Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Декабрь 2020, 22:30

ҺЫҒЫЛЫП - ҺЫҒЫЛЫП СЫҒА КҮҘ ЙӘШЕ

-Һығылып - һығылып сыға күҙ йәше, - тип йырлай инең. Илаттым һине, Әсфәр.

ҺЫҒЫЛЫП - ҺЫҒЫЛЫП СЫҒА КҮҘ ЙӘШЕ. Хикәйә
Таңһылыу Ҡарасурина.

"Киртләс - киртләс була тау ташы,
Йоморо - йоморо була һыу ташы.
Үткән ғүмеркәйҙәр иҫкә төшһә,
Һығылып - һығылып сыға күҙ йәше." (Халыҡ йыры.)

... - Әллә кем булып. Түш киреп. Кешене мат ҡурып. Кем белмәгән Сафия?..
Уйҙарының ошо ерен ҡапыл ҡысҡырып әйтеп ебәргән Мәзүнә ян - яғына ҡарай һапды - берәйһе ишетеп ҡалмаһын.
"Был бисара үҙ алдына һөйләнә башлаған, икән", - тигән яманат китер шунан. Берәйһе шулай тиһә, икенсеһе:
- Ул ни әллә ҡасандан бирле шулайта бит ул,.. - тип өҫтәр.
- Ба-ахыр ғына... Ҡуй инде... Уның урынында булһам, мин әллә ҡасан...
Тағы әллә нимәләр тип сурытырҙар, Мәзүнәне йәлләгән булып. Бисәләргә изем генә булһын.
Алай ҙа урман ситендә берәү ҙә юҡ. Кем йөрөһөн үҙ малын Мәзүнә шикелле үҙе көтөп. Иртәнсәк ҡыуып сығаралар ҙа көтөүҙән алда йыйып алалар. Ә Мәзүнә йөрөй. Һарыҡтарын, быҙауын иртәнсәк сығара ла, эҫе төшә башлаһа алып ҡайта. Төш ауғас, тағы сығара. Тағы барып ала.
- Йөрөйһөң үҙеңә эш яһап. Йыбанмай, - тиҙәр уға кем генә күрһә лә. Ә Мәзүнәгә шул ғына кәрәк. Уға яңғыҙ рәхәт.Уй уйларға берәү ҙә ҡамасауламай. Ҡулында бәйләме. Энәләренә ҡарамай ҙа ул, күҙ ҙә ҡалдырмай семәрҙәрендә яңылышмай шәленең - ҡулдары кәлеп булып бөткән шәл бәйләп.

Күкрәгенә һыймай шул уйҙары.кем белә уның эсендә нимә ҡайнағанын. Иң йәне көйөп үртәлгән, йә иң үкенгән саҡтары иҫенә төшһә, бына әлегеләй, үҙе лә һиҙмәҫтән, ысҡына ла китә теленән уйҙары. Уйҙар бит тауыҡтарға һалған емгә килеп ябырылған әрәм тамаҡ күгәрсендәр ҙә, әрһеҙ турғайҙар ҙа түгел усты усҡа һуғып көш! тип ҡурҡытып осороп ебәрергә. Сафияның магазинынан йәне көйөп ҡайҡайны иртәнсәк. Бер башҡа тоҙ өсөн генә йомошо төшкәйне. Көтөп кенә торған, тиерһең, эт тиреһен башына ҡапланы, ниндәй генә ғәйеп таҡманы. Алған тоҙо ла онотолоп ҡалған хатта.
- Нишләп шунан нахаҡҡа таланаһың, Сафияның ирен һин һалдырып алған мәллә? Һинең телең юҡ мәллә? Әйтер һүҙең юҡ мәллә? Һиндә лә тел низнай бит! Мин һинең урыныңда булһам.. .- тип аптырай магазиндан бергә сыҡҡан бисәләр. Бер ни булмағандай, йылмайып атлаған Мәзүнәнән яуап көтәләр ҙә бер - береһенә ҡарашалар.

- Йөрөһөн әйҙә зәһәренә ҡатып. Ә мин һүҙемде әрәм итмәйем.
Бисәләрҙең иртәнге һүҙенә яңы саҡ яуап бирҙе Мәзүнә. Шулайтып үҙе менән һөйләшә шул. Кешегә сер һатмай, өйөндә һөйләшеп ултырыр кешеһе юҡ. Ире үлде, малайы бар ҙа, ул - ир бала. Уныһы ла ошо арала әллә ҡайҙа йөрөй олағып. Кис кенә арманһыҙ булып ҡайта ла тамағына ла йүнләп ашамай, тәгәрәй
.
- Һинең урыныңда булһам, тигән була ла торалар. Миңә нимә булған икән? Минең урын эләкһен әле һеҙгә.
Малдарын ҡураға индереп япты ла, ҡулъяулыҡ осона ҡуша бәйләп кеҫәһенә һалған асҡысын ҡапшаны. Юҡ асҡыс. Тағы төшөп ҡалған. Инде нисәнсеһен юғалта. Табылмаһа, тағы йоҙаҡ яңырта икән....
- Әллә ниндәй үсем бар ошо асҡыс тигән нәмәлә. Асҡыс юғалтам да, балдаҡ юғалтам ғүмер буйы.
Үҙ алдына һөйләнә - һөйләнә яңы ҡайтҡан юлынан кире үргә, урман яғына, атланы. Башын да ҡалҡытмай аяҡ аҫтын ҡарап бара ине:
- Йә, тағы асҡысыңды юғалттыңмы? - тигән тауышҡа терт итеп ҡалды.
Өс өй аша күршеһе Әсфәр икән. Бейәһен тышарға үтеп киткәйне бая янынан.
- Нуҡата!
- Ҡайһы ерҙә төшөп ҡалған?
- Нуҡата, эйәһе булмаһа, миңә бата!. Бер самауыр сәйең йәлме. Мә. Ултырған түңгәгең төбөндә ята ине. Ике нуҡата әле - энәң дә төшөп ҡалған шунда.

Һүҙһеҙ генә барҙылар бер килке. Әсфәр урап тотҡан йүгәне менән итегенең ҡуңысына һуға - һуға атлай, үҙе эстән генә йыр мөңрәй.
- Теге йырыңмы?
- Шул инде. Моңһоҙҙоң да була өс йыры, тиҙәр. Минеке берәү.
- Берәү булһа ла берәгәй. Уҙған ғүмеркәйҙәрҙәге үкенестәр күҙ йәшен һығыр ул...
- Үкенестәрҙән алда хаталары, алйотлоғо йөрөй уның...Һуңынан, эш үткәс, күҙ йәш һығыуҙан ни файҙа..
- Шулай инде. Уны беҙ икәүҙән һорағыҙ, тигән бул.
Мәзүнәнең кәртә артына еттеләр.
- Самауыр ни, ҡайнап ултыра ул, әйҙә, борол. Сафияң яр һалып килеп етмәһә... Иртәнсәк былай ҙа...
- Енләнеп ҡайтып бара ине шул. Минең көстө һиңә төшөрәлер. Өйҙә түгел мин.
Әсфәрҙең һуңғы һүҙҙәрен ищетмәне Мәзүнә, ишеген асты ла өйөнөң эсенә үтте. Әсфәр соланда шыжлап ултырған самауырҙың түбәсәйен алып күмеренә өрҙө лә, торбаһын ҡуйҙы.
Йоҡа ғына ялтыр ҡалайҙан ошо торбаны ла, бынау һөйәүле торған һоҫҡоно ла Әсфәр эшләп биргәйне Мәзүнәгә. Ипле тотонғас, һаман бар.
Ҡайнап сыҡҡан самауырға шундағы сөгөндән бер нисә эре генә үле күмер өҫтәне лә өйгә тотоп инде.
Өҫтәлдәге батмусҡа Әсфәр самауырҙы ултыртҡанды көтөп торған Мәзүнә сәй һалып әҙерләп ҡуйған сәйгүненә ҡайнар һыу алды ла уны самауыр башына ҡуйҙы. Ситтән ҡарап торһаң, был икәүҙе ирле - ҡатынлылар тиерһең. Өндәшмәй - нитмәй һәр береһе үҙ эшен белеп эшләй былар. Әсфәр икмәк телде, һыуытҡыстан алып биргән һалҡын итте тураны. Мәзүнә тәм - том, һөт - ҡайиаҡ, башҡа ризыҡтарҙы теүәлләне. Өнһөҙ - тынһыҙ өҫтәл әҙерләгән был ике күршенең сәйер ҡылығы үҙҙәренә һис тә сәйер тойолмай.

Ысынлап та, ирле - ҡатынлы ине Әсфәр менән Мәзүнә. Ун йыл бергә йәшәгәс, айырылышып ҡуйҙылар. Хәҙерге бөтмәҫ - төкәнмәҫ сериалдарҙағы һабынлы - күбекле яһалма хәсрәттәргә ышанып, ҡайғырып, илай - илай ҡараусыларға был ғаилә тарихын кино итеп төшөрөп күрһәтһәң:
- Тормошта ундай хәлдең булыуы мөмкин түгел, алдыҡ был, - тип әйтеүселәр буласаҡ.
Айырылыштылар ҙа бер ауылда йәшәп тик яталар. Береһе лә бер ҡайҙа ла донъяһын түңкәрә һуғып сығып та китмәне. Әсфәр икенсе ҡатын алды. Алыҫҡа китеп тә торманы ул, донъяны Мәзүнәгә ҡалдырҙы ла, үҙҙәренән өс өй аша йәшәгән Сафияға инде лә китте.
- Бер үҙеңә ауыр булыр, берәй лайыҡ кеше килеп сыҡһа, индереп ал һин дә, тип әйтеп йөрөнө Әсфәр Мәзүнәгә. Мәзүнә лә, өс йыл яңғыҙ йәшәгәс, икенсе иргә сыҡты.
Сыҡмаһа сыҡмаҫ та ине, Сафия тынғы таптырманы Әсфәрҙе ҡыҙғанып.
Айырылмаһа, айырылмаҫ та ине Мәзүнә Әсфәрҙән, бик яратты ул ирен, тик балаһы булманы.
- Сафия минән ауырлы, Мәзүнә. Тыуыр баланы етем итмәйек, һин мине ғәфү ит. Башҡаса булдыра алмайым.
Шул булды Әсфәрҙең бөтә һүҙе өйҙән сығып киткәндә.

Ә Мәзүнә Миһранды йортҡа индерҙе.. Армиянан һуң ауылда күп тә тормай, хеҙмәттәшенең саҡырыуы буйынса Магаданға эшкә сығып киткән класташы Миһран пенсияға сығып ҡайтҡайны, шуны индерҙе үҙенә ир итеп Мәзүнә. Шыпа ят бауыр ҙа түгел, Әсфәрҙең дә олаталаш ағаһы. Мәрйә ҡатыны был яҡҡа килеп йәшәүҙән баш тартҡан.
Ике яңғыҙ бер булып йәшәп киттеләр. Ете айҙан һуң Мәзүнә бәпәй тапҡас, бөтә ауыл аһ итте. Ун йыл бергә йәшәп тә, балаһы булмағас, ғәйепте, әлбиттә, Мәзүнәлә күрҙеләр. Әсфәрҙән ана бит Сафия ҡыҙ тапты бит.
Ә зәңгәр күҙле, ҙары ебәк сәсле ҡыҙсыҡты Әсфәрҙеке түгел, тип, кемдән ҡалмаған Сафия, тип, артабан нимәләр булыр икән, тип һағайып йәшәгән ауыл Мәзүнә өсөн ихлас ҡыуанды, Сафияның ауына эләккән бер ҡатлы Әсфәрҙе әрләне, хатта үсәне.
Йәше үтеп тапҡанғалыр инде, Мәзүнә менән Миһрандыү малайҙары сибек кенә ине, һаулыҡҡа туйманы бәләкәй саҡта. Ҡайҙарға ғына алып йөрөмәне улын Миһран. Уның ҡарауы, хәҙер Илһамдан һау, Илһамдан һылыу үҫмер юҡ ауылда. Миһран ғына ваҡытһыҙ китеп барҙы. Магадан һалҡындары эҙһеҙ үтмәгәндер инде.


Сәй эсеп бөттөләр Әсфәр, ғәҙәтенсә, мыйыҡтарын һыпырып, бөхтәләп ҡуйҙы, сәсен артҡа һыйпаны, ҡулъяулығын алып, ҡулдарын һөрттө. Тамағын ҡырғылап, өҫтәлдән ситкә шылып ултырҙы.
- Сафияң нишләп тиреһенә һыймай йөрөй һуң?
- Мин унан сығып киттем бит. Ун көн булды, ҡайтҡаным юҡ.
- Аһ - аһ... Ҡайҙа йөрөйһөң һуң?
- Миһран ағайымдың өйөн тәрбиәләп йөрөйөм. Үҙе лә әйткәйне әллә ҡасан уҡ.
- Әйтәм, һуңғы араларҙа шунда күренәһең шул. Ун көн, тиһеңме? Әйтәм, асҡаҡһығаның. Әйтәм, йыпырып һалдың. Ашағаныңа ҡарап ҡыуанып ултырҙым.
Уңайһыҙланып киткән Әсфәр, Мәзүнәнең һуңғы һүҙҙәрен ишеткәс, йылмайып ебрәҙе
- Илһамың да эргәлә йөрөй. Атайымдың өйөн эшләшәм, ти. Ҡыуып та ҡайтарып булмай. Әрләмә Илһамыңды. Туғандарбыҙ бит. Шәп улың бар, Мәзүнә.
- Ниңә, һиндә лә шәп ҡыҙ үҫеп килә. Бәхетле булыр, һиңә бик оҡшаған.
- Аҡыллы егет булмағсы Илһамың. Һиңә ярҙамсы үҫә, Мәзүнә.

Ниндәйҙер бер ҡәтғи ҡарарын әйтергә теләгәндәй, Мәзүнә Әсфәрҙең алдына килеп баҫты. Уның үткер ҡараштарынан Әсфәр ҡаушап ҡалды, күҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәне.
- Һин тағы... Теге саҡтағы һымаҡ...
Урынынан ҡалҡынған Әсфәрҙең яурынына баҫып, кире ултыртты Мәзүнә.
- Ултыр. Ашыҡма. Ултырып тыңла.
- Ә ул шәп малай һинеке ул, Әсфәр.
Урынынан тороп баҫҡан Әсфәр ултыра төштө.
Бер торҙо, бер кире ултырҙы. Мәзүнәнең ҡулдарын шыҡырайта тотоп йөрәгенә ҡыҫты. Күҙҙәрендәге мәңге иремәҫ һағышы ҡайнар күҙ йәше булып һығылып сыҡты. Тубыҡланды ла Мәзүнәнең аяҡтарын ҡосаҡланы.
- Тор, Әсфәр...Ҡуй, нишләйһең ул? Ебәр аяҡтарымды... Тор!
Башын сайҡаны ла сайҡаны Әсфәр. Мәзүнә үҙе сүкте уның янына. Күҙҙәрен, сикәләрен һөрттө.
- Һығылып - һығылып сыға күҙ йәше, - тип йырлай инең. Илаттым һине, Әсфәр. Ҡасан да булһа, әйтер инем. Быны һин белергә тейеш бит.
- Мәзүнә... Илһам минең улыммы? Нисек? Ҡасан?.. Ә?

- Һине онота алмай оҙаҡ ғазапландым мин, Әсфәр. Урамдан үтеп барһаң ҡорған ярығынан ҡарап ҡалам, кәртәңдә йөрөһәң, кәбән артына ышыҡланып, һине күҙәтәм, тауышыңды тыңлайым. Инде лә ауылда ҡала алмаҫ инем - аҡылдан шашыр сиккә еткәйнем. Һине һуңғы тапҡыр күреп киткем килде. Һиңә биреләһем килде минең, Әсфәр... Шунан китермен, юғалырмын, юйылырмын юлыңдан, тип уйланым. Балаһыҙ булғас, ҡалайтайым, китәйем дә барайым, тинем. Мин юҡта өйөмә күҙ - ҡараҡ, ҡолаҡ - һаҡ булып торорһоң әле, тип саҡырып индерҙем, мин эшкә китәм, тинем. Ҡайтарманым һине шул төндә, хәтереңдәме? Сафия ер йыртып килеп инһә лә ысҡындырмаҫ инем һине ҡосағымдан - шул тиклем һағынғайным мин һине, Әсфәр. "Китмә..."- тип наҙланың һин мине шул төндә, һөйәркә булырға ла риза икән, тип уйлағанһыңдыр бәлки. Ә мин шул төндән һуң үлһәм дә үкенмәҫ инем, Әсфәр.
Иртәнсәк уянып киткәнемдә һин юҡ инең янымда.
- Киткәнеңде күрмәҫ өсөн сығып ҡастым. Һин китһәң, мин дә ҡалмаҫ инем ауылда, Мәзүнә. Ара - тирә бер күҙ күрешкәнгә риза булып, яғымлы тауышыңды бер ишетеүгә интизар инем мин дә, Мәзүнә. Өйҙө һатып, ҡалаға китәйек, тигәненә бер ҡайҙа ла китмәҫ өсөн мең сәбәп табып, ауылда йәшәнем һинең өсөн.
- Эш эҙләп йөрөп ҡараным, яраҡлыһын тапманым. Үҙем дә артыҡ тырышманым эш табырға, нимәлерме, кемдерме ебәрергә теләмәгән кеүек булып тик торҙо.
Шунан Миһран ҡайтты. Уға сыҡҡанда ике айлыҡ ауырым бар ине, Әсфәр. Ете айлыҡ булып тыуған, тигән хәбәрҙе дөрөҫләп торманым инде. Беҙ түлһеҙ булмағанбыҙ, Әсфәр. Беҙ шул төндө көткәнбеҙҙер, күрәһең. Һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй ине миңә, Әсфәр. Миһранға ла һинең тоҡомоң булғанға барҙым, һеҙ бер берегеҙгә оҡшаған өсөн генә. Кемдән тыуған - шунан тыуған, тиһендәр өсөн. Миһранға мең рәхмәт, миңә риза булып ятһын инде..
- Их, Мәзүнә! Теге төндө лә быуылып ятҡан нимәлер урғылып ташҡайны... Мәзүнә, әле лә шул ташҡын күңелемә һыймай. Инде үлһәм дә үкенмәҫмен, Мәзүнәкәй!.
- Үлергә ярамай әле беҙгә, Әсфәр, иртә әле. Илһамыбыҙ бар. Ул да яңғыҙ булмаһын, беҙ түлһеҙ түгел, Әсфәр.
Читайте нас: