Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Декабрь 2020, 23:35

"Яратырға ярамай ине..."

“Их, Флүзә... Туғаным минең... Мөхәббәтем минең... Һинһеҙ миңә нисек йәшәргә...”

"Яратырға ярамай ине..." Хикәйә
Фәнүзә БИКТИМЕРОВА.
Сентябрь айы. Тәбиғәттең әкренләп-әкренләп алтын төҫкә мансыла барған сағы. Әрме хеҙмәтен бына-бына тултырып ҡайтырға йыйынған Фәрит дуҫы Ҡасимдан хат алды. Ҡайтыр ваҡыты етеп килгәс, үҙе лә ауылға хат яҙманы, әсәһенән дә әлегә хәбәр юҡ. Ул хатты алды ла ашығып уҡый башланы.
“Һаумы, друг! Һиңә тыуып үҫкән яҡтарыңдан ҡайнар сәләм! Ну унда служба нисек бара? Ҡайтыр көндәреңде һанап еткерә алмайһыңдыр инде. Ну ничего, һау кешегә ни, таң ата ла кис була, ваҡыт тиҙ үтә. Тиҙҙән күрешербеҙ. Беҙҙең урамда ла байрам булыр. Шулай бит! Әй, дуҫ, чуть онотманым. Ауылға хәтәр матур бер ҡыҙ уҡытырға килде. Атлы кеше төшөп ҡарамалы, йәйәүлеһе ятып ҡарамалы шәп ҡыҙыҡай. Әсәйең яңғыҙ булғас, йәшәргә һеҙгә индерҙеләр үҙен.
Ҡыйыш ауыҙ “амбал” Әхәт ҡапҡағыҙға бер егетте лә яҡын ебәрмәй, ҡоҙғон һымаҡ, теге ҡыҙҙы ҡарауыллай. Тиҙерәк ҡайт! Яҙмыш ҡушһа, һиңә “во!” тигән готовый кәләш...”
Фәрит хатты аҙағына тиклем уҡып бөтөрә алманы. Көслө ел Ҡасим дуҫының хатын ҡулдан ысҡындырып алды ла ҡайҙалыр осортоп алып китте. Һалдаттар ултырған хәрби машина тау үренә ынтылды.
Көткән көн килеп тә етте. Поездан төшкән егет тиҙ генә ауыл аша уҙыусы автобусҡа инеп ултырҙы. Их, тыуған яҡтар! Йөҙө ҡояштай балҡыған Фәриткә автобус бик әкрен барғандай тойолдо, барыһы ла хәрби кейемдәге йәш һалдатҡа һоҡланып ҡараны.
Фәрит һәм таныш булмаған тағы ике-өс кеше ауыл осонда төшөп ҡалды. Бына Ҡарайылға. Унда бәләкәй саҡта көндәр буйы һыу инә, балыҡ ҡармаҡлайҙар ине. Баҫманан сыҡҡас та беренсе йорт Бибинур инәйҙеке. Ана, үҙе лә тышта ултыра түгелме?
– Һаумы, Бибинур инәй!
Күрешергә ҡулын һуҙған йәш һалдатты әбей ҡапыл да таныманы, албырғап ҡалды.
– Ай, Аллам, һине бер ҙә генә танымайымсы...
– Һуң, инәй, был мин... Сәлимә киленеңдең кесе улы Фәрит...
– Эй-й, балаҡайғынам... армиянан ҡайта, тиҙәр ине шул...
Әбей ябыҡ тарамыш ҡулы менән егетте арҡаһынан һөйөп алды. Фәрит сумаҙанынан биҙәкле яулыҡ менән сәй алды ла әбейгә һуҙҙы.
– Һай, рәхмәт яуғыры! Оҙон ғына ғүмерле, бәхетле бул инде, балаҡайым!
Бибинур әбей бик оҙаҡ доға ҡылды.
Бына тыуған йорт! Егет ашҡынып ҡапҡаны асты. Ҡыуаныстан йөрәге дөпөлдөп, тирә-яҡҡа күҙ һалды. Бар ерҙә лә тәртип, бөхтәлек күҙгә салына. Ул өйгә инергә өлгөрмәй ҡалды. Картуф баҡсаһы яғындағы артҡы ҡапҡанан һыу көйәнтәләгән ҡыҙ килеп инде. Уны күргәс, Фәриттең ҡулынан сумаҙаны төшөп китә яҙҙы. “Йә, Хоҙай, был бит гел генә уның төштәренә ингән хыялындағы ҡыҙ!”.
Егет таш һын кеүек бер урында ҡатып аптырап торған арала ҡыҙ һыулы биҙрәләрен ҡул йыуғыс янындағы ултырғысҡа ҡуйҙы ла йүгереп килеп күрешергә ҡулын һуҙҙы.
– Һаумыһығыҙ, Фәрит ағай! Инәй әле генә күршеләргә ингәйне. Ҡаршы барып һөйөнсө һорайым әле!
Ҡыҙ урамға сығып йүгерҙе.
Әле генә күргәндәренең өнмө әллә төшмө икәнлеген айырмаҫ хәлгә килгән егет баҫҡан урынында бер аҙ тора бирҙе лә өйгә инде.
Ҡунаҡ көткән өй “ялт” итеп тора. Самауыр ҡайнай, тәмле аш еҫе таралған. Бар ерҙә лә таҙалыҡ. Тәҙрә төптәрендә Фәрит бығаса күрмәгән матур сәскәле гөлдәр үҫә. Тәҙрәләргә сағыу биҙәкле ҡорғандар эленгән. Оло өйҙөң өҫтәлендә китап-дәфтәрҙәр, ручкалар күренә.
Ул арала ҡапҡа асылып китте. Сыр-сыу килеп, әсәһе менән теге ҡыҙ өйгә инделәр. Әсәһе, күҙ йәштәрен тыя алмай, Фәритте ҡосаҡлап алды:
– Уй, балаҡайғынам, ҡолонсағым! Был көндәрҙе лә күрергә яҙҙы, Хоҙай ҡушҡас...
Фәрит алып ҡайтҡан күстәнәс, бүләктәргә ихлас ҡыуандылар, шатлыҡтарының иге-сиге булманы. Сәй эскән арала егет ҡыҙҙан күҙен ала алманы. Килмәгән бер ере лә юҡ уның. Әле хәбәр һөйләһенме, тигеҙ аҡ тештәрен күрһәтеп көлөп ебәрһенме, орсоҡ кеүек өйрөлә. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй, йүгереп йөрөп табын әҙерләне. Әсәһен түргә ултыртты ла үҙе сәй яһап эсерә башланы.
“Дә-ә-ә, Ҡасимдың яҙғаны дөрөҫкә сыға бит. Действительно, готовый кәләш...” – тип Фәрит дуҫының хатын иҫенә төшөрҙө.
Тик әсәһенең әйткән һүҙҙәре егеткә башын иҫәнгерәтә һуҡҡандай тәьҫир итте. Флүзә Фәриттең әсәһенең ике туған һеңлеһенең ҡыҙы булып сыҡты.
Егеттең аяғы аҫтында ер убылғандай булды. Ә шулай ҙа ул үҙен тыныс тоторға тырышты.
Кис етте. Йәштәр клубҡа йүнәлде. Юлда Флүзә ағаһына үҙе хаҡында барыһын да һөйләргә өлгөрҙө. Уҡыуын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса был районға эшкә килергә тейеш булған. Тәүҙә ҡыҙ риза булмаған. Әсәһе:
– Бар, икенсе район булһа ла, унда һинең инәйең йәшәй, – тигән.
– Миңә бында мәктәп тә, уҡыусылар ҙа оҡшай... – тип әйтеп тә өлгөрмәне, Флүзә ҡараңғы урамда нимәгәлер абынды ла ҡолап китә яҙҙы. Фәрит уны тотоп өлгөрҙө. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙы ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты. Ҡапыл тәнен ниндәйҙер бер ҡыҙыу ялҡын ялмап алғандай тойолдо.
– Һоп! Ипләберәк атла. Төнгө урамдың соҡор-саҡыры күп була, – тине лә ҡыҙҙы һаҡ ҡына ергә баҫтырҙы.
Клуб тулы йәштәр. Улар шау-гөр килеп Фәритте уратып алды. Шулай ҙа уның иҫән-һау ҡайтҡанына иң ныҡ ҡыуанған кеше Ҡасим ине. Ике дуҫтың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
Гармунсы дәртле бейеү көйөн уйнап ебәр­ҙе. Барыһы ла бейергә төштө. Фәрит Флүзәнән күҙен алманы. “Ниңә ул минең туғаным?!” – тигән уй, ҡара болот булып, бер туҡтауһыҙ баш осонда өйрөлдө...
Көндәр ҡышҡа тартты. Фәрит дауахананың “Тиҙ ярҙам” машинаһына шофер булып эшкә урынлашты. “Тиҙ ярҙам” машинаһы әлегә берәү генә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа өйгә ҡайтырға ваҡыт та ҡалмай ҡуя. Быға егет ҡыуана ғына. Флүзәне күрһә, күңеле болоҡһой, йөрәге үҙәген өҙөп һулҡылдай.
Ә шулай ҙа бер көндө, кисләтеп булһа ла, өйгә ҡайтып килергә форсат тейҙе. Ҡапҡаға килеп етеүгә, ул ҡараңғыла ике кешенең тарт­ҡылашҡанын шәйләне.
– Ебәрегеҙ, тим мин һеҙгә! А-то хәҙер ҡысҡырам!
Быныһы Флүзәнең тауышы икәнен Фәрит асыҡ ишетте.
– Нимә, әллә ағайың менән ҡурҡытаһыңмы? Ағайыңдан ҡурҡҡан баш юҡ әле...
Ҡыйыш ауыҙ Әхәт булды быныһы.
– Бында ниндәй баҙар? – тине Фәрит, мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып.
Шунан кемдер ҡапҡаға “дөңк!” итеп бәрелде.
– Э-э, че творишь?! Отпустил ее!
Флүзәне ҡапҡанан индермәҫкә тырышҡан Әхәт был һүҙҙәрҙе ишетмәне лә.
Фәрит уны яурынынан артҡа тартты. Әхәттең курткаһының яғаһымы-еңеме йыртылып китте. Шунда ғына ул артында кем баҫып торғанын аңланы. Ярһыған көтөү үгеҙе һымаҡ ажарланып, Фәриткә боролдо.
Тос йоҙроҡ эләккән Фәриттең күҙ алдынан секунд эсендә йәшелле-ҡыҙыллы уҡтар осоп үтеп китте. Көтмәгәндән ҡолаҡтары зыңлап, башы шаулап китһә лә, Фәрит тиҙ генә үҙен ҡулға алды. Инде был юлы ҡоростай ҡаты ҡул амбал Әхәттең яңағының ныҡлығын һынаны. Тегеһе яурыны менән һөрлөгөп ергә барып төштө.
– Тағы ҡапҡаға яҡын килһәң, ҡыйыш ауыҙыңды момент урынына ҡуям...
Фәрит Флүзәне ҡапҡанан индереп ебәрҙе.
Ҡыш етте. Тирә-яҡ ап-аҡ сихри донъяға әйләнде. Бер көндө Фәриттең дә, Флүзәнең дә ял көндәре тап килде. Саңғы тағып, урман­ға юл тоттолар.
Урман шундай матур. Ҡар өҫтө төрлө йәнлек эҙҙәре менән сыбарланған. Ағастарҙағы көмөш бәҫ ҡояш яҡтыһында мең төрлө төҫтә ялтырай.
Флүзәнең кәйефе уғата күтәренке. Саңғыла ла оҫта йөрөй, ә шулай ҙа ағаһынан күпкә арттараҡ килә, урманды күҙәтә. Алда тау күренде.
– Фәрит ағай-а-ай! Был ниндәй тау ул? – тип ҡысҡыра ҡыҙ.
– Был Ғашиҡтар тауы-ы-ы! – тип һөрәнләй егет.
– Әйҙә, шул тауҙың башына менәйек!
– Унда ғашиҡтар менә! Беҙгә ярама-а-ай!
– Ярамаһа ла менәйек!
– Әйҙә һуң!
Улар икәүләшеп тауҙың һөҙәк яғынан өҫкә үрләне.
– Их, ниндәй матур күренеш...
Флүзә таяҡтарына таянды ла аҫҡа, тирә-яҡҡа һоҡланып күҙ һалды.
Фәрит уға ҡарап йылмайҙы ла:
– Ә һин шундай матур ҡыҙ... – тип әйтеп ҡуйҙы.
“Эх, ниңә һин, Флүзә, минең туғаным ул, ә?” Егеттең йөрәге ут булып өтөлдө. Ул ҡапыл, йәйәнән ысҡынған уҡ һымаҡ, тау түбәненә атылды. Үҙәк буйлап аҫҡа шыуған Фәрит артынан ҡыҙ ҙа етеҙ ҡуҙғалды. Аҫҡа төшөп етергә күп тә ҡалмағайны, Флүзә янтайып китте лә ҡарға барып сумды.
– Ағайыңды тыңларға кәрәк ине. Әйттем бит, унда беҙгә менергә ярамай, тип...
Фәрит ҡыҙға торорға ярҙам итте, өҫ-башынан ҡарҙы ҡаҡҡылап төшөрҙө.
Флүзә, ҙур зәңгәр күҙҙәрен тултырып, егеткә бер аҙ ҡарап торҙо ла ҡапыл:
– Ә мин, Фәрит ағай, үҙемә тормош юлдашы итеп тап һинең кеүек егетте һайлаясаҡмын, – тине.
– Ниндәйерәк егет була инде ул?
– Улмы? Һинең һымаҡ аҡыллы, ярҙамсыл, матур...
Быны ишеткән Фәрит, хәле бөтөп, ергә сүгәләне, башҡа әйтер һүҙ тапманы.


Яҙ етте. Егет үҙенә урын таба алмай ҡаңғырҙы. Уҡыуҙар тамамланып килә, Флүзә тыуған яғына ҡайтып китәсәк.
Бер көн эштән ҡайтышлай Фәрит юл буйынан теҙелеп үҫкән умырзаяларҙы йыйып алды. Өйгә инеү менән сәскәләрҙе дәрескә әҙерләнеп ултырған Флүзәгә тотторҙо.
– Ой, ниндәй матур сәскәләр...
Ҡыҙ ҡыуанысынан ағаһының битенән үбеп алды. Фәрит башы әйләнеүҙән ауып китә яҙҙы. “Их, Флүзә, Флүзә, белһәң икән ағайыңдың хәлгенәһен...” Әрнеүле тойғолар менән егет тышҡа сығып китте.
Уҡыуҙар тамамланды. Флүзә ҡайтырға йыйынды. Иң алда Сәлимә еңгәй илауланы:
– Эй, ҡыҙым, ҡыҙым, һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ инде? Үҙ ҡыҙымдай күреп, өйрәнеп бөткәс-ниткәс, ҡайтып китәһең бит, балаҡайым...
– Ярай, инәй, юл төшкән һайын килеп торормон. Хат яҙырмын, – тип йыуатты ҡыҙ.
Фәрит ҡыҙҙы вокзалға “Москвич”та илтеп ҡуйҙы. Бына поезд ҡуҙғалырға ваҡыт етте. Кешеләр вагондарға инә башланы. Фәрит тә Флүзәнең сумаҙан, сумкаларын күтәрешеп вагонға инде, әйберҙәрен урынлаштырҙы. Унан, ҡабаттан бер ҡасан да күрмәҫтәй булып, ҡыҙға текәлде. Оҙатыусыларға вагонды бушатырға бойорҙолар.
– Ярай, Фәрит ағай, һаубуллашайыҡ. Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә. Мин инәйҙе лә, һине лә ныҡ яратам...
Флүзәнең тауышы ҡалтыранды, күҙҙәренә йәш тулды.
Фәрит ҡыҙҙы йыуатты:
– Ярай, илама, һеңлем... Ғүмер булһа, осрашырбыҙ әле. Главное, һау булайыҡ. Мин дә һине ныҡ яратам...
Ҡапыл ҡыҙҙы сикәһенән үпте лә тышҡа һикерҙе.
Поезд ҡуҙғалып китте. Фәриттең эсендә, әйтерһең дә, бер нәмә “шарт” итеп өҙөлгәндәй булды. Машинаһын ҡабыҙҙы ла ҡайтыр юлға төштө. Урманлыҡҡа ингәс, ҡапыл туҡтаны. Машинанан сыҡты ла йәшел үлән өҫтөнә салҡан ауҙы. “Их, Флүзә... Туғаным минең... Мөхәббәтем минең... Һинһеҙ миңә нисек йәшәргә...” Һул ҡулы менән янып-өтөлөп барған күкрәген ҡаплап, оҙаҡ ҡына ерҙә йөҙ түбән ятты.
Көндәр үтә торҙо. Флүзә булмағас, өйҙөң йәме киткәндәй булды. Егет уй-хәсрәтен эш менән баҫты. Ул көн дә ҡыҙҙан ҡош телендәй генә булһа ла хат-хәбәр көттө. Июль аҙаҡтарына көткән хат килеп төштө. Фәрит тулҡынланып конвертты асты. Унан хат менән бергә открытка килеп сыҡты.
“Ҡәҙерле туғандарым – инәй, Фәрит ағай! Һеҙҙе 20 август көнөнә туйыма саҡырам. Көндөҙгө сәғәт өстә ЗАГС тантанаһы. Һеҙҙе һағынып – Флүзә”.
Открыткаға яҙылғандарҙы уҡығас, егеттең аяҡ аҫтында ер сайҡалғандай булды. Ул үҙен тар утлы ҡумта эсендә ҡыҫылып ҡалғандай тойҙо. Ә шулай ҙа ошондай ҡот осҡос дөрөҫлөктөң бер көн килеп алҡымынан алып, бәкәленә һуғып йығасағын белә ине ул...
Фәрит ҡайҙа бәрелеп-һуғылырға, нимә уйларға белмәне. “Китергә! Себерҙә йәшәгән Фирғәт ағаһы янына китергә! Эшкә китергә! Унда, бәлки, Себер мөхитендә, барыһы ла әкренләп онотолор... Эйе, онотолор! Унан әсәләрен дә яндарына күсереп алырҙар...”
Бесәнде тиҙ генә әҙерләп бөттө лә күрше ауылдағы ике егет менән алдағы аҙнала Себер тарафтарына юлланырға әҙерләнде.
Ошо арала Ҡасим дуҫын күргәне юҡ. Уның бесәндә икәнлеген белгәс, машинала сабынлығына юл тотто. Дуҫының хәлен бер ҡарауҙан аңлаған Ҡасим өндәшмәй ҡалыуҙы ҡулай күрҙе. Егеттәр кипкән бесәнде йыйып, күбәләп ҡуйҙылар. Эште ослағас, тамаҡ ялғарға ултыр­ҙылар. Дуҫы ҡайҙандыр араҡы килтереп сығар­ғас, Фәрит эсеүҙән ҡырҡа баш тартты.
– Юҡ, дуҫ, баш былай ҙа тубалға әйләнгән... Давай, былай ғына һөйләшеп ултырайыҡ.
– Ихтыярың...
Тик һүҙ бер нисек тә бәйләнмәне. Ҡасим Фәриттең яурынына ҡулын һалды, уны йыуатырға тырышты.
– Их, друг... Шулай инде. Бер һин түгел мөхәббәтен юғалтҡан... Ярай, танауҙарҙы төшөрмәйек әле. Беҙгә тигән ҡыҙҙар үҫеп, яурындарына көйәнтә элеп, яңы һыуға йөрөй башланылар. Бешкәндәрме-юҡмы, маңлайҙарына сиртеп ҡарап, һайлап алырбыҙ әле кәләшкә үҙҙәрен.
Фәрит өндәшмәне. Ҡапыл түш кеҫәһенән конверт алды ла дуҫына һондо. Тышына бер ни ҙә яҙылмаған конвертты тотоп, Ҡасим аптырап ҡалды.
– Беләһең кемгә икәнен. Туй уҙғас, мәктәпкә документтарын алырға киләсәк. Бында эшкә килмәй, үҙҙәренең яғына ҡайта. Хатты күҙ ҡараһылай һаҡла. Үҙенә генә бир.
Ҡасим ризалыҡ белдереп баш ҡаҡты.
Ҡараңғы төштө. Дуҫы үҙе янында ҡыуышта ҡалырға өгөтләһә лә, Фәрит юлға сыҡты. Ул ауылға урау юлдан ҡайтманы, тау аша туранан ынтылды. Тауға менеп еттем тигәндә генә ҡаршыға бесән тейәгән йөк машинаһы килеп сыҡты. Был көн буйы кешеләргә бесән ташып, эсеп-иҫереп ҡайтып барған амбал Әхәт ине. Машинанан килгән көслө яҡтылыҡҡа күҙҙәре сағылған Фәрит, әлбиттә, уны таный алманы. Ә Әхәт йәшел төҫтәге “Москвич”ты бик тиҙ аңғарҙы. Лыҡа иҫереп ҡайтып барһа ла, ҡапҡа төбөндәге ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө. Яңаҡтары өр-яңынан сатнап киткәндәй тойолдо. Асыуы шул тиклем ҡайнаны, муйын тамырҙарына килеп тығылған ҡандан хатта тыны ҡыҫылды...
“Ну, ты, герой... Давай, кто кого... Бында һинең ҡапҡаң алды юҡ...”
Фәрит уға юл бирҙе, уңға ҡайырылды. Ул ситкә боролған һайын, Әхәт машинаһын ажғыртып, уға табан боролдо, өҫтөнә ынтылды. Юл бирә-бирә “Москвич” текә ярҙың ҡырына килеп етте. Машинаның ажғырып килеп уға тағы бер тапҡыр бәрелеүе булды, юлында осраған таштарға бәрелә-ҡаҡлыға аҫҡа тәгәрәне...
Был ҡот осҡос хәл барыһын да шаңҡытты. Фәритте бөтә ауыл һуңғы юлға оҙатты.
– Ул үҙе лә иҫерек ине, – тип аҡланып маташ­ҡан Әхәтте ҡулға алдылар. Ул һаман да айнығып етмәгәйне.
Көтөлмәгән ҡайғынан аяғынан йығылған Сәлимә еңгәйҙе өлкән улы Себергә алып ҡайтты. Әлегә донъяға күҙ-ҡолаҡ булып тороу Ҡасимға ҡалды.
Дуҫын ҡапыл ғына юғалтыу ҡайғыһынан Ҡасим бер ни тиклем шаңҡып-ҡатып йөрөнө. Бөтә булып уҙған ваҡиға, бер ҡараһаң – өн, бер ҡараһаң, төш һымаҡ булып күренде. Барыһы ла таралышып, Сәлимә еңгәйҙе Себергә оҙат­ҡас, дуҫының өйөндә бер яңғыҙы ҡалды. Оло өйҙөң иң түрендә дуҫының эленеп торған һалдат кейемен күргәс, йөрәген тотоп, “лып” итеп ултырғысҡа ултырҙы. Ике тәҙрә араһына ҡуйыл­ған ҙурайтылған фотонан хәрби кейемдәге дуҫы йылмайып ҡарай. “Их, друг, друг! Ниндәй “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә дошман пуляһы һине ала алманы, ә амбал Әхәт ғүмереңде ҡыйҙы...”
Ҡасим, өҫтәлгә башын һалып, үкһеп-үкһеп иланы. Күҙ алдына дуҫы менән бергә үткәргән бала сағы килеп баҫты. Бәләкәй саҡтан дуҫ булды улар, бер ҡасан да айырылманылар. Ҡайһы саҡта үҙ-ара һыйыша алмай зыҡ ҡубыр­ҙар ине. Унан һуң инде көрмәкләшеүҙәр башлана. Бер-береһенә ысҡынмаҫтан сат йәбешеп алалар ҙа аяҡ салып ергә ҡолатыуҙар китә. Еңелгәне, һөрән һуғып, зар илап өйөнә ҡайтып китә. Еңгәне, яуҙа еңгән батыр ҡиәфәтендә, теш араһынан ергә “серт” төкөрөп, бөйөрҙәренә таяна ла өндәшмәй ҡарап ҡала.
Икеһенә лә биш йәштәр тирәһе булғандыр. Сәлимә еңгәй ҡаланан уларға бер иштән һап-һары төҫтә сандалыйҙар алып ҡайтты. Сандалыйҙарҙы кейеп алғас, йорт тирәләй улай-былай йүгерештеләр ҙә Ҡарайылғаға табан саптылар.
Бик оҙаҡ ҡына йылғаның иң тәрән урынын һайланылар. Ярҙан тороп, йыйған таштарын һыуға кәйелтә башланылар. Кем алыҫыраҡ ырғыта, йәнәһе. Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, тик бына Ҡасимдың йыйған таштары бөтөп ҡуйҙы. Тирә-яғына алан-йолан ҡаранып та таш таба алмағас, Ҡасим бер сандалыйын сисеп алды ла һыуға кәйелтеп ебәрҙе. Фәриттең дә еңелергә уйы юҡ ине. Уның да һыңар сандалыйы таш урынына һыуға осто. Ҡалған санда­лыйҙар­ға ла һыуҙа урын табылды. Өйгә йүгереп ҡайта һалдылар ҙа “һә” тигәнсе Фәриттең әсәһенең алдына ялан аяҡ килеп баҫтылар.
Фәрит бик үкенгән ҡиәфәттә:
– Аҡты... – тине лә әсәһенә ҡараны.
– Нимә аҡты?!
Сәлимә еңгәнең ҡото алынды.
– Ошо аҡты...
Фәрит, ҡурҡыуҙанмы, сандалыйҙың исемен онотто ла аяҡ бармаҡтарын ҡыбырлатты.
Ул арала телдәр Ҡасим дуҫына ярҙамға ашыҡты.
– Беҙ сандалыйҙарҙы ош-шо-лайты-ы-ып тороп һыуға бырғатып ебәрҙек!
Ҡулдарын һелтәп-һелтәп ғәйрәтләнеп һөйләгән Ҡасимға ҡарап, Сәлимә еңгәй ни көлөргә, ни көйөргә белмәне.
Ҡасимдың уйҙарын йорт алдына килеп туҡтаған машина тауышы бүлде. Был Флүзә ине. Күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарған ҡыҙ Ҡасимды күреү менән барыһын да аңланы. “Ысын икән...”
Ҡасим кеҫәһенән Фәриттең хатын алды ла ҡыҙға һондо. Үҙе, күңеле тулып, башын ситкә борҙо. Бер ни аңламаған Флүзә ҡалтыранған ҡулдары менән оҙаҡ ҡына конвертты аса алмай интекте. Унан асты ла уҡый башланы.
“Һаумы, Флүзә! Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң барыбер ҙә уй-тойғоларымды һиңә еткереүҙе кәрәкле һананым. Мине ғәфү ит. Был – тәүге һәм һуңғы хат. Мин Себер яҡтарына юлланам. Унда Фирғәт ағайым янына эшкә урынлашам. Аҙаҡ әсәйҙе лә үҙебеҙгә күсереп алырбыҙ.
Туйыңа саҡырыуыңа рәхмәт. Тик мин унда бара алмайым. Бәхетле бул. Яратам бит мин һине, Флүзә! Тик һин минең туғаным булып сыҡтың... Миңә һине яратырға ярамай ине...”
Йөҙө ҡағыҙ һымаҡ ағарған ҡыҙ, бер нөктәгә текәлеп, әкрен генә ҡапҡа бағанаһына һөйәлде.
– Уй-й-й, Фәрит ағайым...
...Ҡайһы аралалыр сыҡҡан көслө ел хатты Флүзәнең ҡулынан тартып алды ла осортоп алып китте. Ҡасим артына әйләнеп ҡараны. Хат ел ыңғайына зыярат яғына оса ине.
Читайте нас: