Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Февраль 2021, 12:27

Ҡайһы бер ризыҡтарҙы ас ҡарынға ашау сәләмәтлек өсөн зыян килтерә.

Донъя диетологтары ҡайһы туҡланыу аҙыҡтары кеше организмы өсөн бигерәк тә файҙалы тип бәхәсләшеүен дауам итә.

Донъя диетологтары ҡайһы туҡланыу аҙыҡтары кеше организмы өсөн бигерәк тә файҙалы тип бәхәсләшеүен дауам итә.

Ғалимдар фекеренсә, еләк-емеш беренсе урынды биләй. Улар йөрәк, ҡан тамырҙары, аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлеген яҡшырта.

Сәтләүек витаминдарға, минералдарға, аҡһымдарға, майҙарға бик бай. Уны көндәлек рационға индереү — йөрәк, ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты, анемия, күҙ ауырыуҙарын иҫкәртеү ҙә.

Һуған менән һарымһаҡ организмдың иммун системаһын нығытыу йәһәтенән бик яҡшы тәьҫир итә, һалҡын тейҙергәндә микробтарҙың таралыуына юл ҡуймай.

Ҡуҙаҡлылар — шәкәр диабеты, атеросклероз, һимереү, аш һеңдереү системаһы, бөйөр, бауыр ауырыуҙары менән сирлеләргә яҡшы дауа. Нервы системаһы ҡаҡшағандарға тынысланырға, үҙеңде ҡулда тоторға ла булыша.
Йәшелсәнән шпинат менән салат япрағы витаминдарға байлығы буйынса тәүге урынды биләй. Унан кәбеҫтә менән кишер килә. Кәбеҫтәнең тоҙланғаны ла файҙалы.

Балыҡ ҡан тамырҙары системаһына, йөрәккә яҡшы йоғонто яһай. Ашҡаҙан, биҙ, артыҡ ауырлыҡ менән яфаланыусыларға ла ашарға кәңәш ителә. Мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, йәрәхәтте тиҙ уңалта, яман шеш күҙәнәктәренең үҫеүенә ҡаршы тора.
Йомортҡа ашаһаң, организмды таҙарта, холестерин һәм башҡа зыянлы матдәләрҙе сығара, майҙы ҡыуа. Мускулдар, ашҡаҙан, эсәктәр, нервы системаһы өсөн дә һәйбәт.

Һөттә кальций күп булғанлыҡтан, уны эсеү һөйәктәрҙе, теште, сәсте нығыта.

Йәшел сәй — атеросклерозға, шәкәр диабетына, гипертонияға, күҙ сирҙәренә дауа.
Читайте нас в