Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Сентябрь 2021, 20:05

Сихырланған ир мөхәббәт бүләк итә алмаҫ...

Өләсәйем мәрхүмәнең ҡасандыр ҡыҙыҡ һәм көлкө булып тойолған: “Хоҙай Тәғәлә һине яман күҙҙән һаҡлаһын”, - тигән һүҙҙәренең мәғәнәһенә лә төшөндөм.

Сихырланған ир мөхәббәт бүләк итә алмаҫ...
Сихырланған ир мөхәббәт бүләк итә алмаҫ...
Сихыр бармы ул? Элегерәк ошондай һорау килеп тыуһа, “Юҡ менән булышмағыҙ әле!” тип ҡул һелтәп кенә ҡуя торғайным. Ләкин һуңғы йылдарҙағы бер нисә ваҡиға, кешеләрҙең тетрәндергес яҙмыштары уйланырға мәжбүр итте. Өләсәйем мәрхүмәнең ҡасандыр ҡыҙыҡ һәм көлкө булып тойолған: “Хоҙай Тәғәлә һине яман күҙҙән һаҡлаһын”, - тигән һүҙҙәренең мәғәнәһенә лә төшөндөм.
 
Хәйер, хәҙер фән тарафынан да был өлкәлә асыштар эшләнеп, кешеләрҙең биоэнергетикаһы бер-береһенә тәьҫир итеүе асыҡланды. Сихыр, боҙомдоң тәьҫире тураһында махсус эҙләнеүҙәр алып барыусылар ҙа һүҙҙең, күҙ ҡарашының ни тиклем ҙур көскә эйә булыуы тураһында һөйләй.
 
Магазин кәштәләре, баҙар, һәр сауҙа нөктәһе “Черная магия”, “Белая магия”, “Как приворожить любимого раз и навсегда” кеүек китаптар менән тулған. Бәғзе берәүҙәр уйланмайынса уларҙағы инструктаж менән йәшәй, арбай, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең тормошон юҡҡа сығара.
 
 
 
Гөлиәне беҙ килен булып төшкән бәхетле сағында осратҡайныҡ. Беҙ тигәнем мин һәм ул саҡта модаға инеп киткән экстрасенс юлынан киткән студент йылдарындағы әхирәтем. Йәш ҡатын менән һөйләшеп торғанда янына 23 йәшлек иптәше килде. Егет янып торған ҡара күҙле, дөм ҡара сәсле, мыҡты кәүҙәле ине. Бер ҡараштан ғашиҡ булырға мөмкин! Улар менән хушлашҡас, әхирәтем: “Был егет кәләшенән ошо арала ҡотолмаһа, ғүмерлеккә бәхетһеҙ буласаҡ. Мәскәй әбей бит был! Егетте сихырлаған”, - тине. Мин 17 йәшлек ҡыҙҙың һүҙҙәрен ысынға алмай көлә башланым. “Юҡҡа көләһең, бында әҙәм балаһының яҙмышы юҡҡа сығырға тора. Төҫ-башҡа ла улар тура килмәй бит”, - тине. Ысынлап та, кәләш бәләкәй буйлы, йөҙгә күрмәлекһеҙ генә ине. Шулай ҙа әхирәтемә ышанмай: “Ҡуйсы әле, матур матур түгел, һөйгән матур ул. Һинеңсә, һылыуҙар һылыуҙарға ғына өйләнә булып сыға инде”, - тинем. Әхирәтем: “Эх, һин кәләштең ни тиклем ҡара эсле булыуын белмәйһең”, - тип ҡуйҙы.
 
Ике тиҫтә тирәһе йылдан һуң Гөлиә менән тағы ла осрашырға насип булды. Шәшке тун, бейек үксәле итектәр кейеп, һауалы ҡараш ташлаған ханымды таныманым. Үҙе танытты. Иҫәнләшеп, һөйләшеп торғанда янына баҙнатһыҙ ғына баҫып бер ир килде. Йә, Хоҙай! Йәш саҡта күргән янып торған ҡара күҙҙәр һүнгән, мыҡты кәүҙә бөкрәйеп, бөршәйеп ҡалған, йөҙөн мең һыр баҫҡан... Гөлиә уға екһенеп ҡарап: “Бар, машинала ултырып тор! Бында нимә тип килдең!” - тип екерҙе. Уның өсөн миңә уңайһыҙ булып китте. Ят кеше алдында кәмһетелгән ир ситкә тәнтерәкләне. “Белһәң ине ни тиклем ялҡтым ошо ирҙән! Заманында ҡала егете булғаны өсөн генә кейәүгә сыҡҡайным. Артабан Себерҙә йәшәнек. Аҡсаны көрәп алып эшләй торғайны былай. Хәҙер бына ҡыуһам да китмәй, арттан эйәреп тик йөрөй. Нисек кенә ҡотолорға инде шунан!” - тип китеп тә барҙы.
 
Уртаҡ таныштарҙан был икәүҙең яҙмышы ни тиклем ғибрәтле булыуын белеп, иҫ-аҡылым китте. Йылмайып, тартынып ысын ауыл ҡыҙы булып ҡыланған Гөлиә тиҙ арала йәш ирҙе ата-әсәһенә, бар туғандарына ҡаршы ҡуя. Хаттин ашып киткән килен иҫкәртеү яһаған егеттең апаһын туҡмауҙан да тартынмай. Ошо мәлдә барыһы ла йәш ирҙең кәләшен айырасағын көтә. Тик ул, киреһенсә, туғандарынан баш тартып, Себер яҡтарына сығып китә. Унан ҡайтҡас, бар аҡсаһын ҡатынының атаһына, апаһына түгә. Яратҡан кәләшенә магазин аса. Ә бына ата-әсәһенең, ишле туғандарының хәлен дә барып белмәй. Нисәмә йылдар йәшәһәләр ҙә, был парҙың бәпесе лә булмай. Ҡатындың мәктәптә уҡыған сағында уҡ бер урыҫ егете менән йөрөп, уңышһыҙ аборт эшләтеүе асыҡлана. Тик ире генә был һүҙҙәргә ышанмай. Йыл һайын – “ауырлымын”, унан төрлө сәбәптәр уйлап табып “бәпесем төштө” тип алдаған ҡатынына табынып йәшәүен дауам итә. Был икәүҙең нисек ғүмер кисереүен күргән кешеләр ҡатындың ирен бер кемдән тартынмай кәмһетеүенә иҫе китә. Себерҙән һуң эш таба алмаған иренә ҡайғыһын хәмер менән йыуырға ла өйрәтә ул. Үҙе иҫһеҙ йоҡлаған ғаилә башлығын ҡалдырып икенселәр менән кәйеф-сафа ҡора. Тиҙҙән ул ирен йыш ҡына йортонан ҡыуып сығара башлай. Иргә бай саҡта барып та урамаған туғандарына һыйынырға тура килә. Уларҙың ҡатынын айырып, яңы тормош башларға өгөтләүен генә тыңламай. Хәл йыйып алғас, кире ҡатынына ҡайта, унан тағы ҡыуыла.
 
Гөлиәнең: “Мин теләгән бер ирҙе үҙемә ҡарата алам. Уларҙың минең ҡулымдан бер мәртәбә һыу алып эсеүҙәре лә етә. Тик һуңынан уларҙан ҡотолоуы ауыр”, - тигән һүҙҙәре һиҫкәндерҙе.
 
Ысынлап та, иренең зомби кеүек йөрөүе ғаиләнең мөхәббәттә түгел, ә ниндәйҙер ҡара көс ярҙамы менән ҡоролоуын дәлилләй. Ир йыш ҡына үҙе лә: “Уның мине яратмауын беләм. Үҙем дә Гөлиәне яратам тип әйтә алмайым. Тик ул булмаһа, әллә ниндәй ҡурҡыныс бушлыҡ барлыҡҡа килә. Һуңғы ваҡытта йәшәүҙән йәшәмәүем артыҡ тигән уй башымдан сыҡмай”, - ти икән.
 
Йәшлек дыуамаллығы, аҡылһыҙлыҡ менән юғалтҡан әхирәтемдең һүҙҙәре шулай йылдар үткәс үҙенең хаҡлығын раҫланы.
 

***

 
Альфред нисәмә йылдар дуҫлашып йөрөгән, өҙөлөп яратҡан һөйгәненә өйләнә. Ата-әсәһенән туйға бүләккә фатир төшкәс, ҡыуаныстарының иге-сиге булмай. Оло мөхәббәт тойғолары менән өйләнешкән, икеһе лә яҡшы эштә эшләгән йәштәрҙең киләсәге лә яҡты, өмөтлө булырға тейеш ине лә бит. Альфред Ләйләлә көндән-көн күберәк кәмселектәр табыуын тоя башлай. Бик сибәр, һылыу йәш ҡатындың йөҙө, тәне ниндәйҙер ытырғаныу уята. Етмәһә, ҡатынының сикәһендә булған кескәй генә миң көндән-көн ҙурайған һымаҡ. Альфред кәләшен йыш рәнйетә башлай. Берҙән-бер ҡыҙҙарының йыш ҡына илауын күргән ата-әсә уны айырып ала. Аҡыллы, бик һылыу ҡыҙ оҙаҡ яңғыҙ йөрөмәй — кейәүгә сыға. Тиҙҙән бәхетле әсә булып бәпесен һөйә. Альфред үҙенең ниндәй хата эшләүен, Ләйләне ни тиклем яратыуын аңлай, тик үтә һуң була шул. Ә бер көн ул Ләйләнең әхирәте Оксананы осрата. Ул хәҙер Италияла йәшәй, иренең бай булыуы менән ғорурлана. Альфред менән Ләйләнең айырылыуын ишеткәс, көлөп ебәрә. “Ә мин бит һиңә ғашиҡ булып йөрөнөм! Тик һин мине күҙеңә лә элмәнең. Һеҙҙең туй көнөгөҙ билдәләнгәс, нимә эшләргә белмәй илап сыҡтым. Унан, ышанаһыңмы-юҡмы, хатта сиғанға барҙым. Ул миңә һеҙгә туй бүләге итеп түшәк кәрәк-ярағы һатып алырға ла, үҙенә алып килергә ҡушты. Шуны һеҙгә туйҙа тотторғайным. Бына көлкө! Ә һеҙ былай ҙа айырылғанһығыҙ!..”
 
Альфред Ләйләнең Оксана бүләк иткән шау раузалар төшөрөлгән япманы карауаттарына яратып түшәүен хәтеренә төшөрҙө. Тик был матур әйберҙә унда йәш кәләшенә ытырғаныу уянды. Оксана сиғанға мөрәжәғәт итеүен уйын итеп ҡабул итһә лә, был уларҙың тормошон селпәрәмә килтереүен аңланы. Ә бит Ләйлә менән уны урамда бер сиған ҡатыны туҡтатып: “Тормошоғоҙға боҙом, сихыр һалғандар”, - тип һөйләнә башлағас, улар ҡул һелтәп кенә китте. Сиған ҡатыны: “Юҡҡа ышанмайһығыҙ, бушлай ярҙам итәм!” - тип ҡысҡырып ҡалды.
 
Ҡайһы саҡта аҙым һайын осрап, алдап аҡсаңды талаған сиғандарҙың һүҙҙәренә кем ышанһын инде!
 

***

 
Шул тиклем сағыу, һәр саҡ көлөп-йылмайып йөрөгән, янынан кешеләр өҙөлмәгән Индираның яҙмышы ла ниндәйҙер кимәлдә сиғандар менән бәйле. Уның бәйән иткән тормош тарихы ҡыҙыҡлы ла, ғибрәтле лә булып сыҡты.
 
“14 йәшемдә беҙҙе – яҡшы уҡыған бер төркөм балаларҙы Ҡара диңгеҙгә юллама менән бүләкләнеләр. Мәскәүҙә Ҡаҙан вокзалында оҙаҡ ҡына поезд көтөргә тура килде. Кемебеҙ йоҡлай, кемдер ойоған уҡытыусыларҙы уятмаҫҡа тырышып, вокзалды гиҙә. Шул саҡ йәш кенә бер сиған ҡыҙын ирҙәр тартҡылауын күреп ҡалдым. Янында күпме кеше булып та, бер кемдең дә был хәлгә иғтибар итмәүенә, ҡыҙҙы яҡламауына ғәжәпләндем. Яндарына барып баҫҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Теге өс ир өҫкә менеп килә. Мин: “Китегеҙ бынан, хәҙер милиция саҡыртам!” - тигән булам. Ул арала сиған ҡыҙының ҡәрҙәштәре килеп етте, тегеләр ҡасып китте. Мин урыныма йүнәлгән еремдән ҡулымдан бер ҡатын тотоп алды. Сиған ҡыҙының әсәһе икән. Оҙаҡ ҡына күҙҙәремә текләп торҙо ла, муйыныма бетеү һымаҡ эшләнгән бер әйберҙе таҡты. “Бер ҡасан да юғалтма уны, ул һине бәлә-ҡазаларҙан һаҡлар”, - тине. Унан: “Һиңә тормошоңда күп ҡаршылыҡтар аша үтергә, күҙҙәреңә йылмайып ҡарап, ҡулына бысаҡ тотоп уңайлы мәлдә боғаҙыңдан алырға әҙер тороусылар араһында йәшәргә тура килер. Тик улар һиңә ни тиклем күп яуызлыҡ эшләгән һайын, һин тағы ла көслөрәк була барырһың, сөнки һинең күңелең яманлыҡты күрә, уға яуап ҡайтара белмәй. Күрмәгән дошмандарың “Бөттө был, дөмөктө” тип ҡыуанған саҡта ла һин яңынан аяҡҡа баҫасаҡһың”, - тине. Балалыҡ менән мин был һүҙҙәргә иғтибар ҙа итмәнем. Әммә йылдар үткән һайын сиған ҡатынының тағы ниҙәр әйткәнен хәтеремә төшөрөргә маташам. Ысынлап та, юлымда тик яҡшы кешеләр генә осраны, осрай. Әммә дуҫ тип һанап йөрөгән кешеләрҙең миңә ҡарата ҡат-ҡат хаслыҡ ҡылып йөрөүен аҙаҡтан ғына белеп аптырандым. Уйламаған сир аяҡтан йығып, табиптар ҙа мине өмөтһөҙ тип иҫәпләгәндә, тормошҡа кире ҡайттым. Белмәйем, сиған ҡатыны миңә ниндәйҙер көс бирҙеме, әллә күрәсәгемде әйттеме, шулай ҙа был донъяла аҡ һәм ҡара көстәр булыуын, улар бер-береһе менән көрәшеп йәшәүенә ныҡ ышанам. Яуызлыҡ күп тиһәләр, ышанмағыҙ, яҡшылыҡ, изгелек тормошта күберәк ул!”
 
 
 

***

 
Миңһылыуҙың Әмиргә ғашиҡ булыуын үҙе һөйләмәһә лә, күптәр белә ине. Сөнки ҡыҙ егетте күреү менән бөтөнләй икенсе кешегә әүерелә лә ҡуя. Әмир яратмаған ҡыҙҙы ыҙалатыуҙы ҡыҙыҡ күрә. Егеттең “Миңһылыу, миңә аҡса кәрәк ине бит әле”, “Бар йүгереп кенә тәмәке алып кил әле!” һ.б. мыҫҡыл ҡатыш һорауҙарын Миңһылыу ҙур бәхет итеп ҡабул итә. Әхирәттәре күпме генә уға ғорурлыҡ, ҡыҙ намыҫы тураһында һөйләһә лә, Миңһылыу тыңларға ла теләмәй. Шул саҡ еңгәһе уға бер әбейҙең адресын бирә. Күп ҡыҙҙар унан һөйҙөргөс үләндәр эшләтеп ала икән. Миңһылыу ҙа әбейгә юллана. Әллә нисәнсе быуын сихырсы булып һаналған әбей ҡыҙға: “Һөйөүеңдән һарыға һабыша яҙғанһың бит. Бында һинең ғәйебең юҡ. Заманында әсәйең бер егеттең мөхәббәтен ҡабул итмәй бик ныҡ илатҡан. Шуның күҙ йәштәре һиңә төшкән. Ярай әле миңә килгәнһең, һөйөүеңдән үлер сиккә еткәнһең. Хәйер, мөхәббәт түгел был, ә нәҫелгә төшкән сир”, - ти. Ул ҡыҙҙы үҙенсә имләй, үләндәр эсерә. Унан: “Теләһәң, егетеңде һиңә ҡарата алам”, - ти. Миңһылыу уйланып ултырғандан һуң риза булмай. “Уның мине ысын күңелдән яратыуын теләр инем, ә ниндәйҙер сихыр өсөн түгел”, - тип аңлата ул.
 
Ошо хәлдән һуң Миңһылыу күҙгә күренеп үҙгәрә. Элекке кеүек Әмирҙең юлына сығырға ла атлығып тормай. Осрашҡанда тыйнаҡ ҡына һаулыҡ һорашып үтә. Тәүҙә Әмир Миңһылыуҙан тағы ла нығыраҡ көлөргә тотона, унан үҙенә бер нисек тә иғтибар итмәгән ҡыҙҙың артынан үҙе йүгерә башлай. Әхирәттәре ғәжәпләнеүен белдергәс: “Мин уны шул тиклем ныҡ яраттым, хатта үҙ-үҙемде юғалтҡанымды ла һиҙмәгәнмен. Ә хәҙер күңелемә шул тиклем тыныс, рәхәт. Көслө тойғоларҙы күтәрә лә белергә кәрәк. Миңә әлегә ундай хис-тойғолар кәрәкмәй”, - ти Миңһылыу.
 
Әмирҙең ҡыҙҙан көлөүе үҙенә хәсрәт булып әйләнеп ҡайта. Ул үҙен саф һөйөү менән яратҡан ҡыҙҙың тойғоларын ҡайтарырға теләй ҙә, тик үтә һуң була шул.
 

***

 
Йәш ҡыҙҙарҙың ғашиҡ булып, һөйгәнен үҙенә ҡаратыу өсөн нимә генә эшләмәүҙәрен белһәң, иҫ-аҡылың китер! Улар араһында әллә ниндәй үлән төнәтмәләре әҙерләүҙән тыш, баҡаны тотоп яндырыу, төнөн зыяратҡа барыу һ.б. бар. Депрессияға бирелгән, күңел тыныслығы тапмаған ҡыҙҙар барыһына ла әҙер. Ундай саҡта бындай аҙымдың ни тиклем хәүефле булыуы тураһында, кешенең ихтыяр көсөн ниндәйҙер ҡара көс менән еңеү бәхет килтермәйәсәге хаҡында уйлап та бирмәйҙәр шул.
 
Минең бер танышым һәр саҡ “Мөхәббәт юҡ ул! Уйҙырма!” тип ҡабатларға ярата торғайны. Шуға күрәлер инде юғары көстәр уны һуңлап, әммә бик көслө мөхәббәт менән бүләкләне. Уның бәхетһеҙлегенә һөйгәне иғтибар ҙа итмәне. Депрессияға бирелгән, тоноҡ ҡарашлы танышыма ҡарауы ла ҡурҡыныс ине. Бер мәл уның йөҙө балҡыуын, атлап түгел, ә осоп йөрөүен күреп, һөйгәне мөхәббәте менән ҡыуандырғандыр тип уйланым. “Юҡ, беҙ әлегә бергә түгел. Әммә ауыр саҡта миңә билдәле психологтың кәңәше ярҙам итте. Тәүҙә мин дә яратҡан кешемде берәйһенән сихырлаттырайыммы икән тип уйлағайным. Әммә һөйгәнемә яуызлыҡ ҡылырға күңелем тартманы. Психолог кәңәше буйынса, яратҡаным тураһында уйлағанда, уны йылмайҙырҙым, унан уға төрлө яҡшылыҡтар эшләнем. Күңелемдә уға һәр саҡ шулай изгелек ҡылдым. Артабан күҙемде йомоу менән бәхетле йылмайған һөйгәнемде күрә башланым. Уйыңда булһа ла яратҡаныңа яҡшылыҡтар эшләү, унда һиңә ҡарата ыңғай импульстар тыуҙыра икән. Был эксперименттың бер ниндәй зыяны ла юҡ. Әгәр ул кеше һиңә яҙған булһа, уның да һиңә ҡарата һөйөүе уяна. Юҡ икән, һеҙ уның менән яҡын дуҫтарға әүереләһегеҙ. Һөйгәнем элегерәк мине күреү менән ҡаса торғайны, хәҙер үҙе башлап һаулыҡ һораша, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Мин дә көн-төн уны уйлап илауҙан тыйылып, тулы тормош менән йәшәй башланым”, - тип сере менән уртаҡлашты танышым.
 
 
 
Был донъяла ҡылған изгелегең дә, яуызлығың да һиңә әйләнеп ҡайта, тип әйтеүҙәре дөрөҫтөр ул. Бер кемдән дә тартынмай төрлө иғлан-саҡырыуҙарын таратҡан сихырсылар ҙа ҡасан да булһа уйға ҡалыр. Сөнки әҙәм балаһының күңеле — нескә ҡыл, гәлсәр кеүек. Уның менән булышыр, иркен сикләр, рухын һындырыр алдынан нәҫелегеҙгә төшәсәк бәләләр хаҡында онотмағыҙ. Иртәме-һуңмы барыһы өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк бит.
 

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: