Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Март 2021, 15:25

Көләмәстәр

– Кәрәк тә ул, әммә һеҙҙең квалификацияғыҙҙы белмәйем…

– Был кроссовка ҡайҙа етештерелгән икән? – тип ҡы­ҙыҡһына йәш ҡыҙ.
– Германияла, – ти һатыусы эре генә.
– Ҡарағыҙ әле, олтаны аҫтына Ҡытайҙыҡы тип яҙылған да һуң.
– Был ябай кешеләр өсөн Гер­манияныҡы, ә артыҡ ҡыҙыҡ­һы­ныусылар өсөн Ҡытайҙыҡы тигәнде аңлата, – тигән һатыусы.
***************************************************
Бер егет – икенсеһенә:
– Ниңә өйләнмәйһең?
– Проблемалар күбәйәсәк. Бына, мәҫәлән, эштән арып ҡайтып, ял итеп, гәзит уҡып ултыра­һың, ти. Көтмәгәндә алғы ишек артында ҡатыныңдың ҡысҡырғаны, ә артҡыһынан этегеҙҙең өргән тауышы ишетелә. Уларҙың ҡайһыһын беренсе индерәһең?
– Әлбиттә, ҡатынды, – ти теге.
– Юҡ, яңылышаһың, этте. Ни өсөнмө? Сөнки ул өйгә инеү менән өрөүҙән туҡтаясаҡ.
*******************************************************
– Әсәй, һин ҡайҙа тыуғанһың?
– Өфөлә, улым.
– Ә атайым?
– Ул Мәскәүҙә.
– Ә мин ҡайҙа?
– Һин Волгоградта тыуҙың.
– Өсөбөҙ өс ҡалала тыуғанбыҙ, шулай ҙа бер-беребеҙҙе тапҡанбыҙ. Нисек шулай булды икән? – тип аптырай малай.
********************************************************
Бәләкәй малай – атаһына:
– Һин айыуҙан ҡурҡаһыңмы?
– Юҡ, улым, ҡурҡмайым.
– Ә арыҫландан?
– Юҡ.
– Ә пистолетлы бандиттан?
– Ҡурҡмайым.
Малай бер аҙ уйланып тора ла:
– Улайһа, һин тик әсәйҙән генә ҡурҡаһың булып сыға инде, – тип ҡуя.
************************************************************
Бер сибәр ҡыҙ магазинда:
– Миңә шундай туфли кәрәк: аяҡты ла ҡыҫмаһын, шул уҡ ваҡытта ябай һәм нәфис тә булһын, – ти.
– Мин һеҙҙе аңланым, – ти һатыусы, – эстән ҙур, тыштан бәләкәй генә туфли эҙләйһегеҙ.
***********************************************************
Мыҡты кәүҙәле бер ир барменға:
– Һеҙгә һаҡсылар кәрәкмәйме? – ти.
– Кәрәк тә ул, әммә һеҙҙең квалификацияғыҙҙы белмәйем…
– Хәҙер күрһәтәм, – ти ҙә ир ҡул аҫтына эләккән тәүге кешене тәҙрә аша ырғыта, шунан, тип барменға ҡарай.
– Хәҙер, директор ҡабаттан күтәрел­һә, был турала һеҙҙең менән һөйләшер, – тигән бармен.
Читайте нас: