

Һәр кемдә – ижади ҡараш
Йылға-күлдәребеҙгә арналған бихисап йыр ижад иткән халыҡ. Үткәндәрҙән тулҡын-тулҡын булып, гүйә, хәтер аға, бөгөнгө көнөбөҙгә тере тамсылар һибелә… Быуаттарҙы тоташтырған күңел хазинаһымы ни, тулҡын йылғаның моңон да, ҡеүәтен дә, матурлығын да берҙәй сағылдыра. Ул хатта тормоштоң дәртле ауазы һәм хәрәкәте булып ҡала. Ысынлап та, шулай бит. Хәҙер заман технологияһы үҙ тулҡыны менән һәр өйгә килеп инде. Был тулҡындар күҙгә күренмәй, ләкин туранан-тура йөрәккә тәьҫир итер көскә эйә. Радио тулҡындары – үткән быуаттан алып йәмғиәт тормошонан айырып алғыһыҙ күренеш. “Ашҡаҙар” радиоһы тип әйткән саҡта ла ошо күренеш күҙ алдына килеп баҫҡандай.
Бер яҡтан ҡарағанда, көнө-төнө һөйләп торған радиоларҙың бөгөн иҫәбе-һаны юҡ кеүек, улар ниндәй генә йүнәлештә эшләмәй ҙә тыңлаусыны нимә менән генә үҙҙәренә йәлеп итергә тырышмай. Ана шулар араһында “Ашҡаҙар” мәҙәни каналы үҙенең йөҙө, ҡарашы һәм алып барған ижади юлы менән айырылып тора. Ҡайһы бер радиолар өсөн тыңлаусыларҙы һаҡлап ҡалыу етди мәсьәлә булғанда, “Ашҡаҙар”ҙың тыңлаусылары бермә-бер арта бара. Бының сере нимәлә һуң?
Фәнүзә БАҺАУЕТДИНОВА, бүлек мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:
– Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Өфөнөң 20-се башҡорт мәктәбендә эшләп йөрөгән сағымда, миңә, йәш коммунисҡа, пионерҙар һәм комсомолдар менән эшләү бурысын йөкмәттеләр. Бер саранан һуң радиола эшләүсе журналист Фәрғәт Ҡунафин интервью алды. Минең тауышыма, башҡортса төҙөк һөйләүемә иғтибар итеп, Альбина апай Зәкирова радиоға саҡырҙы һәм эшләп ҡарарға тәҡдим итте. Мәктәптән буш ваҡытымда йүгереп килеп, тапшырыуҙарҙы уҡып, яҙҙырып китәм. Шулай йылға яҡын йөрөгәс, бер көн коридорҙа Фәниә апай Хәлитова тотоп алды ла тулыһынса радиоға эшкә күсергә тәҡдим итте. Шул көндән алып өс тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үткән дә киткән.
“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә килгәс, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырып, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланым. Башҡортостан радиоһында, “Радио-2” каналында тәжрибә туплап, Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” иртәнге программаһында тәүгеләрҙән булып тура эфирҙа эшләнем. Артабан – “Юлдаш”, бөгөн “Ашҡаҙар” радиоһында хеҙмәт юлымды дауам итәм.
- Бынан сирек быуат самаһы элек тап һеҙ башҡорт телендә тура бәйләнештә эш башлаған радионың нигеҙендә торғанһығыҙ. Шул ваҡыттағы үҙегеҙҙе бөгөнгө образығыҙ менән сағыштырып, нимәләр әйтер инегеҙ? Шулай уҡ тыңлаусының зауығы, кимәле үҙгәрҙеме?
– Радиожурналист микрофон алдына уны меңдәрсә кеше тыңлаясағын белеп, һәр һүҙе, фекере өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһо менән ултыра. Тапшырыуға етди әҙерләнеү, эфир мәлендә әңгәмәсеңде дөрөҫ юҫыҡҡа көйләү, уның кимәленә тура килеү мөһим. Был элек тә шулай булды, хәҙер ҙә.
Тыңлаусыларға килгәндә, үҙгәрештәр һиҙелерлек. Тәүҙә тура эфир мәлендә шылтыратыуҙар бик һирәк ине. Халыҡты нисек тә булһа йәлеп итеү маҡсатында телефон аша бушлай ҡотлауҙар ҡабул иттек. Кешеләр тура бәйләнештән ҡурҡа торғайны, ә хәҙер тыңлаусыларыбыҙ матур итеп үҙ фекерен еткерә, тапшырыу барышында төплө һорауҙар бирә.
– Журналистың эшендә көтөлмәгән хәлдәр ҙә йыш осрай, бигерәк тә тура бәйләнештәр мәлендә...
– Эйе, ундай хәлдәр ҙә булғылай. Мин һәр тапшырыуға, кәрәк була ҡалһа тип, запас туплап өйрәнгәнмен, шулай ышаныслыраҡ. Бер мәл милли матбуғатҡа арналған тапшырыуға “Һәнәк” журналының мөхәррире булып эшләгән Рәлиф Кинйәбаевты саҡырҙым. Ул – шул тиклем теүәл кеше, бер ҡасан да һуңламай. Ә был юлы ниңәлер тотҡарлана. Тапшырыуға 20 минут самаһы ваҡыт ҡалғас, шылтыратып ғәфү үтенде, телеүҙәктән алыҫ түгел урында машинаһын төкөгәндәр икән. Полиция хеҙмәткәрҙәре килгәнсе ташлап китә алмай бит инде. Тәүҙә ҡаушабыраҡ ҡалдым, унан тиҙ генә “Һәнәк” редакцияһына шылтыратып, телефондан һөйләшергә кеше таптым. “Рәлиф Мөстәҡимович үҙе китте, беҙ нимәгә кәрәк?” – тип ризалашмай аптыраттылар. Алдан туплаған баяғы запасым һәм телефон аша бәйләнеш ярҙамында тапшырыуым имен-аман үтеп китте.