Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Ғинуар 2021, 16:45

“Әсән хан вариҫтары” концертына рәхим итегеҙ!

Иҫтәлекле саралар шағирҙың тыуған яғында – Тәтешле районында башланасаҡ.

Ғәли Соҡорой иҫтәлегенә бағышлап

Башҡортостанда XIX быуаттың икенсе яртыһында киң танылыу тапҡан башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ҡара Табын башҡорт ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 195 йыл тулыуға бағышланған саралар көтөлә.

Иҫтәлекле саралар шағирҙың тыуған яғында – Тәтешле районында башланасаҡ. Иҫке Соҡор ауылында уның йорт-музейына таҡтаташ ҡуйыла. Сарала ҡатнашыусылар мәсеткә, Ғ. Соҡоройҙоң ҡәберенә бара. Үрге Тәтешлелә райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында шағирҙың тормошо һәм ижадына бағышланған күргәҙмә була.
8 ғинуарҙа район үҙәгендәге “Әсән хан вариҫтары” тип аталған концерт программаһын театрлаштырылған пролог – “Табын ырыуы тарихы” менән асыу ҡаралған. Сараларҙа популяр “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Зәйнетдин” шоу-проекты ҡатнаша.

Читайте нас: