

Факил МЫРҘАҠАЕВ
Ҡайын һуты Повесть
Башы (1-се өлөш)
Илгизәнең килгәнен көтөп Зөфәрҙең тәҡәте ҡороно. Һаман күренмәй. Килмәүе шулмы икән ни? “Ҡыҙҙар халҡы инәлтергә ярата. – Егет үҙен тынысландырырға тырышты. – Һүҙендә тора алмағас, вәғәҙә бирмәҫкә ине. Бармаған урманымы, үҙе лә йөрөп ҡайтыр ине әле. Ҡайын һутына барырға йыйынғанын белеп ҡалғас, сат йәбеште. “Мине лә эйәрт әле, – тине, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп. – Алыҫ булһа ни... Арыһам да, мыжып теңкәгә теймәм”, – тип көлдөрҙө, етмәһә». Кеҫә телефонынан да белешә алмай. Уныһы “ас”, ашатмағас, һөйләшкеһе килмәй. Иҫәбендә аҡса юҡ. Һалыр ине лә, Зөфәрҙең кеҫәһендә елдәр уйнай. “Ниңә телефоныңды һүндереп ҡуйҙың?” – тип һораһалар, ана шулай шаярта иптәштәрен.
“Саҡ ҡына көтөңкөрәйем дә, инде лә килмәһә, үҙенә үпкәләр. Көтмәнем түгел, көттөм”. Зөфәр ҡоймаға эленгән пакетын алып ҡуҙғалырға торғанда, йүгерә-атлай Илгизә килеп етте.
– Оҙаҡ көттөрҙөммө? – Ҡыҙҙың ашығыуҙан һулышы ҡапҡайны, йыш-йыш һуланы. – Шешә артынан йөрөп тотҡарландым. Һыуҙан бушағандары өйҙә бар һымаҡ ине. Эҙләйем-эҙләйем, таба алмайым. Аптырап, әсәйемә шылтыраттым. Ҡый булып ятмаһындар тип, ташланым, ти. Эй, асыуым килде. Шунан магазинға йүгерҙем. Ике шешә һыу алдым. Түгергә йәлләнем, өйгә ҡайтып, бушатып йөрөнөм.
– Ниңә әйтмәнең, үҙем алған булыр инем. Нисәү кәрәк, шул саҡлы.
– Һеҙ ҙә минераль һыу эсәһегеҙме ни? – Илгизә маңлайына төшкән сәстәрен рәтләштерҙе. – Әсәйем яҙ көнө крандан һыу эсеүҙе тыя. Бысрана, ти. Табип кеше белмәй әйтмәҫ.
Ауылдан сыҡҡас, баҫыу юлына төштөләр. Аяҡ аҫты бысраҡ. Күп тә барманылар, итектәренә бер иле батҡаҡ йәбеште. Былай булмай тип, Зөфәр юлдан ситкә тайпылды. Сиҙәмдән атлауы еңелерәк.
Илгизә лә йәнләнә төштө. Үҙенән бер класҡа түбән уҡыған түңәрәк йөҙлө, һомғол буйлы ҡыҙҙы күптән оҡшатып йөрөй Зөфәр. Тик үҙенә әйтергә ҡыймай әлегә. Хистәремде аңламаҫ, тип икеләнә. Шуныһын яҡшы белә: ҡыҙ ҙа битараф түгел, буғай. Икеһенең дә хис-тойғолары яҙғы ташҡында ярҙарынан ашҡан йылға кеүек бәреп сығыр көн алда, тимәк.
Урманға етәрәк исемһеҙ бер инеш аға. Йәйге селләлә бөтөнләй кибә ул. Яҙ көнө генә ҡотороп ала. Әле лә шашынған сағы. Былтырҙан ҡалған ҡыу үләндәр өҫтөнән гөрләп ағып ятыуы.
Аптырап туҡтап ҡалдылар. Нисек сығырға? Егет айбарланып аҡҡан һыуға баҡты. Әллә ни тәрән түгел, кисеп үтерлек. Илгизәнең генә итек ҡунысы ҡыҫҡараҡ.
– Елкәгә атландырайыммы, әллә күтәрәйемме? – тине Зөфәр, тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып.
Ҡыҙ яуап бирмәне, ниңәлер арҡаһы сымырлап ҡуйғанын ғына тойҙо. Оҙон ҡара керпектәр менән ҡаймаланған шоморт ҡара күҙҙәрен көс-ғәйрәте ташып торған егеткә төбәне. Уның күҙҙәрендә көтөлмәгән хәлдән баҙап ҡалыу сатҡылары түгел, ә йәшлек саялығы балҡый ине. Мыҡты кәүҙәле Зөфәр Илгизәне еңел генә күтәреп алды ла һыуға атланы.
– Муйындан ҡосаҡла, йә төшөрөп ебәрермен.
Яҙғы йылы ел уларҙың битен иркәләне, сәстәрен туҙғытты. Ҡышҡы йоҡонан уянған ер һулышы, урмандан килгән йәш бөрө еҫе, ҡыҙҙың тын алышы егеттең башын әйләндерҙе.
Инеш уртаһына еткәс, егеттең аяҡтары тыңлауһыҙға әйләнеп, туҡтап ҡалды. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙың ирендәренә үрелде. Тегеһе ҡаршы килмәне, күҙҙәрен йомдо. Һутлы ирен тәмен татыуҙан иҫергән егет ҡыҙ һүҙ ҡушҡас ҡына аңына килде.
– Сығар инде...
– Яратам, тип әйтһәң, сығарам, – тине егет, күҙҙәрен хәйләле ҡыҫып.
– Мин һине яратам! – тине лә ҡыҙ йөҙөн егеттең күкрәгенә йәшерҙе.
– Мин дә...
Урманға еткәнсе егет ҡыҙҙың ҡулдарын ысҡындырманы. Туҡтап, ҡосағына алды, ҡолағына нимәлер шыбырланы. Уларҙың йәштәргә хас вайымһыҙлыҡ менән көлөүе тирә-яҡты яңғыратты.
Эшкә тотонор ваҡыт ине. Зөфәр пакеттан пластик шешәләрҙе алды, бау әҙерләне.
– Ҡайындың олонон тишәһеңме ни? – тине Илгизә, Зөфәрҙең ҡулында бәке күргәс.
– Олонон тишкәс, ҡорой бит ул.
Ул ҡайындың бер ботағын аҫҡа эйҙе лә осон ҡырҡты. Ботаҡ осонан һут тамсыларға тотондо.
– Ботаҡты шешә ауыҙына тығабыҙ ҙа төшөп китмәҫлек итеп нығытып бәйләп ҡуябыҙ. Иртәгә беҙ урап килеүгә туп-тулы буласаҡтар.
Ҡайтыр юлда улар киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
– БДИ*-ға әҙерләнәһеңме? – тип һораны Илгизә.
– Уның нимәһенә әҙерләнәһең? Барыһы ла бирә бит, мин дә бирермен әле.
– Бигерәк ҡурҡыталар. Имтихандарға бер йыл бар, ә мин хәҙер үк дер ҡалтырап йөрөйөм. Һинең иҫең дә китмәй. Теге егет иҫемдән сыҡмай.
– Имтихан бирә алмаған өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалған егетте әйтәһеңме? Иҫәр ул! Йөҙ проценты менән иҫәр! Аҡылға теүәл булмағандыр. Яҡты донъяны үҙ теләгең менән ҡалдыр ҙа кит, имеш. Был минең башҡа һыймай. Кеше донъяға бер тапҡыр ғына килә. Һөйөр-һөйөлөр өсөн... Һәм башҡалар өсөн... Һәм башҡалар өсөн... Уларын һанап тормайым. – Зөфәр ҡапыл һөйләүҙән туҡтаны, Илгизәгә ҡарап алды. – Көлмә, йәме, ҡайһы бер саҡта мин шулай фәлсәфәгә бирелеп китәм.
– Уның ни көлкөһө бар. Киреһенсә, етди булыуың оҡшай миңә. Ә бына мин әллә ниндәй...
– Нисек инде әллә ниндәй?.. Аңламаным.
– Башым тулы хыял. Әле әсәйем кеүек табип булғым килә, әле уҡытыусы...
– Бер йыл ваҡытың бар. Хәл итерһең әле.
– Зөфәр, киләсәктә һин үҙеңде кем итеп күҙ алдына килтерәһең?
– Аграр университетҡа барырға иҫәп бар ҙа ул, нисек килеп сығыр. Имтихандар бирелмәгән бит әле.
– Мин һинең урында булһам, Өфөлә генә туҡталып ҡалмаҫ, Мәскәүҙең үҙенә үк китер инем. Һәйбәт уҡыйһың, инер инең теләгән вузыңа.
– Һмм... – Зөфәр ирендәрен ҡымтыны. – Берҙәм дәүләт имтихандарының ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бар, минеңсә. БДИ-ны уңышлы тапшырған осраҡта Өфөләге, Мәскәүҙәге, Питерҙағы күңелеңә оҡшаған уҡыу йортона инергә мөмкин, әлбиттә. Үҙең барып йөрөү ҙә кәрәкмәй. Документтарҙы почта аша ла ҡабул итәләр. Балың етһә, уҡырға ла алалар. Былары БДИ-ның ыңғай яҡтары булды, ти. Ә хәҙер кире яҡтарына киләйек. Мине, әйтәйек, Мәскәүҙә уҡырға алдылар, ти. Унда беҙҙең кеүек ситтән килеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ҡайҙа йәшәргә? Бөтә вуздар ҙа ситтән килгән студенттарға ятаҡтан урын бирмәй. Буш урындар бар икән, алалар. Булмаһа, фатир эҙләйһең. Ә Мәскәү – бик ҡиммәт ҡала. Ашҡаҙаның көн дә ас бүре урынына олой, фатир хужаһы ай һайын аҡса таптыра. Фатирың алыҫ булһа, транспортына ла аҡса кәрәк. Бер стипендияны нисек еткерәһең? Уныһын бирһәләр әле. Атай-әсәйҙәрҙең эш хаҡы юҡ хөкөмөндә, уларҙан ярҙам көтөү урынһыҙ. Ауылға, туғандар янына ла ҡайтҡы килә. Бында яратҡан ҡыҙың да ҡалһа... Юлда ла бушҡа йөрөтмәйҙәр. Ҡыҫҡаһы, ситтән килгән студенттарҙың тормошо шул ҡыйынлыҡтарҙы еңеүгә ҡайтып ҡала.
– Мәскәүҙә уҡыған кеше кеүек һөйләп ҡуйҙың.
– Былтыр Мәскәүгә уҡырға ингән Мостафаны беләһеңме?
– Эйе.
– Мәктәбебеҙҙең ғорурлығы тип йөрөттөләр. Олимпиадаларға йөрөүҙән бушаманы. Шул һөйләне. Егерме йәшем тулыр-тулмаҫтан гастрит эләктергем килмәй әле тип, уҡыуын ташлап ҡайтҡан.
– Ниңә шунда уҡ Өфөгә барманы икән?
– Уныһын әйтә алмайым. Үҙенән һорарға кәрәк.
Улар ауылға яҡынлашҡанда көноҙон салт аяҙ күкте айҡаған ҡояш байырға йыйына ине.
II
Исемлектә үҙенең фамилияһын күргәс, Зөфәр албырғап китте, танауын бөрсөк-бөрсөк тир ҡапланы. Ул – студент! Ниңә иҫәңгерәп тора һуң әле, ауылға хәбәр итә һалырға кәрәк. Өйҙәгеләр ҙә белһен. Теләктәре тормошҡа ашты: төпсөктәре юғары белемле һөнәр эйәһе буласаҡ.
Зөфәр документтарын аграр университетҡа тапшырғас, әсә улы Өфөгә юлланғансы маҙаһына тейҙе.
– Әйтерһең, уҡырға инеп ҡайтҡан. Төнө менән урам ҡыҙырыуҙан бушамайһың, – тине ул, вуздарға БДИ һөҙөмтәләренә ҡарап алыуҙарын бик яҡшы белһә лә.
– Әсәй, дискотекаларға йөрөүҙән дә тыйыр инеңме әллә? Мин бит хәҙер үҙ аллы кеше, оло тормош юлына аяҡ баҫҡанмын, ҡулымда – өлгөргәнлек аттестаты. Үҙең шулай тиһең бит... Йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәнем юҡ, киләсәктә лә минең хаҡта насар һүҙ ишетмәҫһегеҙ.
– Аптырағандан әйтәм, – әсәһе йомшай төшә. – Заманында беҙ ҙә имтихан тоттоҡ. Ҡулыбыҙҙан китап төшмәне. Имтихан һайын үлеп терелә инек... Берҙәм дәүләт имтиханы... Уйлап сығарғандар бит, ә? Бала-сағаны аҙҙырып...
Башынан мең төрлө уй үткән Зөфәр, инде тыныслана төшөп, исемлеккә йәнә бер күҙ һалаһы итте. Баштан төшөп, үҙ фамилияһына ҡабат туҡталды. Егеттең аяҡ аҫтында ер сайҡалғандай булды: фамилияһы тура килә, ә инициалдары юҡ. Ул «Мустафин З. Ш.», ә исемлектәгеһе ниндәйҙер «Мустафин Г. Г.»?! Фамилияһын күрҙе лә аңы иләҫләнде, фамилиялашы булырын күҙ алдына ла килтермәне. Ярай әле, ата-әсәһенә шылтыратырға өлгөрмәне, оятҡа ҡала ине.
Уҡырға инә алмағанға артыҡ бошонманы Зөфәр, тик шуныһы эсен ҡырҙы: өйгә нисек ҡайтып күренер? Эттән алып эткә һалып әрләмәҫтәрен белә, башынан да һыйпамаясаҡтар. Ярай, һөйләнерҙәр-һөйләнерҙәр ҙә туҡтарҙар әле. Зөфәр конкурстан үтмәгәнгә генә Ер шары әйләнеүҙән туҡтамаҫ. Йән биргәнгә йүн биргән, бер яйы сыҡмай ҡалмаҫ.
Ул күңелһеҙ хәбәрҙе әлегә ата-әсәһенә еткермәҫкә булды. Ә бына Илгизә менән һөйләшеп алыу ҡамасауламаҫ. “Исемлекте элеүҙәре менән шылтырат”, – тип тороп ҡалғайны. Көтәлер.
– Алло, Илгизә!
– Алло, Зөфәр! Сәләм!
– Сәләмеңде алдыҡ һәм сәләм бирҙек!
– Ҡайҙан шылтыратаһың?
– Ҡайҙан тип уйлайһың? Үҙең Өфөгә оҙатып ҡалдың бит. Шулай булғас, һөйөклө баш ҡалабыҙҙан, Өфөнән...
– Телеңә һалышма! – Илгизә Зөфәрҙе бүлдерҙе. – Ҡотларғамы?
– Ни менән?
– Тилебәрән орлоғо ашаныңмы әллә? Һөйләшеүеңдең рәте-сираты юҡ. – Ҡыҙ ҡылтайҙы. – Студент булыуың менән, тим.
– Исемлек әҙер түгел, тиҙәр. – Зөфәрҙең тауышы яһалма яңғыраны.
– Ҡасан әҙер була һуң?
– Әллә инде...
– Һорашманыңмы ни?
– Бер кем бер нәмә белмәй.
– Билдәле булғас та, шылтырат. Көтәм.
– Ярай.
Илгизә менән һөйләшкәс, Зөфәргә ҡыйын булып китте. Өфөгә юлланған класташтарына шылтыратып, уларҙың хәлен белешмәксе булды – уҡырға алғандармы, әллә уның һымаҡ, конкурстан үтмәнең тип, кире борғандармы? Ул урам буйлап тегеләй ҙә, былай ҙа туҡтауһыҙ ағылыусы машиналарҙы күҙәтеп, ары тапанды, бире тапанды ла уйынан ҡайтты: “Һүҙ ҡуйыртыуҙан ни файҙа...”
Уның һымаҡ уҡырға инә алмағандар байтаҡ икән. Зөфәр быға документтарын алыу өсөн сиратҡа баҫҡас иғтибар итте. Барыһының да сырайы һытыҡ. Айырыуса ҡыҙҙарҙың күңеле төшөнкө. Ҡайһыларының күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарып бөткән. Зөфәр үҙ алдына көлөмһөрәне: “Килештерәләр, яҡындарын һуңғы юлға оҙаталар тиерһең...”
Сиратта торғанда үҙенә яңылыҡ асты. Илаһалар, ҡыҙҙар йәмһеҙләнә икән дә баһа. Илгизә лә шулаймы икән? Хәтерен күпме генә эшкә екһә лә, уның үҙенең алдында йәш түккәнен иҫенә төшөрә алманы. Берәй илатып ҡарағанда?.. Ҡыҙыҡ өсөн.
Документтарын алыу менән автовокзалға йүнәлде. Билетты үҙҙәренең районына түгел, ә апаһы йәшәгән ҡалаға һораны. Кафела тамағын туйҙырып сығыуға, автобусҡа ултырырға саҡырҙылар.
III
Юл уға кәрәкле уҡыу йорто янынан үтеү сәбәпле, Зөфәр автовокзалға уҡ барып йөрөмәне. Автобустан төшөп ҡалғас, кеүәҫ менән һыуһынын ҡандырҙы ла, башҡа бер ергә һуғылмай, туп-тура колледжға китте. Эш көнө тамамланмаған, асыҡтыр, бәлки. Ябыҡ булһа ла зыян юҡ, комиссияның эш сәғәттәрен белер. Әле юлы уңмаһа, иртәгә тағы киләһе.
Колледж асыҡ ине. Хәҙергә барыһы ла ыңғай килеп тора. Артабан нисек булыр?
Ишекте асып инеүгә, уны туҡтаттылар.
– Егет кеше, һеҙ кемгә?
“Кире бороп сығара. Иртәгә килерһең, бер кем дә юҡ.”
– Ҡабул итеү комиссияһына килгәйнем.
Вахтала ултырған ҡатын бер Зөфәргә, бер стеналағы сәғәткә ҡараны.
– Иртәрәк килергә ине. Ҡайтырға йыйыналарҙыр. Йәһәт ҡылан.
Ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡыҙҙар, ысынлап та, ашыға ине, буғай, эште тиҙ тоттолар. Арлы-бирле иткәнсе документтарын алыу тураһында ҡағыҙ тотторҙолар. «Һуңлама, ваҡытында кил. Һин ғариза биргән белгеслеккә уҡырға теләүселәр күбәйә лә китә. Исемлектән төшөрөп ҡалдырыуҙары ихтимал», – тип иҫкәртергә лә онотманылар.
– Ятаҡтан урын бирерҙәрме икән?
Был һорауға ла ыңғай яуап алды.
– Бирерҙәр. Уныһын уҡый башлағас белешерһең.
Колледждан сыҡҡас, өҫтөнән оло йөк төшкән кешеләй хис итте үҙен. Уның урынында башҡа берәү булһа, университетҡа уҡырға алманылар тип, башын ташҡа орор, ата-әсәһен хафаға төшөрөр ине. Ә ул бер кем менән дә кәңәш-төңәш итмәй, үҙ аллы хәл итте лә ҡуйҙы. Был аҙымы дөрөҫтөрмө, юҡтырмы – уныһын бер Хоҙай ғына белә. Танауыңды төшөрмә, һәр ваҡыт шулай тәүәккәл бул! Тәүәккәлләгән таш ярыр, тиҙәр. «Ир-егеттең юлдашы – тәүәккәллек», – тип тә әйтәләр түгелме һуң әле? Ҡала урамы буйлап атлағанда үҙен шулай дәртләндерҙе егет. Күп тә барманы, телефонына йән инде. Ул! Юрағаны юш килде, кескәй экранда Илгизәнең исеме балҡыны.
“Кеҫә телефоны тигән нәмәкәйҙе ҡайһы йомробаш уйлап тапты икән? Һәр аҙымыңа отчет биреп йөрө инде, йә! Осрашҡас, күҙгә-күҙ ҡарашып серләшерҙәр ине әле. Тиле кешеләй урамда һөйләнеп бар, имеш”.
Сквер эргәһенән үтеп бара икән, туҡтап, эскәмйәләрҙең береһенә сүгәләне.
– Тыңлайым, Илгизә.
– Ниңә һаман өндәшмәйһең? Әллә ниҙәр уйлап бөттөм. – «Теләһә нәмә уйларға тиһәң, ҡыҙҙарҙы ҡуш инде». – Әллә эштәрең хөртмө?
– Барыһы ла тәртиптә.
– Әллә уҡырға алдылармы? – Илгизә Зөфәрҙең яуабын да көтмәй тәтелдәргә кереште. Тауышы ҡолаҡты ярып бара. Егет аппаратты ситкәрәк алырға мәжбүр булды. – Студент булыуың менән ҡотлайым! Ысын күңелдән! Мин һинең өсөн бик шатмын.
– Илгизә...
Бүлдермә әле тигәндәй, ҡыҙ хәбәрен теҙҙе генә.
– Һин киткәс, уйланым-уйланым да медицинскийға ла түгел, филологическийға ла түгел, ә һин уҡыясаҡ университетҡа барырға булдым. Экономическийға. Бергәләп уҡырбыҙ. Бергә-бергә икебеҙгә лә күңелле булыр. Һинән башҡа донъяның бер йәмен тапмайым.
– Ул хаҡта һуңынан һөйләшербеҙ, Илгизә. Башта мине тыңла...
Һөйләшеп бөтә алманылар. Ҡамасауланылармы, әллә башҡа сәбәптәнме, ҡыҙ көтмәгәндә телефонды һүндерҙе.
– Мине саҡыралар... – Трубкала Илгизәнең һуңғы һүҙҙәре яңғыраны.
«Бигерәк ҡыҙыҡ һөйләштек. Туҡтауһыҙ ләпелдәп һүҙ әйтергә лә ирек бирмәне. Ҡотлауы аграр университетҡа инеү менәндер инде... Колледж хаҡында әйтеп өлгөрмәнем бит...»
Бер аҙ уйланып ултырғас, юлын дауам итте.
Көтмәгәндә килеп төшкән Зөфәрҙе күргәс, апаһы менән еҙнәһе аптырашта ҡалды. Апаһының хатта йөҙө үҙгәреп китте.
– Өйҙә барыһы ла имендер бит? – тип һораны, хафаланып.
– Имен. Атай менән әсәй сәләм әйтеп ҡалды. – Зөфәр апаһын тынысландырыр өсөн шыттырҙы.
– Ниндәй елдәр ташланы? – тип ҡыҙыҡһынды апаһы, ниһайәт, хәл-әхүәл һорашҡас.
– Колледжға уҡырға инергә килдем, – тине Зөфәр ғәйепле бер төҫ менән. Апаһы ҡустыһының эштәре менән хәбәрҙар ине.
– Бәй, һин аграрныйға йыйына инең түгелме? Һуңғы тапҡыр һөйләшкәндә, әсәйем шулай тигәйне.
– Йыйынғайным да... Килеп сыҡманы. Унда конкурс ҙур, бер урынға биш-алты кеше.
– Ҡайһы колледжға күҙ төбәп килдең? – Һүҙгә еҙнәһе ҡушылды. – Яңылышмаһам, улар беҙҙә бер нисә, шикелле.
– Политехническийға. Документтар унда.
– Ҡалай өлгөрһөң. Уҡып бөткәс, кем булаһың инде?
Зөфәр колледждан алған ҡағыҙҙы еҙнәһенә тотторҙо.
– «Техническое обслуживание и ремонт автомобильного транспорта»... Тимәк, автомеханик. Университетта алырға теләгән һөнәреңә яҡын. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, инженер менән автомеханик араһында әллә ни айырма юҡ. Тегеһенең дә, быныһының да эше – техниканы хеҙмәтләндереү. Ир-егеттәр өсөн ҡулай һөнәр. Автомеханикка ауылда ла, ҡалала ла эш етерлек.
– Ятаҡ та вәғәҙәләнеләр. Ял көндәрендә килеп-китеп йөрөрмөн.
– Ятаҡ тип ауыҙыңды ла асма! – Апаһы, сәй яһауынан туҡтап, ҡустыһына төбәлде. – Беләм мин уның ниндәй урын икәнен. Ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөгән йәш-елкенсәкте юлдан яҙҙыра торған ер ул. Һыра... Тәмәке... Ҡыҙҙар... Наркотик... Бөтәһе лә шунан башлана. Беҙҙә торорһоң. Фатирыбыҙ иркен, Аллаға шөкөр. Һиңә генә урын етер. Уйылдан менән Ғилманға күҙ-ҡолаҡ булырһың. Дәрестәре бөттөмө, урамдан ҡайта белмәйҙәр.
Зөфәр шунда ғына ҡустыларының өйҙә юҡлығына иғтибар итте.
– Ҡайҙа һуң әле улар?
– Ауылда. Атай менән әсәй янында, – тине еҙнәһе. – Оҙаҡламай алып ҡайтырбыҙ инде. Мәктәпкә әҙерләйһе бар шилмаларҙы.
– Бушаған арала беҙгә лә ярҙамлашырһың, – тине апаһы. – Аҡса үҙенән-үҙе генә килмәй, телеңде арҡыры тешләп сапҡанды ярата.
Апаһы ла, еҙнәһе лә Зөфәр белә-белгәндән бирле сауҙа менән шөғөлләнә. Ике-өс магазин тоталар. Тауар артынан әле теге ҡалаға, әле был ҡалаға юлланалар. Улар өйҙә юҡ саҡта балаларына күршеләре Зөбәйлә әбей күҙ-ҡолаҡ булып тора.
– Минән ниндәй һатыусы сыҡһын! – Зөфәр көлөмһөрәне. – Бөлгөнлөккә төшкәнегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
– Ауыҙыңды йырма, һине берәү ҙә прилавка артына баҫтырырға йыйынмай, – тине апаһы, тауышын күтәреп. – Йөк бушатышһаң, магазиндарға әйбер илтешһәң, беҙгә артығы кәрәкмәй.
– Ә уҡыу?
– Ҡурҡма, уҡыуыңа зыян килтермәҫкә тырышырбыҙ.
Шарттарҙың, талаптарҙың асыҡ ҡуйылыуы һәйбәттер ҙә...
IV
«Апайым менән еҙнәм үҙҙәренең ни теләгәнен йәшермәй әйтте. Ҡалаға морон төртөр-төртмәҫтән аяҡ-ҡулын бәйләп ҡуйҙылар. Өйҙәгеләр ни әйтер? Өйҙәгеләр?.. Апайым түҙгән тиһеңме ни, әллә ҡасан һөйөнсөләгәндер...» – тип уйланы Зөфәр ауылға ҡайтып етәрәк.
Һиҙенеүе өйҙәренең ишеген асып ингәс тә раҫланды.
– Ун бер йыл буйы уҡып йөрөүеңде әйтер инем инде, әҙәм ышандырып, – тип асыуланды әсәһе. – Университетҡа инерлек тә белем ала алмағанһың.
– Конкурс ҙур ине бит, әсәй, – тип аҡланды Зөфәр. – Барыбыҙҙы ла бер юлы нисек алып бөтһөндәр. Киләһе йылға тағы барып ҡарармын.
– Быйыл уҡ уҡырға инһәң, кеше араһында йөҙөбөҙ яҡты булыр ине. Кемдең балаһы – шуныҡы. Бармаҡ төртөп күрһәтмәһәләр ҙә, уңайһыҙ, – тине атаһы, асыуын эскә йотоп. – Ишетеүемсә, класташтарыңдың күбеһе уҡырға ингән. Һин генә...
Атаһы менән әсәһе бер нисә көн шулай һөйләнде-һөйләнде лә тымды. Илгизә иһә күҙен дә астырманы, дәрескә шиғыр ятлап килгән уҡыусы һымаҡ, бер үк һүҙҙәрҙе тәҡрарланы ла тәҡрарланы.
– Ҡыҙҙар алдында оятлы иттең. Өфөлә Зөфәр менән уҡыуы күңеллеме, тип көләләр. Әйтерһең, егеттәре теләгән ерҙәренә уҡырға бара. Тәнзиләнеке лә, Дамираныҡы ла, һинең кеүек, училищенан ары китә алмаған. Фәниәнеке лә...
– Ниңә ҡайтҡанымды көтмәнең һуң? Белер-белмәҫ көйө һөйләнеп йөрөмәҫкә ине.
– Үҙең бит! – Илгизә йөҙөн сытайтты.
– Нимә «үҙең»? – Зөфәр ҙә бирешмәне.
– Үҙең бит, ҡотлайыммы, тигәс...
– Ә һин минең ауыҙҙы ла астырманың, автомат урынына татылданың. – Егет ҡулдарын автомат тотҡан рәүешкә килтерҙе. – Та-та-та... Та-та-та...
– Нимә тинем?
– Онотһаң, иҫеңә төшөрәм. Ҡыҙҙарҙың хәтере ҡыҫҡа, тигәндәрен ишеткән бар ине, дөрөҫ икән. – Зөфәр тауышын нәҙегәйтеп, Илгизә булып һөйләргә тотондо. – Уйланым-уйланым да медицинскийға ла түгел, филологическийға ла түгел, ә һин уҡыған университетҡа барырға булдым. Экономическийға. Бергәләп уҡырбыҙ. Бергә-бергә икебеҙгә лә күңелле булыр. Һинән башҡа донъяның бер йәмен тапмайым.
– Шатлығымдан әйткәнмендер инде. – Ҡыҙ оялып керпектәрен түбән төшөрҙө.
– Ниндәй шатлыҡ?
– Ниндәй булһын, уҡырға инеүең шатлығы менән.
– Мин колледжға индем, тип әйтергә теләгәйнем, ә һин үҙеңдекен тылҡының. Етмәһә, ҡыҙҙарға әйткәнһең.
– Үҙең бит...
– Әпәт мин!
– Үҙең бит һүҙҙе ситләтеп-уратып башланың, тәүҙә үк кәрәген әйтәләр уны, улай бик шәп булғас.
– Шаяртырға ла ярамаймы ни?
Зөфәр шуныһына шат: йөрәген әсир иткән ҡыҙ ваҡыт-ваҡыт үпкәһен белдерһә лә, өйөндә бикләнеп ятманы, һәр кисте уның менән үткәрҙе. Күңелдәренә оҡшаған фильм күрһәтһәләр – кино ҡаранылар, дискотекаларҙы ҡалдырманылар, аяҡтары талғансы төнгө урамдарҙы тапанылар.
Айырылышыу көндәре яҡынлашҡас, Илгизә илгәҙәкләнә төштө.
– Әллә ни төрлөмөн ул мин, – тине ҡапҡа төптәрендә серләшеп ултырғанда, Зөфәргә һыйына биреп.
– «Әллә ни төрлөмөн»... – Егет һағайҙы. – Ни әйтергә теләгәнеңде аңлап бөтмәнем.
– Уның нимәһен аңлатаһың. Еңел-елпемен. Уйлап бөтөр-бөтмәҫтән һөйләп, оятҡа ҡалыуым беренсе тапҡыр түгел. Ҡыҫҡаһы, миңә етдилек етмәй.
Зөфәр ыҡ-мыҡ итте, ҡыҙҙы йыуатмаҡсы булды, тик теленә йүнле бер һүҙ ҙә килмәне. Илгизә, башлағас, әйтеп бөтәйем тигәндәй, туҡтаманы:
– Үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым – ниндәй генә хәбәр ишетһәм дә, төбөнә тоҙ ҡоймайынса, бер кемгә һөйләмәйәсәкмен. Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән.
– Күптән шулай кәрәк ине! – Егет ҡыҙҙы ҡосағына алды.
V
Алсаҡлығы Зөфәргә колледжда ла ярап ҡалды, тиҙ арала курсташтары араһында үҙ кешегә әйләнде. Ләкин бер нәмәне һәр ваҡыт хәтерендә тотто: илгәҙәкмен, асыҡ күңеллемен тип, теләһә кем менән аралаша һалып барманы. Төркөмдәрендә үҙе һымаҡ ауылдыҡылар ҙа бар, ҡаланыҡылар ҙа етерлек. Һуңғылары тәүге көндәрҙә үк кәпрәйеп йөрөнө, мин – мин икән, мин кем икән тип, ауыл егеттәренә баш аша ҡараны. Юҡ-бар сәбәп табып, кәмһетеү яғын ҡайырҙылар. Уның ҡарауы, дәрестәрҙе иң күп ҡалдырыусылар улар ине. Баштары әрҙән сыҡманы.
Зөфәр ундайҙарҙан алыҫыраҡ булырға тырышты. Аралашып йөрөгән егеттәр араһында хуш күргәне Әкрәм ине. Ул уға беренсе көндә үк иғтибар итте. Итмәҫ тә ине, төркөмдә ул иң оҙоно. Икеһе лә бер биҫтәнән, йорт аша ғына йәшәйҙәр. Тәүге көндө үк юлдары тап килде. Дәрестәрҙән һуң гәпләшә-гәпләшә ҡайттылар. Шунда ныҡлап таныштылар. Ул да колледжға урта мәктәпте тамамлағас ингән.
– Беҙҙә бит юғары уҡыу йорттары юҡ. Ситкә сығып китергә кеҫә яғы таҡыр. Әсәйем менән генә йәшәйбеҙ, – тине Әкрәм төшөнкөрәк тауыш менән.
– Атайың ҡайҙа? – Зөфәр телен тешләне. «Урынһыҙ һорау биреп, хәтерен ҡалдыра күрмәйем тағы».
– Кем белһен! Мин бәләкәй саҡта уҡ айырылышҡандар. Баш күтәрмәй эсте, ти әсәйем.
Үҙ нәүбәтендә Зөфәр ҙә үҙҙәренең ғаиләһе менән таныштырҙы.
– Еҙнәң менән апайыңды беләм бит мин, баҙарҙа осратҡаным бар. Малайҙарын да күргеләп торам, – тине Әкрәм, уны тыңлап бөткәс.
Көн дә шулай уртаҡ юлды тапай торғас, бер-береһенә эҫенеп, дуҫлашып киттеләр.
Икеһенең дә ваҡыт яғы тар. Әкрәм ҡаланың баскетбол командаһында уйнай икән.
– Даими шөғөлләнмәһәң, форманы һаҡлауы ҡыйын, – ти. – Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым менән осрашырға ла форсат таба алмайым. Үпкәсел түгел әлдә, хәлемә инә. Күберәк телефон аша аралашабыҙ.
Зөфәр ҡустыларынан бушаманы. Ярай әле, апаһының башы етеп, оҙайтылған көн төркөмөнә яҙҙырған тегеләрҙе. Кискә табан ғына барып ала. Үҙҙәре генә йөрөргә бәләкәйерәктәр: Ғилманы – 3-сө, Уйылданы 4-се класта уҡый. Юл аша сыҡҡанда машина аҫтында ҡалып ҡуйыуҙарынан, насар кешеләргә юлығыуҙарынан ҡурҡа апаһы.
Сауҙа менән шөғөлләнгән кешенең ял көнө юҡ. Апаларында йәшәй башлағас, шуға инанды Зөфәр. Шәмбе менән йәкшәмбе – иң төшөмлө көндәр, сөнки халыҡ ялда баҙарға күп йөрөүсән. Шулай ти апаһы менән еҙнәһе. Иртүк сығып китәләр ҙә һуң ғына ҡайталар. Ә Зөфәр көноҙон ҡустылары менән мәж килә. Әле тегеһен, әле быныһын таптыралар. Урамға уйнарға сыҡһалар, өйгә индереп булмай. Мәхшәр! Апаһы менән еҙнәһе ҡайтҡас ҡына күҙе асылып ҡала.
Ял көндәрендә һирәк-һаяҡ булһа ла ауылға ҡайтып йөрөргә иҫәбе бар ине. Ҡайҙа ул! Өс айҙа бер урап килделәр ауылды күмәкләшеп. Унда ла ике-өс сәғәткә генә. Илгизә менән танһығы ҡанғансы һөйләшә лә алманы хатта.
Әле бигерәк һағынды Зөфәр ҡыҙҙы. Ул дәрес ваҡытында Илгизә менән СМС алышҡан саҡтарын иҫенә төшөрҙө.
Һин тип тибә йөрәгем,
Ә үҙең һиҙәһеңме?
Мин бит һиңә хаттар яҙҙым,
Һин уҡый беләһеңме? –
тип яҙып ебәргәс, былай яуаплағайны:
Һине уйлап төндәр үтә,
Һине уйлап таңдар ата...
Ҡайҙа һуң ул, әйтегеҙсе,
Ҡайҙа «Мегафон» тота?
Атайсалын, йән тартҡан ҡыҙын юҡҡынһынған егеттең күңеле нескәрҙе, хис-тойғоларының тау шишмәһендәй урғылып сығыуына сыҙай алмағанғалырмы, башына дыуамал уй килде: «СМС ебәргәндә?.. Хәҙер үк... Яуап бирерме икән?..» Зөфәр уҡытыусының иғтибарын йәлеп итмәҫкә тырышып, хәреф сүпләне:
Почему хат яҙмайһың?
Наверно, яратмайһың...
Яратмаһаң да пиши,
Күңелемде утеши.
Илгизә булһын да, яуап яҙмаһын, ти. Курсташтары тәнәфескә таралышҡанда, Зөфәр үҙ алдына йылмая-йылмая ҡыҙҙың яуабын уҡыны:
Сәләмдәреңде еткерә –
Телефон хәбәр һала.
Һинең урыныңа уны,
Түҙмәй, «әп» итеп алам!!!
Кискә табан тауышын ишетеү бәхетенә лә иреште.
– Уҡыуҙан ҡайттыңмы әле?
– Яңыраҡ ҡына. Күлдәкте үтекләп маташам.
– Ҡайҙа барырға яһанаһың? Свиданиеғамы? Әллә берәрһенә ғашиҡ булдыңмы?
– Ниндәй свидание?! – «Мине бында ҡыҙҙар артынан саба, тип уйлай әллә? Булыр унан!» – «Ассаи» төркөмө килгән.
– Классно! «Ассаи» – минең дә иң яратҡан төркөмөм. «Нежность» тигән йырҙарын көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡуям. Һүҙҙәрен дә ятлап алдым: «Твоя нежность меня пленила с первых минут, окутала навсегда...» Яныңда булһам, икәүләшеп барыр инек.
«Свидание» тигән һүҙ егеттең зитына тейгәйне, тегене үртәргә сәбәп эҙләне.
– Экономическийҙа уҡый башлағас, барырһың әле. Улар Өфөгә йыл да килә, тиҙәр.
– Ҡайтып, күҙемә генә күрен, ҡолағыңдан тартасаҡмын, – тип янаны ҡыҙ.
– Ауырттырғансы тартмаҫһың, йәме, «яратам» тигән һүҙеңде ишетмәй ҡалырлыҡ булмаһын.
– Ул һүҙҙе минән бүтән ишетмәйәсәкһең. Ҡолағыңа киртеп ҡуй.
– Ишетәсәкмен. Көҙгөгә күҙ һал әле, ана бит ирендәрең әйтәм-әйтәм тип тора. Әйт инде, концертҡа һуңға ҡалам.
– Һинән бер ниҙе лә йәшерермен тимә. Ҡайҙан белеп тораһың ул?! – Ҡыҙ шаталаҡланды. – Мин һине яратам!
– Мин дә һине яратам! Пока!
– Пока!
Күтәренке күңел менән сыҡты урамға Зөфәр. Колледждан ҡайтҡанда ғына күк йөҙө салт аяҙ ине. Ни арала болотлап өлгөргәндер, ишеп-ишеп ҡар яуа. Ел ыуарама килә, урам һепереүселәргә эш арттырмаҡсы, тротуарҙарға ҡар түшәй. Мөхәббәтенән ҡанатланған егет буранға ла иғтибар итмәй атланы. Буранда бүре ҡоторор, урамда тиле ҡоторор тигәндәй, уның йөрәге шашынып типте, тиктомалдан көлгөһө килде. Үҙен тотҡан ерҙән һындырыр, баҫҡан ерендә осҡон сәсрәтер бәһлеүән итеп тойҙо. Мәҙәниәт һарайында Әкрәм һөйләгән мәҙәкте тыңлағас, күҙенән йәштәр атылып сыҡҡансы көлдө.
– Баҙарға барғанда үҙем өсөн өр-яңы донъя астым бит әле. – Әкрәм мут ҡына күҙ ҡыҫты.
– Нисек? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды Зөфәр.
– Автобуста пассажирҙарҙың нимә хаҡында һөйләшкәнен, кондукторҙың уларҙан секунд һайын юл хаҡын түләүҙе талап иткәнен, аҡса түләргә теләмәгәндәрен ниндәй һүҙҙәр менән әрләгәнен ишеттем – плейерымды яңылыш өйҙә онотоп ҡалдырғанмын...
Әкрәм яңғыҙы түгел, эргәһендә ике ҡыҙ бар ине. Үҙенә оҡшап, оҙонорағы – Регина. Уныһын таный, курсташының дуҫ ҡыҙы. Бер нисә тапҡыр өсәүләшеп киноға барғайнылар. Икенсеһен – уртаса буйлыһын тәүге тапҡыр күреүе. Үҙен Оксана тип таныштырҙы. Исемен әйткәс, ниңәлер тартынып, буялған керпектәрен күтәрә биреп күҙ һирпеп алды. «Бигерәк оялсан икән», – тип уйлап ҡуйҙы Әкрәм.
Кейемдәрен тапшырырға гардеробта сиратта торғанда яндарына бер егет килеп баҫты. Етеү сәсле, ауыҙынан һыра, тәмәке еҫе борҡоған шөкәтһеҙ егет әҙәпһеҙ ҡыланды:
– Икегеҙҙе тағы ла бер күрһәмме?! – Егет Әкрәм менән Регинаға күҙенең ағын әйләндереп ҡараны ла, ҡырт боролоп, китеп барҙы. Регина күҙен ҡапланы:
– Шундай матур кистең йәмен ебәрҙе, йүнһеҙ!
Әкрәм һыҡтарға етешкән ҡыҙҙы иңбашынан ҡосаҡлап ситкә алып китте. Зөфәр Оксана менән тороп ҡалды.
– Кем ул?
– Эдгар. – Оксана күңелһеҙ хәлде оноторға теләп булһа кәрәк, тырнаҡтары буялған нескә бармаҡлы ҡулын һелтәне. – Йөрөй шунда һәптәнләп. Ни Аллаға, ни муллаға...
Концерт башланғанын көткән арала улар бер-береһе хаҡында байтаҡ нәмә белеп өлгөрҙө. Оксана – Регинаның класташы. Мәктәптә һуңғы йыл уҡыуҙары.
– Имтихандарға ла әҙерләнгәс, концерттарға бик йөрөп булмай.
– Иртә бит әле имтихандарға.
– Атай менән әсәй мине ҡаты тота, – тине Оксана. – Берҙән-бер ҡыҙҙары булғанға ҡурсалайҙар әллә. Элек тә бик сығарып бармайҙар ине, хәҙер бөтөнләй тыйҙылар. Бөгөн нисек ебәргәндәрҙер, үҙем дә аптырайым. Әкрәм менән Регина оҙатып ҡуябыҙ, тигәс кенә ризалаштылар. Көн-төн китап-дәфтәргә ҡапланып ултырып та булмай ҙа баһа, шуны аңлата алмайым үҙҙәренә.
– Мәктәптәге кисәләргә лә ебәрмәйҙәрме?
– Уларынан ҡалған юҡ. Дискотека, концерттарға бик иҫ китмәй. – Оксана ауыр көрһөндө. – Имтихандар ҡурҡыта.
– Үҙем әҙерләнәм, тиһең.
– Теүәл фәндәргә теш үтеп бөтмәй. Математика менән физика – минең өсөн йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урман. Атай менән әсәй репетитор ялламаҡсы.
– Мине репетитор итеп алаһыңмы?
Оксана ғәжәпләнеүенән ҙур асылған күҙҙәрен егеткә төбәне: «Шаяртмайһыңмы?»
– Аттестатың гел «бишле»ләрҙән торамы әллә?
– Маҡтанып әйтмәйем, һине өйрәтерлек кенә белем бар.
Йәкшәмбе көн осрашырға һүҙ беркеттеләр.
Концерт ҡарағанда ла, тамашанан һуң ҡыҙҙарҙы оҙатып ҡуйғанда ла Зөфәрҙең күңелен бер уй өйкәне: «Ҡайҙа осратыуы ихтимал Эдгарҙы?.. Хәтере яңылышмаһа, баҙарҙа, буғай. Көнө буйы килгән-киткән машиналарҙан йөк бушатыусы, йөк тейәүсе, кискә табан ҡыҙмаса булып йөрөүсе егеттәрҙең береһе...»
Һүҙҙе Әкрәм ҡуҙғатты. Ул, йәне әсенеп, шуларҙы бәйән итте:
– Мине Регина менән күрһә, ене ҡотора ла китә. Бар уйы – беҙҙең араны бутау. Регинаға ҡайһыбыҙ тәүҙә иғтибар иткәндер, әйтә алмайым. Бәлки, икебеҙ ҙә бер юлы артынан йөрөй башлағанбыҙҙыр. Ул да, мин дә ҡыҙҙың дәрестәре бөткәнен көтөп, мәктәп ихатаһын аҙ тапаманыҡ. Регина беребеҙҙе лә яҡынлатманы. Тәнәфестәрҙә лә һөйләшергә теләмәне. Беҙҙе күргәс, тағы ла һағалайһығыҙмы, тигәндәй, күҙ һирпеп кенә ала ла, һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ та һалмай, класташ ҡыҙҙары менән ҡайта ла китә. Беҙ үҙ-ара әрләшәбеҙ: «Һиңә башҡа ҡыҙҙар бөткәндер шул!» «Йөрөмә аяҡ аҫтында буталып!» «Регина тип тағы ла ауыҙыңды асһаң, әпәй шүрлегеңә менеп төшөргә лә күп һорамам!» Эйе, Эдгар мине ҡурҡытып та ҡараны, туҡмарға ла яҫҡынды. Ошо кәүҙәм менән шуға бирешеп торорға. – Әкрәм, туҡтап, Зөфәргә йылмайҙы. – Бер һуғыуға ла етмәй бит ул. Һүҙен һүҙ итә алмағанға ғәрлегенән әтәсләнә генә. Былайтып күпме йөрөргә мөмкин? Етмәһә, класташтар күҙҙе лә астырмай. «Бешмәгәндәр, бер ҡыҙҙы ла ҡарата алмайһығыҙ», – тип көләләр. Эдгар менән уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та, ҡыҙға шундай шарт ҡуйҙыҡ: «Интектермә беҙҙе, икебеҙҙең береһен һайла». Күреүеңсә, бәхет миңә йылмайҙы. Тик Эдгар кенәсел булып сыҡты, гел мыҫҡыл итә. Ҡайһы ҡыҙҙың нахаҡ һүҙҙәр ишеткеһе килһен! Регина ла шулай. Һөйгән ҡыҙың булғас, беләһеңдер, улар балауыҙ һығырға ғына тора. Бая ла көскә тынысландырҙым. Дөмбәҫләмәйенсә аңламаҫ, ахыры, Эдгар. Эштәр шуға табан бара.
– Тағы ла бер тапҡыр һөйләшеп ҡара, ыҡҡа килер, бәлки, – тип кәңәш итте Әкрәмде йотлоғоп тыңлаған Зөфәр.
Тегеһе ҡырт киҫте:
– Кемгә-кемгә, ләкин мин уға баш эйеп бармаясаҡмын! Эдгар беҙҙең тәнгә ҡаҙалған талпандан да яманыраҡ. Талпанды алып ташлайһың да ҡотолаһың, ә быны – юҡ, ҡаныбыҙҙы һура ла һура.
VI
Ишекте үҙ асҡысы менән асып ингән Эдгар шым ғына бүлмәһенә үтергә уйлағайны, уныңса килеп сыҡманы. Тупһа аша атлар-атламаҫтан әсәһе тып итеп алдына килеп баҫты. «Лекция тыңламайынса, йоҡлатмаясаҡ», – тип уйлап алды егет, әсәһенең ҡиәфәтен күҙҙән үткәргәс. Ятып торған, ахыры, сәсе туҙған, сырайы киткән, халатының төймәләрен дөрөҫ ҡаптырмағанлыҡтан, уң итәге һулынан бер ҡарыш самаһы оҙонораҡ.
– Ошо ваҡытҡа ҡәҙәр ҡайҙа йөрөнөң? Сәғәттең нисә икәнлеген беләһеңме? Иртән ни тип сығып киттең? – Әсә бер-бер артлы һорауҙарын теҙҙе.
Эдгар өндәшмәне, нисек етте шулай курткаһын һалып иҙәнгә ташлағас, итегенә эйелде. Улының битарафлығы әсәне ярһытты.
– Ниңә ҡустыңды бассейнға алып барманың? Һине көтә-көтә илап шешенеп бөткән. Алма алам тип нисә көн кәпәренәһең. Ҡайҙа? Ҡасандан бирле картуф таптырам. Ыжламайһың да... Барыһына ла бер үҙем нисек өлгөрәйем? Аяҡтан яҙғанды көтәһеңме әллә?
Мышнай-мышнай итеген сискәс, Эдгар башын күтәрҙе, тороп баҫам тигәнсе, кәүҙәһен тота алмай, сайҡалып китте. Стенаға һөйәлеп өлгөрмәһә, иҙәнгә ҡолай ине.
– Әллә эсеп ҡайтҡан инде? – Әсә үрһәләнде. – Шул ғына етмәгәйне...
– Күңел асырға ла ярамаймы ни миңә? – тине Эдгар, теле көрмәлеп. – Хаҡым бар, эсһәм, үҙем эшләп тапҡан аҡсаға эсәм.
– Былай дауам итһәң, атайыңдан да уҙҙырасаҡһың.
– Ниңә, атайға ни булған?
– Ни булғанын үҙең беләһең.
– Йүнле ҡатынды ташлап китмәйҙәр. Ғәйеп үҙеңдә булғандыр әле. Тотаһың да уны яманлайһың...
Эдгарҙың әйткәндәре әсәне сығырынан сығарҙы, ул үҙен-үҙе онотоп, улын уңлы-һуллы сәпәкләргә тотондо:
– Атайың бик шәп булғас, уның менән йәшә!
Тауышҡа уянып сыҡҡан кесе улын етәкләне лә бүлмәгә инеп китте. Әсәһенән быны көтмәгән егеттең иҫ-аҡылы китте, уттай янған яңаҡтарын һыйпаны.
Был уның әсәһе менән тәүге тапҡыр ғына ғауғалашыуы түгел. Барыһы ла атаһы ғаиләне ташлап сығып киткәс башланды...
...Мәктәптән асығып ҡайтҡан Эдгар туп-тура аш бүлмәһенә үтте. Инһә, аптырап китте, әсәһе өҫтәлгә ҡапланып илай.
– Ни булды, әсәй? Ниңә илайһың?
Тегеһе яуап бирәһе урынға һыҡтауын белде. Улы һорауын ҡабатлағас ҡына:
– Атайың китте, – тине, күҙ йәштәрен тыйырға тырышып.
– Китһә, ҡайтыр әле. Әйтерһең, бер бөгөн командировкаға йөрөй, – тине Эдгар, балалығына барып. – Әсәй, минең ашағым килә.
– Был юлы бөтөнләйгә китте. Ситтә кемелер барын һиҙенә инем һиҙенеүен, үҙ күҙҙәрем менән күрмәгәс, ышанмағайным. Имеш-мимештәргә лә ҡолаҡ һалманым. Беҙҙән көнләшәләр, тип әһәмиәт бирмәнем. Үҙе әйтте. Һөйәркәһе бәпес көтә икән. Бала өсөн бик борсола, яңғыҙын ҡалдыра алмайым, ти.
Асығыуын да онотҡан Эдгарҙың әле генә ишеткән һүҙҙәргә ышанғыһы килмәне.
– Бының булыуы мөмкин түгел! Түгел! Уның балалары бар бит инде! Ҡустым бар! Мин бар! – Эдгар әсәһен дер һелкетте. – Һин шаяртаһың ғына бит, әсәй... Шаяртаһың ғына... Шулай бит?
– Бындай хәбәр менән шаярмайҙар, улым...
Эдгарҙың һулышы ҡыҫылды, йөрәк тапҡырында нимәлер шартлап өҙөлгәндәй тойолдо. Ул күҙенә аҡ-ҡара күренмәй тышҡа атылды.
Хәҙер нисек йәшәрҙәр? 1-се класта уҡыған, атаһына иркәләнеп туймаған ҡустыһы ни эшләр? Үҙе һуң, үҙе! Ир-егеттәр араһында ғына була торған серҙәрен кем менән уртаҡлашыр? Ә әсәһе? Ул белә, әсәһе бит ошо көнгә ҡәҙәр иренә таянып донъя көттө, уның һүҙенән сыҡманы. Берәй әйбер һатып алырға йәки эшкә тотонорға йыйынһалар, иң элек уның менән кәңәшләште, шунан һуң ғына ниәтен тормошҡа ашырҙы.
Тилмереп күпме көтһәләр ҙә, атай кеше ишекте ҡабат асып инмәне. Кесе улын алдына алып иркәләүсе, Эдгарҙың сәсенән һыйпаусы, әсәһен ҡосағына алыусы булманы. Ҡыңғырау зыңғырлау менән, атайым ҡайтты, тип ишеккә йүгереүсе ҡустыһы тора-бара был ғәҙәтен ташланы. Себергә йәшәргә күскән атаһы баштараҡ һирәк-һаяҡ шылтыратып хәл-әхүәл белеште, аҡса ла һалғыланы. Ике улын да телефон аша булһа ла тыуған көндәре менән ҡотланы. Аҡса ебәрәм, үҙегеҙгә оҡшаған әйберҙе алырһығыҙ, тине. Аҙаҡ килеп егерме йылға яҡын ғүмер икән ғаиләһен онотто, һыуға батҡандай зымзыя юҡ булды.
Эдгар үҙ-үҙенә бикләнде, холҡо ҡырҡа үҙгәрҙе, юҡ-бар өсөн дә үсекте лә ҡуйҙы. Ғүмерҙә булмағанса, әсәһе менән телләште. Ҡушҡан йомоштарын «онотто». 11-се класта бөтөнләй тәртәнән сыҡты, өйҙән биҙҙе, ярҙамлашыуҙан баш тартты.
– Ашағас, ниңә һауыт-һабаны йыуып ҡуйманың? Сүп биҙрәһе лә түгелмәгән.
– Әллә... Онотҡанмын...
Һүҙ ҡуйыртҡыһы килмәне Эдгарҙың, яңғыҙ ҡалырға теләне. Әммә әсәһе бүлмәнән тиҙ генә сығып китергә оҡшамаған.
– Әгәр мин ашарға әҙерләргә онотһам? Күҙ алдына килтер әле, барыбыҙ ҙа ас ҡалабыҙ ҙа баһа. Һин дә ярҙам итмәгәс, миңә кем булышһын? Өлгөрә алмағанды күреп тораһың, – тине әсә, сабырлығын юймаҫҡа тырышып.
– Әсәй, минең дәрестәрем әҙерләнмәгән, – тине Эдгар, асырғанып. – Ҡамасаулама!
«Телен ҡыҫҡартырға кәрәк был малай аҡтығының! – Ҡатындың түҙемлеге шартлап һынды. – Тамам аҙҙы».
– Әсәй менән шулай һөйләшергә кем өйрәтте?
– Миңә дәрес әҙерләргә кәрәк! – тип ҡысҡырҙы егет. – Ә һин тәрилкә тип башымды ҡатыраһың.
Әсәне улының ярһыуы тетрәндерҙе. Ҡапыл ҡыҙып китеүенә үкенде. Үҙен уның алдында ғәйебе бар һымаҡ тойҙо. Күңеленә шик-шөбһә төштө: «Күңелһеҙ хәлгә тарығанмы әллә?»
– Бәхәсләшмәйек әле, – тине, улын тынысландырырға тырышып. – Ни булды һиңә, ә?
– Бер ни ҙә булманы.
– Улайһа, башҡа ваҡытта һөйләшербеҙ. Дәрестәрең менән бул. Ҡамасауламайым.
Бер аҙнанан һуң әсәне мәктәпкә саҡырҙылар. Ул класс етәксеһен ҡыҙарына-бүртенә тыңланы.
– Дәрестәрен ҡалдыра. Әҙерләнеп килмәй. Уҡытыусыларҙы мыҫҡыл итә. Класташтарын һанға һуҡмай. Улығыҙ менән һөйләшеп ҡарағыҙ әле. Бәлки, һеҙҙе тыңлар.
Эдгарҙың әсәһе менән һөйләшкеһе килмәне.
– Бәйләнмә! – тине. – Береһен дә күрә алмайым.
– Кемдәрҙе?
– Уҡытыусыларҙы ла, класташтарымды ла.
– Ниңә?
Һорау яуапһыҙ ҡалды. Күпме генә тырышмаһын, улының күңел түренә үтеп инә алманы әсә. Йөрәген мөхәббәт осҡоно ялмаған егет бар донъяға асыулы ине. Әсәһенә сиселергә теләмәне. Әгәр күңелен туҡтауһыҙ өйкәгән уй-кисерештәре менән уртаҡлашһа, әсә улын йыуатырҙай һүҙҙәр табыр ине. Кәңәштәрен дә бирер ине, моғайын. Ғәзизенең йөрәк кисерештәрен әсәнән дә нығыраҡ аңлаған кеше тыумаған әле Ер йөҙөнә! Шуны төшөнмәне тиҫкәре егет. Үҙе генә янды, үҙе генә көйҙө. Шағирҙар меңәр йылдар дан йырлаған мөхәббәт тигәндәре һөйөнөс урынына көйөнөс килтергәс, албырғап ҡалды. Ул мөхәббәттең сихри көскә эйә булыуын, утҡа ла, һыуға ла һалыуын ҡабул итә алманы. Теләһә ниндәй юлдар менән ғашиҡ булған ҡыҙының күңелен яуларға маташты, әҙәп тигән нәмәне онотто.
Шайтан ғына өмөтһөҙ. Регина мөхәббәтен кире ҡаҡты тип кенә, әрһеҙләшеүҙән туҡтаманы. Кино-концертҡа саҡырҙы – ҡыҙ әхирәттәре аша тапшырған билетты кире ҡайтарҙы; тамағынан өҙөп йыйған аҡсаға сәскәләр һатып алды – ҡыҙ бүләкте ҡабул итмәне; таң атыуға тротуарға ат башы ҙурлыҡ хәрефтәр менән «С днем рождения, любимая!» тип яҙҙы – ҡыҙ ыжламаны ла.
Әкрәмде йәне-тәне менән күрә алманы, «ҡолға» тип мыҫҡыл итте. Уйы менән күнекмә ваҡытында баскетболсы класташын яҙатайым баҫтырып «имгәтте» – егет иртәгеһен мәктәптә йәнен көйҙөрөп ирәүәнләнеп йөрөнө; ярышҡа автобуста китһәләр, автобусты юлда КамАЗ менән «төкөштөрҙө», самолетта осһалар, самолетты «шартлатты». Әммә «диверсия»лары бойомға ашманы. Әкрәм ҡайҙа ғына китһә лә, Регинаны ҡыуандырып, Эдгарҙың эсен бошороп, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтты.
Дауамы бар.