Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Октябрь 2021, 20:30

ҮС

“Үс итеп эсеүемде ташлайым. Үс итеп яңы тормош башлайым. Ә балаларымды барып күреп йөрөрмөн, аҡсалата ярҙам итермен.

ҮС
ҮС
Үс итәм! - тине ИР. Айырылышыу осоронда осраҡлы ғына тапҡан бер ҡатындың ике улын уллыҡҡа алып рәсмиләштерҙе лә, аҙаҡ быларын да алиментҡа бирҙереп, өс балалы тәүге ғаиләһенең өлөшөн киҫте! “Үс итеп эсеүемде ташлайым. Үс итеп яңы тормош башлайым. Ә балаларымды барып күреп йөрөрмөн, аҡсалата ярҙам итермен. Ана бит Мансур ағайым атайһыҙ үҫһә лә, барыбер атаһы менән аралаша”, тине.
Эйе, килде балаларын күрергә. Өҙөлөшөп һағынған бәләкәстәр “У-ра, атайым ҡайтты! Атай, беҙ һине һағындыҡ, ә һин беҙҙе һағындыңмы? Бүтәнсә ташламайһыңмы?” тип ҡосағына һарылды. Бүләктәр килтерҙе, күңел асырға уйнарға алып сыҡты. Шатландырҙы, һөйөндөрҙө һәм... китте. Ул сығып китеү менән бәләкәстәр тәҙрәләр буйлап йүгерҙе, “Атай, ҡайт, атай, әйҙә, сәй эсәйек! Атай, атай…” тип саҡырҙы. Көтөп-көтөп тә, ҡайтыусы булмағас, иҙәнгә ятып иланылар һәм шунда йоҡлап киттеләр...
Шулай килеп йөрөнө ИР. Нисә тапҡыр шулай балалар көттөләр-көттөләр ҙә, оноттолар. Күҙҙәрендә атайлылыҡ тигән аңлатып бөткөһөҙ бер осҡон һүнде, өмөт һүнде… Тик аталары ғына был кисерештәрҙе күрмәне.
Тағы бер килгәнендә ҠАТЫН өс балаһына ла аш һалды ла, иренең алдына ике буш тәрилкә ултыртты.
- Мә, балаларҙың ашын ошо тәрилкәләргә бүлеп ал да, ситкә ултырт - тине. ИР аптырап китте:
- Бәй, туйһындар, ашаһындар, - тине.
- Алиментың - үҙ балаларыңдың өлөшө, ә был ике тәрилкәне айырылып киткән үҙ аталары тултырырға тейеш...
- Мин бит уларҙың алиментын үҙемдең иҫәпкә күсертәм.
- Миһырбанлығыңа икеләнгәйнем шул… Юҡ, уларҙың өлөшөн ҡыҙғанмайым мин. Балаларҙың ата-әсәләр хатаһында ғәйебе юҡ, - тине ҠАТЫН. - Был бары аш, аҡса емеше. Тик һиңә үҙең кеүек суд, закондар ҡиммәтендә аңлатырға ғына теләгәйнем”. Шулай тине лә ике тәрилкә ашты ире алдына ҡуйҙы, аша!
Тантаналы ҡайтып китте ИР. Еңдем, йәтеш иттем, тине. Үҙе юл сатында туҡталды ла, ҡайҙа барырға белмәй уйға ҡалды. Йөрәк тартмай яңы “ғаиләгә”. Булмаһа, әсәйемә ҡайтайым.
Тик әсәй - ҡатын түгел. Күңел наҙ көҫәй. Тағы китте яңы ҡатынға. Барҙы, ҡайтты, барҙы, ҡайтты...
Ҡарап тороуға ипле генә ҡатын инде, тыныс, сабыр. Улдарын да көсләп таҡмай, биҙрәтмәй, ялҡытмай. Үҙ балалары түгел бит, яйлап өйрәнер, тип көтә. Нисек тә был ИРҙе эҫендереү, балаларын фатирлы, ярҙамлы итеү маҡсаты. Улдарын үҙ аталары менән үҫтереү өсөн көрәшеп ҡарарға тырышмаһа ла, айырылып та бөтмәгән ғаилә араһына кереп, кеше балаларының өлөшөнә инергә намыҫһыҙлығы етте…
Шулай ҙа эҫенде ИР. Фатир алды, ҡыҙҙары тыуҙы, тормош үҙ ағышына китте. Тик нимәлер етмәй күңелгә. Нишләптер ул толҡа тапмай.  Уллыҡҡа алған малайҙарын тубығына ултыртып һөйөргә лә тырыша, күккә лә сойорғота. Шул мәлдә үҙ балалары күҙ алдына баҫып, йөрәге өҙөлә яҙа. Минекеләрҙе кемдәр яратыр һуң?.. Кемдәр күктәргә сөйөр? Минең кеүек берәйһе табылып, алдарына алып яратһа, ҡабул итерме уларҙы, ситһенмәҫме? МИНЕҢ балаларыма ҡул һонормо? Ах, МИНЕҢ балаларыма! Ошо тәңгәлгә еткәс мин-минлеге йәнә ҡуҙғалып китә лә, күңелен ҡорт ашай башлай: минең балаларымды яратһынмы…
Анау ваҡыт Мансур ағаһы ла килеп, йөрәккә тоҙ һибеп китте: “Ҡустым, яңылышма, тине ул, ҡыҙыу баштан хаталар яһама. Мин бына үҙем атайһыҙ үҫтем, шуға ниндәй генә хәлдә лә балаларымды ташламаҫҡа тырыштым. Еңгәң хыянат итеп, айырылышып йөрөгәнде лә беләһең бит. Ир ғорурлығына тейгән иң ауыр нәмә. Шуны ла ғәфү иттем. Ә килен, тәүге ҠАТЫНыңды әйтәм, ниәмһе менән ғәйепле һуң? Үҙең эстең бит. Ул һинең өсөн, ғаиләгеҙҙең тыныслығы һәм бәхетегеҙ өсөн көрәште. Балалар йүнһеҙ тәрбиә күреп үҫмәһен тип. Аҡса бирмәнең, эштән эсеп ҡайттың, яҡшылап әйткәнен тыңламаның. Унда ла бит уға үс итеп эстең, имеш бисә һүҙен тыңлап, баш эйеп тормайһың. Ул һине һағынып көтмәй инеме ни, бешеренеп-төшөрөнөп ҡәҙерләмәй инеме? Эскелегең менән күңелдәренә төкөрҙөң. Балалар тәрбиәләп, матур итеп донъя көткән ҠАТЫН лайыҡлы инеме шундай мөнәсәбәткә? Һуңғы сиктә, ғаиләңә аҡса бирмәй, услап тотоп эсеп йөрөгәс, алментҡа бирҙе. Шул алимент өсөн үҙең айырылдың бит. Ҡатының түгел, һин барҙың. Аҡса өсөн үс иттеңме? Балаларың өлөшөн ҡыҙғандыңмы? Ҡорған бәхетеңде үҙең һанламаның, ҡустым. Атайһыҙ үҫеү еңел түгел. Мин бары тик ғәфү иттем атайымды. Яратыу менән ғәфү итеүҙе бутама. Бала саҡтың әрнеүҙәрен ғәфү итеү - атай янында яратып-яратылып үҫеү түгел. Ғәфү иткән хәлдә лә, бергә үҫкән яратыуҙы таба алмаясаҡтар… Алимент менән балалар һөйөүен һатып алып булмай. Их, ҡустым, аҡса эшләйем тип, ошо хәтле мин-минлегең арттымы? Аңың томаландымы? Тәкәбберлек, үс, үпкәселлек ирлек түгел ул. Ир була бел, ирҙәрсә аҙым яһа. Эсмә, ҡәҙерлә ғаиләңде, аҡылыңа кил. Ғәфү үтенергә көсөң етмәһә, ҡайт та ярат ҡатыныңды. Ҡайһы саҡта һүҙҙәр ҙә кәрәкмәй бит ул. Ҡосоп һөй ҙә, йыуат. Ысын ирҙәр шулай итә”
Юҡ, ҡайта алманы ИР. Ғорурлығын, тәкәбберлеген үтә алманы. Ҡыҙыу баштан донъя ҡыйратты ла, яндырған күперҙәрен ялғай алманы. Нисек мин ошо хәтле ҡыланыштарымдан һуң ҡайтып инәйем? Ҡабул итерме ул мине, тине. Ә балаларын күреп йөрөнө. Бүләктәр, күстәнәстәр, ҡәҙерле ҡунаҡ кеүек атай. Ҡыш бабай ти уны хәҙер өлкән улы. Атай, һин ҡышбабай кеүек, бүләк тотоп ҡына киләһең дә, сығып китәһең. Ә улының ошо һүҙҙәрендә ни хәтле мәғәнә, ниндәй әрнеү ятҡанын аңламаны.
Балалар баҡсаһында тағараҡ эшләргә ҡуштылар, атайығыҙ менән бергәләп эшләгеҙ ҙә, Атайҙар көнөндә бергәләп паркка сығырбыҙ, ҡоштарға тағараҡ элербеҙ, тинеләр. Сыҡтылар. Бөтә малайҙар атайҙары менән бергәләп тағараҡ элде, ҡошсоҡтарға ҡышҡы һыуыҡта ярҙам кәрәк тип, үҙ-ара кәңәшләшеп, хеҙмәткә һәм изгелеккә өйрәнде. Тик ИРҙең улы ғына бер ситтә илап торҙо, уның атаһы тағараҡ эшләшмәне бит. Тәрбиәсе нисек кенә йыуатырға тырышһа ла, баҫылманы бала. Минең дә атайым тере бит, нишләп ул мине ташлап китте, тип иланы. Икенсе юлы малайҙар менән урамда һуғышып ҡайтты. Күрше малайҙың атаһы улын йыуатып, “Ирҙәр иламай, улым. Бирешмә!” тине. Ә был баланың арҡаһынан һөйөүсе лә булманы. Баҡсала бөтәһе лә 23 февралгә бүләк эшләне, аталары килгәс, шатланып бүләген тапшырҙы, яндарында ғорур баҫып ҡайтып китте. Тик был баланы ғына атаһы килеп алғаны юҡ, бүләкте лә ул мәле үткәс, тәме бөткәс кенә тапшырҙы. Атаһының килергә ваҡыты табылғас, тағараҡ тураһында һөйләне. “Минең бында эш ҡоралдарым юҡ бит”, тиеү менән сикләнде атаһы...
Ә ҠАТЫНы һынманы. Тәүҙә бирешеберәк, ябығып-һурылып китһә лә, ваҡыт үтеү менән матурайҙы, тағы ла һөйкөмлөрәк, мөхәббәтлерәк булып балҡыны. Балаларҙы күрергә барған һайын баш әйләнә, был тикле лә илерткес ҡатын булыр икән! Тик мир бөтмәһә - ир бөтмәҫ, тиме әле?! Ир ҙә табылған. Йәш саҡтарында осрашып та, ҡауыша алмаған егете, тиҙәр. Тәүге ҡатынынан балалары булмағас, айырылып ҡуйғандар икән. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, икеһе бер кимәлдә фекер йөрөтә, ҡараштары уртаҡ, хыялдары бер үк, тиҙәр. Күренеп тора шул, ҠАТЫНы ул ир янында шундай наҙлы, шундай яҡлаулы, шундай бәхетле! Ысын ҡатын-ҡыҙ! Бала һымаҡ иркә генә үҙе, мөхәббәтле, нурлы ғына! Минең кеүек уның өсөн дә төндә араларында өсөнсө ята микән? Әллә онотто микән?
ИРҙең һарыуы ҡайнаны. Бер сараһыҙ ҡалдырып, мөйөшкә ҡыҫып ҡалдырған ҠАТЫНы кемгәлер кәрәк тәһә! Өс балаһы менән алғандар! Минең дә балаларымды үҙ балалары кеүек яратыр микән, оңҡот! Шулайтмай ни, уның үҙ балалары булмаған даһа! Эшкинмәгән! Ә бына минең балаларым бар! Ых, ҡыҙым үҫә төшкәс, нисек ҡарар икән? Бәпесем ҙурайҙы тимәҫ бер ҙә! Уның балаһымы ни ул!? Кәүҙәләре ҡалай матур, кеше ҡыҙы… тип майланыр…
Эске ярһыуҙарына, үс, тәкәбберлек ҡайнауына түҙә алмай ИР эсеп ҡайтты. Ҡатынын туҙҙырҙы, балаларын ҡурҡытты. Аҙна-ун көн шулай ҡыланды ла, эсеүҙән тыйыусы ла, айныҡтырырға тырышыусы ла булмағас, ҡатынына екерҙе:
- Һин бит хатта мине тыя ла белмәйһең! Һиңә бер нәмә лә кәрәкмәй, һин бушһың! Бошмаҫһың! Һиңә минән аҡса ғына кәрәк, малайҙарыңа ярҙам кәрәк!
Айныҡҡас ИР әсәһенә ҡайтып китте. Шунан бүтән яңы ғаиләһенә ҡайтманы. Ә ҡатыны ысынлап бошманы, өсөнсө ир тапты ла, был ИР ҡорған донъяла гөрләтеп йәшәне лә китте, ИРҙе алиментҡа бирҙе. Иҫәпте үҙенә күсертте. Уллыҡҡа алғанһың, ҡара, үҫтер, тине.
Үс менән ҡоролған донъяның бәхете былай ҙа булманы, еңел керҙе, еңел китте. Хәҙер эш бөтөнләй үсләшеүгә китте. Минең балаларым түгел тип, уллыҡтан сығарырға, алименттан баш тартырға күпме суд тапаны ИР, күпме аҡсалар түкте. Тик уллыҡтан ҡабат сығарыу ғына еңел түгел икән. Аптырағас, ҡартайһам, алтыһын да алиментҡа бирәм, тине. Үс икән, үс!

  Шулай ғүмер аҡты. Закон да суд, закон да суд. Арытты. Биреште, көсө бөттө. Үсле донъя ҡалай ауыр икән. Закондары ла гел кешелекһеҙлек ҡиммәттәренә ҡоролған… Аллаһы тәғәлә ҡушҡанса, яҡшылыҡ һәм мөхәббәткә ҡоролған тормошта ғына закондар бүтән икән. Унда язалаусы, сикләүсе, үс алыусы закондар юҡ, унда гел юғарылыҡ, унда әхлаҡ, унда изгелек! Аһ, ул донъяла хатта законлы никахтың да, рәсми айырылышыуҙың да кәрәге юҡ бит! Никах уҡытып, Аллаһтан ризалыҡ алаһың да йәшәп китәһең! Ә айырылыуҙар бик һирәк, булғаны ла талаҡ ҡысҡырыуҙан, шаһиттарҙың кәңәшмәһенән тора. Балаларын да ташламайҙар, адвокат яллап, үҙ балаларын алименттан мәхрүм итеп тә йөрөмәйҙәр. Тапҡан балаларын бағалар. Кеше булып үҫтерәләр, КЕШЕ булып ҡалалар! Иң мөһиме унда: мөхәббәт, хөрмәт, иман, юғары тәрбиә.

   Уйҙарынан туҡтап ҡалды ИР. Ҡайҙа китеп бара һуң әле? Ә! Ҡайтып бара лаһа, әсәһенә. Үсеккән һайын әсәһенә ҡайта ине бит. Аһ! Әсәһе донъя ҡуйҙы бит күптән. Нишләп онотоп киткән, нишләп аяҡтар бында тарта… Уф, ошо аяҡтар. Алтмышҡа еткәндә лә алты йәшлек бала кеүек ҡалырҙар икән… Хәйер, шыҡһыҙ яңғыҙлыҡ баҫҡан фатирына ҡайтҡыһы килмәгән күңеле нисә йәштә һуң? Аҡылы нисә йәштә? Нишләп унда ҡайтҡыһы килмәй? Тап ошо аҡыл, аң, зиһен үҫмәгән өсөн түгелме һуң? Закондар юллап сабырға аҡылы етте, тормош закондарын аңларға ғына зиһене етмәне. Үс, кенә, үпкәселлек тотош аңын томалағайны шул, бөтә изге тойғоларын быуып ташлағайны. Үҙе яратыу бирмәйсә яратыу көттө, үҙ бәхетен һанламайса, балаларын бәхетһеҙ итте...
Уйҙары йәнә үткәндәргә ҡайтты, эйе, ҠАТЫНы бигерәк матур ине шул, бигерәк аҡыллы, төплө ине. Эскән ир менән көрәшеп-көрәшеп тә бәхетле тормош көтә алмағас, хыялына икенсе ире менән өлгәште. Бәхетле әсәй менән балаларым да бәхетлелер инде. Теге саҡ тупылдатып йәнә ике бала табып бирҙе. Һы, МИНЕҢ ҠАТЫН бит ул! Балаһөйәр, көслө әсә! Эшкинмәгән бисә кеүек, ир ебәрмәҫ өсөн генә берҙе тапманы. Ә бит ошо урында мин була ала инем. Бергә саҡта уҡ эсеүемде ташлаһам, үсләшмәһәм, аҡыл менән уйлаһам, ошо көнгә ҡалмаҫ инем. Ул бит аҡтыҡ көсөнәсә балаларын үҙ аталары менән үҫтерергә тырышты, ошо бәхетле ғаиләлә мине күрергә теләне. Их… ваҡытында ҡатынымдың хыялдарын емермәһәм, бәхетле, матур тормош хаҡына һуңғы сиктәргә еткермәһәм, ниндәй тыныс, бәхетле йәшәр инек. Ә бит ул алимент хаҡында ла алдан иҫкәртте, илап-ялбарып, күпме тапҡыр яҡшылыҡ менән аңлатып та төшөндөрә алмағас, әйткәнен үтәне. Ул бит балаларын яҡланы. Бәләкәстәр тәрбиәләп өйҙә генә ултырған ҠАТЫНдың ҡайҙан аҡсаһы булһын, нисек балаларын ҡараһын!? Балаларын? Әй, юҡ балаларыбыҙҙы!!! Балаларыбыҙҙы…
Икәүһенең инде туйы булды. Олоһо саҡырырға рөхсәт бирмәгән. Уртансым, маладис, саҡырҙы! Туй тантаһында мин үҙемде ете ят кеүек хис иттем… Үҙ аталары тип, ҡотлау һөйләттеләр ҙә - вәссәләм! Ә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, туғанлашҡан яңы яҡындар, хатта әлеге туғандар гел теге аталары менән аралашты. Ә балаларым һуң ҡалай өҙөлөшөп тора уның янында!? МИНЕҢ балаларым... Тапҡан атай түгел, баҡҡан - атай шул. Улар бер бөтөн, улар бер ғаилә. Мин генә бер меҫкен юлаусы инем, үҙ ҡаным аҡҡан балаларым туйында… Законға ярашлы, иң төп урынды бында мин тота алам, ә тормош закондарына ярашлы - юҡ. Ҡайтып киткәнемде лә һис кем тойманы, һис кем белмәне, буғай. Оло улымдың улы бар, МИНЕҢ ейәнем! Был улым да хәҙер бәпес көтә, тиҙәр. Нәҫелем арта, тоҡомом дауам итә. Тик ни мәғәнәлә? Мин кем ул нәҫелдә? Ниндәй эҙ ҡалдырҙым? Ниндәй өлөш индерҙем? ӨЛӨШ?! Тап шул өлөш өсөн улым мине ғәфү итмәне бит. Уларҙы алиментһыҙ ҡалдырыр өсөн ете-ятты уллыҡҡа алғанымды белгәс, хәтере ҡалды. Шулай ҙа кисерҙе улар. Байрамым булһа ҡотлап торалар, эш булһа, эшләшергә киләләр. Ысын, теге Ҡыш бабай кеүек… Ә бына йөрәк һыҙылғанда, шыҡһыҙ фатирымда яңғыҙым ғазапланғанда береһе лә юҡ. Ауырып ятҡанда ярҙам итеүсе лә, һис юғы дауаханаға алып барыусы ла булманы. Улдарым ярҙам итер ине лә, эштә булдылар шул. Һәр кемдең үҙ тормошо. Ғәфү итеүен иттеләр, ләкин яратыу һәм бурыс тоймайым… ҠАТЫНым янымда булһа, бер нәмәгә ҡарамай ярҙам итер ине лә, һораманым шул, инәлмәнем. Уларҙың тормошона минең ни ҡыҫылышым? Унда миңә урын юҡ. Һуңланым. Улар бәхетле олатай һәм өләсәй! Ейәндәрен һөйәләр. МИНЕҢ ейәндәремде…

Светлана Сөләймәнова.
 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: