Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Февраль 2021, 20:10

Һағышлы бәхет

Ғүмеренең күп төндәре мендәр ҡосаҡлап үтте Хәкимдең. Мәсрүфә янына ятырға шикләнә ине ул, гел генә ҡатыны тәненә сит ир ҡулына тейгән кеүек ине.Ә күңел наҙ һорай, тәнгә генә түгел, күңелгә лә йылы кәрәк.

Ғәли ҒАТАУЛЛИН
Һағышлы бәхет
Һырлап-биҙәкләп эшләнгән күтәрмәгә ултырған Хәким ауыҙ эсенән генә мөңгөрҙәй:
Беҙ йәш саҡтарҙа ла,
Ҡостоҡ, үптек ҡыҙҙарҙы шул...
“Беҙ йәш саҡтарҙа”. Ул саҡтарҙа ҡыҙҙар ҡыҙарып бешкән, иртәнге ысыҡҡа эләккән сейә һымаҡ ымһындырғыс ине. Бигерәк тә, ни ғәжәп, күрше ауылдыҡылар сибәр, серле ине – Хәким шуларҙың береһенә, класташы Фәринәгә ғашиҡ булды.

Үҙенә бик тә килешле бер күлдәге бар ине ҡыҙҙың – зәңгәргә аҡ ромашкалар һибелгән туҡыманан тегелгән. Буй-һынына һылашып торған шул күлдәге бигерәк килешле ине. Ҡыҙҙы ауылдарына оҙата барған баштағы мәлдәрҙә Хәким ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә ояла ине, ә һуңыраҡ, бер-береһенә эйәләшә төшкәс, ҡыйыуланды – ауылды аллы-артлы сығып киткән булалар ҙа, юл, тауға артылып урман эсенә кереп боҫҡас, етәкләшәләр ине... Эй, шул миҙгелдәрҙең ләззәттәре, эй шул теҙҙән батҡаҡ көҙгө бысраҡ көндәрҙең ғәйәт гүзәллеге! Быҫҡып яуған ямғыры ла һиҙелмәй, ҡыштың ҡаты һыуыҡтары ла ҡыҙыу итеп яғылған мунса эҫелеге бөркөп тора.



Юл, урман эсенән уңға-һулға борғоланып бара-бара ла көтмәгәндә түңәрәк аҡланға килеп сыға. Аҡландың нәҡ уртаһында кәртәләнгән ҡалҡыу урын бар – Әүлиә ҡәбере ул. Ташы ла иҫән, уға заманында ниҙер яҙылған булған, ләкин хәҙер инде уҡырлыҡ, танырлыҡ түгел, ел-ямғыр йыуып бөтөргән. Кем ул Әүлиә һәм ни сәбәпле нәҡ ошо төбәктә мәңгелеккә туҡталған – быны бер кем дә белмәй, ләкин шуныһы билдәле – хикмәтле урын был! Ниндәй генә зәһәр бурандарҙа әлеге юлда аҙашып үлгән кеше булманы – юлдан яҙғандар, әйләнгәндәр-болғанғандар, ахыр сиктә, Әүлиә ҡәберенә килеп сығып, ышыҡланыр урын тапҡандар. Иҫән ҡалғандар.
...Ун берҙе тамамлаған йәйҙе, сығарылыш кисәһенән һуң, йондоҙло салт аяҙ төндә Хәким Фәринәне оҙата барҙы. Оялыу, ҡыйынһыныуҙар хәмер шаҡтай булған мәжлес табынында ҡалған. Фәринә лә ул төндә үҙен нисектер сәйер тотто: юҡҡа ғына көлә лә ебәрә, Хәкимгә лә ғәҙәттәгенән нығыраҡ, саманан тыш һырына төшкән. Урман эсендә төн ҡараңғыланды: юлдың ике яғы шомло ҡара стена, йондоҙҙарҙы ағас сатырына ҡаплаған, аяҡ аҫтындағы ботаҡ шартлап һынһа, ниндәйҙер ҡоштар ҡунаҡлаған ерҙәренән фырылдап осоп китәләр. Йәнә тынлыҡ. Ул урмандың һауаһы, һауаһының иҫерткес еҫе – ул шул тиклем саф, хатта һулағанда үпкә сәнсеп ҡуйған һымаҡ. Был фани донъяларҙа ошо ҡара урман һәм урман юлынан бер-береһенә һыйынып-һеңеп атлаған Хәким менән Фәринәнән башҡа бер кем юҡ, мөхәббәттән иләҫләнгән икәү генә бар Ер йөҙөндә. Яңы тыуған ай ҙа, ике йәш йөрәкте аулаҡта ҡалдырып, урман ситенә төшөп киткән. Юҡ, төшөп китмәгән, ә Әүлиә ҡәбере өҫтөндә аҫылынып тора икән – аҡлан яп-яҡты, хатта энәгә еп тә һаплап булыр һымаҡ.
Хәким: “Әйҙә, ял итеп алайыҡ, арығанһыңдыр”, –тигәс, Фәринә ризалашып, Әүлиә ҡәберен әйләндергән кәртәгә һөйәлгән Хәкимдең ҡосағына һеңде. Ғәжәп, ошондай йылы төндә лә ҡыҙҙың тәне дерелдәп-дерелдәп ҡуя ине –янбаш тирәләренән ҡуҙғалып күкрәгенә табан йүгергән сәйер дерелдәү.
– Әллә өшөйһөңмө? Йылытайыммы?
– Ю-уҡ, өшөмәйем дә...
Шул саҡ Хәким әллә нишләне, әллә инде һөйгәне тәненең иҫерткес йылыһынан, әллә инде уның сәстәренән аңҡыған хуш еҫтәрҙән иҫерҙе – үҙ-үҙен белештермәй Фәринәне шашып-шашып үбә башланы ул...
Ҡалғаны төштә кеүек кенә: егеттең шашҡан дәртенә ҡаршы тора алмаған һәм, ахыры, ҡарышырға бик үк уйламаған да Фәринәнең: “Нишләйһең һин... Ни эшләйбеҙ беҙ...” – тип шыңшығаны әле лә Хәкимдең ҡолағында яңғырай.
Әүлиә ҡәбере эргәһенән улар таң һыҙылғанда ғына ҡуҙғалып китте. Теҙҙән үҫкән үлән тапалып, иҙелеп бөткәйне.
...Фәринәне оҙатып кире ҡайтҡанда сәйер хәл булды – төш еткәнсе Әүлиә зыяраты эргәһенән уҙып китә алманы Хәким – йөрөй-йөрөй ҙә, үҙенсә дөрөҫ бара инде, арып-алйып йәнә шул түңәрәк аҡланға килә лә сыға, килә лә сыға. Тамам ҡурҡыуға төштө ул, зиһене сыуалып башы тубалдай булды...
Ахыр сиктә, бөтөнләй тиҫкәре яҡҡа, күрше райондың бер урыҫ ауылына барып сыҡты.
...Аҙна-ун көндән һуң зәңгәргә ваҡ ромашкалар һибелгән күлдәген инде икенсегә алыштырған күрше ауыл ҡыҙы, туғанына эйәреп, йылы яҡҡа ҡунаҡҡа киткәйне, шунда уны аҡсалы бер үзбәккә кейәүгә биргәндәр. Сибәр ине, хаҡы ла матур булғандыр.
...Йәшәй-йәшәй Хәким шуны аңланы: ир-ат затының был донъяларҙағы иң беренсе, иң ҙур хатаһы – ҡыҙҙарҙың иң матуры артынан кәзә тәкәһе кеүек эйәреп китеүелер, моғайын. Һөйгәнеңдең ситтәрҙе лә ымһындырғыс зәһәр сибәр булыуы бик кәрәкме икән? Юҡ! Бары тик йөрәккә ҡан ғына һауҙыра, сөнки ул матурлыҡҡа бер һин генә мөкиббән китмәйһең, уға бүтән ир-егеттәр ҙә һоҡлана, ҡараҡ бесәй кеүек улар ҙа ошо тәмле ҡаймаҡ-һөттән ауыҙ итергә яй эҙләй. Бына ошо бөтөрә лә инде, иҙә лә инде, ваҡытынан алда кәкрәйтә лә инде сибәр ҡатындарҙың бахыр ирҙәрен. Ләкин, ни хәл итмәк кәрәк, күҙ гел генә матурҙы эҙләй, ә инде бер төшһә, һин инде унан тиҙ генә, еңел генә айырылырмын, онотормон тимә. Күңелендә күрше ауыл ҡыҙы ҡабыҙған усаҡтың бер ҡуҙы әле һаман да һүнмәгән, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә дөрләй ул. Уға саҡ ҡына өрһәңме, саҡ ҡына ҡабынһаңмы – хәҙер ялҡынланып китергә, бар булмышты солғап алырға тора.

Хәкимдең үлтерептәр Фәринәне күргеһе, уға ситтән генә булһа ла күҙ һалғыһы, һүҙһеҙ генә оҙон-оҙаҡ ҡарап торғоһо килә.
...Ҡойма буйындағы миләш ҡыуағында бер турғай. Тик кенә тора алмай ул, һикеренә-һикеренә тыз-быз йөрөй. Күңеле уйнай инде бының, шуға үҙенә урын таба алмай. Әһә, аңлашылды – көткәне булған бит, әнә, тегеһе, сибәр турғай, ботаҡҡа фырылдап ҡунды ла, күкрәген кирә биреп, үҙ телендә ниҙер сырҡылдарға кереште...
Ә күтәрмәлә тәмәке быҫҡытып ултырған Хәким шул турғайҙарға ғына сәбәкәй итеү көнөнә ҡалдымы ни, инде кәкшәйгән ирме ни ул! Юҡ, шаярма, баш түбәһе ялтыраһа ла, йөрәге ҡайнар әле уның: ул, күлдәк иҙеүен төймәләрен һыҙырып ҡына шыр асып бер һуҙып ебәрһәме – килде-китте егеттәрең көнләшеүҙәренән тәгәрәшеп ятыр. Хәким көрһөнөп ҡуйҙы – ниндәй туҙға яҙмаған хыял- йырлау түгел, артыңды ергә бәрә-бәрә аҡырһаң да ҡайтмай инде ул Фәринәле татлы ваҡыттар. Тик Фәринәне күрергә генә мөмкин – хәҙер ул яңынан үҙ ауылында йәшәй, үзбәге, балаға уҙмағас: “Миңә ҡыҫыр ҡатын кәрәкмәй!” – тип уны айырып ҡайтарҙы. Бохара ҡояшында бешкән йөҙөм, хөрмә ашап ҡына тағы ла нәфисләнгән мөләйем йөҙлө ҡыҫыр Фәринә әле лә йөҙөк ҡашы кеүек, әммә ир-елкенсәк менән сыуалып яманатын сығарғаны юҡ, ауыл ҡатындары был мәсьәләне бик ҡаты күҙәтеү аҫтында тота.
Хәким Фәринәне бик һағынған саҡтарында, түҙәр тәҡәте ҡалмай, бер нисә тапҡыр күрше ауылға юл алды, ләкин һис кенә лә Әүлиә зыяраты янынан уҙа алманы – шунда килеп етә лә урман эсендәге юлдарҙа буталып йөрөп, ни ғәжәп, түңәрәк аҡландың әле бер яғына, әле икенсе яғына килеп төртөлә. Нисә тапҡыр шулай.
Хәким, бик ышанмаһа ла, шундай фекергә килде – теге саҡта, зыярат кәртәһе буйында зина ҡылып, Әүлиә рухын рәнйеткәндәр улар! Тиккә генә шул тирәлә аҙашып йөрөмәй ул, Фәринә лә, Хәким дә тиккә генә ҡыҫыр түгел – һанға һуғылмаған, мыҫҡылланған Әүлиә рухының ҡарғышы төшкән уларға!

...Йәшлек хыялы үзбәк ҡуйынында һытылғас, донъянан ваз кискән Хәким, туғандарының димләүенә күнеп, ауылдашы Мәсрүфәгә өйләнде һәм улар, биш йыл буйы урын-ер бүлешһәләр ҙә, өй түшәмдәренә бала бишеге аҫа алманылар. Ахыр сиктә, табиптар бик тәҡдим иткәс, Мәсрүфәне, зифа буй-һынлы, ҡарлуғас ҡанатылай ҡара ҡашлы ҡатынын, еләк сәскәгә йомарланған мәлдә, шикләнеп кенә, Ҡара диңгеҙ буйына дауаланырға ебәрҙе. Диңгеҙ тигәндәренең файҙаһы тейҙе, ахыры: Ҡырымдың ҡояшында күкрәк төймәләренә тиклем ҡыҙынып ҡайтҡан Мәсрүфә, ҡайтҡан мәлдәрҙә иренең күҙенә күтәрелеп тура ҡарарға ҡыймаған ҡатыны, 1 апрелдә, ике яҡтың да нәҫелендә һис булмаған сөм-ҡара бөҙрә сәсле, ҡарсыға танаулы малай тапты.
Мәсрүфәнең буш ҡайтмаясағын һиҙенгәйне Хәким, хатта ул шулай булыуын теләне лә, ахыры. Әсә булырға бик теләгән ҡайнар ҡанлы йәш ҡатын инде күпме көтә ала?! Ләкин алдыңдағы табаҡҡа сит ҡалаҡ килеп керһә, ризыҡтың тәме бөткән кеүек була шул.
“Булаһы булған”, – тип яҙмышына күнгәйне Хәким һәм, иҫтәлек итеп, “Диңгеҙ” үк булмаһа ла, бәләкәскә Иҙел тип ҡуштылар. Барыбер ҙур һыу инде.
Йәшәп киттеләр шулай тауыш-тынһыҙ, бик шығырҙамай ғына. Иҙелгә өс йәш тулғас, Мәсрүфә:
– Быуындар бик һыҙлай, атаһы, диңгеҙ ҡомоноң сихәте тейер кеүек, – тип ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына һүҙ башлағайны, Хәким уға шундай итеп ҡараны, тегеһе был ҡарашты күтәрә алманы – мыш-мыш илап өйҙән үк сығып китте...
Ғүмеренең күп төндәре мендәр ҡосаҡлап үтте Хәкимдең. Мәсрүфә янына ятырға шикләнә ине ул, гел генә ҡатыны тәненә сит ир ҡулына тейгән кеүек ине.
Ә күңел наҙ һорай, тәнгә генә түгел, күңелгә лә йылы кәрәк. Ундай һалҡын, яманһыу саҡтарҙа Хәким тау башындағы ҡара һыҙыҡ – урман яғына ҡараштыра башлай, шул яҡ тарта уның күңелен, йән һөйгәнен үҙе генә иркәләп йәшәгеһе, тәҡдире еткәс, һөйгәненең һуңғы ҡарашын һеңдереп күҙҙәрен йомғоһо килә уның.
Инде нисәмә тапҡыр Фәринәһе янына талпынды Хәким, ҡатынына, йыйған мал-мөлкәтенә ҡул һелтәп, Фәринәһе янына китеп барғыһы килә уның. Ләкин ниҙер ебәрмәй, ниҙер Хәкимде ошо мөхиттә йәшәргә дусар итеп, күҙгә күренмәҫ еп менән бәйләп, нығытып ҡуйған. Бала тип әйтер инең, Иҙел хәҙер үҙе атай – ул хәрби хеҙмәткә, йән тартмаһа ла ҡан тарталыр, Ҡара диңгеҙ флотына эләккәйне. Хеҙмәтен тултырғас, шул яҡ ҡыҙына өйләнеп, диңгеҙ буйында төпләнеп ҡалды. Балалары тыуҙы. Малай.

Шул ейәнен бик күргеһе килә Хәкимдең, эстән генә уның менән ғорурлана ул– Хәкимдең фамилияһындағы малай туҙҙырып йөрөй бит Ҡара диңгеҙ ярындағы көмөш ҡомдо! Исемен дә уныҡына оҡшатып “Хәлим” тип ҡушҡандар – шуға нисек күңелең булмаһын. Ейәненең фотоһын да ебәрҙеләр. Ни хикмәт – Хәлимдең йөҙ-сырайы, килеш-килбәте хәс тә Хәкимдең ғүмер еле осорған малай сағы! Ҡолаҡтарының тырпайып тороуҙарына тиклем уныҡы, ҡыҫыҡ күҙҙәренә тиклем, башын килештереп кенә артҡа сөйөүҙәренә тиклем Хәкимдеке! Хәким был оҡшашлыҡҡа тороп-тороп аптыраны –донъя сибәре булған еүеш танауҙы күкрәгенә ҡыҫып һөйгөһө килә ине уның. Бала иркәләүҙең ни икәнен белмәй ул. Иҙелгә лә атай наҙы эләкмәне, “улым” тип әйткәнен дә хәтерләмәй Хәким, ләкин бөҙрә сәсле малайҙы ҡаҡманы-һуҡманы, күңелен рәнйетмәне. Йәшәлде инде шулай...
Фәринәһен уйлап аңҡы-тиңке йәшәлде, күңеленән сығарып ташлай алманы уны. Бына әле лә Хәкимде зарығып көтәлер кеүек.
Күтәрмәлә уй-хыялға сумып ултырған Хәким ныҡлы ҡарарға килде – Әүлиә зыяратын ситләтеп, икенсе юлдан, бөгөн кис күрше ауылға барасаҡ. Фәринәһенең тәҙрәһен сиртәсәк ул!
Аныҡ ҡарарға килгәс, күңеле еңеләйеп ҡалған Хәким инде урынынан ҡуҙғалайым тигәндә, сәсрәп өй ишеге асылды. Һәр саҡ шыпырт ҡына үҙ эшен эшләп йөрөүсе Мәсрүфәгә ни булған?
– Атаһы, шылтыраттылар, балалар шылтыратты – Шишмәгә ҡайтып төшкәндәр. Автобус иртән генә, вокзалда ҡунмаҫтар бит, әллә барып алаһыңмы?! Хыялында инде Фәринәһе менән гөрләшкән, урынынан яртылаш ҡуҙғалған Хәким лып итеп яңынан күтәрмәгә ултырҙы.
– Һе, ҡайтҡандар... Улай икән. Хәлим дә ҡайтҡанмы? Уны ла алғандармы?

Балалары ҡайтыу шатлығынан ҡайҙа баҫырға белмәгән Мәсрүфә күтәрмәлә тыпырсынды.
– Алғандар, алғандар. Үҙ балаһын кем ташлап йөрөһөн. Бергә. Хәлим телефондан ҡысҡыра: “Привет, бабушка!” – ти. “Дедушка ҡайҙа?” – ти. “Дедушканың эте бармы?” – ти.
Хәким егеттәрсә ялт итеп урынынан һикереп торҙо.
– Идриямәт, лыҡылдап торғансы ашарыңа әҙерлә – юл йөрөп асығып бөткәндәрҙер. Мунса яғып ебәр – һыуы ташылған. Һе, Хәлим, эт кәрәк, тиме? Ни һин, ыжғыр Фәтхиәнең эте балалаған ине, шунан бер көсөк алып ҡайт! Эй тағы ни, юлға сәй биреп ебәр – Хәлимдең эскеһе килгәндер. Бала бит. Мин машинаны ҡабыҙам. Тиҙ бул!
– Хәҙер, хәҙер, атаһы, – тип һөйләнә-һөйләнә Мәсрүфә өйгә кереп китмәксе ине, ләкин Хәким уны йәнә туҡтатты.
– Ҡара әле, Хәлим тағы ни һөйләй?
– Эй, һөйләй инде ул, потом поговорим, ти.
Хәким, ғәҙәтенсә, елкәһен һыпырып алды.
– Һе, шилма малай, потом, тиме? Хас та мин икән – потом да потом. Бар, сәй сығар – ник ниттең, баҫып ҡаттың.
– Үҙе туҡтатты ла...
Күп тә үтмәй Мәсрүфә асҡан ҡапҡанан алдынғы комбайнсы Хәкимгә бүләк итеп бирелгән “Москвич” сыҡты һәм тауға артылған ҡара урманлы юлға түгел, ә уңға – вокзалға олатаһын көтөп ултырған Хәлим яғына боролдо. Машинаның яртылаш асыҡ тәҙрәһенән магнитофондан яңғыраған йыр урам өҫтөндә аҫылынып ҡалды.
Хыялында инде ейәне Хәлимде күкрәгенә ҡыҫып-ҡыҫып һөйгән Хәким машинаһын тимер юл вокзалына ҡыуалаған бер мәлдә, киске эштәрен түңәрәкләгән Фәринә, үҙе менән бергә ҡартайып килгән йөнтәҫ бохар бесәйен – йән дуҫын күкрәгенә ҡыҫып, йоҡларға ятҡайны инде.
...Бөгөн дә төшөндә Әүлиә ҡәбере өҫтөндә теҙҙән үҫкән үлән араһында бер сабый баланың үкһеп-үкһеп илағанын ишетәсәк, тәненә кемдер ҡағылғандай тойолоп ҡурҡып уянасаҡ һәм яҙмышын селпәрәмә килтергән күрше ауыл егетен берсә ҡәһәрләп, берсә юҡһынып таң атҡансы борһаланып ятасаҡ әле яңғыҙ ҡатын.
Читайте нас: