Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Февраль 2021, 23:51

Сей яра

Тик күңелендәге һағышты ғына ҡыуа алманы,бәләкәсенең....Йырағайған һайын аралар,төҙәлмәҫтер инде яралар.....Үкендерә...Ҡыйын...

Римма Саньярова
Сей яра.

-Һинеке ,бәпкә көтөп ултыра,күрҙеңме,- биленә төрткәнгә саҡ һикереп китмәне Йәзилә. Ауылдағы магазинға килһәң, күңел яраңа тоҙ һалмаған ауылдашыңды осратмаһаң,русса әйткәндәй,день не удался, ызначит.Үҙе лә күреп тора,Илһамының,нисек йәшәгәнен. Барыһын да сабыр ғына ҡабул итте лә бит. Кеше телен генә тыйып булмай.-Бер ауыҙҙан сыҡҡан хәбәр, ун ауылға таралыр,- тиҙәр.
..Барыһы ла матур башланды,кешесә....Совет осоро,туҡһанынсы йылдар,мәктәпте бөтөү менән,йәш-елкенсәктең яртыһы ауылда ҡала,яртыһы ҡалаға китә ине. Училищелар буш, бүлмә тейешле.Ни әйтһәңдә, беҙҙең быуынға,ул яҡтан отошло булды хөкүмәт ҡурсалауы.
..Йәзилә менән Илһам,паралель синыфта уҡынылар.Икеһе лә уттай, һәммә концерттарҙа ҡатнашалар. Йырлайҙар,бейейҙәр.Ике йәш йөрәктең,йәшлек хистәре лә бәлки ошо минуттарҙа тыуғандыр.Үлеп яратып,күрше Фатима апай әйтмешләй,кейәүгә сыҡманы ул.Иң яҡын кешеһе ине Илһам,дуҫы,ышаныслы,матур егет. Шашып яратыуҙы аңламай ине,әлегә тиклем,бары тик һуңланы ғына.Ә,бына Илһам,осоп йөрөп,артынан йөрөнө.Исеме менән өндәшмәне тейерлек.Тик,бәләкәсем.бәпесем генә.Ҡәйнәһе лә,яҡшы кеше булды. Аш-һыу серҙәрен, тәүләп өйрәтеүсе ул,мәрхүмкәйем.Көнләшеберәк,хатта әйтеп ҡуя ине,әсәһенең бәпесе ул-килен тип.Беҙгә йәштәргә нимә,ҡыҙыҡ,күҙ ҡыҫабыҙҙа,онотабыҙ.Тик күрәһең, бер яҡтан ғына, йылы һүҙҙәр,ихлас һөйөү,ғаилә карабын ҡаҡшатты шикелле.
...Аттестат алыу менән,икенсе көнөнә үк,Йәзилә,мәктәпкә пионервожатый булып урынлашты.Директор,Марат ағай,ҡыштан уҡ әйтеп ҡуйған ине. -Үҙебеҙҙә,ҡалаһың,смотри ҡыҙыҡай!-.Уҡыусы роленән,мәктәп хеҙмәткәре булды ла китте.Илһам да аптырап торманы,йәйгеһен комбайн ярҙамсыһы булһа,көҙ көнө водительгә уҡып,эшкә лә сыҡты.Шулай, матур ғына дуҫлашып йөрөп,Илһамды әрме хеҙмәтенән көтөп,өйләнешеп тә ҡуйҙылар..Ике улдары тыуҙы.Ҙуры,Айҙары,Себергә йөрөп эшләй,кинйәһе,Эльмир, әрме хеҙмәтендә. Тәртипле балалары,ул яғынан, әсәй булараҡ,тыныс...Тик,яңғыҙлыҡ ҡына өтә күңелде.Юҡһына,ирен...Кешегә һыр бирмәй,күрһәтмәй генә,йәшәргә тырыша. Ер-һыу ҡапларлыҡ,күҙ йәштәрен,хоҙай үҙе генә күрә...Үҙе генә,белә.
..-.Һин,Йәзилә,ҡатыраҡ иреңә,-...Әхирәте,Гөлназ ,килгән һайын бышылдай.Үҙенә килгәндә,ҡаты ла кеүек түгел. Өҫтө -башы таҙа иренең,етеш тормош,барыһы ла йыйнаҡ.Ауыл концерттарында ,элеккесә ҡатнашмаһаларҙа,ҡунаҡтарға,матур итеп йөрөйҙәр.Икеһе,ҡушылып йырлап та ебәрәләр,етмәһә.Ни тиһәң дә, тыныс ҡына,егерме дүрт йыл тормош көттөләр.Эсеүгә,ире,әүәҫ түгел..Илһам,элеккесә,водитель булып эшләй.Иртән китә,кис ҡайта.Йәзилә,өйҙә. Ун йылдан артыҡ,социаль хеҙмәткәр булып эшләй ауылда. Ике ҡарт әбейҙе,тәрбиәләй,ҡарай...Талғын ғына янған утты ла,ҡыҙыулатып ебәрергә кәрәк икән....Дуҫы,Гөлназдың,ишараһы,тап өҫтөнә баҫты.Һуңғы ике йылда, Илһамы күңел төшөнкөлөгенә бирелде.Һорай башлаһаң сәбәптәрен,башыңды ватма, барыһы ла яҡшы.Яҡшы тик,яҡшы,артығын төпсөнмәне шул.Ә,кәрәк булған!...
...Эштән һуң,арыуыҡҡа,һуңлап ҡайта башланы ире. Һорай башлаһаң,-Эш күп, тотҡарлыҡтар.- бына һиңә яуап.Ҡайтһа,элеккесә,аш-һыу бүлмәһенә йүгермәй.Ҡоро-һары ҡапҡылайҙа, урам эшенә сума. Бәләкәсем, һүҙен дә,йыш әйтмәй. Ҡатыланды.Аны-быны уйлағансы, хәбәр ҙә еткерҙеләр.Йәшен һуҡҡан тип әйтергә, һуҡҡаны юҡ.Ер ишерелде тиһәм,күргәнем юҡ.Ә,бына,ниндәйҙер,бөтөнлөк,бәхет,тыныслыҡ,бер минутта юғалды тиһәм дөрөҫ булыр.Ире йә булмаһа ҡатынының хыянатын, ишетеп-белеп,үткәреп,әрнеүҙәр үткәргән кеше генә аңлар. Ситтән күҙәтеүе еңел...
....Ана,бөгөн дә бит, төрттөрәләр, бәпкә көтә имеш.. Уйлап ҡараһаң,әгәрҙә һин йомшаҡ һәм кешелекле кеше икән.Бындай һүҙҙәр әйтмәйһеңдер,кеше хаҡын уйлау бар бит. -Аша һөйләшмә ,бер ҡайсан,- тип өйрәтә ине өләсәйем.Балаңдың-балаһы,хоҙай ҡушмаһын,һин атлаған ситекте кейергә мөмкин. Тормош тәжрибәһенән,сығып һөйләгәндер,бахырҡайым..Әлбиттә,әйтеп тормайһың бындай уйҙарҙы,махы бирмәй,шым ғына үҙ кисерештәреңдә ҡалаһың.
...Туғандары,әсәһе лә шым йөрөгәндәр бит әле.Бәлки,ышанмағандарҙыр.. Кем белә?...Илһам,һәр ваҡыт,ышаныслы иптәш,тоғро дуҫ булды,яҡшы кейәү,һәммәһенә.Ә,шулайҙа...- Ирең йөрөй,ҡараштыр.Күҙ-ҡолаҡ бул,- тигән һүҙҙәр күбәйгәс,һөйләштеләр...Үлеп,терелде,Йәзилә!..Ҡолағында, һаман сыңлай Илһамының,-Яратманың,һин мине,Йәзилә.Үҙемде,ысын бәхетле ир итеп тойманым.Башҡа ҡатын,яҡын шикелле ,-тине.Ғәфү,ит мине,мин алйот...Алдап йәшәй алмайым,күсенәм Эльвираға.-..
...Эх,.кире ҡайтарып булһа икән,ошо һүҙҙәргә тиклем йәшәлгән осорҙо. Ниндәй яҡшы ир, атай,ҡулдарының оҫта,ә үҙенең яғымлы икәнен әйтеп торор ине лә бит. -Һөйҙөргән дә тел,көйҙөргән дә тел,- тиҙәр.Ниндәй генә аҡыллы булһа ла,Илһамы, йылы һүҙгә әүрәне.Яуланы,көндәше Эльвира,иренең күңелен.
..Кейемдәрен,инструменттарын ғына алып сығып китте .Балалары ауыр кисерҙе... Йылға яҡын,аралашманылар. Тик,аталары,ашҡаҙан язваһы менән дауаханаға эләккәс,һөйләшеп киттеләр.Алмашлап йөрөнөләр эргәһенә.Эльвира ҡайтһа,балалар бара,балалар ҡайтһа,Йәзилә.Һуңлап булһа ла,өҙөлөп һағына ул ,Илһамын.Әле,иллегә лә кермәгән ҡатын,ә күңел - ауыр багажлы.Тиҙ ҡартайҙы.
...Эльвираны яратҡаны,һиҙелеп тора,Илһамының.Иртән,көтөүөн ҡыуыша.Бер бөртөк кенә ҡыҙы бар,көндәшенең.Ялға ҡайтҡанда,Өфөгә алып барып ҡуя,алып ҡайта. Урамдан уҙғанда,матур пар булып уҙып китәләр. Тормош дауам итә,...йәмһеҙләшеп,талашып йөрөмәне Йәзилә.Илһамы ла, ташламаны. Шым ғына,газ,светҡа түләп китһенме.Көтөү сираты етһә,балалар бушамаһа,өйөнә ебәрер ине,кеше табып. Тик күңелендәге һағышты ғына ҡыуа алманы,бәләкәсенең....Йырағайған һайын аралар,төҙәлмәҫтер инде яралар.....Үкендерә...Ҡыйын...
Читайте нас: