Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Ғинуар 2021, 19:41

Өс егет йөрөй артымдан

“Сибәр сибәр түгел, ә һөйгән сибәр” тиҙәр, бит. Төҫкә әллә ни һылыу ҙа булмаған бер таныш ҡыҙыҡай үҙенең йәмһеҙлегенә, бәхетһеҙлегенә зарлана торғайны миңә.

Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң мөһиме иғтибар, иғтибар һәм иғтибар, тиҙәр бит. Бәләкәс кенә ҡыҙ балаға ла: “Сәсеңде ҡалай матур үргәндәр әле!..” йәки “Күлдәгең бигерәк матур инде!” тиһәң, ул үҙен шундуҡ принцесса кеүек хис итә башлай. Йөҙөнә йәнеңде иретерлек йылмайыу сығарыр, кескәй генә танауы ла саҡ-саҡ ҡына өҫкә үрмәләп китергә күп һорамаҫ. Мин, мәҫәлән, бәләкәй сағымда көнөнә биш күлдәк алмаштырып кеймәһәм, күңелем булмағанын асыҡ хәтерләйем. Сөнки яңынан-яңы күлдәк кейеп урамға сыҡһам, кешеләрҙең иғтибарын үҙемә күберәк йәлеп иткәнемде кескәй генә булһам да бик яҡшы тоя инем. Гел бер күлдәктә йөрөһәң бит уға күҙ өйрәнә, ә былай исмаһам һиңә теге яҡтан да, был яҡтан да комплименттар яуа ғына! “Оһо-о, минең ҡыҙымдың күлдәге ҡалай матур!”, “Күлдәгенән дә бигерәк үҙе матур!”, “Күлдәгеңде кем әпирҙе, ҡыҙым? Йылы тәнеңдә туҙһын! Бәхетле бул, балаҡайым!”. Ошондай матур һүҙҙәрҙе йыш ишетә торғайным мин урамдағы инәй-өләсәйҙәрҙән. Тик был ғәҙәтемде үҙем кер йыуырға өйрәнгәс тә ташларға тура килде. Әсәй йыуғанда ғына беленмәгән икән ул кер йыуыуҙың ниндәй мәшәҡәтле эш икәне, ә әсәйем, бысратҡан күлдәктәремде үҙемдән йыуҙырта башлағас, бик тиҙ төшөндөм. Ул заманда бит хәҙерге кеүек кер йыуыу машиналары ла булманы. Ҡулдар талып бөтә торғайны, уйнарға сыға алмай, һыулы тас эргәһендә шаптырлап торғанымда, үҙемде-үҙем йәлләп, балауыҙ ҙа һығып алыр инем...
Эйе, гүзәл заттарға һәр саҡ иғтибар кәрәк. Бигерәк тә ир-егеттәр тарафынан. “Сибәр сибәр түгел, ә һөйгән сибәр” тиҙәр, бит. Төҫкә әллә ни һылыу ҙа булмаған бер таныш ҡыҙыҡай үҙенең йәмһеҙлегенә, бәхетһеҙлегенә зарлана торғайны миңә. Мин ғүмерлеккә яңғыҙ ҡалырмын инде, тип бошондо гелән. Көтмәгәндә шул танышымды бер егет ярата башланы. Янынан китмәй шул тегенең. Етәләп кенә алып йөрөй, байрам һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләктәр ташый, гөлләмәләргә күмә. Ошо хәлдән һуң ана шул ҡыҙ күҙгә күренеп үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Үҙен ҡарап ҡына йөрөтә башланы, йөҙөнә лә йылмайыу ҡунды, бер һүҙ менән әйткәндә, ысын мәғәнәһендә сибәрләнде лә китте. Бына бит ир-егет иғтибары ни эшләтә ҡатын-ҡыҙҙы!
Был йәһәттән мин үҙемде бәхетле тип һанайым. Сөнки мин бер генә лә түгел, ә өс ир-аттың иғтибарлы, мөхәббәтле солғанышында йәшәйем, Аллаға шөкөр!.. Улар өсөһө лә минең өсөн йәндәрен бирергә әҙерҙәр, өлтөрәшеп йүгереп кенә йөрөйҙәр эргәмдә. Кеше әллә нимә уйлаһа уйлаһын, әммә миңә шулай оҡшай. Ни өсөн тигәндә мин уларҙың өсөһөн дә яратам. Эйе, яратам, яратам! Бер юлы өсәүҙе һөйөп булмай, тиерһегеҙ һеҙ. Була икән дә шул, башыңа төшһә, була!
Улар өсөһө лә төҫкә-башҡа бына тигән: ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, ҡуңыр йөҙлө. Бер һүҙ менән әйткәндә – ысын башҡорт егеттәре! Икәүһенең сәстәре диңгеҙ тулҡынымы ни?! Нығыраҡ үҫеп китһәләр бөҙрә-бөҙрә булалар ҙа ҡуялар. Баштарынан иркәләп һыйпағым килә лә китә гелән. Уның ҡарауы өсөнсөһөнөң сикәләре соҡор ғына. Йылмайып-көлөп ебәрһә, һәр ҡыҙҙың да хушын алыр, билләһи!
Төҫтәре төрлө-төрлө булған кеүек, холоҡ-ғәҙәттәре лә бер иш түгел уларҙың. Иң тәүге танышҡан егетем шул тиклем тыныс холоҡло, аҙ һүҙле. Иң мөһиме, үтә лә егәрле. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Боҙолған сәс бөҙрәләткесемде лә, үтегемде лә “һә” тигәнсе йүнәтеп бирә. Ауыл балаһы икәне күренеп тора үҙенең, сүкеш-балта ҡулында уйнай ғына. Бына тигән итеп өй ҙә һалып йөрөй әле ул. “Аҙ һөйләй, күп эшләй” тигән мәҡәл тап минең һөйгәнем тураһындалыр ул! Уртансыһы бигерәк зирәк, аҡыллы күренә. Белмәгән нәмәһе юҡ үҙенең. Тәүгеһенең тап киреһе, бигерәк күп һөйләй, етмәһә! Теге-был нәмә тураһында, әйткәндәй, яратҡан темалары техника, астрономия, палеонтология ҡулдарын болғай-болғай, фәнни яҡтан әллә ниндәй дәлилдәр килтереп бәйән итә башлаһа, асҡан ауыҙыңды ябырға ла онотоп тыңлайһың да ҡуяһың. Рәссамлыҡ һәләте лә бар. Шул өлкәлә уҡып та алһа, ҡайҙан беләһең, бәлки, билдәле рәссам да булып китмәҫ, тимә. Уның һәр байрам һайын бүләк иткән матур-матур рәсемдәрен мин ҡәҙерләп кенә һаҡлайым. Бүләк тигәндән, улар өсөһө лә бүләккә һаран түгелдәр ул. Бигерәк тә, тәүге танышҡаным. Йә күптән күҙем ҡыҙып йөрөгән матур күлдәкте алып бирә һала, йә кухня тирәһендә эшемде еңеләйтә торған электр приборы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тотоп килә, йә алтын-көмөштән яһалған биҙәүестәр менән һушымды ала... Ә иң кесе егетем, әсәһе менән атаһының иркә генә кинйә малайы, әллә минең ялан сәскәләрен яратҡанды белә инде, урамда йөрөгәндә лә, ҡырға сыҡһаҡ та, ромашка, ҡыңғырау сәскәләре өҙөп тоттора һала. Ә бер ваҡыт баҡсамда ҡәҙерләп кенә үҫтергән рауза гөлдәремде тамыры-нийе менән йолҡоп алған да шундай ҡәнәғәт ҡиәфәттә баҫып тора шул миңә ҡарап йылмайып, гөлләмә һоноп. Бер ҡатлы ғына матурымдың был ҡылығына иларға ла, көлөргә лә белмәй, тәүҙә күпмелер ваҡыт шаңҡып торҙом әле, ахыры, сәскәләрен алып, һыуға ҡуйырға мәжбүр булдым. Шундай ихласлыҡ алдында үпкәләп тороп булмай ҙа инде?!
Күңелемде иретерлек яғымлы һүҙҙәрен дә йәлләмәйҙәр улар минән. “Яратам да яратам!” тип өҙөлөп тора һәр ҡайһыһы. Көн дә сикәләремде алмаш-тилмәш супылдығы сығарып үбәләр. Кинйәкәй егетем, әлбиттә, бөтәһенән дә уҙҙырып ебәрә. Ата-әсәһенең иғтибары үҙенә күберәк тәтегәнгә лә шул тиклем итәғәтле, яғымлымы икән әллә?.. Уның теленең татлылығынан ҡолаҡтарым иркәләнә, наҙлы ҡосағында балдай-майҙай ирейем дә ҡуям.
Ә нисек уларҙың өсөһө менән дә осрашып өлгөрәһең һуң, тиерһегеҙ? Иң ҡыҙығы ла шунда шул!!! Яуап бирәм улайһа. Улар бер-береһен белә. Эйе, белә. Шулай килеп сыҡты инде нисектер... Шуға күрә, йәшерен-батырыны юҡ тип, кистәрен урамға, паркка ял итергә ҡай саҡ дүртәүләп сығабыҙ ҙа китәбеҙ. Тегеләр, береһен-береһе уҙҙырып, миңә хәбәрҙәрен теҙәләр, йүгереп килеп ҡосаҡлап йә етәкләп алалар, юл ситендә үҫеп ултырған бер бөртөк бәпембәне күрһәләр ҙә, өҙөп, тоттора һалалар. Кешеләр ҡыҙығып та, һоҡланып та ҡарап үтеп китәләр беҙгә.
Әлбиттә, ҡай саҡ үҙ-ара татыулыҡтары боҙолоп киткеләй егеттәремдең. Һирәкләп әтәсләнеп тә алалар мине бүлешә алмай, “ Ул минеке лә минеке, мин нығыраҡ яратам барыбер...” тип. Тик теге шымыҡайы ғына ҡушылмай был талашҡа. Йылмайып ситтән генә күҙәтеп тора ла , ныҡ ҡыҙа башлаһалар, айыра һала көҙгө әтәстәрҙе. Ни тиһәң дә, кәүҙәгә лә мыҡтыраҡ, көслөрәк тә шул үҙе. Тәүҙә үпкәләшеп йөрөһәләр ҙә, икенсе ҡарауыма теге ике матурым да һин дә мин, дуҫтар кеүек һөйләшеп йөрөгән булалар.
Бына шулай минең тормош, дуҫтар. Һәләк бәхетлемен! Өс егетте һөйәм, өсөһөн дә үлеп-үлеп яратам! Ошо бәхетемдән Хоҙайым айырмаһын тип, ятһам да, торһам да, теләктәр теләп доғалар ҡылам. “Кит, иҫәр, шул да булдымы бәхет?! Берәүһен генә һайла!” тиһәгеҙ ҙә, тыңламаясаҡмын. Сөнки мин уларһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым. Улар минең иң-иң ҡәҙерле кешеләрем ирем һәм ике улым!!!
Зөлфиә МУЛЛАҒОЛОВА-СӘЛИХОВА
Читайте нас: