Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Ноябрь 2021, 08:16

Әсе яҙмыш

Ҡасандыр барыһы ла яҡшы ине...

Әсе яҙмышӘсе яҙмыш
Әсе яҙмыш

Тәненең зымбырлап һыҙлауы үҙәгенә үтеүҙән ыңғырашып төндәрен йоҡлай алмай, Әлфиә. Хәле насарая, бер-ике йотом ғына һыу эсә лә, уныһы ҡатҡан ирендәре буйлап кире сыға, ҡайһы бер туғандарын да танымай башланы... 
Дауаханан «алып ҡайтығыҙ,беҙ бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ» тигән бер генә һөйләм бөтә өмөттәребеҙҙе юҡҡа сығарҙы. Ябай табиптарҙың ниндәйҙер сихри көстәре юҡ шул... Артабанғы Әлфиәнең ғүмере Аллаһ Тәғәләнең ҡулында ине... 
Һеңлеһе Әҙилә апайын үҙҙәренең өйөнә алып ҡайтты. “Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәйенсә”, ҡайһы бер ауыл кешеләре Әҙиләгә «кәңәш» биреп маташтылар, ирең менән араларың һыуынып ҡуймаһын,-тип. Тик уға апаһының һаулығы мөһимерәк ине. 

Ҡасандыр барыһы ла яҡшы ине... Иренең генә «йәшел йылан» ҡолона әүерелеүенән башланды ла инде бәлә-ҡазалар. Атайһыҙ бала-арҡаһыҙ бала шул, көслө ир тәрбиәһе етмәнеме улы Ирәндеккә, мәктәптә уҡыған саҡтарҙа уҡ бензин еҫкәүҙән, һыра эсеүҙән ләззәт ала торғайны. Улының аҙып йөрөүенә ныҡ көйҙө Әлфиә... Бала әсә өсөн һәр ваҡыт бала булып ҡала шул. Ҡайһы ваҡыт асыуы килеп, «эх ошо Ирәндек урынына берәй ҡыҙ бала булһа,бәлки ярҙамсым да булыр ине, ҡыҙ бала әсәһенә яҡыныраҡ та була, - тип үҙ алдына һөйләнеп алған саҡтары ла булды. 

Әҙилә бүлмәгә ингәндә, Әлфиә ниҙер һөйләнә ине “Күрәһеңме, мине алырға килделәр, кейендереш мине, өйөмә ҡайтам”, тип ярһып илай башланы. Әле тынысланып киткәндәй булды ла, ауыр итеп һауаны һулап, ҡапыл йөрәге мәңгелеккә тибеүҙән туҡтаны... 
Шуныһы үкенесле, ғәзиз кешеһен юғалтҡан, Ирәндеккә был бер нисек тә тәьҫир итмәне. Бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәтәлер, күрәһең.

Автор: Гөлкәй Ҡыуатова

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас