инде, ә бына әсәһенә әле йәшәргә лә йәшәргә ине бит. Яман шеш менән ауырып китеп, ярты йыл эсендә гүр эйәһе булды ла ҡуйҙы. Һуңғы көндәре яҡынлашҡанын һиҙеп, үҙенән бигерәк ҡыҙын ныҡ йәлләп, иланы ла иланы ул. «Бер ялғыҙың нишләрһең икән, балам, ни башлы-күҙле итеп өлгөрә алманым», - тип балаһын ҡосаҡлап күҙ йәштәрен түкте әсә кеше. Уның һөйләүе буйынса Ғәлиә атаһын үҙҙәрен ташлап Себергә сығып киткән бер бәндә, тип кенә белә ине. Баҡтиһәң, ул бөтөнләй икенсе кеше, бөгөнгө көндә билдәле генә булған профессор ҡыҙы икән. Үлеренә бер нисә көн ҡалғас асты әсәһе ул серҙе. Институтта уҡып йөрөгән сағында ҡатыны ла булған аспирантҡа ғашиҡ була ул. Уныһы ла ҡыҙҙы бик оҡшата. Йылға яҡын осрашып йөрөйҙәр. Ауырға ҡалғанын белгәс атаһының ҡатыны оло ғауға ҡуптарып, әсәһен институттан ҡыуҙырыуға ирешә һәм араларын бөтөнләйгә өҙә. «Ҡыҙым, бик ауыр була башлаһа ярҙам һорап уға барырһың. Үҙ балаһынан баш тартмаҫ моғайын», - тигәйне әсәһе, бына ошоларҙы һөйләп. Ғәлиә атаһы эшләгән институтҡа барып, уны яҡындан күрҙе – күреүен, әммә өндәшергә баҙнат итмәне. Атаһы булһа ла нисектер бөтөнләй сит кеше булып күренде ул уға. Ярай, ауырлыҡтарҙы үҙем дә йырып сығырмын әле, тип уйлағайны ла ул саҡ, әммә тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Уның ауырлығы сибек кенә ҡыҙ елкәһенә төшһә ныҡ һиҙелеп, ергә тиклем эйә. Бына шул тормош ауырлығының Ғәлиәне иң ныҡ баҫҡан мәле бөгөн. Түләүҙе көтөп өҫтәлдә өйөлөп ятҡан анау квитанциялар өсөн генә әллә күпме аҡса кәрәк. Йорттар идаралығынан килеп, тиҙ арала түләмәһәң фатирыңдан ҡыуабыҙ, тип иҫкәртеп тә киттеләр хатта. Техникумда уҡығаны өсөн түләүгә лә көн дә аҡса таптыралар һәм унда ла ҡыуыу менән ҡурҡыталар. Һыуытҡысы ла күптән буш һәм ас та йәшәп булмай. Барыһына ла аҡса кәрәк, ә студент ҡыҙҙың исем өсөн генә бирелгән пособиенан башҡа килер урыны бөтөнләй юҡ. Техникумдан китеп эшкә генә урынлашыр ине лә бит, һуңғы курста булғас уҡыуын да тамамлайһы килә. Бәләкәйҙән китаптарға ғашиҡ булып, китапханасы һөнәрен алып сығырға бик теләгәйне ул.
Кисә кис бына шуларҙы уйлап, башы ҡаңғырып күҙ йәштәренә мансылып ултырғанда әхирәте килеп инде.
- Да-а, не завидую, - тине башта Сәкинә Ғәлиәнең аһ-зарын тыңлағас һәм аҙаҡ әхирәтен баҫтырып, тәү күргәндәй әйләндереп ҡарап сыҡты. - Юҡҡа ҡайғырма, был сибәрлегең менән бер-ике төндә фатирыңа түләрлек аҡса эшләй алаһың.
- Нисек?.. - Ғәлиә Сәкинәнең ни әйткәнен ҡапылдан аңғармай йәшле күҙҙәрен уға төбәне. Әхирәте лә уға аптырай биреп ҡарап:
  • Әллә шуны ла аңламайһың?! Иртәгә минең менән «төнгө һунарға» сығарһың. Ир-ат һине күреп ҡалһа, көтөүе менән килеп йәбешәсәк, аҡсаларын да йәлләмәйәсәк, - тине лә ҡыҙҙың яуабын да көтөп тормай, шифоньерҙы асып ундағы кейемдәрҙе барлай башланы.
  • Был алам-һаламдарың менән күп аҡса эшләй алмаҫһың, үҙемдең күлдәкте биреп торомон, - тине Сәкинә барыһын да алдан уҡ хәл итеп.
  • - Кит юҡты!.. Астан үлһәм - үләм… - тип Ғәлиә ултырған урынынан һикереп үк торҙо.
    • Үл, улайһа!.. Риза булһаң шылтыратырһың, - тип Сәкинә ҡайҙалыр ҡабаланыуын әйтеп, сығып та китте. Йоҡлар йоҡоһон йоҡламай, төнө буйы уйланып сыҡты Ғәлиә һәм әхирәте әйткәнгә ризалашыуҙан башҡа сара юҡлығын аңлап, иртән уға шылтыратты.
    • Сәкинә күлдәк менән биҙәүестәрен килтереп, кис үҙен инеп аласағын әйтеп, кейенеп, биҙәнеп торорға ҡушып сыҡҡайны. Һәм бына ҡыҙ «төнгө күбәләк» булып «ҡанат ҡағырға» әҙерләнә.
      Әхирәте әйткәнсә «точка» Ғәлиәләрҙең өйөнән алыҫ түгел, машиналар күп йөрөгән ике урам сатында ине. Унда барып баҫыу менән Ғәлиә үҙен ғәм халыҡ алдында сыр яланғас баҫып торғандай хис итә башланы. Эргәләренән йәйәү үтеүселәр ҙә, машинала елдереүселәр ҙә уға бармаҡ менән төртөп күрһәтеп, мыҫҡыллы йылмайған һымаҡ тойолдо. Ҡыҙ аяҡтарының ғына түгел, тәненең дә ҡалтыранғанын тойоп, әхирәтенең артына йәшеренеп баҫырға тырышты.
      • Ниңә бөршәйеп ҡаттың, үҙеңде иркен тот, - тип әхирәте уны әрләй ҙә һалып алды.
      • Улар янынан машиналар нисектер тиҙлектәрен кәметә биреп уҙа ине. Күп тә үтмәй шуларҙың береһе, аҡһыл төҫтәге «девятка», аҡрын ғына эргәләренән уҙҙы ла, кире сигенеп, яндарына килеп туҡтаны. Уның тәҙрәһенән йәш кенә егеттең бөҙрә сәсле башы һонолдо. Сәкинә йүгерә-атлап машинаға табан ашыҡты.
        Ғәлиә әхирәте менән егеттең ни һөйләгәндәрен аңғарманы ла, бары Сәкинәнең беләгенән тотоп алып килеп: «С богом, әхирәт!» - тип машинаға ултыртыуы һәм егеткә ҡарап: «смотри, егет, обижать итәһе булма!» - тип әйтеүе генә ҡолағына салынып ҡалды.
        Юлды һөйләшмәй генә үттеләр, тиһәң дә ярай. Бары егет кенә артҡы ултырғыста күҙҙәрен иҙәнгә төбәп килгән ҡыҙға көҙгө аша ҡарап-ҡарап алып: «Ҡайһылай һин сибәрһең» – тип әйтеп ҡуйҙы. Машина ҡала ситендәге ике ҡатлы ыҡсым ғына коттедж алдына килеп туҡтаны. Егет ҡыҙға машинанан төшөргә ярҙамлашты ла, суйын рәшәткәле ҡапҡаны асып өйгә табан алып китте.
        Егет алдан әҙерләнеп ҡуйған күрәһең, зауыҡ менән биҙәлгән залдағы ҙур булмаған өҫтәлдә шарап шешәһе менән ике фужер, емеш-еләк менән тулы һауыт, һут ҡаптары урын алғайны. Хужа шунда уҡ ҡыҙҙы өҫтәл артына ултыртып фужерҙарҙы тултыра һалды.
        • Әйҙә, танышайыҡ, минең исемем Азамат була, - тине ул ап-аҡ тигеҙ тештәрен күрһәтеп йылмайып.
        • Ғәлиә әхирәте өйрәткәнсә башҡаны әйтергә уйлағайны ла, ауыҙынан үҙенән-үҙе ысын исеме сыҡты ла ҡуйҙы. Ҡыҙ шарапҡа ирендәрен генә тейгеҙеп алғайны, әммә Азамат: «Танышыу хөрмәтенә бөтөргәнсе эсәйек», - тип ҡыҫтағас, бәлки, ҡыйыуланып та китермен, тип яртылаш эсте лә ҡуйҙы.
          Ысынлап та, аҙыраҡ теле асылды ҡыҙҙың. Егеттең матур мөләйем йөҙөнә лә ҡарашын тартынмай ташлап алғыланы.
          Йоҡо бүлмәһенә инеп, карауатта бер аҙ шым ултырғас Азамат һиҙелерлек ҡалтыранған ҡулдары менән ҡыҙҙың бармаҡтарынан тотоп:
          • Йә, башла.. - тип шыбырҙаны.
          • Мин… Мин бер ни ҙә белмәйем… Мин ҡыҙ кеше… - тине дерелдәгән ирендәре менән Ғәлиә.
          • Азамат уға аптырай биреп ҡарап:
            • Мин дә… мин дә бер ни ҙә белмәйем шул.. – тине лә, ҡапыл шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
            • Ғәлиә егеткә күҙ ташлап алды һәм үҙе лә уның ыңғайына ҡысҡырып көлөргә тотондо.
              Ошо көлөшөү ҡыҙ менән егетте нисектер яҡынайтып, улар араһындағы күҙгә күренмәгән кәртәне алды ла ташланы. Төн оҙоно һөйөшөп, һөйләшеп туя алмай, таң алдынан ғына арып-талып йоҡоға талды йәштәр.
              Һөйләүе буйынса Азамат медицина университеты студенты икән. Яратҡан шөғөлө - скрипкала уйнау. Ата-әсәһенең берҙән-бер улы. Бөгөнгө көндә улары Таиландҡа ял итергә киткән һәм бына шуны файҙаланып ҡалырға булған. Ҡыҙ килтереүенең тағы бер сәбәбе бар. Ул оҙаҡламай өйләнергә тейеш. Үҙенең тиҙ арала кәләш алырға иҫәбе булмаһа ла, ата-әсәһе аҙып-туҙып киткәнсе, тип тырыштыра икән. Бәлки, буласаҡ кәләше бик тә билдәле кеше ҡыҙы булғанға шулай ҡыланаларҙыр, тип тә уйлай егет. Өйләнерен белгәс иптәш егеттәре тәжрибәһеҙ килеш оятҡа ҡалып ҡуйма, тейеберәк шаяртып, өйрәнсеккә берәйһен килтер, тип кәңәш биргән. «Туҡтап өндәшергә баҙнат итмәй әллә нисә «точка»ны үтеп киттем. Һинең ҡыйыр-ҡыймаҫ, оялсан ғына баҫып торғаныңды күргәс, нисектер күңелемә яҡын итеп, туҡтай һалдым һәм үкенмәйем дә», - тигәйне егет ҡыҙҙы иркә ҡосаҡлап.
              Азамат өйләнәм, тигәс Ғәлиәнең шунда уҡ кәйефе ҡырыла биреп тә ҡуйғайны. «Яратаһыңмы һуң уны?», - тип һорап та алды, хатта. Егет яурындарын һелкетә биреп: «Әлләсе.., оҡшаған да, оҡшамаған да кеүек», - тейеберәк яуап биргәйне.
              Ғәлиә, әхирәтенең кәңәшен тотоп, үҙенең техникумда уҡып йөрөгәнен әйтмәй, супермаркетта һатыусы булып эшләйем, тине. Уянғас та, Азаматтың янынан ебәрмәҫкә маташыуына ҡарамай, эшкә һуңлайым, тип Ғәлиә тиҙ генә кейенә һалды. Егет тә лекциялары барып иҫләп, илтеп тә ҡуйырмын, тип урынынан ҡуҙғалды.
              Сәкинә: «Эш хаҡын алдан, ир-аттың күҙе аларған саҡта уҡ алып ҡуй, юғиһә, ҡайһы берҙәре эш үткәс йә копейка ғына тоттора, йә бөтөнләй бирмәй, арт һаныңа тибеп сығара», - тип Ғәлиәгә ҡат-ҡат туҡыһа ла, ул был егет алдамаҫ, тип тә, унан бигерәк ҡыйыулығы етмәҫен һиҙеп, аҡса тураһында башта һүҙ ҡуҙғатмағайны. Әле лә һорарға тартыныбыраҡ ҡалды. Азамат ҡыҙҙың уйын һиҙгәндәй: «Етәме?» - тип мул ғына аҡса сығарып тотторҙо. Ғәлиә оялышынан ҡып-ҡыҙыл булып, аҡсаны кеҫәһенә тыға һалды.
              Машинала барғанда егет ҡыҙҙың бөгөн дә килеүен ҡат-ҡат һораны. Супермаркет алдында төшөрөп ҡалдырғанда ла үтенесен ҡабатланы. Ҡыҙ менән егет кисен ошо урында осрашырға һөйләшеп айырылышты. Ғәлиә машина күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо ла, яҡындағы туҡталышҡа йүгерҙе һәм техникумға барыусы автобусты көтә башланы.
              Азаматтың йөҙ-һыны күҙ алдынан бөтөнләй китмәне ул көндө. Нисек кенә ҡыуып ебәрергә тырышмаһын, ап-аҡ тештәрен йылтыратып йылмайып ҡаршыһына килә лә баҫа. Әллә ғашиҡ булдым инде, тип ҡыҙҙың ҡото оса биреберәк тә ҡуйҙы, хатта. Сәкинә килеп: «С крешением!» - тип ҡотлап, һорауҙар яуҙырғанда ла егет күҙ алдында тороп, илке-һалҡы ғына яуап бирҙе.
              - Күрмәҫтәй булып ҡыланып бөтөнләй шаңҡытҡан икән егет үҙеңде, - тине әхирәте үпкәләй биреп һәм «точка»ға барыу-бармауын белеште.
              - Мин кисәге егет менән осрашырға һөйләштем, - тине Ғәлиә ҡыуаныслы йылмайып.
              Азамат белеп ҡуймаһын, тип ҡыҙ супермаркетҡа ваҡытынан иртәрәк барып, машинаға шунан сығып ултырҙы.
              - Уф, бөгөн көндө үткәрә, осрашыу минуттарын еткерә алмай күҙем тондо, - тине егет ҡыҙҙың ирендәренән үбеп.
              Бына шулай осрашып, һөйөп, һөйөлөп ун көн самаһы ваҡыт күҙ асып йомған арауыҡтай ғына бик тиҙ үтте лә китте. Ғәлиә үҙенең үлеп ғашиҡ булыуын аңлай, егеттең дә үҙенә ғашиҡ икәнен йөрәге менән һиҙенде. Ғүмеренең иң матур миҙгеле булды был көндәр. Ул саҡ иң ҡыйыны көн дә Азамат һуҙған аҡсаларҙы алыу ине. Ғәрлегенән ер тишегенә инеп китерҙәй булды ул шул мәлдәрҙә. Мөхәббәт һатылырға, һатылып алынырға тейеш түгел бит, тип үҙ-үҙен ҡәһәрләне. Ләкин ни эшләһен, ҡыҙҙың башҡа сараһы юҡ ине шул. Егеттән алған аҡсалар уҡыу өсөн түләргә лә етте, өҫтәлдәге квитанцияларҙы ла байтаҡҡа кәметте. Бәхет миңә лә йылмайҙы, тип ҡыуанып бөтә алманы Ғәлиә һәм ҡанатланып, осоп, тигәндәй йөрөнө ул көндәрҙә. Ләкин ҡыуаныс менән ҡайғы йәнәш йөрөй икән шул.
              Бер көндө иртән кейенгәндә өҫтәлгә ташланған күлдәгенә эйәреп иҙәнгә Азаматтың студент билеты төшөп китте. Асыҡ ятҡан билетты үрелеп ҡулына алғанда күҙенә унда яҙылған таныш исемдәр сағылғандай булды. Ҡыҙ ул исемдәрҙе ентекләберәк уҡып сыҡты ла, йылмая биреп ҡуйҙы. Баҡтиһәң, икеһенең дә фамилиялары ла, аталарының исемдәре лә бер үк икән. Бер үк…
              Ғәлиә ҡапыл ҡото осоп, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе, билеты ла ҡулынан ысҡынып иҙәнгә төшөп китте. Йыуынырға ванна бүлмәһенә инеп киткән Азамат йүгереп сығып:
              - Ни булды, ниңә йөҙөң шул тиклем ағарған? – тип ҡыҙҙың беләгенә килеп йәбеште.
              - Булманысы… Ниңәлер башым әйләнеп китте, - тигән булып Ғәлиә карауатҡа ултырҙы.
              - Башың әйләнһә ятып тор, - тине Азамат карауаттағы мендәрҙәрҙе рәтләп.
              - Юҡ, юҡ.., хәҙер үтә ул, - тип Ғәлиә ҡабаланып кейенергә тотондо.
              Был мәлдә уның тиҙерәк тышҡа атылып сығып, алды-артына ҡарамай башы һуҡҡан яҡҡа табан йүгерергә лә йүгерергә теләге бик ҙур ине.
              Юл буйы мейеһен: «Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел!» – тигән уй ғына бырауланы. Машинанан төшкәндә Ғәлиә Азаматтан:
              - Һинең атайың кем булып эшләй? - тип һораны.
              - Институтта. Ул доктор наук, профессор, - егеттең яуабы ҡыҙҙың өмөтөн бөтөнләй һүндерҙе. «Тимәк, Азамат менән мин бер ата балалары, бер туғандар!» - бына шуларҙы эстән генә ҡабатлай-ҡабатлай Ғәлиә өйөнә табан йүгерҙе.
              Фатирына килеп ингәс тә карауатына ауып үкһей-үкһей иларға уҡ тотоноп китте. «Ул бер туғаны менән уйнаш иткән !”, «Ниндәй боҙоҡлоҡ!», «Ояты ни тора!», «Ниңә Хоҙай уны миллионлы ҡалала тап Азамат менән осраштырып, ҡауыштырған, икеһен бер-береһенә ғашиҡ иткән!» – яҙмышын ҡәһәрләй-ҡәһәрләй күҙ йәшен күп түкте ҡыҙ. Шул килеш карауатында бер тәүлектәй аунаны ул. Аҙаҡ «Булған-бөткән, барыһын да яман төш кенә итеп күреп оноторға, Азаматты күңелдән бөтөнләй юйып ташларға, артабан бер ҡасан да осрашмаҫҡа кәрәк», - тип үҙ-үҙен аҙ-маҙ тынысландыра алды.
              Сәкинә бер-ике рәт инеп хәлен белешеп сыҡҡайны. Ғәлиә уға ни булғанын асыҡтан-асыҡ һөйләмәне. Бары: «Егет минән туйҙы, буғай», - тип кенә әйтеп ҡуйҙы. «Точка»ға барырға саҡырып кергәндә лә, ризалашмай: «Ҡабат кәрәге теймәҫ, моғайын», - тип күлдәге менән биҙәүестәрен биреп сығарҙы. Азаматтан һуң башҡа берәү менән булыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай ине инде ул. Ә уныһы бер минутҡа ла күҙ алдынан китмәй, матур итеп йылмайып, туҡтауһыҙ йөрәкте семетә.
              Ғәлиәнең ваҡытлыса ғына булһа ла эшкә урынлашып торорға иҫәбе бар ине. Бер көндө күҙенә күрше генә йортта урынлашҡан офисҡа йыйыштырыусы кәрәк, тигән иғлан сағылып ҡалды. Аҡсаһы әллә ни булмаһа ла, эш ваҡыты киске биштән, ундағы хеҙмәткәрҙәр ҡайтып бөткәс башланғанға ҡыуанып, ризалашты ул. Иң мөһиме уҡыуын ҡалдырмаясаҡ.
              Ауырға ҡалғанын дүртенсе ай киткәс кенә белде Ғәлиә. Үҙендә ниндәйҙер үҙгәрештәр тойоп, юҡ-юҡ та күңеле болғанып алыуҙарына шикләнеп, ул - был булманымы икән, тип шикләнеберәк йөрөй ине инде. Бер нисә тапҡыр күрем дә күрмәгәс хафаға уҡ төштө. Сәкинәгә әйткән ине, уныһы «Хәҙер беләбеҙ уны», - тип ҡул сумкаһына үрелә лә һалды.
              - Да-а, ҡыҙыҡай, залетела ты! Һаҡланманығыҙмы ни? – тине әхирәте Ғәлиәнең танауы төбөндә тест ҡағыҙын болғап:
              - Тәүҙә һаҡланып маташҡайныҡ та ул, аҙаҡ, нисектер, оноттоҡ, - тине Ғәлиә шым ғына.
              Сәкинә уға йәлләгәндәй ҡарап торҙо ла:
              - Пока не поздно һыпырт абортҡа! Йәш кенә башың менән атаһыҙ, уйнаштан тыуған бала табып ултырмаҫһың инде, - тип әхирәтенә ҡайҙа барырға кәрәклеген өйрәтә лә башланы.
              Сәкинәнең һуңғы һүҙҙәре, нисектер, ҡапылдан ғына Ғәлиәнең асыуына тейҙе. «Ниндәй атаһыҙ бала! Йөрәгемдә йөрөткән кешенең балаһы йөрәгем аҫтында ята. Уйнаштан да яралмаған ул, ә беҙҙең мөхәббәт емеше!» - тип ҡысҡыраһы килде. Ҡысҡырыр ҙа ине, әммә Азаматтың бер туған булыуын иҫләү уның асылған ауыҙын ябырға мәжбүр итте. Их, Азамат туғаны булмаһа! Бер нигә ҡарамай баланы табып, иркәләп, ҡәҙерләп кенә үҫтерер ине ул уны. Өләсәһе лә әсәһен яңғыҙы үҫтергән, әсәһе лә уны атаһыҙ тәрбиәләне. Уларҙың яҙмышы Ғәлиәлә лә ҡабатланып, ул да бер үҙе бала бағыр ине. «Бәлки, табырмын да, беҙҙең туғанлыҡты минән башҡа кем белә, - тип уйлап та ҡуйҙы хатта. Әммә бер туғандан бала табырға ярамай, тигәндәре күңеленә шом һалып, уны поликлиникаға барырға мәжбүр итте. Барыуын-барҙы, ләкин уға инергә ниңәлер ҡыйыулығы етмәне.
              Шулай икеләнә биреберәк йөрөгәндә Сәкинә тағы фатирына килеп инде.
              - Тимәк, табырға булдың инде. Ярай, сама знаешь, - тине ул әхирәтенең беленә башлаған ҡорһағына ымлап.
              - Табыр инем дә ул… - Ғәлиә башлаған һүҙен әйтеп бөтмәй туҡтап ҡалды.
              -Әйҙә, әйҙә, продолжай, ниңә туҡтап ҡалдың, - тип Сәкинә әхирәтенең күҙҙәренә текләнде.
              Шунда Ғәлиә үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡапыл асылып китеп, Азамат менән икәүһе хаҡында ҡыҫҡаса һөйләне лә бирҙе.
              • Вот эта новость! Ишетмәһәң-ишет! – тине әхирәте күҙҙәрен аҡайта биреп.
              • Беҙҙең аталар ғына бер бит, бәлки, баланы табырға ярайҙыр? – Ғәлиә өмөт сатҡылары сағылған ҡарашын әхиәрәтенә төбәне.
              • Уныһының: “Һин нимә! Бер туған түгел, хатта ике, өс туғандан да табырға ярамай. Балалары йә ике башлы, йә һыңар күҙле йәки сусҡаныҡы һымаҡ йомарланып торған ҡойороҡло булып тыуа”, - тигәнен ишетеп Ғәлиәнең ҡобараһы осто, ҡорһағында бала түгел, ниндәйҙер ғифрит ятҡандай тойолоп, сирҡанып, ҡалтыранып уҡ китте һәм абортҡа барырға йыйына ла башланы.
                Поликлиника ихатаһына ингәс әҙерәк хәл алайым тип юл ситендәге эскәмйәгә ултырҙы. Шул ваҡыт ишектән аҡ халат кейгән бер төркөм егет менән ҡыҙ килеп сыҡты. Уларҙы күргәс Ғәлиә, практика үтеүсе студенттарҙыр, моғайын, тип уйлап ҡуйҙы. Шунда ул иң арттан ҡултыҡлашып атлаған оҙон буйлы егет һәм һары, туҙғаҡ сәсле ҡыҙға иғтибар итте. Уларҙы танып ҡалыуы менән йөрәге ҡапыл «жыу» итеп китте. Уға табан… Азамат менән тәү осрашҡанда уҡ «Бына ул буласаҡ кәләшем», - тип көлөмһөрәй биреп күрһәткән фотоһүрәттәге ҡыҙ килә ине. Ғәлиә уларҙы күрмәҫкә, унан да бигерәк үҙен күрһәтмәҫкә тырышып, күҙҙәрен йома һалды ла, артҡа борола биреберәк ултырҙы һәм йөрәгенең дөпөлдәп тибеүен ишеттермәҫкә тырышып уны ике ҡулы менән баҫты. Ләкин бушҡа ғына, күрҙе егет ҡыҙын.
                - Ғәлиәм!.. Ҡайҙа юғалдың, күпме эҙләнем мин һине! – Азамат ҡулдарынан ҡыҫып тотоп, күҙҙәре йомоҡ ҡыҙы урынынан торғоҙҙо һәм ҡосаҡлап алырға ынтылды.
                Ғәлиә күҙҙәренн асып, егетте һаҡ ҡына үҙенән этәрҙе:
                - Кәрәкмәй.., Азамат, - тине ул шым ғына.
                - Нисек кәрәкмәй, беҙ беребеҙҙе өҙөлөп яратабыҙ түгелме ни?! – егет аптырай биреберәк ҡыҙға төбәлде.
                - Яратабыҙ.., әммә туғандарса… Беләһең килһә һинең атайың минең дә атай булып сыҡты… Оло гонаһ ҡылдыҡ беҙ, Азамат.
                Ғәлиәнең һүҙҙәрен ишеткәс егет бер аҙ тын торҙо ла, ҡапыл ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
                - Ниндәй гонаһ, иҫәркәйем! Мин бит атай менән әсәйҙең тәрбиәгә алған балалары. Әсәй түлһеҙ булғас мине детдомдан алғандар, атай үҙенең исем-фамилияһын да биргән.
                Ғәлиә быларҙы ишетеп, ҡыуанысынан көлөргә лә, иларға ла белмәй торған мәлдә һары башлы ҡыҙҙың:
                - Азаматик! Ты скоро?! - тигән тауышы ишетелде.
                Егет, алыҫҡараҡ китеп үҙен көтөп торған ҡыҙға ҡарамай ғына: “Бар, кит,” тигәнде аңлатып ҡулын һелтәне лә, Ғәлиәне ҡосағына алды.
                - Бынан һуң мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәкмен, Ғәлиәм! - тип шыбырҙаны ул.
                - Ипләп … тине ҡыҙ һаҡ ҡына ситкә этелеп.
                Азамат шунда уҡ Ғәлиәнең саҡ ҡына беленеп торған ҡорһағына күҙ ташлап алды һәм:
                - Әллә… - тип ихлас йылмайҙы.
                - Әллә шул, Азаматҡайым, бәпесебеҙ буласаҡ!
                - Ғәлиәм, Ғәлиәм минең… Егет шунда уҡ үҙ-үҙен белештермәй, шашынып, ҡыҙҙың күҙ-биттәренән, ирендәренән үбергә тотоноп китте.
                Мөҙәрис Багаев.
                Читайте нас: