

Ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге хәле тураһында йыш фекер алышабыҙмы?! Кейәүгә сыҡтың икән – йәшә! Барған ереңдә таш булып бат! Кәләш булырға йыйынған ҡыҙҙарға бына шундай теләктәр теләнә. Ә бит ғаиләле булыу – бәхетле булыу, тигән һүҙ түгел әле ул...
«Миңә 36 йәш. Иремдән айырылдым. Сәскә кеүек өс балам бар. Уҡытыусы булып эшләйем. Эшемде лә, балаларымды ла бик яратам.
Беҙ ирем менән 14 йыл йәшәгәндән һуң айырылыштыҡ. Бергә йәшәгән осорҙа мин ғаиләлә ҡатын-ҡыҙға булған ҡәҙер-хөрмәт хисен күрмәнем дә, тойманым да. Бала көткән ваҡыттарҙа иремде эштән өҙөлөп көтөп алам, ярҙамына өмөтләнә инем. Ә уның һәр ваҡытта ла беренсе сиратта эш булды. Мин ауырып урындан тора алмай ятҡанда ла, аптекаға сығып дарыу алып ҡайтыуҙы оло эшкә һананы. Үҙемдең әсәйемде лә был тормошта әллә ниндәй ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгәнен күрмәнем, ә бына үҙем дә ҡәҙерһеҙгә әйләндем. Ә бит кеше алдында нисек кенә ҡыланмай ине ул! Беҙҙе ситтән күҙәткән кешеләр, мине күрәһең, ер йөҙөндәге иң һөйөклө ҡатын тип уйлағандарҙыр. Ә өйгә ҡайтҡас ла бөтөнләй үҙгәрә, минең кәритәм яңынан ҡабаҡҡа әйләнә ине.
Балалар өсөн тип оҙаҡ түҙҙем. Әммә көндәр үткән һайын, аталарына ҡарап балаларҙың миңә ҡарата хөрмәтһеҙ булып үҫеүенән ҡурҡа инем. Бер көндө көҙгө ҡаршыһына килеп баҫтым да, күҙҙәремә ҡараным. Үҙ күҙҙәреңә тултырып ҡарау ҡурҡыта икән ул. Йыйырсыҡтар ҡаплай башлаған йөҙ, иҫке халатым, тетелеп бөткән сәстәр... Күңелдә бер ҡыуаныс та юҡ. Ә бит мин шаярырға, көлөргә һәм бейергә ярата торған шаян ҡыҙ инем. Йәшел күҙҙәрем күптәрҙе әсир итте йәшлектә, күптәрҙең мине үҙ яртыһы итәһе килде. Ә мин берәүҙе көттөм һәм... уны – ике йөҙлө кеше иремде һайланым. Һәм ғүмерлеккә яңылыштым. Хәҙер аңлайым, минең хатаны ҡыҙҙар бик күп ҡабатлай. Бигерәк тә, бер күреүҙән ғашиҡ булғандар...
Түҙҙем, түҙҙем дә уҙған йыл айырылышырға булдым. Көсөм дә, йәшәү дәртем дә һүнеп бара ине. Ә мин бит әле шундай йәш! Балаларым менән шатланып, төрлө ерҙәргә барып, донъя күреп, бәхетле йәшәйһе килә минең! Тиҫтә йылдан артыҡ йәшәгәндән һуң, айырылышыу тураһында уйлау бик оят икән ул. Башҡалар ни әйтер? Мине аңлаусы табылырмы? Балалар ғәйепләмәҫме? Ай-һай барыһын да үлсәп, күңел бизмәненә һалып ҡарағас... былай дауам итеп булмай тигән фекергә килдем. Мине күптәр аңламаны. Күңел менән ҡыйналып, ғазапланып, ҡәҙерһеҙләнеп йәшәү – тирә-яҡтағылар өсөн бер ни түгел икән, һинең бәхетһеҙ тормошоңа берәүҙең дә иҫе китмәй. Ҡатын-ҡыҙ ҡәҙерһеҙлеге ғәҙәти хәл тип ҡабул ителә. Ә бына һин бәхетең өсөн көрәшергә баш күтәрә башланыңмы?! Яҡын тирәлә аҡыл һатыусылар күбәйә, кемлегеңде иҫкә төшөрөүселәр арта. Беренсе сиратта ирем мине аңламаны. Ул мине китер тип уйламаған ине, күрәһең. Балалар ҡаршы килмәне. Улар менән ултырып һөйләштек, башта уҡ барыһын да аңлатып ҡуйған инем бит. Хәйер, атаһы менән әсәһенең айырым йәшәүе бер генә бала өсөн дә ҡыуаныс түгелдер, әммә ғаиләләге көндәлек тауыш, яуызлыҡ, кәмһенеү... Былары ла бала күңелендә эҙһеҙ ҡалмай торғандыр.
Хәҙер беҙ балаларым менән айырым йәшәйбеҙ. Аталары балалар менән осрашҡанда үҙен айырылышыу ҡорбаны итеп күрһәтергә тырыша. Бәхетһеҙ атай роленә кереп, балаларҙа йәлләү хисе уятмаҡсы. Ваҡыт үтеү менән барыһын да аңларҙар тип ышанам. Балалар менән ҡаты саҡтарыбыҙ ҙа була, күңелле ваҡыттар ҙа. Әммә мин үҙемде бәхетһеҙ итеп тоймайым. Балаларға кәрәклегемде аңлайым. Иртәләрем тыныс, кистәрем күңелле ығы-зығы менән туп-тулы. Ҡатын-ҡыҙ бәхетенә ирешер өсөн – ғаилә булыу тигән фекер менән мин хәҙер килешмәйем. Ҡатын-ҡыҙ бәхете ул – әсә булыуҙа. Миңә балаларым менән бик рәхәт».
Бына шундай фекер. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, балалар өсөн генә тип ғаиләлә кәмһетелеп, бәхетһеҙ ҡатын-ҡыҙ тормышы кисереп йәшәү ғәҙелме икән? Бәхет – парлы булыуҙа, тигән әйтем менән килешәһегеҙме?