Бөгөнгө көнөбөҙ яҡшы уй-ниәттәрҙә үтһен. Яҡындарыбыҙға тик яҡты теләктәребеҙҙе йүнәлтәйек. Әсәйҙәрҙең балалары өсөн теләгән теләктәре, ҡылған доғалары ҡабул була, сөнки әсәй доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ. Балалар ҙа "Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында" тигәнде онотмаһын ине. Туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәре ныҡ булһын.