

Февраль урталарында Сәриә сирләп китте. Температураһы күтәрелде, хәлһеҙ булып ятты. Поликлиникаға шылтыратып терапевт саҡырттылар. Иртәнсәк үк шылтыратһалар ҙа, киске биштәр тирәһендә генә килде табип. Киҙеү осоро, ауырыуҙар күп, шуға тиҙ йөрөй алмағандыр.
Ауырыуҙы тыңлап, хәлен унан-бынан ғына һорашып больничный асты, дарыуҙар исемлеген яҙып ҡалдырып китте. Апаһы дарыуханаға барһа, провизор ҡыҙ яҙыуын танымай бер булды. Үҙе белгән дарыуҙарҙы алғайны, файҙаһы теймәне. Бер нисә көндән табипҡа күренергә барғайны, уныһы бик ашығып ҡараны, ни хәл итәһең, танышы түгел шул. Хатта Юхин тупаҫ булып та күренде, хәлһеҙ ҡыҙ әкрен кейендеме икән:
– Тиҙерәк булығыҙ, күпме кешене көттөрәһегеҙ! – тип тиҙ генә кабинетынан сығара һалды.
Тын алышы ауырайып, бер туҡтауһыҙ йүткерә, төндәрен йоҡлай алмай интегеп сыға ине ҡыҙыҡай. Бронхитҡа әйләнгән икән, антибиотик алып ҡаҙарға тура килде. Уныһын да ике туған апаһы кәңәш итте. Ярай әле үҙҙәре укол һала белә, поликлиникаға йөрөргә хәле лә юҡ ине Сәриәнең.
Аҙна-ун көн ваҡыт үтте. Аҡрынлап булһа ла хәл инде, йәш организм сирҙе еңде. Больничныйын яптырырға ла ваҡыт етте. Табипҡа инеү ваҡыты алтынсы яртыла, етелә театрға барырға. Егете алдан билет алып ҡуйған икән, спектаклгә саҡырғайны.
Сәриәнең кәйефе шәп ине, сәсен бөҙрәләтте, яратҡан күлдәген кейҙе, биҙәнгәндә сағыу төҫтәрҙе ҡулланырға тырышты. Биҙәнеп-яһанып алғас, поликлиникаға китте.
Ғәҙәттәгесә, терапевт кабинеты алдында ҙур сират, бөгөн бигерәк тә пенсионерҙар күп, улар шым ғына ултырмай: һәр икенсеһе нимәгәлер зарлана, уфтана, заманаға һуҡрана.
– Мине ҡыҙым түләүле кардионеврологияға алып барғайны, унда врачтар бигерәк яҡшы ҡарай, гел шунда ғына йөрөр инем, – ти бер әбей.
– Аҡсаң күп булһа, йөрө. Минең хәлемдән килмәй. Беҙҙең поликлиникала ла яҡшы врачтар бар, тик оҙаҡ эшләмәйҙәр, әллә йүнлерәк урын эҙләп китәләр... – көрһөнөп ҡуйҙы бабай.
– Ҡалғандары йүнләп ҡарап та тормай, беҙ ҡарттарҙан ялҡып бөткәндәр инде.
Кабинет ишеге асылып, Юхин күренде. Күҙенә Сәриә сағылды. Күптән көткән кешеһен күргәндәй шатланып китте табип.
– Рәхим итегеҙ! – тип бик ихлас саҡырҙы ул. Эскә инеп ултырғас, терапевт:
– Ниндәй театрҙан һеҙ, гүзәл туташ? – тигәйне, ҡыҙ аптырап китте. Уны икенсе кеше менән бутайҙар, шикелле.
– Мин пациент, больничныйымды яптырырға килдем.
– Бындай һылыу пациенткам юҡ ине әле, – табип шаярып һөйләшергә тырышты, үҙ-үҙенә аптырауы йөҙөнә сыҡҡан, йәнәһе, нисек ошондай һылыуҙы шәйләмәгән. Ҡыҙҙы ул йәш актриса тип уйлағайны.
– Тағы ла бер нисә көнгә оҙайтайым, ял итә бирер инегеҙ.
– Рәхмәт, мин һауыҡтым инде.
– Көндөҙгө стационарҙа дауаланырға теләмәйһегеҙме? Йүнәлтмә бирәм, һеҙгә һис шикһеҙ оҡшаясаҡ. Массаж, тоҙ шахтаһы бар унда. Очаровательная леди, мин һеҙҙе үҙем дауалармын!
...Ике аҙна элек кенә кабинетынан ҡыуып тигәндәй сығарғайны бит, хатта йөҙөнә ҡараманы ла, шикелле. Киң свитер, джинсы салбар кейгән, биҙәнмәгән йонсоу ауырыуға кем иғтибар итһен инде?! Ә бөгөн... һандуғас булып һайрай, ҡыҙ алдында өлтөрәп тора ине урта йәштәрҙәге табип.
Нескә билен тағы ла нәҙегерәк күрһәткән килешле ҡыҙыл күлдәк кейгән, бөҙрә сәс шәлкемдәре иңенә таралған, зауыҡ менән биҙәнгән ҡыҙ, ысынлап та, һоҡланғыс ине, ҙур зәңгәр күҙҙәре шатлыҡтан балҡый. Күкрәгендә йөрәге типкән бер ир-атты ла битараф ҡалдырмаҫлыҡ ылыҡтырғыс ине ул.
– Кәрәк булһа, шифаханаға барырмын, ә стационарға пенсионерҙарҙы ебәрегеҙ, улар быға лайығыраҡ. Шулай ҙа... рәхмәт һеҙгә, доктор! – Сәриә шундай яғымлы тауыш менән әйтте һәм кәрәкле ҡағыҙын алып сығып китте. Иҫ киткес татлы, шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле хушбый еҫе генә тороп ҡалды.
– Ҡайҙа ҡалды икән шундай йәш саҡтарым, сираттарҙа ултырмаҫ инем... – тине бер әбей. Тек-тек баҫып үткән ҡупшыҡайҙы бабайҙарҙың һоҡланыулы ҡарашы оҙатып ҡалды.
Римма ӘХМӘТЙӘНОВА.