Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Октябрь 2021, 14:16

Изге уй-ниәттә булайыҡ

Ҡая ситендәге тар ғына һуҡмаҡтан көнөнә әллә нисәмә тапҡыр һыуға йөрөүсе бер ҡартҡа турист оҙаҡ ҡына ҡарап торғанда: “Һәр аҙымыңды хәүеф аҫтына ҡуйып нисек ул һуҡмаҡтан тыныс ҡына үтәһең ул?

Изге уй-ниәттә булайыҡИзге уй-ниәттә булайыҡ
Изге уй-ниәттә булайыҡ

Ҡая ситендәге тар ғына һуҡмаҡтан көнөнә әллә нисәмә тапҡыр һыуға йөрөүсе бер ҡартҡа турист оҙаҡ ҡына ҡарап торғанда: “Һәр аҙымыңды хәүеф аҫтына ҡуйып нисек ул һуҡмаҡтан тыныс ҡына үтәһең ул? Мин был турала уйлап та өлгөрәйем теҙ быуындарым ҡалтырап, ҡотом оса ла ҡуя”, – тип уның батырлығына берсә һоҡланған, берсә аптыраған.
“Сере ябай ғына, – тигән тегенеһе. – Был яҡҡа, һыуға барам. Унһыҙ ғаиләм менән сарсап үләсәкбеҙ. Кире боролғанда, өйҙә мине көткән яҡындарым янына ашығам һәм аҫтағы упҡын тураһында уйларға ла, унан ҡурҡырға ла ваҡытым ҡалмай”.
Ҡәҙерле дуҫтар, нимә менәндер шөғөлләнгәндә беҙҙең дә күңелде өшөткән ваҡиға-яңылыҡтар ҡойоно солғанышында ҡалырға ваҡытыбыҙ ҡалмаҫ. Иң мөһиме изге уй-ниәттә һәм яратҡан баҫмабыҙ “Шоңҡар” менән киләсәктә лә бергә булайыҡ. Шул саҡта күңел төшөнкөлөгөнә килтереүсән ауыр уйҙар ҙа, төрлө сир-сор ҙа урап үтер.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас