Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
28 Февраль 2021, 20:34

Тәмәке төпсөгө

Эх, әсәкәйем... Ниңә генә таптың икән ошо донъяға! Тапҡың, килмәгәс, ниңә таптың икән?!

Тәмәке төпсөгө(хикәйә)
Ни өсөндөр ул бөгөн иртә уянды. Ғәҙәттә, ул бик һуң тора торған... Юрған аҫтынан ҡулдарын сығарып, кирелеп-һуҙылды ла эргәһендә ятҡан һөйәренә күҙ һалды...”Йоҡо һимертә, мәлғүн... Фу, ҡалай һаҫыҡ... Кисә артығын эскәнбеҙ, ахыры...” Хәйер, үҙен дә ул әллә ни арыу тоймай ине, баш ауыртҡанын һиҙҙерҙе... “Уйланым, бутамайым,тип... Самогонын ҡапмаҫҡа кәрәк булған икән... Араҡыһын эскәс һыраға ҡушып...” Ул кире күҙҙәрен йомдо, кире йоҡоға китергә тырышты. Ләкин йоҡоһо ҡасҡан ине инде. Торорға ҡарар итте. Юрғанын асты ла аяҡтарын иҙәнгә төшөрөп, тәпешкәләрен һәрмәй башланы... Тиҙ генә иҙәндә ятҡан яланғас тәненә һөйәренең футболкаһын кейә һалды, шешмәкләнгән әммә матур йөҙө менән көҙгөгә баҡты:

Дәәәә! - тине лә кухня яғына аяҡтарын һөйрәй-һөйрәй ыңғайланы. Сәй ҡуйҙы. Ҡулдары менән өҫтәлдә кисәнән өҫтәлдә йыштырылмай ҡалған һауыт-һаба араһынан тәмәке пачкаһын һелкеп ҡараны... Ул буш булып сыҡты. Арыуыраҡ төпсөктәрҙе барланы. “Тәмәкегә сығып килмәйенсә булмаҫ...” Сәйгүнде һүндерҙе лә залда креслола ятҡан джинсыһын һәм кофтаһын тиҙ генә кейә һалды ла тышҡа атылды...

Подъездан урамға сығыу менән танышы осраны.

– Сәләм, Айгулик!

– Приивет, Гүзельчик!

– Ҡайҙа иртүк?

– Тәмәкегә сыҡҡайным. Һинең юҡмы?

– Әле үҙем һуңғыһын тарттым...

– Блиин, кибеткә барып етергә тура килә нинде...

– Йә, пока. Эшкә һуңлайым. Көндөҙ килеп сыҡ.

– Пока. Килеп сығырмын, кешегә әйләнгәс бер аҙ.

– Бөгөн клубҡа, онотма! Минеке табын ҡора!

– А как же! Ундай сараны ҡалдырып булмаҫ!

– Йә, пока!

– Йә!

Әхирәте каблуктарында тыҡ-тыҡ баҫып ары китте. Айгөл йорт мөйөшөндә урынлашҡан кибеттән тиҙ генә тәмәке алып сыҡты ла подъезд алдындағы эскәмйәгә ултырып тәмәке тоҡандырҙы. Тәмәке төтөнө бар үпкәләре буйлап ләззәтләндереп тын юлына таралды...

Бына шулай һәр иртәһен иң беренсе тәмәке тартыуҙан башлай ҡыҙ. Шунан һуң ғына йыуына, ашай, сәй эсә... тәмәкене күптән тарта инде ул. 15 йәштән. Хәҙер инде өсөнсө тиҫтәне ҡыуа. Ташлап ҡараны. Булдыра алманы. Һуңынан ҡул һелтәне. Хәҙер күп ҡатын-ҡыҙ тарта. Кемдең – ни эше бар? Шулай ҙа әбей-һәбейҙәрҙең ҡырын ҡарашы теңкәг тейгәндәй - әммә күнегелгән. Барыһына ла күнегелгән.

Айгөл берҙе тартып бөттө лә, икенсеһенә тотондо... Тротуарҙан үткән-һүткән кешеләрҙе ҡараш аҫтынан ғына күҙәтә башланы. Ана ирле-ҡатынлы ике ҡыҙын етәкләп китеп бара. Йөҙҙәре шундай бәхетле күренә. Ҡыҙҙарының береһе атаһын тартҡылай, ҡурсағын өйрөлтөп-өйрөлтөп ниҙер һөйләй, икенсеһе әсәһен маҙаһыҙлай... Бәхетлеләр... Ә уның бер кеме лә юҡ, күпме ир-егет менән яҙмышын бәйләп ҡараны, береһе менән дә ныҡлы ғаилә ҡора алманы, уларҙамы ғәйеп, үҙендәме тигәндәй... Етмәһә, бала ла таба алмай. Ауырға ҡалғаны булды, әммә нисәмә ауыры төштө... Һуңғыһында ете айға етте тигәндә, әле тыумаған баланың үле икәнлеге асыҡланды... Аналығы етлекмәгән, тигән диагноз ҡуйғайнылар электән. Ул шулай ҙа өмөтләнгәйне. Шул хәтлем бала ярата үҙе, ә Хоҙай уға бирмәне әсәлек бәхетен. Ни өсөндөр шундай язалар, ғазаптар!... хәҙер төңөлдө инде. Бер ни теләмәй ине. Тормошона бер кемдең дә тығылмауын, өгөт-нәсихәттәре менән борсомауын ғына теләй. Яҡындарынан да йыраҡлашты. Әсәһе менән дә һирәк һөйләшә. Һеңлеһе бар инде эс серен бер аҙ бушатышырға. Ә былай бөтәһе лә сәсрәп китмәйме шунда! Уларһыҙ ҙа йәшәр әле! Бер кемгә лә кәрәкмәй икән, уға ла бер кем дә кәрәкмәй! Үҙҙәрен әллә кемгә ҡуялар ҙа аҡыл өйрәтергә тотоналар... Белә ул: кемдер уны уйнашсы, кемдер фахишә, ти, уға хәҙер барыбер. Барыбер булмаһа ла барыбер!

“Уф, күрә алмайым ошо кешеләрҙе, донъяны, күрә алмайым!” – шыбырҙаны уның ирендәре... Тәмәкеһен йән асыуы менән тротуарға ырғытты... Ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы, тыны ҡыҫылып китте...

Эх, әсәкәйем... Ниңә генә таптың икән ошо донъяға! Тапҡың, килмәгәс, ниңә таптың икән?! Әле тыумаҫ элек мин бит һиңә кәрәкмәгәнмен! Хатта аборт яһарға уйлағанһың...! Ниңә туҡмай-туҡмай мине үҫтерҙең, иҙән буйлап һөйрәтеп туҡманым бит,эш боҙһам да боҙмаһам да, бер ҡосаҡлап яратҡаныңды иҫләмәйем, үпкәнеңде иҫләмәйем – бәлки тормошта үҙ урынымды тапмауым шунандыр... Әсә йөрәгендә урын булмаған балаға донъя ла битараф төҫлө... Бер толҡа тапмай күңеле. Далалағы ҡамғаҡтай ел ыңғайы былай ҙа тегеләй ҙә тәгәрәй – исмаһам берәйһе туҡтатһасы, мин һине бәхетле итергә теләр инем, тип әйтһәсе... юҡ шул ундай кеше. Ә ул үҙе бәхетле була белмәй, белә алмаҫ инде... Эшләгеһе лә килмәй, бар теләктәре һүрелгән инде... Көн үтһә - шул... Иртәгәһен иртәгә ҡайғыртыр. Ир-тә-гә-һен ир-тә-гә ҡай-ғыр-тыр!...

...Айгөл йәшләнгән сикәләрен ҡул һырты менән һыпырҙы, сәсен рәтләне... Ҡарашына бая ташлаған тәмәке төпсөгө салынды – һаман быҫҡып ята ине уныһы... Йәш ҡатын кинәт үҙен шул ерҙә ятҡан шул төпсөк ише хис итте – тормош тарафынан яндырылып, көйҙөрөлөп, һурылып тартылған һәм ташланған ул түгелме ни?! Тик бына күпме генә быҫҡып ятыр...

...Айгөл эскәмйәнән торҙо ла подъезға табан атланы. Ирекәйе торғандыр инде. Иртәнге аш һорай башлар. Сәйме, мәйме тигәндәй, йәһәтләргә кәрәк. Бөгөн төнгө клубҡа барырға килешкәйнеләр: биҙәнергә, төҙәнергә, нимә кейеп сығыр – шуны уйларға кәрәк. Әхирәте яңы бай һөйәр тапҡан – ул һыйлаясаҡ. Бәлки ул да берәй аҡсалыраҡ ир табыр, быныһының бик йүне юҡ. Шулайтмайынса булмаҫ, шулайтмайынса булмаҫ...

Читайте нас: