Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Февраль 2021, 23:27

ЯҢҒЫҘЛЫҠ САМАНАН ДА ЯҘҘЫРА...

Ул - һине үлемдән ҡотҡарыусы, үлтереүсең - ана ишек төбөндә, - тине участковый.

Лена АБДРАХМАНОВА.
ЯҢҒЫҘЛЫҠ САМАНАН ДА ЯҘҘЫРА

Сания йылдың үтеүен түҙемһеҙлек менән көтә башланы. Элек көн үтһә, ғүмер уҙа тип, һәр үткән көнгә үкенеп ултырыр ине. Хәҙер иһә күҙе - минут һайын сәғәттә. Кис еткәнен көтә ул шулай. Хатта календарҙағы иртәгәһе көндө йоҡларға ятҡансы уҡ алмаштырып ҡуйғаны ла бар.
Йыл ғәҙәттәгенән ауыр килде уға. Йондоҙнамә бик яҡшы осор вәғәҙәләһә лә, ҡатын өсөн быйыл төптө киреһе булды. Сәләмәтлегенә бер ҙә зарланғаны булмаһа, һуңғы осорҙа сир-сырхауҙан айырылғаны юҡ. Өҫтәүенә, күрше-күләне менән низағлашып бөттө. Уларҙан да бигерәк - ғүмерҙә булмағанса суд юлын тапарға тура килде Санияға. Ололарҙың ҡағыҙға төшкәнсе, батҡаҡҡа төш, батҡаҡты йыуаһың да китәһең, ә ҡағыҙға бер төшһәң, унан сығыуы ҡыйын, тигәндәре ҡайһылай дөрөҫ. Бына бит суд эше бер йылға яҡын һуҙылды.
Олоғайған көнөндә суд юлында йөрөрмөн тип, бер ҙә уйламағайны, әлбиттә, ҡатын. Бөтәһенә лә үҙе ғәйепле икәнлеген бик яҡшы белә, әммә судта, үҙем ғәйепле, тип ултырып булмай. Үҙең ғариза яҙ ҙа, һүҙеңдән үҙең баш тартып ултырмайһың бит инде, кеше аптыратып. Хәйер, был хаҡта ауыҙ асып ҡараманы түгел. Әйтте ул, адвокатына ла өндәште, тикшереүсегә лә. Енәйәт эше асылғас, уны ябыу хәҙер Санияның теләгенә генә бәйле түгел ине шул.
Сания - яңғыҙ ҡатын. Ике тапҡыр тормошҡа сыҡты сығыуын. Тәүгеһенән утыҙ йәшендә тол ҡалды, икенсеһе менән дә ун йыл ғына бергә йәшәргә насип булды. Тик ни тиклем балалар яратһа ла, ҡатын әсә булыу бәхетен татыманы. Төрлө шифаханаларҙа, дауаханаларҙа дауаланып ҡараны, иң яҡшы врачтарға ла күренде, им-томсолар ҙа ҡалманы, әммә балаға уҙманы.
Икенсегә кейәүгә сыҡҡас, балалар йортонан сабый алырға ла уйлағайны. Тик кеше һүҙенән ҡурҡып, ниәтенән баш тартты. Һуңғараҡ, бәлки, тәүәккәлләрмен тип, үҙен тынысландырҙы. Ә танһығын туғандарының балаларын һөйөп ҡандырҙы, аҙаҡ балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлашҡас, көнө буйы кеше балалары менән мәж килеп арып ҡайтты. Бала алыу тураһындағы уйынан шулай яйлап төңөлдө. Хаҡлы ялға сыҡҡансы яңғыҙлығы бик беленмәне. Тәрбиәләнеүселәренең атай-әсәһе, хеҙмәттәштәре менән аралашты. Ял, байрам көндәрен йә бер танышында, йә икенсеһендә үткәрҙе, үҙе лә өйөнә кеше килгәнен яратты. Ҡыҫҡаһы, өйөнән бер ҡасан да кеше өҙөлмәне.
Тик пенсияға сыҡҡас, тормошо төптө икенсе юҫыҡҡа китер тип уйлағаны булманы. Тәүге мәлдә, әлбиттә, унан кеше өҙөлмәне, үҙе лә ҡунаҡҡа йөрөнө. Тик яйлап таныштары, дуҫтары әйләнәһе тарайҙы. Күптәре балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән ваҡыт үткәреүҙе хуп күрҙе.
Үҙҙәре килмәгәс, аҡрынлап туғандарына йөрөүҙе лә туҡтатты. Шулай Сания бер үҙе торҙо ла ҡалды. Байрамдарҙы, һуңғараҡ хатта тыуған көнөн дә яңғыҙы үткәргәне булды.
Ҡартая килә кешенең тормошҡа ҡарашы ғына түгел, холҡо ла үҙгәрә икән. Үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртҡан, иҫәпсел, шиксел, ваҡсыл, мыжыҡ әбейгә әйләнде лә ҡуйҙы. Эргә-тирәһендә тик кире күренеште генә күрҙе. Ташҡан талағын өйөндә бушатыр кешеһе булмағас, күршеләренә бәйләнде. Подъезд алдындағы гөл-сәскәгә күмелгән түтәлде күрмәҫкә лә мөмкин, ә ундағы яңылыш ҡына һынған ботаҡ, ҡойолған сәскә әбейҙең күҙенә салынмай ҡалмай. Коридорҙың таҙалығына иғтибар итмәһә лә, дежурлыҡ бер-ике көнгә тотҡарланһа, оло ғауға сығарҙы.
Подъезда шылт иткән тауышҡа ла ишекте асып, кем ингәнен, сыҡҡанын тикшергән Саниянан тиҙҙән эргә-тирәһендәге бөтәһе лә биҙҙе. Ҡаршы күршеһе менән хатта дошманлашыуға тиклем барып етте. Йыш ҡына ҡыҙмаса йөрөгән йәш ирҙең, йәнең ҡәҙерле булһа, башҡа ҡыҫылаһы булма, тип янауын Сания ысынға алды ла ҡуйҙы. Ингәндә лә, сыҡҡанда ла башыма бер нәмә менән һуғып ҡуймаһын, тип шикләнде. Быға тиклем иртәнән кискә тиклем фатирының ишегенә бик һалмай ғәҙәтләнгән ҡатын көпә-көндөҙ ҙә бер нисә тороп биген тикшерҙе.
Тора-бара ҡурҡыуы бөтә булмышын биләп алды, тынғыһыҙға әйләнде. Йоҡоһо йоҡо, ашы аш булманы. Ә иң ауыры кемдән ярҙам һорарға белмәй аптыраныуы булғандыр. Туғандары менән яҡынлығы юҡ, полицияға әйтер ине, эште ҙурға ебәреүҙән ҡурҡты.
Күршеһенең үлтереү менән янауы хаҡында танышына әйткәйне, уныһы утҡа кәрәсин генә һипте - һағыраҡ йөрө, йәнәһе. Яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләргә һунар итеүселәр йә тегендә, йә бында осрап тора, тип шиген арттырып ебәрҙе.
Кемгә барып баш төртөргә белмәй йөрөгәндә ҡаршы йорттағы Робертты, элекке тәрбиәләнеүсеһен, иҫенә төшөрҙө. Күптән түгел генә сираттағы тапҡыр төрмәнән сыҡҡайны ул. Урамда күрешеп һөйләшеп торғайнылар. Шунда егет бала саҡта Санияның уға һәр ваҡыт иғтибарлы булыуын, башҡа балалар араһында уны яҡлашыуын онотмауын һөйләп торҙо. Сания ҡыуанып китте: хушлашҡанда егет, йомошоң булһа, мөрәжәғәт ит, мин хәл итә алмаған мәсьәлә юҡ, тигәйне бит. Күршеһенең ҡурҡытыуы тураһында уға әйтергә була ла баһа!
Сания, Роберттың бала сағын, әлбиттә, яҡшы хәтерләй. Ҡартайған өләсәһе ҡулында үҫте. Эсергә яратҡан әбейҙән ниндәй яҡшылыҡ күрһен инде. Сания малайҙы йәлләп, йыш ҡына тәмлекәстәр һатып алды. Биргән ваҡытта, ҙурайғас, мине яҡларһың, тип әйтә лә торғайны. Егет тә әбейҙең изгелеген онотмаған, күрәһең, ярҙам кәрәкһә, өндәш, тине.
Сания әбей төндө йоҡоһоҙ үткәрҙе. Түҙемһеҙлек менән яңы көн тыуыуын көттө. Сабырһыҙ ҡыланыуы уның йәштән килә. Ниндәй ҙә булһа башына уй килһә, аҙағын уйлап тормай, шуға абына-һөрөнә ынтыла. Ошо холҡо олоғайғас та ташламаны. Тороп, душта ҡойоноп сыҡты. Берәй ниәте булһа, үҙенсә шулай ғөсөлләнеп, Аллаһтан ярҙам һорарға ғәҙәтләнгән ул. Башҡа көндәрҙә иһә намаҙлығының да, тиҫбеһенең дә ҡайҙа ятҡанын белмәҫкә мөмкин.
Робертты ихатала һағалап, йомошон йомошланы. Егет шул уҡ көндө Санияның теге эсергә яратҡан күршеһен алып килеп, әбейҙән ғәфү үтендерҙе. Ҡурҡытып алғас, ҡатын йәнә подъезында башын күтәреп, элеккесә тамағының төбө менән һөйләшеп йөрөй башланы. Тәкәббер ҡыланһа, шулай итә ул, оҙағыраҡ һөйләшһә, ҡайһы берҙә хатта тамағы ҡарлығып китә. Хәҙер бына күңеле тынысланды - үс алынды, ҡон ҡайтарылды.
Ошо ваҡиғанан һуң Роберттың яйлап үҙенә эйәләшеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Бер аҙҙан егет Санияның бөтә серен, шик-шөбһәһен, ә иң мөһиме, үлемтеккә тип йыйған аҡсаһының ҡайҙа ятҡанын да белә ине инде.
Көндәрҙән бер көндө йомшаҡ креслоһында ғәҙәтенсә яратҡан тапшырыуын ҡарап ултыра ине, кемдер күҙен ҡапланы. Әбей тәүҙә, шаярталар икән, тип уйланы, ҡыпһыуыр кеүек ҡаты бармаҡтар муйынына үрелгәнсе, бер-ике тапҡыр Роберттан ярҙам һорап ҡысҡырырға өлгөрҙө, аҙаҡ иҫен юғалтты...
Аңына килгәндә диванда һуҙылып ята ине. Аҡ халатлы ҡыҙыҡай укол яһай, участковый ҡағыҙға нимәлер теркәй, уның янында - эскесе күршеһе.
- Тотоғоҙ бандитты, кеше үлтереүсене, - тип ҡысҡырҙы, күршеһенән ҡурҡып, әммә тауышы үҙе янынан алыҫ китмәне. Муйыны быуылған саҡта тауыш ярылары зыян күргән икән. Шулай ҙа әбейҙе ишеттеләр.
- Ул - һине үлемдән ҡотҡарыусы, үлтереүсең - ана ишек төбөндә, - тине участковый. Ынтылып ҡараһа - ике полицейскийҙың ҡамауында ҡулына бығау кейгән Роберт баҫып тора. Шаңҡыу хәлендә булһа ла әбей эштең ниҙә икәнен шунда уҡ аңланы. Уға үҙенең элекке тәрбиәләнеүсеһен яуапҡа тарттырыуҙарын һорап, ғариза яҙмай сараһы ҡалманы...
Подъезда бөтәһенең дә эшенә ҡыҫылып, сәбәпһеҙгә бәйләнеп, биҙҙереп бөткән әбейҙе күршеләре ысын күңелдән йәлләне. Ҡан баҫымы күтәрелеп, тора алмай ятҡанында "ашығыс ярҙам" саҡырҙылар, магазиндан аҙыҡ-түлек ташынылар, алмашлап иҙәнен, керен йыуҙылар. Тамаҡ төбө менән һөйләшкән, тәкәббер, дорфа ҡатынды суд ҡарары сыҡҡандан һуң бөтөнләй ишетмәнеләр: быуылғандан һуң тауыш ярыһы төҙәлмәйенсә, бөтөнләй өнһөҙ ҡалды ул.
Санияның тормошонда йәнә үҙе генә белгән тағы бер үҙгәреш булды - ҡатын Аллаһу Тәғәләгә ысынлап һыйынды. Элеккесә, намаҙлыҡҡа нимәлер һорау, үтенеү өсөн баҫмай ул хәҙер, ә рәхмәт әйтеү, шөкөр итеү өсөн сәждә ҡыла...
Читайте нас: