Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Февраль 2021, 21:03

Банкир

- Пап, һин че? Танышмайынса, әллә нәмәләр һораша башланың. Был бит Эдуард – банкир, - тине бер ни ҙә аңламаған Лилиә, атаһына.

Мәүлит Кәрими
Банкир

- Пап – мам! Иртә менән ҡайҙа шулай йыйындығыҙ? Ял көнөгөҙҙә лә туйғансы йоҡламай. Кстати, кискә өйҙә булығыҙ! Егетемде таныштырырға алып киләм. Ул – банкир. Бик ҙур банктың хужаһы. Өҫтәл әҙерләү һеҙҙең ҡарамаҡта. Сәғәт нисәләрҙә килеүебеҙҙе шылтыратырмын. Пока, мин киттем!

Аш бүлмәһендә ҡатыны менән сәй эсеп ултырған Ғәли, ҡапҡан ризығын да сәйнәргә онотоп, ҡатып ҡалды. Ә ҡатыны сәйен өҫтәлгә түгеп ебәрҙе. Улар ҡыҙҙарына яуап биреп тә өлгөрмәне, эшенә ҡабаланған Лилиәнең подъезд баҫҡысында туҡ-туҡ төшөп киткән аяҡ тауышы ғына ишетелде.

- Һы, ҡапыл ғына, кеше аптыратасы. Алданыраҡ әйтергә яраманымы уға? Бында, нисек баҡсаға барырға белмәй баш ватаһың, бензинлыҡ та аҡса юҡ. Уларҙа танышыу, күңел асыу ҡайғыһы. Ул банкир булһа ни, беҙҙең кеҫә таҡыр, - Ғәли ҡатыны Зиләгә ҡараны.

- Берәй яйын табабыҙ инде, әй! Баланың теләгенә нисек ҡаршы тораһың?! Көн дә егеттәре менән таныштырып тормай бит.

Ғәли менән Зилә баҡсаға барырға йыйынғайны. Көндәр ҡоро тора, емеш – еләк, йәшелсәгә һыу һибергә кәрәк. Картуфын утап, күмергә лә ваҡыт еткән. Ашап бөтмәҫ борон ҡортона дарыуҙы ла бөгөн һиптертергә тейеш инеләр. Булманы инде. Ҡыҫҡаһы, баҡсасының эшен аҡсалы беләме ни…

- Исем өсөн булһа ла, исмаһам, аҡсағыҙ бармы, тип тә һорамай. Белеп тора, кисә генә кредит түләнек, машинаға техосмотр эшләттем. Уға ни, үҙ ҡайғыһы – ҡайғы! – Ғәли ҡыҙы тураһында әсенеп һөйләнде, - бактағы бензин баҡсаға барып килергә етергә тейеш, киттек! Теге бағаналарҙы алып ҡайтып, металға тапшырырмын инде.

Апаруҡ йылдар элек баҡса һатып алғайнылар. Тәүге хужаһы, мәңгелек булһын типме, мөмкинселеге шәп булғанмы, баҡса ҡоймаһының бағаналарын тутыҡмай торған тимерҙән ҡуйғайны. Ғәли бер көн килһә, ҡойма ҡолап ята, бер – нисә бағананы һурып алып киткәндәр. Үҙең эҙләүҙән дә, полицияға хәбәр итеүҙән дә файҙа булмаясағын аңлап, ул, ҡалған бағаналарҙы ҡаҙып алып өйөнә индереп бикләне. Урынына ағастан ултыртты, уларын да урлаһалар инде. Ҡара көнгә тип һаҡлай ине, шул тутыҡмай торған торбаларҙы, күрәһең, килде ул көн…

Баҡсала Зилә тиҙ генә түтәлдәргә һыу һибеп сыҡты. Ғәли машинаға бағаналарын тейәне. Ҡалаға ҡайтҡас та улар иң тәүге осраған төҫлө металл ҡабул итеү пунктына туҡталды. Ундай пункттар аҙым һайын – эҙләп йөрөйһө түгел.

Ҡабул итеүсе ир Ғәлиғә машинаһы менән автоүлсәгескә менергә ҡушҡас:

- Тимереңде бушатҡас, ҡабат үлсәрбеҙ, - тип, ары нимә эшләргә әйтте.

Ошо ваҡыт вагон эсенән уның ярҙамсыһымы, кемдер килеп сыҡты. Оҙон, ҡаҡса буйлы, башы ялтыр итеп ҡырылған, өҫ кейеме бысрап бөткән, йоҡомһораған егет уларҙың янына килеп:

- Тәк, батя! Ҡайҙан сәлдерҙең был тиклем нержавканы? Менттарҙы саҡыртырға тура килер, шундай күрһәтмә бар. Әлбиттә, уларһыҙ ҙа килешергә була. Нисек?

- Ә ниңә килешергә? Мин быларҙы бер ҡайҙан да урламаным – үҙ баҡсамдан тейәп алып килдем, - Ғәлиҙең, шулай ҙа, ҡаушауҙан, тауышы ҡалтыранып сыҡты.

- Менттар һинән һорап тормаҫ, баҡсаңдан алдыңмы, ҡайҙан, тип. Үҙегеҙҙе саҡырта, тикшерә башларҙар. Табыш урынына штраф түләрһең. Ә килешһәк, аҡсаны уртаҡ бүлешәбеҙ. Кеше бер – береһенә ярҙам итергә тейеш, шулай бит, батя!

Быларҙы ишетеп торған Зилә Ғәлиҙән алда:

- Ниндәй ярҙам? Ниндәй батя? Йә, саҡырт шул милицияңдымы, полицияңдымы - килһендәр! Ҡурҡыр еребеҙ юҡ, кәрәк икән, тикшерһендәр! Ҡайҙа, үҙем үк саҡыртам хәҙер! – тип ҡыҙып, сумкаһында кеҫә телефонын эҙләй башланы. Был һүҙҙәр бәхәстең ни менән бөтөүен көтөп торған ҡабул итеүсегә лә тәьҫир итте, күрәһең, ул:

- Юҡҡа борсолмағыҙ, апай! Эдик шаярта бит ул. Әйҙәгеҙ, бушатығыҙ машинағыҙҙы! – тине, йөктөң ауырлығын дәфтәренә яҙып.

Ғәли әлеге шул Эдик менән (уныһы бер йөк тейәүсе генә булып сыҡты) машинаһын бушатты. Ҡайтырға сыҡҡас, күңелдәре ҡырылып, күңелһеҙләнеп, бер сама һүҙһеҙ килделәр.

- Бер үҙең булһаң, шул жуликтарға алданып, аҡсаһыҙ ғына ҡайтып китер инең, ярай килгәнмен, - тине Зилә, тыныслана төшөп, Ғәлиғә ҡарамай ғына.

- Нишлә - ә - әп?! – тиеүҙән башҡа Ғәли һүҙ таба алманы.

Баҙарға туҡтап аҙыҡ – түлек, емеш – еләк, йәшелсә, банкир кеше алдында кәм – хурға ҡалмаҫҡа, осһоҙораҡ булһа ла коньяк та һатып алдылар. Өй йыйыштырылды, аш – һыу әҙерләнде. Өҫтәлдә Ғәлиҙең күңелен ҡытыҡлап коньяк шешәһе ялтырап ултыра. Оҙаҡламай ҡыҙҙары Лилиә лә шылтыратты:

- Пап – мам! Һеҙ нисек? Бөтә нәмә лә әҙерме? Тиҙҙән киләбеҙ, көтөгөҙ!

- Инде килергә сыҡҡас, нимәһен һорай икән, әҙерме, түгелме, тип. Барыһы ла әҙер! – Зилә һый менән тулы өҫтәлен әйләнеп, барлап сыҡты. Их, подъезд ишеге яғында бер тәҙрәләре лә юҡ бит, исмаһам, ҡарарға. Егетенең машинаһы ҡыйбатлы текә иномаркалыр әле, шәхси шоферы ла барҙыр.

Шул саҡ ишектә, күңелдәрҙе тибрәлдереп, ҡыңғырау яңғыраны. Зилә, әйтерһең, быға тиклем биҙәнмәгән, көҙгөгә йүгерҙе. Ғәли ишекте асты...

Асты ла, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, бағаналай ҡатып ҡалды. Уның яуырыны аша үрелеп ҡараған Зилә лә, хәлде аңлағас, ни әйтергә белмәй, әйләнә һалып кухняға инеп, ултырғысҡа лыпын ултыра төштө. Ишек төбөндә, асҡан ауыҙын ябырға онотоп, күрешергә тип һуҙған ҡулын ҡайҙа итергә белмәй, Эдик баҫып тора ине. Уны ҡултыҡлаған Лилиә, аптырап, бер атаһына, бер егетенә ҡараны. Ғәли был хәлдән нисек тә сығырға кәрәклеген уйлап:

- Шунан, сынок, эштәр нисек бара? Менттар артыҡ бимазаламаймы? Табышты уртаҡ бүлешеп буламы? – тип, йәне көйөүен саҡ баҫып, теҙеп китте. Тегеһе ҡыҙарынды – бүртенде, ялтыр башына тир бөрсөктәре бәреп сыҡты. Ул бер һүҙ ҙә әйтә алмай, ҡурҡҡан кешеләй, артҡа сигенде.

- Пап, һин че? Танышмайынса, әллә нәмәләр һораша башланың. Был бит Эдуард – банкир, - тине бер ни ҙә аңламаған Лилиә, атаһына.

- Ниндәй банкир икәнен яҡшы беләм, ҡыҙым! Беҙ таныш инде.

- Лиль, икенсе тапҡыр килермен, бәлки, яраймы?! Бөгөн мөһим бер эш бар ине, онотҡанмын, ғәфү ит! – Эдик Лилиәнең битенән үпте лә, йүгереп төшөп китте.

- Эдик, Эдик, һин ҡайҙа? Аңламайым, ни булды? Нисек икенсе тапҡыр? Килдек бит инде, - Лилиә уның артынан ташланды.

- Бәлки, имеш. Икенсе тапҡыр, имеш. Эшем эйәһе! Ҡарап ҡарарбыҙ, тағы нисек килерһең икән. Минең бүтән бағаналарым юҡ һинең өсөн, бан-н-н-кир!
Читайте нас: