Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Март 2021, 13:54

Бәхетле ялҡау

– Ирһеҙ бисәләр минән шәп йәшәй…– тип донъяһын башҡалар менән сағыштыра ла уфтанып ҡына ҡуя ҡатыны Сания.

Рәзилә Ырыҫҡужина
Бәхетле ялҡау.
Юмореска.
Эй, ялҡау ҙа инде бынау Ғилметдин! Колхозға эшләп йөрөргә башыма тай типмәгән, тип оҙон көн буйына өйҙә тик ята. Ярай, колхозы колхоз булһын тей, исмаһам, үҙ донъяһында ҡыл ҡыбырлатһасы! Соланының ишеге иләкләнеп, бер бөртөк сөйҙә эленеп ҡалған. Хәҙер ел сыҡһа, осороп алып китергә тора. Ҡапҡаһын күр әле: эҙләп-эҙләп тә күрә алмаҫһың. Күптән инде мунсаға утынға китеп бөткән. Исем өсөн ҡатыны тишек-мошоҡ ойоҡтары менән бәйләп тоташтырған рәшәткәләр генә бер аҙ йорт ихатаһын урам буйынан айыра.
– Ирһеҙ бисәләр минән шәп йәшәй…– тип донъяһын башҡалар менән сағыштыра ла уфтанып ҡына ҡуя ҡатыны Сания.
Уфтаныуҙан башҡа сараһы ла юҡ шул. Бөгөнгө ауылда ирҙәр етмәгән заманда ниндәйенә булһа ла риза булып йәшәйһең. Хәҙер ирең тупһа аша атлап сыҡһа, бүтәндәр индереп алмаҫ тимә. Бер кем дә ялҡау тип тормаҫ. Шуға Сания түҙә. Бөтә донъяһы үҙе елкәһенә ауып килгәнен белһә лә сығып китмәй.
Бер көн иртән уяныуҙарына ҡышҡы буран тыш яҡтан солан ишеген ҡаплағас, Ғилметдин урам яғына ҡараған тәҙрәнең бер быялаһын ярып, шунан шыуышып тышҡа сығырға башы етте. Теге ҡарҙы көрәп, солан ишеген асҡан тиһеңме? Көтөп тор:
–Яҙ ирей торған ҡарҙы көрәп, башма тай типкәнме? Әнә, тәҙрә аша йөрөүе ирмәк тә, еңел дә, –тип кире шул тишектән килеп инде лә, ярыҡҡа мендәр тығып ҡуйҙы.
Санияһы тәҙрәгә һыймай шул. Ҡалайтһа, ҡалайтып, баяғы ҡарҙы үҙенә көрәп сығырға тура килде. Яҙҙы көтөп, өйҙә йәшенеп ятыр әмәле юҡ. Кәртәлә ас һыйыры мөңрәй. Тиҙерәк уны ашатып, һауып, һөтөн баҙарға алып барып һатып, икмәк-тоҙлоҡ аҡса эшләргә кәрәк. Унан ҡалһа, бына-бына бәпес алып ҡайтырға тора, көн аша тигәндәй медпунктҡа барып тыңланып, үлсәнеп йөрөй. Бөгөн дә хәлдән тайып, ике ҡулына ике сумка йөкмәп ҡаланан ҡайтты ла, йүгерә-атлай медпунктҡа китте. Фельдшер тыңлап ҡарағас:
–Көнөң еткән. Бөгөн-иртәгә тыуасаҡ. Төндә башланһа, ышаныр кешең юҡ, районға шылтыратам әле, машина ебәрһендәр, –тип күңелгә шом һалып ҡуйҙы.
–Үҙемдең ҡара иҫәп буйынса, иртәрәк. Ҡабаланмайыҡ әле, –тип Сания ҡайтып китте. Өйөнә етеүе булды, ауырый ҙа башланы. Ялҡау Ғилметдин ней, бындай хәлде тәүгә күреүе. Ҡатынының ыңғырашҡанын ишетмәҫ өсөн телевизорҙың тауышын аҡыртып ҡуйҙы ла, диванға йәбешкәндәй тик ятты, ҡыбырлап та бирмәне. Ҡыҙының хәлен белергә ингән ҡәйнә был хәлде күреп, саҡ ултыра төшмәне.
–Был тиклем үк түгелһеңдер тип уйлағайным, әйтәгүр! Бар, тиҙ генә машина табып килтер! –тип, кейәүен ҡыуып сығарып ебәрҙе.
Ләкин Ғилметдин эштең етдилеген аңлап етмәне шикелле. Ҡапҡа төбөндәге емерек эскәмйәнән ары китмәне.
–Ауыл буйлап машина эҙләп йөрөргә башыма тай типкәнме?Ана, элек машина булмаған саҡта бөтәһе лә балаларын өйҙә тапҡан әле, берәү ҙә зарланып бирмәгән, –тип ауыҙы эсенән һөйләнергә генә эшкинде ул.
Ни хәл итһен, Сания бәпәйҙе өйҙә тапты ла ҡуйҙы. Туп шикелле малай донъяға килде. Бала илауын ишеткән ир тәҙрә ярығына башын тығып:
–Эй, бер ҡайҙа ла машина юҡ. Хәҙер кәрәк тә түгел инде, ибет? –тип һорап торған булды.
–Юҡҡа беҙ ҙә туҡ. Һинең юҡтарыңа ҡараһаҡ, бала ла булмаҫ ине, ялҡау! –тип хәлдән тайған Сания әллә шаяртып, әллә ысынды әйткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
Ләкин Ғилметдин бошоп та бирмәне:
–Бисәкәй, телевизор яғына ҡарап ҡына ебәр әле. Беҙҙекеләр гол идергәнме, юҡмы? Счет нисә икән? –тип теге ярыҡҡа тағы башын тыҡты. Тығыуын тыҡты, тик кире ала алмай шунда эләкте лә ҡуйҙы. Ярай, Санияны ебәрергә фельдшер райондан машина саҡыртҡан булған. Улары килеп, ялҡау Ғилметдиндең башын тәҙрәнән тартып сығарып, үҙен алып киттеләр. Ә Санияһын, балаһын ҡаранылар ҙа, бөтәһе лә яҡшы, ирең ҡайтыуға тәҙрә тишегенә яңы быяла ҡуй, йорт-тирәңде ҡарҙан таҙарт тип, өйҙә ҡалдырҙылар.
Читайте нас в