Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Февраль 2021, 20:40

Офоҡтоң теге яғында

Аҙаҡ ауылыбыҙҙан, бисәһе үлеп, йәшләй ике бала менән тороп ҡалған Ғәбдулла тәҡдим яһаны…

Офоҡтоң теге яғында
Айһылыу Вахитова

Ябыҡ, бәләкәй кәүҙәһе япраҡтарын мәңгегә ҡойған, ҡороған ағасты хәтерләтә. Уға ҡарау менән, бының һөлдәһе ҡоро тире менән генә ҡапланған, ахырыһы, тигән кеүегерәк йәлләү тойғоһо тыуа. Ә бына ҡулдары, киреһенсә, ирҙәрҙеке кеүек ҙур, елле, урыны менән йөйлө, бер ҙә генә кәүҙәһенә тап килмәйҙәр, килбәтһеҙ күренәләр. Йөрөгән сағында кәүҙәһе алға ныҡ эйелгәнгә күрә оҙон ҡулдары тубығына етеп тора. Итәге ергә тейеп торған күлдәген кеймәгән булһа, таяҡтай аяҡтары шунда уҡ күҙгә ташланыр ине. Башы – йоҙроҡ менән генә сағыштырырлыҡ бәләкәй. Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ йылдар һаны, тормош ауырлығы ҡуңыр йөҙөндә йөҙҙәрсә һыр ҡалдырған. Бит алмалары һурылып соҡорайғас, көмөрөрәк танауы тағы ла оҙонайған һымаҡ. Йоҡаҡ ирендәрен ҡымтыһа, осло эйәге өҫкә күтәрелә, шуға ла ул танауына етә яҙып торған кеүек тойола.

Күҙҙәре генә йөҙөнә берҙән бер йәм өҫтәй. Төпкә батыбыраҡ торған ҙур һорғолт күҙҙәренә бағып, ошоларҙы аңлайһың: ҡартайған кәүҙәһенән айырмалы рәүештә йәненең теремек булыуын, күңеленең сикһеҙ киңлеген, тормошто һаман да яратыуын, бер нимәгә лә үкенмәүен һәм бер кемгә лә рәнйемәүен…

Бына шулай минең өләсәйемдең портреты.

***

– Өләсәй, – тим мин уға. – Йәш саҡтағы тормошоң тураһында бер аҙ һөйләп китсе әле…

– Уның нимәһен һөйләйһең? – ти ул ҡоро ғына.

Үҙе минең яҡҡа ҡарамай ҙа, йөҙөндә лә аптырау, ҡыҙыҡһыныу кеүек хис-тойғо әҫәре юҡ. Һандығынан күк еҫе сығып торған, нисәмә йыл тик ятыуҙан

һарғайып бөткән сепрәк-маҙарын алдына сығарып һалған да шуларҙы тегеләй-былай әйләндерә, еҫкәй, береһен тәҫләй, икенсеһен тағатып ҡарай.

– Һиңә бына ошоларҙы бирермен, тип әҙерләп ҡуйғайным: ике яулыҡ, ике таҫтамал, тағы бер таҫтамал. Бына тағы ике мендәр тышы, бер юрған тышы…

– Өләсәй, һөйлә инде…

– Нимәһен һөйләйһең һуң? – ти ул, бала-сағаны ирештергәндәй итеп.

Мин нисек тә булһа уның теле асылыуына тәьҫир итергә теләйем, ниндәйҙер юҡ-бар сәбәп эҙләйем.

– Беҙгә йәйге каникулға эш бирҙеләр: ауыл кешеләре, ололар яҙмышы тураһында очерк яҙырға, – шым ғына уның хәрәкәтен, ҡылығын күҙәтәм, йөҙөндә тойолор-тойолмаҫ йылмайыуын шәйләп ҡалам. – Әллә кемдәр хаҡында яҙғансы, һинең яҙмышыңды һүрәтләп биреү күпкә отошлораҡ булыр ине, тип уйлайымсы.

Миңә тип тәғәйенләнгән сепрәк-маҙарҙы һалыр өсөн тоҡсай кеүегерәк нәмә эҙләгән өләсәйем, ҡапыл ғына тәҙрә тапҡырында туҡтап, әллә ҡайҙа алыҫҡа, билдәһеҙлеккә ҡарап, уйлана башлай. Әйтерһең дә, үткәндәрҙе теркәгән хәтер йомғағын ашыҡмай ғына тағата. Мин бер нәмәне беләм: ул үҙенең башынан үткәндәрен-кисергәндәрен иҫенә төшөрөргә яратмай, йөрәгем һыҙлай, тип зарлана. Әммә минең, өләсәйемдең кинйә улының иң кесе ҡыҙы булараҡ, уның яҙмышы тураһында тап ошо мәлдә һәм ошо урында үҙенең ауыҙынан ишетеп белгем килә. Аҙаҡ һуң булыр, бик ныҡ үкенергә тура килер. Былай ҙа оят, ошо йәшемә тиклем шул хәтле бошмаҫ күңелле булғанмын икән: үҙ ыңғайына йәшәй бирәме ҡарсыҡ – йәшәй, йөрөп ятамы – ята, пенсияһы килеп торамы – тора, аҡсаһын тиҙ генә килтереп бирә һаламы – бирә… Бына шул ғына… Ә уның күңел ҡәберлегенә ерләнгән хыялдары, шатлыҡтары, ҡайғылары, үкенестәре бар икәнлеге хаҡындағы уй башымда ла, күңелемдә лә булманы…

Өләсәйем дә минең уйҙарымды һиҙә, ахырыһы, ауыҙ эсенән ниҙер шыбырлап, тәрән көрһөнөп, урам яғына ҡараған ике тәҙрә араһында урынлашҡан иҫке дивандан урын ала. Уның артындағы стенаға ике ҙур фотоһүрәт эленгән: һул яҡтағыһы – тәүге ире Тимербайҙыҡы, уң яҡтағыһы – икенсеһенеке, Йәнтимерҙеке. Өләсәйемдең ултырған урыны улар араһындағы ҡап урталыҡҡа тура килә. Уның башы тәңгәленән алып фотолағы һындарға тиклемге ара 30 сантиметр тирәһе булалыр. Шулай итеп, миңә алты күҙ төбәлгән. Фотоһүрәттәге теге күҙҙәр, әңгәмәлә беҙ ҙә ҡатнашабыҙ, һине нимә ҡыҙыҡһындыра, әйҙә, һора, яуап бирербеҙ, тип ишара биргәндәй.

– Нимәнән һуң башларға? – тип һорай, бер аҙ аптырай төшкән өләсәйем.

– Нимәнән, тип ни… Нисек итеп кейәүгә сыҡтың?... Олатайым менән нисек тормош көтә башланығыҙ? …

Ул серле итеп йылмая башлай ҙа кеткелдәп көлөп ҡуя. Кәүҙәһен турайтып, ҡулдарын менән тубыҡтарын тотоп, нәҙек оҙон муйынын һуҙыңҡырай биреп, төпһөҙ ҡарашын миңә төбәй.

– Ун өс йәшем тулып уҙғас, үҙебеҙҙең ауылдан, тирә-яҡтан яусылар килә башланы… Йәшкә бәләкәй булһам да кәүҙәгә елле була торғайным, шуға ла ун алты-ун ете йәштәр самаһы бирәләр ине.

Ул күҙҙәрен ҡыҫыңҡырай биреп, һул ҡулының баш бармағын бөкләне:

– Иң тәүҙә оҙаҡ йылдар ситтә йөрөп ҡайтҡан утыҙ йәшлек буйҙаҡ ир, Әбделлатиф, һоратты… Унан һуң, ауылыбыҙ димсеһе Ғәйшә әбей Ҡарағайлы ауылынан берәүгә димләне… Аҙаҡ ауылыбыҙҙан, бисәһе үлеп, йәшләй ике бала менән тороп ҡалған Ғәбдулла тәҡдим яһаны… Ата-әсәйем дә, мин дә береһенә лә ризалыҡ бирмәнек. Яусылар бына шулай бер-бер артлы йөрөнөләр ҙә ҡапыл ғына килмәй башланылар… Йыл самаһы үткәс, ун дүрт йәшемдә, күрше ауылдан яусылар килеп төшмәһенме. Яусыларҙың, унан алдағы йылда беҙҙең һабантуйҙа көрәшеп, батыр исемен яулаған Тимербайҙан килгәндәрен белгәс, ҡойолоп төштөм, аяҡ-ҡулым быуынһыҙ

булды, һушым китте. Шулай ҙа уй-фекеремде йәһәт кенә туплап, риза булырмын, тип уйланым. Үҙе батыр, үҙе матур. Унан килеп, уҡымышлы ла, ситтә, Ырымбур яғында һабаҡ алып ҡайтҡайны.

Мауығып китеп һөйләп ултырған өләсәйем көтмәгән ерҙә үҙемә һорау бирә:

– Бына ысынды ғына әйт әле, балаҡайым, хәҙерге туйҙар оҡшаймы һиңә?

– Әлбиттә оҡшай.

– Нимәһе менән оҡшай һуң?

– Туйҙа ни һәр ваҡыт күңелле була инде, – бер ҡатлыраҡ итеп яуап бирәм.

Минең яуабымды оҡшатмайынса ауыҙын турһайтып ала ул.

– У-уй… Хәҙерге туй – туймы ни ул? Шайтан туйы! Бына һиңә бер генә миҫал килтерәйем… – Ул, өйҙә беҙҙән башҡа бер кем дә булмауға ҡарамаҫтан, шыбырлауға күсә. – Теге аҙнала ғына гәзит ташыусы Әхәттең оло улы өйләнде. Тәүҙә туй һәйбәт кенә башланып киткән һымаҡ тойолдо... Йола буйынса киленгә һыу юлы ла күрһәтергә булдылар. Ул килен тигәндәре, төрлө таҫмалар менән биҙәлгән көйәнтәһен иңдәренә һалып, һыу менән тулы биҙрәләрен үҙе генә алып ҡайтһа, ни була инде, тим. Юҡ!... Көйәнтәһе менән биҙрәләрен тәүҙә әсәһе һалдырып алды, аҙаҡ бер аҙ һеңлеһе күтәреп барҙы. Ярты юлды үткәс, бәләкәй ҡустыһы Әхәттәрҙең ҡапҡа алдына тиклем алып ҡайтты. Бына һиңә һыу юлы!... Минең менән бергә эскәмйәлә ултырған «пракурыр» Сәлимә үҙенсә һығымта яһап та ҡуйҙы: «Юҡҡа ғына былай ҡыланмайҙарҙыр, йәштәрҙең бығаса берәй яҙыҡ эштәре булғандыр. Килендәренә зерә ауыр нәмә күтәрергә ярамай, тиһеңме, бил тирәләре лә тулышып тора».

Ярар, уныһы беҙгә ҡараңғы… Бер ваҡыт иҫерешеп алған йәштәр кейәү менән кәләштең фотоһүрәте йәбештерелгән араҡыны ҡапҡа төбөнә сығарып

һатыуға ҡуйҙы… Теге нимә әле?... – Ниндәйҙер һүҙе иҫенә төшмәне. – Нимә әле теге?...

– Аукционмы?

– Эйе, эйе, ауыксын… Бына шул ауыксынды ойошторҙолар ҙа инде. Кем дә кем аҡсаны күберәк бирә, араҡы шуныҡы була, тиҙәр. Йөҙҙән башлап биш йөҙҙә туҡтағайнылар, теге газ ҡараусы Мәхмүт, дүрәктең дә дүрәге инде, ике мең аҡсаһын сығарып һалды. Мәрйә бисәһе һатып алған араҡыһын башына һуға ярҙы ла үсегеп ҡайтып китте.

Кисен Сәлимә менән мине, күрше хаҡы, тип көсләп, сәй эсергә алып инделәр. Арыу ғына булып алған йәш кәләш, хужабикәнең һорауы буйынса беҙ бешереп биргән бауырһаҡты, килен бауырһағы, тип, аҡсаға һата башламаһынмы шул саҡ. Аптырауыбыҙҙың сиге булманы, һаман иҫебеҙ китә…– Өләсәйем башын һелкеп аптыраған кеше булды. – У-уй… Шайтан туйы, ен туйы!...

Был беҙҙеңсә, филологтарса, төп теманан лирик сигенеү була инде. Мин уның иғтибарын төп темаға йүнәлтергә, уйҙарын бынан алтмыш нисә йыл элек булған хәл-ваҡиғаға борорға тырышам, юҡты-барҙы төпсөнәм. Ә ул минең һүҙҙәремде ишетмәй төҫлө, әллә кемдең балаларының балаларын һөйләү менән мәшғүл.

– Өләсәй…– Мин уға ипле генә итеп ҡағылып алам да артабан бер-бер артлы һорауҙар яуҙырам. – Һинең шул замандағы сулпы, һырға, беләҙек кеүек биҙәнеү әйберҙәрең һаҡланып ҡалманымы ул?... Ә теге Николай батшаның һыны төшөрөлгән тәңкәләрең һаман да йөрөйме әле?... Әсәйемдең төҫө, тип һаҡлап йөрөтҡән ҡашмауың, һаҡалың ҡайҙа булды?...

– Ниңә?! – Өләсәйем миңә шик-шөбһә менән ҡарай.

– Беләһеңме, нимә… Ә беҙ үҙебеҙҙең яҡ туй йолаһын ҡыҙҙар менән институтта сәхнәләштерһәк, нисек булыр икән?... Сценарий авторы мин үҙем булыр инем…

– Эй, балаҡайым, балаҡайым… – Ул урынан торорға итеп ҡуҙғалып ҡуя ла кире ултыра. – Боронғоса кейенеү-биҙәнеү – бер нәмә, йолаларҙы белеү – бөтөнләй икенсе нәмә…

Өләсәйемдең күҙҙәре минекеләр менән осраша, һынсыл ҡарашы бөтә кәүҙәм буйлап өҫтән аҫҡа табан шыуыша, бигерәк тә түш, бил, бот тирәләрем иғтибарһыҙ ҡалмай.

– Бына һиңә, балаҡайым, егерме йәш тулып килә, ә башыңда бер тамсы ла белемең юҡ.

– Нисек инде? – һуңғы һүҙҙәре мине аптырата.

– Мин һиңә ынстутыңда алған белемең тураһында әйтмәйем, һүҙ бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында бара… Бына һин, балаҡайым, ир менән ҡатын, килен менән ҡәйнә мөнәсәбәте тураһында бер ни ҙә белмәйһең дә, аңламайһың да. Тормошҡа сығыу – ул һеҙҙеңсә: бөгөн уҡыуҙа ултыраһың, кисен тансыла йөрөйһөң, ә бер-ике көн үткәс, шунда танышҡан егет менән йәшә лә ят, ярты йыл йәшәгәс, ата-әсәйеңә ҡайтып, мин кейәүгә сығам, тип әйт, имеш. Ю-юҡ, балаҡайым, улай булмай шул… Кейәүгә сыҡҡанға тиклем әҙерлек йолаһы бар бит әле. Бына һиңә бер генә миҫал килтерәйем…

Ун бер йәштән алып бирнәлек әйбер йыя башланым: үҙ белдегем менән әллә күпме ҡулъяулыҡ, таҫтамал сиктем, мендәр әҙерләнем, ул һырыған түшәк-маҙары ла ҡалманы. Тимербайым һоратҡандан һуң да әле, буласаҡ кейәүемә, тип, аяҡ силғауы яһаным, икешәр күлдәк-ыштан тектем… Үҙҙәре лә һоратырға килгән саҡтарында әллә күпме бүләк килтергәйнеләр. Өләсәйем менән әсәйемә – күлдәк, үҙемә – мамыҡ шәл, ситек, күлдәк, әҙрәстән туҡыма… Тағы ла һыйырҙың ярты бото, мөсә… Ә бүләктең иң ҙуры ат булды. Ғүмере буйы атһыҙ ыҙаланған атайымдың шатланғанын күрһәң икән… Әүәл бүләкте унан да күберәк, артығыраҡ бирер булғандар… Шул камсамулдар, ҡәһәр һуҡҡырҙары, тыйҙы бит…

– Ә-ә… Теге ат менән булған хәлде мин дә бер аҙ ишетә беләм ул…

– Әлеге лә баяғы шул камсамулдар инде… Хөсәйен ҡыҙын атҡа алыштырған, тип атайымдың данын сығарҙылар. Үҙемде клубҡа саҡырталар ҙа бөтә йәш-елкенсәк, маңҡалы ыбыр-сыбыр алдында баҫтырып ҡуйып: «Атайың һине бер эшкинмәгән йүнһеҙ ат өсөн һатып ебәргән бит! Әйт дөрөҫөн! » – тип йөҙәтеп бөтәләр. Район гәзитенән дә берәү килеп йөрөнө: шулай итеп яҙам, былай итеп яҙам, имеш. Шунан мин: «Беребеҙ алам, тине, икенсебеҙ сығам, тине» – тип ҡаты ғына итеп әйткәс, йөрөүҙән туҡтанылар, тынысландылар.

– Ә шунан?

– Шунан нимә инде, нимә инде?… Шунан гөрләтеп тормош көтөп ебәрҙек. Бер-бер артлы өс балабыҙ тыуҙы: Кәрим, Ниғмәт, Гәүһәр. Һөйөп-һөйөлөп бәхетле генә итеп йәшәп ятҡан сағыбыҙҙа Гитлер, ҡороғор нимес, башы тамуҡта дөмөккөр нәмә, һуғыш башлап ебәрҙе. Тимербайым, күҙ нурым, һуғышҡа китте лә шунда уҡ һәләк булды. Бик оҙаҡ иланым, төндәрен йоҡлай алманым. Хыялыйға әйләнмәҫ өсөн генә икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡтым, Тимербайҙың бер туған ағаһы Йәнтимергә… Бына шулай, ҡыҙым…

Минең унан: «Ә минең Йәнтимер олатайым?!... Әсмә, Рауза апайҙарымдың, минең атайымдың атаһы?!... Уның тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәйһеңме ни?...» – тип һорағым килә. Әммә үҙәк тапҡырын ут һымаҡ өтөп барған асыуымды саҡ-саҡ баҫып, өләсәйемә үпкәләүҙән тыйылам. Элек бошмаҫ булып та, хәҙер килеп иламһырап торған күңелемде быуып алған моң-һағыштарҙы көс-хәл менән таратам. Үҙ үҙемде эстән тынысландырам: «Күренеп тора: беренсе ирен бик ныҡ үлеп яратҡандыр, икенсеһенә өйрәнеп китә алмағандыр, балалар атайһыҙ үҫмәһен, тип йәшәй биргәндер…»

– Өләсәй, бик булмаһа, сәй эсеп алайыҡмы әллә?

– Эйе шул. – Ул ихлас ризалаша.

Йүгереп йөрөп сәй әҙерләшкән өләсәйем мин килтергән күстәнәстәрҙе өҫтәлгә теҙә, һыуытҡысынан майын, ҡоротон сығара. Асыҡҡанһыңдыр, йомортҡа ҡыҙҙырайым, тип борсолған була.

Бер һүҙһеҙ өҫтәл артына ултырабыҙ. Икебеҙ ҙә бер юлы тәҙрә аша тышҡы яҡҡа күҙ һалабыҙ. Яңы ғына мейестән сыҡҡан ҡыҙғылт-һары күмәскә оҡшап ҡалған тумалаҡ ҡояш, нурҙарын йыйып алып бер йомғаҡҡа туплаған да, ашыҡмай ғына тау артына шыуыша. Уның ҡыҙғылт-һары төҫөнә мансылған офоҡ шат йылмая.

– Офоҡтоң теге яғында минең Тимербайым көтә, – ти, ҙур ышаныс менән өләсәйем.

– Ҡайҙа? – тип, балалар кеүек ышанам, офоҡҡа яңынан бағам.

– Тегендә… – тип ҡулы менән һелтәй.

– Ә-ә… – тигән булам, көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып.

Өләсәйем сәйенә ҡағылып та өлгөрмәй, нимәнелер иҫенә төшөрөп, урынынан тора, имгәкләп урындыҡ аҫтына инеп китә лә саң-туҙан баҫҡан ҡумтаны килтереп сығара. Усына ҡумтанан алған ниндәйҙер әйберҙе йомоп урынына кире ултыра.

– Никах мәлендә… Тимербайҙың туған-тыумасаһына үҙем сиккән ҡулъяулыҡтарҙы таратҡан саҡта шәшкегә аҡса һала барҙылар… Һәр бүләк өсөн бер-нисә тин һалалар, йолаһы шулай. Әгәр ҙә ун ике һум йыйылһа, бирнәлек әйберҙәре күп булған икән, тиҙәр. Шул аҡсаға һауыт-һаба һымаҡ нәмәләр алырға тейеш булаһың. Тәңкәләтә төшһә, уны буласаҡ килен ҡулына ала, уныһын ҡыҙ һумлығы, тиҙәр…

Ана шул саҡта ике берәр һумлыҡ көмөш тәңкә төштө, Микулай һумлығы… Берәүһен Тимербайым, минең төҫөм итеп, һуғышҡа алып киткәйне, икенсеһе – бына… Һиңә минән иҫтәлек булһын…

Өләсәйем минең уң яҡ ҡулымды тотоп усымдың ҡап уртаһына Николай батшаның һыны төшөрөлгән тәңкәне һала. Мин уны усыма йомам да, икенсе

һыңары Тимербайҙа китеүен иҫкә төшөрөп, офоҡ киңлегенә ҡарайым. Һәм күҙ алдына килтерәм… Унда, офоҡтоң һул яғында – Тимербайҙың һыны, уң яғында – Йәнтимерҙеке, олатайымдыҡы…


Читайте нас в