Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Февраль 2021, 20:41

АЛКАШ

Кеше хаҡына, кеше елкәһенә йәшәгәндәр күпме?

АЛКАШ
Рамиль Мансуров
– Һаумы, күрше!
– Сәләм! Кеҫәңдә ваҡ тинлек-фәлән юҡмы, күрше?
– Юҡ шул, хәҙер пластик карта менән генә ҡулланабыҙ бит, “тере” аҡсаларҙы күргән дә юҡ.
– Ярай инде улай булғас…
Рөстәм машинаһының ҡарын һепереп бөтөүгә ҡатыны ла пәйҙә булды. Шул арала күршеһе ҡайҙалыр китеп олағып өлгөрҙө.
– Кит, ниңә шул алкашҡа һүҙ ҡушып тораһыңдыр, ана бит, ҡулыңды бирһәң, өҙөп алырға тора. Наҙайыл инде шулар…
Урамға сыҡҡан ыңғайға ишетеп килгән икән ҡатыны, етә ҡалды, башта донъялағы бөтә әрәмтамаҡтарҙы эттән алып эткә һалып һүкһә, аҙаҡ иренә күсте. “Саманан тыш йыуаш, йыуашлығы арҡаһында ауыҙын асһа – үпкәһе күренеп торған, ғаиләһе урынына иң беренсе сиратта сит кешеләрҙе ҡайғыртҡан” һәм башҡа әллә ниндәй етешһеҙлектәргә эйә (ҡатынының бөгөнгө һүҙҙәренә ҡарағанда) Рөстәмгә “балыҡҡа” әйләнеүҙән башҡа сара ҡалманы. Билләһи, ҡаршы әйтһә, хәләл ефете тағы ҡыҙасаҡ. Нисек тә 15 минут түҙергә, ә аҙа-а-аҡ, заводына барып етһә, геүләп ултырған ҡеүәтле станоктары тауышына ҡатыны ла, уның игәү һымаҡ игәүҙәре лә онотоласаҡ! Эшенә сумһа, бөтә донъя икенсе планға күсәсәк. Эйе, эшен ярата Рөстәм. Утыҙ йылдан ашыу, әммә бер үк деталдәрҙе һаман мөккибән китеп яһай. Ҡатынын да ярата, әлбиттә. Йәштән яратышып өйләнештеләр, өс балаға ғүмер бирҙеләр, аяҡҡа баҫтырҙылар, хәҙер ана шул балаларҙың балаларын үҫтерешеп, хаҡлы ялға сыҡҡас та бер аҙ уларға ярҙам тип көңгөр-ҡаңғыр эшләп-йәшәп ятҡан көндәре. Тик бына Зәйнәбенең аҙаҡҡы ваҡытта күп әрләшеүенә генә йәне көйә ирҙең, ҡартаялыр, тип ҡул һелтәй ҙә ҡуя, нимә әйтерен, нисек һүҙ башлап, бөтөрөп ҡуйыуын белгәс, утыҙ йыл буйы инде уның бөтә ҡылыҡ-фиғелен ятлап бөткәс, артыҡ ҡаршы әйтеүҙән файҙа күрмәй, иҫерек һымаҡ башын “дүрәккә һала” ла ҡуя, ҡатыны ла эскән кеше һымаҡ һөйләнә-һөйләнә лә туҡтай. Ни ҡылаһың, уны ла аңларға була, балалар тип, балаларҙың балалары тип, көн-төн ҡайғыра, башҡаларҙы күрмәй ҙә, күргеһе лә килмәй.
Бер-нисә көн үткәс күршеләре эштән ҡайтышлай тағы осраны. Ҡыҫырыҡ подьезда маңлайға-маңлай бәрелешеп тиерлек үттеләр. Пахмелдән ине ахырыһы, хәйер, һәр ваҡыттағыса. Шуға күршенән ағылған еҫ асығып эштән ҡайтып килгән кешегә, әйтергә кәрәк, бер ҙә күңелде күтәрерлек түгел ине. Зәйнәпкә йәнә етә ҡалды, алкашты күреү менән атакаға күсте. Ҡатындың ниндәй уҫал икәнлеген Рөстәм генә түгел, бер ҡатҡа өҫтә йәшәгән алкаш та белеп бөткән инде, шуға күршеһе шым ғына, тиҙ генә подъездан сығып һыпыртыу яғын ҡараны. Ә ҡатын туҡтарға ла йыйынмай ине:
– Уф, әл дә маскалар кейергә ҡушалар әле, әтү ошо һаҫыҡ янынан нисек үтмәк кәрәк, йөрөй шунда бөтә подъезды әшәкеһенә батырып.
– Ярай инде, эсһә лә һуғышып-талашып йөрөгәне юҡ, еҫе генә бар…
– Гер-р-рой! Яҡлашма, йәме. Нисә йылдар дөйөм сығымдар тип шуның өсөн электр-һыуға түләп киләбеҙ, һаҫығын еҫкәйбеҙ, сирләп китһә, йәнә беҙҙең хаҡҡа бушлай дауалана. Шул аҡсаларҙы, ана, ейәнсәрҙәреңә тотонһаң, нисек булыр ине. Беҙҙең елкәлә йәшәй. Әрләшмәй имеш, уның ҡарауы, ишегең йүнле булмаһа, әллә ҡасан инеп, фатирыңдан бөтә мөлкәтеңде алып сығып китер ине…
Кеше хаҡына, кеше елкәһенә йәшәгәндәр күпме? Һоранып эсеп йөрөүселәр, торлаҡ өсөн түләмәй йәшәп ятыусылар, һалым түләмәй генә эшләп йөрөп, бушҡа дауа, дәүләт ярҙамы алыусылар – ир үҙе ғүмер буйы бөтә түләүҙәрен түләп барғас, тәүге һүҙҙәре менән килешә, ә бына юҡтан-юҡҡа алкашты уғрылыҡта ғәйепләү яраймы икән, хәйер, эсергә ҡайҙан аҡса таба тиһең, урлашалыр ҙа әле.
Шул ваҡыт Рөстәмдең башына бер уй килде һәм ҡатыны менән дә бүлешергә уйланы:
– Ҡара әле, ә бәлки уны эшкә урынлаштырып ҡарарғалыр, бәлки эшләп китер ине, эсеүен ташлап йүнләп эшләй башлаһа…
“Үткән ғүмеркәйҙең юҡ билдәһе,
Таң ата ла, дәхи кис була”, – тип кенә күршеһе аҡылға ултырһа ине лә бит…
Сумкаһынан бөтә әйберен сығарып түгеп, әллә нимә эҙләү менән мәшғүл ине был ваҡыт ҡатын, ҡобараһы осҡан. Шуға иренең һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итеп торманы.
– Юҡ менән башты ҡатырма, лутсы асҡысты эҙләш, моғайын да төшөп ҡалғандыр инде. Подъезда-маҙар төшөп ҡалһа, күршеңә эш табып биреү ҙә кәрәкмәй, беҙ өйҙә юҡта фатирға инеү ҙә етә, кухнянан ит турағысты күтәреп сығып китһә лә – бер айлыҡ эш хаҡы. Ҡайҙа ғына булды икән инде?..
Шул ваҡыт ишектә ҡыңғырау яңғыраны. Рөстәм ҡул йыуа ине, Зәйнәп үҙе барып асты. Асһа – алкаш тора! “Ғүмерҙә ишек шаҡығаны юҡ ине, хәҙер фатир буйлап һоранып йөрөй башланымы икән?” тип уйлап өлгөрҙө шул мәлдә ҡатын.
– Ишектә асҡысығыҙ эленеп тора, онотҡанһығыҙҙыр, юғалта күрмәгеҙ, – тип кеткелдәгән булып үҙ ҡатына күтәрелеп олаға һалды алкаш…
Зәйнәп рәхмәт тә әйтергә уйлап өлгөрмәне, дөрөҫөрәге, уйларлыҡ кимәлдә түгел ине, ул алкаштың ҡылығына шаҡ ҡатҡайны. Нисек инде, улай буламы ни?!. Шулай ҙа иҫенә килеп, асҡысын алып, ишеген шартлатып бикләп, “Рәхмәт хаҡына, аҡса өмөт иткәндер әле…” – тип һөйләнә-һөйләнә аш бүлмәһенә йүнәлде. Йыуыныу бүлмәһендә иһә Рөстәм кранын нығыраҡ асып, башын шажлап аҡҡан һыу аҫтына тыҡты…
Читайте нас: