Хәйҙәр Тапаҡов
Берҙән-берем, бер генәм
Был икәүҙе мин йыш күрәм. Эшкә китешләй ҙә, ҡайтышлай ҙа осрайҙар. Гел бергәләр, ҡултыҡлашып, йә етәкләшеп баралар. Ҡырҡ йәштәр самаһындағы ошо парҙың йәш егет менән ҡыҙҙай һыйынып атлауҙары ирмәк тойола ине башта, тора-бара күнектем. Тәүҙәрәк тап булышҡанда өндәшешмәй уҙҙыҡ, аҙаҡтан баш ҡағып иҫәнләшә башланыҡ, һуңға табан йылмая биреп йылы сәләмләшеүҙе ғәҙәт иттек. Иғтибарға алмау мөмкин дә түгел шул, миңә ҡалһа, улар ҡайһы яғы менәндер башҡаларҙан айырылып күренә төҫлө. Ир кеше урта буйлынан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ, мыҡты кәүҙәле: ҡарағусҡыл, ялтас биттәре, йәмшек, итләс танауы, текә маңлайы, шешмәкләнеп ҡапсайған ҡабаҡлы һорғолт күҙҙәре уны тәү ҡарашҡа тәкәббер һәм ҡырыҫ итәләр. Шул төйөрөм кәүҙәлә тышҡа бәрелеп бармаған көс-ғәйрәт һиҙелә. Ундайҙар, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ күҙенә эләгә һалып бармай. Бөҙрә, апаруҡ сал ҡунған сәстәренән айырмалы, тура, яҫы, бер-береһенә тоташып тиерлек үҫкән ҡаштары сөм-ҡара, айырым-асыҡ һыҙатланып ирҙе күпкә йәшәртә, күркәм итә. Ул ныҡ, ышаныслы баҫып атларға тырышһа ла, һиҙелер-һиҙелмәҫ һул аяғына аҡһай, шуғалырмы, ҡулдарын йәйә биреп хәрәкәтләнеүе тайшанлап-төмрәнләгән айыуҙы хәтерләтә. Ошо кәмселекте сит-ят, ҡыҙыҡһыныусан текәлеүҙәрҙән йәшерергә теләгән бисәкәйе гел шул яҡтан һомғол буйын иренә ҡуштан терәп бара. Бөтә йәһәттән дә урта саманан ары китмәгән ирҙең йәмәғәте уға ҡарағанда күпкә йәш тә, сибәрерәк тә, ундайҙар хаҡында беҙҙең яҡта һөйкөмлө һөйәкле тиҙәр: ҡалын, ҡабарып таралған һары сәстәре, уң яғында уймағы беленгән тумалаҡ бит алмалары, ыҡсым танауы, ҡыйғас ҡаштары, аяҙ күк йөҙөн хәтерләткән зәңгәр күҙҙәре тотош фиғелде тағы ла йәмләйҙәр, нурлы итәләр. Ағас йәме – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тигәндәй, килешле, көйәҙ кейенеүҙәре был икәүҙе тағы ла ылыҡтырғыс итә. Йәнә атлаған ыңғайы ҡатын иренә зерә яратып, һоҡланып һирпелә һалып ала, тегеһе лә шул ҡарашты һиҙеп, туң, ҡырыҫ сырайлы йөҙөн ирәмһетә. Күнәгенә ҡапҡасы тап килеңкерәмәһә лә, уларҙың шулайтып бергә йөрөүҙәре һоҡланғыс, ҡушарлап барыуҙары йәмле.
Эшкә китергә ҡабаланғанда машинам тоҡанмай йорт янындағы майҙансыҡта мәшәҡәтләнә инеем, танышым үҙе эргәмә килде:
– Сәләм! – Майға буялған ҡулымды һәрмәп алып ҡуш усына йомарланы, тимер-томорға яҡын кеше генә шулай мазут-маҙарҙы бар тип тә белмәй. – Танышайыҡ әле яҡындан, Тайфур Ҡунаҡбаев, тиҙәр мине. Һеҙгә нисегерәк өндәшергә, ҡусты, типме, әллә ағай, типме? – Йәшемде әйттем. – Сырайығыҙ һиҙҙертмәһә лә, минән күпкә ол-оһоғоҙ икән, шуға ағай, ти ҙә ҡуяйым. Әле бына Йыһаниә магазиндан ҡайтышлай машина янында булышыуығыҙҙы күреп ҡалған да, барып ярҙамлаш әле, шоферһың бит, ти. – Һораулы ҡарашымды һүҙһеҙ ҙә аңлап өҫтәне. – Күптәр уны мәрйә тип ҡабул итеп яңылышалар, юҡ, үҙебеҙҙең милләттән. Ул тағы, нишләп ҡара асманды һайлаған икән, тип бер уйламаһағыҙ бер уйлағанһығыҙҙыр. Үҙем дә ғәжәпләнәм ҡай саҡ, ҡатын-ҡыҙҙың эске донъяһын, кисерештәрен, сиселмәҫ йомаҡ ише булмыштарын аңларға маташ – файҙаһыҙ. Кәртинкәләй егеттәр ғашиҡ, ә улар өркөткөстәрҙе һайлай, үҙ итә бит, үәт бәлә нимәлә! – Ул шулай оҙон-оҙаҡ һөйләнеп, һәлмәк юрғалап, белекле ҡиәфәттә машинамды әйләнеп сыҡты ла, теш араһынан күңелле көй һыҙғырып, ситкәрәк баҫты.
Беҙҙең биш ҡатлы йорт ҡала ситендә, ары, асфальт юл аша, баҡсаларға күмелгән ҡәҙимге ауыл өйҙәре башлана. Ҡасабаның исеме лә бар – Ҡамышлы. Ниңә улай атағандарҙыр, бер Хоҙай белә, өйҙәр тигеҙлектә урынлашҡан, урамдары киң, ҡамыш-фәлән үҫкән ер ҙә күҙгә салынмай. Бында көнитмеш ысын ауылдағыса: яҙҙан ҡара көҙгәсә урам буйлатып, Төйәләҫ йылғаһы яғына ҡарай һәр көн иртән көтөү ҡыуалар, бесән осоронда арбаларға тейәп алып ҡайтып, лапаҫ башында киптереп ҡышлыҡ бесән әҙерләйҙәр, торлаҡтары газ менән йылытылһа ла, мунсаға яғыр утын хәстәрләйҙәр, колонканан көйәнтәләп һыу ташыйҙар, таң һарыһында ҡасабаны ғына түгел, беҙҙе лә тамаҡ ярып әтәс һөрәнләүе уята, көн оҙоно тауыҡ ҡытҡылдауы, һирәк-һаяҡ эт өрөүе ишетелеп ҡуя Ҡамышлынан, танһыҡ ауыл йәме, ауыл тәме, ауыл еҫе килә әлеге тарафтан. Миңә шул ябай шөғөл-тәртиптәр, ҡаҡшамаҫ ҡанундар оҡшай бигерәк, күнегелгән йәнле шау-шыу йәнемә майҙай яғыла, тыуған төйәгем көс-дарман бирер өсөн эргәмә күсеп килгәндәй хис итәм ҡайһы саҡ. Танышым әле, үҙенең Ҡамышлынан икәнлеген белгертеп, баш ҡағып һораны:
– Был йорттоң юғары ҡатынан беҙҙең ауыл ус төбөндәгеләй ап-асыҡ күренәлер инде.
– Ыҙмабыҙ бейек бейеклеген, тик үҙһенеп бөтмәйем таш диуарҙы, ауыл өйө һағындыра.
– Һеҙ ҡайҙан?
– Урман Йылайырынан. Һеҙсе?
– Ырымбурҙан. Сал ҡылған елберләгән икһеҙ-сикһеҙ даланы күргәнегеҙ бармы? Шул иркенлектә тыуғанмын! – Ғорурланып әйтте.
– Бына таныштыҡ та, юғиһә иҫәнләшеп кенә кемдең кемлеген ҡайҙан беләһең?
– Әйтмә лә. – Йәнләнеп китте. – Тимер айғырҙың ҡайһы тирәһен соҡойһоң?
– Кәзәләнгәс, арғымаҡтар тоҡомонан түгелдер был нәмә! Аптыратты ла баһа. Тәҙрә быялаларын да һөртөп ҡарайым, тәгәрмәстәрҙе лә типкеләйем. Тоҡанмай. – Үҙемдең техникала оңҡотлоғома ишаралап, шулай мәрәкәләнем.
Тайфур ихлас һаһылдап көлөп ебәрҙе лә, асыҡ машина ишегенә терһәкләнеп, ҡәтғи күрһәтмәһен бирҙе:
– Капотты асығыҙ әле! Ҡуй, улайтып эткеләмә-төрткөләмәгеҙ, машина тигәнең ҡатын-ҡыҙ менән бер, көйләгәнде-яйлағанды ярата. Үҙем ғүмерем буйы баранка борғослағас, быны яҡшы беләм. – Шулай тине лә отвертка, кәрәкле асҡыстар алып, асыҡ капотҡа ярты кәүҙәһен тығып, тикшеренергә керешеп китте, шунан ҡайта-ҡайта руль артына ултырып, стартерға баҫҡылап та аҙапланды. Бер аҙҙан сөскөрөү-бышҡырыуҙан ары китмәгән машинаға диагноз ҡуйылды. – Тиҙ генә тоҡанырлыҡ рәте юҡ быныңдың, корбюратор бензин үткәрмәй. Хәҙер ысҡындырып алайыҡ. Алып ҡайтып ҡараштырып бирермен, төштән һуң кил. – Урам исемен, йәшәгән өйөнөң һанын әйтте.
– Хәҙер үк һуғылаһы, ҡабалан үтәйһе мәшәҡәттәр бар ине бит әле. Еңел автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереүсе пункттар аҙым һайын, һеҙҙе борсоғансы, бәлки, шунда барырғалыр?
– Ҡабаланһағыҙ, эшегеҙгә йәйәүләп йүгерегеҙ, ғүмерегеҙ буйы машинаға ҡырын ятып елдереп көн итмәгәнһегеҙҙер бит! – Тайфур туранан бәреп ярайһы уҡ тупаҫ ҡырт киҫте. – Ремонтлатыуға килгәндә, аҡсаңды һуйып аласаҡтар, өҫтәүенә, эштең рәт-сүрәтен белмәгән ундағы малай-шалайға ышаныс та самалы.
Ҡаты бәрелеүгә ҡылъяймаһам да, зарурат буйһондорҙо, ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Кисҡорон, эштән ҡайтышлай, аҙыҡ-түлек магазинына һуғылып, ҡултығыма күстәнәсемде ҡыҫтырҙым да, Тайфурҙарҙы эҙләп киттем.
Алыҫ йәшәмәйҙәр икән дә баһа, йортобоҙ, хатта фатирыбыҙҙың тәҙрәләре был тапҡырҙан бермә-бер асыҡ күренә. Түбәһе көрән тимер черепица менән ябылған, бүрәнәләренән бөрсөк-бөрсөк ыҫмала тамсылары һарҡып беленгән алты мөйөшлө ҡарағай йорт әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып мөһабәт ҡалҡҡан. Урамға ҡараған ҙур тәҙрәләр ҡаршыһында иркен итеп кәртәләп алынған алма баҡсаһы. Тупрағы йомшартылып, олон төптәре аҡбалсыҡланған ағастар, әле шау сәскәгә күмелеп, иҫерткес хуш еҫ бөркә. Мамыҡтай ҡабарған сәскә суҡтарынан һеркә йыйыусы бал ҡорттарының тигеҙ геүләүе тирә-йүнгә үҙенсәлекле, ирәүән моң тарата. Иртәнге томандай ҡуйы, һөт күбегеләй еңел алмағастар йылымыс яҙғы елгә эйәреп, төпһөҙ зәңгәр сатырҙа йөҙгән болоттарға барып ҡушылырҙар ҙа, эргәлә генә күгәреп ҡалҡҡан Ирәндек тауын артылып, ҡайҙалыр осоп китерҙәр һымаҡ. Беркетелгән бағаналары әрселгән имәндән бөтөрөлгән, ситтәре ялтыр ҡалай менән нағышланған, йөҙөнә бер-береһенә ынтылып талпыныусы күгәрсендәр һүрәте төшөрөлгән, өҫкө өлөшө тимер сымдарҙы бөгөп семәрләнгән ағас ҡапҡа асыҡ йәшел төҫкә буялған. Арыраҡ ишеге урам яҡҡа ҡараған, инер-сығыр майҙансығына асфальт йәйелгән шифер ҡыйыҡлы кирбес гараж күренә. Бәләкәй ҡапҡа бағанаһына беркетелгән ҡулайлама төймәһенә баҫҡайным, эс яҡта ҡыңғырау сыңлап ебәрҙе.
– Кем унда, бикләмәгәнбеҙ! – Яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде.
Индем дә уңайһыҙлана биреп туҡтап ҡалдым. Бында ла таҙалыҡ һәм бөхтәлек. Ҡаршыла төп өйҙө усаҡлыҡ менән тоташтырған ҡыйыҡлы күтәрмә күренә. Бил тәң-гәленән һырлы кәртә менән сикләнгән, таҡталары, ҡыйыҡ терәүҙәре төҫһөҙ лак менән ҡатырылған был ҡоролма тотош ихатаға күтәренкелек, тантана өҫтәй. Усаҡлыҡтан ары йәшелсә баҡсаһына терәлгән ыҡсым мунса күренә. Баҡсала ҡарайып түтәлдәр теҙелгән, бер нисәһендә әле генә сығарылған помидор, борос һәрпенделәре күҙгә ташлана, ботаҡтарының яртыһын рәшәткәнән ишек алдына һалындырған өйкөм сирен ҡыуағы ла күкрәп сәскәгә тумаланған. Былар барыһы ла, һис һүҙһеҙ, ир оҫталығы, ҡатын-ҡыҙ егәрлегенән яралған.
– Мөмкинме?..
– Ә-ә-ә, һаумыһығыҙ, әйҙә, тартынмай үтегеҙ! – Күтәрмә иҙәненә керҙәр өйөп һалып, шуларҙы йыуыу машинаһына тығып мәшәҡәтләнгән хужабикә, алъяпҡысына еүешләнгән ҡулдарын һөртә-һөртә, миңә ҡаршы атланы ла, ҡабырға ишеге асыҡ гар-аж яғына ҡарап ҡысҡырҙы. – Тайфур, һиңә килгәндәр, өлгөрттөңмө? – Шунан алсаҡ һирпелеп күрешергә үрелде. – Йыһаниә. Һеҙгә кем тип өндәшергә? – Бәләкәй, йомшаҡ ҡулды тотоп исемемде әйттем. – Яуабым элә һалып алынды. – Бер туған мыртыйымдың* да исеме Айҙар ине. – Йөҙөнән бер мәлгә генә моңһоулыҡ күләгәһе йүгереп үткән хужабикә, тиҙ арала үҙен ҡулға алып, ҡайтанан ирен киҫәтеүҙе кәрәк тапты. – Эшемде ҡуйып, өҫтәл тирәһен ҡараштырып, өйҙә булырмын, оҙаҡламаҫһығыҙ.
– Килдеңдәме? – Мығырҙап һөйләнеү ишетелде. – Инегеҙ. – Эстә тоҡандырылған ут яҡтыһында ҡара ҡыҙыл төҫтәге еңел машина күренә. Стенаға ҡағылған, асыҡ кәштәләренә эреле-ваҡлы запас частар тулған шкаф эргәһенә мазут һеңгән ағас өҫтәл ҡуйылған. Тайфур шунда шөғөлләнә. Мине абайлағас, эргәһенән урын күрһәтте:
– Ултыр мынауында, хәҙер бөтәм.
Ун-ун биш минуттан карбюраторҙы ҡулыма тотторҙо:
– Тикшермәйенсә лә ҡуя алаһың. Еренә еткерҙем, шикелле.
– Рәхмәт. Ни хаҡ?
– Нимә ни хаҡ?
– Күпме түләйем, тим.
– Ошоноң өсөнмө? Ваҡланмайыҡ. Хәҙер сәй эсеп алырбыҙ. Шунан эшкә бараһы. Карьерҙан руда ташыйбыҙ.
– Күпме мәшәҡәтләндегеҙ, әле ҡатынығыҙ эшен ҡуйып сәй әҙерләй. Көнө буйына бәләмде һалдым, инеп тормам. – Китергә йыйындым.
– Бер ҙә һалманығыҙ. Тәүгә ингән кешене, ғәҙәттә, ҡоро сығармайҙар, әгәр шул килеш китһәгеҙ, киреһенсә, беҙгә уңайһыҙ буласаҡ. Әйҙәгеҙ, Йыһаниә ҡараштырғандыр табынын. – Ул, майлы ҡулдарын сепрәк менән ҡоротто ла, күтәрмә бағанаһына ҡағылған йыуынғыс яғына ыңғайланы. Саҡырыу кире ҡаҡҡыһыҙ ҡәтғи әйтелһә лә, хужаның өндәшеүе был юлы һәүетемсә, үҙен тотошо ла ябай, абруйлы. Тайфурҙың артынан күндәм эйәрҙем.
Өй эсен күҙҙән үткәрҙем. Һулаҡайҙа аш бүлмәһе. Әле унан танауҙы ҡытыҡлап тәмле ризыҡ еҫе килә. Ҡаршыла иркен зал, уң ҡулда ишек, унда моғайын йоҡо бүлмәһелер. Залда йәйелеп һүрәтләр ҡаралты-йыһаз күренмәй: ситтәрәк махсус шкафҡа урынлаштырылған йоҡа, яҫы экранлы сит ил телевизоры, ары бәрхәт буҫтау ябылған йомшаҡ (мөйөш», өс секциялы стенка, уң яҡ стенаға китап кәштәһе терәлгән. Тотош ҡаралтыға яҡты, йомғаҡлау нөктәһе ҡуйғандай түшәмде затлы люстра биҙәй. Бар мөлкәт шунан ғибәрәт. Бер нәмә артыҡ та, кәм дә түгел. Әгәр әле урынлаштырылғандарҙы урынынан алһаң йә ситкә шылдырһаң – бөтөнлөк хасил иткән зауыҡ боҙолор, юҡҡа сығыр ине.
Яңы таныштарым менән табын артында ултырған арала улар тураһында өҙә-йырта булһа ла белергә өлгөрҙөм. Бая Йыһаниә мыртыйҙан һалдырғас уҡ уның Ейәнсура яҡтарынан икәнлеген тоҫмаллап өлгөргәйнем, яңылышмағанмын, дала кешеһе булараҡ, ҡыуан ел ҡаҡлаған, йөҙөндә ҡоңғорт тут беленгән Тайфурҙың тоҡомона ҡаҙаҡ шауҡымы ҡағылыуы ла ихтимал, килеш-килбәте шул хаҡта һөйләй. Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тигәндәй, ирәбе хужаларҙы һынамсыл күҙләйем, түңәрәк йәшәйеште теүәлләйем. Тик нишләптер күңелде аңлашылып бөтмәгән һағыш тырнай. Бында нимәлер ҡыйыҡ, китек бит. Донъяларының нигеҙе ныҡ, иркен йәшәйҙәр, бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәре лә йылы. Барыбер ниҙер етмәй. Нимә? Хәлбүки ҡарар күҙгә күренмәгән етешһеҙлекте төртөп әйтеү мөмкин түгел…
Ошонан һуң был икәү менән осрашҡанда йылы иҫәнләшеп, аҙға ғына булһа ла туҡталып, хәл-әхүәлләшә башланым. Ләкин аралашыуыбыҙ иҫәнләшеүҙән ары уҙманы, тегеләр ҡатыным менән ҡушып ҡат-ҡат саҡырһалар ҙа, барып әйләнергә форсат сыҡманы, тағы, ни тиһәң дә, ауылда көн итмәйбеҙ, бында икенсе йола, икенсе тәртип, саҡырған ергә лә һайлап ҡуҙғалалар, ихласлыҡ, хуш күңеллелек, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡунаҡсыллыҡ, бер ҡатлылыҡ төҫ түгел ҡалаға. Үҙебеҙ ҙә күнә барабыҙ замана ҡалыбына, шулай тейеш, тип, сәйерһенмәй ҡабул итәбеҙ. Килгеләп йөрөгөҙ, тип ҡыҫтайбыҙ ҙа бит, көнөн-сәғәтен әйтеп өндәшеү юҡ. Ҡасан барырға, ҡайһы мәл ҡулай булыр? Хужалар көтмәгәндә баҫып инеп, уңайһыҙ хәлдә ҡалыуың бар. Тимәк, аныҡ әйтмәй әйҙүкләү – әҙәп һаҡлап өндәшеү генә, зыялылыҡ билдәһе, үҙенә күрә этикет. Шунан ары түгел.
Бер мәл таныштарым зым-зыя юғалды. Даими осрап торғастары ғәҙәткә инеп китә бит ул, хәҙер йорт янына яҡынлаһам, тегеләрҙе эҙләп ян-яғыма ҡарап алам. Күренмәйҙәр. Юҡ, былай бармай, мотлаҡ хәлдәрен белергә кәрәк, тигән ҡарарға килдем.
Эшемдән, гәзит редакцияһынан сыҡтым да машинама йүнәлгәйнем, таныш тауышты ишетеп туҡтаным:
– Корбюратор көйлө эшләйме, башҡаса сөскөрмәй-бышҡырмаймы?
Ҡараһам, минән биш-алты аҙым ситтәрәк Тайфур баҫҡан.
– Иҫәнме, әйҙә ултыр, ҡайтышлай юл ыңғайы һөйләшербеҙ, әйткәндәй, бөгөн һеҙгә инеп сыҡмаҡсы инем әле. Юғалдығыҙ ҙа. Тап килеп арыу иттең әле. – Ҡыуанып шулай һөйләндем.
Тайфур ҡымшанманы. Тора бирҙе. Мин дә, асҡысты ҡулымда уйнатып, көтәм. Ниһайәт, танышым битарафыраҡ ҡиәфәттә беҙҙән алыҫ түгел скверҙа күренгән ултырғысҡа ымланы:
– Ҡабаланмаһағыҙ…
– Сыуаҡлап алайыҡ, тимәксеһегеҙме? Әйҙә һуң. – Танышыма әйтеп бөтөргә лә бирмәй шулай тинем дә, кабина ишеген шартлата ябып, елтәнләп алдан төштөм. Әйтереңде ҡыҫҡа тот, йәнәһе, ҡабаланам. Ултырғысҡа барып ялпаштыҡ. Тайфур куртка кеҫәләрен һуҡҡылап тәмәке ҡабын килтереп сығарҙы ла сигарет тәҡдим итте.
– Рәхмәт. Ауыҙыма алған нәмәм түгел.
– Молодец! – Ул ирендәренә ҡыҫҡанын тоҡандырып тәрән һурҙы ла, төтөнөн мул итеп ситкә өргәс, өйрәнсектәй сирылып сәсәп алды. – Ташлағайным ошо нәмәне, кире тартам хәҙер. Дурак, тимәксеһегеҙме? – Ул асы йылмайҙы. – Дөрөҫ уйлайһығыҙ. Хәлдәрегеҙ нисек?
– Арыу. – Тарҡау яуапланым. Әле эш бит миндә түгел, Тайфурҙың үҙен тотошо аптырауға һала, шуға ары ни әйтерен көтәм.
– Улайһа, яраған! – Ул уйҙарына бирелеп мөштәйә бирҙе лә эске ғазап сағылған ҡарашын тирә-яҡҡа йүнәлтте. – Әбейҙәр сыуағын әйтәм, ялтлап балҡый, әммә һыуыҡ шул ялтырауыҡҡа төрөнгән. Бынау ҡояшы ла теге көндәге ямғырҙан һуң йылынып китә алмай. – Муйынына һалған йоҡа шарфын төҙәтештерҙе, курткаһының яртылаш тартылған замогын өҫкәрәк күтәрҙе.
Теге саҡ яуап таба алмаған һорауымдың асылын астым, шикелле – Тайфурҙың ҡарашы төбөнә моңһоулыҡ һәм кәмһенеү йәшеренгән дәһә, Йыһаниәнең йылмайып ҡараған күҙҙәрендә лә шул эҙҙәр төҫмөрләнә ине…
– Бөтә ялтыраған баҙлауыҡ йылытмай инде ул. – Әңгәмәсем ары ни әйтерен көтөп, һүҙ осон ялғағайным да, ул ары өндәшмәне, ирендәрен ҡымтып шымтайҙы. Мин дә уны ҡабаландырмай-ҡыҫтамай ян-тирәмде тамаша ҡылам.
Көҙ миҙгеленең үтә күренмәле сыуаҡ та, сағыу ҙа көндәре. Бына ул тағы ла берауыҡ һуңғы матурлығында яныр ҙа, ҡабаланып төҫ ташлар, ут ҡапҡандай янған ағастар яланғасланыр, мәле еткәс ямғыр быҫҡаҡларға тотонор, ер, йәнә, бар тирә-яҡ, анау йорттар шул һалҡын тамсыларға ҡойоноп өшөр, күшегер, ҡоштар тубы ла шул өшәндергес тыныуҙан ҡасҡандай, һағышлы иңрәп көньяҡҡа ҡарай тартылыр. Элекке көн ҡапыл һалҡынайтып алғайны, әле эргәләге ҡырау һуҡҡан түтәлдәр ҡарайып ҡыуарған. Тик башын аҫҡа эйгән бер сәскә генә бирешмәй ҡалып йәм-матурлыҡ сәсә. Уның таждары аҫтына.
-4 °С
Болотло