Шоңҡар
-3 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
31 Октября 2021, 11:31

Хызыр Ильяс менән осрашыу

Шулай аҙаплана торғас, эргәһенә ап-аҡтан кейенгән һаҡаллы ҡарт килеп арбаны этешә башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хызыр Ильяс менән осрашыуХызыр Ильяс менән осрашыу
Хызыр Ильяс менән осрашыу
Атайымдың ҡартатаһы Иҫәнгилдин Низамитдин Ғәләүетдин улы тәбиғәте менән изге йәнле кеше булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙон ғүмер насип булмай. Нескә күңелле кеше булараҡ, бар ауырлыҡты ла йөрәге аша үткәреп, ун ике балаһының етәүһен юғалтыуҙы бик ауыр кисереп, донъя менән иртә хушлаша. Уны һуңғы юлға оҙатҡанда ерән бейәһе мышнап кешнәргә тотона, ә күҙҙәренән йәштәр аға. Шулай, уның был донъянан китеүен туғандары, яҡындары ғына түгел, малҡайҙары ла ауыр кисергән.
Ҡартатайыбыҙ менән бик сәйер хәл дә булған. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ул ат менән күрше Әбделнәсир ауылынан ҡайтып килгәндә, йылға аша сыҡҡан саҡта, арбаһы бата. Эргәлә ярҙам һорарлыҡ берәү күренмәй. Шулай аҙаплана торғас, эргәһенә ап-аҡтан кейенгән һаҡаллы ҡарт килеп арбаны этешә башлай. Мораттарына ирешкәс, ҡартатайым рәхмәт әйтәйем, тип боролһа, ҡарттан елдәр иҫкән.
“Хызыр Ильяс булды ул”,—тип һөйләгән ул аҙаҡ.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас