Шоңҡар
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Ғинуар 2021, 00:35

Ат аунаған ерҙә төк ҡала...

–Уй, ҡустым, берәү генә түгел, икәүһе лә йәлке түгел! 40-50 ҡаҙыма, йөҙләгән өйрәк-тауығыма нимә ашатырға белмәй аптыранған сағым...

Мотал Рәмов

Ат аунаған ерҙә төк ҡала...

Эй, матур йырлай ҙа һуң был Сабитулла ағай! Ҡунаҡ төшөмдә уның сағыу һәм моңло тауышы табын йәме генә түгел, ә барлыҡ туған-тыумасаның ғорурлығы ла ул! Һәр йырҙы тәмен белеп, асылына тәрәндән төшөнөп, үәзине менән йырлай.

Һәр ваҡыт шулай,

Һайраһын турғай...

Бер аҙ ҡыҙмаса булып алған Сабитулла ағайҙың репертуарындағы тәүге йыр ошо булыр. Бер ҡасан да хыянат итмәне был йырға... “Сабитулланың йөгө тула, ахыры, “турғайын һайрата” башланы! Ҡасан ғына йырлай инде, тип күптән көтә инек...” – табындағы ҡатындар үҙ-ара ҡыуанышып бышылдаша... Ә бер аҙҙан ағайҙың, күҙ йәштәрен түгә-түгә, аһәңле “Сәлимәкәй”ҙе һуҙыуы, йомшаҡ күңеллеләрҙе лә, ара-тирә мыш-мыш танау тартып, ҡулъяулыҡҡа тотонорға мәжбүр итә...

Атлап, яйса ғына йөрөү тигән нәмәне белмәгәндер ул Сабитулла ағай. Ҡасан ҡарама, тетә баҫып, йүгерә-атлай ҡайҙалыр ашыҡты...

–Ошо Сабитулла атлап йөрөүҙе белмәй инде – яҡшы ат шикелле, аяҡ ташлап атлай һәр ваҡыт, бар булғыры...

–Беҙҙең Сабитулла ише ир ҡайҙа, имеш! Донъяһына ҡара – ҡойоп ҡуйғандай итеп, урын-еренә еткереп эшләй бар нәмәне.

–Әйтмә генә инде, кәртә тирәһенә тиклем һепереп тота. Төнәрәк салғы тапатып алайым тип барғайным үҙенә. Шунда гаражының эсен күрҙем – үәт, исмаһам, ҡәҫтәрле ир: юҡ нәмәһе юҡ! Бары ла үҙ урынында...

–Фәрхиә килен әйтә, гаражға беребеҙҙе лә индермәй, ундағы бер нимәгә лә орондормай, асҡысын үҙе тота, ти... Уның ҡарауы һәр нәмәһе тәртиптә, үҙ урынында... Беҙҙекеләр Сабитулланан пример алһын ине!

Кис ҡырын ояртыла аяҡ ял иттергән ике бер туған Рауза менән Файза үҙҙәренә яҡын ғына туған булған ҡустыларын алмаҡтан-һалмаҡ ана шулай маҡтап алалар. Нимә генә тимә, үҙеңдеке – үҙәктә шул!

Сабитулла аҙып-туҙып, эсеп-былағайланып йөрөгән ир ҙә түгел. Шулай ҙа ҡайһы берҙә уның да, кем әйтмешләй, “тормозы һыуланып” ала. Ниндәй ҡатын иренең эскәнен яратһын инде – Фәрхиә еңгәй менән ағай араһында әҙ-мәҙ сыр-быр булғылай. Шундай мәлдәрҙә еңгә иң элек бикәмдәренә йүгерә, ярҙам итегеҙ, йәнәһе... Апалы-һеңлеле икәү башта килендәрен “өшкөрәләр”, аҙаҡ Сабитулланы ҡыҙған табаға баҫтыралар. Шуныһы ҡыҙыҡ: ағайыбыҙ апайҙары нимә тип кенә әрләмәһен: “Апай!”, “Апайҡайым!”, – тип ысын күҙ йәштәрен сығарып илауҙан башҡаны белмәне. Уның ҡарауы, бер-ике көндән Фәрхиә еңгәй, айҙай балҡып, бикәмдәрен сәйгә саҡырып ала һәм, рәхмәттәрен уҡый-уҡый, уларҙы баллы-майлы табында һыйлай...

Һуҡмалап йөрөгән саҡтарының береһендә Сабитулла төндә үҙенең йәшлек дуҫы Ғосман менән үҙҙәре ялланып өй бурап йөрөгән күрше ауылдан ҡайтып киләләр икән. Билдәле, быларҙың тел асылған, төнгө урманды яңғыратып һөйләшәләр. Ярайһы ғына иҫерек булһалар ҙа бер аҙ баштары эшләйҙер инде, Ғосман дуҫына кәңәш бирә:

–Сабит, әйҙә, исемдәрҙе әйтмәй генә, урыҫса һөйләшәйек. Исемдәребеҙ ҙә урыҫтыҡы булһын. Короче, ауылдаштар беҙҙең кемлекте танымаһындар!

–Нисек инде исемем урыҫтыҡы булһын? – тип туҡтап ҡала Сабитулла.

–Һиңә, мәҫәлән, мин, Сабит... теге... ней, Сабитулла, тип түгел, ә Сашка, тигән булайым, ә һин миңә, Гриша, тип әйт! Аңланыңмы?

–Ә-ә-ә, шулай тиген... Гриш, ызначит, мы теге соседний деревня урыҫтары инде, йәнәһе...

–Знамо так, Сашка дуҫ...

Үҙенең “тапҡырлығынан” күңеле булған Ғосман ҡысҡырып урыҫса йырлап ебәрә:

Расцветали яблони и груши,

Поплыли туманы над рекой...

Саша менән Гришаға әйләнгән ике дуҫтың был һөйләшеүен кем ишеткәндер, әммә улар хаҡындағы лаҡап әле булһа йәшәй ауылда...

Сабитулла ағай һалған йорттар, ул оҫталаған ишек һәм тәҙрә яңаҡтары ауылдаштарын ғына түгел, яҡын-тирә ауылдар халҡын да хәтһеҙ йылдар һөйөндөрә инде.

Ураҡ осоро етһә Сабитулланы мотлаҡ комбайнға ултыртырҙар ине – ҡулы сымыры ир үҙенә беркетелгән техниканы ялтыратып йыуып та ала, һәр механизмы сәғәт кеүек эшләй. Урман ерендә халыҡ ғүмер баҡый игенгә һыуһап йәшәгән осор... гәрсә баҫыуҙар һәр йорттоң картуф баҡсаһына терәлеп ятһа ла... Шуғалыр ҙа, моғайын, Сабитулла апайҙары хаҡында ла алдан хәстәрлек күрә.

–Апай, бөгөн беҙ төндә арттағы баҫыуҙы һуғабыҙ... Теге, ни тәңгәлегеҙҙәге һалам өйөмө аҫтына мая ҡалдырам... Сипраңламай ғына берәр аҡ башыңды бирерһең ул? – Рауза апайына хәйләкәр ҡарап йылмая Сабитулла.

–Уй, ҡустым, берәү генә түгел, икәүһе лә йәлке түгел! 40-50 ҡаҙыма, йөҙләгән өйрәк-тауығыма нимә ашатырға белмәй аптыранған сағым... Еҙнәңде үҙең беләһең – ундай эшкә барымы юҡ... Апайыма ла кәрәк... – Рауза ҡустыһынан ошо һүҙҙе көтөп, алдан әҙерләп ҡуйған бер яртыһын йәһәт кенә сығарып тоттора. – Тик, ҡара уны, килен алдында тауыш күтәрәһе булма!

–Юҡ, Рауза апай, юҡ... Ҡайҙа ул тауыш күтәреү, киленең менән һин дә мин генә йәшәп ятабыҙ ҙа инде... – Ҡулына алтын эләккәндәй ҡыуанған ағайыбыҙ тиҙерәк тайыу яғын ҡарай...

Ә Рауза менән Файза, төн етеп, кеше аяғы һил булғас, бер бункер игенде таңға ҡәҙәр көйәнтәләп өйҙәренә ташый... Таң ҡыйылыуға улар, ҡустыларына мең рәхмәттәрен уҡый-уҡый, самауыр сәйенә йөгөнәләр...

–Йөҙ йәшәһен инде был Сабитуллабыҙ! – Файза, кәсәләге сәйен һемерә-һемерә, ҡәнәғәт төҫ менән һүҙ башлай. – Еҙнәң ваҡ-төйәккә эшкинмәгәс, миңә бигерәк тә ауыр... Картуфлығымдың ҡоймаһын рәтләштерәйем тип, ҡаҙыҡ ҡатып йөрөһәм, Сабитулла йүгереп килгән: “Бар, бар, Файза апай, өйөңдәге эшең менән бул... Мин хәҙер генә үҙем рәтләп ҡуйырмын!” – ти... Түрбаш тирәһендә ул-был итеп, сәй ултыртып сыҡһам, Сабитуллам мин көнө буйы эшләр эште теүәлләп, ҡайтып та киткән... Еҙнәң менән икәүләшеп ҡыуандыҡ!.. Анауы малайҙары ла ҡул араһына инеү менән ситкә олаҡтылар...

–Ҡуйһаң ғына инде... Кейәүең дә йорт эшенә иҫәпкә бар һанға юҡ бит... Атай менән әсәйҙең дүрт ҡыҙының береһенең ирҙән бәхеттәре булманы... – Рауза, яулыҡ ситен ҡайырып, йәшкәҙәгән күҙҙәрен һөртөп ала. – Исмаһам, ҡартлыҡ көндәребеҙҙә бәхет күрһәк ярай ҙа бит...

***

Мин, 7-8 йәштәрҙәге малай, иртән йоҡонан уянып, тышҡа сығыуға Сабитулла ағайҙың, киң яурынына өс-дүрт метр оҙонлоҡтағы уҫаҡ бүрәнә һалып, еңел аҙымдар менән артҡы юлдан ҡайтып барыуы бала сағымдың матур бер хәтирәһе булараҡ күҙ алдымдан китмәй... Ни өсөн берәйһенән ат, йә совхоздан ылау һорап алмағандыр?! Алдынғы комбайнсыға бер йөк уҫаҡ килтереүҙән баш тартмаҫтар ине, моғайын... Үҙемде ҡыҙыҡһындырған ошо һорауымды атайыма бирҙем. “Һау, таҙа Сабитулла! Һин йоҡонан торғансы ике-өс барып ҡайта әле ул урманға... Уның иртәнге зарядкаһы шул!..”

Ана шулай, таң һарыһынан йүкмәп ташып малдарына ҙурҙан бер һарай, мунса, келәт бураларын тергеҙҙе ағайыбыҙ. Буралары бура ғынамы әле – тот та күргәҙмәгә ҡуй! Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем ҡулынан балтаһы төшмәне... төп эшенән бушаған арала ла нимәлер оҫталар, нимәлер һырлар-семәрләр ине ул...

***

Бөгөн Сабитулла ағай ҙа, ҡатыны Фәрхиә еңгә лә, апайҙары Файза менән Рауза ла күптән беҙҙең арала юҡтар инде... Әммә алтын ҡуллы ағайыбыҙҙың үҙ ҡулдары менән һалған йорттары, һырлы-семәрле тәҙрә ҡапҡастары, ҡапҡалары әле булһа уның талмаҫ ҡулдарына дан йырлай! Кеше үҙе үлһә лә ниндәйҙер эҙе ҡала шул был донъяла...
Читайте нас в