Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Декабрь 2020, 15:40

Китап сыҡты! Өс телдә!

Кем ул дуҫлыҡ илсеһе?

Өфөлә ҡаҙаҡ шағиры Саят Ҡамшыгерҙың шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Өс телдә – русса, башҡортса, ҡаҙаҡса нәшер ителгән китап "Тебе... Һиңә... Саған..." тип атала. Тиражы - 3000 дана.
Китапты әҙерләү йәһәтенән Башҡортостан яҙыусылары йыл дауамында ҙур эш башҡарған. Ҡаҙаҡ шағирының ижад емештәрен башҡорт теленә танылған шағирҙар - Тамара Искәндәриә, Таңсулпан Рәсүл, Гөлнур Ҡыуатова, Илгиз Ишбулатов тәржемә иткән. Рус бүлеген иһә Кристина Андрианова, Татьяна Васильченко әҙерләгән.
– Был китаптың Башҡортостанда сығыуы шатлыҡлы күренеш, –тип белдерҙе шағирҙың ижадташ дуҫы, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов. – Халыҡ-ара әҙәби бәйләнештәрһеҙ милли әҙәбиәттең үҫешен күҙ алдына килтереүе ауыр. Саят Ҡамшыгер нәҡ шундай ижадсыларҙың береһе, уны "дуҫлыҡ илсеһе" тип тә атайбыҙ.
Китаптың исем туйын 2021 йылда Өфөлә һәм Алматыла үткәреү күҙаллана.
Белешмә өсөн: Саят Ҡамшыгер (1978) - ҡаҙаҡ шағиры, журналист, тәржемәсе. Ҡаҙағстан яҙыусылар союзы ағзаһы, «Молдір булак» балалар журналының баш мөхәррире. "Серпер" республика йәштәр премияһы лауреаты. Ҡаҙағстандың матбуғат хеҙмәте отличнигы. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Алматыла йәшәй.
Читайте нас: