Шоңҡар
+14 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Ғинуар 2021, 20:10

Төпкөлдә

Заманалар ҡырҡа ғына үҙгәрҙе шул. Халыҡ хәҙер ҡалаларға һыйына. Унда эш, аҡса...

Раят ВӘЛИЕВ
Төпкөлдә

Йүгерек һыулы һай ғына инеште кистереп сыҡҡас, машинамды арғы ярҙағы таш нигеҙле бейек йорт алдына туҡтаттым. Трансалы рәшәткә буйындағы эскәмйәлә ултырған Сәлмән ағай, күптән көткән ҡунағын күргәндәй балҡып, минең менән ҡул ҡушлап күреште.

– Иҫәнме, Мансур ҡустым! Вәт, Хоҙайҙың рәхмәте! Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр бит. Ни ҡылырға белмәйенсә аптырап ултырғанымда килеп, ифрат йәтеш иттең дәһә! Әйҙә, ҡустым, түрҙән уҙ, машинаңды ла урамға индер, юғиһә үткенсе мал-тыуар һыпырылып, әрәм итер.

Сәлмән ағайҙың сикә-эйәгендәге шырт һаҡал-мыйығын ағартып мул "ҡырау" ҡунған. Йылдан ашыу күрмәгәнгәме, буйға ла бирешеп, йөҙгә лә ҡартайып киткән һымаҡ. Башынан һалмаған иҫке һоро кәпәсе ситенән көлһыуланған сәстәре тырпая, ә ҡаҡса йөҙө, гүйә, ҡыртышын ҡорт-ҡуңыҙ йырмаслаған ҡоро ағас. Тик дымлы, йәшкәҙәк күҙҙәре генә әүәлгесә яғымлы, һынсыл ҡарайҙар. Алтмыш бишен аша баҫҡан сағы шул.

– Тик торғанда билһеҙ ҡалдым, – тип, хужа ҡапҡа биген ысҡындырҙы ла, рәшәткә осона элде. – Көс етмәҫлек ауыр эш тә булманысы һуңғы арала... Аяҙ көнгә ышанып, бер-ике тапҡыр урамға кейенмәйенсә сыҡҡайным, шунда ел һуҡҡан, ахыры, билемде. Хәҙер килеп аптырата шул касафат, бер ни эшләргә бирмәй...

Сәлмән ағайҙың, күрәләтә бөксәнләмәһә лә, боҙға төшкән башмаҡтай йәпһеҙ йөрөш-торошон бер ҡарауҙан уҡ сырамытҡайным инде. Ул, баш өҫтөндә көҙгө алдаҡсы ҡояш ялтырауға ҡарамайынса, йылы сәкмәненең төймәләрен ҡаптырып элгән, ҡалын күрмә салбар кейеп алған, кәмәләй дәү ҡаталы аяҡтарында һарыҡ йөнөнән бәйләнгән йылы, ҡара ойоҡбаштар.

Ҡара көҙ етеп, урман-ҡырҙарҙың төҫһөҙләнгән, яланғасланған сағы. Әрәмә-шырлыҡтар үтә күренмәле. Йорт алдындағы баҡсала шәрәләнеп ҡалған балан ағасы ҡыҙыл алҡалай тәлгәштәрен ҡояшта йылтырата. Иркен ихатаны баҫҡан сирәм генә, көҙгө ҡырауға бирешмәйсә, затлы балаҫтай һаман ҡабарып, йәшәреп ята. Шул сирәмде ярып солан күтәрмәһенән башланған таҡыр ғына ике һуҡмаҡ үтә. һуҡмаҡтарҙың береһе урам ҡапҡаһына йүнәлһә, икенсеһе аҙбар артындағы йәшелсә баҡсаһына илтә. Бураулы аҙбар башы бесән менән тулы. Арыраҡ, тауға терәлгән картуф баҡсаһында, йәнәш ҡойолған ике кәбән күренә. Тимәк, мал аҙығы йәһәтенән ҡыш уртаһына хәтлем хужаның күңеле тыныс. Түбәлек аҫтында шәкәрҙәй аҡ ҡайындарҙан бысып ярылған мул утынлыҡ. Шунда уҡ күрепле арба тора, ҡарайып бөткән имән бағаналарҙағы ағас ырғаҡтарға аттың ҡамыт-ҡайышы, эйәр-эпсәне эленгән. Аласыҡ ишегендә аҫылмалы дәү йоҙаҡ. Хужалар, көҙгө һыуыҡтан ҡасып, өйгә яға башлағандар, ахыры.

Өй ишеге асылып, солан күтәрмәһендә Нәғимә еңгә күренде.

– Әстәғи, ҡапылдан танымайынса, кем тип торамсы?! Ҡәйнешем килгән, имеш! Кисә генә иҫкә алып, был яҡтарға юлды ла онотҡандыр, ахыры, тип, әсем бошҡайны... Яңғыҙың ғына килеүеңме? Ниңә Зилә киленде лә алып килмәнең? Килен килһә, һөйләшеп танһығым ҡаныр ине, исмаһам, юғиһә был ташландыҡ ауылда һөйләшер-серләшер кеше лә ҡалманы бит...

– Киленең дә был яҡҡа уҡтала биреп ҡуйғайны ла, тик ялыбыҙ тура килмәне, – тип, Нәғимә еңгәнең күмәстәй йылы устарын ҡыҫып иҫәнләштем. Еңгәнең елкәһенә ҡайырып бәйләнгән аллы-гөллө яулығы ситенән салланған сәс шәлкеме күренә, йомро битендә ваҡ ҡына тир тамсылары емелдәй, эҫе мейес янында аш-һыу хәстәрләүелер. Минең һүҙҙәремдән уның йылы ҡарашында бошонҡолоҡ сағылды, әйтерһең дә, әбейҙәр сыуағында кинәт кенә күктә болот шәйләнде. Олоғайған еңгәмдең һын-килбәте йоморайып, буйы ла бөтөнләй тәбәнәйгән, ул, бейек күтәрмәлә тороуына ҡарамаҫтан, күмерҙәй ҡара күҙҙәре менән миңә аҫтан өҫкә төбәлеп тора.

– Шулайҙыр... Ҡала ерендәге сәғәтле эште нисек ташлап китәһең. Әйҙә, ҡәйнеш, түрҙән уҙ. Маҡтап ҡына йөрөйһөң, сәйем ҡайнаған, табала балыҡ бешә...

- Ғәзинур улыбыҙ ҙа яныбыҙҙа, – тип һүҙгә ҡушылды Сәлмән ағай. – Кисә, дәрт итеп, сыраҡҡа төшкәйне. Яуындан һуң һыу шәп, буйыраҡ, ти, шулай ҙа һалдау менән өс шамбы, унлаған бәрҙе төртөп алған.

Аҙбар мөйөшө артынан яртылаш күренеп ултырған йәшел "Нива"ны ихатаға кергәс үк шәйләгәйнем. Ғәзинур менән тиңдәштәр беҙ. Йәш саҡта ҡалала бергә уҡыныҡ, хатта, йәшлек иҫәрлеге менән, шундағы бер бумала башҡа талашып, сәпәләшеп тә алғайныҡ бер саҡ. Малайлыҡтан инде. Барыбер беребеҙгә лә тәтемәне...

Солан күтәрмәһенә сүкәйеп, аяҡ кейемен сисеп торғанда, арҡама гөпөлдәтә килтереп һуҡмаһындармы! Туңҡайып төшә яҙҙым. Ул да булманы, айыу ҡуллы Ғәзинур яғамдан тартып торғоҙҙо ла, билемдән ҡосаҡлап, күтәреп үк алды.

– Сәләм, Мансур дуҫ! һо-һо, бына кемдә ул ҡорһаҡ! Килгәнеңде шәйләмәнемсе, әллә һауанан осоп төшкәнһең инде?!

Минең алдымда бағаналай йыуан аяҡтарын кирә баҫып, ҡайҡанлап торған әзмәүерҙәй ирҙе хәҙерҙән үк һабанға егеп ер һөрөргә булыр ине. Ғәзинур малай сағынан уҡ кәүҙәгә тос, йомош-йүнгә тилбер, сос булды. Ул атлап барһа, табандары аҫтында ер уйылып ҡалғандай, ә инде тирмән ташылай йомарланып йүгерә башлаһа, тирә-йүн дерелдәп ята. Ғәзинурҙың ауыҙ ситләп төшкән мыйыҡ остары эйәгендәге түңәрәк кенә ҡара һаҡалына тоташҡан, улар, ҡуйы ҡара ҡаштары менән бер рәттән, дуҫыма ғәжәйеп күркәм ҡиәфәт бирә. һынсыл күҙҙәрендә һаман да шаян балаларса мутлыҡ яна.

Һуңғы тапҡыр күргәнемдә Ғәзинур, ҡара янып, эшендә ултыра ине. Бошоноуынан итсән йөҙө иҫке баҡырсалай булып тутланып, йәмшәйгәйне, ҡараштары тәртәкәй шәмдәй һөрөмлө, әүәлге күбәләй кәүҙәһе лә шиңеп, тәбәнәкләнеп ҡалғандай. Әҫтәмдән прокурорға ялыу яҙғандар, ҡыуалармы эшемдән, ҡалдыралармы, йәки рәшәткә артына тығалармы тип көтәм, ти. Йәш сағынан уҡ ҡала милицияһында участковый булып эшләне ул. Эш күрһәтәм, тигән уй менән алабарманланып, яңлышҡанмын, беҙҙең эштә законды урынынан ҡуҙғатҡансы, алдан уны ҡырҡ тапҡыр боҙорға тура килә, пенсияға тиклем ярты йыллыҡ ҡына хеҙмәтем ҡалған, әллә насип итәм шул хаҡлы ялды, әллә юҡ, тип көйәләнә ине. Күренеүенсә, шул бәлә-ҡазаһынан иҫән-һау ғына ҡотолған. Ана бит, эсендә ут дөрләгән оло мейестәй ян-яғына йылы бөркөп, бәһлеүәндәй кәүҙәһе менән тубығынан ергә батырҙай булып, ауыҙ йырып тора.

Был яҡтарға йылдан ашыу йөрөгәнем булманы. Шуғалырмы, үҙем дә һиҙмәҫтән, күҙҙәрем хәтерҙә ҡалғандар менән бөгөнгө күренештәр араһында айырмалыҡтар эҙләй. Барсаһы ла элеккесә һымаҡ, тик аҙбар-ҡурала, йорт-кәртәлә яңы юнған балта-бысҡы эҙҙәре күп. Аласыҡ ҡыйығы яңыртылған, баҡса рәшәткәләре ялтырашып торалар, аҙбар янында сайырҙары ағып торған һары бүрәнәләр өйөмө, солан күтәрмәһенә лә йышынҡы таҡталар ҡағылған. Ғәзинурҙың ҡулынан инде барыһы ла, билдәле...

Төшкө аш артында бер-беребеҙҙең хәл-әхүәлде белешеп гәпләшәбеҙ. Ике бүлмәле иркен йорттағы йыһаздар ауылса ғына булһа ла бөхтә, ябай. Тәҙрәләрҙә сигеүле аҡ ҡорғандар. Түрбаштағы ҡарҙай аҡ ҙур мейестә ут дөрләй, йомшаҡ мейес йылыһы менән бергә өй эсенә тамшандырғыс тәмле аш еҫтәре таралған. Төпкө бүлмәнең иҙәненә яландай киң, ялбыр айыу тиреһе йәйелгән, ялтыр арҡалы бейек карауаттарҙа болоттай дәү яҫтыҡтар. Ҡулдан яһалған боронғо аш өҫтәлендә ҡуҙлы еҙ самауыр йырлай, табала һары майҙа бешеп күҙҙәре ағарған балыҡтар, ҙур табаҡта һуғанлы һөҙлөккә мансылған өйөм-өйөм ит менән картуф...

Миңә, ҡаланың ҡалаҡ осона ғына эләгерлек наҡыҫ ҡабымлыҡтарына күнеккән әҙәмгә, өҫтәл тулы был ауыл һыйҙары иҫ киткес мул, ашап туйғыһыҙ тәмле тойола.

– Ҡалала был хәтлем ит-майҙы беҙ ай буйына ашайбыҙ, – тип, итле табаҡ янына күстәнәсемде сығарып ҡуйҙым.

– Ҡала ашынан бындағы шишмә һыуы ла туҡлыҡлыраҡ, – йөҙө яҡтырып киткән Сәлмән ағай, өлгөрөп ҡалайым, тигәндәй, көрәктәй ҡулдары менән йәһәт кенә һонолоп, шешәнең башын бороп та ташланы. – Мин ҡалаға барһам, ике көн дә түҙмәйем, айыу башы ашарҙай булып асығып ҡайтам... Әбекәй, ҡара әле, һин бирмәһәң дә, Хоҙай насип иткәс, барыбер алдыма уҡ килеп ултырҙы бит, – тип, беҙгә ҡарап шуҡ ҡына күҙ ҡыҫты.

Нәғимә еңгә кәштәнән алып өҫтәлгә ҡырлы эстәкәндәр теҙҙе.

– Бирмәнем шул... Етмешкә етеп барғаныңда үҙеңдән икеләтә кесерәк булған алкаш Камал менән эсеп йөрөргә ни оятың еткәндер? Етмәһә, бөгөн дә, таң менән, башым ҡыҫа, тип хәмер теләнселәйсе, ҡарт ишәк?

– Эсеп йөрөй, тип шаштырмаһаң да булыр ине, әбей, ҡәйнешеңде аптыратып? Йомош менән барғайным Камалға, үҙең беләһең дәһә... Урамына барып керһәм, япа-яңғыҙы араҡы һемереп ултыра. Алдында түтәлдән йолҡоп алған кишерҙән башҡа ашҡаҙанды йылытырлыҡ бер йүнле ҡабымлыҡ та юҡ... Ҡыҫтағас, аштан оло булмайым, тип, ике генә эстәкән йомдорғайным шул. Әллә ниндәй һаҫыҡ, әшәке эсемлек булды, тон буйына күңелем уйнап, уҡшытып сыҡты.

– Камал әле ләж булып, башын да күтәрә алмайынса, ауырып ята, – тип һүҙгә ҡушылды Ғәзинур. – Ул, баҡһаң, кисә үткенселәргә ҡорт балы һатҡан, имеш. Тегеләр уның эскесе икәнен белепме, балға өлөшләтә хәмер менән түләгәндәр. Билдәле, улар ундай кәсепкә йүнле эсемлек йөрөтмәй, эс-ҡарынды тишерлек һелтәләй шыйыҡса биреп киткәндәрҙер... Иллә-мәгәр, үҙем рәхәткә сыҡтым хәҙер,– тине ул ап-аҡ тигеҙ тештәрен миңә балҡытып. – Хаҡлы ялда мин, дуҫҡайым! Ҡотолдом, ниһайәт, эт эшенән! Ҡырҡ бишем тулғандың иртәгәһенә үк ғариза яҙҙым да, айыуҙан ҡасҡан төлкөләй һыпырттым шул биҙа-маҙалы тынғыһыҙ хеҙмәттән. Унан ҡыш буйына бот сәнсеп диванда аунаным... Ҡалала бүтән эш табырға ла була, әлбиттә, теләге, һаулығы булған әҙәм пенсияла ла тик ятмай. Тик миндә ниңәлер быға дәртем дә, дарманым да уянманы, – Ғәзинур, тәҙрәгә төбәлеп, бер мәл генә шымып ултырҙы. – Ялҡҡанмын шул кешеләрҙән, ҡала ығы-зығыһынан, эштәге ыҙа-маҙанан тамам биҙгәнмен, күргем дә, ишеткем дә килмәй... Шуға ла, быйылғы яҙ башынан алып тыуған ауылымда, атай-әсәйем янында ятам бына. Умарталарҙы егермегә еткерҙем, ҡолон һатып алдым, ат, һыйыр, башмаҡтар бар, һарыҡтар тиҫтәнән ашыу, атай-әсәйемдең йорт-ҡаралтыһын да йүнәтеп яңырттым. Хатта тәмәке тартыуҙы ташлап, эскене лә ҡыҫтым, малай! Хөрриәт, ҡыҫҡаһы! Үҙем баш – үҙем түш, ғүмер буйы мейемде сереткән кеше бәләһен хәҙер бар тип тә белмәйем!

– Аллаға шөкөр, йәй бик ыңғай, матур килде быйыл, – ти Нәғимә еңгә сынаяҡҡа самауырҙан сәй яһап. – Сабындар мул булды, йүкә шаулап сәскә атты, уттай эҫе көндә айырған ҡорттарҙы һоҫоп, яңы умарталар ябып, бал һурҙырып мәж килдек... Алған балды яйлап һатһаң, бына һиңә эш хаҡына тиң аҡса...

– Ҡорттарҙы баҙға һалырға торғанда ғына арҡама һыуыҡ тейеп һемәйтте, – тип зарланды хужа биленә ураған йылы шәлгә ымлап. – Умарта ташыу түгел, аяҡ аҫтында ятҡан сүпте күтәрергә лә рәтем юҡ... Ғәзинур улым елле лә, тик яңғыҙ кешенең эшеме ни, умарта ташып ҡорт һалыу?

– Кисә Камал менән һөйләшеп килешкәйнем дә, ә бөгөн ул алкаш, башын да күтәрә алмайынса, саҡ ята, – тине Ғәзинур аптыраған ҡиәфәттә елкәһен тырнап. – Көн боҙолоп китеп, ҡорттарҙы күрәләтә өшөтәбеҙме ни? Шуға ла бөгөн үк берәй яйын табып, был мәшәҡәтте хәл итеү фарыз...

Хужаларҙың ҡунаҡ алдында әҙәп һаҡлап ҡына уратып– суратып йөрөткән һүҙҙәренең айышын төптө ауһар ғына һиҙмәҫ. Көтмәгәндә килеп төшһәм дә, бик йәтеш тура килеүемә үҙем дә эстән генә ҡыуанып ултыра инем инде. Ауылдағы көндәлек эш– мәшәҡәттәрҙе тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, ә бөгөнгөләй ҡыҫтау саҡта, арбаныңватылған тәгәрмәсенә алмаш табылғандай^ тап-таман булыуың үҙе бер һауап түгелме ни?

Ярҙамға әҙерлегемде белдергәс, Сәлмән ағайҙың күңеле оторо ирәйеп, йөҙө яҡтырып китте.

– Иллә еңел аяҡлы кешеһең, ҡустым, – тине ул балаларса ҡыуанып. – Өсөнсө йыл килгәнеңдә лә, тап әлегеләй хәлгә тарып эшкинмәгән сағымда, ике кәбәнемде ҡойоп киткәйнең бит, иҫеңдәме? Был ҡәһәрле сырхау, – ул билендәге шәлде ҡыҫтабыраҡ тартып бәйләне, – йәйме, ҡышмы тип тормай шул, уйламағанда килтереп бәрә лә, аяҡ-ҡулһыҙ итә... Әбекәй, – тип, Сәлмән ағай Нәғимә еңгәгә ишараланы. – һин, былай бугас, аш– һыуыңды ҡайғырт, эш һуңында өҫтәлдә әсеһе лә, сөсөһө лә булһын! Ҡорттарҙы баҙға һалыу йылына бер генә, значит – байрам бөгөн!

– Әйтмәһәң дә беләм, – тине еңгәм өҫтәлдәге һыйҙарҙы минең алдыма яҡынайтып. – Тик, юҡҡа өмөтләнеп, күҙҙәреңде майландырма, һиңә барыбер тәтемәй. Алкаш Камал менән кисә эскәнең дә еткән! Эшкинеп йөрөһәң тағы бер хәл. Былай ҙа танауың ҡыҙарған инде, урландыҡ эсемлегең барҙыр, моғайын... Аша, ҡәйнеш, етешеп ултыр, оҙон юлда асыҡҡанһыңдыр! Рәхмәт яуғыры, беҙ бисараларҙы иҫеңә алып, алыҫтан килеп еткәнһең бит, юлы юлмы был яҡта?

Еңгә шулай бабайын орошоп маташһа ла, уның мөләйем күҙҙәрендә уҫаллыҡ салынманы.

– Ҡуйсәле, әбекәй, әрләшмә, ҡорт һалыу хан заманынан бирле оло байрам булған даһа...

Сәлмән ағай менән Нәғимә еңгә – тау-таш, урман араһында ултырған ошо ауылда тыуып, шунан сыҡмайынса ғүмер уҙғарған кешеләр. Бынан утыҙ-ҡырҡ йыл ғына элегерәк ауылда алтмыштан ашыу йорт булып, бындағы халыҡ ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғып тора ине. Өй һайын тиерлек бишәр-етешәр бала үҫте, һигеҙ йыллыҡ мәктәп гөрләп торҙо, ауыл халҡы урманға бәйләнешле төрлө эштә аҡса табыр, мал тотор, кәсеп итер ине. Ул заманалар ҡайҙа хәҙер... Бөгөн килеп ауылда торбаһынан төтөн сыҡҡан ни бары дүрт йорт бар. Әүәлге урам-тыҡрыҡтарҙы, өй нигеҙҙәрен бейек кесерткән, киндер үләне баҫҡан, үлән араһынан тегендә-бында эс бошорғос ташландыҡ харабалар ҡалҡып ултыра, ҡасандыр тауҙай йөк машиналары үтеп йөрөгән күперҙәр емерелеп, кәлтәнсек ағас баҫмаларға, ә саң борхоп ятҡан киң юлдар табан терәрлек кенә тар һуҡмаҡҡа ҡалған.

– Әүәле бесәнгә төшөр саҡ етһә, силсәүиткә йыйылышып, сабынлыҡтарҙы бүлешер инек, – ти Сәлмән ағай күңелһеҙ генә көлөмһөрәп. – Беҙҙәге урман, тау-таш араһында салғы һелтәрлек туғай-яландар наҡыҫ булғас, шулар өсөн ирешеп-талашып, күрше-күлән, туған-тыумасалар менән аралар боҙолошоп бөтөр ине хатта... Ул саҡта халыҡ малды күп тотто. Ә хәҙер, ана, тәгәрәп киткәнсе сапһаң да бөтөрлөк түгел! Бесән сапҡан кеше булмағас, күпме туғайҙар сүпләнеп, ағасҡа ҡалып та бөттө инде...

– Мал, тиһең әле, – тип һүҙгә ҡушылды Нәғимә еңгә зарланып. – Әйтәм дәһә, һөйләшеп күңел бушатырлыҡ бисәләр ҙә бөткән инде был ауылда. Йәмиғә әбей ҡартайған, алйыу, һүҙ йөрөтөүенең дә һис рәте юҡ, әйләнә лә бер үк хәбәрен яңынан башлап һөйләй, бахыр. Камалдың әсәһен һөйләүем... Сырхай әле ул, тороп китерме-юҡмы инде... Рауилдың ҡатыны, Ғәлиә, бигерәк йәш булғас, уның менән дә уй-һүҙебеҙ берекмәй. Ифрат әсем боша шуға. Билдәле бит, ҡатын-ҡыҙҙың тел сарлап, ғәйбәте сыҡмаһа, ни күңеле... Шуға ла, бөтөнләй телдән ҡалмайым әле, тип, һыйырым, һарыҡтарым, бейәм менән һөйләшәм хәҙер – еңгә усы менән ауыҙын баҫып ҡына көлөп ҡуйҙы. – Ҡолаҡтарын ҡарпайтып тыңлайҙар мине, тик ҡайтарып һөйләшергә телдәре генә юҡ, бахырҙарҙың... Нишләйһең, бүтәндәр ыңғайына ваҡытында ситкә күсергә дәрт итмәнек шул, ултырып ҡалдыҡ ошо ҡараңғы ауылда. Хәҙер инде ҡартайҙыҡ, бынан арҡанлап алып китергә булһалар ҙа, риза түгелбеҙ. Ошонда йәшәп, ошонда үлергә яҙғандыр инде...

Заманалар ҡырҡа ғына үҙгәрҙе шул. Халыҡ хәҙер ҡалаларға һыйына. Унда эш, аҡса... Ата-бабаларҙың нигеҙен ҡоротоп ситкә күсеүҙең сәбәптәре, бер ҡарауға, һәр кемдеке үҙенсә һымаҡ тойолһа ла, асылында иһә, улар, кешеләрҙең алабарман холоҡло ваҡыт толпары егелгән замана арбаһынан төшөп ҡалмайынса, шуға сат йәбешеп барырға теләүенән ғибәрәт инде. Ауылдан сығып, ситтә уҡып йөрөгән бала-саға ла ҡала яҡтыһына тиҙ үк күнегеп, ата-әсәһе янына ҡайтып киткән арала итәк-балағына йәбешкән ауыл батҡағына ҡарап, танауын сира башлай. Урман­тауҙар араһына йәшенгән, зыяраттарына тиҫтәләрсә быуындар ерләнгән ауылдарҙың бер килеп юҡҡа сығыуы тик бөгөн генә түгел, әлбиттә. Уларҙың заңлы-моңло атамалары әлеге көндәрҙә лә ҡайһы бер сал сәсле бабайҙарҙың, сабыр йөҙлө әбейҙәрҙең паспорттарында күренеп ҡала. Хоҙайбирҙе, Ҡарағай, Шырышҡы, Әтәлән, Норош, Лапышты, Айыс, һөйөндөк, Ямашты... Шунда тыуғандар бөгөн дә урман баҫып ергә һеңгән ауылдарының тупраҡ йылыһын табандарында һаман тояларҙыр әле. Эйе, йәшәйеш, тормош ҡанундарына кем ҡаршы тора ала һуң... Нисек кенә булмаһын, халҡы китеп, нигеҙ таштары ғына сурайып ҡалған ауылдарҙы юлда тап иткәндә йөрәкте әйтеп аңлатмаҫлыҡ һағыш, моң баҫа, гүйә, ситкә сығып киткән балаларын һаман көтөп ултырған яңғыҙ ҡарсыҡты күрәһең...
Читайте нас: