Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Декабрь 2020, 12:30

"Мин бит һиңә йылынырға керҙем…"

“Сираттағы һөйәркәһе килтергәндер…”

"Мин бит һиңә йылынырға керҙем…" Хикәйә
Хәйҙәр Тапаҡов.
Дөйөм ятаҡта шәмбе һайын ойошторолған, ғәҙәткә ингән мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Ҡушарлап теҙелгән өҫтәлдәр ҡабыр ризыҡтан һығылып бармаһа ла, уның ҡарауы табында арзанлы иҫерткес эсемлектәр мул, етерлек. Шул суррогат тултырылған шешәләр, бушап, карауат аҫтына тәгәрәгән һайын йөҙҙәр ҡыҙарҙы, заводта көн оҙоно эшләп талсыҡҡан егеттәрҙең маңлайҙарына тир бәреп сыҡты, кемуҙарҙан, ярышып, береһе икенсеһен бүлдереп шаулашҡан йәштәр тауышына күмелгән мәжлес ҡуҙғыған күстәй тоноҡ геүләне.
Тәүҙә саманы белеп, сикте ашырмай һөйләнелгән көләмәстәр, тора-бара бөт-өнләй тоҙһоҙланып, мәжлес уртаһында мәғәнәһеҙ лөғәт һатыу дәрәжәһенә төш-тө. Ҡыҙыҡмылыр - юҡмылыр, ҡарап, абайлап тормайҙар, көләмәс көлдөрөр өсөн тәғәйенләнгәс, ауыҙҙарын түшәмгә терәп иләмһеҙ һаһылдай бирәләр.
Егеттәрҙең әрһеҙ, йылғыр ҡулдары эргәһендәге ҡыҙҙарҙың һығылмалы йомшаҡ билдәрен, унан түбәнерәк урындарын матҡып үҙҙәренә ҡымтый.Ҡытыҡтары күп-тән алынғанға күрә дәртле, ажарлы һәрмәүҙәргә тегеләре лә күнгән, күнеү генә түгел хатта ҡайһылыр кимәлдә ошондай ҡомһоҙ ҡыҫыуҙарҙы үҙҙәре лә теләйҙәр шикелле, шуға күрмәмеш тә һиҙмәмеш ҡиәфәтендә ултыралар. Йәшерен, ҡыр-ағай теләк, араҡы ҡеүәте бергә ҡушылып, ым-ишара аулаусыларҙың күҙҙәрен хә-тәр осҡонландыра.
“Уф, ни тиклем дә ялҡытҡыс күренеш… Әллә күпме ҡабатланған һәм ҡабатла-насаҡ табын. Уға тамсы ла йәм, яңылыҡ та өҫтәлмәйәсәк.”
Оҙаҡламай эскегә әүәҫтә-ре иҫереп тәгәрәйәсәк, ләззәт көҫәгәндәре парланышып аулаҡ бүлмәләргә тарал-асаҡ. Иртәгеһен төшкә тиклем йоҡо һимертеү, унан һуң ҡалған-боҫҡанға әҙерәк өҫтәп баш төҙәтеү. Кисәге иҫерек башҡа ҡылынған мажа-раларҙы, мәҙәктәрҙе иҫтәренә төшөрөп көлөшөп тә алған булырҙар. Шунан ҡыҙ-ҡырҡын кер йыуырға, бүлмәләрен йыйыштырырға, алдағы хеҙмәт аҙнаһына әҙер-ләнергә керешеп китә, егет-елән миңрәүләнгән зиһененә аныҡ ҡына маҡсат төйн-әй алмай, дихлофосҡа яртылаш ағыуланып ни үле, ни тере түгел хәлдә туҙғыш-ҡан себен өй-өрөләй, ҡала урамдарына һибелә. Көн кискә ауышып, эңер төшкәс, башҡасараҡ ял итергә ваҡыт ҡалмай. Ятаҡта әҙәби китаптар күренмәй тиерлек, йыйыштыр-ыулы, еренә еткереп йыһазландырылған ял бүлмәһе һәр ваҡыттағыса бикле. Тик-шереүселәр килһә, бына беҙҙең эшселәр нисегерәк мәҙәниәтле шарт-тарҙа ял итә, тип ялған хәбәр һалалар ҙа тегеләр күҙҙән юғалыу менән бүлмәне ҡа-баттан йоҙаҡлайҙар. Комендантты ла аңларға мөмкин, сөнки бүлмә күп осраҡта тәмәке тартыу мөйөшө итеп файҙаланыла, йә төнөн унда ғашиҡтар инеп бик-ләнергә әүәҫ, иркен залда шау-шыу ҡуптарып һуғышып алған саҡтар ҙа булманы түгел булды.
Дүшәмбе - шәмбе көндәре, иртәнән алып кискә тиклем, ыҫлы торбаларын сыс-айтҡан завод ҡоромло булмышына меңәрләгән эшсене һеңдерә, йота. Ә аҙнаның һуңғы көнө, буйҙаҡтар өсөн көтөлгән ял - ошо мәжлес. Эш хаҡы алған осорға тура килһә, табын бигерәк тә йомарт ойошторола, дөрөҫөрәге, завод торбаларын хәте-рләтеп һерәйгән төрлө ҙурлыҡтағы шешәләр менән өҫтәл өҫтө тула. Бигерәк үҙгә-реп китте шул заманалар, эш хаҡын да һуңлатып, йә онотҡанда бер бирә башла-нылар. Тоҙ яламаған һыйыр ише ошо көнгә хәстәрләп сабыулағастары әмәле таб-ыла, шәмбене йыйылмай үткәргәндәре юҡ. Арытты, ялҡытты… Күргем килмәй… Сығып һыҙырға ине бынан!..
Әсғәт үҙе лә һиҙмәҫтән уға ындым, тартыныуһыҙ һыйынып ултырған, йыб-анып ҡына көйшәгән Зарифаны эргәһенән этәргәндәй итте. Тегеһе тыңлаулы та-ртылып шылды, фиғеле үҙгәрмәне лә. Хәйер, уның саманан тыш буяҡ яғылған йөҙөндәге уйҙы, кисерештәрҙе тойомлау мөмкин дә түгел. Йығылмай торған йомро төплө ҡурсаҡ һымаҡ ауышыусан йән инде Зарифа, ишарала ғына, йәбеш-кәк дегәнәктәй хәҙер ҡабат килеп һылашасаҡ.
Егет артыҡ ихласламай, ваҡыт үткәрер өсөн генә йөрөй башлағайны, ҡыҙ, биг-ерәк тә һуңғы осорҙа, бөтөнләй эҫенде лә китте, уны үҙенең хәләл кейәүе итеп иҫ-әпләй. Туғандарына алып барып таныштырыу теләген дә асыҡтан-асыҡ ярҙы ла һалды. Әсғәт кенә, мәшәҡәттәре күплеккә һылтанып, ҡыҙҙың ауылында күренеүҙе кисектереп килә. Муйынына ташланған ҡороҡтоң яйлап ҡыҫыла барыуын шәйлә-гән йәш айғырҙай тоя-һиҙенә, мәле еткәс уға ла сигенер урын ҡалмаясаҡ, яҙмыш-ына буйһоноп ғаилә тәртәһенә керәсәк, кәләшенең ҡыҫҡа “теҙгене” артынан эй-әрәсәк. Яратамы һуң ул уны? Аныҡ ҡына әйтә алмай. Үҙе уйлап сығарған аҡланыу ҡануны өҙлөкһөҙ мейеһен игәй: “Бөтәһе лә яратып, ғашиҡ утында янып өй-ләнмәй әле, өйрәнермен, һәүетемсә йәшәр ҙә китербеҙ… Әкиәттәрҙә һөйләнгән, китаптарҙа данланған мөхәббәткә ымһынып былай ҙа утыҙ йәште ашатланым…”
Уғаса кемеһелер магнитофон төймәһенә баҫты. Бүлмә эсен йөрәк түренән урғылған моңло йыр сорнап алды. Ят та, шул уҡ ваҡытта күңел хистәрен тирбәте-рлек яғымлы ла был көйҙө тәүләп ишетеүе Әсғәттең. Ғәжәп тә түгел - һәр быуын-дың үҙ моңо, үҙ көйө. Улар осорондағы йырҙар артыҡлап йырланмай шул хәҙер. “ Һе, ҡайһылай ҙа моңло, йөрәктең иң нескә ҡылдарына ҡағыла бит. Бөгөнгө бәғер-һеҙ, моңһоҙ заманда ундай көйҙәр яҙыусылар ҙа бар икән әле!»
Ярышып һөйләшкән, ҡысҡырышҡан, көлгән, сәрелдәгән, үкергән тауыштар араһынан йырҙың һүҙҙәрен асығыраҡ ишетергә теләп, ҡалҡына биреп ҡуйҙы.
Йылмай әле, тынысландыр мине,
Онотоп тор борсоу уйыңды.
Мин бит һиңә йылынырға керҙем-
Туҡталышы һиндә юлымдың…
– Етте, моңайып йәшәр саҡ үтте, типтерә, ҡолас киреп гулять итә торғаны килде! - Кемдер магнитофонды һүндерҙе лә, сыйылдап һармаҡлап та ебәрҙе:
Эс тә ҡуй, эс тә ҡуй,
Нужа күрмә никакуй.
Тәҙрәңдән елдәр өрһә,
Фуфайкаңды тыҡ та ҡу-у-у-у-й!
Был тынсыу бүлмәлә ары ултырырлыҡ тәҡәте ҡалманы Әсғәттең, тәмәке тар-тып инергә сыҡҡанын күрһәтергә теләгәндәй, костюм кеҫәһенән алған сигаретты бармаҡтарында әүәләй-әүәләй урынынан торҙо, юл ыңғайы бүлмә ишеге төбөнә эленгән кейемдәр өйөмөнән күн курткаһын эләктерҙе.
Көрәгәсе Шамил лауылдап ҡалды:
– Һин, егет, табынды ташлап ҡасыуҙы ғәҙәт итеп алдың һуңғы осорҙа, әллә аҫыл ҡошто ситтән тибергә инде яйың? Ҡара уны, Зарифа судҡа бирһә, беҙ уны яҡлаясаҡбыҙ!
Урынһыҙ шаяртыуҙың һуңғы һүҙҙәре арттан ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡал-дылар. Ултырғанда һиҙҙертмәһә лә ашамай эскәс, араҡы быуындарын алғайны. Егет һалҡын стенаға маңлайын терәп бер аҙ онотолоп торғандан һуң, һуҡыр кеш-еләй, һәрмәнә-бәүелә, ҡараңғы подъездан түбәнгә тәнтерәкләне.
Аҫҡы ҡатта вахтерша Нәғимә апай, төмөз танауының төбөнә батҡан ҡара тума-лаҡ күҙҙәрен секрәйтеп, эргәһенән үтеп барыусыны һағыҙаҡтай саҡты:
– Бөгөн дә тинтәкләнеп, таң ҡараңғыһында ҡайтһаң, керетмәйем. Һеҙ - йөҙәр-ләгән, мин - бер үҙем. Олоғайған көнөмдә миңә лә тыныслыҡ кәрәк. Ишекте өҙ-лөкһөҙ асып-ябып ултырырға әллә бында!..
“Тыныс йәшәгең килһә, өйөндә генә ултыр, убыр, алған пенсияңа туймай, бында темеҫкенеп йөрөгәнсе!..”
Эсенән зәһәр уҫаллашты Әсғәт, ләкин уйын тышҡа сығарманы. Тәмәке тоҡанды-рған шырпы бөртөгөн әүәләп килә ине, сәйнәгәнен ауыҙында эркелгән шайыҡҡа ҡушып, иҙәнгә ласылдата төкөрҙө, ҡайымлашып та мәшәҡәтләнмәне. Уҫал бәйлә-неүгә яһил яуабы шул булды.
Тышта октябрь аҙаҡтарының рашҡылы кисе. Көндәр, көҙ айы булыуға ҡарам-аҫтан, сәңгеткес һалҡындарҙан һуң ҡапыл йылытып ебәргәнгәме, тирә-йүнде һөт-тәй томан ҡаплаған, ике-өс аҙымдан бер ни күренмәй. Күктән ҡар ҡатыш ваҡ ям-ғыр һибәләй. Ҡар бөртөктәре һауала уҡ үҙенең аҡлығын, паклығын юғалта, төҫһөҙләнеп кирбес стеналарға, тимер бағаналарға һылаша, шунан аҫҡа һырға-лай, ергә төшкәндәре лә күҙ асып йомған арала һорғолт өйрәгә әүерелә. Юғарыла төпһөҙ ҡараңғылыҡ, әйтерһең дә Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡап-ҡара йыһан-биҙрә-һенән гонаһлы ерҙе кинәнеп һалҡын һыуҙа ҡойондора. Бар донъя тумбығып өшөй, дерелдәй төҫлө. “Үҙем өшөйөм инде әллә?” Әсғәт, ҡулындағы курткаһын кейеп, замогын күтәрҙе, бумалалай сәстәре тырпайған ялан башын, йәшерергә те-ләгәндәй, торғоҙолған яға эсенә тартты.
Ғәҙәти көндәрҙә туҡталышта өйкөлөшкән, тротуар тултырып үткән-һүткән халыҡ ағымы бөгөн шаҡтай һирәгәйгән. Шулай булмай тағы, бындай көндө берәҙ-әк эт тә урам ҡыҙырмай, ышыҡ урынға боҫа.
Ауыр ыңғырашып, юлда, асфальт уйымдарында эркелгән бысраҡ һыуҙы шап-тырҙатып троллейбус күренде. Ҡабырғаһындағы номерҙы шәйләне, тимәк был шайтан арбаһы ҡала үҙәгенә бара. Үҙенең барыр ерен аныҡ ҡына тоҫмалламаған егет, ишек асылыуға, эскә һикерҙе.
Троллейбус салоны ла ярым буш. Кәйефһеҙ, күшеккән кешеләр инеүсене шәйләмәнеләр ҙә. Кисерештәр сағылмаған битараф йөҙлө әҙәмдәр таш балбалдай һерәйгәндәр, уларҙың бер кемдә эше юҡ. Билдәле, ҡалала тәгәрәп ятһаң да ярҙа-
мға килеүсе табылмаҫ. Үҙе ауылдан булғанғамы, ошо йәмһеҙ күренешкә һаман да күнегә алмай, хатта яңылыш имгәнеп, ярҙам өмөт итеп, ят урамда аунап ятыуҙан ҡурҡа. «Әллә яңғыҙ тинтерәп йөрөгәнсе Зарифаға өйләнергә лә ҡуйырға инде? Был ҡотһоҙ, һалҡын ҡалала йылытыусы, уның тураһында хәстәрләүсе булыр, исмаһам. Ҡайнар һөйөү, ғишыҡ тотоу, саф мөхәббәт шағирҙар, яҙыусылар уйлап сығарған китап фәлсәфәһе!» Ҡайҙа бара һуң әле ул? Аяҡтары, ихтыяр-ынан тыш, ҡала үҙәгендәге ҙур ресторан майҙансығына ҡарай атлай.
Үткәндә лә бөгөнгө һымағыраҡ ойошторолған табындан ҡасып ошонда килде. Аҡсаға һатылған төнгө “күбәләктәрҙең” береһен эләктереп, уның аулаҡ өйөндә ҡунып сыҡты. Тик ул саҡта ялған иркәләүҙәрҙән, оятһыҙ ләззәттән һыуһыны ҡан-мағайны. Бәлки, был юлы шул һылыуҡайҙарҙың тәжрибәлерәге күңелен табыр, өшөгән йәнен йылытыр?.. Әй, сәсрәп китһен донъяһы, ҡайҙа аҙып туҙһа ла уға ба-рыбер!..
Йонсоу һауа торошо ла баҫа алмаған ресторан майҙансығындағы ығы-зығыны, ул көндәгесә гөрләп тора. Бында ямғыр маҙаһыҙламай, уның еүеш сарпыуынан йорттоң тышҡа һалындырып эшләнгән эшләпәгә тартым ялтыр ҡыйығы һаҡлай. Ул майҙансыҡты ла яртылаш тиерлек үҙенең эсенә алған. Саманан тыш яҡтылыҡ алғы йөҙө быяланан ғына хасил ресторандың эсен һыуҙай асыҡ итеп күрһәтә. Аллы-гөллө кейенгән ҡунаҡтарҙың һый-хөрмәт һығылған өҫтәлдәр араһынан улай-былай үткеләүе аквариум эсендә ем эҙләп төртәләнгән тәтәй балыҡтарҙы хәтерләтә. Тышта аҙыраҡ һыуынырға, һауа һуларға сыҡҡан, еңелсә ярһыған хал-ыҡ мыжғый, эске яҡтан көслө музыка ағыла. Күптәр айҙар буйы эш хаҡы ала алмай интегә, бында көн дә байрам, көн дә туй. Кемдең шулай аҡсаһы кеҫәһенә һыймай типтерә торғандыр, белмәҫһең. Фәкирҙәр, хәйерселәр менән донъя тулған, май кикереүселәр ҙә артты шул бөгөн. Саманан артты.
Ситкәрәк барып баҫты, тәмәке тоҡандырҙы, ҡыҙыҡһыныусан, һынамсыл ҡар-ашын тирә-яғына йүнәлтте, теләгәнен эҙләне. Ул эҙләгәндәр бында байтаҡ ҡына күренә, таный белергә генә кәрәк. Ана, ҡыҫҡа юбка, бөтә ағзаларын былтайтҡан, һыҙаттарының тәрәнлеген зерә айырып күрһәткән тар кейем кейгән ҡыҙ цемент стенаға янтайған да, буйондороҡһоҙ ҡиәфәттә тәмәке тарта, шул фиғеле менән ир-атты үҙенә йәлеп итергә тырыша. «Әһлей олатай һымаҡ борхота был, нәзәкәт-лерәк ҡыланһасы… Йәнә ул Зарифа ише килешһеҙ биҙәнгән…» Арыраҡ, яңы фасонда тегелгән плащ итәгенән тулы балтырҙарын килешле күрһәтеп, урта буйлыһы баҫҡан. Иңенә тиклем төшөрөп киҫтергән сәстәре йөҙөн тотошлай тиерлек ҡаплай. “Юрамал боҫа, бигерәк йәш күренә шул.” Бөтөнләй ситтә, мөй-өшкә һыйыныбыраҡ, күҙгә артыҡ ташланып бармаған кейемдә йәш ҡатын тора. “ Төнгө кәсепкә баҫҡанмы, әллә берәйһен көтәме? Улай тиһәң, был ваҡытта яң-ғыҙы…” Уға иғтибарлаңҡырап текәлде. Сөнки ҡатынды ресторан эсенән төшкән яҡтылыҡта асыҡ төҫмөрләргә мөмкин.
Теҙенән түбән төшкән киң итәкле күлдәге, күн курткаһы нәҙек-өҙөк кәүҙәне кипсәлдереп һылашҡан. Аяҡтарын өҙлөкһөҙ алмаш-тилмәшләп баҫа. “Резина итектәр кейһәң, аяҡтарың сыланмаҫ ине!” Үҙ уйына үҙенә йылмайып ҡуйҙы егет. Бында улайтып кейенеп йөрөргә ауыл ерелер шул! Ҡатын ҡара көҙ тип тормаған башына ҡырыныраҡ итеп килешле бирет һалған . Йөҙө асыҡ, яғымлы. Тумалсай
ғына бит алмалары, ыҡсым танауы, ҡымтылған бүлтек ирендәре таныш та, яҡын да һымаҡ. Бирет ситенән күренгән сөм ҡара сәс шәлкеме аҡ маңлайында таралған. «Ҡайҙа осраттым һуң уны? Әллә танһыҡлап күрергә теләгән йөҙ генәме?»
Биниһая ваҡыт икеләнде егет, ыуаланып урынында тапанды, шунан өй-көлөшкән халыҡ араһын йырмаслап маҡсатһыҙ ғына йөрөп әйләнде, мәгәр күҙ-әткәне ҡарашынан аҙға ғына булһа ла яҙлыҡманы. Ҡатын да уның яғына аҙға ғына һирпелде, тик шунда уҡ иғтибарын икенсе, фырт кейенгән егеттәр төркөмөнә йүнәлтте. “Күҙенә лә элергә теләмәй… Ҡарап ҡарарбыҙ…” Яртылаш тартылған тәмәкеһен төкөрөп һүндереп, сүп һауытына ырғытты ла курткаһының салғыйын тартҡылаштырып төҙәтеп, маңлайына һибелгән сәстәрен бармаҡтары менән аралап тарап алғас ашығып күҙәткән еренә йүнәлде. Эсенән аңлайышһыҙ ҡал-тырау йүгереп үтһә лә үҙен тынысландырҙы: “Ниндәйҙер “күбәләк” алдында ебеп төшмә, әрһеҙ, тәүәккәл ҡылан!»
– Красавица, мне кажется, Вы, деньги потеряли! Сколько? - Русса һупала-ғаны апаруҡ ҡыйыу яңғыраны.
“Хәҙер үҙенең хаҡын әйтәсәк.”
– Что? - Ҡатын көтөлмәгән мөрәжәғәттән һиҫкәнеп сигенгәндәй итте лә ғә-жәпләнгән ҡарашын өндәшеүсегә ҡаҙаны. Ҡаршыһында сандыр кәүҙәле, ҡаҡса яңаҡлы, йәмшегерәк тура танаулы, ҡупшы мыйыҡлы, йәбештерелгән һымаҡ, тура ҡаштары аҫтынан ышаныусан баҡҡан ташбығыраҡ күҙле мосолман егете торған-лығын күргәс, аҙға ғына юғалып ҡалды, ниҙер әйтергә теләп ауыҙын асты, һүҙҙәре сыҡманы.
Егет тә баҙап тотлоҡто, шунан буталып, башҡортсалап әйтте:
– Һеҙ… ни теге… аҡсағыҙҙы…
– Юҡ, юҡ, һеҙ яңылышаһығыҙ, мин бер ни ҙә юғалтманым.
“Әллә ысынлап та бутаныммы? Булмаҫ! Нисек тә асыҡларға кәрәк. Бик тә яңыл-ышһам, зыян юҡ, ғәфү үтенермен дә һыҙырмын…»
– Һеҙгә барабыҙмы, әллә…
«Һалды хәбәр, риза була ҡалһа, әйтерһең алып барыр ере бар… Шыр тиле кеше һин, Әсғәт, һүҙ рәте белмәгән алйот!..»
Ҡатын да әйтелгәнде элеп алыр хәлдә түгел ине шикелле, аяҡтарын баяғылай алмаш-тилмәшләне, сәстәрен төҙәтеп бирет аҫтына йәшерҙе, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙапланды, ирендәрен ялап алғас, ҡуйы керпектәрен түбән ҡаҙаны. Ниһайәт ул үҙенең бында ни өсөн килгәнлеген әле генә төшөндө буғай, төшөнкө тауыш менән тарҡау яуапланы:
– Теләһәгеҙ миндә… әйҙәгеҙ… - Башын баҫып ямғыр аҫтына атланы.
Ҡабаланып алдан төшкән ҡатын эйәреүсегә башҡаса боролоп та ҡараманы, һүҙ ҙә ҡушманы, йыртҡыстан өрккән ҡоралайҙай еңел баҫып юрғаланы ла юрғал-аны. Ырамлы баҫып атлап уның артынан саҡ өлгөрөп эйәрҙе.
“Берәй нимә тип өндәшһәсе, ваҡытлыса булһа ла аралары яҡынайыр, көсөргә-нешлек кәмер ине исмаһам… Ниндәй көнгә ҡалдым һуң әле? Үҙем дә һиҙмәҫтән фәхишлек юлына тәгәрәйем түгелме? Китеп бар инде, тана артынан еҫкәнеп тин-тәкләнгән иркәк мал һымаҡ!..Үткәндәгеһе туҡтауһыҙ лыбырҙап теңкәгә тейеп бөт-
кәйне, өҫтәүенә, үҙе ҡуштан тауыҡ һымаҡ һырлығыусан да ине, бының ише ҡырыҫ, ҡырағай түгел…»
Троллейбусҡа нишләптер төйөп тыҡҡандай килде лә тулдылар, буталсыҡта, юғалтыша яҙҙылар, шуға, халыҡты йырып, бер-береһенә яҡынлап, терәлеп тиер-лек баҫтылар.
“Һарҡыуға төшәбеҙ, яңы микрорайонға барабыҙ икән. Ара йыраҡ булғанға йөр-өүселәр күптер…»
Ҡатындың йөҙөнә ҡараны ла ҡарашын айыра алмай ҡатты ла ҡалды: “Йә Хоҙа, ҡайһылай һылыу! Бая күпме генә текәлһә лә алыҫтан йүнләп күрмәгән дә. Иҫ ки-тмәле сибәрҙәрҙе күп тапҡырҙар осратты, ләкин туң, хистәргә ҡорғаҡһыған күңел-енең былайтып тертләгәне, ҡуҙғығаны бер тапҡыр ҙа булманы…»
Ул үҙенә күрә арыу ғына рәссам да ине. Мәктәптә уҡығанында стена гәзите сығ-арһалар гел уға мөрәжәғәт иттеләр. Армияла хеҙмәт иткәнендә лә Балтик буйындағы тәбиғәт күренештәрен һүрәткә төшөрә лә хат эсенә һалып Әһлей ол-атаһына ебәрә торғайны. Үҫмер сағында быйма төпләүҙән ялығып матурлыҡ күр-ергә теләгәнендә, армияла ҡыҫҡа ғына ял мәлдәрендә ҡулына ҡәләм алып блок-нотҡа хыялындағы ҡыҙ рәсемен һыҙмаларға керешә. Күңелендә ниндәй илаһилыҡ балҡый шуны төшөрә. Шул һын әле уның эргәһендә генә китеп бара. «Үҙе, ысын үҙе! Был осраҡлы тап килеү генәме, әллә яҙмыштың шаяртыуымы?..»
Оҙаҡ барҙылар. Кемдәрҙер ситкәрәк баҫҡан был икәүҙе этеп-төртөп туҡталыш-тарҙа төшөп ҡалды, яңылары килеп тулды. Һылтау көтөп, сәбәп аңдып килгән ег-ет троллейбус ҡаты ғына итеп һелкеткәйне, юлдашының яурындарынан ҡосаҡ-ланы ла ҡулдарын башҡаса алманы. Тегеһе әрһеҙҙе шелтәләргә теләгәндәй уға ҡарап керпектәрен елпетте, ләкин өндәшмәне, тартылманы.
Күкрәк ситлеген дөбөрҙәтеп типкән йөрәгенең тулауын ишетә, тик йәнәшәһен-дәгеһенең ярһыуын ғына тойомлай алмай. “Хәйер, нишләп тулҡынланһын, ул ғәҙәти хеҙмәтен башҡара ла баһа. Ошоға саҡлы түшәгендә әллә кемдәр ҡунғандыр әле…” Күңел нескәреүен арзанлы түшәк кимәлендәге фекерләү менән баҫырға теләп шулай уйланды.
– Килеп еттек. Был минең туҡталыш.
– Ә-ә-ә? Эйе… эйе… - Ҡабаланып шулай тине лә яурында ятҡан ҡулын ал-ып ҡатынды алдан үткәрҙе. Төштөләр. Ямғыр әҙерәк баҫылаған төҫлө. Тик бөтә тирә-яҡ еүешлектән күшеккән, лысма һыуға батҡан. Тротуар ситләтеп теҙелгән тирәктәр, шул яуындан боҫорға теләп, таш йорттарға һыйынғандар. Бағаналарҙан, юғарынан һарҡҡан бөләңгерт яҡтылыҡ һылашып ятҡан томанды таратмай, кире-һенсә ҡуйырта ғына төшә. Тротуарҙан эйәртенешеп икәү килә. Әле бер нисә сәғәт элек кенә бер-береһенең барлығын белмәгән ят кешеләр, ошо аҡ томандан һәм юлдарын тоҫмаллатҡан серле яҡтылыҡтан хасил доньяла сәғәттәр, көндәр, йылд-ар теҙмәһен аша үтеп эйәртенешеп киләләр төҫлө. Бына шулай барырға ла бар-ырға ине. Ер сигенә еткәнсе. Унда барып етһәләр кире боролорҙар ине әле.
Светофор шуҡ күҙ ҡыҫҡан юл сатын үткәс, уңға ҡайырылдылар ҙа тыҡрыҡ һы-маҡ бер ерҙән эскә инеп кирбестәй сафтарҙа ҡалҡҡан йорттар теҙмәһен теүәл-ләгәс шуларҙың береһенең ситке подъезына килеп төртөлдөләр.
– Ошонда, өсөнсө ҡатта йәшәйем. Һеҙ көтөгөҙ, мин хәҙер. - Ҡатын инеп юғалды. Уның йүгерә-атлай юғарыға менеүе, аҙаҡтан түбәнгә төшөүе ишетелде.
– Әйҙәгеҙ. Тик үтенәм, ипләп атлағыҙ. Юғиһә, аяҡ тауыштары таш баҫҡыс-та әллә ҡайҙа яңғырай.
“ Харап инде. Килештерә, гөнаһһыҙ фәрештә булып ҡылана…”
Өҫкә күтәрелделәр. Ҡара дермантин менән көпләнгән, юғарылағы маңлайында быяла күҙе йызылдаған ишекте асып инделәр. Ярым ҡараңғы бирге яҡта сисен-деләр ҙә яҡтыртылған залға үттеләр. Бер бүлмәле бәләкәй генә фатир икән. Ыҡ-сым зал да йәнәшәлә уты һүндерелгән, ишеге ябылған яҡ ҡына. Уныһы моғайын аш бүлмәһелер. Затлы йыһаздар ҙа күҙгә ташланмай. Уртала өҫтәл, өҫтәл эргәһе-ндә ике ултырғыс, залдың һул яғында диван-карауат, уңда, тәҙрә яҡ мөйөштәге тумбочка өҫтөнә телевизор ҡуйылған, аҫҡы өлөшөндә китаптар, уның йәнәш-әһендә зал ишегенә терәлеберәк трюмо ҡуйылған. Трюмоның тумбочкаһы өҫтөнә биҙәнеү әйберҙәре тәртипле итеп теҙелгән. Бар урында ла бөхтәлек күҙгә ташлана. Өҫтәлдә, вазаға ҡуйылған тере сәскәләр ҙә бүлмәгә йәм, матурлыҡ өҫтәй.
“Сираттағы һөйәркәһе килтергәндер…”
Ҡатын көҙгө ҡаршыһына баҫып оҙаҡ итеп сәстәрен тараны, бит-йөҙөн тәртипкә килтергәндән һуң ҡунағы янындағы ултырғысҡа ултырҙы ла ҡоро ғына киҫәтте:
-Ғәфү итегеҙ, ашарға, эсергә тәҡдим итә алмайым.
“Үҙенең миңә оҡшағанын һиҙҙе, шуның менән алдырырға самалай. Ебемә, бер төн ҡунһаң, башҡаса осрашмаясаҡһығыҙ, теләгәнеңде ҡыл” Йәнендәге иләҫ-миләҫ ҡаршылыҡты еңеп, тупаҫлығына барып шулай уйлаһа ла итәғәтлек күрһәтте:
– Зарар юҡ, һыйлы табындан килгән кешемен.
– Улайһа нимә эшләйбеҙ?
– Йоҡлайбыҙ! - Яуап ҡәтғи һәм көслө яңғыраны.
– Зинһар ныҡ тауышланмағыҙ.
– Марсель, тиҙәр мине.
– Эйе… Марсель, - ҡатын үтенесен ҡабатланы, - стена йоҡа, күршеләрҙең ишетеүе бар.
Ҡабаланмай ғына тороп баҫты, ҡатынды ла иңбаштарынан тотоп ҡалҡытты, биленән ҡыҫып ҡосаҡланы, ирендәренә үрәлде.
– Марсель, утты һүндерәйек башта…
“Ҡайҙа килеп эләкте һуң әле ул?»
– Янһын, миңә ҡамасауламай.
– Улайһа артыңа борол, мин сисенәм.
– Барыһын да үтәй алмайым, һылыу тәнеңә һоҡланғым килә.
Ҡатын ҡыпһыуырҙай ҡулдарҙан ҡотолдо ла карауат янына килде, яҫтыҡтарҙы гөпөлдәтеп ҡабартып, ап-аҡ япма түшәп урын йәйә башланы. Шөғөлөн тамамл-ағас, ялбарыулы өндәште:
– Үтенәм, Марсель…
Был юлы йылмайҙы ла тыңлаулы бала ише ҡаршылыҡһыҙ артына боролдо.
Һәр хәрәкәт трюмо көҙгөһө аша барыбер ҙә ап-асыҡ күренә, бик теләһә лә, егет уғры, нәфсе ҡарашын шул яҡтан айыра алманы. Унда сағылған һомғол буй-һын аңлата алмаҫлыҡ камил, ҡабатланмаҫ гүзәл тойолдо. Ҡатындың нәфис муйынын,
ҡыҙҙарҙа ғына була торған, ҡуш йоҙроҡ ҙурлыҡта ҡалҡып ҡабарған түштәрен, нескә билен, ымһындырғыс тығыҙ балтырҙарын күҙҙән үткәргәс йәнен аңлашыл-маған хис-тойғолар ағымы ҡайнар ялҡындай ялмап алды, шул арала алҡымына тулҡынланыу төйөрө килеп тығылды.
– Кил…Утты һүндерәм, тиһәң, ишек яңағының уң яғына баҫ. - Ҡатын од-еалды башынан аша уҡ бөркәнгән дә стена яғына боролоп ятҡан.
Бүлмәне ҡараңғылағас ҡарһаланып сисенә башланы, тәне ҡалсылдай, ҡулдары тыңлауһыҙ дерелдәшә. Һиҙәптәрен ыҙалай-йонсой ысҡындырып күлдәгенән көскә ҡотолғайны, ғүмерҙә улайтмағанын, салбары аяҡтарына тышалды ла ҡуйҙы, иҙән-гә тәгәрәй яҙҙы.
“Эшкинмәгән, Дон-Жуан, оят… Өтәләнеүемде һиҙеп ҡалмаһын тағы, тәжрибә-һеҙ, тип көлөр!”
Бына ул инәнән-тыума яланғас. Тәҙрәнән һарҡҡан һаран яҡтылыҡта үтә лә күр-мәлекһеҙ күренгән йоҡа буй-һынынан, ҡамыт аяҡтарынан оялғандай йәлт итеп түшәккә сумды, хуш еҫле йылымыс кәүҙәне үҙенең яғына борҙо, һутлы ирендәрҙе эҙләп тапты. Улар һалҡын ине. Ҡулдар ҙа, һаҡланырға теләгәндәй ихлас һыйын-ған түште үҙенән еңелсә этәрҙе, ләкин оҙаҡҡа түгел, еңелделәр, арҡандай хәлһеҙ-ләнеп ҡалдылар.
Ҡатындың биттәрен, муйынын ярһып үбергә тотондо.
Шул мәлдә аш бүлмәһендә ултырғыс ауған тауыш ишетелде, нимәлер тыһыр-ланы, шунан ҡыштырҙаны.
Һағайҙы.
– Кем бар унда? - Башынан ҡырҡ төрлө уй йүгереп үтте, шөрләй биреп тә ҡуйҙы хатта.
– Кем генә йөрөһөн, бесәйҙер… - Ҡатын вайымһыҙ күренергә тырышһа ла тороп ултырҙы, ҡулдары менән яланғас яурындарын ҡосаҡланы.
Әйбер шылғаны йәнә ҡабатланды.
– Бесәйегеҙ бигерәк ҙур икән! - Һикереп торҙо, һалдат етеҙлегендә кейенде, ипләп баҫып тауыш килгән яҡҡа атланы, ҡапыл тартып ишекте асты. Ҡараңғы бүлмәлә баланың мышнап илауы ишетелде. Һәрмәнеп утты ҡабыҙыуға иҙәнгә йәйелгән түшәктә мендәргә йөҙтүбән ҡапланып илап ятыусы биш-алты йәшлек ҡыҙ бала күренде. Аптырап юғалып ҡалды башта, шунан йығылған ултырғысты торғоҙоп ултырҙы ла тубыҡтарына терһәкләнеп сикәләрен ҡушусланы. Күҙ алдынан тиҙ йүгергән кинокадрҙарылай бала саҡ йылдары йүгереште.
Уға ете-һигеҙ йәштәр самаһы булғандыр, ҡапыл әсәһе үлеп китте. Сирләшкә булды әсәһе, һаулыҡҡа туя алманы. Ул уның өҙлөкһөҙ йүткерә-йүткерә уколдар ҡаҙатып йөрөгәнен генә хәтерләй, тағы маңлайындағы сәс өрпәген йомшаҡ ҡулдары менән һыйпауы иҫтә. Әсәһен һуңғы юлға оҙатҡандарын яҙа-йоҙа күрһә лә, аңына барып етмәгәнгә ерләгән көнө артыҡлап өҙгөләнмәгәйне, аҙаҡтан оҙаҡ түгелеп илап, ҡәҙерлеһен юҡһынып йөрөнө.
Атаһы оҙаҡ ҡына тол йөрөгәс, бисәлеккә күрше ауылда йәшәгән һатыусы Вәли-мәне алып ҡайтты. “Ен” ҡушаматлы, ирҙәрсә етеҙ, ҡаты хәрәкәтле, һөйләшкәндә рәт белмәгән ғәййәр ҡатын ине. Уның ҡылыҡ-фиғеле турала һуңғараҡ, иҫ белгәс кенә төшөндө, ишетте, ишетеү генә түгел, бире бисәнең аламалыҡтарын үҙ елкә-
һендә татыны. Етем йортҡа ҡатын-ҡыҙ заты инһә лә, йылылыҡ, яҡтылыҡ, хәстәрле наҙ өҫтәлмәне. Тупһанан аша атлағанда уҡ енләнеп килеп ингәйне Вәлимә, шул ел-дауыл ул барҙа бер ҡасан да баҫылманы. Атай кеше ҡатындан уңманы, малай әсәле булманы. Йортҡа өҫтәлгән яңылыҡ - эскелек булды. Вәлимә магазиндың араҡыһын йәшникләп өйгә алып ҡайтып, төндәр буйы хаҡты ике-өс тапҡыр арттырып һатыу итте, үҙе лә эсте, ирен дә ылыҡтырҙы. Иҫергән саҡтарында өйҙә бала бар тип тормай тартыныуһыҙ сисенеп ташлай ҙа иренең алдына ултыра, уны оятһыҙ иркәләй башлай. Атаһы тартына, тартыла, тороп китергә самалай:
– Вәлимә, бала бар бит, уңайһыҙ…
– Ни өсөн мине кейәүгә сыҡҡан тиһең, теләгемдең ташып торған сағы, дәртемде ҡандырырлыҡ ир кәрәк, кәрле айғырҙай көнө-төнө баҫҡан ир кәрәк! Был маңҡа ла буласаҡ абышҡа, күрһен, өйрәнә торһон. Ә әлегә бушлай стриптиз күр-һәтәм! - Вәлимә йәмһеҙ хихылдап көлөп ебәрә лә күлдәген һала, керле йыуылған эс кейемдәрендә ҡала, өй эсенә әсе тир еҫе тарала.
Тормоштары кирегә тәгәрәне. Тағы ла ике йылдан уны үкһеҙ етем итеп атаһы яҡты доньянан китте. Лаяҡыл иҫерек килеш төнө буйы урамда, ҡапҡалары төбөн-дә ятып өшөнгән. Март айының төнө булһа ла һалҡынса һауа, боҙло ҡар ни ҡуйһын, былай ҙа шешә төбөнә текләп мөҙөргән ирҙе ҡотҡара алманылар. Ә өйҙәге эскелек ғаилә башлығын ер ҡуйынына тыҡҡандан һуң яңынан дауам итте. Элеккегә ҡарағанда ла ҡоторобораҡ, ярһыбыраҡ типтерҙеләр. Ҡуйынына араҡы, көмөшкә, йә банкала әсегән бал тығып килгән ирҙәр һис тартыныуһыҙ үгәй әсә менән ҡуна ҡалалар. Тегеләрҙең бисәләре килеп әллә нисә тапҡыр тәҙрәләрен ҡойоп киттеләр, фәһем алмаһа, алмай икән кеше, Вәлимә уйнашын туҡтатманы. Яһилыраҡтары тарафынан күҙҙәре күгәреп, биттәре сапсылып та йөрөнө, оятын юғалтҡан нәмә һис ни булмағандай шул йөҙө менән ласылдатып һағыҙын сәйнәй-сәйнәй ауыл ғәйбәтен ҡуйыртып һөйләп һатыу итеп торор ине. Сираттағы һөйә-ре килһә, Вәлимә аш өйөнөң урындығына ҡолаҡсындай яҫтыҡ, соландан индереп алама толоп быраҡтыра ла төкрөктәрен сәсеп аҡыра:
– Йоҡла ошонда, малай аҡтығы, аяҡлы имгәк! Толоп аҫтынан башыңды күрһәтһәң, шешә менән сәсрәтә һуғам, билләһи. Атайың артынан дөмөкмәнең дә исмаһам, миңә бер һалыҡ!
Бөгәрләнеп ята ла арыҡ муйынын эскә тарта, ҡурҡышынан үҙе дерелдәй, үҙе илай. Ҡайҙа ғына барһын, морон төртөр кешеһе булмағас.
Ике ай самаһы шулай интеккәс, бер кис ҡасып сығып китте лә күрше ауылға юлланды. Унда атаһының алыҫ булһа ла туған тейеше - итексе Әһлей ҡарт йәшәй ине.
Ара алыҫ түгел, ике-өс саҡрым ғына булһа ла оҙаҡ атланы. Күренер-күренмәҫ төнгө юлда яҙа баҫып йығылып китә, тағы тора, тағы нимәгәлер эләгеп тәкмәсләй. Өҫтө-башы юл туҙанына буялып бөттө. Күҙҙәренән өҙлөкһөҙ йылға булып аҡҡан йәштәре шул туҙанға болғанып биттәрен бысратты. Юл ситендәге ҡыуаҡтар ҙа ал-баҫтылай ҡурҡыныс күренәләр, өкө уфылдаһа йөрәге ярылырҙай була.
Барып етте. Өйҙө тиҙ тапты, сөнки әллә ҡасан йоҡлаған ауылда Әһлей ҡарт ҡына утын һүндермәгәйне. Төнгө ҡунаҡты күреүгә хужаның иҫе китмәне, тором-
баштай төтәгән махорка тәмәкеһен ауыҙының бер ситенән икенсеһенә күсерҙе лә, ташбыҡ күҙҙәрен шуҡ ҡыҫа төшөп һәүетемсә өндәште:
– Ә-ә-ә, улым, һинме был? Әйҙә-әйҙә үт, түрҙән уҙ, хәҙер сәй ҡуйып еб-әрәм. Сәйгүн ҡайнағансы, мә, тамағыңды ялғай тор.
Малай ҡайраҡтай сөсө икмәкте кимерә-кимерә итексенең ҡулында уйнаған сүк-ештең туҡылдауын йоҡо аралаш ишетә, итек ҡалыбының ҡуңыс эсенә бер инеп бер сығыуын йомола барған күҙ ҡабаҡтары араһынан күҙәтә, ә башы үҙенән-үҙе эргәһендәге яҫтыҡҡа терәлә.
Иртәгеһен сәй янында һүҙҙе ҡарт үҙе башланы.
– Ул ен бисәлә башҡаса йәшәй алмаҫһың, улым. Хәлеңде ишетеп бик тә көйәләнеп йөрөй инем. Ул бейә, бөтә ауыл айғырҙарын эйәртеп, минең күршелә йәшәне бит атайыңа барып юлыҡҡансы. Атайыңа, Вәлитйәнгә лә әйтмәнем түгел әйттем, тыңламаны, иҫерек килеш бәйләнде лә батты юханың түшәгенә, ҡотолор әмәлен тапманы. Һылыу имеш, һылыулыҡты үтемле тауар ише баҙарға сығарып һатып булмай. Тормош көткәндә иң тәүҙә уңғанлыҡ, игелек, әҙәмсә тәүфиҡ кәр-әк… Бындағы өйө әллә ҡасан сереп аушайҙы, тегендәгеһе ни яландай иркен, яңы, кәртә -ҡура тирәһе лә шыңғырҙап тора. Хәҙер уны өйөгөҙҙән ҡыуалап та сығара алмаясаҡтар. Хужалыҡты ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн бөтәһен дә эшләйәсәк. Яйын-рәтен табыр, кәрәкһә силсәүит рәйесен дә, унан юғарырағын да майлар, яйлар, эсеп һөйрәлеп йөрөһә лә йылан аяғын киҫер хәйләкәр бисә бит ул. Ап-тырайым, шул ирҙәр ошо йыбытҡының ҡайһы еренә ҡыҙығаларҙыр! Тфү! Кеше йығылғанға мин ултырам осаны ыуып, тигәндәй, ҡыҫыр көйөккә көймәйек әле.
Ҡарт йылтырап ҡатҡан күфәйкә кеҫәһенән ҡаҡашҡан кисет сығарып “кәзә тояғы” төрҙө лә яғылған ҡара мунса ише төтәй башланы. Тынысланды. Тамағын ҡырып алғас һүҙен ары дауам итте:
– Әллә улым бында ҡала ла ҡуяһыңмы? Минең дә бит ауыр саҡта ауыҙыма һыу һалыр туғаным юҡ. Инәйең дә йортобоҙҙо етемһерәтеп бик иртә ҡуҙғал-ды.Ҡана һуң шул әхирәт тигән ергә бер төптән киткәндә! Риза булһаң, икәү йәш-әрбеҙ, ә? - Ҡарашында инәлеү, ялбарыу ярылып ята. - Хоҙайҙан ике генә нимә һора, балам - үҙеңдең һаулығыңды һәм миңә ун йыл самаһы ғүмер, күбе кәр-әкмәй. Нисек тә көңгөр-ҡаңғыр бергәләп көн итербеҙ әле. Артыҡ мулыҡмаһалар ҙа пинсеһен ваҡытында биреп торалар, итек төпләп, быйма табанлауҙан килә бер аҙ. Шулай булғас бирешмәбеҙ.
Ҡалды малай, ҡыуанып ҡалды. Шулай итеп, артабанғы яҙмышы бик тиҙ, һәм ыңғай хәл ителде. Мәктәпкә тыуған ауылына йөрөп уҡыны. Тик бер тапҡыр ҙа ат-ай тупһаһына боролманы, ояһы туҙҙырылған ҡошсоҡтай биҙгәйне шул. Киреһен-сә, урамда үгәй әсәһе тап булып ҡуймағайы, тип ҡурҡып йүгерә-атлай үтә. Ғәжәп-кә ҡаршы, тегеһе бер тапҡыр ҙа осраманы.
Ҡырыҫ булды Әһлей ҡарт. Ғәҙел һәм ҡырыҫ. Тапҡанының ҡәҙерен белергә өй-рәтте, харамға ҡағылдырманы. Үҙ баҡсаһына сәсеп үҫтергән махорканы көнө-төнө борхотһа ла араҡыға ҡағылманы, эскәндәрҙе өнәмәне. Малайҙы көсөнән килгән эштән дә тыйманы. Шуғалырмы уға йәйен - арба, ҡышын сана һөйрәп яҡындағы урмандан ҡоро-һары ташыу, шишмәнән көйәнтәләп һыу килтереү көндәлек еңел эштәрҙән иҫәпләнде.
рттың ҡарыуы ҡатҡайны, итек төпләү, ҡышын быйма табанлау үҫмерҙең төп шөғөлөнә әүерелде. Кисен тиҫ-терҙәренә эйәреп клуб, урам юлын тапамай, кәсебе менән булаша. Ниңә файҙаһ-ыҙға ваҡыт үткәрергә! Төп шөғөлөнән тыш ваҡыт табып китапхананан ҡултыҡ тултырып әҙәби китап алып ҡайта. Китаптар, унан ҡалһа рәсем төшөрөү бөләң-герт тормошон яҡтырта, йәшәүенә мәғәнә өҫтәй.
Күҙе төшөп, ымһынып йөрөгән ҡыҙы ла юҡ. Ғәжәп - йөрәге буш. Ҡыҙҙарға ҡарай ҙа ирекһеҙҙән уларҙы Вәлимә менән сағыштырырға керешеп китә… һәм күп кенә уртаҡ һыҙаттар таба. Таба ла дәрте һүрелә. Күҙ алдына үгәй әсәһенең өйөккән кәнтәйҙәй уйнаш ойоштороуы килеп баҫа, тәне ытырғана. Тештәрен шығырҙата: «Һеҙ бөтәгеҙ ҙә бер заттан…»
Армияға китер мәл еткәс, Әһлей ҡарт артыҡ ғауғаланманы, әйткәне шул булды:
– Бар, улым, ир ғәйрәтлеһе ил һаҡларға тейеш, имен-аман йөрөп ҡайт, хәлемде күршеләргә хат яҙып белешеп торорһоң. Бирешмәм.
Яңылышты ҡарт. Ул армияға китеп йылын да тултырып өлгөрмәне, ауылдан ҡайғылы хәбәр алды. Әһлей ауылдаштарын маҙаһыҙламай, йонсотмай ғына бый-ма табанлап ултырған ерендә йөрәген тотоп тәгәрәп мәңгегә күҙҙәрен йомғайны. Ерләшергә ҡайтты, тик һуңланы. Шуға ауылға ҡайтып инеү менән тура зыяратҡа йүнәлде. Ер өҫтөн буҙартып ҡар япҡан ноябрь урталары ине. Көн салт аяҙ. Ҡәберҙе мамыҡ юрғанға төргән йоҡа ҡар ҡатламы ҡояш нурҙарында меңәрләгән ынйы мәрйендәреләй балҡый. Түмәләскә кемеһелер ыҡсым итеп бура ла һуҡҡай-ны. Башы, аяғы осона таш та ҡуйғандар, хатта кемеһелер ҡағыҙ сәскә лә килтереп һалған. Игелекле, ғәҙел, эшһөйәр, кешелекле Әһлей ҡартты рәхмәтле ауылдашта-ры шулайтып еренә еткереп һуңғы юлға оҙатҡайнылар. Инде ысын мәғәнәһендә япа-яңғыҙы ҡалды. Шуғалырмы хеҙмәттән ҡайтышлай ошо ҡалаға туҡталғайны, бөтөнләйгә ҡалды да ҡуйҙы. Хәҙер дөйөм ятаҡта йәшәй, заводта эшләй…
Уйҙарына бирелеп ултыра торғас, үҙенең ҡайҙалығын иҫенә төшөрөп, терт-ләп китте, шунан ашығып ҡыҙыйҙы йыуатты:
– Илама, илама инде, йә, тыныслан.
Бала буҫыҡҡан йөҙөн борҙо:
– Һин кем?
– Минме? Әсәйеңдең танышы. Ямғыр аҫтында йөрөнөм-йөрөнөм дә, йылынып сығайым тип, һеҙгә боролдом.
– Әсәйемә ҡағылма, мин ҡурҡам! - Ҡыҙыҡай ныҡлап һыҡтарға кереште.
– Ҡурҡма, ҡағылмайым бит, бына – ҡаршыңда ултырам.
– Башҡаса беҙгә килмә лә.
– Ярай, килмәҫмен, тыныслан ғына.
Бала йәнлеләр кескәйҙәрҙе төрлөсә һөйләндерергә әүәҫ булалар, шунан оло кинәнес табалар. Алдында ятҡан, илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән, алһыу битле, ебәктәй бөҙрә сәсле, уйынсыҡ ҡурсаҡтай ғына кәүҙәле ошо балаға ҡарата күңел-ендә лә аңлата алмаҫлыҡ наҙ уянды, ғүмерҙә ҡулланмаған иркә һүҙҙәрен әйткеһе килде. Хәтерендә, Әһлей ҡарттың ҙур бохар бесәйе бар ине. Малай иркәләнгеһе килгән мәлдәрендә уны күтәрә лә битен оҙон йөнгә ышҡый, үҙе бесәйҙең ҡола-ғына бышылдай: “Бәләкәсем минең, матурҡайым минең…” Ҡарт ялбыр ҡаштары
аҫтынан уны күҙәтә, тамаҡ төбөнән иңрәүгә оҡшаш өн сыға, тәмәке төтөнөнә йәш-ләнгән күҙҙәрен һыпыра.
Ул тилберләнеп ҡыҙыҡайҙы хәстәрләргә керешеп китте:
– Әйҙә әле, иң тәүҙә еүешләнгән битте, танауҙы ҡоротайыҡ. Бына шулай, бына шулай! - Кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып еүеш танауҙы ҡоротто. - Ныҡ итеп һеңгер әле?! Үәт маладис! - Усы менән һыпырып йәшләнгән күҙ ситтәрен ҡоротто. - Бына ошолай итеп хәстәрләмәһәң матур ҡыҙ ямаҡай булып күренәсе. Исемең дә матурҙыр әле, ивет?
Ҡыҙыҡай ысынлап та тынысланды, хатта ул уның бит-йөҙөн рәткә килтергәндә лә, бөтәрләнеп бөткән түшәген ипкә килтереп, юрғанын киренән ябып, ян-тир-әһен ҡымтыштырғанда ла ҡарышманы, күндәм генә ятты, һорауға ихлас яуапла-ны:
– Гөлкәй була исемем.
–Ҡайһылай гүзәл исем - Гөлкәй! Бәләкәй генә матур ғына гөл, тимәк.
– Ә һинеке?
– Минекеме?- Бындай һорауҙы көтмәгәнгә аптырап ҡалды, шунан яртылаш ауыҙын ҡаплап зал яғына ишетелмәҫлек итеп шыбырҙаны:
– Әсғәт ағайың булырмын…
– Ипләп әйтһәң дә, һинеке лә шәп! Әсғәт!
– Гөлкәй, артыҡ шаулама! - Алдығының асылыуына уңайһыҙланып китте, үҙе һаман бышылдауында булды. - Һин йоҡла йәме, төн уртаһында күршеләрен уят-ырлыҡ итеп аҡыллы ҡыҙ шауламай инде ул. Ә мин ҡайтайым, әсәйең менән хуш-лашайым да ҡуҙғалайым - Ихтыярынан тыш, эйелеп, ҡыҙыҡайҙың йомшаҡ сәстә-ренән һыпырҙы, арҡаһынан һөйҙө. - Тыныс йоҡо, бәләкәсем!
– Тыныс йоҡо! Ағай, бая беҙгә килмә, тип алдатып ҡына әйткән инем.
Боролдо, йылмайып баш ҡаҡты, аңланым, йәнәһе. Залға сығыуға ҡатын да ке-йенгәйне, өҫтәл артына ултырған, биттәре буйлап йәштәр тәгәрәй. Ул тауышһыҙ ғына илай ине. Ул да ултырғысты тартып, уның йәнәшәһенә бөршәйҙе.
Ҡатын ҡул һырты менән йәштәрен һыпырҙы, ҡарашы осҡондар сәсрәтә:
– Йә, Әсғәт (исемгә баҫым яһаны), иҫ киткес урынға килеп эләктең түгелме, хеҙмәтләндереү оҡшанымы?
– Ул турала һөйләшмәйек әле… Иң башта танышайыҡ, исемең нисек?
– Ниңә кәрәкте төнгө күбәләктең исеме? Фәхишәнең исеме булмай! Һәр ҡунған урыныңда ҡыҙҙарҙың исемен төпсөнөп йөрөйһөңмө?
– Уҫаллашма.
– Исемем - Гөлбикә! Ышанмаһаң, паспортымды күрһәтәм. Нимә, мине алда-нылар, тимәксеһеңме? Әйткәндәй, төнгө хеҙмәткә хаҡ билдәләмәгәйнек, күпме аҡса кәрәк, тинең әле?! Бик күп! Фәхишәнең кеҫәһендә икмәклек тә аҡсаһы юҡ. Төнгө хеҙмәтләндереү тамаҡ ялғарлыҡ хәйер булыр. Йә, мөхәббәт уйынын бик килештереп башлағайныҡ түгелме, дауам итәйек!
– Етте, тыныслан, Гөлбикә!
Ҡатын йөҙөн услап үкһей башланы. Ул да шымтайҙы, йыуатырлыҡ һүҙҙәр та-ба алманы. Һыҡтау оҙаҡҡа һуҙылғас, торҙо, ары, нимә эшләргә белмәгәндәй, сәс-
тәрен бармаҡтарына араланы, өҫтөндәге свитерен төҙәтештерҙе, ишек төбөнә эленгән курткаһын үрелеп алды:
– Гөлбикә, ҡайтайым инде. Нисектер уңайһыҙ килеп сыҡты, берүк ғәфү итегеҙ… кисерә алһағыҙ, кисерегеҙ...
– Әсғәт! - Гөлбикә көҙгө янына килде, бит-йөҙөн тәртипкә килтерҙе, туҙышҡан сәстәрен тараны ла һораулы төбәлеп әйтте: - Яңылышмаһам, һеҙ ҙә теге урынға ҡаңғырып барып сыҡтығыҙ шикелле. Аҙашҡан, бәргеләнеп-һуғылып үҙенә урын таба алмаған кешегә оҡшағанһығыҙ. Ресторан майҙанында уҡ һеҙҙең хаҡта шулай уйлағайным Тупаҫ, әрһеҙ ҡыланырға тырышыуығыҙ - яһалма битлек кенә. Беҙҙе, ҡатын-ҡыҙҙар халҡын, алдап булмай ул…
Тегеһе урынында тапанып тороуында булды, яуап ҡайтарманы.
– Ултыр, килеүен-килгәс, яңғыҙаҡ ҡатындың эс серен белеп кит, исмаһам. Юғ-иһә минең турала насар фекерҙә ҡалырһың. Ваҡытыңды оҙаҡ алмам.
Кире ултырҙы, Гөлбикә ҡулдарын ҡаушырып стенаға һөйәлде:
– Инкубатор тоҡомонан мин, балалар йортонда тәрбиәләндем, - тип һүҙ баш-ланы ҡатын. - Атай хәстәре, әсәй наҙы тойоп үҫергә яҙманы. Атайым, әсәйем хаҡ-ында өҙә-йырта булһа ла белергә тырышыуым уңышһыҙлыҡ менән тамамланды. Балалар йортона ҡайһылайыраҡ барып эләккәнмендер, бер Хоҙай белә. Билдәле, унда үҫкән балалар үҙаллы, саманан тыш әрһеҙ булалар, хистәргә бирелә һалып бармайҙар. Ә мин - киреһе, нишләптер һәр ваҡыт ярҙамға мохтажмын, таян-ысһыҙ ҡоларға ғына торам.
Мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона урынлаштырыу хәстәрен күрҙеләр, стипендияһын да тәғәйенләнеләр. Уҡыуҙа үҙем дә, алдынғылар рәтендә йөрөмә-һәм дә, һәйбәттәр иҫәбендә инем. Балалар йортонан булғас, рәт сығырлыҡ та тойолғас, ярҙам иттеләр. Элек дәүләт кеше тураһында хәстәрлек күрә ине бары-бер. Хәҙер бөтәһе лә демократия төшөнсәһе, ялтырауыҡ лозунгылар аҫтына күмелеп ҡалды.
Артыҡ ауырлыҡһыҙ ғына институттың өсөнсө курсын тамамланым. Шул йылы үҙемдең буласаҡ иремде осраттым. Ирем, тип ауыҙ тултырып әйтергә хаҡым да юҡтыр, бәлки.
Ҡала етәкселәре институтҡа студенттар менән традицияға әүерелгән осрашыуға килгәйнеләр. Ул мине тап итте лә шул мәлдән артымдан ҡалмаҫ булды. Йәш егет һымаҡ йүгермәһә лә, үҙенең барлығын, минең турала хәстәрлек күреүен өҙлөкһөҙ һиҙҙертте.
Ҡара «Волга»ла елдереүсе абруйлы ҙур түрә ине ул. Урта йәштәрҙә, өйләнгән, ике улы үҫеп килә. Быларын да йәшермәне. Ә мин - тәжрибәһеҙ, бер ҡатлы ҡыҙ-ыҡай. Ул тик уныҡы ғына булыуымды үтенде, алтын тауҙары, нужаһыҙ киләсәк вәғәҙә итте. Һүҙҙәрен эш менән дә иҫбатланы. Уҡыу йортон да бөтмәгән көйгә сиратһыҙ-ниһеҙ һә тигәнсе ошо фатирға индем. Күптәр ундай бәхетте тиҫтәләрсә йылдар көтә, ҙур ғаиләле көйгә дөйөм ятаҡта көн итә. Тағы, бығаса кеймәгән, төшөмә лә инмәгән затлы кейемдәргә күмелдем. Кинәйәләп еткереүсеһе лә таб-ылды - әгәр үҙеңде “тәрбиәле” тотмаһаң, ошоларҙың бөтәһе лә күҙ асып йом-ғансы юҡҡа сығасаҡ. Институттан ҡыуыуҙары ла бик ихтимал. Ундай тәүәккәл, әрһеҙҙән ҡотолоп буламы- ҡурҡтым, һындым, бирелдем.
Шул көндән алып ике яҡлы тормош менән йәшәй башланым, уҡыу йорто сту-денткаһы һәм… өйләнгән ир һөйәркәһе. Ундай йәшәүҙең йәменән ғазаптары кү-берәк. Һөйәрең ике-өс көнгә бер килеп иркәләй, наҙлай, ир һыуһынын ҡандыра ла ҡабаланып ҡайтып китә. Ә һин итек ҡойоһон һөртөп алған иҙән сепрәгеләй ултырып ҡалаһың.
Шулай бер нисә йыл дауам итте. Институтты бөтөрҙөм, йонсомай ғына ҡаланан эшен дә таптым. Билдәле - законһыҙ иремдең ҡөҙрәте хәл итте быларҙы.
Тормошом сағыштырмаса яйға һалынғас, үҙ теләгем менән ауырға ҡалып, ошо ҡыҙымды таптым. Таш ҡапсыҡта яңғыҙым йәшәгәнсе, икәү булырбыҙ, исмаһам, тинем. Ысынлап та, Гөлкәй тормошома йәм өҫтәне, йәшәүемде яҡтыртты, ҡыуан-ысым да, йыуанысым да ул ғына бит.
Эсемде яндырғаны тағы шул булды, бала тыуҙы, ә атаһы уны - ҡанынан яралған йәнде - үҙ итеп ҡабул итмәне. Йәнәһе, уның теләгенән тыш тыуған бала. Әйткән-дәрен үтәүҙәренә ныҡ ғәҙәтләнгән түрә психологияһы! Бала табыу йортона үҙенең урынбаҫарының машинаһын ебәргәйне, шоферы ла йыйынып сыҡҡанымсы алан-йолан ҡаранып өркөп торҙо, енәйәт ҡылған тиерһең.
Миңә килгәнендә лә һөйәрем балаһын ҡулына алыу түгел, боролоп та ҡара-маны, эргәһенә барманы. Гөлкәй илай башлаһа, теге көйһөҙләнергә тотона - миңә иғтибар юҡ, ял итеп булмай, өйҙән һыҡра еҫе сыға - таба инде һылтауын. Шик-шөбһәгә ҡалдым. Шиктәрем йәнемде әрнетеп кенә ҡуйманы, тәрәнәйә барып, тынғылыҡ бирмәүсе ҡурҡыуға әүерелде. Тормошомдоң бөтөнлөгө сатнаны һәм мин етеш, ауырлыҡһыҙ йәшәүемдән баш тартырға булдым.
Ниңә мин үҙ-үҙемде алдарға тейешмен?! Ситлектә йәшәгән ҡоштан ҡайһы ерем айырыла? Уны ла бит йылы, яҡты урынға ситлеккә бикләп ҡуялар ҙа, ашаталар ҙа ашаталар, ашаталар ҙа ашаталар. Өй хужаһына бер нимә генә кәрәк - ҡош өйҙө йәмләргә һәм кәрәкле ваҡытта һайрарға тейеш. Әгәр ҙә ҡош имгәнһә йә ауырып китһә? Йылдар үтер, кемгә булһа ла кәрәгем ҡалырмы? Унан тик бер генә нимәне - тыныслыҡта ҡалдырыуын һәм ирек үтендем. Мин бит ҡол түгел, ғаиләне ҡотло, йәмле итеү өсөн яратылған ҡатын-ҡыҙ! Тағы сит ғаилә йылыһына ымһынып күпме йәшәргә мөмкин? Яҡындарыңа бөтөнләй ҡайт, уларға хыянат итмә, тип тә өҫтәнем.
Ошо хаҡта ишеткәс, һөйәремдең түрәлек һуты һеңгән, һәммәһенә лә битараф ҡала белгән битлек-йөҙө төмһәрҙе, йоҡа ирендәре ҡыҫылды, күгәрткәнсе ҡыр-ылған сикәләрендәге мускулдары бейеште, туң күҙҙәрендә хәтәр сатҡылар пәйҙә булды. Алтын тештәргә ҡыҫылып мыҫҡыллы өн сыҡты:
– Һин уйлай ҙа беләһеңме ни әле?
- Беләм. Мин робот түгел!
Кейенеп ишек төбөнә килгәс, боролоп зәһәр, уҫал, яһил итеп ҡараны ла былай тине:
– Туйып һикерәһең ҡыҙыҡай. Һиңә әҙерәк асығып алыу файҙалы булыр. Михнәттәр елкәңде баҫһа, шылтырат, телефон номерын беләһең…
Ысынлап та юҡлыҡ үҙен тиҙ һиҙҙертте. Шулай булмай ни ҡалала бәләкәй генә эш хаҡына йәшәп ҡара! Алғаның да квартплата, башҡа сығымдар түләүҙән артм-ай. Таныш-белештәрҙән дә үтескә өҙлөкһөҙ аҡса теләнселәп булмай, улар үҙҙәре
саҡ осто-осҡа ялғап көн итә. Балалар йортонан булғас, туған-тыумаса ҡайҙа инде ул!
Һуңғы сиккә еткәндә телефон трубкаһын алып таныш номерҙы йыйырға күп тапҡырҙар ынтылдым. Шулай ҙа үҙ-үҙемде еңергә, ғорур булып ҡалырға көсөм етте.
Бер көн эштән ҡайтышлай урамда институтта бергә уҡыған таныш ҡыҙҙы оср-аттым. Уны ни, танырлыҡ та түгел, һуңғы модаға ярашлы, килешле итеп кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп алған. Күренеп тора - һайланырлыҡ форсаты бар.
Миңә инеп, оҙаҡ ҡына сәй янында һөйләшеп ултырҙыҡ. Әңгәмә нисек йәшәү, көн итеүгә килеп терәлгәс, бик үк асылып китмәһәм дә ауырлыҡҡа, аҡса юҡлыҡҡа зарланып алдым.
Ҡунағым ғәжәпләнеүенән ҡаштарын юғары сөйҙө:
– Гөлбикә, бөгөнгө заманда йүнһеҙҙәр, эшлектән сыҡҡан зәғифтәр генә йонсоп йәшәй. Тимәк яйын таба белмәйһең!
– Әйберҙәремде сығарып һатайыммы?
– Ниңә алынған әйберҙе һатырға, киреһенсә, яңыларын алырға кәрәк.
– Ниндәй аҡсаға?
– Былай сибәрлегең һүнмәгән әлегә. - Курсташым мине баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе, әйтерһең дә, ниндәйҙер тауарҙы баһалай, хаҡ ҡуя. - Модно итеп кейенеп, өҫ-башыңды рәткә килтерһәң, һинең тирәлә ир-ат шәрбәткә ябырылған бал ҡорттары һымаҡ ураласаҡ…
– Был бит үҙ-үҙеңде һатыу!
– Килем килтерә торған нәмә ваҡытында ҡулланылырға тейеш, тауарҙың һуңынан үтмәүе бар! Конкуренция көслө баҙарҙа. Йәшһең, сибәрһең, өлгөрөп ҡал! Һинең төҫ-баш миндә булһа, валютчица булып долларҙар менән генә эш итер инем әле.
– Ә намыҫ?
– Намыҫ?! - Ҡунағым шарҡылдап көлөп ебәрҙе. - Какая ты наивная, Гөл-бикә! Ҡайҙа һуң ул намыҫ? Күрһәт, исемен әйт намыҫлы кешенең! Өндәшмәйһеңме? Шул, шул. Ҡабатлап әйтәм, хәҙер баҙар экономикаһы - бөтә нимәне һатырға, һатып алырға мөмкин. Кем тауарына юғары хаҡ ҡуйып мулыраҡ аҡса ҡайыра, шул ота! Отолдоңмо, түбәнгә тәгәрәнең, тигән һүҙ. Беҙгә институтта: “Кеше кешегә - дуҫ һәм иптәш” тип тылҡынылар. Хәтереңә киртеп ҡуй, бөгөн кеше кешегә - бүре! Көслөнөкө донъя! Асыҡҡың килмәһә, алдаш, урла, терһәгең менән этеп башҡаларға юл бирмә!
Өндәшмәнем. Шулай ҙа был һөйләшеү эҙһеҙ үтмәне, өҙлөкһөҙ мейене игәп торҙо. Уйлап ҡараһаң, ошоғаса фәхишәнән ҡайһы ерем менән айырылдым әле? Туҡ, йылы тормош, фатир өсөн яратмаған көйгә тәнемде һатып йәшәнем түгелме? Айырма шунда ғына, фәхишәләр урамда, мин өйҙә… Әллә нисә тапҡыр әҙерләнеп, кейемдәремде ҡабат сисеп ырғытҡан осраҡтарым булды.
Тормошом, барыбер яйлап-яйлап ошо аҙымды яһарға этәрҙе. Теләнселәй торғас муйындан бурысҡа баттым, йәнә балалар баҡсаһы өсөн әллә нисә айға түл-әнмәгән взносты талап итә башланылар. Бөгөн ҡыҙым тәүге тапҡыр асыҡҡанын
әйткәс, сыҙаманым, тәүәккәлләргә булдым. Күренеүенсә, һунарым уңышһыҙ тамамланды, бәлки, тәжрибә туплаңҡырағас һәйбәт китер.
Гөлбикә һүрәнке йылмайҙы.
Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты. Гөлбикә лә уйҙарына батып тороуында бул-ды, ул да ултырғысында бөгөлөп төштө.
– Ярай, мин ҡайтайым, һуң бит инде… Һау булығыҙ! - Ҡабаланып ҡалҡ-ынды ла сығыу яғына йүнәлде. Ишек тотҡаһына йәбешкәс, оҙата килгән ҡатынға боролдо. - Гөлбикә, һеҙ ул урынға башҡаса бармағыҙ, яраймы?.. Бармағыҙ! Тағы… мин бүре лә, баҫҡынсы ла түгелмен, ҡурҡмағыҙ, намыҫымды ла юғалтмағанмын әлегә. Донъяла яҡшы кешеләр ҙә бөтмәгән… Һин яңғыҙ түгелһең, яңғыҙ түгелһ-ең…
Тегеһе өндәшмәне. Ә ул ҡабаланып сығыу яғына йүнәлде.
Урамда рашҡы баҫылған, күктән өҙлөкһөҙ ағым булып ҡар яуа. Ябалаҡлап осҡан эре ҡар бөртөктәре ебәк шаршау һымаҡ күҙ алдарын томалай. “Былай булғас йонсоу осор үтер инде, баҙыҡ төҫлө саф ҡыш килер! Ҡыш килә, аҡлаҡ сафлыҡ бөрккән ҡыш!”
Туҡталышҡа боролоп та тормайынса ырамлы баҫып ап-аҡ тротуарҙан атлап китте.
– Китсе, Әсғәт, һин йөрөйһөңмө, кеше ҡурҡытып? Сәстәренә ҡар һырып бөткән ҡайһылай, үҙе йылмайған була тағы. Ҡайҙа йөрөнөң? - Вахтерша көттөрмәй бикле ишекте асты ла шулай хәстәрлекле һөйләнеп ҡаршы алды.
– Ҡайҙа, тиһеңме? - Кинәнеп көлөп ебәрҙе. - Саф һауа һулап йөрөнөм.
– Лыҡыланма, һыуыҡ алдырып ятһаң, белерһең әле!
– Нәғимә апай, борсолма, йөрәгем ҡайнар минең, вулкан һымаҡ атлығып сығ-ырға тора!
– Вулкан йөрәкле егет, бар, тиҙ генә һыуланған кейемеңде алыштыр ҙа кире төш, сәйем ҡайнап сыҡты, ҡурай еләге ҡайнатмаһы ла бар. Күшеккәнһеңдер, йылынып китерһең.
– Рәхмәт, Нәғимә апай, икенсе ваҡыт, йәме?
“Уны убырлы ҡарсыҡ тигән булдым, ә ул әсәйем һымаҡ мине ҡайғыртып улты-ра…»
– Тыныс төн булһын, Нәғимә апай!
– Тыныс йоҡо, балам.
Араҡы, тәмәке еҫе уҡмашҡан ҡырҡыу еҫле бүлмәгә инде лә, утты ҡабыҙып тор-маҫтан, карауаты янына килде. Еүеш кейемдәрен сисеп карауат тимеренә элгәс, һалҡынса түшәгенә ятты. Һуң булһа ла оҙаҡ йоҡлай алмай ыҙаланды. Күҙ алдын-ан һылыу йөҙлө теге ҡатын китмәне. «Гөлбикә! Гөл-би-кә!.. Ҡайһылай матур исем! Ҡалала Гөлбикә йәшәй. Иртәгә лә, иртәнән һуңға ла ошо, уның был донъяла барлығын белдергән тойғоно кисереп рәхәтләнәсәк, сәбәпһеҙ ҡыуанасаҡ ул. Әллә ғүмерендә тәүге тапҡыр ғашиҡ булып ҡуйҙы инде? Шулай шикелле…»
Ошо татлы уйҙарына ҡыуанып, күҙҙәрен йомдо һәм йылмайған килеш йоҡлап та китте.
Иртән йоҡоһонан тороуға донъяны ап-аҡ ҡар ҡаплағайны. Ҡар өй ҡыйыҡ-тарына ла, ятаҡтың ҡаршыһындағы спорт майҙансығына ла, майҙансыҡ ситендә
бикләнмәй төнгөлөккә ҡалдырылған еңел машиналарҙың өҫтөнә лә аҡ юрған бул-ып һылашҡан. Болотһоҙ күк йөҙөнән яңы ҡалҡып килгән ҡояш нурҙарына күҙҙәр сағыла хатта.
Егет йүгереп йөрөп йыуынып-ҡырынды ла күрше бүлмәләге магнитофон кассе-таһынан ағылған йырға ҡушылып, көйләй-һыҙғыра кейенергә тотондо.
Йылмай әле, тынысландыр мине,
Онотоп тор борсоу уйыңды…
– Эй, йоҡо сүлмәктәре, тороғоҙ, ялығыҙҙы йоҡлап үткәрәһегеҙ бит!
Башҡа карауаттарҙа ятҡандар ҡымшанманылар ҙа.
– Рөстәм, һинең күлдәгеңде кейәм, яраймы? Рәшит, галстугыңды эҙләмә, ул минең муйында булыр, - Ҡысҡырып һөйләнеүендә булды. - Егеттәр, одеколон ҡайҙа, таба алмайымсы?
Мөйөштәге карауат ҡыбырланы ла одеял аҫтынан боларған сәсле Рәшиттең башы күренде.
Күҙҙәрен тырнап асып, кипкән ирендәрен ялап әйткәне шул булды:
– Ромео, ҡайтышлай, шешәле һыра алып ин әле. Баш сатнай, үләм…
Башҡа карауаттар ҙа шығырлап ҡуйҙы.
– Теләгегеҙҙе аңланым, егеттәр! Ярай, онотмаһам алырмын.
– Онотһаң, беҙҙе бысаҡһыҙ һуйҙың, тип уйла. - Тоноҡ тауыш Рөстәмдеке ине.
Ятаҡ алдына сыҡҡас, албырғаңҡырап ҡалды. Ут ҡапҡандай ҡайҙа ашыға һуң әле? Тәүҙә “Балалар донъяһы” магазинына, шунан баҙарға!
Магазиндан ҙур, уның фекеренсә, иң матур ҡурсаҡты алып ҡултығы аҫтына ҡыҫ-тырҙы ла сығып трамвайға ултырҙы.
Баҙар ғәҙәттәгесә ҡырмыҫҡа иләүеләй ҡайнап тора. Әйберҙәр үтемлерәк ерҙә халыҡ ағымын йырып та үтерлек түгел. Көньяҡ кешеләре үҙҙәренә генә хас акцентта мөрәжәғәт итеп алдарына тауҙай итеп өйөлгән емеш-еләктәрен маҡ-тайҙар. Ит түшкәләре эленгән урында ауыр балтаның түмәргә дөпөлдәүе ишете-лә.
Ҡаплы шоколад кәнфиттәре һатып алып китергә лә өлгөрмәне, арттан яғымлы тауыш саҡырҙы:
- Һеҙ сәскәләр эҙләйһегеҙ шикелле?
Ситтәрәк һатыу итеүсе урта йәштәрҙәге мөләйем ҡатынды күргән егет, алыр нәмәһен әле генә хәтерләгәндәй, ҡыуанып яуапланы:
– Эйе, һеҙ яңылышманығыҙ!
“Гөлбикәнең өҫтәлендә сәскәләр бар ине, ул тере сәскәләр ярата. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ менән осрашыуға шулайтыбыраҡ бараһыңдыр, киноларҙа күрһәтәләр ҙә-һә…»
– Улай булғас, яҡынла, иң матурҙары, янып торғандары, күҙ яуын алғандары, оялсандары миндә генә. - Эргәһенә килеүгә оторо ирәбеләнеп теҙергә тотондо. - Ниндәй тантанаға? Туй, тыуған көн, театр премьераһы?
– Былай ғына.
– Аңлашыла! Свиданиеға, значит! Нисә йәштә? Вообще-то, беҙҙең халыҡтың йәшен һорамайҙар.
– Ул бик һылыу…
– Уның сибәрлеге менән ярышҡан, уға соперница булырлыҡтарҙы алмайыҡ. Букет саҡ ҡына тоноғораҡ һәм тыйнаҡ булырға тейеш.
Ҡатын үҙ алдына һөйләнеп, сәскәләр һайларға керешеп китте һәм бер аҙҙан әҙ-ерләгән гөлләмәһен егеттең ҡулына тотторҙо.
– Күпме түләргә?
– Һылыу ҡыҙҙарға тигән бүләк арзан булмай! - Һатыусы мут йылмайып күрәләтә ҙур хаҡты әйтте.
Кеҫәһенән аҡса сығарып, һатыулашып та тормай һонолған ҡулға йомдорҙо ла рәхмәт әйтеп китеп барҙы.
Юлдар сатындағы теге светофор, хәҙер уңға боролорға кәрәк. Бына ул йорт. Ҡояшлы тәҙрәләре үҙенә әйҙәп, саҡырып торалар төҫлө. Йүгерә-атлай тейешле ҡатҡа күтәрелде. Егеттең ҡыйыулығы ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Икеләнеп урынында тапанғандан һуң һаҡ ҡына ишек йәнәшәһендәге саҡырыу төймәһенә үрелде. Эстә асыҡ сағыу булмаған яғымлы көйгә тартым ҡыңғырау тау-ышы ишетелде. Йөрәк өмөтләнеп, ярһып туланы: “Ишек асылырмы?..”
Читайте нас в