

Һәр һөйләменән йылылыҡ бөркөлгән Илсур Сәғит улы менән аралашыу – бер ғүмер. Ул ғүмерҙең йәмлелегенә һоҡланып туймайһың: бала сағынан бөгөнгөһөнә ҡәҙәр изгелек ебенә теҙелгән мәрйен бөртөктәре һымаҡ бер-бер артлы емелдәшеүҙән арынмай. Араларында ҡояштың үтә сағыу булмаған, әммә мөләйем йылы нурҙарына эләгеп балҡып киткәндәре лә, тыныс ҡына көн иткәндәре лә бар. Ситтән, ябай тамашасы күҙлегенән ҡарағанда, тәүгеләре күберәк кеүек. Ихата алдындағы бүрәнә өҫтөндә теҙелешеп ултырып ҡул сапҡан тиңдәштәре менән күрше малайҙар өсөн ҡуйған концертта башланғайны бит әле ул балҡыш. Тап үҙе өсөн генә тәғәйен алынған гармун, ололарҙан ишетеп өйрәнгән өлкәндәр йырлар йырҙарҙың бала тауышы менән яңғырашы ауылдаштары күңелендә бөгөгөгә ҡәҙәр яңғырауы ла сер түгел. Ул гүйә тыуған ер тәбиғәтенә ауаз булып береккән дә, ваҡыты-ваҡыты менән хәтергә төшөп тора. Юҡҡамы ни, ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән, тимәйҙәр – ауылдаштары, республикабыҙҙың Архангел районы Тирәкле халҡы, яҡташтары Илсур ағайҙың ҡайтып-китеүен дә ҙур байрамдай көтөп ала, уңыштарын үҙенекеләй ҡабул итә. Бындай ҡарашты абруйлы, тап төшөрмәй күтәрә белеү ҙә кәрәк. Абруй – ирҙең ҡеүәте. Илсур ағай ауылдаштарына ҡарата шул тиклем ихлас мөнәсәбәтен йәшермәй. Тыуған ер көсө менән ир ҡеүәте берләшһә, шәхестең арҡа һөйәген нығытыу ҡөҙрәтенә эйә. Ошо бәләкәй генә нурлы ауылдан инеш алған, йыраҡта ҡалған тәүге ҡыйыу аҙымдар Илсур Сәғит улын оло сәнғәткә сығара алыуы менән бөйөк.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тарихы Илсур Хәбировтың ижад юлы менән тығыҙ бәйләнгән. Бәлки был юлдар әлегә ябай һөйләм генә булып уҡылыр, әммә ваҡыт үтеү менән театр башланғысында тороусы бағаналар рәтендәге тәүге исемдәрҙе бөгөнгәсә был сәнғәт усағына тоғро ҡалыусы Башҡортостандың халыҡ артистары Илсур Хәбиров, Зифа Дәүләтбаевалар менән башлаясаҡтар. Улар бәйән иткән тарихты бөгөн яҙып алып ҡалыу зарур.
Илсур Сәғит улы театрҙа утыҙ беренсе йыл эшләү дәүерендә бихисап ролдәр сығарҙы. Улар араһынан айырып алып, тап ошо образды халыҡ яратты, тип әйтеп булмай. Сөнки актер лирик геройҙы ла, драматик, трагик ролдәрҙе лә, комик персонаждарҙы ла бөтә ихласлығы менән, күңел йылылығын биреп тыуҙырҙы: М.Буранғоловтың «Иҙеүкәй менән Мораҙым»ында – Янбай, Т.Миңнуллиндың «Ауыл эте Аҡбай»ында – Бульдог, «Диләфрүзгә дүрт кейәү» музыкаль комедияһында – Ғәлим, И.Йомағоловтың «Буш сәңгеләк» спектаклендә – Ғәле, З.Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт»ендә – Салихйән, М.Фәйзиҙең «Аҡ ҡалфаҡ» спектаклендә – Шахтимер, Ф.Бурнаштың «Таһир менән Зөхрә»һендә – Хан, М.Кәримдең «Салауат» трагедияһында – Байназар, «Ҡыҙ урлау» комедияһында –Дәүләтбай, «Йәйәүле Мәхмүт»ендә – Инсаф Мисбахов, «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндә – Йәмилдең атаһы, «Үлмәҫбай»ҙа – Сафа Каримов Т.Ғарипованың «Ғилмияза»һында – Иҫкебей, Ф.Бүләковтың «Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр»ендә – Ҡол-Ғәли, Салауат, – Г.Зайнәшеваның «Ғәйфи ағай, өйлән давай!»ында – Ғәйфи, М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы»нда – Йәнгилде, һәм тағы бик күп күркәм ролдәре тамашасы күңеленә инеп ҡалды. Театрҙан тыш режиссер Б. Йосопов Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйған “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” фильмында – Сафа, Ә.Нурмөхәмәтовтың “Кинйә” фильмында – Ҡасҡын Самаров, Д.Әбдрәшитованың “Асия” ҡыҫҡа метражлы фильмында – бригадир ролдәрен башҡарҙы. Быларҙан тыш Илсур ағай йырлаған “Етеле шәм”, “Яратаһым килә, шундай яратаһым...”, “Ләйлә менән Мәжнүн”, “Мөғжизәгә килә ышанғым”... йырҙары әле булһа ла радио эфирҙары аша яңғырап тора. Был йырҙар йөрәгендә ихлас моң йөрөтөүсе актерҙың ижад ғүмерен тағы ла оҙайтасаҡ әле.
Илсур Сәғит улы татыу, ҙур ғаиләлә алтынсы бала. Атаһы, Сәғит Хәбиров, ун ете генә йәшенә тағы бер йыл өҫтәтеп, үҙ теләге менән Бөйөк Ватан һуғышына киткән. Тәүҙә уҡсылар, артабан разведротала хеҙмәт итә, взвод командиры ла була. Харьков ҡалаһы өсөн барған һуғышта ҡаты яралана. 1943 йылда һәләк булыусы яугирҙәр исемлегенә инә. Баҡһаң, ҡаты яраланған хеҙмәттәшенә Сәғит Ғөбәйҙулла улы өҫтөндәге шинелен яба. Шул килеш яралыны алып китәләр. Ә шинел кеҫәһендә Сәғит Хәбиров документтары ятып ҡала. Шулай итеп, уйламағанда Илсур ағайҙың атаһы һәләк булыусылар исемлегенә инә. Имен-аман тыуған яҡтарына ҡайтҡас, күршелә генә йәшәүсе Ғәфифә Хөснөтдин ҡыҙына өйләнеп, бер-бер артлы ете балаға ғүмер бирәләр. Сәғит Ғөбәйҙулла улы алдынғы комбайнер була. Ҡырҡ йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Ете баланы бер-береһенә терәк булырҙай итеп тәрбиә биргән әсә Ғәфифә Хөснөтдин ҡыҙы оло ихтирамға лайыҡ. Балаларының был тормошта ныҡ баҫып торғанлығын күреп, улар шатлыҡтарына бергә ҡыуанып йәшәп өлгөрә. Ул Илсур ағайҙың сәхнәлә уйнағандарын да күрә, хуплауҙарын да, кәңәштәрен дә ваҡытында әйтә. Тамыры ныҡ ағас оҙаҡ йәшәй, тиҙәр. Үҙ тамырҙары, ата-әсәһе менән лайыҡлы ғорурлынып, улар хәтеренә тап төшөрмәй, рухтарына рәхмәтле булып йәшәй бөгөн дә хәбировтар.
Р. Ырыҫҡужина