Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Декабрь 2020, 16:37

Терһәк яҡын да бит

Шунсама йыл бергә йәшәпме? Кәртинкә кеүек сибәр ҡатынды шул ен ботағына алыштырмағандыр инде...

"Терһәк яҡын да бит". Хикәйә
Гөлназ Нафикова-Ғәбитова
Йәкшәмбе көн иртән һыйырҙарын ҡыуып ҡайтып килгән Сәғиҙәне ҡапҡа төбөндә күршеһе Минифа апай көтәүелләп тора ине. Был ауылда үҙенең нәҫел- нәсәбе булмағас, бигерәк тә хөрмәт итә ошо киң күңелле апайҙы Сәғиҙә.
- Күршекәйем, Сабитың ҡайҙа ул, нишләптер күренмәй.
- Кисә иртән ҡәйнәмдәргә киткәйне, шунда йоҡлап ҡалғандыр.
- Мине бер үк ғәйепләмә, туғанҡайым, әйтмәй түҙә алмайым: Сабитың кисә теге елбәҙәк Зөһрәгә йортҡа кергән, тиҙәр бит. Төҫө ҡасҡан, иҫәңгерәгән ҡатынды иңенән ҡосаҡлап алды ғәҙел апай.
- Аштың майы, һүҙҙең яйы була, тигәндәй, - әйҙә әле өйгә инеп һөйләшәйек. Иртән ауылдың һәр өйөндә шул хәбәрҙе сурытып- сурыттылар.
-Әстәғин! Ни булған? Шунсама йыл бергә йәшәпме? Кәртинкә кеүек сибәр ҡатынды шул ен ботағына алыштырмағандыр инде... Оло ҡыҙҙары институтын бөткәйнеме әле?! Бер кем дә белмәй шул сабыр, тешәк Сәғиҙәнең аҙаҡҡы өс йылда яңғыҙы донъяны тартҡанын, ниндәй утта янғанын. Бер күреүҙә ғашиҡ булып, үлеп яратып өйләнгән, "өф" итеп кенә торған Сабиты һуңғы ваҡытта бик ныҡ үҙгәрҙе... Аҡсаһын да үҙе генә тота: машина- тракторға запчасть кәрәк, йә әсәйемә дарыу алдым, ти ҙә ҡуя. Ҡәйнәһе лә төн тимәй-көн тимәй шылтыратып, саҡыра ла тора.
- Улым, йөрәгем тағы сәнсә, тыным ҡыҫыла, килеп ет! Нишләһен ире, бара инде. - Ярай, барһын, әсәһе бит. Сәғиҙә бәләкәй саҡта үҙ әсәһе лә йөрәктән киткәс, ҡырыҫ ҡәйнәһен бик йәлләй ул. Сабитының әсәһенә тейешле хөрмәт күрһәтергә тырыша: йыш ҡына барып бөтә донъяһын йыуып- таҙартып китә. -Үәт, хәҙер шул барған һайын ҡәйнәһе эргәһендә өйрөлөп-сөйрөлөп йөрөгән алаҡай Зөһрәгә киткән, тиҙәр бит. Хатта ул, йәнәһе лә, Сабиттан бала көтә.
-Ышанмайым... Сәғиҙә ире бына- бына ҡайтып керер, ҡәйнәһенең хәле үтә насар булғанда ҡунғылап та ҡалғылай ине, тип көттө лә көттө.
-Асыу - аҡыл дошманы, шылтыратмай торайым, тәккә хафаға һалмайым әле оло кешене. Нисәмә бәхетле ғаиләне туҙҙырып, күпме ир - атты аҙҙырып йөрөгән, береһе менән дә оҙаҡлап йәшәй алмаған еңел-елпе Зөһрәне ниңә ҡәйнәһе эйәләштерһен дә, ниңә улына ҡушһын, ти? -Булмаҫ... Сабиты ғүмер буйы Зөһрәне яратмай һөйләне. Тик күпме көтһә лә, ире кисен ҡайтманы. -Оят... балаларҙан оят... халыҡтан оят. Ғәрлек... - Тимәк, дөрөҫ. Иң яҡын ике кешеһенең хыянатын Сәғиҙә бер нисек тә башына һыйҙыра ла, аңлай ҙа алманы. Арҡаһына бысаҡ ҡаҙанылармы ни, тын да ала алмай. - Оят... Үлемдән оят көслө. Сәғиҙә, Ләләһе йоҡлап киткәс, шым ғына сыҡты, кәртәнән быҙау бәйләп йөрөгән бауҙы алды ла аҙбарға атланы... Әллә бәйләй белмәне, әллә бауы шылғаяҡ булды, башына элмәк һалып тартылһа, бәйе ысҡына ла, шап итеп ергә килә лә төшә. Өсөнсөгә ынтылды... Йәне осоп китте... Күҙҙәре ҙур итеп асылған, һынташтай ҡатҡан Сәғиҙәгә йәне баш осонда ныҡ ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла... кире керҙе. Бауы шытырҙаптырып өҙөлдө лә, ҡатын тәгәрәп китеп һыйырының "шыйыҡ ҡоймағы"на барыптырып ятты. Айнып китте. - Нишләйем мин? Йөрәге дөп- дөп тибә. -Ыһ. -Аллаҡайым, ҡотҡарҙың. -Ары нисек йәшәргә? Иңрәп ыңғырашты. - Ыһ... Ергә теҙләнде. Тулы айға ҡарап, яралы бүре кеүек асырғанып олоно. Ауыл өҫтөнән хәүефле шом уҙҙы, һауаға хәсрәт, рәнйеш артылды. Йөрәк өҙгөс олоуға ауыл эттәре айбарланып өрөп ҡушылдылар. - Хоҙайым - Аллаҡайым, ярҙам ит! Рәнйейем мин Сабитҡа... Рәнйейем Зөһрәгә... Рәнйейем хаин ҡәйнәмә лә... Рәнйейем. Мин йәтимде мыҫҡыл иттеләр. Үҙең эшкәрт. Ошо төндө генә үткәрһәм... - Ыһ... Ыһ... Йөрәге әрней, йәне илай. - Ҡыҙҡайҙарым нишләр? Иртән балам мине эҙләр, уға бит бары 17 генә йәш. Ләләнең имтихандары етә. Бауҙы алды ла, бәҙрәфтең тишегенә бар көсөнә быраҡтырҙы. Тәнтерәкләп барып баҡсалағы мискәнән бер биҙрә һыу алды ла өҫтөнә ҡойҙо. Тағы алды, тағы ҡойҙо. Йөрәге леп-леп килә. - Ыһ... Күңелен әрнеткән бөтә бысраҡты, хыянатты йыуып төшөрөргә теләгәндәй, һыу менән ҡойондо ла ҡойондо. Шунан бик оҙаҡ бер нөктәгә текәлеп ултырҙы ла, ҡәтғи ҡарарға килеп, яңы сығып килгән ҡояш нурҙарына һөйөнөп, өйөнә атланы...
Күңелен эш менән баҫты, кеше араһында булырға тырышты кәнсәлә бухгалтер булып эшләгән ҡатын. Тик бөршәйеп, бәләкәс кенә булып ҡалған йәне генә тыныслыҡ тапманы. Көндөҙөн бер кемгә, бер нәмә һиҙҙермәне , баҫалҡы ғына йылмайып йөрөнө. Ә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе. Кис бер үҙе ҡалғанда күҙҙәрендә шундай ғазап, әрнеү, өмөтһөҙлөк, аптырау, ҡурҡыу, сараһыҙлыҡ - көҙгөләге сағылышына ҡарай алманы. Ябыҡҡан, ҡарайған, бәләкәйләнеп ҡалған Сәғиҙәне танырлыҡ түгел ине. Сабиты еңел машинаны, тракторҙы, быҙауҙары менән ике һыйырҙы ла алды.
- Алиментҡа бирмә, өй һиңә ҡала, шул етер. Бер аҙҙан, Сәғиҙәһе эштә саҡта, яңы ғына күтәргән аҙбарын да һүтеп алып китте.
- Бер үҙенә ниңә мал аҫырарға? Йонсомаһын. Ҡатынға һыйырын да, һарыҡтарын да һатырға тура килде. Себерҙән отпускыға ҡайтҡан Маһинур апаһы, һеңлеһенең донъяһы шулай көтмәгәндә селпәрәмә килеүенә йәне көйҙө. Һәр ашағанын кире ҡоҫоп торған туғанын йәлләне. -Әйҙә әле, Әһлитдин муллаға, тип, ай-вайына ҡарамай, күрше ауылға алып китте. Ҡасандыр, бәләкәй сағында, үҙен үлемдән алып ҡалған муллаға Маһинур ныҡ ышана, хөрмәт итә ине. Туҡһан йәшен уҙған ҡарт бик бирешкән, күптән кеше ҡарамай, тиҙәр. - Ярар, хәйер булһа ла бирер. Әһлитдин бабай Сәғиҙәгә күҙ һирпеп кенә ҡараны ла, яулыҡ, оҙон халат кейҙертеп ултыртып ҡуйҙы. Бик оҙаҡлап уҡып өшкөрҙө лә, өшкөрҙө. Сәғиҙә ауыҙын да ябалмай, иҫәңгерәп иҫнәп ултырҙы ла, ултырҙы. Шунан күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй башланы, аҙаҡ һулҡылдап иланы, шунан иҙәнгә ятып башын бәреп-бәреп, йоҙроғо менән иҙәнде төйә- төйә һыҡтаны ла һыҡтаны. Моңло доға тауышына уны йоҡо баҫты. Уянып китһә, кис еткән. Әһлитдин мулла бер стакан һыу һуҙҙы.
-Бөткәнсе эс!
- Балам, тыңла, хәтереңә һал. Ҡыҙҙарыңды йәлләп, ярҙам иттем, олоғайҙым, ауырыйым.
-Ҡыҙым, ҡәйнәң туйығыҙҙа уҡ туй күлдәгеңде йыуып, әмәлләгән. Ирең һине ныҡ яратҡанға, алдырғыһы килмәгән уның, яңғыҙ ҡалырмын, тип ҡурҡҡан. Нисек шунсама йыл ирең менән йәшәгәнһең әле? Нисек һау балалар апҡайтҡанһың? Һаман тәғәм аша әмәлләп тора. Һиңә кире йәбешмәһен тиһәң, намаҙға баҫ, сүрәләр уҡы.
-Бына " Фил" сүрәһен яҙҙым, ишек башыңа ҡуй. Ошо тоҙҙо ай буйы иртәнсәк семтемләп кенә бер стакан һыуға һалып эс.
-Таҙарынырға кәрәк, ныҡ тамырланған, ете йылға һуҙылыр әле. -Ауырырһың, духтырға барма, дарыу эсмә, үтер, иншаллаһ. Миңә ҡабат килмә, хәҙер үҙемә аҙна буйы ураҙа тотоп, таҙарынырға кәрәк буласаҡ. - Балаларыңды йәтим итмәм тиһәң, ҡалғаны үҙеңдән тора. Башҡаса бер кемгә лә рәнйемә: мосолманға хас түгел ул. ...Йылдар уҙҙы. Ҡыҙҙары уҡып бөтөп, эш башланы. Бер үҙе туйҙар үткәреп, уларҙы башлы-күҙле итте, Сабиты хатта килмәне лә.
-Атайым юлда торғанда ултыртмай ҙа уҙып китте, - тип Ләләһе, йәне әсенеп, иланы. Даны сыҡҡан "ҡыҫыр Зөһрә"нең ялғаны фаш ителде - бала тыуманы, Сабиты ла эсә башлаған икән. Торараҡ Зөһрәһе бөтә донъяһын һатып, ҡалаға сығып киткән дә барған. Бер нәмәһеҙ ҡалған улы ҡайтып кергәс, ҡәйнәһенә инфаркт булып, аяҡтан ҡалған, тиҙәр. Ә Сәғиҙә яйлап дингә килде: ғәрәпсә ҡөрьән уҡый, намаҙын ҡалдырмай. Бөгөн кис ейәне менән мәш килеп йөрөп, һуңлап китте. Ятҡайны ғына... ҡап-ҡараңғы шомло подвалға төштө лә китте. Күҙ бер аҙ өйрәнгәс, тирә - яғына ҡараһа: ҙур ғына бүлмә. Өҫтән ҡыҫылып ҡына һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡтылыҡ төшә, күрәһең, шунда подвал ҡапҡасы. Төпкәрәк үтте: һике өҫтөндә иҫ киткес ҡурҡыныс ҙур, оҙон ике анаконда йоҡомһорап ята. Сәғиҙә, ҡото осоп, өнһөҙ ҡалды. Улар янынан былай ғына уҙып китеп булмаясаҡ, уны һаҡларға ҡуйылғандар. -Нишләргә?! Был имәнестәрҙән бер төрлө ҡотолоу юҡ. -Ни булһа, шул булыр. Ул шым ғына баҫып яндарына килде. Береһе быяла күҙҙәрен ҡыҫып ҡына ҡатынды күҙәтә. -Нисек тә күҙенә ҡарамаҫҡа... Сәғиҙә ҡапыл уяу йыландың муйынынан тотоп алды ла асҡан ауыҙын йоҡлағанының муйынына батырҙы һәм яҡты төшкән яҡҡа йүгерҙе. Был шул тиклем тиҙ килеп сыҡты: быуарҙар аңламай ҙа ҡалды. Улар ҡатын артынан ташландылар, ләкин беренсеһе ҡаҙалған тештәрен тартып сығара алмай, икенсеһе ажғыра, ысҡынырға тырыша. Уның һайын бер - береһенә нығыраҡ уралышып ҡушылдылар, тартышҡан һайын буталышып сырмалдылар. Сәғиҙә баҫҡыс буйлап осоп ҡына менде, ҡапҡасын асып япты, йоҙағын элеп ҡуйҙы, ары йүгерҙе, тағы баҫҡыс, күтәрелһә - ишек. Этеп ҡараны. - Уффф! Бикле түгел икән. Келәһен элеп, ары йүгерҙе, тағын баҫҡыс. Хәле бөттө. Ыҫылдаған тауышҡа артына әйләнеп ҡараны. Күренмәйҙәр. Ҡаршыла - ишек. Асып, бикләне лә ары йүгерҙе. Оҙон туннель. -Ҡайҙа һуң ул?! Бында яҡтыраҡ, аяҡ аҫты шөйлә күренә. -Ниндәй бөтмәҫ баҫҡыстар ул? Ҡайҙа күтәрелә икән? Артта дөбөр-шатыр килә. Ҡатын алға ынтылды, ишекте шарт асып япты. Шулай уҡ оҙон туннель. Аяҡтары тотмай башланы, быуынһыҙ ғына була инде. Аҫта нимәлер гөрһөлдәй, ҡолай. -Юҡ, бирешмәйәсәк ул. Алға! -Тағын баҫҡыс? Яҡында ғына ыҫылдаған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, быуарҙар ҡанға батышып, ҡушарлап уралышҡан килеш, баштарын ҡалҡытып, ярты метрҙай телдәрен сығарып, һаҫыҡ шайыҡтарын ағыҙып, шыуышып киләләр. Нисектер беренсеһе ауыҙын тартып сығарған, икенсеһенең умырылып алынған яраһынан ҡан һарҡый. Ҡатын бер ынтылыуҙа баҫҡыстан күтәрелде лә, ишектең асҡысын бороп, ары йүгерҙе. Йыландар ҡойроҡтары менән ишеккә бәрә башлағайнылар, ул түҙмәне, селпәрәмә килде. Иләмһеҙ йыландар ҡыуып етеп килә. Сәғиҙә аҡтыҡ көсөн йыйып, мүкәйләп өҫкә үрмәләне. Ишекте саҡ ябып, ахылдап тын ала-ала, арҡаһы менән этәп торҙо. Ҡапыл күҙҙәре яҡтынан сағылып китте. -Ҡайҙа ул? Ихтибарлабыраҡ ҡараһа, ҡәйнәһенең мунса соланына килеп сыҡҡан. -Ни хикмәт булды был?! Ныҡ ғәжәпләнгән Сәғиҙә һаман дер һелкенгән ишекте ҡапыл ебәрҙе лә йүгереп тышҡа сыҡты.
-Нишләп ул ҡәйнәһенең ихатаһына килеп сыҡты әле?! Шул саҡ... мунса соланынан ҡанға батып, сәсе - башы туҙған, күлдәктәре йыртылып- бысранып бөткән ҡурҡыныс ҡиәфәттәге ике ҡатын ҡултыҡлашып сыҡтылар ҙа Сәғиҙәнең аяҡ аҫтына тәгәрәнеләр. Яҡшылабыраҡ ҡараһа, береһе - ҡәйнәһе, икенсеһе - Зөһрә... Сәғиҙә ахылдап, хәле бөтөп, уянып китте. Таң һыҙылып атып килә, намаҙ ваҡыты еткән.
-Эй, Аллам, әлдә төш кенә икән. Шунан был төшө нәмә аңҡартҡанын уйлап ятты: ете ишектән сыҡты ла гел өҫкә күтәрелде лә күтәрелде. -Ярай, хәйерлегә булһын!...Бер кис Сәғиҙә Минифа апайҙы балалары апҡайтҡан күстәнәстәрҙән ауыҙ итергә саҡырып алды.
-Ҡәйнәң үҙен самаһыҙ ныҡ ыҙалатҡан улының донъяһын бутауға хатта үкенә икән, өйөңә ҡайт, тип ҡыуалай, тиҙәр. Теге "ен күбәләге" лә ҡаты ауырып, больницаға эләккән, тип һүҙ араһында әйтеп ҡуйҙы. ...Бер аҙҙан ныҡ туҙған, ҡартайған Сабиты, ете йылдан һуң беренсе тапҡыр килеп, эштән ҡайтыуын көтөп ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ултыра ине.
- Ғәфү ит мине... Яңылыштым. Терһәк яҡын да бит, тешләп булмай. Ҡайтайым. Балаларға терәк булайыҡ, ейәндәрҙе бергә үҫтерәйек. Ҡатын күҙҙәрен тултырып бер ҡараны ла, ҡапҡаны шым ғына ябып, элгесен төшөрөп, кереп китте.
Читайте нас: