Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Октябрь 2021, 10:02

Хазина тулы “Арба”

Күңелле әкиәт геройҙары менән танышырға бергә барайыҡ!

Хазина тулы “Арба”Хазина тулы “Арба”
Хазина тулы “Арба”

Ҡала һәм ауылдар буйлап күңелле арба елә. Арбалағы бәләкәй театрҙың әкиәттәре, мәҙәктәре күп. Бөгөн улар ҡыйыу егет һәм хан ҡыҙы, батыр һәм Аждаһа, Юха һәм шайтанға әйләндерелгән малай тураһында боронғо башҡорт әкиәттәренән төрлө мауыҡтырғыс тарихтар алып килә.
Бер тигәс тә, ни булыр?
Уңған ҡулдарың булыр!
Ике тигәс, ни булыр?
Дәртле аяғың булыр!
Өс тигәс тә, ни булыр?
Батыр йөрәгең булыр! – ти Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың “Арба” әкиәте. Режиссер Зиннур Сөләймәнов Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары менән ошо әкиәтте сәхнәгә сығарырға әҙерләй. Әкиәт өсөн көйҙәрҙе композитор Диляра Ғәбитова ижад итте. Уларҙы Илшат Яхин аранжировкалай. Ә хореограф Александр Родионов бейеүҙәр өсөн матур хәрәкәттәрен һала. Әлеге мәлдә театрҙың башҡорт труппаһы бына ошо мәшәҡәттәр менән мәз килә. “Арба”ның премьераһы 11 ноябргә тәғәйенләнгән. Билеттарҙы бөгөндән хәстәрләй башларға кәрәк, Пушкин картаһы менән дә ҡулланырға була, - тип хәбәр ебәрҙе театрҙың әҙәбиәт бүлеге.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас