Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Февраль 2021, 14:05

Бөкө

- Тыныслан, ҡәҙерлем, әллә мине уйнап йөрөй тип уйлайһыңмы?..

Миләүшә Ғәйфуллина
Бөкө
Юмореска

Нурия өйөнән сыҡҡанда, запаста сәғәт ярымдан ашыу ваҡыты бар ине әле. Йәйге йылы иртә. Асфальттың туҙанын баҫып, күптән түгел генә һыу һиптергес машинаһы үткән. Ағастарҙа ҡоштар сутылдаша. Подъезд алдындағы эскәмейәлә, һөтлө бедондарын ергә ултыртып, әбей- һәбей ҡыуаҡлыҡтағы турғайҙарҙай гөр килешеп, ғәпләшеп ултыралар. Нурия быларҙың эргәһенән иҫәнлек ҡушып үтеп , бер аҙ киткәс , ҡыҙыҡ күреп, артына әйләнеп ҡараны. Тегеләр ҡыҙҙы энә күҙенән үткәреп, бер нәмә булмағандай, үҙ хәбәрҙәренә әүрәп, ултырып ҡалдылар. Әле күптән түгел генә филология факультетын тамамлап , редакцияла яңы эш башлаған йәш, һылыу ҡыҙ күтәренке кәйеф менән автобусҡа инеп ултырҙы.
Үкенескә ҡаршы кәйефенең күтәренкелеге оҙаҡҡа барманы. Автобус ҡуҙғалып китеп, бер аҙ барғас, туҡталып ҡалды. Салондағы халыҡ
- Был ни тигән эш, ни өсөн ултырабыҙ..Хәҙер эшкә һуңлайбыҙ бит, - тип, ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙеләр.
Нурияны ла яйлап борсоу солғай башланы. Сәғәтенә күҙ һалды. Йәнә бер сәғәт тирәһе ваҡыты барлығын күреп тыныслана төштө.
- Эшкә һуңларға тейеш түгел, был ваҡыт эсендә әллә ҡайҙа барып әйләнергә мөмкин,- тигән уй менән тыныслана төшөп, сабыр ғына, бер- береһенә менерҙәй булып юлдың ике яғына теҙелгән машиналарҙы күҙәтте..
Салонда бер- бер артлы кеҫә телефондары шылтырай, ҡайһылары үҙҙәре шылтырата.
Ҡыҙҙың йәнәшәһендә ултырған ҡатын:
- Алло, Клара Ғәлиевна, мин юлда ултырам, рәхим итеп, минең 9 А синыфын 28-се кабинетка индереп ултыртып, өй эштәрен ҡабатлай торорға ҡушығыҙ әле, йәме!.. Рәхмәт, - тип еңел тын алып, телефонын кеҫәһенә тыҡты . Арттараҡ бер ҡалын ир тауышы:
- Тыныслан, ҡәҙерлем, әллә мине уйнап йөрөй тип уйлайһыңмы?.. -Ярай,..ярай бына хәҙер автобустың алдына төшөп йүгерермен, тик һин үҙеңде ҡулға ал, әтеү баланы ҡурҡытаһың бит,- тип , ҡаты асыуланып, төймәләрен өҙә - өҙә ишек яғына ынтылды. Йәнә бер һуңлаусы:
- Мине көтмәй китмәгеҙ, аңланыңмы!?. Тиһә һуң,.. Әллә поезға һуңлайһығыҙмы ? Үҙ машинабыҙҙа саҡ ҡына һуңыраҡ сыҡһаҡ та, күктән таш яумаҫ… Йә ярай, күп һөйләнмә, әтеү бисәкәйеңде артыңдан һөсләтеп, бөтә командировкаңдың йәмен ебәртермен, ха –ха- ха, - тип йәмһеҙ итеп көлдө.
Салон гөжләп тора. Кешеләрҙең һөйләшеүенә оҙаҡ ҡына ҡолаҡ һалып ултырғандан һуң Нурия йәнә сәғәтенә күҙ һалды. Эш башланыуына ярты сәғәт кенә ваҡыты ҡалған, ә алда әле ой- ой- ой.. Эх, шулай уҡ һуңлар микән ни? Саҡ эшләй башланы, ҡалай уңайһыҙ килеп сыға бит әле был. Баяғы егет әйтмешләй, хет автобус алдынан төшөп йүгер…
Нурия эшенә егерме минутҡа һуңға ҡалып килеп инде. Өҫтәле артына ултырып өлгөрмәне, эске телефондан хужа:
- Хәҙер үк минең кабинетка инегеҙ! - тип, ҡәтғи тауыш менән үҙенә саҡырып алды.Ҡыҙҙың арҡаһына һалҡын тир бәреп сыҡты.
Ҡыҙ хужаһының бүлмә ишеген, ҡыйыуһыҙ ғына асып инде. Миң Миневич алдында ятҡан ҡағыҙҙарынан ҡарашын алмай, ҡулы менән генә ымлап, ҡаршыһында торған ултырғысҡа күрһәтте. Ҡыҙ шунда үтеп ултырҙы. Эшкә төшкәндән алып, хужаһы менән былай яҡындан һөйләшеү беренсе тапҡыр ине әле. Ниһәйәт хужа эшен бөтөп , ҡыҙға күтәрелеп ҡараны. Былай ҙа саҡ ултырған ҡыҙ ҡойолдо ла төштө.
Күбәләктәй керпектәрен селт- селт елпеп, ҡарашын иҙәнгә күсерҙе. Хужа һүҙен ҡыҫҡа тотто:
- Яңлышмаһам, әле яңы ғына эш башланығыҙ? - тине ул, һәр һүҙенә тәрән мәғәнә һалырға тырышып.
- Эйе.
- Ниңә бөгөн эшкә һуңлап килдегеҙ?
- … мин ни ., теге ней…- ҡыҙ ҡапыл ғына юғалып ҡалды.
- Ана, ҡағыҙ, ручка аңлатма яҙығыҙ!
« Юлда ҙур бөкө булыу сәбәпле эшкә һуңланым, башҡа ҡабатланмаҫ ! » - тигән, аңлатма яҙып, хужаһының алдына һалды ла, ҡыҙ сығып китте .
- Бөкө, бөкө , нимә була һуң әле ул, тип баш ватты Миң Миневич, ҡыҙҙың аңлатмаһын күҙҙән үткәргәс, ғүмер ҙә ишеткән һүҙе түгел. Эргәһендә күптән асылмай , туҙанға батып ятҡан һүҙлек тә ярҙам итмәне. Шулай ярты сәғәт тирәһе маташҡандан һуң:
- Иң һуңғы сыҡҡан башҡортса- русса һүҙлекте алып миңә инегеҙ әле! - тип урынбаҫарына шылтыратты.
Бер аҙҙан Гөлзада Ниловна күренде. Хужа:
- Ҡара әле, Гөл, «бөкө» нимә тигәнде аңлата ул?
Бер аҙ уйланып торғандан һуң Гөлзада, уңайһыҙланыуынан бармаҡ осо менән ауыҙын ҡаплап:
- Бәй, был оятһыҙ һүҙ ҙә ул, Миң Миневич, ул һеҙгә нимәгә кәрәк булды? - тине эстән генә кеткелдәп.
-Шулайҙыр тип уйлаған инем дә! Үәт һин уны, молокосос.. Әле эшкә инеп, йүнле эш күрһәтмәгән, ә нисек тип кенә һөйләшә… Күрһәтермен мин һиңә бөкөнө, башҡа боролоп та ҡарайһың килмәҫ бөкөңә!..- тип ҡыҙып китте ул. Шунан үҙен тиҙ генә ҡулға алып, тирә - йүненә күҙ ташлап алды, йәнәһе сит кеше ишетмәнеме... Бәхетенә ҡаршы артыҡ ҡолаҡтар күренмәне. Гөлзада Ниловна алып менгән һүҙлек тә ярҙам итмәне. Хужа:
- Ике һантый, һүҙлек ҡарап ултырған булабыҙ… Бында ҡайҙан булһын инде ул тоҙһоҙ һүҙ,- тип, ихлас көлөшөп тә алдылар, икеһендә лә бер йылда нәшер ителгән һүҙлек икәненә иғтибар итмәй.
Урынбаҫар Нурияны йәнә редактор янына саҡырып, үҙ бүлмәһенә боролдо.
Ҡыҙ килеп ингәс Миң Миневич урынынан тороп уҡ баҫты .
- Алтмыш йәшкә етеп , әле бер кемдән дә һин «шул» тип, битемә бәреп әйткәнен ишетмәнем. Хотя кем белә, бәлки минең йәшемә еткәндә ысынлап та шул һин яҙған нәмәгә оҡшай башлайһыңдыр, - хужа фекерен дауам итеп, ауыҙы эсенән генә ниҙер мығырҙап, уйын ослап , таҙ түбәһен тырнап ҡуйҙы. Ә һин, әле ауыҙыңдан имесәк һөтө кипмәгән, мин оло кешене мыҫҡыл итеп…. Уйламаған инем, тәү ҡарашҡа итәғәтле генә кеүек.., ҡыҫҡаһы… - тип, йәнә ҡыҙып китте.
- Миң Миневич, бер үк ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе аңламайым - тине ҡыҙ, борсолоп. -Аңлатығыҙ!
- Лутсы үҙең аңлат, нимә тигән һүҙ ул «бөкө»?.. Ҡыҙ аптырау ҡатыш:
- Ул һүҙ рус телендә юлдағы "пробка"ны аңлата.
- Пробканы ?!. Юлдағы пробканы ?.. Һы!..
Ышанмаһағыҙ һүҙлектән ҡарағыҙ!
- Ҡараныҡ инде, унда юҡ ул һүҙ .
- Был иҫке һүҙлек бит, ә яңыһында бар. Хатта алып килеп күрһәтә алам. Хәйер ул һүҙлек һеҙҙең үҙегеҙҙә лә бар, - тип китап шкафына һалынып, онотолған китапты күрһәтте Нурия.
- Ярай, бар, эшең менән бул! - тип, хужа ҡыҙҙы бүлмәһенән сығарып ебәрҙе һәм шкафындағы китаптарының бөкөләге машиналар кеүек тығылып, өйөлөп ятыуына күҙ һалып. Тәртип урынлаштырайым тип, шкафының ишеген асҡан ғына ине, телефоны шылтыраны.
– Ярай, иртәгә лә көн бар бит әле, - тип ашығып сираттағы кәңәшмәгә сығып йүгерҙе хужа. Шулай һәр көн…
Читайте нас: