Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Ноябрь 2021, 17:05

Айһылыу Повесть (дауамы бар) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ

Айһылыуҙың үлеү хәбәрен ишетеп ҡайғыға ҡалған халыҡ уның тураһында тик яҡшы яҡтан иҫкә алып һөйләһә, әсе телле ғәйбәтселәр өсөн дә һөйләр риҙыҡ табылды. Улар ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа, бер хәл булырға тейеш ине, тип хәбәрләшеп, уның үлемен үҙҙәренсә юраны. Ҡайғылы хәбәр менән бер рәттән, ғәйбәтселәр сығарған һүҙҙәр ҙә ауылды тиҙ урап сыҡты.

Айһылыу  Повесть (дауамы бар) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙАйһылыу  Повесть (дауамы бар) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ
Айһылыу Повесть (дауамы бар) Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ

Риф Йөҙлөкбай

 

 

                                                    Айһылыу

 

Күҙ асҡыһыҙ буран өс көн үткәс кенә, таңда туҡтаны. Кешеләрҙе ғәжәпкә ҡалдырып, болоттар араһында юғалып торған ҡояш, буранлы көндәрҙе оноттороп, йылмайып күҙ баҡты. Яңы ҡар, ҡояш нурында ялтырап, күҙҙәрҙе ҡамаштырҙы. Кешеләр иркенләп, кинәнеп тын алып, ҡояш балҡыуына шатланып бөтә алманы. Март башындағы бурандан һуң, ҡояштың йылы нурҙары яҙҙы хәтерләтте. Мал-тыуар, тиҙрәк ҡояшта  йылынырға теләп, һарайҙарҙан көйшәнә-көйшәнә тышҡа сыҡты. Ҡарҙың иң бейек урынына менгән ҡаҙҙар ҡанат ҡағып ҡаңғылдашты. Ҡояш сыҡҡанға һөйөнгән әтәстәр ҙә ҡойма башына менеп, “кикирикүк” тип бар ауылға һөрән һала башланы.

Ошо ҡыуаныслы мәлдә “Айһылыу үлгән” тигән хәбәр ауылға йәшен тиҙлегендә таралды. Һәр кем был ҡурҡыныс хәбәрҙең дөрөҫмө, түгелме икәнлеген белер өсөн, дуҫ-иштәренә, күрше-күләнгә юл тотто. Хәбәрҙең дөрөҫ булыуын белгәс, нимә эшләргә белмәйенсә, аптыраштылар. Ҡулдарына эш,  тамаҡтарына аш барманы. Йән өҙгөс был хәбәр, өс көн, өс төн ҡоторонған буранды ла, йылмайып сыҡҡан ҡояшты ла онотторҙо. Айһылыуҙы бөтә кеше ярата, хөрмәт итә ине бит! Айһылыу тураһында бындай әҙәм ышанмаҫлыҡ ҡотосҡос хәбәр кешеләрҙең күңелен тетрәндерҙе, шомландырҙы.

Биш йыл элек, донъялар ҡатмарлана башлағас, ситтә йәшәү ауырлашҡас, Хәмит ғаиләһе менән ауылға ҡайтып төштө. Уның йәш ҡатынын – мөләйем, алсаҡ  йөҙлө сибәр Айһылыуҙы ауыл халҡы шунда уҡ үҙ итте. Ололар менән асыҡ итеп, йылмайып һөйләшеүе өсөнмө, хәлдәрен һорашҡан өсөнмө, әллә матурлығына һоҡланыпмы килен тиергә телдәре бармай, ҡыҙым, балам, тип бик тә яҡын күреп өндәштеләр. Айһылыуҙан бәләкәйҙәр еңгә, апай, тип һоҡланды. Өйләнмәгән егеттәр Айһылыу кеүек ҡыҙға ғына өйләнәм, тип, йөрөгән ҡыҙҙарын уның менән сағыштырҙы.

Ҡарағыҙ әле, Айһылыу эшләй башлағас, бухгалтерияға йәм керҙе, сөбханалла, күҙебеҙ теймәһен, тиеште ауыл халҡы. Элек барып инһәк, ҡайһыһына һүҙ ҡушырға белмәй тора инек, баштарын күтәреп ҡарарға теләмәйҙәр ине. Ана, Айһылыу, ни йомош, апаҡай, тип ҡаршы ала, йомошоңдо үтәп сығара, тип олоһо ла, кесеһе лә ҡыуанып маҡтаны.

Айһылыуҙың үлеү хәбәрен ишетеп ҡайғыға ҡалған халыҡ уның тураһында тик яҡшы яҡтан иҫкә алып һөйләһә, әсе телле ғәйбәтселәр өсөн дә һөйләр риҙыҡ табылды. Улар ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа, бер хәл булырға тейеш ине, тип хәбәрләшеп, уның үлемен үҙҙәренсә юраны. Ҡайғылы хәбәр менән бер рәттән, ғәйбәтселәр сығарған һүҙҙәр ҙә ауылды тиҙ урап сыҡты. Айһылыуҙы яратҡандар, хөрмәт иткәндәр, ғәйбәт һүҙгә артыҡ ихтибар бирмәһәләр ҙә, Айһылыуҙан көнләшкәндәр, эс керле кешеләр өсөн бындай һүҙҙәр етә ҡалды. Улар тағы ла яңылыҡтар өҫтәй биреп, ҡуйыртып ебәрҙе.

Айһылыуҙың ни сәбәптән үлеүен белеү өсөн, күптәр уларҙың өйөнә ҡыйыр-ҡыймаҫ атланы. Өйгә кереү мөмкин булмаһа ла, тышта йыйылған халыҡ үҙенсә фараз ҡыла.

- Үҙенә ҡул һалдымы икән...

- Юҡ, булмаҫ... Матур кеше үҙ баһаһын белә!

- Ире лә ныҡ эсте, буғай...

- Әллә иреме?

- Ауыҙыңды самалап ас.

- Көнләшеп тим инде...

- Милиция килеп еткәс, барыһында асыҡларҙар, - тип был һөйләшеүгә сик ҡуйырға теләпме, бер яҡ ситтә торған һикһән йәшкә еткән Буранбай ҡарт һүҙгә ҡушылды. Уның был шомло һүҙҙәренән һуң кешеләр тынып ҡалды.

 

                                                                 2

 

Хәмит ул төндә дуҫтары менән мас булып эсеп йөрөнө. Буран булғас, рейестарға машиналарҙы, тракторҙарҙы сығарманылар. Эш булмағас, механизаторҙар кәрт һуҡты, араҡы эсте. Еңелгәндәр араҡыға йүгерҙе. Шулай башланды уларҙың эсеүҙәре. Күптәр ҡайта алмай аунап ҡалды. Йөрөй алғандары, эсергә һаман етмәгәнгә, ауылға эҙләп китте. Хәмит һуңғылар иҫәбендә булды. Ауылда таралған ғәйбәт уның исерек башына тынғылыҡ бирмәне. Айһылыуға күҙ атып йөрөгән ирҙәрҙе тотоп яраһы килде. Үҙенсә план ҡорҙо. Шундай уйҙар менән, колхоздың баш бухгалтерының өйөнә атланы. Буран геүләүе, эт олоуы менән бергә ҡушылып әллә ниндәй ят тауыштар сығара. Был олоу башҡа шомло уйҙар килтерә. Ауыл йоҡлай, бер кем күрмәҫ. Хәмит, ҡапҡанан ингәс, ниндәйҙер асыу менән өй ишегенә тибә башланы. Бер аҙҙан, кем йөрөй, тип һөйләнә-һөйләнә хужа сыҡты.

- Кем бар?

- Ас, был мин.

Хужа төнгө ҡунаҡты әллә таныны, әллә юҡ, ишекте асты.

- Хәмит, нимә эшләп йөрөйһҙөң, бер-бер хәл булдымы әллә? – тине Рауил ғәжәпләнеп. Хәмиттең иҫерек икәнен белгәс, асыуы килеп: - Әйт, нимә кәрәк? – тине.

- Һөйләшәһе бар!

- Иртәгә һөйләшербеҙ. Хәҙергә ҡайт!

- Һөйләшмәй ҡайтмайым!

- Йә, һөйлә! Нимә тураһында һөйләшмәксе булаһың?

- Башыңды дүрәккә һалма, барыһын да беләһең.

- Нимә беләм?

- Бөтә ауыл белгәнде, тимәк һин үҙең белмәйһең инде?

- Иртәгә һөйләшербеҙ. Ҡайт! – тине Рауил асыулана биреп.

- Юҡ, былай ғына ҡайтмайым әле. Үлтерәм һине! Рауилға үрелмәксе булды. – Үлтерәм дә аҙаҡ ҡайтып Айһылыуҙы үлтерәм! Рауил Хәмитте этәреп ебәрҙе. Аяғында саҡ баҫып торған Хәмит ҡарға барып сумды.

- Әле һин шулаймы? – тип Рауилға һуғырға ынтылды.

- Хәмит, аҡылыңа кил. Һин иҫерек, ҡайт, иртәгә һөйләшербеҙ.

- Һин ниңә Айһылыуға бәйләнәһең?

- Хәмит...

- Мин барыһын да беләм.

- Һин бер нимә лә белмәйһең. Айһылыу тураһында насар уйлама. Уның бер ғәйебе юҡ. Ул һиңә тоғро ҡатын.

Шулай байтаҡ ҡына ғәпләшкәс, Хәмитте Рауил ҡапҡанан сығарып ебәрҙе. Хәмит ҡайтыр яҡҡа атлағас ҡына, Рауил кереп ятты.

Хәмиттең өйөнә ҡайтаһы килмәне. Аракынан мәңгерәгән башына бер ниндәй ҙә яҡшы уй килмәне. Ҡайҙа барырға? Кем эсергә бирер? Урам буйлап йөрөнө. Береһендә  лә ут күренмәне. Яңынан Айһылыу тураһында уйланы. Гаражда да ирҙәр йөрәгенә ут һала. Их, сибәр ҙә инде һинең ҡатын! Шундай ҡатының булһа икән ул! Ҡатынын маҡтауға һөйөнһә лә һуңғы ваҡытта сыҡҡан хәбәр йөрәгенә шом һала. Тиҙ генә үҙҙәренең урамына атлай башланы. Ҡайтып Айһылыуҙан барыһын да һөйләтергә иҫәбе. Буран да тына башлағандай булды. Өйҙәрендә ут янғанын күргәс, эре-эре баҫып ихатаһына инде. Нимә эшләп ут яндырып ултыра, кем бар? Ишекте тартһа – ишек асыҡ булып сыҡты.

- Нимә эшләп ишекте бикләмәйенсә ултыраһың? – тип ҡысҡырҙы. Яуап биреүсе булманы. Шул саҡ өй уртаһында ҡатынының ҡаҡ иҙәндә салҡан ятыуын абайланы.

- Тор! Нимә эшләп ятаһың? Кемде оҙаттың? Ишегең бикле түгел.

Айһылыу хәрәкәтһеҙ ята бирҙе. Беләгенән тотоп, үҙ яғына борҙо. Нимә был? Хәмит ҡаушап китте.

- Айһылыу, Айһылыу. Нимә булды? Ас күҙеңде! – тип һелкетте. Әллә үлгәнме? тигән уй өттө. Нимә эшләргә белмәне. Ҡан тибешен тотоп ҡараны. Айһылыуҙа йән әсәре юҡ ине. Күп эскәнлектән Хәмиттең башы эшләмәне. Йоҡлап ятҡан балаларын уятмаҡсы булды.

Кире уйланы.

- Айһылыу, - тип ҡысҡырып илап ебәрҙе. – Нимә эшләнең һин? Уның күкрәгенән нимәлер өҙөлөп төшкәндәй булды. Ҡурҡыу баҫты. Маңлайынан һалҡын тир бәреп сыҡты. Күршеһендә йәшәгән шәфҡәт туташына йүгерҙе.

Лилиә Айһылыуҙы тыңлап ҡараны ла:

- Һуң инде Хәмит, - тине.

- Берүк үлтермә, Лилиә, нимә булһа ла эшлә, зинһар өсөн! - тип ялбарҙы.

- Һуң инде...

- Медицина көслө бит. Әйҙә, больницаға алып барайыҡ!

- Оҙаҡ ваҡыт үткән. Файҙаһы булмаҫ. Хәмит үҙеңде ҡулға ал. Нимә булды һуң?

- Белмәйем. Мин ҡайтҡанда ишек асыҡ ине. Айһылыу иҙәндә ята.

- Хәмит ағай, һин бер нимәгә лә теймә. Милиция саҡыртырға кәрәк. Башы бәрелгән, бите сыйылған.

- Айһылыу, кем үлтерҙе һине? Һин булмағас, миңә ни йәм. Йәшәйһем килмәй! – Хәмит ҡулдары менән иҙәнгә төйөп иланы.

- Хәмит ағай,тыныслан. Ике балаң бар. Уларҙы уйла. Мин хәҙер районға шалтыратып инәм. Һин өйҙә генә тор, - тине лә Лилиә өйөнә ашыҡты. Өйөнә ингәс тә, ирен уятты.

- Тор әле, Хәмиттәргә ин, Айһылыу үлгән. Хәмитте һаҡла, бер-бер нимә эшләй күрмәһен, - тип ирен ашыҡтырҙы, үҙе телефондан районға шалтырата башланы.

 

                                                              3

 

Райондан милиция машинаһы сәғәт һигеҙҙәргә ауылға килеп төштө. Хәмиттәрҙең урамына машина үтә алмағас, колхоз идараһы янында ҡалдырып, йәйәү киттеләр. Бурандан һуң машина менән урамдарға керерлек түгел ине. Өй янында йыйылған халыҡ тынып, килгәндәргә юл бирҙе. Улар дүртәү ине, өсөһө формала, береһе формаһыҙ.

Өйгә ингәс, мыйыҡлы оҙон буйлыһы:

- Ире ҡайҙа? – тип һораны. Күҙ йәштәренә быуылып, шешенеп бөткән Хәмит:

- Мин, - тине.

- Һин ҡал, ҡалғандар сығығыҙ! – тип бойорҙо. Береһе иҙәндә ятҡан Айһылыуҙың бәрелгән урындарын ҡараны. Ҡалған икеһе өйҙө ҡараштырҙы. Нимәлер эҙләнеләр. Айһылыуҙы ҡарағаны мыйыҡлы янына килеп:

- Рим Мансурович, үҙ үлеме менән үлгәнгә оҡшамаған. Сикәһе ныҡ бәрелгән. Битендә сыйылған эҙ, тырнаҡ эҙенә оҡшаған.

- Фотоға төшөрөгөҙ. – Хәмиткә боролоп, - Нимә булды?

- Мин... мин өйҙә булманым, таң алдынан ғына ҡайттым. Мин ҡайтыуға ишек асыҡ ине. Айһылыу иҙәндә ята... Күҙҙәрен ҡулы менән һөртөп алды ла һүҙен дауам итте. – Хәрәкәтһеҙ ине, иҫән түгеллеген белгәс, Лилиәне алып сыҡтым. Ул медсестра.

- Һинең таң алдынан ҡайтҡанды кем дөрөҫләй ала? Хәмит уйға ҡалды. Аракынан мәңгерәгән башын һелкетеп ҡуйҙы. Нимәнелер иҫкә төшөрөргә тырышты. Рим Мансурович Хәмиттең һүҙһеҙ ҡалғанын, уйға сумғанын күреп:

- Ярай, һуңынан, - тине.

Хәмит был һүҙгә тынысланманы. Айһылыуҙың үлемен унан күрәсәктәр. Уның бармаҡ менән ҡағылмағанын бер кем белмәй. Шаһиттар юҡ. Шуны уйлап тиргә батты, бөтә тәне ҡалтыранды.

Хәмиттәрҙең өйөнә саҡлы трактор менән юл ярҙылар. Айһылыуҙың нисек үлгәнен тикшереп бөткәс, мәрхүмне машинаға һалып, районға алып киттеләр. Хәмит тә барырға иткән ине, тик тикшереүсе:

- Һин ҡалаһың, һөйләшәһе бар, - тине уға. Улар өйҙә өсәү. Хәмит, бер милиционер һәм был эште тикшереүсе Рим Мансурович ҡалды.

- Ултыр, иҫеңә төштөмө төндө нисек үткәргәнең? – тине Рим Мансурович Хәмиткә. Хәмит башын түбән эйҙе. Өй эсен ҡараштырып йөрөгән милиционер иҙәндән нимәлер алды ла:

- Рим Мансурович, һәҙәп таптым, - тип уға һуҙҙы. Ул һәҙәпте ҡулында әйләндергәләп ҡараны ла милиционерға:

- Кейемдәрен ҡарап сыҡ, ҡайһыһыныҡы икән? Үҙе ҡағыҙ алып нимәлер яҙып ҡуйҙы. – Балаларың ҡайҙа? – тип Хәмиттән һораны.

- Күршеләрҙә ине, әсәйем алып ҡайтмаһа? - тине.

- Балаларын алып кер әле, - тип милиционерға өндәште.

- Һин ҡайтҡанда ишек асыҡ, ут яна, ҡатының иҙәндә ята тиһең инде.

- Эйе.

- Һин ҡайтмағанда ишекте бикләй торғайнымы?

- Бикләй ине.

- Кисә берәйһе килергә тейеш түгел инеме?

- Белмәйем... кем белә... Хәмиттең нимәнелер йәшергәнен тикшереүсе һиҙенгәндәй булып:

- Йәшермә, нимә беләһең дөрөҫөн һөйлә. Кем килергә тейеш ине?

- Ҡайҙан беләйем, өйҙә булмағас.

Милиционер Хәмиттең ике балаһын алып инде. Балалар атайҙарына һыйынды.

- Атай, әсәйемә нимә булған? – тине улы. Хәмит бер нимәлә өндәшмәне. Күҙҙәренән йәштәр тәгәрәп төштө. Тикшереүсе:

- Исемең нисек һинең, үҫкәнем? - тип Хәмиттең улына һүҙ ҡушты.

- Рүзәл.

- Нисә йәш һиңә, Рүзәл?

- Ете йәш тула.

- Ә минең исемем – Айгөл, миңә биш йәш, - тип, һүҙгә ҡушылды ҡыҙы.

- Исемдәрегеҙ бик матур икән!? Кисә сәғәт нисәлә йоҡларға яттығыҙ?

- Кино бөткәс, - тине Айгөл ашығып.

- Берәйһе килмәнеме?

- Береһе лә килмәне. Атайҙы көттөк тә йоҡларға яттыҡ.

- Әсәйең ишекте бикләнеме?

- Бикләне.

- Утты ла һүндерҙегеҙме?

- Эйе.

- Төндә уяндығыҙмы?

- Мин юҡ, - тине Рүзәл.

- Уяндым, өйҙә ут яна ине, - тине Айгөл.

- Әсәйең уянғайнымы?

- Белмәйем. Ишектән кемдер сығып барған кеүек булды. Хәмиттең күҙҙәре ҙурайып китте. Ҡайғылы йөҙөнә уҫаллыҡ йүгерҙе. Шул мәлдә башынан әллә ниндәй уйҙар үтте.

- Ир инеме, ҡатын кеше инеме? – тип төпсөндө тикшереүсе.

- Әллә, Атай ҡайтҡандыр тип уйланым. Аҙаҡ йоҡлап киттем. Тикшереүсе бер аҙ уйланып торҙо ла, милиционерға:

- Балаларҙы кире индер, - тине.

- Беләм мин кем килгәнен, - тип ауыҙ эсенән һөйләнде Хәмит.

- Кем? Һөйләп бир!

- Уныһы үҙ эшебеҙ.

- Мин барыһын да белергә тейеш. Кешене үтергәндәр бит! Һөйләп биргән саҡта ғына нимә булғанын белә аласаҡбыҙ.

Милиционер, кейемдәрҙе ҡарап сыҡҡас, Рим Мансуровичҡа:

- Бындай һәҙәпле кейем юҡ, - тине.

- Бир әле миңә. Шул ваҡыт ишектән Лилиә килеп керҙе.

- Һеҙҙең ҡайһығыҙ Рим Мансурович була? Райондан шалтыраталар, һеҙҙе һорайҙар, - тине.

Дауамы бар. (1-се өлөш)

 

                                                             4

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас