Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Ноябрь 2021, 15:08

«Ул һине яратмай, фатирың өсөн генә йәшәй»

Ҡурҡынысы алда булған икән әле...

«Ул һине яратмай, фатирың өсөн генә йәшәй»«Ул һине яратмай, фатирың өсөн генә йәшәй»
«Ул һине яратмай, фатирың өсөн генә йәшәй»

Беренсе ирем юл һәләкәтендә үлде. Ул ваҡытта улыбыҙға 5 йәш ине. Бәләкәс бала менән кейәүгә сығыу тураһында уйлап та ҡараманым.Үҫеп аяҡҡа баҫһын да, унан үҙ тормошомдо ҡарармын тип йәшәнем. Юҡ, улым әсә итәгенә генә тағылып йөрөй торған егет булып үҫмәне. Үҙ аллы, үҙенең фекере бар. Бәләкәй саҡтан армияға барам тип үҫте һәм уҡыуын тамамлауға армияға китте. Улым армияға китер алдынан дуҫ ҡыҙым тол ҡалған туғаны менән таныштырҙы. Бик ипле кеше. Күңелемә ятты. Армияға китер алдынан был кеше тураһында улыма ла әйттем. Ул: «Һинең тормошоң, үҙеңә ҡара», – тине. Беҙ яйлап аралаша башланыҡ. Бер-беребеҙгә яҡынлаштыҡ та шикелле. Бер йылдан һуң улым армиянан ҡайтты ла, көтөп алған ҡыҙына өйләнеп, ул ҡыҙҙың фатирында йәшәй башланылар. Балаларҙың бәхетенә бик һөйөндөм. Үҙемдең дә тормошомды яйларға ваҡыт еткәнен аңланым. Беҙ никах уҡытып, минең фатирҙа бергә йәшәй башланыҡ. Әммә яңы ирем менән бергә йәшәй башлағас, улым уны яратмауын күрһәтә башланы, уның миңә күсенеп йәшәй башлауын ла оҡшаманы. Хәҙерҙән үк: «Ул һине яратмай, фатирың өсөн генә йәшәй», – тине.

Ҡурҡынысы алда булған икән әле. Көндәрҙән бер көндө улым өйгә ҡайтып инде. «Беҙ айырылыштыҡ. Миңә йәшәргә урын кәрәк. Әйҙә, фатирҙы һатып икегә бүләбеҙ», – тине. Миңә эҫе һыу ҡойҙолармы?! Нисек итеп һатайым инде мин был фатирҙы? Ошонда тыуып үҫтем, улымды ла бында үҫтерҙем. Фатирҙың һәр мөйөшө ҡәҙерле миңә. Өс бүлмәле фатирҙан һуң бер бүлмәле хрущевкала йәшәйһем дә килмәй. Ә фатир һатып икегә бүлһәк унан да яҡшыраҡ фатир килмәйәсәк. Әле уныһын алып булһа. Эйе, улым хаҡлы, уның да был фатирға хаҡы бар. Шуға ла бергәләп йәшәйек тип ҡараным. Тик ул хаҡта ишетергә лә теләмәй. «Мин бында иреңде ҡыуып сығарһаң ғына йәшәйәсәкмен», – ти. Юғиһә, иремдең уға бер төрлө лә зыяны тейгәне юҡ. Улыма ҡаршы бер һүҙ әйтмәй. Ни өсөн әле мин үҙ бәхетемдән баш тартырға тейеш, былай ҙа улым тип яңғыҙым йәшәнем бит.

Эйе, дөрөҫ тәрбиә лә бирмәгәнмендер тип уйлайым хәҙер. Эгоист булып үҫкән улым. Ике ут араһында йәшәйем: йә иремде ҡыуып сығарам, йә улһыҙ ҡалам...

Гөлназ.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас