Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Март 2021, 15:34

БӘҺИНӘ

- Эшкә баш һуҡҡан яҡҡа сыҡтым да киттем, уҡып бөтөп, диплом алғас.

Тансылу Валеева
БӘҺИНӘ.
Бәһинә әбейҙе ҡарарға бер йәш кенә ҡыҙҙы ялланылар балалары. Һайлап, иләк аша һөҙөп үткәргәндән һуң ошо ҡыҙҙа туҡталдылар. Шарттарға ҡыҙ риза булды, сөнки ҡараған өсөн бирәсәк хаҡ ҡыҙығырлыҡ, ә уға фатирҙа йәшәгән өсөн түләргә байтаҡ ҡына аҡса кәрәк икән.
Бәһинәнең улының да, ҡыҙының да әсәләре менән булашырға һис кенә лә ваҡыттары юҡ шул. Икеһе лә ҙур урында эшләй, икеһе лә хөкүмәт кешеләре. Ейәндәре лә ҡунаҡ ҡына - төрлөһө төрлө ерҙә йә уҡый, йә эшләй. Атай - әсәйҙәренең юлынан китергә әҙерләнәләрҙер - ояһын да ни күрә бит. Бер үпкәһе лә юҡ Бәһинә әбейҙең уларға, бер ауыр һүҙе юҡ. Яраталар, ҡәҙер итәләр, бөтә нәмәһе лә бар, мохтажлыҡ кисермәй. Ялдарҙа, байрамдарҙа күстәнәстәрен, бүләктәрен тейәп, геү - шау итеп килеп тулалар, табын ҡоралар, мәрәкәләшеп - көлөшөп әбейҙең күңелен бер - ике айға етерлек итеп күтәреп, доъяһын йыуып - йышып, ҡайтып китәләр.
Бик риза үҙе балаларынан Бәһинә. Бөтә уңайлыҡтары булған ике бүлмәле ҙур фатирында яңғыҙ йәшәүе генә ҡыйын уға. Үҙен үҙе ҡарарлыҡ, аяҡтан яҙып ултырмай әлегә, Аллаға шөкөр. Әбей тип әйтерлек үтә ҡарт түгел Бәһинә, етмеше лә тулмаған. Ҡала ҡатын - ҡыҙҙарына хас замансалыҡ әллә ҡайҙан күҙгә ташалана.
Инеп - сығып йөрөр күршеләре лә бар. Тик улар инһәләр - бар, сыҡһалар - юҡ. Ә Бәһинәгә иптәш кәрәк, яйлап ултырып һөйләшә - һөйләшә сәйҙәр эсергә, күңел бушатырға кеше кәрәк әбейгә. Иҙән йыуып алһын да, ял иткәндә һөйләшеп ултыһын Бәһинә менән, саң һөртөп, гөлдәргә һыу ҡойһон да - тағы. Магзинға, аптекаға барып килһен дә - тағы. Саң - маҙармы, һауыт - һабамы, башҡаһымы, төрлө йомош - фәлән менән ҡалаға сығып йөрөп ҡайтыу -эшме ни инде, бер уйлаһаң. Мине ҡарарға кеше яллағыҙ тигәне исем өсөн генә ул. Бәһинәгә телефондан ғына һөйләшеп ике - өс айға бер килеп йөрөгәндәре етмәй. Уға алдында йөрөгән кеше кәрәк. Яңғыҙлыҡ бер Аллаға ғына килешә, тиҙәр бит, ә бәндәгә яңғыҙ ай - һай ауыр. Бәһинә шикелле ғүмер буйы кеше араһында ҡайнаған кеше хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Иптәш табылды бына хәҙер Бәһинәгә. Медицина академияһында уҡыған ҡыҙҙы таптылар.. Быйыл һуңғы курсы икән. Ятаҡтан бүлмә бирмәгәндәр, кешелә йәшәй дуҫ ҡыҙы менән фатир өсөн аҡса түләп. Исеме Нәркәс. Шул ҡыҙ килеп йөрөй башланы хәҙер Бәһинә әбейгә. Аҙнаһына өс тапҡыр килергә, әбейҙең эштәрен эшләргә, йомоштарын үтәргә, тип килештеләр. Әбей менән һөйләшеп, әңгәмәләшеп ултырырға, аралашырға тигән шарт килешеү ҡағыҙында айырым билдәләнде.
Бәһинәгә ҡыҙ тәү килгәнендә үк оҡшаны.
Тилбер ҡыҙ. Эште тиҙ генә эшләп бөтә. Алсаҡ ҡына үҙе, яғымлы тауышлы. Түңәрәк аҡ йөҙлө, ҡарағаттай ҡара күҙле. Ирендәре ҡабарынҡы, матур. Оҙон һомғол буйлы. Хатта кемделер хәтерләткән кеүек тойолоп китте Бәһинәгә.
- Ҡайҙан һин, ҡыҙым? Бындағымы?
- Юҡ, мин Өфөнөкө түгел Сибайҙан мин.
- Сибайҙан? Минең йәшлек ҡалам ул. Яратам мин Сибайҙы, онотмайым, һағынам һаман.
Бәһинә Нәркәстең йәтеш кенә, уңайлы ғына итеп диван аҫтын һөртөп алғанын ҡарап ултыр- ҙы ла көлөп ебәрҙе. Нәркәс иҙәндә тубыҡланып ултырған килеш аптыраулы ҡарашын әбейгә төбәне.
-Бер ҡыҙыҡ иҫемә төштө, шуға көләм. Сибайға педучилищеға документ тапшыра барғанда бер ағайҙарҙа йөрөнөм. Әсәйемдең туғаны ине. Адрес биреп, хат яҙып, күстәнәстәр һалып ебәргәйне. Тегеләрҙең минең менән тиҫтер ҡыҙҙары бар. Русса һөйләшә, башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәй. Бер көндө теге иҙән йыуа башланы. Диван аҫтын былар нисек йыуа икән, тип аптырайым - иҙәндән ике ус аяһындай ғына бит араһы. Беҙҙә ни, ауылда, карауат аҫтына инеп китеп йыуаһың, урындыҡтың таҡталарын алып тороп йыуаһың, мейес артына инеп китәһең. Ҡарап ултырам - был ҡалайтыр икән? Диван аҫтына ҡул һыймаҫы күренеп тора. Шунан Лина, исеме лә башҡортса түгел бит әле, йыуғысын биҙрәгә тығып алды ла лыс һыу көйө бер осонон тотоп, улай ҙа ташлай йыуғысты, былай ҙа ташлай. Биҙрәгә сепрәген тығып ала ла тағы шулайта. Йыуғысын һығып, иҙәнде ҡоротоп та торманы. Диван аҫтын шулай йыуалар икән, тип бер аптыраным, ҡалала иҙән йыуырға биҙрә тотонғандарына ике аптыраным.Биҙрә бит ул! Уға һөт кенә һауалар беҙҙә. Ә бында йыуғыс тығалар!. Таҫтамалды йыуғыс иткәндәренә өс аптыраным.
Икәүләшеп көлөштөләр.
Нәркәстең икенсе килеүенә Бәһинәнең яңы һорауҙары әҙер ине.
- Атай - әсәйең кемдәр? Сибайҙыҡылармы?
- Атайым Сибайҙыҡы. Исеме Батыр.
- Мин дә беләм Сибайҙыҡы Батыр тигән егетте. Уҡырға барған йылы көҙгөһөн таныштыҡ.
Венера тигән иптәш ҡыҙым ҡустыһын армияға оҙатыу кисәһенә ай - вайыма ҡуймай мине лә алып барҙы. Миңә ярҙам итешерһең, өҫтәл әҙерләшерһең, тип. Шунда Батыр тигән егет сарт йәбеште бит миңә. Мин ҡурҡам - ҡала егете бит, хулиган бер нәмәлер, ҡайҙан беләһең. Ҡалала уҡый башлағаныма ике генә ай әле. Ун алты ғына йәштәмен. Берәй бәләгә тарытыр, Аппам һаҡлаһын! Үҙе һылыу бит әле. Аҡ ҡына йөҙлө, тулыраҡ кәүҙәле булһа ла оҙон буйлы. Эшкә ҡатып бөткән ауыл малайы түгел бит инде - бармаҡтары ла йомшаҡ ҡына, оҙон ғына. Ҡап - ҡара сәсле, ҡаштары ҡыйылып тора. Ирендәре бына һинеке кеүек ҡабарып, бүлтәйгән. Егет кешелә, минеңсә, ундай ирендәр булырға тейеш түгел - быныһы артыҡ.
Эргәһенән ебәрмәй был мине, ашарға уныһын ҡуя, быныһын шылдыра, бейергә берәүгә лә бирмәй.
Исемемде Богиня тип үҙгәртеп алды.
- Это моя Богиня, только моя!
Унда бөтәһе лә урыҫса һөйләшә, урыҫса уҡығандар икән. Аңлаһаң, аңлап ҡалаһың, аңламаһаң, ултыраһың инде шунда. Батыр минең менән башҡортса һөйләшергә маташҡан була. Исемемде оҡшатып әйтә алмай бер булды.
- Багина? Багиня? Нет, һинеке исем - Богиня! Здорово, да? Күҙгә инеп килә.
Маҙама тейеп бөттө Богиняһы менән - мин тәүгә ишеттем шунда богиня тигән һүҙҙе, нимә аңлатҡанын да белмәй инем әле.
Бәһинә әбей эйелеп йыуғыс һығып торған Нәркәстең йөҙө үҙгәреп киткәнде күрмәне. Нәркәстең һәр хәрәкәтен күҙәтеп ултырмайым әле, тип аш бүлмәһенә сыҡты.
Бында бөтә нәмә гөлт итеп тора. Сәйнүк - сынаяҡтар ялтырашып, йылмаялар хатта.
- Бөттөңмө, ҡыҙым? Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ.
Сәй эсеп, өҫтәлде йыйыштырғас, залға сыҡтылар.
- Консультацияға ҡасан бараһың, ҡыҙым? Диплом эшең буйынса? Етәксең нисәгә килергә ҡушты, ти инең әле? Һуңлап ҡуйма.
- Мин шылтыраттым уға бөгөн китапханаға барам, тип. Сәғәт биштә китапханала күрешербеҙ, тине. Әлегә ваҡыт бар.
- Инәй, ә теге Батыр...
- Шул тиклем аҡыллы егет булып сыҡты Батырым. Мине яратты. Матур итеп ярата белде. Ауыл ҡыҙы, мин улай мөнәсәбәткә, ихтирамға өйрәнмәгәнмен бит, күрмәгәнмен дә. Тәүҙә аптырай торғайным - был егет миңә ни өсөн иғтибар итте икән, ҡыҙығырлыҡ нием бар шул тиклем, тип. Эргәһендә ҡала ҡыҙҙары күбәләк кеүек өйөрөлә. Ә мин...
- Һеҙ, инәй, ун алты йәшлек сағығыҙҙа бик һылыу булғаһығыҙҙыр. Хәҙер ҙә һис төҫ ташламағанһығыҙ.
- Әллә инде. Сибайҙа богиня булдым да киттем шулайтып. Сибай йәштәре әллә нимәһе менәндер бер береһенә оҡшап китәләр микән, тип ултырам әле мин һиңә ҡарап. Бына һин дә, Нәркәс ҡыҙым, минең Батырым һымаҡ һул ҡашыңды күтәреп ебәрәһең һулға ҡарағанда. Сәсеңде, күҙеңә төшһә, ҡапыл ғына башыңды сөйөп, артҡа һелкеп ташлайһың.
Батыр ҙа шулайта торғайны.
- Ярай, инәй, мин китәйем инде. Һау булып тороғоҙ.
- Килер көнөңдә алдан шылтырат, йәме, ҡыҙым. Һау йөрө!
Бәһинә ҡыҙ артынан ишеген бикләне лә залға үтте. Китап кәштәһендә ятҡан фоторәсемдәр альбомын ҡулына алды. Күҙлеген кейеп уңайлап ултырып алды ла альбомды асты. Батыр менән бергә төшкән фотоһы берәү генә уның. Иҫкергән инде, һарғая төшкән. Батырҙың үҙен армияға оҙатҡанда төшкәйнеләр. Оҙон буйлы Батырға һыйынып ҡына тора Бәһинә егеттең ҡултығы тәңгәленән генә булып Йөҙө лә тоноҡ сыҡҡан ниңәлер. Хәҙерге шикелле төҫлө фото булһа, Бәһинәнең илап шешмәкләнгән күҙҙәре, ҡыҙарған йөҙө ап - асыҡ күренер ине.
Илап оҙатты Бәһинә Батырҙы, ниңәлер ныҡ иланы. Һығылып иланы, тауышһыҙ түгелде. Батыр уның күҙ йәштәрен һөртөп тә, үбеп тә ҡорота алманы.
- Күңелем һиҙгән инде бергә булмаҫыбыҙҙы, шуға илаған йәнем. Эй...
Батырға бәйле хәтирәләрен ете бик аҫтында тотҡан Бәһинә бөгөн кис буйы уйланды, ятҡас та йоҡо алманы уны.
Тәүге тапҡыр киноға барғандарын мәңге онотасаҡ түгел Бәһинә. 23 февраль кисе ине. Ниндәй фильм ҡарағандары хәтеренән сыҡҡан. Бына шул кистә өшөгәне хәҙер хатта арҡаһын зымбырлатып ебәрҙе. Уның боҙ шикелле һалҡын ҡулдарын, бармаҡтарын Батыр кино ҡарағанда усынан сығарманы, сыҡҡас тыны менән йылытты. Ятаҡҡа тиклем оҙатып килде лә ниҙер әйтергә теләп, ҡыҙҙы ишек төбәнән үткәрмәй торҙо.
- Батыр, мин өшөнөм. Аяғым туңды. Ебәр мине.
Егет ҡапыл Бәһинәне бала һымаҡ күтәреп алып ике беләгенә һалды. Уның ярһыу ҡарашының көсөн күтәрә алмай, Бәһинә ирекһеҙҙен күҙҙәрен йомдо.
- Богиня моя... Мин һине яратам, Бәһинә!
- Мин дә... Мин дә яратам һине, Батыр.
Батыр Бәһинәнең ирендәрен һурып үпте лә тупһаға баҫтырҙы.
-Яраттым мин һине, Батыр, ғүмер буйы яратып йәшәнем. Һинең тәүге үбеүең юйылмаҫ һөйөү булып уйылды йөрәгемә.
Бәһинә фоторәсемде альбом өҫтөндә ҡалдырҙы, башҡаларын да кире һалып торманы.
...Шул төндө сәсрәп ауырып китте Бәһинә. Тамағы шеште, температураһы күтәрелде. Тиҙ ярҙам саҡыртты бүлмәләш ҡыҙҙары. Дауаханала ятҡан ун көн Бәһинәнең иң бәжетле көндәре ине. Көн һайын килеп йөрөнө Батыр. Ә бер көндә Бәһинәне һорап бер ҡатын килде.
- Кем бында минең улымдың Бәһинәһе?
Үҙе килә алмаған Батыр әсәһен ебәргән дауаханаға. Дыуамал да, тәүәккәл дә егет ине Батыры.
- Тик миңә насип булманың... Кем ғәйеплелер...
Иртәгеһенә Нәркәстең килә торған көнө булмаһа ла, ҡыҙ килде Бәһинә инәһенә. Сөкөрҙәшеп һөйләшә - һөйләшә сәй эстеләр. Туҙып ятҡан фоторәсемдәрҙе альбом эсенә рәтләп һала башлаған ҡыҙҙың йөрәге жыу итеп ҡалды, тик ул быны Бәһинәгә белгертмәне.
- Инәй, теге Батыр тигән егет нишләп һеҙҙе ташланы икән?..
- Мин үҙем дә белмәнем тәүҙә, ҡыҙым, аңламаным. Беҙ февраль айында бер беребеҙгә һөйөүебеҙҙе әйттек. Араларыбыҙ тағы ла яҡынайҙы. Батыр, тип ята инем, Батыр, тип тора инем. Шул тиклем эҫендек бер беребеҙгә.
Майҙа уны армияға алдылар. Кисә фото ҡарап ултырҙым. Икәү бергә төшкәйнек уны оҙатҡанда. Һиңә күрһәтермен, тип айырып һалып ҡуйҙым. Илап торам. Ныҡ иланым Батырымды оҙатҡанда.
- Һин минеке булырға тейешһең, мине көт! - тине. Үҙеңде минең өсөн һаҡла!- тип шыбырланы ҡолағыма..
Ул әйтмәһә лә мин тик Батырымдыҡы ғына булырға үҙемде әҙерләгәнмен күптән. Ҡайтҡанын көтөп алаһы ғына ҡалды. Шул тиклем яраттым мин үҙемдең тәүге йәремде. Балаларымдың атаһын да улай ярата алманым хатта.
- Ә нисә йыл көттөгөҙ?
- Өс йыл армиянан ҡайтҡанын көттөм. Мин дүртенсе курсты тамамлаған йылда ҡайтырға тейеш ине, май айында. Февралдә хаттары туҡтаны. Һаман шул февраль... Шунан бирле февраль айын яратмайым мин, Нәркәс ҡыҙым. Мин көн һайын яҙам, көнөнә икешәр хат яҙып һалам, Батырымдан яуап юҡ. Бер - бер хәл булдымы әллә, тип ҡайғырам. Оятты артҡа ташлап бер көндө өйҙәренә барҙым. Хатта күңелле һөйләште Һәҙиә апай, хаттарын уҡытты, фотоларын күрһәтте. Бер нәмә лә әйтә алмайым, ә улар бер ни булмағандай һөйләшә.
- Батырҙан хат килмәнеме башҡа, инәй?
- Апрель аҙаҡтары инеме икән бер - бер артлы хаттар килә башланы. тик...
- Нимә? Нимәләр яҙған? Ғәфү үтенгәме?
- Юҡ шул, Нәркәс ҡыҙым. Былар минең һуңғы яҙған хатарым ине. Конвертты асмаған да хатта. Яңы конверт эсенә һалып, адрес яҙа ла ебәрә, "Шарафутдиновой Богине" тип яҙа ла ебәрә. Һәр хатты, һуңғыһына тиклем өмөтләнеп астым. Һуңғы хат бик йоҡа ғына ине. Хат эсендә баяғы мин әйткән фото ғына. Ҡолағыма: "Үҙеңде минең өсөн һаҡла!" - тип шыбырлап торғанда төшөрөп алынған рәсем. Мин илап төшкән рәсем. Үҙенең армиянан һалған фотоларын Һәҙиә апайға алып барып биреп киттем. Кейәүгә сығам, тип алдап.
Шунда белдем Батырҙың сверхсрочныйға ҡалырға ҡарар иткәнен. Әйтәм, Һәҙиә апай асыуланған, үпкәләгән һымаҡ һөйләште минең менән.
- Инәй, ә нимә булды икән һуң?
- Теге күбәләктәй өйөрөлгән ҡыҙҙарҙың береһе, Дилара исемлеһе, көнсөл күбәләк, арабыҙҙы бутаған.
- Батыр ғәйепле бында, инәй! Ул һөйгән ҡыҙының тоғролоғона ышанырға тейеш ине! Шикләнергә тейеш булмаған ул! Һин бит уға хыянат итмәгәнһең! Улай ярамай бит! Инәй! Их!...
Нәркәс ярһып урынынан тороп китте, иҙән буйлап йөрөп әйләнде. Үҙе сәйер генә итеп:
- Их һин, Батыр... Ҡурҡаҡ һин, Батыр, батыр түгел,.. - тип ҡуйҙы.
- Ғәрсел булғандыр. Һин минеке генә булырға тейешһең, ти торғайны гел. Һин минең бер генә богиням, - ти торғайны.
- Һин ҡайтма, Нәркәс, миндә ҡал. Һин бөтөнләй миңә күсенеп кил дә ҡуй. Фатир өсөн түләмәҫһең. Миңә иптәш булырһың. Йәшәрбеҙ икәүләп көңгөр - ҡаңғыр итеп кенә. Ә, Нәркәс ҡыҙым? Һин нисек ҡарайһың ошо һүҙемә? Мин тәү күргәндә үк уйлағайным ошоно әйтергә. Балаларыма кәңәш иттем, улар ҙа ҡаршы түгел. Бәлки, бында эшкә ҡалырһың. Ҡыҙым ярҙам итеп ебәрер ине.
- Юҡ инәй, рәхмәт. Кәрәкмәй. Мин Сибайға ҡайтырмын ул. Унда өләсәйем бер үҙе. Ә диплом алғансы һеҙҙә йәшәп торормон. Һау булығыҙ иртәгәгә тиклем.
Ишек төбөнә еткәс, Нәркәс боролоп Бәһинәгә ҡарап йылмайҙы. Башын борғанда һул ҡашы күтәрелде үткер ҡарашында тәүәккәллек сағылды.
Ниндәй таныш хәрәкәттәр был? Ниндәй йән яҡынлығы бөркөлә был ҡыҙҙан?
Иртә менән Бәһинә комодының аҫҡы тартмаһын асып, йылдар буйы ҡәҙерләп һаҡлаған төйөнсөгөн алды. Ҡалтыранған ҡулдары менән төйөнсөктө систе.
- Ҡулым өшөнө... Аяғым туңды... - тип ауырып ҡайтҡайным кинонан. Дауаханан сығыуыма бынау бейәләйҙе һатып алып килгән ине Батырым. Ҡулдарыма кейҙерҙе лә, устары менән йомоп, тыны менән йылытты. Йылыһы һаман да бар. Ҡулың бер ҡасан да өшөмәйәсәк, тине. Әсәһе ошо дебет ойоҡтарҙы бәйләп биргәйне. Нәркәскә бирермен, кейеп туҙҙырһын.
Күңеленең иң төбөндә ғүмер буйы иремәй ятҡан боҙҙо иретте был ҡыҙ берәүгә лә һөйләмәгән серҙәрен тағаттырҙы, йәнен һыҙлатҡан хәтирәләрҙән арындырҙы. Кем ебәрҙе икән был фәрештәне Бәһинәгә?
ләкин Нәркәс иртәгеһенә килмәне. Кисен килергә итәлер әйберҙәрен алып, тип көттө. Килмәне Нәркәс. Шылтыратайым микән, тип уҡталды ла уйынан кире ҡайтты Бәһинә. Сабыр итергә булды.
Таң менән ишек ҡыңғырауы зыңғырланы. Бәһинә ипләп кенә атлап ишек янына килеп баҫты. Кем булыуы мөмкин таң менән йөрөүсе?
- Инәй! Был мин, Нәркәс!
- Уй Аллам, иҫән - имен икән...
- Ҡайҙа булдың да ҡуйҙың, ҡыҙым, ни уйларға ла белмәнем. Шылтыратманың да.
- Мин елдереп кенә Сибайға ҡайтып ураным, инәй. Өләсәйемдең хәлен белеп, кәңәш һорап, рөхсәт алып килдем. Күс, тине, Бәһинә инәйең менән йәшә әйҙә, тине. Ҡалдырһалар, эшкә лә ҡалырһың, тине өләсәйем. Бындай хәл - ситуацияны телефон аша ғына хәл итеп булмай, тип ҡайттым да киттем! Килеп тә еттем! Өләсәйем сәләм әйтеп ҡалды. - Рәхмәт! Сәләме ҡабул.
Сәй эсеп алғас, Нәркәс академияһына йүгерҙе. Ә Бәһинә ул килеүгә әҙерләп ҡуяйым, тип теге фоторәсемде эҙләп тапманы. Ҡайҙа һалды икән? Ул алған әйберен кире шул урынға һалып өйрәнгән, бер нәмәне лә өй туҙҙырып эҙләмәй. Ә бына рәсем юҡ. Ярай, Нәркәс табышып бирер әле.
- Өс йыл көттөгөҙмө, инәй, Батырығыҙҙы?
- Эшкә баш һуҡҡан яҡҡа сыҡтым да киттем, уҡып бөтөп, диплом алғас. Һайлап алып бөткәндән ҡалған йүнәлтмә буйынса Ырымбур өлкәһенә эшкә барҙым. Унда өс йыл эшләп ҡайттым. Ҡайтһам, ҡыҙҙарыбыҙ береһе лә ҡалмай, кейәүгә сығып бөткән. Ә мин Батырымды көтәм. Тағы ике йыл көттөм дә балаларымдың атаһына сыҡтым. Вафатына ике йыл иремдең
- Һигеҙ йыл көткәнһегеҙме, инәй?
-Ғүмер буйы көттөм, ҡыҙым. Һаман көтәм. Ишегеңде ас, мин килдем, Богиням минең, - тиһә асып инднрер инем, түремә ултыртыр инем. Йөрәгемә уйылған тәүге һөйөүем һүнмәне - һүрелмәне. Шуныһы үкенесле - ғәйебем юҡ икәнлекте әйтә алмайым һаман.
- Әйтә алмаҫһығыҙ инде, инәй. Батырығыҙ юҡ хәҙер.
- Ә һин уны ҡайҙан беләһең?! Нәркәс?..
- Инәй, минең паспортыма яҙылған ысын исемем - Бәһинә. Атайым мине лә "Богиня моя", - тип яратты, Бәһинәм, тип һөйҙө. Әсәйем риза булмаһа ла ошо исемде ҡуштырған.
- Атайың алйот һинең, Бәһинә ҡыҙым, - тиһә, мин аптырай торғайным. Юҡ, атай, һин донъялағы иң - иң аҡыллы атай, - тием.
- Мин алйот, ҡыҙым, мин Бәһинәмде юғлттым, - ти торғайны атаҡайым.
- Мин юғалманым бит, алдыңда ултырам бит! - тип илайым
Ул һаулығы буйынса отставкаға сығып ҡайтҡас ҡына өйләнгән. Ҡырҡ йәшендә. Өйләнгәс тә атай була алмай йөрөгән. Шуға мин берәү генәмен. Әсәйем хәҙер икенсе иргә сыҡты. Мин өләсәйем менән йәшәйем.
- Инәй, минең атайымды ғәфү итегеҙ, зинһар... Ул да үлгәнсе һеҙҙе генә яратҡанә... Иң һеҙ! Ике алйот һеҙ, инәй...
Ике Бәһинә бер береһенә һыйынып, яурындарын терәп ултырып тауышһыҙ ғына һығылып оҙаҡ иланылар. Ҡайнар күҙ йәштәре сикәләре буйлап һырғалап аҡты ла аҡты. Бер береһен йыуатманылар ҙа, әүрәтмәнеләр ҙә.
Читайте нас: