

Белеп торам, күптәрегеҙ мине ғәйепләйәсәк хәҙер үк, тар күңелле тип әйтәсәк. Әммә барыбер һөйләйем әле. Ә бәлки, аҡыллы кәңәш биреүсе табылыр.
Йома көндө эштән ҡайтып ашаған ғына инек, ишеккә берәү шаҡыны. Барып асһам – иремдең алыҫ туғандары. Көскә таныным. Ярай әле: «Ә һеҙ кемдәр?» – тип һораманым. Һораһам да ғәйеп булмаҫ ине. Мин уларҙы бер тапҡыр ғына күргәнем бар – икенсе бер туғандарҙа туй мәжлесендә осрашҡан инек. Әммә унда ла яҡын аралашманыҡ. Ырымбурҙа йәшәгәндәрен генә беләм.
Ҡушарлап, ике бала – дүртәүләп килеп керҙеләр. «Отпускаға сыҡтыҡ та инде, Өфөнө күрергә булдыҡ», – тиҙәр. «Беҙ өйҙә булмаһаҡ, ни эшләр инегеҙ?» – тим. «Телефон бар бит, табыр инек һеҙҙе», – тиҙәр. «Килерегеҙҙе лә алдан уҡ телефондан хәбәр итергә була ине бит», – тип бик әйтәһе килде лә, телде тешләнем...
Коронавирус ҡурҡып, һуңғы ваҡытта яҡын туған-тыумаса менән дә аралашыуҙарҙы сикләнек бит әле – бер-беребеҙгә әллә ҡасан ҡунаҡҡа йөрөшкән юҡ. Ә былар...
Йома көндө мин, ғәҙәттә, ашарға еңел генә нәмә бер-бер артлы әҙерләйем – булғанын ашап бөтөргән инек бит. «Ни ашатайым хәҙер инде быларға?» – тип уйлайым. Бөтә ғаилә менән килгәс, ашау яғын уйлағандарҙыр уҡ, үҙҙәре менән алып килмәһәләр ҙә, магазиндан берәр әйбер алып кергәндәрҙер тим. Көт, алып килгәндәр ти һиңә ...
- Ҡатыны бер пачка сәй күтәреп кухняға инде. «Бына һеҙгә күстәнәс, Ырымбурҙа уҡ алып килдек», – ти. Шундай ҙур итеп бирә уны! «Рәхмәт», – тип алдым әле... Һыуытҡыста билмән бар ине, тиҙ генә бешереп, ашаттым быларҙы.
Ашап ултырғанда: «Беҙ бер аҙнаға килдек», – тип «һөйөндөрҙөләр». Ирем менән бер-беребеҙгә ҡарашып алдыҡ.
Өҫтәл эргәһенән ҡуҙғалғанда, аталары минән: «Һеҙҙең исемегеҙ нисек булды әле?» – тип һорап шаҡ ҡатырҙы. Ғүмере аралашҡан булмағас, белмәүе ғәжәп түгел, ә мин бит килен генә. Әммә кешегә бер аҙнаға ҡунаҡҡа килгәнһең икән, исемен генә булһа ла белеп килергә була бит.
Йоҡо бүлмәһенә быларҙы урынлаштырырға тура килде, үҙебеҙгә урынды балалар бүлмәһендә иҙәнгә йәйҙем.
Иртәгәһен иртә менән кәйефем бөтөнләй ҡырылды: үҙҙәре менән һөртөргә таҫтамал тимәйем инде, хатта теш щеткаһы ла алып килмәгәндәр! Әйтһәләр, яңыларҙы биргән булыр инем, запасҡа алып ҡуйғаным бар ине, ә былар беҙҙең щеткалар менән теш таҙартҡандар. Шулай була аламы һуң?! Машина менән килгәндәр бит – шул ғына нимәне алып килергә була ине ләбаһа.
Шунан башланды... Көнө буйы ҡалала әллә ҡайҙа йөрөй былар. Ирем менән ут йотоп торабыҙ: берәр ерҙән сир эйәртеп ҡайтмаһалар ярай ине тибеҙ. Экскурсияла йөрөй торған саҡмы?! Минең косметика менән буянып, минең яҡшы духи менән һибенеп сығып китә ҡатыны. Һорап та тормай. Аптырағас, бер-ике көндән һуң духины йәшереп ҡуйҙым.
Беҙ ҡайтҡансы өйҙә булалар. Ҡатыны һурпа һала торһа ла була бит – тотонмай ҙа. Мин ҡайтҡас, миңә сығып булышһа ла рәхмәт әйтер инем әле. Икәү барыбер
тиҙерәк эшләйһең бит. Унан һин бешергәнде ултырып ашайҙар ҙа, китеп баралар. Тау тиклем һауыт-һабаны йыуыу тағы миңә ҡала.
Аҙна буйына бер тапҡыр булһа ла икмәк алып ҡайтһындар. Башҡаны әйтмәйем дә... Салатҡа ҡыяр-помидор булһа ла һатып алырға була бит инде хәҙер, ҡиммәт тормай. Юҡ, буш ҡулдарын һелкеп ҡайтып инәләр.
Көскә түҙеп йәшәнем. Аҙна аҙағында һөйләшәһем дә килмәне үҙҙәре менән. Үҙемде көсләп кенә йылмайған булдым.
Киткәндә: «Беҙгә лә ҡунаҡҡа ла килегеҙ», – тип әйткән булдылар. Буш һүҙҙәр инде. Бик саҡырһалар ҙа, бараһым юҡ. Эшем гел командировкалар менән бәйле минең – Ырымбурҙа ла булғылаййым. Ай-һай туҡталыр өсөн ҡунаҡхана бар бит: берәүҙе лә борсоп йөрөмәйһең – ҡайтаһың да, тыныс ҡына ятып йоҡлайһың.
Эштәгеләргә был хәлде һөйләнем дә, улар: «Һин үҙең ғәйепле, бороп сығарырға ине. Һис бер көндән һуң: «Беҙ һеҙҙе үҙебеҙҙә шулай оҙаҡ тота алмайбыҙ», – тип әйтергә ине», – тиҙәр.
Ысынлап та ла, бындай осраҡтарҙа ни эшләргә һуң? Саҡырылмаған ҡунаҡтар менән үҙеңде нисек тоторға?
Зөлфиә.