Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Декабрь 2020, 17:10

"Аҙашҡан мөхәббәт"

– Үлтерәм хәҙер ул этте! – Үҙендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс тойҙо. Кәрәкһә, тауҙар аҡтарып ташлар ине егетең был мәлдә.

"Аҙашҡан мөхәббәт" Хикәйә
Гөлнара Мостафина -Ғәйзуллина
Һеҙҙең үҙегеҙҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыранған мәлдәрегеҙ булғаны бармы? Димдең – бар. Егеттәр, ғәҙәттә, армиянан айҙа булғандай ҡиәфәттә ҡайта. Формаларын сисмәйенсә, бер нисә көн ҡуҡырайып та йөрөйҙәр. Дим дә, моғайын, шулай итер ине... Әммә уға әлеге мәлдә йәне, аҙашҡан мөхәббәтенә үпкәләп, тәнен ташлап сығып киткән төҫлө. Һәм хәҙер егет тәненә йән эҙләй. Әле лә клубҡа әсәһе: “Кит инде был армия тигәндәрен! Улымды бабайға әйләндереп ҡайтарғандар, бар, исмаһам клубҡа сығып елләнеп ҡайт!” – тип орошҡан өсөн генә, берәй йүне килеп сыҡмаҫмы тип аптырап китеп бара. Былай булһа, ятыр ине әле өйҙә телевизорға текәлеп. Армиянан ашҡынып ҡайтыу менәнме ни... ауылда толҡа тапмағас. Нимәгә тотонһа ла эсе боша. Үҙен донъялағы иң бәхетһеҙ, иң яңғыҙаҡ ир итеп хис итә. Әммә, әсәһе әйтмешләй, үҙеңде ваҡытынан алда ерләргә ярамай, нимәлер эшләргә, ниндәйҙер бер ҡарарға килергә кәрәк. Яңғыҙ интеккән әсәһе ауылда ҡалырға өгөтләй ҙә ул... Дим бында йәшәй алырмы? Ситкә китәм тиһә лә, уны кем ҡолас йәйеп көтөп тора тиһең? Армиянан ҡайтҡанына үкенеп тә ҡуя ул. Әллә кире китергәме? Бәлки, иң дөрөҫ юл шулдыр ҙа... Уға хәҙер элекке хыялдарынан, элекке пландарынан арынып, өр-яңынан тормош башларға кәрәк.

Клубҡа етергә күп ҡалманы инде. Төрлө төҫтәге уттары менән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултыра. Бына мәктәпте урап үтһә...

– Дим!..

Мәктәп баҡсаһы мөйөшөнән сыҡҡан был һүҙгә егет терт итеп ҡалды. Бер минутҡа ғына туҡталғандай итте лә, атлауын дауам итте. Әммә был аҙымдар ауырлыҡ менән яһалды, әйтерһең, әле генә әйтелгән үҙ исеме аяҡтарына гер булып аҫылды.

– Дим! Туҡтап тор әле...

Был тауыш эйәһен меңдәр араһынан да айыра егет: Тәслимә ул! Күмер төҫөндәге сем-ҡара күҙле, йылҡылдап торған ҡап-ҡара сәсле был ҡыҙ бынан ике йыл элек кенә уның иң ҡәҙерлеһе ине. Әле иһә уны күргеһе лә, тауышын ишеткеһе лә килмәй. Шулаймы икән? Әллә үҙ-үҙен алдарға, ошо уйҙарға күндерергә генә тырышамы? Бына бит, Тәслимәһенең тауышын ишеткәс, әллә ни эшләне лә ҡуйҙы. Туҡтағыһы, боролғоһо килә. Шул ваҡытта ирлек ғорурлығы быға юл ҡуймай, алға һөйрәй. Теге лә ныҡыш: бөтә ерҙә һағалай Димде. Күрешергә, һөйләшергә сәбәп эҙләй, ә быныһы күҙгә күҙ осрашыуҙан ҡаса. Бесәй-сысҡан уйынын бына ошолай ике аҙналап уйнайҙар инде.

– Мәҡсүт, зинһар...

Тәне, йәне менән тартҡылашып барған егет шып туҡтаны. Йөрәге тағы ла нығыраҡ дарҫларға тотондо. Ни эшләргә? Үҙен нисек тоторға? Әллә, шулай ҙа, башын ғорур күтәреп, бар көсөн йыйып ары атларғамы? Һатлыҡ йән менән нимә тип һөйләшеп тормаҡ кәрәк? Ул арала беләгенә Тәслимәнең ҡулы ҡағылыуын тойҙо. Егеттең тәне буйлап ток йүгерҙе. Йөрәге ҡыҫылды, күҙҙәре ҡараңғыланды. “Их, Тәслимә! Ни эшләнең һин!” – тип тештәрен шығырлатып ҡыҫты. Һаман былай һынташ һымаҡ тороп булмай, Дим Тәслимәгә әйләнде:

– Нимә кәрәк һиңә?

Бер-береһен күрергә зарыҡҡан, һағыштан алйыр сиккә еткән ҡараштар осрашты. Аһ! Әммә ҡыҙ шунда уҡ башын ситкә борҙо. Шулай ҙа ошо бер генә ҡараш Димдең күңелен ҡуҙғытып ебәрергә етте. Уның биттәре ут булып янды. Мөхәббәт һәм нәфрәт тигәндәре бына нисек була икән! Бер яҡта төн йоҡоларын алған, хыялландырған, һәр сәғәт, һәр минут, юҡ, һәр секунд һайын матур киләсәккә өндәгән, һәр көнөн байрамға әйләндергән... Тәслимә. Икенсе яҡта... Дим армияла саҡта хыянат иткән, хатта кейәүгә сығып өлгөргән, уның бөтөн хыялдарын селпәрәмә килтергән, яҡты көнөн ҡара төнгә әйләндергән, өмөтһөҙлөккә төшөргән шундай таныш, шундай яҡын һәм... ете ят Тәслимә. Егет ошо ике ут араһында тора. Йөрәге Тәслимәне ҡыҫып ҡосаҡлап алырға тартһа, аҡылы хыянатын иҫенә төшөрә. Егет кеше булһа, хәҙер танһығы ҡанғансы, ҡанға туҙҙырғансы туҡмар ине, моғайын. Ҡатын-ҡыҙға ҡул да күтәреп булмай бит һуң. Уның ҡыҫылған йоҙроҡтарында таш булһа онталыр ине, биллаһи...

– Дим, беҙгә барыбер ҡасан да булһа бер һөйләшеп, аңлашып ҡуйырға кәрәк, әйҙә, мәктәп урамына инәйек?..

Белә ҡайҙа көтөргә лә, ҡайҙа саҡырырға, тип һарыуы ҡайнаны Димдең. Ҡасандыр тап мәктәп урамы уларҙың осрашыу урыны була торғайны ҡасандыр. Егет үҙен һалҡын тотто шулай ҙа.

– Нимә, кеше ләститенән ҡурҡаһыңмы? – Дим мыҫҡыллы тауыш менән сырт итеп төкөрөп ҡуйған булды. Үҙе һиҙҙермәй генә Тәслимәне күҙәтте. Үҙгәргән. Ябыҡҡан. Ҡасандыр нур бөркөп торған күҙҙәре һүнеп барған утты хәтерләтә. Һәр ваҡыт тулҡынланып, яурындарына төшөп торған сәсе артҡа йыйылған. Өҫтөндә – джинсы салбар, киң кофта, аяғында – галуш. Үҙ-үҙен бигүк ҡарамай, ахырыһы, илаһи заттан ҡәҙимге ауыл ҡатынына әйләнгән. Уйлап ҡараһаң, әле йәш бит әле, еләк кеүек бешкән генә сағы. Димгә ҡулдарын ең осона йәшереп, ғәйепле балалай башын аҫҡа эйеп торған Тәслимә йәл булып китте. “Улай минең менән осрашыу эҙләр булғас, ниңә генә кейәүгә сығырға ҡабаландың? – тип эстән өҙгөләнде. – Кейәү ҡасып китер тип уйланыңмы? Әллә өлгөрмәҫмен тип ҡурҡтыңмы? 10-сы класты ғына тамамлағайның бит!”

– Ҡурҡам... Һине баянан бирле көтөп торам, өшөп бөттөм.

Харап, холҡо менән тамсы ла үҙгәрмәгән. Һаман да элеккеләй эскерһеҙ, ихлас. Эсендәге – тышында. Дим уны элеккеләй ҡосағына алырға ынтылғайгы ла... күҙ алдына шунда уҡ Мәҡсүт – Тәслимәнең ире, Димдең класташы – килеп баҫты. Һөйгәненә булған йылы тойғолары ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Йөрәге дарҫлауын белде, күҙ алдары ҡараңғыланды. Ике һатлыҡ йән! Тегеһе – аҫтыртын, уҡыған саҡта ла, аҙаҡ, Дим армияға киткәндә лә бер ауыҙ һүҙ өндәшмәне бит әле! Хатта Тәслимәне оҡшатыуы тураһында ым-ишара яһаһасы! Ә быныһы һуң? Армияға: “Яратам. Көтәм. Һарғайып үлермен...” – тип оҙатҡан үҙе түгел инеме ни? Ә аҙаҡ яҙған хаттары? Шул тиклем дә ике йөҙлө кешене күргәне юҡ әлегәсә Димдең. Ниндәй ғәйептәре өсөн үс алмаҡ булды һуң былар? Уйлап-уйлап, барыбер егет башына һыйҙыра алмай. Бәлки, ысынлап та, һөйләшеп, аңлашып ҡуйырға кәрәктер. Әле – Тәслимә менән, ә Мәҡсүт менән аҙағыраҡ, ирҙәрсә...

– Әйҙә? – Шундай итеп әйтте Тәслимә, әйтерһең, бер нәмә лә булмаған, араларында уларҙы мәңгелеккә айырған кәртә тормай, кисә генә айырылышҡандар ҙа, бөгөн килеп осрашҡандар. Наҙлы, илерткес тауыш. Димдең үҙ-үҙенә асыуы килде. Хеҙмәт ваҡытында ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәгәнде, аумаҡай бер ҡыҙ алдында бәлйерәп тора.

– Йә, нимә тураһында һөйләшәбеҙ? – Дим нисек тә Тәслимәнең күңелен ауырттырырға тырышты.

– Дим, зинһар, миңә былай ҙа ҡыйын, ыҙалатма.

– Һа! Уның ҡарауы миңә еңел!.. – Мәҡсүт зәһәр көлә, ә эстән ғүмерҙә булмағанса һыҡтай. Гүйә, Тәслимә менән ятһырап гәпләшеүенә һаман ышанып бөтә алмай.

Тәслимә алйот түгел, хәлен дә, тел төбөн дә аңлап тора.

– Шуның өсөн аңлашайыҡ тим. Унан... бер ҡасан да... бер ҡасан да юлыңда осрамам... Һин йөрөгән һуҡмаҡтарҙы урап үтермен... – Ҡатынҡай һүҙҙәрен өҙөп-өҙөп саҡ әйтеп бөттө. Күҙҙәренән тәгәрәгән күҙ йәштәре тыныс ҡына һөйләшергә ҡамасаулай ине. Быны һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, егеттең күҙ уңынан ысҡына буламы һуң!

– Улай ғына ҡотола алырһыңмы икән? Әллә мин ҡотолормонмо? Һин бит ғүмерлеккә яра һалдың! Бына бында! Мәңгелеккә! Әллә ниндәй һуҡмаҡтарҙан йөрөгәнеңдә лә онотмаҫҡа! – Дим йөрәк тәңгәлен йоҙроғо менән төйгөсләне. – Аңлайһыңмы?

– Сеү, берәйһе ишетеп ҡалыр!

– Ишетһендәр, миңә барыбер. Артыңдан килмәгәнмен әле инәлеп. Хыянатты ла мин яһамағанмын! Һине күргем дә килеп тормай! Һине һәм ҡәҙерле иреңде.

Дим ярһый башлағайны. Күңелендә ике тойғо айҡашты: мөхәббәт һәм нәфрәт. Тәслимәне элекке кеүек үк үлеп ярата... Шул уҡ ваҡытта күрә алмай. Армияла ҡыҙҙар арҡаһында аҫылыныр сиккә еткән егеттәргә ҡарап, иҫәрҙәр, тип көлә торғайны, хәҙер генә аңланы уларҙың хәлен. Ҡасан ғына үҙе лә әжәлгә аҙым яһарға әҙер ине түгелме? Ярай ҙа дуҫтары тотоп ҡалды. Ә, бәлки, тотмаһалар, яҡшыраҡ булмаҫ инеме? Барыһы өсөн дә?

– Минең ғәйебем юҡ!

– Һа-һа! Ҡолағым яңылыш ишетәме, әллә һинең аҡылың ысҡына башланымы?

– Ышан, Дим. Шуның өсөн дә барһын да аңлатҡым килә үҙеңә.

– Былай ҙа аңлап торам! – Шулай тиһә лә, Дим Тәслимәнең нәҙек бармаҡтарынан эләктереп алды, мәктәп ҡапҡаһы яғына атланы. Тәслимә артынан күндәм генә эйәрҙе. Бына мәктәп. Таныш та, ят та. Элек һөйгән йөрәктәрҙе шыбыр-шыбыр килеп серләшеп ҡаршы алған, үҙ ҡосаҡтарына йәшергән ағастар бөгөн үпкәләгәндәй шым. Ай, йондоҙҙар фатихаһы менән күпме таңдар аттырған баҡса бөгөн буш, ҡотһоҙ кеүек. Хатта ай ҙа, йондоҙҙар ҙа элеккеләй күҙ ҡыҫып тормай бит! Эх, Тәслимә, ни эшләнең һин! Ана уларҙың эскәмйәһе. Ул да етемһерәгән төҫлө. Егет ҡәҙерле нәмәһен күреп ҡалғандай, йөрәкһеп шунда ынтылды. Әммә Тәслимә уны баҡсаға индермәне, мәктәп артына һөйрәне. Ул яҡта ышығыраҡ шул. Ҡысҡырып һөйләшһәң дә, кемдер ишетер тип шикләнәһе түгел. Шулай инде, Дим ирекле ҡош булһа ла, Тәслимә ир ҡатыны бит әле. Үҙ һүҙен һүҙ итеп, эскәмйәлә туҡтарға булыр ине лә...

– Дим, миңә асыуланаһыңмы?

Мәктәптең һыуыҡ стенаһына һырығып һөйәлгән Тәслимә Димгә текәлде, егет иһә телһеҙ ҡалды.

– Һа... һа... – тип нимә әйтергә белмәне. – Туҡта, Тәслимә? Һин минән ниндәй яуап ишетергә өмөт итәһең? Юҡ, асыуланмайым, ти әйтәйемме ни?

– Ғәфү ит. Уйламайыраҡ әйттем. – Үҙ һорауынан үҙе уңайһыҙланды ҡатын. Ауыр тынлыҡ урынлашты. Икеһе лә һүҙ башлай алмай аҙапланды.

– Нисек хеҙмәт итеп ҡайттың? – Тынлыҡты Тәслимә боҙҙо.

– Күреп тораһың, һинән айырмалы, һүҙемдә торҙом, бик һәйбәт. Сюрпризың өсөн дә рәхмәт. – Дим төрттөрөп алды.

– Дим... Беләм... Мине бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкһең. Үҙемде үҙем күрә алмайым шуның өсөн. Мин һине көттөм...

– Һа-һа-һа! Уф, Тәслимә, һиңә нимә булған ул? Мине бөтөнләй алйотҡа иҫәпләйһеңме әллә? – Димдең мыҫҡыллы көлөүе Тәслимәнең һүҙен бүлде. – Аллаға шөкөр: армия – иҫәрҙәр йорто түгел, аҡылым үҙ урынында. Унан... хәҙер инде минең ғәфү итеүем-итмәүем һиңә кәрәкмәй. Ғөмүмән, минең был донъяла барлығымды бөтөнләй онот!

Ҡатын, күҙ йәштәре аша күҙҙәренә мөлдөрәп ҡарап, егеттең ҡулынан эләктереп алды. Уның эҫе усын тойоуға егеттең тәне зымбырланы. Шул йомшарттымы, әллә Тәслимәнең шул тиклем дә бәхетһеҙ һын-ҡиәфәтеме:

– Йә-йә, һөйлә... Әйҙә һөйләшәйек, – тип тыңларға әҙер икәнен белдерҙе.

– Ошо көндө еткерә алмаҫмын тип уйлағайным, шөкөр, имен-аман йәшәй алдым. Шуға күңелем тыныс хәҙер. Мин һине генә яраттым, яратам һәм һиңә генә тоғро булып үләсәкмен...

Дим ҡыҙға сәйерһенеп ҡараны: нимә ләпелдәй был?

– Юҡты һөйләмәсе, Тәслимә! Мине яратһаң, мин китеү менән икенсенең ҡосағына суммаҫ инең бит! – Дим инде мөмкин тиклем тынысыраҡ өндәште. Уның ошолай кәмһенеп тороуын һис өнәп еткерә алманы. Ғорур ҡыҙыҡай була торғайны ла баһа?

– Юҡты һөйләмәйем мин, Дим. Һин – минең берҙән-берем.

– Ә Мәҡсүт?

– Ә Мәҡсүт... Ул... ул көсләп алды...

– Нимә-ә-ә? – Димдең күҙҙәре шарҙай булды.

– Эйе, Дим.

– Ну-ка, ну-ка! Барыһын да баштан, яйлап ҡына...

– Димде иҫләйһеңдер?

Юҡ, был Тәслимә менән ниҙер булған барыбер – нисек Дим Мәҡсүтте – үҙенең класташын белмәһен! Хәҙер инде Тәслимәнең дөрөҫ һөйләренә шикләнә лә башланы. Шулай ҙа, нимә генә һөйләһә лә, тыңларға тура килә, башҡаса сара юҡ.

– Иҫләйһеңме, ул гел һинән көнләшеп йәшәне? Һинең буй-һыныңдан, һинең уңыштарыңдан? Һинең һөйгән ҡыҙыңдан, йәғни минән...

Быларҙың барыһы ла хәтерендә Димдең. Мәҡсүт менән улар балалар баҡсаһына йөрөгәндән яҡшы дуҫтар булды. Башланғыс класта ла. Дим уны гел яҡлашып, үҙе янында ғына йөрөттө. Әммә аҙаҡ, үҫә килә, танауҙарына еҫ керә башлауға аралары һыуынды, бер-береһенән әкренләп ситләштеләр. Мәҡсүт күҙенең ҡылыйлығынан уңайһыҙланыпмы, баҫылды, һөйләшмәҫкә әйләнде. Ә Дим, киреһенсә, бөтөн сараның уртаһында йөрөнө, тырышты, маҡсаттарына өлгәште. Мәҡсүттең унан көнләшеүен күреп-һиҙеп йөрөнө, әммә ни хәл итәһең? Дим үҙенсә йәшәй бирҙе.

– Ул әле лә көнләшә. Уның ни тиклем ҡара эсле булыуын белһәң икән һин! Иҫ киткес! Ә мине ҡанса ғүмер һине мыҫҡыллап ыҙалатыуҙары? Һөйләй башлаһаң, сәстәрең үрә торор... Шул тиклем күрә алмайым мин уны! Хәлемдән килһә, бөгөндән быуып ҡына үлтерер инем. Әле... һин ҡайтҡас, миңә бөтөнләй көн бөттө. Эт урынына йөрөтөп туҡманы бөгөн дә. Ул йоҡлап киткәс... шым ғына сығып ҡастым... – Тәслимә күҙ йәштәренә быуыла-быуыла һөйләне лә һөйләне. Дим күҙҙәрен алыҫтағы бер нөктәгә төбәгән килеш бүлдермәй тыңланы. Ниҙер әйтергә ни теле әйләнмәне, ни зиһененә тәғәйен фекер килмәне.

– Беләһең, уҡырға инә алмағас, фермаға быҙау ҡарарға урынлашҡайным. Уныһы ауылдан ситтә ята. Минең ҡайтҡанды... шунда көтөп торған... Ҡаршылаштым, әммә... хәлем етмәне. Аҡырҙым, ҡысҡырҙым – береһе бер ишетмәне...

Димдең тыңлап бөтөргә көсө етмәне. Тәслимәнең ҡулын йән көсөнә алып ташланы ла, һикереп торҙо.

– Үлтерәм хәҙер ул этте! – Үҙендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс тойҙо. Кәрәкһә, тауҙар аҡтарып ташлар ине егетең был мәлдә.

– Дим, зинһар, ҡыҙма, тыңлап бөт, – ҡурҡынған Тәслимә уның муйынына һарылды. – Шул әшәкегә ҡулыңды бысратма. Һөйгәненең эҫе тынын тойоуҙанмы, бер аҙҙан Дим Тәслимәнең иҫкәртеүенә буйһоноп, тынысланғандай булды.

– Һөйлә! Мин барыһын да белергә тейешмен! – тип бойорҙо.

– Ни эшләргә лә белмәнем шул мәлдә. Ғәрлегемдән элмәк әҙерләгәйнем, алып ҡалдылар. Дарыуҙар йоттом, йәнә үлергә бирмәнеләр. Күрәһең, ғүмерем бөтмәгән булғандыр. Беҙҙең туралағы хәбәр бөтөн ауылға таралды. Белмәйем, кемеһе һөйләп сығарғандыр... Моғайын, үҙелер... Шул төндән һуң көн дә килде беҙгә. Инәлде, ялбарҙы. Әсәйемдәр алдында йығылып ғәфү үтенде, яратам, тип ышандырҙы барыһын да. Аҙаҡ, һаман уға сығырға риза булмағас, барыһын да һиңә яҙам, тип ҡурҡыта башланы. Ахырҙа, уйланым-уйланым да, һин барыбер ғәфү итмәйәсәкһең тип, ризалаштым. Күндерҙеләр күмәкләп. Аҙаҡ ҡына, иҫ-аҡылыма килә башлағас ҡына, ниндәй хата яһауымды аңланым. Һуң ине инде. Барыбер аңлар инең мине, эйе бит?

– Иҫәр һин! Ниңә шул ваҡытта барыһын да миңә яҙманың?

– Ғәрләнмәйсә... нимә тип яҙайым? Туғандарыңдан да әҙ ғәйбәт ишеткән тип беләһеңме әллә? Барыһы ла йөҙ борҙо бит...

– Их! – Дим йоҙроҡлап йән көсөнә стенаға һуҡты. Ҡулы йәнселеп, ҡан һарҡты. Ләкин Дим ауыртыу һиҙеүҙән үткәйне инде, иламһырап, стенаны туҡмауын белде. Бер аҙ шулай ярһыуын кәметеп алғас, Тәслимәне ҡосаҡлап, үҙ ғүмерендә тәүге тапҡырҙыр, күҙ йәштәренә тулыһынса ирек бирҙе.

– Мәҡсүт мине бөтөнләй яратмай. Яратмаған да... – Тәслимә һүҙен дауам итте. – Ғөмүмән, берәйһен ярата беләме икән һуң? Йыртҡыс ул. Әйләнә лә кинәнеп: “Бына хәҙер Димең ҡуҡырайып йөрөп ҡараһын! Кикереген шәп шиңдерҙем, ә!” – тип маһая. “Бына һиңә Дим өсөн!| – тип һамаҡлай-һамаҡлай һуға. Уф, ҡуй, иҫләмәйем әле шул этте.

Димдең күҙ алдынан һирәк сәсле, ҡолға кеүек оҙон буйлы, ҡарға танауылай кәкре танаулы, эре тештәрен ыржайтып көлөп торған ҡылый күҙ китмәне. Әйтәм, бар донъяға үсле йөрөнө гелән. Баҡтиһәң, көнсөллөгө бәхетле булырға ирек бирмәгән икән. “Көсләне... таланы...” Димдең ҡолағында хәтәр һүҙҙәр ҡабат яңғырап китте. Тәслимә егеттең ҡосағына бесәй балаһылай ғына һыйынып ултырған да, ҡатып ҡалған. Аҙмы-күпме тынысланғайны ул.

– Дим, бел: күңелем менән тамсы ла хыянат итмәнем һиңә. Тәнем менән дә. Мәҡсүттән дә күберәген “эргәһенә ятмайым” тигән өсөн туҡмалам. Һине күрер көндө генә көттөм. Түҙҙем. Хәҙер инде бар тормошомдо үҙгәртәсәкмен. Алла бирһә, ҡайтам, йыуынам, ятып йоҡлайым – иртәгә бөтөнләй икенсе донъя буласаҡ...

Тәслимә, һуңғы тапҡыр күргәндәй, Димгә тултырып ҡараны. Йылмайҙы. Һаҡ ҡына башынан һыйпаны, сикәһендә йылтырап торған күҙ йәштәрен һөрттө.

– Мин шул тиклем бәхетле бөгөн, – тип бышылданы. Дим әле ишеткәндәрен һаман башына һыйҙырып бөтә алмай, шаңҡыған килеш ултыра бирҙе. – Рәхмәт әлеге төн өсөн, минең менән осрашыуың, мине тыңлауың, аңлауың һәм ғәфү итеүең өсөн. Миңә ошо ғына кәрәк ине. Ә хәҙер... миңә ҡайтырға кәрәк. Һау бул, ҡәҙерлем.

Тәслимә урынынан ҡалҡына башлағас ҡына иҫенә килгәндәй булды.

– Тәслимә, туҡтап тор, һөйләшеп бөтмәнек тәһә.

– Юҡ, ҡайтам. Мине өйҙә абышҡам көтә. Ул уянмаҫ борон ҡайтып ята һалайым.

– Мин дә һинең менән барам. Ауыҙ-моронон туҙҙырам да һине алып ҡайтам. Бер минут та тормаясаҡһың шул ҡәбәхәт янында.

– Юҡ-юҡ. Бөгөн түгел. Иртәгә килерһең. Иртәгә барыһы ла яҡшы буласаҡ. Хуш, һау бул.
Читайте нас: