Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Август 2021, 18:00

Төшөп ҡалған бәхет

Зәбирә ҡыуып тигәндәй сығарып ебәрһә лә, Дауыт төнө буйы уларҙың тупһаһында гармунында уйнап, йырлап таң аттырҙы. Күршелә генә йәшәгән Гөлиәһе быны ишетһә лә, ишетмәмеш булып түҙҙе. Сөнки ярата ул Дауытты. Бала сағында уҡ уға күҙ һалғайны.

Төшөп ҡалған бәхетТөшөп ҡалған бәхет
Төшөп ҡалған бәхет

Рәзилә Ырыҫҡужина

ТӨШӨП ҠАЛҒАН БӘХЕТ

Хикәйә

 

Ирендәре кипкән Зәбирә урынынан ҡуҙғалырға ҡурҡҡандай, күҙҙәрен асты ла, ҡыбырламай ята бирҙе. Тәҙрәнән тулы, тоноҡ ай ҡарай. Айҙың ошондай мәлдәрендә Зәбирәне йоҡо алмай. Етмәһә, уны кәзекләгәндәй, тәҙрә быялаһын ағас ботаҡтары ел ыңғайына сыйып-сыйып ҡуйғылай, тып-тып тамсылар тамғаны йәрәккә сәнселгәндәй. Көҙ үҙенең моһоулоғон тулыһынса тәбиғәт күренешенә генә түгел, кеше күңеленә лә индереүсән. Йәй буйына йыйылған матурлыҡ бер тынала һоро төҫтәргә буяла. Әммә, ни хәл итәһең, тәбиғәт ҡанундары шулай. Был тейешлелекте бер нисек тә боҙоп булмай. Унан ҡалһа, бәғзе берәүҙәргә ошондай ҙа моңһоу миҙгел оҡшай. Шағирҙар уны данлап шиғыр яҙа, рәссамдар рәсем төшөрә…

Зәбирә күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ошолар хаҡында уйланып ятты ла, үҙендә көс табып, ҡапыл тороп ултырҙы. Графиндан һыу алып эскәс, кәүҙәһе уны тыңламай, кире карауатҡа ауҙы.

– Уф, был ни ғәләмәт?! Ғүмерҙә тоймаған ауырлыҡ… Ыстағафирулла… Йә, Хоҙай... Әғүүҙү биЛләәһи минәш-шайтаанир-рәжиим БисмиЛләәһир-Рахмәәнир-Рахиим …

Күҙ йәштәренең сикәһенә тәгәрәүен тойоп, Зәбирә тетрәнеп ҡуйҙы.

– Ҡартлас, теге донъяла минһеҙ күңелһеҙме? Ҡырҡ көнөң саҡ тулды бит. Һинән ял итеп тә өлгөрмәнем, яныңа саҡырыуыңмы? Ҡороп киткере. Балаларҙы ошо мәлдә уйлаһаң ни була? Ауырға тура киләсәк бит, ҡайғы артынан ҡайғы күтәреүе. Юҡ-юҡ, миңә иртәрәк әле…

Был һүҙҙәренән һуң ҡул усы менән менән йәштәрен һөрттә лә, күҙҙәрен йомдо. Ләкин уны барыбер йоҡо алманы. Әллә һаташыу, әллә төш, әллә өн тигәндәй, оҙон сынйырға теҙелгән хәлдәр бер-бер артлы кино таҫмаһылай һүтелде…

Зәбирәнең беренсе класҡа беренсе сентябрҙә тәүгә барыуын ауылдағы иң ҙур, иң матур бина күңелле, саҡырғыс йыр яңғыратып, биҙәлеп ҡаршы алғайны. Алсаҡ Гөллирә апай, башланғыстарҙың уҡытыусыһы, йылмайып, һәр кемгә иғтибарын йәлләмәй, тантаналы линейка ойошторҙо. Һуңынан бөтә уҡыусыларын атай-әсәйҙәре менән бергә класс бүлмәһенә индереп ултыртып, тыныслыҡ дәресе үткәрҙе, бәләкәй уҡыусыларға “Әлифба” китабы таратты. Ул китаптың еҫен Зәбирә һаман хәтерләй. “Бына ниндәй тәмле икән, белем еҫе!” –тип ҡысҡырып әйтеүенән йыйылыусыларҙың кемеһе көлдө, кемеһе һоҡланғайны. Һәр ваҡыт ейәнсәренең ҡулынан етәкләп йөрөр өләсәһе, уның арҡаһынан һыйпап: “Эйе, ҡыҙым, һәр нәмәнең дә еҫе була шул. Белем еҫе үҙеңә оҡшағас, белемле, аҡыллы булырһың!” – тип уның һүҙҙәрен хупланы.

Өйгә ҡайтҡас, ашауын онотоп Зәбирә баяғы китапты ҡулына алды. Уның алдын-артын әйләндереп ҡарағас, тәүге битен асты. Бөйөк юлбашсыбыҙ һүрәтен күреп, ҡыҙыҡайҙың күңеле тулышты. Ҡыуаныстан шулайҙыр. Бәләкәй устары менән һүрәтте ипле генә итеп һыйпап, ауыҙы эсенән нимәлер шыбырлаған булды. Быны күреп ҡалған өләсәһе: “Мин һиңә һөйләгән Ленин бабайыңды таныныңмы, ҡыҙым?”—тип һорамай булдырманы. “Таныным, өләсәй, һаумы, тинем хатта. Бигерәк матур бит, әй. Бындайын да дан китап менән насар уҡыһам, оят булыр ул. Өләсәй, әйҙә уҡый башлайыҡ инде. Мин бөтәһенән алда вис белгем килә. Бына был ниндәй хәреф? Ә бында нимә яҙылған?”

Зәбирә түҙемһеҙлек менән китаптың киләһе битен асты. Унда ҡулдан эшләнгән бәләкәй генә конверт ята ине. Бала аптырап торманы, уны аса һалып:

– Өләсәй! Һөйөнсө! Хат ебәргәндәр! Йәһәтерәк кил әле, уҡыйыҡ! – тип Фәйрүзә әбейҙең еңенән тартты.

– Атаҡ. Ниндәй хат тағы? Ҡайҙан алдың аны? – өләсәһе аптырап китте. Конверт тышына балалар ҡулы менән “Зәбирәгә” тигән һүҙ яҙылған ине. Хатты ҡулына алып, ҡағыҙға күҙ йүгерткән ҡарсыҡ, ни эшләргә белмәгәндәй, телһеҙ ҡалды.

– Мәктәптә ваҡытта китап араһында бер ниндәй ҙә конверт-фәлән күренмәгәйне, тәнәфескә сыҡҡан арала берәйһе һалдымы икән? Абау…

– Уҡы әле, өләс, уҡы! Миңәме ул хат?

– Һиңә лә ул… Үәт, үҙең уҡып өйрәнгәс, нимә яҙылғанын белерһең, йәме, – тип ҡағыҙҙы кеҫәһенә тығып ҡуйҙы.

– Ул берәйһенең тыуған көнөнә саҡырыумы, өләс? Нишләп йәшерҙең? Бир инде. Миңә килгән, тинең бит. Уҡытыусы апай яҙғанмы? Нимә ти-и-ип? Өлә-ә-әс…

– Уҡытыусы апайың яҙмаған шу… кемеһе шаярҙы икән? Тапҡандар ваҡыт… Бала ғына бит әле…

Өләсәһенең күңеле төшөүен Зәбирә уның тауышынан аңланы. Борсолһа, шомланһа ла ҡыҙыҡай юҡ-бар һорауҙары менән өләсәһен ялҡытмай. Кәрәк булһа, ҡарсыҡ барыбер әйтәсәк. Уның был ғәҙәтенә күнеккән ейәнсәре. Шуға иртәгәһе көндөң тиҙерәк тыуыуын көттө. Иртәгәһенә инде киләһе, унан тағы уҡып өйрәнәһе көндәрен түҙемлек менән уҙғарҙы. Уҡыуға ла теремек булды, йәштәштәренән тырышлығы менән айырылды ҡыҙыҡай.

Шулай көндәр үтте. Көндәр артынан айҙар. Бер көн, башланғыстарҙың иң күңелле “Әлифба байрамы”тантанаһынан ҡайтып килгәндәрендә, Фәйрүзә ҡарсыҡ, нимәлер иҫенә төшкәндәй ике ҡулын күтәреп ебәрҙе лә, кофтаһы кеҫәһенән сығарып Зәбирәгә ҡағыҙ киҫәге тотторҙо. Тетелдәп уҡыған ҡыҙыҡай урам уртаһында туҡтап, хатта ҡысҡырып: “ Зәбирә, мин һи-не яра-там!” тип уҡыны. Ярай, эргәләрендә бер кем булманы, юҡһа, ауыл халҡы алдында сикһеҙ һорауҙар күбәйер ине. Ә былай, Зәбирәлә генә бер һорау тыуҙы:

– Кем мине ярата, өләсәй? Һинең яратҡаныңды беләм. Әсәйем. Тағы кем? Быны һиңә кем бирҙе?

Өләсәһе йылмайып ҡына ҡуйҙы. “Кем икәнен белмәйем, ҡыҙым. Был теге беренсе сентябрҙә китап менән бергә ҡайтҡан хат та баһаң. Әҙерәк үҫкәс, бәлкем, хатты яҙыусы үҙе килеп сығыр. Әкиәттәге кеүек.”

Зәбирәнең барлыҡ тормошо әкиәттәге һымаҡ. Ҡайсаҡ әкиәттәге кеүек һөйләшә ул. Яманды яҡшынан да шулар арҡылы төшөнә. Өләсәһе әллә үҙе сығарып, әллә ысын тарихтарҙы ла ейәнсәренә әкиәт итеп һөйләй ҙә ҡуя.

“Арҡаһына ауыр тоҡ аҫып, бер ҡарт ер гиҙергә сығып киткән. Аяғындағы сабатаһы туҙып бөтһә лә, кире боролмаған, ябай кәлүш табып кейеп алған да, бара ла бара, ти. Өйөндә ҡарсығы көтөп ултырғанын белһә лә, ҡайтырға ашыҡмаған был. Бара торғас, ҡарт тоғоноң бушауын һиҙеп ҡалған. Ҡараһа, тоғо тишек, ти. Шунан ул ҡарсығына ҡайтҡан да: “Нишләп минең тоғомдо ямаманың?” –  тип уны әрләп ташлаған:. “Ә унда нимә бар ине һуң?” – тигән ҡурҡышта ҡалған әбейе. “Бәхет. Мин кешеләргә шуны өләшеп йөрөгәйнем.” Ҡарсығы кеткелдәп көлгән дә:”Һуң, тоғоң тишегенән ҡойолған бәхеттәр барыбер кешеләргә барып етә инде, ништәп уға ҡайғыраң?” “Эй, ҫиңмау ҡарсыҡһың һин, үҙең тапҡан бәхет менән һинең ҡулыңа тотторолған бәхет бер түгел шу… Ҡай берәүҙәр бит ерҙә ятҡанын күрмәйенсә ғөмөрө буйы бәхет күрмәй йәшәүсән,” –тигән, ти  ҡарт.

Өләсәһе һөйләгән әкиәттәрҙең ошоноһон Зәбирә ныҡ хәтерендә ҡалдырған. Нишләп икәнен үҙе лә аңламай, ләкин йыш ҡына тарихтың һәр һүҙен уйынан үткәреп, төрлө ваҡытта төрлөсә һығымта яһай. Бына әле лә, уйланып ята торғас, тағы ошо тарихты хәтеренә төшөрҙө. “Үҙең тапҡан бәхет менән һинең ҡулыңа тотторолған бәхет бер түгел”… Ҡайһыһы һәйбәтерәк икән? Улай тиһәң, баҡсалағы алмағастың ерҙә ятҡан алмаларын түгел, ә өҫтә эленеп торғанын ашағы килә. Ҡыҙыҡ…

Зәбирә һигеҙенсе синыфты “бишле” билдәләренә генә тамамланы. Уның класында ҡыҙҙар ғына булғас, сығарылыш кисәһенә гитара, гармунда уйнаусылар булһын тип, туғыҙынсыларҙың бер нисә егетен саҡырҙылар. Йәйҙең матур кистәренең йәменә төрөнөп, шишмә буйында йыйылышты буй еткән егет һәм ҡыҙҙар. Дауыт мәңгелек серҙәше гармунын, Рәжәп гитараһын, Шамил баянын тотоп килгәйне. Самауыр сәйҙәренең иҫәбен-һанын белмәй, костер яҡтыһына әүрәп, таңға тиклем йыр, бейеү, уйын-көлкө сиратлашты. Күҙгә бер ҙә салынып бармаған Дауыттың моңланып “Беренсе мөхәббәт” йырын тыңлағанда, Зәбирә хисләнеп тулы айға баҡты. Әллә уның тулылығы күңелен тулыштырҙы, әллә Дауыттың моңло йыры – кем белһен, ҡыҙыйҙың күҙҙәре йәшкә батты. Бер кем һиҙмәһен тип, тәүҙә тауыш-тынһыҙ йәшен ҡулы менән генә һөртөп ҡараны. Ләкин улары тыңлауһыҙ булып сыҡты, уның йәшереүенә бирешмәй, аҡты ла аҡты.

...Ниңә һуң, сәскәләй саф һөйөүҙең,

Ҡауышыу булманы аҙағы?..

Дауыттың йырлағанын быға тиклем бер ҙә ишетмәгән Зәбирә үҙен уның тауышының моңона иҫергәндәй тойғас, бер кемгә һиҙҙермәйенсә генә торҙо ла, ҡараңғыраҡ урынға, ҡайындар араһына инде. Унда йәштәренә ирек биреп, рәхәтләнеп иланы. Йыр тынғас, йәштәр баян көйҙәренә бейергә төштө.

– Зәбирә, ау! Һин ҡайҙа?

– Кем ул? Яҡын килмәгеҙ, мин бында яңғыҙым түгел, – тигән булып, ҡыҙ үҙен батыр тоторға тырышты.

– Мин Дауыт. Зәбирә, яҡтыға сыҡ әйҙә. Ҡайындар араһында төндә яңғыҙ йөрөмәйҙәр, аҙаштыра.

– Әкиәт. Ике ҡайын араһында аҙашып йөрөй ти берәү. Шул һин булғанһыңдыр бәлки. Ә мин аҙашмайым. Был ерҙе биш бармағым кеүек яҡшы беләм. Бар, кит, Дауыт. Мин хәҙер ҡыуып етәм.

Бер ҡайындың ике яғына тороп һөйләшкән егет менән ҡыҙ был мәлдә бер-береһенең хәлен бик яҡшы аңлайҙар ине. Дауыт әйләнеп кенә Зәбирәне тотоп алырға иҫәбе булһа ла, тыйылды, өркөтөүҙән ҡурҡты. Ә Зәбирә ҡараңғыға һылтанып Дауыттың ҡосағына һыйынырға, уның сихри тауышында бәүелгеһе бик килһә лә, әҙәпһеҙ күренеүҙән уңайһыҙланып, урынынан ҡуҙғалманы.

– Мин көтәм. Теләйһеңме, һине өйөңә тиклем оҙатып ҡуям?

– Эй, иҫәүән, кеше әллә нәмә уйлар бит.

– Кешенең уйында беҙҙең ни уй? Әйҙә, уйлаһындар… – егет Зәбирәнең ҡулдарынан тотто. Тәне зымбырлағандай булып, ҡыҙ һикереп китте лә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.

– Нишләүең ул?

– Абау, бер ни ҙә эшләмәйем бит. Бары ҡулыңдан ғына тоттом. Эй, шатландырҙым берәүҙе…

Зәбирә ҡыҙарынды. Ләкин, хистәрен белгертмәҫкә тырышып, ҡулдарын ипләп кенә кире алмаҡсы итте. Ә егет ныҡ тотҡайны, ысҡынырлыҡ түгел. Улар шул килеш етәкләшеп, ҡайындар араһынан ауыл яғына ҡарай атланылар.

– Ә һин беләһеңме, бына беҙ барған юл “Мөхәббәт һуҡмағы” тип атала, – тип һүҙ башланы Дауыт, бер аҙ тауышһыҙ атлағас. – Ололар һөйләүенсә, ошонда осрашҡан парҙар мәңге бергә бәхетле ғүмер итәләр, ти.

Зәбирә өндәшмәй генә Дауытты тыңланы. Тиктормаҫ ҡыҙыҡай бер ваҡытта ла кеше һөйләгәндә ҡыҫтырылмаҫ булмай торғайны. Үҙенә-үҙе аптыраны, көн дә күреп, бер мәктәптә уҡып, ҡышын ҡар бәрешеп, яҙлы-көҙлө баҫтырышып уйнаған ауылдашына бөтөнләй икенсе тойғо кисерә башланы. Уны тыңлағандан-тыңлағыһы, янынан бер аҙым да ебәргеһе килмәй ине. Был мәлдә хатта күктәге емелдәшкән йондоҙҙар шаярышып, улар янына төшөп, икәүһенең уртаһын, юҡ, дөп-дөп типкән йөрәктәрен тартып сығарып, уларҙы күккә күтәреп, бер бөтөн ҙур йөрәккә әйләндерәләр кеүек. Быны күргән шаян ай, эй шатланып ҡул саба, бәүелә, моңло йыр һуҙа һымаҡ.

Иртәгәһен иртәнсәк Зәбирә өләсәһенең һыйыр һауырға сыҡҡан мәлен көтөп ятты ла, тора һалып самауыр ҡуйҙы. Фәйрүҙә әбей эре малдарын көтөүгә ҡыуып, быҙауҡайҙарын болонға, ҡош-ҡорттарын ашатып ингәнсе, өҫтәл түрендә самауыр шыжлай ине. Ейәнсәре өйҙөң иҙәндәрен йыуып сыҡҡан, йылмайып, тәҙрә төптәрендәге гөлдәргә һыу һибә ине.

– Кисәнән һуң кеше ял итә, төш еткәнсе йоҡо һимертә. Ә һин нишләп улай иртәләнең? Ҡайҙалыр йыйынаһыңмы? – өләсәһенең һорауына яуап итеп, Зәбирә өҫтәл янына килеп сәй яһарға кереште.

– Ултыр әле, өләс. Серләшәһе бар, кәңәштәрең дә артыҡ булмаҫ…– серҙәше лә, әхирәте лә, шул уҡ мәлдә өләсәһе лә булған Фәйрүзә әбей эштең етдилеген аңлап, урындыҡҡа барып ултырҙы…

Эх, йоҡо бирмәгән төндәр, тынғылыҡ тапмаған көндәр – былар барыһы ла кеше ғүмеренең бер мәле генә. Был осорҙа һинең менән елдәр серләшә, һыу, таштар ҙа телгә килеүсән. Моғайын, тап ошо ваҡытта ерҙә шағирҙар тыуалыр, мөхәббәт тип аталған йылы хис йырға һалыналыр… Биш йыл дуҫлашты Зәбирә менән Дауыт. Фәйрүзә әбей ейәнсәренең бәхетенә шатланды. Ни тиһәң дә, Дауыт ауылда төшөп ҡалғандарҙан түгел. Бына тигән донъяһы, алты мөйөшлө бейек йорто, мал-тыуары бар. Эшләйем тиһә, ҡулынан эш килә, һөйләйем, тип ауыҙ асыуы була, теленән моң ағыла. Бәләкәй генә сағынан атай-әсәйһеҙ үҫһә лә, бик тәрбиәле, илтифатлы. Олоно – оло, кесене кесе итеп ихтирамлай. Уға кейәүгә барған ҡыҙ донъялағы иң бәхетле ҡатын буласаҡтыр.

Педучилищены тамамлауына, Зәбирәне әсәһе баш ҡалаға саҡырҙы.

– Етәр, ауылда үҫтең, белем алдың, кеше булырға үҙ яныма алам.

Ҡаршылашыр өсөн сәбәпте ҡыҙый тәүҙә өләсәһенән айырылмауы менән аңлатып маташты. Ләкин әсәһе:

– Өләсәйеңдең бер үҙен ауылда ҡалдырыу юҡ, бергә күсереп алам. Минең йортом ҙур, урын бөтәбеһгә лә етә, – тип ҡоласын йәйҙе. Әсәһенә бер ваҡытта ла асылып бармаған Зәбирә Дауыты хаҡында әйтә алманы. Нисек кенә ныҡ яратһа ла, әсәһенең теләген үтәргә тура килде. Сөнки өләсәһе был ваҡытта таяҡҡа таянып саҡ йөрөгән ҡарсыҡҡа әйләнгәйне. Хатта һөйгәне йөрәгенең түҙмәйәсәгенән ҡурҡып, Зәбирә күҙмә-күҙ хушлашманы. Китер көндәрендә “Ғәфү ит мине”, тип яҙыу ҡалдырҙы.

Зәбирә университеттың икенсе курсын тамалауға, өләсәһе түшәккә ятты. Бер көн кис ҡыҙы өйҙә юҡ саҡта ейәнсәрен янына саҡырып алды ла:

– Беренсе класҡа уҡырға барған көнөңдө хәтерләйһеңме? – тип һораны.

– Уф, өләс, хәтерләмәй буламы? Ул хатты бит мин һаман һаҡлайым. Кем булды икән ул кеше, белмәйһеңме? – тип Зәбирә һорауға һорау менән яуап бирҙе.

– Теге әкиәтте онотма, ҡыҙым. Тоҡ тотҡан ҡарт беҙҙең эргәнән дә үтеп киткәйне. Тоғо ярығынан нимәһелер төшөп ҡалғанын мин күрҙем, – тип көслөк менән генә йылмайҙы ҡарсыҡ.

– Ысынмы, өләс? Нишләп уны күптән әйтмәнең? Мин бында, ҡалала шул тиклем бәхетһеҙмен. Әгәр әйткән булһаң, ауылдан мәңге китмәҫ инек. Әсәй беҙһеҙ ғүмере буйы яңғыҙ йәшәгән, артабан да йәшәр ине. Ә һине мин үҙем ҡарар инем, эйе, ишетәһеңме? Эшкә төшөр инем, малыбыҙ ҙа күп булды бит, елгә осорҙоҡ. Мин яратҡан кешемә кейәүгә сығып…

– Эй-й-й, балаҡайым, мин бит һине ҙур кеше булырға тейешһеңдер, артабан уҡырһың, тип кенә китергә ризалаштым. Ауылда үҫкәс, шунда тартылырыңды кем уйлаған? Мин яҡты донъялар менән хушлашҡас, яңғыҙарһың тинем дә…– Фәйрүзә әбей күҙ йәштәрен һөрттө. – Яңылыштыҡ, балаҡайым. Әле үҙеңә ҡарайым да, йөрәгем әрней.

– Янымда Дауыт булһа, барыһын да еңелерәк кисерер инем дә… Ә нишләп һин китергә тейеш әле? Туҡта, өләс, һин мине бында яңғыҙ итә күрмә. Мин кемгә барып һыҡтармын? Ҡайындар юҡ, әсәйем ғүмер баҡый эштә. Һыу буйында ултырып та тынсыр хәл түгел. Күктәге йондоҙҙар, ай менән дә серләшә беләм мин. Ә бында, хатта йондоҙҙар ҙа юҡ. Әллә ниндәй уҫал ай йыраҡтан ғына ҡараған була ла, өндәшмәй. Әллә минең телде аңламай…

Фәйрүзә әбей ейәнсәренең бөтөрөнөүен күҙ йәштәре аша күҙәтеп ятты ла, ауыр көрһөнөп, йылмайған төҫ сығарып, күҙҙәрен йомдо…

Йыраҡ юл булһа ла, Фәйрүзә әбейҙе тыуған ауылына алып ҡайтып, ҡәҙерләп ерләнеләр. Уны оҙатырға бөтә ауыл йыйылды. Бик яҡшы кеше ине шул: берәүҙең йөҙөн йыртып ауыр һүҙ әйтмәҫ, үҙе лә һүҙ йөрөтмәҫ. Күрше-күләне менән ғүмере буйы татыу булды, ейәнсәрен дә шундай итеп тәрбиәләне. Өсөн, етеһен уҡытҡас, Зәбирәне ҡалдырып, әсәһе ҡалаға ашыҡты. Ә Зәбирә ошо ҡайтыуынан бүтәнсә кире бармаҫмын ҡалаға, тип ҡайтҡайны ла…

Өйҙө йыуып-йыйыштырып сығыуға, күршеләге йәшәгән синыфташы Гөлиә килеп инде.

– Эй, әхирәт, ярҙам кәрәкмәйме? Мин бында бүтән мәшәҡәттәр менән мәз килеп, һинең инеп хәлеңде лә белешә алмай йөрөйөм.

– Рәхмәт, барыһына ла үҙем етешәм, борсолма. Ниндәй мәшәҡәт ул, сер булмаһа?

– Сер түгел. Икенсе аҙнала кейәүгә сығам. Туй мәшәҡәттәре. Беҙҙә, ауылда шул бит инде, ике сәғәтлек тантана өсөн ике йыл әҙерләнергә кәрәк. Мә, һиңә лә саҡырыу ҡағыҙы индерҙем. Көтәбеҙ. Ярай, мин китәйем әтеү, эш юл буйы ярылып ята. Иртәгә ҡалаға сығабыҙ таң менән. Туй күлмәге, балдаҡтар алырға. Сәсемә бигуҙи ҡуяһым да бар.

Зәбирә саҡырыу ҡағыҙын асты. Уҡығас, таянырға таяу эҙләгәндәй, ҡулы менән улай-былай һәрмәнде лә, ишеккә терәлеп һыҡтап ебәрҙе. “Бәлә бер яңғыҙы йөрөмәй, тигәндәре шулдыр, ахырыһы”, – тип өҙөлөп-өҙөлөп шыңшыны. “Бына нимәне ишетергә ҡайтҡанмын! Өлгөрмәнем!”

Шул мәлдә ишек шаҡынылар. Зәбирә тиҙ генә үҙен ҡулға алды ла, ишекте асты. Унда гармунын күтәреп Дауыт тора ине. Сит кешеләр кеүек һалҡын ғына күрештеләр. Зәбирә сәй ҡуйҙы. Дауыт уның күҙҙәренә текләргә тырышып-тырышып ҡараһа ла, ҡыҙ сер бирмәне. Ҡапма-ҡаршы ултырып, бер һүҙһеҙ сәй эстеләр. Шунан Дауыт гармунын ҡулына алып, таныш көйҙө һуҙып ебәрҙе:

Онотолмай беренсе саф мөхәббәт,

Онотолмай Ағиҙел һылыуы…

… Юлдарҙа кәртәләр осратһағыҙ,

Йөрәктәр булһа ла яралы.

Һеҙ иҫкә алығыҙ йәшләй һөйгән,

Беренсе яратҡан йәрҙәрҙе…

Зәбирә егеткә яҡынлашып, уны ҡосаҡлауҙан үҙен саҡ тыйҙы. Ә Дауыты, шуны көткәндәй, гармун күректәрен һуҙа-һуҙа күҙ йәштәре аша йырланы ла йырланы. Хатта онотолоп, һуңғы куплетты ике-өс мәртәбә ҡабатланы. Шунан ҡапыл туҡтап, Зәбирәнең алдына теҙләнде лә:

– Сыҡ миңә кейәүгә, Зәбирә. Һин бит минең Зәбирәм. Гөлиәне яратмайым бит, эх! – тип уның ҡалтыранған тубыҡтарын ҡосаҡланы. Зәбирә ултырған килеш башын Дауыттың башына һалды. Берҙәй типкән ике йөрәк был мәлдә ҡап уртаға ярылғандай булды. Шул һында бер аҙ ултырғас, ҡыҙ телгә килде:

– Һуң шул, ҡәҙерлем. Мин дә кейәүгә сығам. Бына өләсемдең ҡырҡын уҡытҡас, әйттерергә киләләр. Минең яратҡан кешем бар. Һин дә Гөлиәне яратырға тейешһең. Шәп ҡыҙыҡай ҙа инде ул, эйе бит. Яҡшы уҡыны, эшкә лә әрһеҙ. Үҙеңде яратып ҡына тора. Һөнәрле. Бар, ҡайт инде, бүтәнсә бында килеп йөрөмә. Минең иртәгәгә юлға әҙерләнәһем бар…

Зәбирә ҡыуып тигәндәй сығарып ебәрһә лә, Дауыт төнө буйы уларҙың тупһаһында гармунында уйнап, йырлап таң аттырҙы. Күршелә генә йәшәгән Гөлиәһе быны ишетһә лә, ишетмәмеш булып түҙҙе. Сөнки ярата ул Дауытты. Бала сағында уҡ уға күҙ һалғайны.

Иртәнсәк Зәбирә юлға сыҡты. Теләмәһә лә, кеше бәхетһеҙлегенә сәбәпсе булмайым, тип эшләне ул был аҙымын. Күрше-тирә менән хушлашып, күңел болоҡһоулоғон йәшерергә тырышып йылмайып, әсәһе тыуған көнөнә бүләк иткән машинаның руле артына ҡыйыу ғына итеп ултырҙы ла, саң борҡотоп баш ҡалаға, әсәһе янына елдерҙе. Ләкин машинаһы, ауыл осона етәрәк, Дауыттың өйө тәңгәлендә ҡапыл һүнде лә ҡуйҙы. Ни эшләргә? Йәнһеҙ тимер ат та Зәбирәнең был ҡылығын хупламаймы? Улай тиһәң… Юҡ! Башындағы буталсыҡ уйҙарға батып барғанын аңлаған ҡыҙ, ниндәйҙер мөғжизә менән машинаһын кире ҡабыҙҙы ла, артына ла ҡарамай алға елдерҙе…

Был ваҡиғалар уҙыуына егерме йыл үтте. Зәбирә хәҙер ике бала әсәһе. Педагогия университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған ҡыҙҙы министерлыҡҡа эшкә алғайнылар. Хәҙер ул республикала билдәле кеше.

Ире милиция майоры. Бергә йәшәгән егерме йылдарының бер көнөн дә лә холҡон күрһәтмәгәне булмағандыр. Ҡатынын подъездағы йәш егеттәрҙән генә түгел, ҡарасҡы бесәйҙәрҙән дә көнләшеп ғүмере үтте. Зәбирә бахырҡай, кеше араһында эшләгәс, уның йәберләүҙәрен эсенә йыйыу менән көн күрҙе. Эсе тулы һағыш-ҡайғы, ә үҙе һәр кемгә йылмайырға тырыша, йылы һүҙҙәре менән өндәшә. Шулай бер көн, ире эштән ғәҙәттәгенә ҡарағанда иртәрәк ҡайтты. Ҡулында бер ҡосаҡ ап-аҡ раузалар.

– Ғүмерем буйы һинең ниндәй кеше икәнлегеңде белә алманым. Зәбирә, бәғерем, мөмкинлек тапһаң, мине ғәфү ит. Һине бәхетһеҙ итеп, үҙемде бәхеттән мәхрүм ҡалдырҙым. Эх, әгәр булдыра алһам, үткән ғүмеремде яңынан йәшәй алһам, һине яратып туймаҫ инем. Ауыр һүҙҙәремә үпкәләмә, бөгөндән яңы тормош башлайыҡ, – тип теҙләнде. Зәбирә яуап итеп йылмайҙы ғына. Һөйөүгә, наҙға сарсаған ҡатын нимә тип әйтһен һуң бындай осраҡта? Өндәшмәне. Ә ире, шул кис йоҡларға ятҡанынан кире уянманы. Балаларын ҡосаҡлап, Зәбирә тағы яңғыҙы ҡалды. Ҡалыу ғына булһа ярай, аяҡтары атламаҫ булды ла ҡуйҙы. Ярай әле балаларының айырым бүлмәләре бар, әтүһә, бөтә бәлә уларға төшөр ине. Ҡайһы әсә балаларын ундай бәләгә дусар итһен? Хәлен белешергә инһәләр, йоҡлаған кеше булып ятып ҡала. Бер көн ҡыҙы, Хәсәнәһе,  табип саҡыртырға иткәйне лә, Зәбирә ҡаршы төштө. Йәнәһе, йоҡо туйҙыра, уның менән барыһы ла яҡшы. Отпускыһында тәүләп ял итергә булған…

Төндө ауыр үткәреүенә ҡарамаҫтан, барлыҡ хәлен, ҡыйыулығын йыйып, Зәбирә бөгөндән торорға ҡарар итте. Яй ғына аҙымдар менән аш бүлмәһенә сыҡты, сәй ҡуйып, иртәнге аш әҙерләне. Улын эшкә, ҡыҙын уҡыуына йылмайып оҙатты. Фатирҙы йыйыштырып, һәр нәмәһен барлап, тәңкләп үҙ урындарына урынлаштырҙы. Ванна кереп, үҙен дә рәткә килтерҙе. Төшкөлөккә, балалары ҡайтыуға аш-һыу әҙерләп йөрөгәнендә ишектә ҡыңғырау шылтыраны.

– Һаумы… һығыҙ, Зәбирә!

Таныш булмаған ир бер ҡулына сумаҙан тотҡан, икенсе ҡулындағы сәскәләрен Зәбирәгә һондо.

– Һаубыҙ. Бер аҙ төҫмөрләгән кеүек тә. Һеҙ, моғайын, иремдең хеҙмәттәше, йә танышылыр. Әйҙә, уҙығыҙ.

Ир ҡыйыуһыҙ ғына аш бүлмәһенә үтте. Сумаҙанын иҙәнгә ҡуйып, башындағы фуражкаһын, күҙлеген систе.

– Хәҙер ҙә танымайһыңмы ни, Зәбирә?

– Атаҡ! Әллә Дауыт? Эй, Аллаҡайым, ниндәй елдәр менән? Минең адресты ҡайҙан таптың?

– Елдәр менән шул, Зәбирә, елдәр арҡылы килеп сыҡтым был яҡтарға. Һинең эшеңә барғайным, отпускыла тинеләр. Ауылдашымын, тигәс, адресыңды бирҙеләр, рәхмәт яуғырҙары!

Ике тиҫтәнән ашыу күрешмәгән ике йәр, йылы итеп ҡосаҡлаштылар. Зәбирәнең күҙҙәренә йәш тулды.

Ҡапма-ҡаршы ултырып сәй эстеләр. Нишләп килдең? Ней йомош, тигәнерәк һорауҙар бирмәй, Зәбирә ҡыуана-ҡыуана Дауытты ҡунаҡ итте. Үҙенең тормошон һөйләне, уныҡын һорашты. Баҡһаң, Дауыт тәк тә Гөлиәгә өйләнмәгән. Гөлиәһе, ҡалаға күлдәк алырға киткән еренән ҡайтмаған да ҡуйған. Уның ҡарауы, бай ғына бер иргә тормошҡа сығып, биш бала табып, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡтай бәхетле йәшәй, ти.

Йылды-йылға, көндө-көнгә бәйләп, ғүмере буйы үҙенең берҙән-берен көтөп йәшәгән Дауыт. Тормошоноң йәмен ебәрмәй, насар ғәҙәттәргә лә бирешмәгән.

– Һиңә ныҡ кәрәклегемде һиҙеп ҡалдым. Төн һайын төштәремә кереп, мине саҡырҙың. Әллә сирләнеңме, Зәбирә? – тип һорай ҡуйҙы ир.

– Эй, Дауыт. Мин бит иҫәр. Өләсәйемдең һөйләгән әкиәтендәге теге алдында ғына ятҡан бәхетте күтәреп ала алмаған иҫәрмен. Артыҡ ҡаршылыҡтар булмаған көйө, үҙ яҙмышыма үҙем аяҡ салған кеше лә мин инде. Һине уйламаған минутым, секундым булмағандыр. Һинһеҙ көйө һинең менән ғүмер кисерҙем мин, Дауыт…

– Беләһеңме, мин бит үҙемде белә-белгәндән һиңә ғашиҡ инем.

– Нисек?

– Бынан бик күп йылдар элек, һин беренсе класҡа ғына барғанда, мин һиңә хат яҙҙым. Хәтереңдәмелер, юҡмы, ул һинең ҡулыңа эләккәнме, әллә эләкмәгәнме, белмәйем, Зәбирә.

– Һин булдыңмы ни ул батыр егет? Йә, Хоҙайым!

Күҙ йәштәренә төрөнөп, бер-береһенең устарын усҡа йомоп, оҙаҡ ултырҙы Зәбирә менән Дауыт. Әйтерһең, тәү күрешкәндәге мөхәббәт һуҡмағы буйлап баралар. Был һуҡмаҡтың осо-ҡырыйы күренмәй. Ҡайындар, уларға һоҡланып, уларҙан көнләшеп, ҡосаҡлашҡандай, бер-береһенә япраҡтары менән ҡағылып-ҡағылып алалар...

Дауыт түҙмәне, иҙәндә ултырған сумаҙанын асып, унан гармунын сығарҙы ла, йырлап ебәрҙе:

Хәтерҙә ул матур айлы кистәр,

Хәтерҙә бормалы һыу юлы.

Онотолмай беренсе саф мөхәббәт,

Онотолмай Ағиҙел һылыуы…

Йыр бөткәндә, ишек төбөндә телһеҙ ҡалып, Зәбирәнең улы менән ҡыҙы тора ине. Хәсәнәнең күҙҙәре еүешләнгән. Ринат иһә, әсәһенә һоҡланыу ҡатыш ҡыуаныс менән ҡараған. Балалары Зәбирәнең бындайын да тере сағын күргәндәре юҡ ине. Уларҙы шатланып хужабикә өҫтәл артына саҡырып, тәмле аштарын ҡуйҙы. Шул ыңғайы Дауыт менән икеһенең оло мәхәббәт тарихын әкиәт итеп һөйләне.

Төштән һуң, үҙҙәре генә ҡалғас, Зәбирәнең йөрәге ярһып алды ла китте.

– Әҙгә генә ауылға ҡайтып киләйексе, Дауыт. Унда булмағаныма ни заман. Өләсәйемдең өйө лә йәтимһерәгәндер, мәхәббәтебеҙ һуҡмағын ҡыҙырырбыҙ…

Дауыт ҡаршылашманы. Тиҙ генә йыйынып, юлға сыҡтылар. Борсолмаһындар, тип, балаларға яҙыу ҡалдырҙылар.

Көҙҙөң һуңғы көндәре булыуға ҡарамаҫтан, “Мөхәббәт һуҡмағында” улар килгән мәлдә йылы ямғыр яуып үтте. Был, моғайын, Зәбирә менән Дауыттың бергә булыу ҡыуанысынан тәбиғәттең серле билдәһен ебәреүе булғандыр…

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас