Шоңҡар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Март 2021, 00:12

Һөтлө өйрә

Әсәһенең, яҙмышын ҡабатламаһын ине. Йөрәк ярып сыҡҡан балаңды юл сатында ҡалдырып китеп буламы ул?

Римма Саньярова
Һөтлө өйрә.
Булған хәл.

...Ә,иртәгә нимә бешерәбеҙ,Римма Рамильевна? Динарҙың, үтенес тулы тауышына, иртәгә килмәйем-тип әйтә алманым. Өйрәнеп китте, ахыры сабый. Сабый тигәнеңә, 16 йәш. Үҫмер егет.
...Социаль хеҙмәткәр-уҡытыусы булып китеүенең дә асылы шул-бәләкәй сағынан уҡ йәшерен хыялы.Үҙеңдән көсһөҙерәк кешеләргә ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәтеү һәр ваҡыт маяҡ булып торҙо,алға этәрҙе. Педагогик уҡыу йорттарын тамамлап эш башланым. Был донъя тигәнең шундай ҡыйбаат. Ғәилә янсығына өҫтәмә файҙа килһен тигән ниәттә, тағы ла бер эш алдым. Студенттар ятағына ярты ставка кимәленә урынлаштым. Сәғәте лә аҙ. Өс-дүрт сәғәт студенттар тормошон ҡарауыллайһың. Тәрбиә сәғәттәре, байрамдар ойошторорға ярҙам итәһең.Тәрбиәселәр менән уртаҡ тел табып, шулай хеҙмәт көндәре үҙ яйына китте. Ятаҡ ҙур түгел. Аҫҡы ике этажын ғәиләлеләр тултырһа, ҡалған өсәүһе шәкерттәр. Араларында балалар йортонан килгән уҡыусылар ҙа бар .Өҫ-башыңды үҙең йүнәтеү, дежурстволарға сығыу ауыр бирелә. Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк. Балалар йортонда әҙергә өйрәнгәндәр. Иҙән йыуыусылары булған,автомат кер таҙартыу машиналары. Туҡланыу биш тапҡыр. Нимә тиһәңдә,хөкүмәт атай-әсәйһеҙ ҡалған етемдәрҙе баға. Ә бына ятаҡ тормошонда, үҙеңә-үҙең хужа. Аҡсаңды дөрөҫ бүлергә кәрәк, айлығын-айлыҡҡа еткереп. Өҫ-башыңды таҙа, матур тоторға өйрәнергә. Эшем шунан ғибрәт. Тәүге ике айы ошо төр балалар менән барыһын да яңынан аңлатыу эшенән башланды.Тәүҙәрәк,урын-яҫтыҡ, аш-һыу,кейем өсөн бүленгән аҡсаларын дөрөҫ тотонмай, бер тинһеҙ ҡалалар ҙа ҡуялар. Эргәләрендә атай-әсәй юҡ,тулы кимәлдә кем аңлатһын. Аҡса ярҙамы һуҙырға тура килгән саҡтар булғылай. Эш унда түгел...Балалар йәл.Үҙәк өҙгөс итеп йәл. Өйөңдә һинең эштән ҡайтыуыңды көткән балаларың менән сағыштырып, йөрәк һыҙлай.Ә,иртәгә нимә бешерәбеҙ,апай?-ана бит, ял көнөндә һине көтөп торған уҡыусың бар.

...Фамилияларыбыҙ тура килде Динар менән. Әллә шуға,әллә нимәгә артыҡ йылы ҡарайым ошо балаға. Апай, әсәй кеүек өйрәтеүҙән баш бушамай. Йәлләп бер булам. Инвалидность ҡағыҙҙары булмаһа ла, ауырыу ғына Динар. Үҙе сибек, уң яҡ аяғы ҡыҫҡа шикелле. Буйға ла дөрөҫ үҫешмәгән.Дөрөҫ итеп атламай.Ҡулдары ла килбәтһеҙ. Ҡулындағы әйберҙәре төшөргә генә тора. Бәлки, яйһыҙҙыр. Аҡсаһын бигерәк самаһыҙ тотона. Түләүле уйын майҙансыҡтарына әүрәп киткән. Бына шулай, бер етемдең көн итмеше.

.Нисек тә дөрөҫ туҡланыу,артабанғы тормош юлында юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп көн тәртибен, аҡса иҫәбен өйрәтке килә лә бит..Барыһыла һинән торһа. Ана,нимә тип кисә һушты алды.Миңә күңелһеҙ. Һеҙгә рәхәәт!! Йылы фатирығыҙға ҡайтып китәһегеҙ хәҙер.Ә,мин бахыр, ошонда...Елтерәтеп одеялын иҙәнгә атып бәрҙе.Бысраҡ таптар менән тулған матрасҡа төртөп күрһәтә-күрһәтә. Нисәмә йыл ошондай ҡалдыҡта. Миңә оҡшай, -тип уйлайһығыҙмы? Юҡ! Мин, тәбиғәт хатаһы. Ниңә тыуҙым!-күҙ йәштәрен түкмәһә лә,үкһене егет кеше, әрнеп шыңшыны.
..Ошо көндән алып айырым иғтибар менән ярҙамлаштым. Кибеттән
бергәләп аҙыҡ -түлек алыу булһынмы. Кейемен дә яраштырып эҙләнек. Йөҙө асылып китте аҙраҡ. Ә ,бына бөгөн аптыратты. Һөтлө ябай өйрә ашағым килә,тәрбиәсе апай. Әйҙәгеҙ,мине өйрәтегеҙ, балалар йортонда, эй,тәмле ине шул өйрә- тип телен дә ялап ҡуйҙы.

Эш тамамланыуға һанауһыҙ ғына минуттар ҡалһала,ҡул һыҙғанып эшкә керештек. Бары һөттә генә, магазин туҡмасын һалып, бәрәңге турап, йәшел һуған менән өйрә бешеп тә сыҡты. Ошо көндән башлап,аҙнаһына бер йә булмаһа йышыраҡ аш серҙәренә өйрәтә башланым тәрбиәләнеүсемне.Әкренләп уйын ҡомарынан һыуына.
..Яҙ айы моронон төртһәлә,ҡар ята әле. Һуң ғына эштән ҡайтҡанда, аяҡ аҫтына ҡарарға өйрәнеп киттем.Һәр кемдең үҙ аҙымы был тормошта. Динарҙың аҙымдары нисек булыр ? Әсәһенең, яҙмышын ҡабатламаһын ине. Йөрәк ярып сыҡҡан балаңды юл сатында ҡалдырып китеп буламы ул? Ниндәй тыныс уйҙар менән көн яҡтыһына бағырға батырсылығы етә икән ?
Бер-береңә ярҙам итеү-ишетеү, ҡул һуҙыу кеүек тәрбиә емештәре үҙ өлөшен һалһын тейем. Атлап уҙған аҙымдары еңелдән,бәхеттән түшәлһен... Атай-әсәйеңдең яҙмышы ҡабатланмаһын ине. Шул хәтлем ышанғым килә, Динар,һиңә.
Читайте нас в