Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Февраль 2021, 13:06

Юлиә (булған хәл)

Бер түгел,өс медик бөтә ышаныс һеҙҙә- күҙ йәштәрен тыя алмай өндәште ҡыҙҙарға ҡарап.

Рита Аҡкилдина- Исҡужина
Юлиә (булған хәл)

Рәсимә мунсанан сығып ,рәхәтләнеп сәй эсеп ултырғанда ,әхирәте Илһөйәр шылтыратты.
-Рәсимә тиҙерәк акушерский сумкаңды ал да беҙгә кил.Килен ауырый ,бәпесләргә уйлаша ахыры,ваҡыты еткән .
-Ах,инәңдең батинкаһы икән , хәҙер- тине лә сәйен дә эсеп тормай:
-Фәнир машинаны йылыт ,саҡырталар - тип,Рәсимә һыу сәсен дә киптереп тормай йыйына башланы.Ә тышта ғинуар айы,етмәһә күҙ асҡыһыҙ буран.Буран булһа А.ауылы төпкөлдә ятҡас юлһыҙ ҡала.Юл тиҙ генә булмай... бында йәшәгән кешеләр был күренешкә күнеккән. Фельдшер акушерлыҡ пункты бар,Рәсимә унда 8-се йыл эшләй.Төрлө хәлдәр ,төрлө ауырыуҙар күрергә тура килде уға,тик бәпәй генә таптырырға тура килгәне юҡ бөгөнгәсә.Ире Фәнир машинаны елдереп ишек алдына килтереп ҡуйҙы ,Рәсимә йүгереп сығып ултырҙы.Юлда туҡтап медпунктҡа инеп сыҡты, кәрәкле сумканы алды.Зиләрә апайҙарға һә тигәнсе барып еттеләр.Кеше өй тулы Илһам буласаҡ атай ҡобараһы осҡан үҙенә урын тапмай саба,Илһөйәр Рәсимәнең класташы ла нишләргә белмәй ,килен эргәһендә сыуала.Ике ҡыҙ бала Илһам менән Фирүзә килендең балалары "Мама болеет"тип йүгерәшәләр.Ҡайны кеше Әҙһәм ағай,ҡәйнә Зиләрә апай ҙа аптырашта.Элек фельдшер булып эшләгән Нургөл апайҙа бында хатта,уны ла алып килгән Илһам.
-Силсәүиткә хәбәр иттек юл таҙартып төшәбеҙ тинеләр,тик был эш тиҙ булмай,буран юлды ныҡ һалған,тине председәтел -тип ҡапаҡланды Зиләрә апай.Бер түгел,өс медик бөтә ышаныс һеҙҙә- күҙ йәштәрен тыя алмай өндәште ҡыҙҙарға ҡарап.Илһөйәр ҙә дипломы буйынса фельдшер, эшләгән урыны күҙ врачының шәфҡәт туташы.Киленкәй Фирүзә ысынлап та ныҡ ауырый тулғаҡ өс минут һайын.Карауатҡа һалып ҡарағас та билдәле ине, бала тыуымға килгән,бына-бына донъяға тәүге ауазын яңғыратасаҡ.Тик Фирүзә оялды мы,ҡурҡты мы мине нисек тә дауаханаға апарығыҙ мин бында тапмайым тине.Илһам да кәләшенең теләгенә ҡаршы килә алманы,өс медик апай ҙа бәлки өлгөрөбөҙ тип , машиналарға сығып ултырыштылар.Илһам, килен,Илһөйәр бер машинаға,Рәсимә,Нургөл апай,ауылдаштары Зариф икенсе машинаға.Ауылды сыҡтылар мы ,юҡ мы Илһамдың машинаһы туҡтаны,нимәлер булды тип алдан киткән Зариф та кире боролдо.Илһөйәрҙең тауышы киске тынлыҡта көр яңғыраны: тыуҙы ,бәпес тыуҙы ,уф Рәсимә йүгер бында ,китер ҡайсы кендекте ҡырҡырға.Күлмәктә тыуҙы.Килендең тауышы ла сыҡманы,табам тине лә тапты ла ҡуйҙы сы...Рәсимә сумкаһын ҡар өҫтөнә бушатты,ҡулдары ҡалтырай,кәрәкле ҡайсыны саҡ тапты,Нургөл апай юғалып ҡалманы,кендекте ҡырҡып,бәпәйҙе йүргәккә төрҙө лә өйгә йүгереп инеп китте.Илһам,Әҙһәм ағай,Зиләрә апай ҡотлайым өсөнсөгә ейәнсәрегеҙ тыуҙы тип һөрән һалды.Киленде лә күтәреп өйгә индерҙеләр.Күп тә үтмәй юл ярып трактор үтте,тиҙ ярҙам машинаһы ла килеп етте.Фирүзә менән бәпәйҙе дауаханаға алып киттеләр.Килгән акушерка икеһен дә ҡарап,Аллаға шөкөр икеһе лә имен- аман Хоҙайға рәхмәттәр уҡығыҙ тине.Ә өс медик үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә герой итеп тойҙолар,улар бит был донъяға яңы кешегә тыуырға ярҙам иттеләр.
Ҡыҙ балаға юлда тыуғас Юлиә тип исем куштылар,уға хәҙер 5 йәш ата - әсәһен,туғандарын ҡыуандырып үҫеп килә.
Рәсимәнең хәтерендә ул онотолмаҫ хәтирә булып ҡалды,шуға ул һеҙҙең менән дә бүлешергә булды ,кем уҡыған рәхмәт.Кеше тыуыу ул бит мөғжизә!!!
Читайте нас в