Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Февраль 2021, 22:16

Маңлайға яҙылған яҙмыш.

Кешенең яҙмышы тыуғанда уҡ маңлайына яҙыла тигәндәре, дөрөҫлөккә тап киләме икән? Әллә һәр кем үҙе ғәйеплеме тормошоноң ниндәй юҫыҡҡа китеүенә?

Маңлайға яҙылған яҙмыш.
Нафиҡтың тормошо һәүетемсә генә барҙы.Егәрле татар ире ғаиләһен ас- яланғас итмәне. Ауылдың иң бай һәм етеш йәшәүселәрҙең береһе булды ул.Эре мал тотмаһалар ҙа , һарыҡ- кәзәне күпләп көттөләр.Баҡса үҫтерҙе, балыҡ тотто.

Иң төп кәсебе балыҡсылыҡ ине уның.Шул балыҡ арҡаһында ла тормоштары етеш булды, башҡалар аслыҡтан шешенгән замандарҙа ла йүнсел Нафиҡ ғаиләһен аслыҡтан йонсотманы.
Биш ҡыҙ, биш малай үҫкән ғаиләлә татыулыҡ,бер- берең өсөн өҙөлөп тороу көслө булды.
Ител ( Волга) йылғаһы буйында урынлашҡан татар ауылында йәшәүсе Нафиҡтың ике ҡатлы бейек йорто әллә ҡайҙан балҡып ултыра.Ул йорттағы тормош та башҡаларҙыҡына оҡшамаған ине.
Бында тормош гөрләп торҙо.Нафиҡ етеш йәшәһә лә ялсы тотманы, кеше йомшаманы.Бар эште үҙе улдары менән бергәләп башҡарҙы.
Төп кәсептәре балыҡсылыҡ булғас,улар шуның менән ныҡлап шөғөлләнделәр.Балыҡ һатыуҙан килгән килем бик төшөмлө ине.

Йорт- ҡура тирәһендәге барлыҡ эш ҡатыны Гөлзәйнәп менән, бер- бер артлы үҫеп ҡул араһына инә башлаған ҡыҙҙары елкәһендә булды.
Гөлзәйнәпкә бойороҡ биреп кенә ултырһа ла булыр ине,тик эшһеҙ тороп өйрәнмәгән кеше ултырып сыҙаймы инде.
Һарыҡ- кәзәнән дә, баҡса үҫтереүҙән дә аҡса арыу ғына килә ине.Эргәлә генә ятҡан Һамар баҙарына йөрөп һатыу иттеләр ирле- ҡатынлы Нафиҡ менән Гөлзәйнәп.
Баҙар гөрләй. Кемдең ҡулынан нимә килә, шуны етештереп һатыу итә.Ит, һөт, май,балыҡ, нәски- бейәләй һәм башҡалар. Йәнеңә ни кәрәк, барыһын да табып була бында.
Кемдер ҡояшҡа янған гимнастеркаһын тәҡдим итә, икенсеһе ҡолағы йәлпәшкән самуырын алып сыҡҡан, ямаулы ҡаҙан, дилбегә, көрәк, һоҫҡо,бер ир ялтырап торған хром итек тотоп тора.
Сабаталы татар тиһәләр ҙә, Нафиҡтың улдары сабата кейеп үҫмәнеләр.Баҙарға барған һайын һәр береһенә ялтырап торған хром итектәр алып ҡайтты аталары.Иҫкерәктән булһа ла гимнастерка алды, ауылдың иң матур егеттәре булып йөрөнө уның улдары.Ә ҡыҙҙарын бигерәк осондорҙо атай кеше.Һәр береһенә күлдәклек тауар, таҫмаларҙы баҙарға барған һайын алып ҡайта ине.
Гөлзәйнәп төндәр буйы ҡыҙҙарына күлдәк тегер ине.
Иң кинйәләре бәләкәс Сәрүәрәне күмәкләп һөйҙөләр. Бәләкәсенә аҡса йәлләмәне атаһы, хаҡына ҡарамай ауыл балалары өсөн ят уйынсыҡтар алып ҡайта ине. Сәрүәрәнең үҙе ҙурлыҡ ҡурсаҡ алып ҡайтты бер көнө, "мама" тип әйтә белгән ҡурсаҡҡа күрше- тирәләге балаларҙың күҙҙәре ҡыҙҙы. Иҫке ҡурсаҡтарын әхирәттәренә бирҙе Сәрүәрә, тик быныһы бөтөнләй башҡа шул.
Атаһы баҙарҙан бауға теҙелгән ҡаластар, монпаси кәнфиттәр, перәниктәр ҙә алып ҡайта.Ундай саҡта байрам була , Сәрүәрәнең әхирәттәренә лә насип була ҡала тәмлекәстәрен ауыҙ итергә.
Өйҙәгеләр барыһы ла эш менән мәшғүл, тик бәләкәй ҡыҙыҡайҙың ғына уйындан башҡа ғәме юҡ.
Күк төҫлө сәскәле күлдәк итәктәрен елпелдәтеп, сәсенә үргән ҡыҙыл таҫмаларын балҡытып күбәләктәй фырылдап осоп йөрөгән ҡыҙсыҡтың моңһоҙ, бәхетле сағы төш кеүек кенә булып ҡаласағын үҙе генә түгел, атай әсәһе лә белмәй инеләр әле.

Башҡа яҡтарҙағы кулак мөһөрө һуғылып һөргөнгә оҙатыу, репрессия еле нисектер Нафиҡты урап үтте.
Гөрләшеп кенә йәшәргә лә йәшәргә ине лә һуң, ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш башланды.
Иң өлкән улы Насипҡа килен оҙатып алған көндө Гитлер илебеҙгә ҡаршы һуғыш асты.
Нафиҡ улдары Насип, игеҙәктәре Рәфиҡ менән Шафиҡ иң беренселәрҙән булып һуғышҡа алынды.Яңы ун һигеҙе тулыр тулмаҫ һуғыш утына эләккән игеҙәктәрҙең һыңары Шафиҡ тәүге көндәрҙә үк һәләк булды.
Бер- бер артлы Насип, Рәфиҡ, 1942 йылдың башында Нафиҡтың да Батырҙарса һәләк булыуы тураһындағы ҡара ҡағыҙҙары килде.
Бөтә ил башына төшкән ҡайғыны Гөлзәйнәп сабыр ғына кисерҙе.Һуғышҡа ауылдан иң күп ир- егет оҙатыусы ул булһа ла, сарбайлап ҡысҡырманы. Тешен ҡыҫып түҙҙе.Ҡатылығы ла бар ине уның.Ҡаты холоҡло булмаһа иренең һәм ҡарағайҙай өс улының үлемен күтәрергә көсө етер инеме һуң? Бер тамсы күҙ йәшен дә күрһәтмәне Гөлзәйнәп.

Ҡырым татарҙарын депортировать итеү башланғас, үҙҙәренә лә ҡурҡыныс янау ихтималлығын һиҙеү, Гөлзәйнәптәр ауылында йәшәүселәрҙе ҡасырға мәжбүр итә.
Бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ дүртенсе йылдың май- июнь айҙарында, ғүмер буйы йәшәгән доньяларын ташлап ҡасыусылар араһында ете балаһын эйәрткән Гөлзәйнәп тә була.Иң өлкән балаһына ун алты, иң бәләкәсе Сәрүәрәгә биш кенә йәш була.
Төйөнсөктәргә төрөп, көстәре етерлек аҙыҡ алып йәйәүләп сығып китәләр барлыҡ татар халҡы.
Яртыһы Үзбәкстан тарафтарына юлланған халыҡтан айырылып,Гөлзәйнәп Башҡортостан яғына барыусыларға эйәрә.

Йәйге эҫелә төйөнсөктәр йүкмәп, эреле- ваҡлы бала- сағалар менән ,михнәтле оҙон юл үтәләр улар.Ашарҙарына бөтә, өҫтәрендәге кейемдәре туҙа.Үҙҙәре бысраҡ, күҙҙәре генә йылтыраша.Йылға осраһа йыуынып,сарсауҙарын баҫҡанса һыу эсеп алалар ҙа тағы юлға.
Күптәре юлда мәңгелеккә ятып ҡала.Мәрхүм булған яҡындарын әҙәм рәүешле ерләрлек рәттәре лә, хәлдәре лә булмаған юлсылар үлгәндәрҙе ағас ботаҡтары, үлән йә таш менән арлы- бирле ҡаплап китәләр ине.
Аслыҡтан һәм ҡайҙа барып төртөлөреңде белмәгән михнәтле оҙон юлдан миктәгән балаларын бер- бер артлы ҡалдырып киткән Гөлзәйнәп, һуңғы туҡталыштары булған Баймаҡҡа биш йәшлек Сәрүәрәһе менән генә килеп йығыла.
Теп- теүәл ике ай тирәһе йәйәүләп атлай улар.
Гөлзәйнәп Баймаҡта төпләнергә була, һеңлеләре Гөлзаһира, Зөбәржәт, Нәзилә, Мәүсилә һәм Фәрхинур Сибайҙа төпләнә.

Ихлас һәм эскерһеҙ башҡорт халҡы араһында өр- яңы тормош башлаусы Гөлзәйнәпкә ҡырҡ йәш кенә була ул саҡта.
Ташландыҡ бәләкәй генә өйҙө рәтләп алып, ҡыҙы менән йәшәй башлай.Балаларын бер- бер артлы юғалтып бөтһә лә, яңғыҙ түгел әле ул. Биш һеңлеһе терәк була Гөлзәйнәпкә.

Әллә күпме ҡайғы- хәсрәттәр кисереп, ауырлыҡтарҙы үткәргәндән һуң тыныс һәм һәүетемсә тормош китә.
Һуғыш бөтөүгә Гөлзәйнәп бында үҙ кешегә әүерелгәйне инде. Уның кем икәнен дә, ҡайҙан килеүен дә тикшереүсе, белеүсе булманы.

Һуғыштан һуңғы ауыр замандар булыуға ҡарамаҫтан,тормош дауам итә.Ауыр һуғыш касафатын үҙ иңдәрендә күтәргән халыҡ тыныс тормошто шул тиклем һағынған ине. Һәр кем матур йәшәүгә дәртләнеп ынтылды.
Ир- егеттәргә ҡытлыҡ замандар.Күптәре яуҙан әйләнеп ҡайтманы.Кемеһе һәләк булды,кемеһе хәбәрһеҙ юғалды,ҡайһылары әсирлектә ыҙа сикте.Ҡайтҡандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, уларҙың да күбеһе йә аяҡһыҙ, йә ҡулһыҙ.
Тол ҡатындар менән бер рәттән, кейәүгә сыға алмай ҡартайған ҡыҙҙар һаны иҫәпһеҙ ине шул.
Уларға тигән типһә тимер өҙөрлөк егеттәр сит- ят илдәр ерендә ятып ҡалдылар.
Гөлзәйнәпкә лә иш табылманы.

Тик бер- бер артлы ике улға ғүмер бирҙе ул.Тауыш- тыны ишетелмәгән ҡатынға күрше- тирәһе аптыраңҡыраһа ла, серен белә алманылар.Улдарының атаһы кем булыуын берәү ҙә белмәне.Хатип менән Фатихты яуҙа һәләк булған ире исеменә яҙҙырҙы Гөлзәйнәп.
Яңғыҙына өс баланы аяҡҡа баҫтырыуы еңел булманы уға. Ләкин ул бөгөлмәне,уҡытты балаларын,кеше итте.Юғары урындарҙа эшләүсе балалары менән бик ғорурлана ине ул.
Һәр береһе үҙ яҙмышын ҡорор ваҡыт еткәс, әсәләре менән килешә алмаусанлыҡ тыуҙы.
Сәрүәрәгә тиң кеше ауылда юҡ тип иҫәпләгән Гөлзәйнәп, ҡыҙының һайлаған тормош юлдашына риза булманы. Ҡыҙының йөклө икәнен белгәс, сараһыҙҙан тешен ҡыҫып риза булды. Райсоветта эшләүсе ҡыҙының насар даны таралыуын теләмәй ине ул.
Йәштәр ҡауышып йәшәй башлағас, уларға тыныс тормош менән йәшәү насип булманы. Ябай шофер үҙенең ҡыҙына тиң түгеллеген аҙым һайын иҫләтеп, көргөп торған ҡәйнәһенең баҫымына күнеп йәшәргә теләмәгән кейәүе, Сәрүәрәне ташлап сығып китте. Яңы тыуған сабыйы менән ултырып ҡалған Сәрүәрә ныҡ ҡайғырҙы, әммә Гөлзәйнәптең ҡыуанысы сикһеҙ ине.
Иманы камил, табасаҡ ул ҡыҙына тиң булырлыҡ егетте, һис шикһеҙ табасаҡ.

Кешенең яҙмышы тыуғанда уҡ маңлайына яҙыла тигәндәре, дөрөҫлөккә тап киләме икән? Әллә һәр кем үҙе ғәйеплеме тормошоноң ниндәй юҫыҡҡа китеүенә?
Ҡыҙын яратҡан кешеһенән айырып, ейәнен атайһыҙ ҡалдырыуына ла ҡайғырманы Гөлзәйнәп.Аҡылы менән түгел, бәлки аңы төбөндә һаҡланып ҡалған инстинкт буйынса эш итте ул.
Ҡасандыр үҙе бай ғаиләнән сыҡҡан ҡатын, етеш ғаиләгә тормошҡа сығып , үҙҙәре лә етеш кенә донья көткән Гөлзәйнәптә мин- минлелек көслө ине.
Ул һәр ваҡыт үҙен башҡаларҙан өҫтөн тотто, кешене байға һәм ярлыға айырып ҡараны, әсе теле менән кемделер рәнйетеү уның өсөн буш нәмә булды.
Һуғыш булмаған булһа тормошо бөтөнләй икенсе булыр ине лә һуң...
Ирен һәм туғыҙ балаһын юғалтҡан ҡатын, әсе елдәргә лә ыжғыр бурандарға ла бирешерлек түгел ине.
Саҡматаштай ҡаты әсәләренә балалары ҡаршы килә алмайҙар ине.Анауынса михнәттәрҙе еңеп үтеп,уларҙы уҡытып кеше иткән әсәйҙәренә ихтирам менән ҡаранылар.
Ләкин, Гөлзәйнәп үҙенең яһиллығы менән улдарын үҙенән ситләшергә мәжбүр итте.Бары тик Сәрүәрә генә әсәһенә хыянат итергә ҡыйманы,ни тиклем үҙәгенә үткәрһә лә, оҙон юлдан йәйәүләп үҙен йүкмәп атлаған саҡтарын оноторлоҡмо ни?
Хатип алып ҡайтҡан ҡыҙҙы тәү ҡарауҙан оҡшатманы Гөлзәйнәп.Уның улдарына тиң булырлыҡ ҡыҙҙар булмай сыҡты ауылда, һәр хәлдә ул шулай уйланы.Хатип әсәһен хөрмәт итһә лә, тыңламаны ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан алып ҡайтты.Гөлзәйнәп балаларының тыңламауына үпкәләне,үҙҙәренә тиң кешене һайлай белмәүҙәренә асыуланды.Үпкәһе шул тиклем көслө ине, хатта туй кеүек мәжлес тә ойоштороп торманы.Үҙе йығылған иламай,аҙаҡ миңә ҡарап үпкәләмәҫһегеҙ тип, теле менән ризалыҡ биргәндәй булһа ла, күңеле менән риза түгел ине ул.Хатиптың кәләше шартылдап торһа ла,Гөлзәйнәптең ҡыҫылыуына сыҙай алманы.
Бер ай ҡыҙында, бер ай өлкән улында тағы бер ай кесе улында күсенеп йөрөүҙе ғәҙәт итеп алған Гөлзәйнәп, үҙ балалары өсөн дә ғазраилға әүерелде.
Берәүҙәре тиҙҙән, бер аҙға ғына булһа ла тыныс йәшәйәсәктәренә ҡыуанһа,икенселәре йөрәген усында тотоп көтөр булды әсәйҙәренең килеүен.
Гөлзәйнәп ныҡлы, һаулығы шәп,үҙ алдына йәшәрлек булһа ла улай йәшәргә теләмәне,балаларына бөтә ауырлығын һалды.
Үҙ тормоштары менән йәшәргә ирек бирмәгән ҡәйнәләрен килендәре яратманы.Өлкән килененең сабырлығы етмәне, Хатиптан айырылып ҡайтып китте.Яңғыҙ ҡалған Хатибында торғоһо килмәне уның,кесе улы Фатихтарға күсте.Килене Миңзәлә йыуаштың йыуашы,кешегә ауыр һүҙ әйтеү түгел, ҡырын ҡараш та ташлай белмәгән гөнаһһыҙ бер етем ҡыҙ ине.Бер алдына, бер артына сығып өлтөрәп торһа ла , ярай алманы Миңзәлә ҡәйнәһенә.
Әсәһенең көн- төн игәүе эҙһеҙ үтмәне.Фатих айырҙы Миңзәләне.Ике балаһы менән, зар илатып инде ҡартайған өләсәһенә алып барҙы ла ташланы.Ата- әсәһенән ҡалған ҡыҙҙы өләсәһе тәрбиәләп үҫтергәйне. Бибиямал әбей ейәнсәре менән ҡуша иланы.Етемде илатҡаның өсөн үҙең күр тип ҡәһәрләне.Әммә Гөлзәйнәптең таш күңелен бер ниндәй күҙ йәштәре лә, ҡарғыш та йомшарта алырлыҡ түгел.
Ул доньяла мәңге йәшәрҙәй ҡыланған әҙәмдәр затынан ине...

Хәйрулланың атаһы Мәхмүтйән һуғышта хәбәрһеҙ юғалды, әсәһе үлгәндә уға ни бары алты йәш кенә була.Үкһеҙ етем малай детдомда үҫә.Фельдшерҙар курсын тамамлап, фельдшер булып эшләп йөрөүсе егеттең күрше ауылда Гөлниса исемле бик матур һөйгән ҡыҙы бар.Алтын шикелле, ҡояшҡа ялтырап торған һары сәсле,күк йөҙөндәге болоттарҙай сөм күк күҙле Гөлниса менән фельдшерҙар курсында бергә уҡығайнылар.Вәғәҙәләр бирештеләр, өйләнешергә килештеләр.Ҡыҙҙың ата- әсәһе лә егетте үҙ итеп ҡабул иткәйне.

Башҡалаға йомош менән барған Хәйрулла, көн боҙолоу сәбәпле ул ултырасаҡ самолеттың туҡтап торасағын иғлан иткән белдереүҙе ишеткәс,аэропорт вокзалының ашханаһына инде.
Ҡабаланырға түгел, яйлап тамаҡты туйҙырып алыр кәрәк.Хәйрулла ҡалағын ауыҙына килтереп өлгөрмәне, алдында төпөшөрәк, йыуантаҡ ҡыҙ хасил булды.
- Янығыҙға ултырырға мөмкинме?
Ҡыҙ әрһеҙ һәм телдәр булып сыҡты. Көлә - көлә хәбәр һөйләгән ҡыҙҙың бихисап һорауҙарына егет яуап биреп тә өлгөрмәй ине,ҡыҙ уның яуабын да көтмәй өҫтө өҫтөнә һорауҙар яуҙыра ғына.
Икеһе бер ауылдан булып сыҡтылар, тик ошоғаса бер берен күрмәгән генә булғандар икән.
Баш- көллө Гөлнисаға ғашиҡ Хәйрулла, бәләкәс кенә һөйкөмһөҙөрәк ҡыҙға әллә ни иғтибар итмәне, осраҡлы юлдаш тип кенә ҡараны.Осраҡлы кешенең ғүмерлек юлдаш булып ҡуйыу ихтималлығы йәш егеттең башына ҡайҙан килһен?
Бер ҡараштан үҙен әсир иткән Хәйрулланы ҡулынан ысҡындырманы Сәрүәрә.
Хәйрулланың булған дуҫ- иштәре аптыраны, аҡҡош кеүек Гөлнисаны ошо турғайға алыштырҙыңмы тиеберәк әйтеүселәр булһа ла, егет яҙмышын Сәрүәрә менән бәйләне.
Насар ҡатын булманы уға Сәрүәрә.Хәйрулланы яратты, ҡәҙер хөрмәт итте. Үҙен ҡарау иҫенә төшмәһә лә ирен энәнән ептән кейендереп, өҫтөн бөтөн йөрөттө.Етемлектә, иркәләү наҙ күрмәй үҫкән Хәйрулла Сәрүәрәгә тиҙ ылыҡты. Үҙ- ара татыу йәшәгән йәштәрҙең араһына Гөлзәйнәп килеп ҡыҫылды.
Детдом балаһы булған зимагур кейәүен,тәүгеһенә ҡарағанда ла нығыраҡ яратманы Гөлзәйнәп.Ҡыҙын көнө- төнө әрләне.Әсәһенә ҡаршы өндәшә алманы Сәрүәрә,Хәйрулланы ла юғалтҡыһы килмәне.Ҡандай сибәр Гөлнисанан һалдырып алған ирен, хәҙер әсәһе яратмай тип тағы айырылырғамы?
Әсәһенә лә ярарға тырышты,ирен дә хурлағыһы килмәне, ике ут араһында янды Сәрүәрә.Әммә, бер тоҡанған утты һүндереүе еңел булманы уға, һыу һипкән һайын, кәрәсин һипкәндәй ут нығыраҡ дөрләне генә.
Бер- бер артлы ике улдары тыуғас,әсәһенең күңеле йомшарыр тип көткән Сәрүәрә яңылышты.
Гөлзәйнәптең асыуы малайҙарға ла мул өлөш булып төштө.Гөлзәйнәп бар ҡөһөрөн ейәндәренә төшөрҙө.Сәрүәрәнең тәүге иренән тыуған Вәхитте яратты, әпәүләне.Хәйрулланан тыуған Илдар менән Риязды күңеле ҡабул итмәне, зимагур Хәйрүштең тыумалары тип йөрөттө.
Ҡыҙы менән кейәүе көн оҙоно эштә. Кейәүен төндә лә саҡыртып алып китәләр. Өйҙә Гөлзәйнәп үҙе баш, үҙе түш ине.
Әле сабый ғына балалар ошаҡлаша белмәнеләрме икән,һәр хәлдә өләсәләренең атаһы менән әсәһе юҡта үҙҙәрен сыбыҡ менән һыҙырыуын да, арыу ризыҡты Вәхит ағаларына ғына йәшереп ашатыуын һәм башҡа ҡылыҡтарын әсәләренә ошаҡламанылар.
Ләкин, ҙурая килә уларҙың йөрәгендә өләсәйҙәрен яратмау хисе уяна барҙы.Вәхит менән дә борсаҡтары бешмәне, Илдар менән Рияз үҙ ара татыу булдылар. Вәхит улар өсөн ят бауыр ине, сөнки ағалары үҙе ҡустыларын эшкә һанаманы. Һәр саҡ йоҙроғон эшкә егергә әҙер Вәхиттән гел туҡмалып ҡына торманы малайҙар. Көстәре етә башлағас, әтрәйгән Вәхитте дөмбәҫләп кенә һалып ҡуйҙылар.
Гөлзәйнәп тыйманы уларҙы, бер береһенә ҡаршы һөсләтеүен белде.
Бер ҡарындан яралған өс егет дошмандарса мөнәсәбәттә үҫте.Атай әсәйҙең уларҙы тәрбиәләргә ваҡыты булманы, өләсәйҙәре үҙенең мин минлеген еңә алманы,һөҙөмтәлә малайҙарҙа тыуғанлыҡ хисе яралманы.

Хатиптың икенсегә кәләш алып ҡайтыуын белгәс, Гөлзәйнәп йыйынып улына күсте.Зәбиҙә исемле матур ғына йәш ҡыҙға, тупһанан түргә үтеү менән күҙенең ағын әйләндереп ҡараны Гөлзәйнәп.
Ҡәйнәһенең уҫаллығын кешенән ишетеп белгән ҡыҙ бала, әбейҙең ҡарашынан ҡойолоп төштө.Зәбиҙә тәүҙә сабыр булырға тырышты.Улы тыуып аяҡты ныҡҡа терәгәс, ишекте шар асты ла:
- Вон, бынан! Килһәң яҡшы булып кил, яҡшы була алмайһың икән, тупһама баҫма!
Гөлзәйнәптең бындай батырлыҡҡа иҫе китте,Хатипҡа ошаҡлап килендең иманын уҡыттырырына ышанғайны ла улы киленен яҡланы ла ҡуйҙы.Ҡайҙа барһын Гөлзәйнәп? Кесе улы Фатихҡа барып йығылды.

Күп ваҡытта ҡайһы бер әсәйҙәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән,балаларының тормошон емереүсе булыуҙарын үҙҙәре лә аңламаймы,әллә аңлы рәүештә ғәзиз балаһының дошманына әүереләме, был һорауға яуап табып булмайҙыр.
Гөлзәйнәп тә " өф" итеп үҫтергән балаларына тыныслыҡ бирмәне.Һәр береһенең тормошона ҡыҫылып, ниндәйҙер йөй эҙләп кенә торҙо.
Уның әр- битәренән, ҡарғаныуынан килендәре генә түгел улдары ла ялҡып бөттө, арынылар,ғаиләләрендә ызғыш- талаш туҡтаманы. Барыһының да тормошо һәйбәт, эшләгән эштәре бар, кешенән кәм түгелдәр.Әсәйҙәренә тағы ни етмәй икәнен береһе лә аңлай алманы.

Гөлзәйнәп яратманы килендәрен дә,кейәүен дә ,уларҙан тыуған балаларҙы ла.Бер Вәхит кенә уның йыуанысы,өмөтө.Тәүге ейәнен яратты ул,самаһыҙ шаштырҙы.Өлкән килене йылан,кесеһе быҙау,кейәүе зимагур булды уның өсөн.
Читайте нас: