

Остазы уҡыусыһының кемдеңдер мөхәббәтен яуларға ныҡышыуын белеп ҡалған да уға:
– Мөхәббәт талап итмә, юғиһә һин уны бер ваҡытта ла яулай алмаясаҡһың, – тигән.
– Ни өсөн?
– Өйөңә һис көтмәгән, саҡырылмаған ҡунаҡтар килеп ябырылып, ишек дөбөрҙәтеүҙәрен, уларҙы индереүеңде үтенеп, үҙҙәрен йәлләтеүҙәрен йәки ҡурҡытырға тырышып янауҙарын күҙ алдына килтер әле. Нимә эшләйәсәкһең?
– Ишекте тағы ла нығыраҡ бикләп ҡуям.
– Үҙеңде йәлләтеп йәки әрһеҙләшеп, көс ҡулланып, башҡа берәүҙең йөрәгенә юл ярырға тырышма. Улар һинән ары торорға, йөрәктәрен тағы ла нығыраҡ бикләп ҡуйырға теләйәсәк. Һин, киреһенсә, көтөп алынған ҡунаҡҡа әүерел. Кешеләрҙе яратырға өйрән, үҙең мөхәббәт сығанағы бул. Ул саҡта башҡаларҙың йөрәгенә юл үҙенән-үҙе асылыр. Хатта күптән бикле торған таш йөрәктәргә лә асҡыс ярата алырһың.
Иң мөһиме, һөйөүең ихлас булһын, яһалмалыҡтан ҡас. Ана, сәскәнән өлгө ал, ул бит бал ҡорттары артынан сапмай, бары уларға татлы һутын бүләк итеп, үҙенә ылыҡтыра.
Мөхәббәт тә ана шул башҡаларҙы үҙенә ылыҡтырыу көсөнә эйә татлы һутҡа тиң.