Зәйтүнә Айытбаева
Яралы бәхет.
Мөғлифә әбейҙең күңеле тыныс түгел ошо арала. Әллә ни булды улына. Юҡҡа ғына сәсрәп көйөп китә, Һөмһөрө ҡойолоп, ҡаштары төйөлөп алһа инде – бер кемде лә ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә... Хатта киленгә екерә. Уныһы һуң әле, бахыр ғына, бер ни ҙә өндәшмәй, баш баҫып эшләп тик йөрөй. Шул тиклем дә күндәм кеше булыр икән! Әбейгә күрһәтмәҫкә тырышып мөйөш-һәйештә шәмәргеләп тә ала, шикелле... Әллә араларына «ҡара бесәй» төштө инде... Аллам һаҡлаһын, Аллам һаҡлаһын! Һуғыштың башынан аҙағына тиклем йөрөп имен генә ҡайтты, тормошо ғына яйланһын инде. Килене бар ине инде ул Мөғлифәнең, Кәшфуллаһының һуғыштан ҡайтыуын көтмәне бит, әллә ни арала анауы Мотаһар менән сыуалып китте. Дәрте ташып торған йәш ҡатындың ни... Әбей әйткән булып ҡарағайны ла ул, ҡолағына ла элмәне. «3 йылдан ашыу һуғыш барғанына, әллә ҡайта, әллә юҡ, йүнләп хаты ла юҡ, уртаҡ балабыҙ юҡ әле. Кешеһе бар саҡта сығам да ҡуям, алам ғына тиһен», - тип әбейҙең ауыҙын йомдорҙо ла ҡуйҙы, кешегә һис ҡаршы әйтеп өйрәнмәгән әбей “бәс” булды. Балаһы тыуғайны үҙгәрҙе улы. Ваҡытынан алдараҡ тыуҙы шул бала ғынаһы... әллә Кәшфуллаһыныҡы түгелме икән?... Мөғлифә әбей һиҫкәнеп китте: «Ыстырам, оло башым менән ҡалай юҡ-бар уйлап торам әле... Ана бөгөн күрше ауылға сильсәүиткә киттеләр, ыңғайлап та китерҙәр, Аллаһ бойорһа.» - уйҙарын кеше ишетеүҙән ҡурҡҡан төҫлө әбей елп итеп аласыҡҡа инеп китте, ейәне йоҡлаған арала ҡаҙанға аш һалыр кәрәк, балалары ҡайтыуға бешеп торор.
Ҡатынын ултыртып, күрше ауылға тип сығып китһә лә Кәшфулланың уйы бөтөнләй икенсе төрлө булған, күрәһең, ауылды сығып күп барманы, атын икенсе юлға ҡайырҙы. Ҡатынының һорамаясағын белһә лә. «бынан турараҡ», - тигән булды. Иренең ҡарашынан ниҙер һиҙеп һиҫкәнһә лә, ҡатын меҫкен бер ни ҙә өндәшмәне. Юлдан һәптеюҡ алыҫлашҡас, Кәшфулла атын туҡтатты. Әйләнеп арбаһын ҡарап сыҡҡан булды, баш тирәһен байҡап сыҡты, шунан ғына ҡатыны янына килде һәм :
-Йә, әйт инде, бала кемдеке?
Ғәзимә буҫығып илай башланы.Йәшле күҙҙәрен иренә төбәп, күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә һыңҡылдап яуап бирҙе:
- Һинеке инде, Кәшфулла, бүтән кемдеке булһын?
- Алдашма! Минеке булғас ниңә илайһың? – Кәшфулла ысынлап асыулана башланы, ҡаштары емерелде, күҙҙәре янып китте, - Йә, мине сығырымдан сығарма, яҡшылыҡ менән генә әйт дөрөҫөн?
-Һинеке, тим бит...
-Ә-ә, әле һин һаман әйтмәҫ китәһеңме? – Ир уны матҡып тотоп алды һәм шул килеш бер-икене эләктереп тә ебәрҙе, - әйт, кемдеке? Юғиһә хәҙер ошонда берәй ҡумырыҡ аҫтына тығып китәм, әйт, тиҙ бул!
-Һинеке инде, а-а-а...үлтерәһең...
-Минеке түгел, миңә «мөгөҙ” ҡуйыуы анһат түгел ул, әйт кемдеке?
-Әйтәм, әйтәм... Тик туҡмама ғына...
-Көтәм, тиҙ бул.
Нишләһен инде, Ғәзимә, бынауы ҡыпсыуыр кеүек ҡулдарҙан ысҡынып та булмаҫ, бәлки дөрөҫөн белһә тынсып йәшәп тә китерҙәр. Барыбер ҡасан да булһа ишетер, кешенән ишеткәнсе, үҙемдән ишетһен, тип дөрөҫөн әйтергә булды ҡатын.
-Һуңғараҡ ҡалып... һыйыр һауырға барғайным... бригадир Әптерәй йәбеште...
-Һе, мин беләм, һиҙәм бит ул минеке түгеллеген. Етмәһә, һуғышҡа ла бармайынса, бында бисәләр артын «еҫкәп» ятыусы Әптештеке икән! Беҙ һуғышта ҡан ҡойғанда, кәсебе шәп булған, тиҙәр шул. Йә инде, кем балаһын көтә яҙғанмын бит.Тфү! Бынауы Йәмилә еңгәмде лә әйтер инем инде, 7-8 айҙан да бала тыуырға мөмкин тип мине алдап маташа.Йә, мин һуғыштан ҡайтып төшкән сәғәттән димләй башланы. Эй, мин ҡәйнеш булһам да һин һеңлеһе бит әле.
Атын кире ҡайтыу юлына борҙо Кәшфулла.
-Ошонда ғына ҡалдырып ҡайтыр инем, йәлкеһең, яҡшы ҡатынһың... Тик мин башҡаса һинең менән йәшәй алмайым, үҙ иркең менән генә ҡайтып кит. Мыҫҡылға ҡалып,кеше балаһын көтә алмайым, етмәһә кемдең балаһы бит әле – Әптештеке! ТФҮ-Ү! – ғәрлегенә сыҙай алмай Кәшфулла ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенеп ебәрҙе һәм үҙ ҡылығынан үҙе оялып йылп итеп боролоп ҡатынына
ҡараны, тик ҡатындың аңына уның һүгенеү һүҙҙәре барып етмәне, уның мейеһен айырылыу хурлығы томалағайны.Ул, йәшле күҙҙәрен көскә ҡалҡытып, ялбарыулы ҡарашын иренә төбәне:
-Ҡуй, Кәшфулла, кеше көлдөрмәйек инде... Бөтәһе лә һинеке, тип уйлай бит барыбер...
Күҙҙәренең тиҫкәреһен әйләндереп ҡараны уға ире. ҡатын, меҫкен, бөршәйеп ергә һеңгәндәй булды, шулай ҙа:
-Ҡәйнәм дә ейәнен бик ярата, - тиергә көс тапты.
- Һе... Баланың ғәйебе юҡ әлбиттә, әсәйем ярата икән, үҙ иркендә. Берәй ваҡыт үҙенең ысын ейәндәре була башлаһа, онотор әле. Ә һин иртәгә үк балаңды алып ҡайтып китәсәкһең, белдеңме? Юғиһә, үҙеңә үпкәлә.
Тиҙ генә ҡайтып китә алманы Ғәзимә. Ҡәйнәһенә иренең һүҙҙәрен еткерергә баҙнат итә алманы ул. Ҡәйнәһе, һуғыштан имен-аман ҡайтҡан улының балаһы тип уйлап, ейәнен шул тиклем ярата, хатта ҡулынан да төшөрмәй ине. Тик улының ҡырҡа үҙгәреүенә аптыраны ул, ниңә балаһын яратмай,ниңә башҡа йоҡлай, хатта мунсаға ла айырым йөрөйҙәр?... Килененән ҡырлап ҡына һорап ҡарағайны, уныһы ни түгелеп илап сыҡты ла китте. Улының һөмһөрө ҡойолоп йөрөүе лә эсен бошора әсәнең, тик бер әмәл дә итә алмай.
Аңҡы-тиңке булып, шаңҡып йөрөнө лә Кәшфулла, барып Йәмилә еңгәһен күрергә булды.
Эштән ҡайтып, атын туғарҙы ла өйгә лә инеп тормай, еңгәһен күрергә китте.
Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, урамға сығып күп тә барманы, юлына Әптерәй осраны, етмәһә, күрешергә ҡулын һуҙғас, аптырап, ҡул бирҙе. Бер аҙ буш-бар һөйләшеп торғандан һуң, Әптерәй, күҙҙәрен майландырып( бәлки, Кәшфуллаға ғына шулай тойолғандыр инде):
-Йә шунан, малайың үҫәме? – тип һораны.
Тимәк, үҙенеке икәнен белә! Зиһенен ярып үтте был һорау Кәшфулланың. Үҙендә шулай ҙа ыңғай яуап бирерлек көс тапты:
-Үҫә-ә, ай үҫәһен көн үҫә, - тип яуапланы ул,асыуын ауырлыҡ менән баҫып һәм Йомабай ағаһында йомошо барлығын аңғартып йәһәтләп Әптерәй янынан шылыу яғын ҡараны.
«Белә, ҡәһәрең, белмәй ни үҙе боҙғас, белә инде, йә инде, ниндәй ҡатынды харап иткән,ә! – тип Ғәзимәһен йәлләп тә ҡуйҙы, - юҡ, Әптеш балаһын көтәсәге юҡ инде уның. Егет сағынан яратманы шул Әптерәйҙе, ул ҡыҙҙарға бәйләнер ине, Кәшфулла уларҙы яҡлап туҡмалып та ҡуйыр ине. Йәшкә унан 4-5 йәшкә өлкән ул. Һуңынан үҙе һөйләп, үҙ һүҙенә үҙе ҡыуанып, ауыҙын ҙур асып һаһылдауҙары ла ытырғаныс булып тойолдо Кәшфуллаға.Ә бына хәҙер тормошона килеп инде, юҡ инде, мин түгел һеҙгә тишек шоманға ултыра торған кеше”
Ауыр уйҙар менән барып инде Йомабай ағаһының ҡапҡаһына Кәшфулла. Ағаһы ла эштән ҡайтып, атын туғарып ҡына тора ине. Ҡустыһын күргәс:
-Бар өйгә инә тор, мин малға бесән ташлап инәм, - тип - һыйырҙары торған кәртә яғына ыңғайланы.
«Бик йәтеш, бәлки еңгәм менән һөйләшеп өлгөрөрмөн» - тип уйлап, Кәшфулла йәһәтләп өйгә ашыҡты.
Еңгәһе, урындыҡҡа ашъяулыҡ түшәп, сәй ултыртып ҡына йөрөй ине. Элек Кәшфулла ҡәйнешен күрһә шаяртып зыҡ ҡупҡан еңгәһе был юлы уның һаулығын ғына алды ла артыҡ өндәшмәне.
“Тимәк,беҙҙең хәлдәрҙе белә... Ғәзимә аңғартып өлгөргәндер инде, тимәк тура ярып әйтергә лә була» -тип уйланы ла Кәшфулла һүҙен башланы:
-Еңгәй, минең ни өсөн килгәнде һиҙәһеңдер, моғайын...
Йәмилә көрһөнөп ҡуйҙы:
-Беләм дә ул... Аҙыраҡ Ғәзимәне йәлләһәң ни була.
-Еңгәй...
Тыңлап тормай, ҡул ғына һелтәне еңгәһе.
-Үҙем ғәйепле, үҙем димләнем шул... Йәшәр ҙә китерһегеҙ, моғайын, уаҡсылланып көнөн шутлап тормаҫһың, тип кенә уйлағайным.
- Бүтәндеке булһа көтөр инем, әммә мин Әптештең балаһын көтә алмайым.
-Барыбер айырырһың инде Ғәзимәне, йәшәһә лә ғүмер буйы йөҙөнән алырһың...
Монасип яғында бар бер ҡатын, ошо арала беҙ ағайың менән туйға барабыҙ, шуға барып һөйләшеп ҡара. Тик ата-әсәһе юҡ, һыу һөлөгө кеүек ҡатын. Һин уны ала алһаң уңырһың, донъя көтөргә шәпһең. Ғәзимә лә насар түгел дә бит... Ғүмер буйы һинән битәрләү һүҙе ишеткәнсе, ваҡытында сараһын күрер кәрәк
Ул арала ағаһы Кинйәбай килеп инде .лә бер юлы ҡулын йыуып, түргә уҙҙы.
-Шунан, хәлдәрегеҙ нисек, Балдыҙ ни хәлдә, бәпәй үҫәме? – тип Кәшфулланы ?орауҙарға күмеп ташланы. Яуап бирмәй, шымып ҡалған ҡустыһына текләп ҡараны ла:
-Аңлашылды- ы... - тип һуҙҙы, - еңгәң болғаған – үҙе төҙәтһен, - һөйләштеңме? – тине ул, ҡатынына уҫал ҡарап.
-Эйе, - тине Йәмилә,күңелһеҙ генә.
-Кеше яҙмышын боҙоп... – ағаһы, йөҙө боҙолоп, уларға борсолоп ҡарап тороусы ҡустыһына боролдо, - әҙерлән, беҙҙән ҡалма, 2 көндән китәбеҙ.
2 көндән, Кәшфулла ағалары менән Монасипҡа сығып китте.
-Ағайымдар менән йөрөп киләм, - тине аҡланырға теләгәндәй әсәһенә.
Әсәһе көрһөнөп кенә ҡуйҙы, бар ҙа барма ла тимәне.
Барып еткәнсе, ауыҙҙарына йөҙөк ҡапҡандай, береһе бер ни өндәшмәне. Шаян еңгәһенә лә ниҙер булды, шым ғына бара, ара-тирә көрһөнгөләп ҡуя. Ғәзимәне уйлайҙыр инде. Ә Монасип халҡын белеп етмәгән Кәшфулла йөрәкһеп ни уйларға ла белмәй. Кемгә төбәп алып бараларҙыр инде, әммә Кинйәбай ағай ҡуҙғалғас, насар ҡатын түгелдер... Монасипҡа барып етеп, атты саҡырыусының ҡапҡаһына индергәс, ул,ҡустыһы менән ҡатынын «Атты үҙем туғарам, өйгә инә тороғоҙ» - тип өйгә индереп ебәрҙе лә үҙе ҡаршы алырға сыҡҡан өй хужаһы менән икәү генә ҡалды. Кәшфулла өйгә ингәс аш-һыу йүнәтешеп йөрөүсе, аҡ йөҙлө, ҡара ҡашлы һылыу ҡатынды күреп, их, шул ғына булһа ярар ине, тип уйлап та ҡуйҙы үҙе лә һиҙмәҫтән. Һылыу ҙа, таҙа ла ине ҡатын. Кинйәбай хужа менән һөйләшә-һөйләшә килеп инде. Йөҙө яҡтырып киткән, көлөмһөрәп Кәшфуллаға күҙен ҡыҫты, эш беште, тиеүе булды, күрәһең. Барып, еңгәһенең ҡолағына ниҙер шыбырланы ла түргә уҙҙы. Ҡунаҡ башланды, теге йәш ҡатына ситтән генә урын алды. Кәшфулла, кешегә һиҙҙермәй генә уға ҡарап-ҡарап алды.
Ҡунаҡ барған арала, Кинйәбай Кәшфуллаға килеп, йәш ҡатынды күрһәтеп:
-Яҡшы көтөр булһаң ғына һөйләш,атаһы ла, әсәһе лә юҡ. 2 ағаһы, бер һеңлеһе бар. Ағаһының береһе һуғыштан ҡайтып етмәгән әле, олоһо төрмәлә. Стәрлетамаҡҡа ылау менән бойҙай алып барған саҡта юлдаш иптәштәре ныҡ асыҡҡас , ике урында туҡталып бойҙай ҡыҙҙырып ашатҡан, 2 кило бойҙайы тулмаған шуның өсөн 2 йылға хөкөм иткәндәр. Бәләкәй һеңлеһен көткән ошоғаса, тик уның күҙ йәштәренә ҡарамай, приютҡа алып киткәндәр. Шул һеңлеһен алыу өсөн сыға кейәүгә. Иренең «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙы килгән... тип - теҙҙе, - ҡулыңа эләкһәме – уңасаҡһың ҡустым.
-Рәхмәт, ағай!
-Һай әттәгенәһе, - тип – көлдө ағаһы, - һөйләшкәс, әйтерһең рәхмәтеңде.
Ни эшләһә лә эшләне еңгәһе, осраштырып ҡунаҡ араһында һөйләштерҙе уларҙы. Артыҡ һүҙ һөйләмәй генә баш ҡағып ҡына ризалығын бирҙе ҡатын. Исеме Хәкимә икән.
-2 аҙнанан киләм, - тип өҙә һуҡты Кәшфулла. Хәкимә уға күтәрелеп тә ҡараманы. Хужабикәгә һауыт-һаба йыуыышты ла... әллә ҡайһы арала юҡҡа сыҡты. Йөрәкһегән Кәшфулла ла, ағаларын көтөп тормай, йәһәтләп йәйәү ҡайтып китте.
« Ну-у шәп ҡатын, бер килеп эләкһә. ебәрмәҫ инем инде мин уны... Йәһәтләп Ғәзимәне ҡайтарыр кәрәк... уныһы ла инде, аңламай микән инде, көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай ҙа һуң... Эй, бахыр, ул да яҡшы ҡатын да бит...”
Бүтәне бүтән,әсәһенә нисек әйтер икән? Әсәһенә һис ҡаршы әйтеп өйрәнмәгән ул. Әүлиә кеүек күрә ул уны. Кеше аңламай: «әсәй балаһы” тип тә ҡуялар ҡайһы саҡта, тик уларға Кәшфулла өндәшмәй, ниңә өндәшһен – уның алдында ғына түгел бөтә ауыл алдында әсәһенең абруйы ҙур икәнен белә бит ул.
Ҡайтҡас әсәһенә лә, ҡатыны ла бер ни ҙә өндәшмәй йөрөнө ул. Быны әсәһе тик яҡшыға юраны, улы йылмайып, көлөп һөйләшә, киленгә лә артыҡ өндәшмәй.
Ике аҙна ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ғәзимәгә генә:
-Мин яңынан ҡатын алып ҡайтам. Иртәгәгә бында булмайһың, - тине лә Кәшфулла әсәһенә лә әйтеп тормай юлға сыҡты, әсәһенең кире ҡайырып ҡуйырын уйланы.
Күңелһеҙ генә төшкө сәй ултыртып йөрөгән килененә һынамсыл ҡарап:
-Тағы ни булды икән? – тип борсолдо әбей, - күрмәй ҡалдым бит тегеһен, әллә берәй насар һүҙ ташлап сығып киттеме икән, һәйбәт кенә йөрөй ине бит әле?... Түҙмәне, сәй янында килененән
-Ҡайҙа һуң Кәшфулла? – тип һорай ҡуйҙы.
- Эй, ҡәйнәм... Ни эшләргә лә белмәйем инде... Ҡатын алып ҡайтам, өйҙө бушат! - тип сығып китте улың... – һөйләп тә бөттө, сеңләп тә ебәрҙе килене.
-Аһ –аһ, - тип бот сапты әбей, - нишана( бар әрләү һүҙе ошо ине уның), ҡайтһын ғына әле, мин уны... - тип улына янап та ҡуйҙы һәм килененә – бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең, тыпырсыныр-тыпырсыныр ҙа тыныр әле, - тине, сөнки улының үҙенең һүҙенән сыҡмаҫын ул яҡшы белә ине.
Ә Кәшфулла был ваҡытта Бөрйән юлында ине инде. Монасипҡа килеп төшкәйне иртә менән 3-4 көн инде Хәкимәнең өйҙә булмауын әйттеләр, кемдер берәү Бөрйән юлына осратыуын да әйткән булып сыҡты. Юҡ, Кәшфулла кеше араһында көлкөгә ҡала торған әҙәм түгел, барыбер эҙләп табып алып ҡайтыр!.. Сәмсел, ғәрсел Кәшфулла ла Бөрйәнгә китте. «Ер тишегенән булһа ла эҙләп алып ҡайтам» тип уйланы ул. Тик... Хәкимә Бөрйәндә булмай сыҡты, аңҡы-тиңке булып , ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөнө лә Кәшфулла кире Монасипҡа килде. «Нисек ауылға ҡайтһын ул, ҡатынына бит өйҙө бушатырға ҡушты, әлдә генә әсәһе белмәй әле» Монасипта үҙе Хәкимә менән танышҡан өйгә килде. Әмәлгә ҡалғандай, уларҙа бер һалдат ултыра ине.
-Әйҙүк-әйҙүк, - тип түргә саҡырҙы уны хужа, - маҡтап ҡына йөрөйһөң икән, хәҙер ҡоҙағыйың аш өлгөртә.
Кәшфулла, ҡулдарын йыуып , улар янына уҙып улар менән күрешеп, ашъяулыҡ янынан урын алды.
-Бына, мин һөйләгән егет ошо инде, - тип һалдатҡа боролдо Кинйәбай, - ә Хәкимә ҡайҙа һуң,ниңә инмәй?
Күрәһең, улар уны Хәкимә менән бергә ҡайта тип уйлап, аш һалып көтөп торғандарҙыр инде.
-Бөрйәндә юҡ ул, - тине Кәшфулла, - мин кире ҡайтҡандыр тиһәм...
-Әй, мин һеҙҙе таныштырманым да бит әле, бына Хәкимә һеңлекәштең бер туған ағаһы, бөгөн генә ҡайтып төштө. Хәкимә, хаты юҡ тип борсола ине.
Улар гәпләшә-гәпләшә аш ашанылар, сәй эстеләр. Унан һуң өсәүләп тышҡа сыҡтылар.
-Ух, ниндәй сафлыҡ, һауаһы һуң, һауаһы, - тип күкрәк тултырып һуланы киске һауаны өй хужаһы – Сәйфетдин. Үҙе кеҫәһенән тәмәке сығарҙы.
-Һин нимә, әллә тегендә төтөндө аҙ еҫкәнеңме, бынауындай матур кисте боҙоп? – тип көлдө Хәкимәнең ағаһы Нурулла.
-Өйрәнелде инде, берәй нисек ташлар кәрәк ине лә ул, - Сәйфетдин шулай һөйләнә-һөйләнә тәмәкеһен ауыҙына ҡапты ла ҡабын Кәшфуллаға һуҙҙы.
-Ул нәмәне ауыҙға ла алған юҡ, ҡоҙа, - Кәшфулла ҡыйынһынып китте, - өйрәнеп булманы инде, һуғышта ла тартманым.
-Яҡшы, яҡшы. ҡоҙа. Мин тарттым инде. Нисауа, яҙған булһа ташлармын әле. Шунан, Хәкимә тураһында ни әйтерһең?
Кәшфулла оҡшаны Нуруллаға, ипле һөйләшә, тартмай, һуғышта гел командир булған. Бисәһе барлығын да, ниңә айырырға уйлағанын да хужа аңғартып ҡуйғайны инде.
-Ни тип әйтәһең инде, иртәгә үҙен барып күрербеҙ инде. Ҡунағыңды миңә ебәр, һеҙ үҙегеҙ ҙә күмәк бит.
Улар икәүләп Нуруллаға киттеләр. Һүҙҙәре килеште уларҙың, икеһе лә ҡайһындай мәхшәр, ут эсендә йөрөп, имен ҡайтҡан кешеләр бит. Таң атыуға Кәшфулла Хәкимә һәм уның ағайҙары, һеңлеһе тураһында, ата-әсәләренең нисек вафат булыуҙары хаҡында бөтәһен дә белә ине инде. Таң һыҙылыуға ғына йоҡлап китте ике утты-һыуҙы кискән һалдат.
-Әйҙә, - тине Нурулла, иртәнге сәйҙе эсеп алғас, - мин кисә уның ҡайҙалығын ишеткәйнем дә, үҙеңде күреп һөйләшермен, - тип уйлағайным. Күңелгә яттың былай, әҙ ултырыр – күп һынар, тигәндәй, барып һөйләшеп ҡарайыҡ, яҙған булһа, бәлки, кейәү ҙә булырһың.
-Ә ҡайҙа һуң ул?
-Эй, бесәнселәр янында, иптәш ҡыҙҙары янында икән. Кем белә, кире уйлап та ҡуйғандыр, кейәү бик яҡшы кеше ине...
- Мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел – тип ҡуйҙы, Кәшфулла үпкәләгәндәй итеп.
- Шулай ҙа бит, кейәү уны 16 ғына йәшендә ФЗО-нан алып һалды, үҙе лә шуның арҡаһында һуғышҡа ла иртәрәк китте... Ярай, барайыҡ әле күҙ күрер, Шәмсинур ҙы ла приюттан алыр кәрәк, апайына ғына баш баҫып үҫеп килә ине...
Кәшфулла өндәшмәне, ни әйтһен инде ул, Кинйәбай ағаһы ла ҡатындың яҙмышын уға һөйләп, яҡшы көт, тип тыҡып-тыҡып ебәргәйне лә бит... «Тыумаған ҡолондоң ботон һындырған» кеүек булып ҡуймаһаҡ ярай ҙа бит – тип кенә уйланды борсолоп .
Колхоздың сабындары йыраҡ ҡына булып сыҡты. Бесәнселәрҙең төшкө ялға туҡтаған мәле, туғай гөрләп тора. Ҡаҙан аҫып ебәргәндәр, тирә-яҡҡа тәмле һурпа еҫе таралған. Бына бер осло күҙе Нурулланы күреп тә ҡалды һәм туғай яңғыратып:
-1 °С
Болотло