Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Октябрь 2021, 17:05

"Ашҡаҙар" радиоһының баш режиссеры Урал Ниғмәтуллин йырлай!

Хәйерле кис, дуҫтар! Бына сираттағы ял көндәре лә тамам. Бик файҙалы үткәндер тип уйлайбыҙ. Иртәгеһе көндө матур кәйефтә ҡаршылайыҡ. Бының өсөн Урал Ниғмәтуллиндың моңдарынан кинәнәйек әле. Урал 1961 йылда Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. Тәүҙә тракторсы шоферға уҡый. Һалдат хеҙмәтенән һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында белем ала, һуңынан ситтән тороп БДУ-ның филология факультетында уҡый. Шаҡтай йылдар Ғафури район мәҙәниәт йортонда эшләгәс, Өфөгә күсә. Бөгөн ул “Ашҡаҙар” радиоһында эшләй.

«АШҠАҘАР» РАДИОҺЫ ЭФИР КИҢЛЕКТӘРЕНӘ 2010 ЙЫЛДЫҢ 7 ФЕВРАЛЕНДӘ СЫҒА.
РАДИО БАШҠОРТОСТАНДАҒЫ ЙЫЛҒА ҺӘМ ЙЫР ИСЕМЕ МЕНӘН АТАЛҒАН. КАНАЛ РЕСПУБЛИКАБЫҘҘЫҢ МӘҘӘНИ ТОРМОШОН ТУЛЫРАҠ САҒЫЛДЫРЫУ, УНЫҢ ҺОҠЛАНҒЫС ШӘХЕСТӘРЕ, СӘНҒӘТ ӨЛГӨЛӘРЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫРА БАРЫУ ҺӘМ КИЛӘСӘК БЫУЫНДАРҒА ТАПШЫРЫУ МАҠСАТЫНДА ОЙОШТОРОЛА. Радиоға Гәүһәр Батталова етәкселек итә.

 

"Ашҡаҙар" радиоһының баш режиссеры Урал Ниғмәтуллин йырлай!
"Ашҡаҙар" радиоһының баш режиссеры Урал Ниғмәтуллин йырлай!
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас