Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Февраль 2021, 11:18

Бала саҡ хәтирәләре...

“Миңә суд кәрәкмәй, суд минең үҙ ҡулымда. Улыма бер – бер хәл булһа тоҡомоғоҙҙо ҡоротор инем.

Зилдә Хәмиҙуллина.
Бала саҡ хәтирәләре...

Бөгөн иҫемә төшкән ваҡиғаларға ярты быуаттан да күберәк ваҡыт үтеп тә киткән икән. Ул хәлдәр булып үткән дә, шул ерҙә үк онотолған ине. Был минең ҡәртәсәйем мәрхүмәнең әмере: Ошонда күргәнһең ошонда онот! - тигәйне ул миңә. Һәм бына 52 йыл инде мейемдең ҡайһылыр мөйөшөндә һаҡланып ятҡан ул хәлдәр ҡапыл иҫемә килеп төштө. Мөғжизәле лә, серле лә, шул уҡ ваҡытта нимәһе менәндер ҡурҡытырлыҡ та ул ваҡиғаларҙы уйымдан ғына барлап сыҡтым да яҙып ҡуйырға булдым.Тағы ниндәй серҙәр һаҡлай икән минең аңым? Ҡыҙыҡ!...
Миңә 5-6 йәштәр тирәһе... Бер туҡтауһыҙ йыбырлап, гел генә хәрәкәттә булған, бер минут та ултырып сыҙамаған, орсоҡ шикелле зыр кругом әйләнеп торған, ныҡ иркә, көләгәс, ҡараҡай ғына, өлтөкәй генә ҡыҙыҡаймын. Яратҡан ҡәртәсәйемдән бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөйөм. Ул миңә әбей булып күренһә лә, әле йәш булғандыр инде, сөнки Йылайыр районы “Башҡорт” совхозында ҡарауылсы булып эшләй ине. “Быҙаулыҡ” йылғаһының аръяғында, тау битләүендә урынлашҡан ат һарайында бик күп аттар ҡарауыллай. Мин ҡартәсәйем менән шул аттар янына барырға ярата торғайным. Йылҡылдап торған, көр, бағыулы аттар үҙҙәренә саҡырып торған кеүек тойола торғайны миңә. Миллионер совхоздың ниндәй генә аттары юҡ ине. Совхоз фермаларында көндәлек эш башҡарған йөк аттары, төрлө выставкаларҙа ҡатнашҡан конкурс аттары, һабантуйҙарҙа, ат сабыштарында еңеүсе ярыш аттары, тәмле ҡымыҙ биреүсе һауын бейәләре, ажғырып торған, аҫау өйөр айғырҙары, сабып, уйнап туя алмаған ҡолонсаҡтар, яңы өйрәтелә башлаған таектар, тағы әллә ниндәй төрҙәре, төҫтәре бар ине уларҙың.
Бәләкәй генә саҡтан һыбай йөрөү, ҙурайыңҡырағас хатта өйрәтелмәгән тайҙарҙы ауыҙлыҡлап, менеп йөрөп ҡарау, атай менән һыбай ауыл көтөүен көтөү, йәнгә тейгән малайҙарҙы һыбай баҫтырып, сыбыртҡы менән янап ҡоттарын алыу, йәнең теләгән иң шәп аттарҙа сабып ярышыу, йәйгеһен арба, ҡышҡыһын сана тағып, ат егеп алып, йомшоңдо йомошлау. Былар бөтәһе лә минең өсөн бер ниҙә тормай ине. Йәшлегемдә ат һәм Зилдә бер йән, бер ынтылыш, бер осош ине!.. Былар бөтәһелә алыҫ йәшлектә буласаҡ хәлдәр... Ә хәҙергә миңә 5 йәш һәм мин ҡәртәсәйемдән ҡалмай эшкә эйәреп барарырға тырышып ятҡан көнөм. Ә ул нисек булһа ла мине алып бармаҫҡа ниәтләп, йә бер йомош, йә икенсе йомош ҡушып алдаштырып ҡалдырмаҡ. Үтә салт, егәрле кешегә минең атлауым менән эшкә барыуы анһат булмағандыр. Бәлки ныҡ алыҫ урынлашҡан ат һарайына барып кире ҡайтҡансы арыр, йонсор тип алып барғыһы килмәгәндер инде ҡартәсәйемдең. Бөгөн дә ул яйын тапты: ”Атаңнарҙын тупһаһында эшкә кейә торған костюмым сөйҙә элеүле тороп ҡалған, шуны барып алып кил инде ҡыҙым”- тине миңә ҡартәсәйем. Атайымдар бер өй аша тора, унда барып килеү минең өсөн
бер ниҙә түгел, уйын урынына! Елдерҙем, остом ғына ...
Атайымдар тупһаһында костюм булмай сыҡты, әсәйем дә, башҡа берәү ҙә күрмәгән. Йүгереп кире ҡайтып инәм: “Ҡартәсәй костюмың унда
юҡ, тапманым...”- тип һөйләй башлайым да, шып туҡтайым. Мин костюм эҙләп йөрөгәнсе, ҡартәсәйҙән дә елдәр иҫкән... Илай – һыҡтай уның артынан төшәм, йәнтәслимгә йүгерәм нисек булһа ла ҡыуып етмәксемен.
Әммә был мөмкин түгел, ул инде әллә ҡайҙа алыҫ киткән. Мин үпкәләй, үпкәләй яр буйында, йылғаны аша сыға алмай, ул яҡҡа, был яҡҡа сабып йөрөйөм. Һыуҙы аша сыҡһам ҡартәсәйемде табам инде ул, ләкин һыу кисергә минең ҡыйыулығым етмәй. Иң ахыры хәлдән тайып арыуым еңә
мине. Битемде ике ҡулым менән ҡаплап тубыҡланып ултырам да, йомарланып йоҡлап ҡалам. Уяу саҡтағы орсоҡлоғом миңә йоҡлағандала тынғы бирмәй. 5 минуттан мин инде, яуҙа еңеп ҡайтҡан батыр кеүек, ҡолас ташлап йоҡлай инем. Эй үтә ғәмһеҙ, ныҡ бәхетле бала сағым!..
Күпме йоҡлағанмындыр белмәйем, ниндәйҙер геүләүме, ер тетрәүме, күк күкрәүме мине уята. Тертләп күҙҙәремде асам да, ятҡан еремдә ҡатып ҡалам. Минән алыҫ түгел ҡолаҡтары тырпайып, тештәре ыржайып торған йөнтәҫ йәнлек текләп тора. Уның күҙҙәре ҡып-ҡыҙыл, был зәһәр уҫал күҙҙәр яуызлыҡ сәсә. Мин бәләкәй генә йөрәгем менән был яуызлыҡты тулыһынса тойҙом һәм уға текләгән көйө, ҡарашымды күсермәҫкә тырыштым.
Ғүмеренә һәләкәт янағанын һәм тик күҙ ҡараштары ғына ҡотҡарырын ҡайҙан белде икән ул 5 йәшлек ҡыҙыҡай? Теге мине уятҡан тауыш тағы ла көсәйеберәк ишетелә башланы. Шул минутта йәнлек, бөтә тәне менән ҡалтырап, артына әйләнеп ҡараны, ә мин ҡырағай йылғырлыҡ менән ситкә ырғыным һәм нишләптер шул тауышты ҡабатлап үкерә, аҡыра башланым. Теге яҡ ярҙа ниндәйҙер оҙон буйлы әбей бар көсөнә: ”Бәддоға һиңә, бәддоға! Теймә балама! Торған ереңдә ҡат!”- тип ҡысҡыра, әбейҙең тауышы ҡурҡыныс, ә күҙҙәренән уттар сәсрәп тора ине. Әллә байып барған ҡояштың нурҙары сағыла инеме икән ул күҙҙәрҙә? Бына әбей ҡулындағы әйберҙе болғап-болғап һыу аша елләне, ул таяҡ йәнлек менән минең арама килеп ҡаҙалды. Йәнлек ҡаҡ салҡанан тәкмәсләп китте лә, эт һымаҡ сыйылдап, шыңшып ята башланы. Ә әбей теге ярҙан был яҡҡа осоп тигәндәй сыгып килә ине.
Мин, тағы ла нығыраҡ ҡурҡып, инде туҡтауһыҙ илайым, күҙҙәрҙе асыу юҡ. Бына теге әбей мине күтәреп ала ла, артына әйләнеп тә ҡарамай ауылға ҡарай атлай башлай. Был минең ҡартәсәйем булып сыҡты: ”Илама балам, илама! АЛЛАға шөкөр өлгөрҙөм бит, һин именһең! Ошо минең эшемә барам тиһең дә тораһың, ана бит бәләгә тарый яҙҙың. Инде мин һине яңғыҙ ҡалдырып йөрөмәйем. Йә – йә тыныслан, и-и-и бәпкәм!” Ҡартәсәйемдең көслө, ышаныслы ҡулдарында мин тыныслана төшәм, әммә һорау биреү приступы башлана. Бер – бер артлы борсаҡ шикелле һибеп ташлайым ҡартәсәйемде һорауҙар менән:
“Ҡартәсәй ул бапаҡ ҡайҙан килгән? Нишләп һинән ҡурҡа ул? Һинең уға көсөң етәме? Ул башҡа мине ҡурҡытмаймы? Һин ҡайҙан белдең мин ҡурҡҡанды, илағанды? Эшкә барманыңмы? Бәддоға нимә була ул?...”
“ Йә-йә һорауҙарың бигерәк күп балам! Мин бит әсә, шуға күрә бөтәһен дә беләм. Белергә тейешмен!” “ Һин миңә әсәй түгел дә, ҡартәсәй ҙә! ”
“ Һиңә ҡартәсәй, атайыңа әсәй, тоҡомома, ырыуыма әсәй! Минең күҙем тере саҡта берегеҙгә лә бер нимәлә булмаҫ, АЛЛА бирһә! Йә ярай булды, онот. Ошо ерҙә күргәнһең, ошо ерҙә онот!” Һәм мин оноттом!..
Бөгөнгө йәшем тупһаһынан, йәшәлгән ғүмерем, үткәндәрем, кисергәндәрем күҙлегенән мин ҡартәсәйемдең уникаль көскә эйә кеше булғанын бик яҡшы аңлайым. Ул көсөн бик ныҡ кәрәк саҡта, тик изгелеккә, тик яҡшылыҡҡа ғына ҡулланған. Уның ниндәй кимәлдә көслө булыуын ысын мәғәнәһендә мин хәҙер генә аңлайым. Телевизор экранында ағылған һымаҡ, ваҡиғалар теҙмәһе күҙ алдымдан үтә лә үтә. Мин хәтирәләргә бирелеп китеп бөтәһен дә иҫемә төшөрәм:
Шул уҡ йылды беҙ ҡартәсәйем менән Сибай ҡалаһына олатайымдарға ҡунаҡҡа килдек. Иртәгәһенә ҡартәсәйемде ҡайҙалыр аят уҡырға саҡырып алып киттеләр. Олатай эшкә киткән, беҙ өйҙә инәй менән икәүебеҙ генә, күрәһең уның бөгөн ял көнө. Бына инәй өй эштәрен тамамланы шикелле, миңә тик кенә ултырырға ҡушып, тиҙ генә магазинға сығып килергә булды. “Балконға сыҡма, бишенсе ҡаттан осоп төшөрһөң. Ишеген бикләп китәйем ышаныслыраҡ булыр. Тәҙрәгә лә менмә, быялаһы ярылып китер, уйынсыҡтар менән уйна”- тип инәй сығып та китте. Мин 3 бүлмәле фатирҙа бүлмәнән бүлмәгә йүгереп, уйынсыҡтар менән уйнап, апайымдың пианиноһын аҡыртып туйғас, залдағы ҙур тәҙрәнең форточкаһынан ярты кәүҙәмде сығарып аҫылынып ҡаланы күҙәтәм. Ярты кәүҙәм тышта, яртыһы бүлмәнең эсендә көйө мин башымды борғолап, ҡулдарымды болғап тәҙрәгә һуҡҡылап, эс яҡтан аяҡтарым менән шул уҡ тәҙрәне типкеләп кинәнеп уйнап аҫылынып торам. Бына ҡапыл быяла ярылып киттеме, әллә инде форточканың рамы һындымы, мин шатыр – шотор аҫҡа остом. Бар көсөмә аҡырып, аяҡ ҡулдарым менән тарбаң – торбаң килеп, осоп төшөп килгән мине аҫта ҡартәсәйем тотоп алды. Уның ҡулдары нишләптер озон, ул мине һауала уҡ бармаҡтары менән генә күлдәгемдән тотоп алды ла, күтәрә биреп (ергә төкөмәһен өсөндөр инде), ипләп кенә аяҡтарыма баҫтырҙы. Шул уҡ минутта мине үкереп илай – илай инәйем ҡосаҡлап алды.” Ай АЛЛАҡай ғынам! Тәҙрәгә менмә тинем бит! Нишләп улай ҡулсырһың, бер минут та тик тора алмайһың? Алайҙа именһең! Атаңа, әсәңә нимә тип әйтер инем ә? Бейемгәсе, бейемгә ни тиер инем?
Ул минең үҙемде 5-се ҡаттан ырғытыр ине бит!”- тип түгелеп илаған инәйем, ҡапыл ток һуҡҡан кеше
һымаҡ, шып туҡтаны ла иҫе китеп миңә
текләне. “Һин 5-се ҡаттан осоп төштөң бит! Нисек ул һин аяҡтарыңа төштөң? Бесәй һымаҡ тәпейҙәрең бармы әллә? Ҡайһы ерең ауыртты? Ул нисек һин аяғыңа килеп төштөң?”
Инәй,инәй тием мине ҡартәсәй тотоп алып аяғыма баҫтырҙы!” “Ә–ә-ә? Кит, төптө бушты һөйләйһең балам! Ҡартәсәйең ҡалала ла юҡ бит ул, Иҫке Сибай ауылында аятта, иртәгә генә ҡайта.”- тип аптырай инәй. Ә мин ныҡышып үҙемдекен һөйләп ҡырҡышам һәм ҡартәсәйемде эҙләйем, ул бер ерҙә лә юҡ. “Ҡуй, ҡуй балам тиктормаҫ, орсоҡ ҡына түгел, фантазер ҙа икәнһең! Ай-ай-ай!”-
Мин күргән, ҡартәсәйемдең аҙаҡҡы мөғжизәһе Орск ҡалаһында булды. Шул ҡалала уҡып, эшләп йөрөгәндә, ул минең яныма йыш ҡына килеп, беренсе көн эргәмдә булып, хәлемде белеп, икенсе көн магазиндарҙа йөрөп, кәрәк ярағын алып, өсөнсө көн ҡайтып та китә торғайны. Шулай һуңғы килгәнендә магазиндарға сыҡтыҡ, бер нәмәлә уйламай яйлап ҡына урам буйлап китеп барабыҙ. Ҡапыл, башмаҡ шикелле ҙур эт, ларҫылдап өрөп ҡартәсәйемдең яуырындарына алғы тәпейҙәрен һалды. Ул шул тиклем ҙур, ҡап ҡара йылҡылдап торған “Боксер” ине, бына – бына әбейемдең башын тешләп алыр һымаҡ тойолдо миңә. Мин нимәлер ҡылып өлгөргәнсе, ҡартәсәйем эткә “Һөф-ф-ф!”-тип өрөп кенә ҡуйҙы ла, уның тәпейҙәренән арынып, артҡа атланы. Эт ҡайһылай ынтылған, шулай урынында ҡатып ҡалды. Уның бер мускулы ла ҡуҙғалмай, ҙур асылған ауыҙынан һәлберәп торған теле буйлап аҡҡан шайығы ғына эттең тере икәнен белгертә ине. “Әйҙә балам!”- тип ҡартәсәйем юлын дауам итте. Бер нәмәлә аңлай алмай ҡалған эт хужаһы, этен исеме менән өндәшеп, саҡырып ҡараны. Яуап булмағас янына килеп, статуя һымаҡ ҡатып ҡалған этен, һыйпап, төшөрөргә маташып ҡараны ла, ҡартәсәйем артынан йүгерҙе. “Постой, постой старуха! Что Ты сделала с моей собакой? Опусти его! – тип еккеренә башланы. Һәр ваҡыт бойороҡ формаһында ғына һөйләшкән һәм ҡаршы һөйләгәнде, бигерәк тә еккеренгәнде яратмаған ҡартәсәйем, был иргә үлтергес ҡараш ташлап: “Ты разговаривать не умеешь со старшими, моя тебя не слышит и не будет слышать”- тине. Ажарланып килгән ирҙең кикереге төштө, ул инде ипле генә: ”Простите пожалуйста бабушка! Опустите мою собаку, прошу вас.”- тине. “Нет! Почему морду собаки не закрываешь? Кого – нибудь укусит, что тогда?”- булды яуабы ҡартәсәйемдең. “А-а-а вы имеете ввиду намордник? Он у меня, я его сейчас надену на собаку, только опустите ее пожалуйста!”- тип инәлде ир кеше. “Не открывай морду своей собаки на улице, другой раз я узнаю, собака твоя умрет!”- тип янап ҡуйҙы уға ҡартәсәйем. Ир кеше ант итә итә һүҙ бирҙе. Һөйөклө әбейем минең бер ҡулын ғына һелтәп этте төшөрҙө лә, башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәй, бер кемгә лә иғтибар итмәй алға китте. Үҙен тотҡондан ҡотолғандай һиҙгән эт, ҡыуанышынан хужаһын аяҡтан йыҡҡансы өҫтөнә ырғыны. Әллә ҡайһы арала йыйлып киткән халыҡ, ҡул саба башланы, ә мин ҡартәсәйем артынан йүгерҙем.
Ауылда һөйләүҙәре буйынса, ҡартәсәйемдең бындай мөғжизәләре бик күп булған: зәхмәт һуҡҡан егетте имләп, көслө доғалары менән ҡотҡарып алып ҡалған, айыуҙан ҡото осоп, үлемесле ауырыған кешегә ҡот ҡойоп, шәбәйтеп алған, 9 йыл бала таба алмаған ҡатынды бағып, эсен һыпырып, әсә булыу бәхете бүләк иткән һәм башҡалар...
Мин иһә үҙем күргән, тик үҙем шаһит булған хәлдәр тураһында ғына яззым
Читайте нас: