

Факил МЫРҘАҠАЕВ
Ҡайын һуты. Повесть
Аҙағы (2-се өлөш)
– Әйҙә, үт, тартынма. – Оксана Зөфәрҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы. Һөйгән йәре менән осрашырға йыйынғандай, төҙәнгән-биҙәнгәйне: ҡаш-керпектәрен ҡарайтҡан, бит алмаларына беленер-беленмәҫлек итеп кенә иннек яҡҡан, өҫтөндә – ҡыҫҡа еңле ҡыҙылһыу күлдәк. Зөфәр курткаһын, итеген һалыуға алдына йомшаҡ тапочка килтереп ҡуйҙы. – Ҡунаҡтар өсөн тотабыҙ.
Егет бер аяғындағы өләсәһе бәйләп биргән йөн башалтайға, бер ҡыҙға ҡараны.
– Кей, кей, иҙән һалҡынса.
Зөфәр аяғына тапочкалар эләктерҙе лә ҡыҙ артынан эйәрҙе. Залға үткәс, тирә-яғын һынсыл байҡаны.
– Үҙең генәме әллә өйҙә?
– Әсәйемдәр универмагка киткәйне. Ҡасан ҡайтырҙар, әйтмәнеләр.
– Өйгә сит кеше индергәнһең, тип әрләшмәҫтәрме һуң?
– Әллә әсәйемдәрҙән ҡурҡаһыңмы? Уларҙың кешегә ҡаты бәрелгәндәрен күргәнем юҡ.
Оксана егеткә өҙҙөрөп ҡарап алды. Иғтибарлыраҡ баҡһа, Зөфәр ул ҡарашта ниндәйҙер хикмәт йәшеренгәнен шәйләр ине. Ләкин әле уның диҡҡәтен икенсе нәмә биләне: «Юҡ-бар һөйләп өркөтөп ҡуймайым. Фатирҙарына тәүләп аяҡ баҫам да баһа!»
– Үҙең талапсандар тигәнгә генә әйтеүем. Үпкәләтмәгәнмендер бит?
– Шуның өсөн генә ҡылтайырға мине кем тип беләһең?
– Әлегә математика менән физиканан имтихандар биреүҙән ҡурҡҡан ун беренсе класс уҡыусыһы Оксана тип беләм.
Көлөшөп алғас, икеһенә лә еңел булып китте, аралағы көсөргәнеш, ятһыныу кәмегәндәй тойолдо. Күп тә үтмәй улар, бер-береһен ғүмер баҡый белгән кешеләр кеүек, көлөшә-көлөшә дуҫтарса һөйләшә ине.
Оксананың бүлмәһе, бында ҡыҙҙар йәшәй, тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Бер яҡта стенка, ҡаршыла диван, быяла ишекле шкафтарға шыплап китаптар теҙелгән, йомшаҡ уйынсыҡтар, эреле-ваҡлы ҡурсаҡтар тултырылған. Уйынсыҡтар пианино өҫтөн дә баҫып алған. Ике шифоньер араһына ҡуйылған өҫтәлдә компьютер. Унан йыр яңғырай:
Һин ураған юлды мин урайым,
Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурым.
Һин һулаған яҙҙы мин һулайым,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
– Земфираның башҡортса йырлағанын ишеткәнем юҡ ине әле.
– Интернеттан яҙҙырып алдым. – Оксана йырҙы туҡтатты. – Теләһәң, һуңынан тыңларбыҙ.
Егет ризалығын белдереп баш ҡаҡты.
Зөфәрҙең «репетитор» тигән һүҙҙе ишеткәне бар, ләкин ул эш менән нисек шөғөлләнгәндәрен күҙ алдына ла килтерә алмай. Тик Оксана алдында һынатҡыһы килмәне, йөҙөнә эшлекле ҡиәфәт сығарҙы.
– Ниндәй темаларға тешең үтмәй?
Оксана егет алдына дәфтәрҙәрен таратып һалды, ҡулына әле физика, әле математика дәреслеген алды.
– Әйҙә, бөгөнгә математика менән булайыҡ, физика көтөп торор. Ҡаршы түгелһеңдер бит?
– Мин риза.
Зөфәр дәреслекте асты ла бармағын күҙенә салынған беренсе мәсьәләгә төрттө:
– Йә әле, сисеп ҡара. Был теманы үткәнһегеҙҙер бит?
– Үтеүен үттек тә ул, тик килтереп сығара алырмынмы икән?
– Ә һин башта эшләп ҡара. Нимә аңлашылмай, тартынмай һора, – тине егет ҡыҙҙың күңелен күтәрергә теләп. – Шуның өсөн саҡырманыңмы ни?
Оксана биремде дәфтәргә күсереп яҙҙы ла, ручкаһын ауыҙына ҡабып, туҡтап ҡалды.
– Дәрестә үткәнһегеҙ ҙә баһа, йә әле, иҫеңә төшөр, был мәсьәләгә ниндәй теорема тап килә?
– Белмәйем. – Ҡыҙ башын түбән эйҙе.
Егет кәрәкле теореманы тапты ла китапты Оксананың алдына һалды.
– Иҫеңә төштөмө?
– Төштө. – Ҡыҙ, ынйылай аҡ тештәрен күрһәтеп, йылмая-йылмая Зөфәрҙе ара-тирә маҡтап алырға ла онотманы. – Егеттәр теүәл фәндәргә башлы була шул.
Шәп булып ҡыланһа ла, уҡытыусылыҡ еңел һөнәр түгел икән. Теоремаларҙы аңлата-аңлата шыбыр тиргә төштө Зөфәр, тамағы кипте хатта.
– Эсергә берәй нәмә килтерәйемме? – Оксана йәһәт кенә урынынан ҡалҡынды. – Сәй, кофе...
– Сәй янына мәй ҙә ҡуйырһың, бәлки...
Ҡыҙ егеттең әйткәнен ысынға алды.
– Барҙа атайҙың шешәләре ултыра ла ул...
– Шаярттым ғына. Беҙгә сәй ҙә бата.
– Ә мин ысынлап һорайһың икән тип торам.
Оҙаҡ ултырманы Зөфәр, тиҙҙән яңынан килергә вәғәҙә биреп, Оксана менән йылы ғына хушлашты. Әкрәм уны баскетболсылар ярышына саҡырғайны.
VIII
Эдгар уҡыуға күңел һалманы, мәктәпкә әсәһенең әрен ишетмәҫ өсөн генә йөрөнө, шунлыҡтан Берҙәм дәүләт имтихандарын йүнләп тапшыра алманы. Өлгөргәнлек аттестаты урынына уға мәктәптә ун бер йыл уҡыуы тураһында белешмә тотторҙолар. Класташтары таңды теплоходта ҡаршы алды, ә ул үҙе кеүек мәктәпкә әллә ҡасан ҡул һелтәгән үҫмерҙәр менән подъезда һыра һемерҙе, төтөн йотто. Класташтары документтарын юғары уҡыу йорттарына тапшырғанда, эш эҙләргә мәжбүр булды. Аралашып йөрөгән әшнәләренең кәңәшен тотто: баҙарҙа эшҡыуарҙарға ялланды. Әжере булдыҡлылығыңа бәйле, күпме йөк бушатып-тейәүеңә ҡарап. Кәрт һуғып, һыра эсеп, тәмәке тартып көн үткәрһәң, кеҫәңә бер тин аҡса инмәүе лә ихтимал. Шуға күрә тәүге көндәрҙән үк егәрлелеген күрһәтергә тырышты, ҡайҙа ҡушһалар, шунда йүгерҙе. Еп өҙөрлөк хәле ҡалмағанда ла, ыңһарламаны. Шуның менән алдырҙы ла.
Эшләй башлағас та, әсә улын осондорманы. «Иш янына ҡуш булыр», – тине лә ҡуйҙы, аҡса ҡайтырып биргәс. «Осонғандың ҡулынан ҡуян ысҡынған», – тип өҫтәне күңеленән, элекке ҡыланыштарын күҙ уңында тотоп. Эдгар әллә ни әһәмиәт бирмәне, юҡһа холҡон күрһәтергә бына тигән сәбәп сыҡҡайны. «Үҙем дә, хәләл көсөм менән тапҡан аҡсам да артыҡмы ни хәҙер был өйҙә?» Асыуын ус төбөнә йомарланы.
Башҡа класташтары кеүек, Әкрәмдең берәй яҡҡа уҡырға китеүенә бик өмөтләнгәйне Эдгар. Ә ул, уның уйҙарын һиҙенгәндәй, тотто ла ҡалала ҡалды. Регинаны минән ҡыҙғана, тип уйланы. Ен асыуы сыҡты. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Нисек тә юлынан Әкрәмде алып ташларға план ҡорҙо. Аңҡы-тиңке килеп йөрөй торғас, башында бер уй моронланы. Әлегә ул бик зәғиф. Осмот ҡына. Көн күрергә ынтылған ыуыҙ ғына бәбәк. Япраҡ еленә лә ҡаршы торорлоҡ көсө юҡ. Ул наҙ талап итә, ҡурсалауға, бәпләүгә мохтаж. Ай үҫәһен көн, йыл үҫәһен ай үҫкән был уй тора-бара нәфсе-шайтанға әүерелде, ятһа ла, торһа ла тынғылыҡ бирмәне, магазинда уйынсыҡ таптырып мыжыған сабыйҙай, иреккә сығарыуҙы талап итеп еңмешләнде. Бала алдына батша ла сыға алмаған. Эдгар ҙа көндән-көн нәфсе-шайтан ҡотҡоһона бирелде.
Он ташыйҙар ине. Яурынындағы ярты центнерлы тоҡто бетон иҙәнгә быраҡтырҙы ла ҡысҡырып ебәрҙе:
– Вау!!!
Ҡапыл ырғытыуҙан тоҡ бүҫелде, келәт эсе он менән тулды. Һуңынан хаҡын түләттеләр-түләтеүен, иҫе лә китмәне. Уның бар булмышын нәфсе-шайтан биләгәйне.
Тормошҡа ашырыр ниәте аяуһыҙыраҡ, әлбиттә. «Булһын! Үҙ башына ҡарышты, үҙе ғәйепле. Ни эшләйем һуң, башҡа юлын күрмәйем. Булдыра алһаң, ғәфү итерһең, ҡәҙерлеләрҙән - ҡәҙерле элекке класташым, ҡан дошманым Әкрәм. Ғәфү итмәһәң дә үпкә һаҡламам. Мин киң күңелле кеше».
Шулай уйланы Эдгар.
– Башын төрмәгә тығырға!
Күңеленә оялаған нәфсе-шайтан ҡолағына шыбырлаған иҫте-аҡылды килтерерлек һүҙҙәр ошо ине. «Башын төрмәгә тығырға...» Тик нисек итеп?! Нәфсе-шайтан да ҡабат тауыш-тын сығарманы. «Мин тейешлеһен эшләнем, ҡалғанын үҙең ҡара», – тине лә ҡайҙалыр китеп олаҡты. Кешене тиктомалдан төрмәгә ултыртмайҙар. Әшнәләре менән кәңәшләшә алмай. Хәҙер бөтә ҡалаға таратасаҡтар. Әкрәмдән ниндәй «енәйәт» эшләтергә? Ғәжәп, быныһына яуапты тиҙ тапты.
Эштән бушағас, ваҡыт үткәреү өсөн кемдер ҡалдырып киткән гәзитте ҡараштырғайны. Һыу буйы мәҡәләләргә күҙ ҙә һалманы. Башын ауырттырып сконворд та сисмәне. Көләмәстәр уҡып кинәнде. Береһен иптәштәренә лә ишеттерҙе.
– Бер көндө өләсәй менән ейәндең дарыуҙары буталған. Ейәне төнгө клубта фейс-контролдә йоҡлап киткән, ә өләсәй һигеҙ мертлы ойоҡбаш бәйләгән.
Кинәнеп көлөштөләр. Гәзитте ташлар алдынан күҙе биш-алты юллыҡ ҡына хәбәргә төштө. Унда фатирында наркотик һаҡлаған өсөн бер кешене хөкөм итеүҙәре хаҡында яҙғайнылар. Эдгарҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Үҙе наркотик һаҡлап тотолған кешеләй, әллә ни һиҙҙермәҫкә тырышып, иптәштәренә күҙ һалды. Улары ҡыҙып-ҡыҙып кәрт һуға, Эдгар бар ни, юҡ ни. Тулҡынланыуы баҫыла төшкәндәй иткәс, уйланырлыҡ халәткә килде. «Ниңә, Әкрәм өйөндә наркотик тота алмаймы ни? Ала! Нисегерәк әле!» Ул, ҡулдарын ыуалап, ҡыуанысынан, бала-саға һымаҡ, сәпәкәй итә-итә саҡ һикерәңләмәне.
...Күҙ бәйләнеп, әрбәк-һәрбәк төшкәс, әшнәләре менән кафела осраштылар. Береһе лә һуңламаны. Йыйылыуҙарының сәбәбе әлегә билдәһеҙ, һәр ваҡыттағыса, тамаҡ сылатып кәйефләнеүгә, ҡала урамдарында көстәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, тегендә-бында һуғылып йөрөүгә оҡшамаған. Эдгарҙың йөҙө уғата етди, донъяуи проблемалар өҫтөндә баш ватҡан президенттыҡынан һис тә ҡалышмай. Ваҡыт-ваҡыт әшнәләренә күҙ һалып ала ла ҡарашын өҫтәлгә төшөрөлгән шаҡмаҡлы биҙәктәргә төбәй, ара-тирә алдындағы тоҙло сәтләүек һауытын әйләндергеләп ҡуя.
Һыра шешәләре яртылаш бүҫкәрҙе, тоҙло сәтләүек тә кәмене.
– Бер эш сығып тора. – Ниһайәт, Эдгар башын күтәрҙе. Өҫтәл йәнләнә төштө. Бер-береһенә ҡарашып алдылар. – Бер егет ишаратының иманын уҡытып алырға кәрәк.
Кемде, тип һорарға телдәре ҡысытһа ла, береһе лә һорау бирергә ҡыйманы. Холҡон белеп бөткәндәр, бүлдергәнде ене һөймәй. Түҙемһеҙләнеп, үҙе әйткәнен көттөләр.
– Ҡасан, ҡайҙа, кемде икәнен ваҡыты еткәс белерһегеҙ. Иҫенән яҙғансы дөмбәҫләмәҫкә. Һеҙҙең бурыс – ҡурҡытыу. Әйтергә онотоп торам, бер әйберенә лә теймәҫкә. Окей?
– Эд, кеҫәһе тулы аҡса булһа ламы? – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе береһе.
– Йомошоң сәйер булып сыҡты бит әле был юлы, Эд, – тип өҫтәне икенсеһе.
– Бер нәмә лә аңламаным, – тине өсөнсөһө.
– Әйтмәм, тигәйнем, әйттерҙегеҙ инде. – Эдгар һынын турайтты, һыра уртланы. – Ул егет һуңынан миңә кәрәк буласаҡ. Окей?
– Күптән шулай тиҙәр уны. Ҡыҙҙар әүрәткәндәге һымаҡ, һүҙ уйнатаһың әтеү.
Эдгар кемгә ниндәй бурыс төшкәнен ентекләп аңлатты.
– Мәгәрисе булырмы һуң, Эд? – тип һорарға батырсылыҡ иттеләр.
– Ниндәй тоҙһоҙ һорау был тағы, ә? – Эдгар әшнәләренә һөҙөп ҡараны. Тегеләре шөрләй төштө. Шешә менән башҡа тондормағайы, тип уйланылар булһа кәрәк.
Тағы ла берәр шешә бушаттылар ҙа таралыштылар.
IX
Килешелгән көнгә килә алманы Зөфәр, бәләгә тарыны.
Апаһы менән еҙнәһе өндәшкәс, ярҙамлашырға тип баҙарға барғайны. Машинаны келәт алдына ҡуйғас, кемдер еҙнәһен телефон аша саҡыртып алды. Әйберҙәрен бушатып бөттөләр, еҙнәһе юҡ та юҡ, китте лә батты. Машинаны алыуҙы талап иттеләр, сөнки ул башҡаларға үтеп-һүтергә ҡамасаулай икән. Зөфәр ике уйлап торманы, тәүәккәлләп кабина ишеген асты.
– Руль тоторға ҡасан өйрәндең, ҡәйнеш? – тип белеште фатирға ҡайтҡас еҙнәһе.
– Бер кем дә өйрәтмәне. Атайымдың машинаһында үҙем өйрәндем.
– Һиңә право алаһы ғына ҡалған. Ниңә курстарға йөрөмәйһең?
– Бик йөрөр инем дә... Улар түләүле бит. Унан, колледжды ла ташлағым килмәй.
– Кем һиңә уны ташларға ҡуша? Киске яҡта уҡырһың. Аҡса өсөн борсолма, үҙебеҙ бирербеҙ.
– Рәхмәт.
Еҙнәһенең һүҙе бөтмәгән икән, ашыҡмаҫҡа ҡушты.
– Йәйгә автосервис асырға ниәтләйем. Минең янға эшкә килерһең, теләһәң.
– Эй, ошоноң холҡо! Тотҡан ерҙән һындырырға яратаһың, – тине апаһы, көлөмһөрәп. – Алла бирһә, тиген.
– Һиңә шофер булып йөрөү етер, – тине еҙнәһе, ҡырт киҫеп. – Үҙ аллы эшләйәсәкбеҙ.
Иртәгеһенә үк эҙләп тапты автомәктәпте Зөфәр. Шофер танытмаһы алырға теләүселәр араһында төрлөһө бар: үҙе кеүек йәш-елкенсәк тә, урта йәштәгеләр ҙә, пенсияға сығырға йыйыныусылар ҙа, ҡыҙ-ҡырҡын да. Иң ғәжәпләндергәне шул булды: ҡатын-ҡыҙҙар ир-аттан да күберәк. Һуңға тиклем уҡыһалар ҙа, бер дәресте лә ҡалдырманы Зөфәр. Өйгә ҡайтыуы ғына яйһыҙыраҡ. Ара апаруҡ булһа ла, автобусты көтөп өшөп-туңып тормай туҡталышта, йәйәү атлай.
Ҡайтып етергә күп тә ҡалмағайны ул кистә. Уй даръяһына сумып атлай торғас, ҡаршыһына, күктән төшкән һымаҡ, өс егет килеп баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалған. Уратып алдылар ҙа сигарет таптырҙылар.
– Тартмайым, ауыҙға алған нәмәм түгел.
Яуапты оҡшатманылар.
– Тапһаҡ?! – Береһе, асыулы секерәйеп, күҙҙәрен таҫрайтты.
– Тартмайым, тинем дә баһа! Аңлашылмаймы ни? – Зөфәр ҡурҡҡанын һиҙҙермәҫкә, үҙен ҡыйыу тоторға тырышты, кәүҙәһен турайтыбыраҡ баҫты. Быларҙан теләһә ниндәй насарлыҡ көтөргә мөмкин. Күҙҙәрендә иман юҡ. – Һеҙҙән йәлләгәнде эт ашаһын!
– Эт?! – Ҡаршыһында үҙ телен үҙе аңламаған маңҡорт әтәсләнә ине, буғай. – Ишеттегеҙме, малайҙар, мине эт тип мыҫҡыл итте. Эттең кем икәнен күрһәтәйек әле шул маңҡаға!
Кеше туҡмауҙары тәүге мәртәбә генә түгелдер, оҫта ҡыландылар. Аңғармаҫтан елкәһенә тондорҙолар. Төртөп йығып, бер-ике тибергә лә өлгөрмәнеләр, кемдер уҫал тауыш менән һөрәнләне:
– Нишләйһегеҙ, ҡәбәхәттәр! Үлтерәһегеҙ бит!
Зөфәргә ҡул күтәреүселәр өсөһө өс яҡҡа тороп сапты. Эргәһенә килеп баҫҡан ике егет торорға ярҙамлашты.
– Кемдәр? Таныныңмы? – тип һораштылар.
– Күргән-белгән кешеләрем түгел. – Зөфәр өҫ-башын ҡаҡҡыланы. Уның елкәһе үҙәгенә үтеп һыҙлай ине.
– Килеп өлгөрмәнек, береһен булһа ла эләктерә инек.
Егеттәр ах та ух килеште, әйтерһең, ғүмер баҡый бергә йөрөгән дуҫтарын рәнйеткәндәр. Алдында өлтөрәп торалар. – Әйберҙәреңә теймәгәндәрме?
Зөфәр кеҫәләрен ҡапшаны – аҡса янсығы юҡ.
– Капиталың күпмерәк ине?
– Биш йөҙ һумлап.
Зөфәрҙе бәләнән ҡотҡарған егеттәрҙең икеһе лә уртаса буйлы ине, ҡалын свитер кейгәнгәме икән, курткаларының иҙеүе асыҡ, сәстәре башлыҡтарынан сығып маңлайҙарына төшкән. Сандыр кәүҙәле, ас яңаҡлыһы ҡулын Зөфәрҙең иңбашына һалды.
– Беҙ таныштар, буғай. Ҡайҙа күргәйнем һуң әле? – Ул маңлайын тотто. – Әһә, иҫемә төштө. Мәҙәниәт һарайында тап иткәйнем. Әкрәмдәр менән, минең элекке класташ менән, концертҡа килгәйнегеҙ. Янығыҙҙа ҡыҙҙар ҙа бар ине. Баҙарҙа ла осратҡылайым үҙеңде.
«Йөҙө таныш һымаҡ...» Баянан бирле тынғы бирмәгән һорауына ла яуап табылды: «Был бит... Әкрәм менән Регинаны күрә алмаған Эдгар!» Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмағандай, егетте йәнә бер талай күҙҙән үткәрҙе: «Шул үҙе!»
Эдгар уның Әкрәм менән бергә уҡыуын белһә лә, нисек танышыуын һорашҡан кеше булды.
– Беҙ – курсташтар.
– Бына таныштыҡ та, – тине Эдгар, ҡулын биреп. Зөфәр уның ҡулын теләр-теләмәҫ кенә алды, бите тартышып ҡуйҙы.
«Ҡотҡарыусылар» Зөфәрҙе байтаҡ ҡына оҙата барҙы.
– Капиталың өсөн ҡайғырма, уларҙың кемдәр икәнлеген самаланым. Минең йоҙроҡто татығылары килмәһә, ҡайтарырҙар, – тине Эдгар, хушлашып.
Апаһы менән еҙнәһе, милицияға хәбәр итәйек, тип ныҡышһа ла, Зөфәр ризалашманы. Аңлатмалар яҙып булышҡыһы, суд юлын тапағыһы килмәне.
Һыҙланыуы баҫылғансы колледжда күренмәҫкә булды. Иртән Әкрәмгә, ауырыңҡырап тора тип әйтергә ҡушып, СМС ебәрҙе. Төштән һуң теге үҙе лә килеп етте. Дуҫы, Зөфәрҙе тыңлағас, һығымта яһаны:
– Эдгарҙың ҡылығы аптырата мине. Был кәмитте үҙе ойошторғанға оҡшаған. Һинән уға ни кәрәк – шуныһын аңлап етмәйем.
Әгәр Эдгар ошоға оҡшаш ҡыланыштарын тағы ла ҡабатлаһа, улар алды-артты ҡарап эш итергә килеште.
X
Зөфәр Оксаналарға икенсе юлы килгәндә, ата-әсәһе лә өйҙә ине. Итәге иҙәнгә еткән затлы халат кейгән ҡатын теләр-теләмәҫ кенә иҫәнләште. Пеләш башлы, ҡап ҡорһаҡлы ир кеше лә яҡты сырай күрһәтергә ашыҡманы.
– Сәләм, Зөфәр! – тип атылып килеп сыҡҡан Оксананы егет янына ебәрмәнеләр, юлына арҡыры төштөләр.
– Ашыҡмай тор, ҡыҙым. Беҙҙең һөйләшәһе һүҙебеҙ бар.
Һорау алырға йыйынғандай, ҡаршыһына баҫҡан һытыҡ йөҙлө, йыйырылған ҡашлы был икәүҙең ҡылығын төшөнөп етмәне Зөфәр. Яҡындан танышайыҡ, тигән булып, ҡайҙан килеүен, ҡайҙа уҡыуын төпсөндөләр. Әсәһе менән атаһының белеме, кем булып эшләүҙәре уларҙы ниңә ҡыҙыҡһындыра икән?
– Сәғәтенә күпме алаһың?
Был һорау Зөфәрҙе бөтөнләй аптырашта ҡалдырҙы. Ниндәй «сәғәт» тә, нисек «күпме алаһың?» Берсә бурлаттай ҡыҙарып күҙәткән Оксанаға, берсә ир менән ҡатынға баҡты.
– Һорауығыҙҙы аңламаным.
– Репетиторҙар бушҡа эшләмәй. Күпме аҡса һорайһың?
Зөфәр «пырх» итеп көлөп ебәреүҙән саҡ тыйып ҡалды үҙен. Башҡа ерҙә булһа, бындай һорауҙан һыны ҡатып көлөр ине. Әле ни әйтергә белмәй аҙапланды.
– Мин ниндәй репетитор булайым. Оксана үтенгәнгә генә...
Һаман төпсөндөләр.
– Оксана менән ҡайҙа таныштығыҙ?
– Әсәй! – Ҡыҙҙың өҙгәләнеп әйткән һүҙен ҡолаҡтарына ла элмәнеләр.
– Тик кенә тор, үҙеңдән һорағас, яуап тоторһоң.
– Мәҙәниәт һарайында.
– Кем таныштырҙы? Әллә башлап үҙең һүҙ ҡуштыңмы?
– Регина таныштырҙы. Кемдең башлап һүҙ әйтеүенең ниндәй әһәмиәте бар һуң?
– Һинең өсөн юҡтыр, бәлки, ә беҙҙең өсөн был үтә лә мөһим. Оксана – «өф» итеп үҫтергән берҙән-бер балабыҙ. Уның теләһә кем менән буталыуына юл ҡуймаясаҡбыҙ.
Зөфәр үҙен террорсылар ҡулына эләккән аманат һымаҡ хис итте. Мәғәнәһеҙ һорауҙары менән йәнен ҡыялар. Мыҫҡыл итеүҙән ҡасан туҡтарҙар? Әллә уның туҙынғанын көтәләрме? Биттәренә төкөрөп, йәһәтерәк сығып киткеһе килде. Оксана хаҡына түҙҙе. Ҡыҙ иһә баянан бирле егеттән күҙҙәрен алмай ҡарап тора, ваҡыт-ваҡыт ирендәре дерелдәп ҡуя. Юҡһа, ишектәрен шартлатып ябып сығып китеү уның өсөн ике тин – бер аҡса.
Оксананың бүлмәһендә лә тынғылыҡ бирмәнеләр. Әсәһе, бүлмә аша үтеп, лоджияла оҙаҡ ҡына мыштырланы. Бер аҙҙан атаһы ишектән башын тыҡты:
– Телевидение программаһын тапмайым, һин күрмәнеңме, ҡыҙым?
Бында артабан тотҡарланыуҙың фәтүәһен тапманы Зөфәр. Бер-ике мәсьәләнең сисеү юлдарын төшөндөрҙө лә китергә йыйынды. Оҙата сыҡҡан ҡыҙ мөлдөрәп ҡарап тороп ҡалды. Уның күҙҙәре йәшләнгәйне. Ата-әсәһе һаубуллашып мәшәҡәтләнмәне. Егет юрый ҡысҡырып әйтте:
– Ауфидерзейн!
Өсөнсөгә килгәндә тупһанан уҡ кире борҙолар.
– Беҙгә ҡабат килеп йөрөмә, – тине әсә кеше, бөйөрөнә таянып. – Беҙ икенсе репетитор таптыҡ. Һинән шәберәген. Фән кандидаты. Оксананы онот. Беҙ ауыл малайҙары өсөн ҡыҙ үҫтермәнек. Һиңә үҙ тиңең бөтмәҫ. – Халат кеҫәһенән конверт сығарҙы. – Быныһы хеҙмәтең өсөн. Тейешле аҡсаңды ал да кит.
Ҡатын шаҡ ҡатҡан егеттең ҡулына конверт тотторҙо. Зөфәр, иҫенә килгәс, асып ҡарап та тормай, конвертты урталай йыртты ла ишек төбөнә ташланы. Урамға сыҡҡас, ҡатындың йөҙөнә бәреп: «Ҡыҙығыҙ үҙегеҙгә булһын! Бай кейәүгә бирегеҙ!» – тип әйтмәгәненә үкенде.
Иртәгеһен колледжда осрашҡас, Әкрәм хәлде нығыраҡ асыҡланы:
– Оксана Регинаға шылтыратып илаған: «Зөфәрҙе шул тиклем оҡшатҡайным, әсәйем бөрөләнеп кенә килгән тәүге һөйөү хистәремде аяҡ аҫтына һалып тапаны». Әллә башын әйләндерергә самалағайныңмы?
– Һөйләмәгеҙ юҡты! Мин Илгизәмде бер кемгә лә алыштырмаясаҡмын!
Күңеленә шом ингәндәй, кеҫәһенән ҡабалана-ҡарһалана телефонын сығарҙы ла СМС ебәрҙе: «Яратаһыңмы?» Яуап урынына телефон таблоһында йөрәк һүрәте пәйҙә булды.
XI
Эдгар аҙна-ун көн самаһы күҙгә-башҡа салынманы. Егеттәр тыныслана төштө.
– Юҡҡа шикләнмәйбеҙме икән? – тине Зөфәр, аптырап.
– Һин уны белеп бөтмәйһең. Үҙенә тигәндә теләһә ниндәй этлеккә бара ул, бер нәмәнән дә сирҡанып тормай, – тине Әкрәм.
Уның шиге раҫҡа сыҡты.
Баҙарҙа тап булдылар. Килгәнен аңдып йөрөгәнгә оҡшаған, иптәштәре өндәшкәнгә лә иғтибар итмәне, Зөфәр янында бөтөрөлдө.
– Тегеләрҙең ҡойроғона тәки баҫтым бит, – тине, ялағайланып.
– Кемдәрҙең? – Зөфәр аңламағанға һалышты.
– Һине туҡмап, аҡсаңды һалдырып алған шпаналарҙың. – Зөфәр эстән генә әсе көлөмһөрәне: «Харап, үҙең дә шуларҙың һыңары түгелме һуң?» – Йоҙроғомдо күрһәтеүем булды, кошелегыңды йүгертеп килтереп бирҙеләр, – тип шапырынды. – Һинең дуҫ икәнде белмәнек, белһәк, теймәҫ инек, тиҙәр. Тәүбәләрен әйттерҙем, ҡабат бармаҡ менән дә сиртмәҫкә ант иттеләр.
– Юҡҡа мәшәҡәтләнгәнһең, – тигән булды Зөфәр. – Рәхмәт инде.
– Кошелегыңды хәҙер үк ҡулыңа тотторор инем, үҙем менән алмағанмын. – Эдгар кеҫәләрен ҡапшаны. – Өйҙә онотоп ҡалдырғанмын, шайтан алғыры.
– Бирерһең әле, һуңғы тапҡыр осрашыуыбыҙ түгелдер бит.
Эдгар китергә ашыҡманы, аяҡтарын алмаш-тилмәҫ баҫты ла:
– Әйҙә, кис кафела ултырабыҙ, – тине. – Шунда кошелегыңды ла бирермен.
– Кошелек өсөн генә кафеға йөрөгөм килмәй. Бирерһең әле, әйттем дәһә.
– Һөйләшеп ултырырбыҙ. – Эдгар һаман ныҡышты. – Һиңә әйтәһе хәбәрҙәрем дә бар. Ҡыҙҙар кеүек инәлтмә инде. Егет бул.
«Бынан нисек ҡотолорға? Өҙмәй ҙә ҡуймай. Ниндәй хәйлә табырға?»
– Бер бумала башты свиданиеға саҡырғайным. Икеле-микеле генә һөйләште. Баш тартһа, килермен. Телефоныңды бир, шылтыратышырбыҙ. Килә алмаһам, үпкәләмә, ҡыҙҙар менән үбешмәгәнгә биш былтыр.
Эдгарға телефон номерын биргәнгә Әкрәм бер туҙҙырҙы.
– Ахмаҡ, хәҙер ул һинең өҫтөңдән төшмәйәсәк. Минут һайын шылтыратып, маҙаңды аласаҡ.
Шулай ҙа кафеға барыуҙы кәрәк тип таптылар. Аҡса янсығын бирер өсөн генә саҡырмағаны көн кеүек асыҡ. Тын алышын белгеләре килде.
Янынан үтеп-һүтеп йөрөһә лә, кафела булғаны юҡ ине Зөфәрҙең. Ярым ҡараңғы залдағы өҫтәлдәрҙең күбеһе буш. Ҡайҙандыр талғын ғына көй ағыла.
Күптән күрешмәгән ҡәҙерле ҡунағы килгәнме ни, Эдгар ярамһаҡланыпмы-ярамһаҡланды. Ултырышҡас та нимә эсергә теләүе менән ҡыҙыҡһынды. Зөфәр спиртлы эсемлектәрҙән баш тартты.
– Һин ҡыҙҙар кеүек, әй. – Эдгар битенә йылмайыу ишараты сығарҙы. Уға – туңдырма, үҙенә һыра алды.
Эдгар һыраны тәмләп ҡараны ла өҫтәлгә аҡса янсығын һалды. Зөфәр уны кеҫәһенә тыҡты.
– Ниңә асып ҡараманың, аҡсаң теүәлме?
– Шпаналарҙан аҡсаның ҡасан теүәл ҡайтҡанын күргәнең бар?
Эдгар, һүҙ юҡта һүҙ булһын тигәндәй, уның уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды ла бында ни өсөн саҡырыуын асыҡтан-асыҡ әйтте.
– Көндөҙ һин дөрөҫ әйттең. Кошелегыңды баҙарҙа ла бирә ала инем. Йомошом бар һиндә...
Зөфәр һағая төштө. Ләкин ауыҙ асып һүҙ ҡатманы. Туңдырма ашаған кешегә һалышты.
– Долг платежом красен, ти урыҫтар. Мин һине бәләнән ҡотҡарҙым. Бәлки, үлемдән дә алып ҡалғанмындыр. Ул шпаналар ҡулынан ҡотолоусылар һирәк. Ҡыҫҡаһы, миңә һинең ярҙамың кәрәк.
Ғәжәпләнеүен йөҙөнә сығарманы Зөфәр.
– Ниндәй ярҙам?
– Һатмаҫһыңмы? Әкрәмгә әйтмәҫһеңме?
Зөфәрҙең һарыуы ҡайнаны.
– Уратып һөйләмә, тураһын әйт тә ҡуй.
– Миңә наркотик кәрәк, – тине Эдгар, ярым бышылдап. Алан-йолан ҡаранды, ишетеп ҡалмағайҙары тағы.
Эштең асылы яңы барып етте Зөфәргә. Ул ауыҙын асыуға, Эдгар бармаҡтарын ирендәренә баҫты: “Тсс!”
– Һин наркоманмы ни?! – Зөфәр уның һымаҡ ярым бышылданы. – Белмәгәйнем.
– Шундай кешегә оҡшағанмынмы ни? – Эдгар үпкәләп танауын сирҙы. – Ышанмаһаң, бына беләктәремде ҡара. – Еңдәрен һыҙғанды. – Энә эҙҙәрен күрәһеңме?..
Зөфәр яуап бирмәне. Алдында наркоман ултырамы, үҙе кеүек ҡәҙимге егетме – уның өсөн барыбер. Әкрәм белеп әйткән: ул – тәнгә ҡаҙалған талпандан да яманыраҡ!
Эдгар үҙенекен туҡыны:
– Үҙемә түгел... Һорағайнылар...
– Ниңә үҙең алмайһың?
– Миңә ярамай. Аңлайһыңмы, ярамай! Наркотик һатыусыға бурысым бар. Бурысымды ҡайтармайынса, ул миңә бирмәйәсәк. Кемдән алырға икәнен әйтермен. Аҡсаһын да бирермен. Үҙеңде лә буш итмәм.
«Мине упҡынға этәргәнен саҡ ҡына аңлаймы икән был шпана? Байрам ашы – ҡара-ҡаршы, йәнәһе. Үлемдән ҡотҡарҙым тигән һылтау менән бысраҡ эштәренә ҡыҫылдырмаҡсы. Сәбәбен дә уйлап тапҡан бит, ә?»
– Хет ошонда бәреп үлтер, һинең ҡурайыңа бейемәйәсәкмен! – тине Зөфәр, икеләнергә урын ҡалдырмайынса. – Уның миңә бысағыма ла кәрәге юҡ! Кәрәк икән, үҙең ал.
– Яратам ҡыйыу егеттәрҙе! – Эдгар көс-хәл менән асыуын йүгәнләне. – Иң яҡын дуҫым булырһың. Һин – бында яңы кеше, сит ерҙә дуҫ-иштәрһеҙ ҡыйын. Үҙең шаһитһың, төрлө хәлдәр булып тора. Ауыр саҡта дуҫтарға таянаһың.
– Мин һиңә дуҫ булырға йыйынмайым!
Зөфәр урынынан торҙо. Өҫтәлгә аҡса ташланы. Эдгар беләгенән эләктереп алды.
– Туҡта, улай ҡырт киҫмә әле, һөйләшербеҙ. Осраша алмаһаҡ, телефондан...
– Юҡҡа өмөтләнмә! – тине Зөфәр, уның күҙенә тура ҡарап. Ул йылт боролоп ишеккә йүнәлде. Эдгар үрһәләнеп, шешәне ҡулына алды.
«Ауылда ата-әсәһенең ҡуйынында үҫкән мәмәй ауыҙҙыр, тигәйнем. Яңылышҡанмын икән, йыуаш та түгел, әүрәтеүгә лә килмәй. Һөйләшеүе һуң, һөйләшеүе! Тетеп һала, һүҙ тигәнен күҙгә бәреп әйтә. Тиҙ генә бөгөлөргә оҡшамаған. Нисауа, беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Алдымда өлтөрәп торор саҡтарың алда әле». Шундай уйҙар өйөрөлдө Эдгарҙың башында.
Урамға сығып, ҡомһоҙланып саф һауа һулағас, күкрәге иркенәйеп китте Зөфәрҙең. Ул Әкрәм янына ашыҡты.
– Тыңламай дөрөҫ эшләгәнһең, – тине Әкрәм. – Уға кәрәк бит, үҙе алһын.
– Сат йәбеште, саҡ ҡотолдом.
– Уның йәтмәһенә бер эләкһәң, ысҡыныуҙары – ай-һай!
Эдгарҙың иһә йәтмәһенә килеп ингән «алтын балыҡ»тан ҡолаҡ ҡағыу уйында ла юҡ ине. Көнөнә әллә нисә мәртәбә шылтыратты. Зөфәр һөйләшергә теләмәһә, СМС ебәрҙе. Көнөн, сәғәтен билдәләп осрашыуға саҡырҙы.
Оҙаҡ ҡасып йөрөй алманы. Был юлы ул саманан тыш битһеҙләнде. Теҙгенде ҡыҫҡа тотмаҡсылыр, күрәһең.
– Әкрәмдәрҙең фатирында булғаның бармы?
– Бар, ти, йә, шунан?
– Әкрәм ҡайҙа йоҡлай?
– Ҡайҙа йоҡлаһа ла барыбер түгелме ни һиңә?
– Түгел! – тине Эдгар, теш араһынан төкөрөп. – Йә, яуабыңды көтәм.
– Фатирҙары ике бүлмәле. Әсәһе – йоҡо бүлмәһендә, Әкрәм – залда.
– Аңлашылды.
Эдгар һүҙен дауам итер алдынан башлығын һалып усына йомарланы, торған ерендә тапанып алды. «Хәбәре үтә мөһимме икән ни?» – тип уйлап ҡуйҙы Зөфәр.
– Оҙаҡламай бер пакет алырһың. Күҙеңде таҫрайтма, минән. Ана шул пакетты Әкрәм йоҡлап йөрөгән диван аҫтына һалырға кәрәк. Ҡайҙан, ҡасан алырға – быларын ваҡыты еткәс хәбәр итермен.
– Наркотикмы?
– Эйе. – Эдгар йәшермәне.
– Үҙең генә бир ҙә ҡуй. – Зөфәр башын тилегә һалды. – Юғалтып ҡуйһам?..
– Уныһын үҙем беләм!
Эдгар ҡысҡырынды-ҡысҡырынды ла үҙ юлы менән китеп барҙы. Зөфәр, бар эшен ташлап, туп-тура дуҫы янына йүгерҙе. Таң ҡалып тыңланы Әкрәм уны. Бер килке телгә килә алмай аҙапланды. Дуҫына иғтибар ҙа итмәй, бүлмә буйлап бер тегеләй, бер былай йөрөнө.
– Әлдә осрашҡанһың әле... Ниһайәт, ниңә эҙәрлекләүен белдек... Иҫәбе – мине төрмәгә ултыртыу... Нисә йылға? Әйҙә әле, дуҫҡайым, өйҙә наркотик һаҡлаған өсөн нисә йылға хөкөм иткәндәрен асыҡлайыҡ.
Интернетта соҡона торғас, уныһын да белделәр. Ун йылға тиклем!
Әкрәм диванға гөрҫ итеп ултырҙы ла башын тотто.
– Эдгар мине әсәйемдән, Регинамдан, тормоштан ун йылға тиклем айырмаҡсы?! Быға юл ҡуйырға ярамай! Аңлайһыңмы, Зөфәр, ярамай!
– Әйҙә, тотайыҡ та менттарға әйтәйек. Үҙен ултыртып ҡуйһындар, – тине Зөфәр, артыҡ күп уйлап тормайынса. – Иманын уҡытайыҡ.
– Туҡта әле, ашыҡмай тор, – тине тыныслана төшкән Әкрәм. – Уны үҙе менән наркотик алып йөрөргә иҫәр тип беләһеңме ни? Ни өсөн һинең аша эш иткәнен һаман да төшөнмәнеңме ни? Үҙенсә килеп сыҡмаһа, ғәйепте һиңә япһара ла ҡуя... Һин әйткәнсә, менттарға еткерҙек тә, ти. Наркотик табылмаһа? Нахаҡ бәлә яҡтылар тип, беҙгә ташланасаҡ. Орҙо-бәрҙе эш итергә ярамай.
– Нимәһен уйлап тораһың. Иң яҡшыһы, минеңсә, милицияны аяҡҡа баҫтырыу. Бөттө-китте!
– Ашыҡма. Ашыҡҡан – ашҡа бешкән. Хәҙер мине иғтибар менән тыңла. Иртәгә беҙ ярышҡа китәбеҙ. Бер аҙна самаһы йөрөрбөҙ әле. Ул арала башҡа берәй йәпле фекер ҙә килер, моғайын. Эдгар шылтыратһа, өйҙә юҡ, тип әйтерһең.
– Ышанмаһа?
– Ышанмаһа, уның эше.
Тыуған ҡалаһына яңынан аяҡ баҫҡанда Әкрәмдең йәпле фекере әҙер ине инде.
– Былай итәбеҙ. Һин наркотикты алырға ризалыҡ бирәһең. Шик тыуҙырырлыҡ булмаһын өсөн, ҡушылған ергә һаласаҡмын тип ант итәһең. Ул осрашыу көнөн, урынын әйткәс, мин милицияға барам. Тик һин уға нығытып әйтергә онотма: ҡат-ҡат шылтыратма, кире уйланым ҡуйҙым, тип ҡурҡыт. Күр ҙә тор, шылтыратмаясаҡ. Әйҙә, тилерһен.
XII
Эдгарҙың эштән һорап китеүенә иптәштәре ғәжәпләнде, сөнки Романдың тыуған көнөн дан итеп йыуаһылары бар. Быға тиклем әштер-өштөр ойошторолған табындарҙың береһенән дә ҡалмай йөрө лә, әле килеп йән дуҫыңдыҡынан баш тарт, имеш. Сәйер, бик тә сәйер. Ни булған быға? Көндәгесә емертеп тә эшләмәне, мәҙәктәр һөйләп тә көлдөрмәне, күберәк тәмәке быҫҡытты.
Өйҙәренә буш ҡул менән ҡайтманы. Әсәһе үтенмәһә лә, күтәрә алған ҡәҙәр картуф, кәбеҫтә, кишер алды. Емеш-еләген дә онотманы. Ҡустыһы алма, банан күрһә, үлә лә китә. Ашап рәхәтләнһен, әйҙә.
Ваҡыты етерлек ине, ашыҡмай ғына йыуынып алды. Ваннала ятҡанда хыялға бирелде.
Әкрәмде ултыртып ҡуйғас та Регина артынан йөрөүҙән тыйылып торор саҡ ҡына. Өркөтөп ҡуйһа? Яңғыҙлығына күнегә төшһөн. Осраҡлы ғына тап килгән булып, ҡайғыһын уртаҡлашыр. Бындай осраҡта шулай итәләр түгелме? Нисек йыуатыр икән? «Ҡайғыңды уртаҡлашам. Бирешмә». Сөсөләнеү булмаҫмы? Булһа була инде, ни эшләтәһең, ҡыҙҙың ышанысын яуларға кәрәк бит. Ара-тирә Әкрәмдең баҡсаһына ла таш ташлар. «Уның наркотик менән шаярғанын мәктәпкә үк белә инем. Һиңә генә әйтмәнем. Әйтер инем дә ул, яныңа яҡын да килтермәнең. Әкрәм тип тешең төштө. Фәлән дә фәсмәтән...» Ниңә баш вата һуң әле? Әкрәмһеҙ бик танау сөйә алмаҫ. Егеттәр менән осрашыуҙың тәмен татыған ҡыҙҙың, төрмәләге кешегә тоғро булам тип, йәш ғүмерен заяға үткәргеһе килмәҫ. Эйе, уныһы ла бар. Тәүҙәрәк ҡырлы-мырлы һөйләшер ҙә, ипкә килгәнен һиҙмәй ҙә ҡалыр. Йәшлек поезд да, йыһан карабы ла түгел. Поезд — ҡасан да булһа ҡуҙғалып киткән станцияһына, карап ергә кире әйләнеп ҡайта, ә йәшлек – юҡ! Үҙ артынан эҙен ҡалдырһа ҡалдыра, әммә юлын мәңге асылмаҫлыҡ итеп бикләй.
Үҙенә иғтибарҙы йәлеп иттермәҫ өсөн ваҡытынан алда барып инмәне Эдгар кафеға. Таныштары ла, таныш булмағандар ҙа ғәҙәттәгесә күңел асырға килгән, тип уйларға тейеш уның хаҡында. Зөфәрҙе көтә бирҙе лә, күренмәгәс, залға үтте. Кеше һирәк. Бер өҫтәлдә генә өс ир-егет һөйләшеп ултыра. Иртәрәк шул әле. Оҙаҡламай кафе тулыр, гөж килеп торор. Зөфәргә был юлы ла туңдырма алырғамы? Теләһә, үҙе алып ашар. Әлегә ике шешә һыра таман булыр. «Тауар»ҙы ул ошонда бирергә тейеш. Шулай килешкәйнеләр. Ниңәлер һуңлай. Кисә баҙарҙа күҙенә салынып ҡалғайны. Ҡулын болғағайны, әллә күрҙе, әллә юҡ – аңламаны, кешеләр араһына инеп юғалды. Бөгөн осратманы. Нисек осрашһындар, төштән һуң өйҙә булды ла баһа? Шылтыратҡанда? Ярамаҫ. Маҙаға теймә, тип үтенде. Сабыр ғына көт. Пакетты бөгөн үк тейешле урынға һалырға ҡушыр. Бәлки, ваҡланырға кәрәкмәйҙер ҙә. Аңраға оҡшамаған, һүҙендә торор. Шунан уның үҙенән ни бары бер шылтыратыу талап ителә һәм Әкрәм – юҡ!!!
Уйға батып оҙаҡ ултыра алманы. Өс ир-егеттең береһе сайҡала-сайҡала янына килеп, өҫтәлдәге шешәгә йәбеште.
– Ҡулыңды ал, урод!
Ҡара, шешәне ысҡындырырға уйламай ҙа. Былай ҙа йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән Эдгар иргә ташланды. Ташланыуын ташланды ла ул, тегеһе сос ҡыланды, өҫтәлде этеп ебәрҙе. Эдгар өҫтәл аҫтында ҡалды. Тороп баҫыуына иптәштәре лә килеп еткәйне. Береһе танытмаһын күрһәтте:
– Наркополиция!
Ни үле, ни тере егеттең ҡулын күтәртеп ҡуйып тентенеләр. Өҫтәлгә кеҫәһендәге әйберҙәрҙе теҙҙеләр: телефон, сигарет, зажигалка, аҡса янсығы, презерватив... Тегеләр тауыш-тынһыҙ ғына эҙләгән наркотик ҡулъяулыҡҡа төрөлгәйне.
Пүнәтәйҙәр ҡатнашлығында ашыҡмайынса еренә еткереп протокол төҙөнөләр ҙә, ҡулына бығау һалып, кәзә бәрәсе кеүек ҡарышҡан Эдгарҙы эткеләй-төрткөләй алып сығып киттеләр. Ул ғәйепте үҙенән эҙләмәне, эстән генә туҡтауһыҙ әле Әкрәм менән Регинаны, әле Зөфәрҙе һүкте.
XIII
Ҡыштың бер һыуытып, бер иретеп теләр-теләмәҫ кенә үҙ хоҡуҡтарын яҙға тапшырған сағы. Эреле-ваҡлы күлдәрҙең боҙҙан асылған, йылғаларҙың, ярҙарына һыймай, алҡынып аҡҡан сағы. Һомғол олондарын күккә сөйгән ҡайындарҙың һутҡа тулышҡан сағы. Тиҙҙән, бик тиҙҙән урман ҡоштар моңона тулыр. Әлегә йәшел шәлен ябынырға әҙерләнгән урмандың ҡолаҡтарын егет менән ҡыҙҙың шат тауыштары, эскерһеҙ көлөүҙәре наҙлай.
Зөфәр ҡайын ботаҡтарына эленгән шешәләрҙе ысҡындырҙы. Һут менән тулы һауыттарҙың береһен Илгизәгә тотторҙо.
– Тәмлеме? – тип һораны йотомлап ҡына һут уртлаған ҡыҙҙан.
– Тәмле! Телеңде йоторлоҡ!
– Һин һут ҡына эс, телеңде йотма. Телһеҙ ҡалғас, миңә кем «яратам» тип әйтер? – Зөфәр ҡулын ҡыҙҙың иңбашына һалды. – Ҡайындар ҙа ишетһен, тағы ла бер генә әйт әле: я-ра-там!
– Әйтмәйем. – Илгизә әллә ысын, әллә юрый ирендәрен турһайтты. – Шаяртырға тиһәң, һине ҡуш.
– Ана ирендәрең әйтәм, әйтәм, ти.
– Ҡайҙан беләһең? – Ҡыҙ ҙа уйынға әүрәне, наҙға һыуһаған йөрәккенәһе леп-леп типте.
– Беләм инде, кәрәк булғас. Ирендәрең, ана, тағы ла шул тиклем тәмлебеҙ, ҡайын һуты тәмәйтәбеҙ, ти.
Бындай һүҙҙәргә ҡайһы ҡыҙҙың күңеле иремәһен инде!
Шешәләрҙе йыйып, пакетҡа тултырғас, ҡайтырға сыҡтылар. Илгизәне ҡултыҡлаған Зөфәр, ҡапыл ниҙер иҫенә төшөп, туҡтап ҡалды һәм кеҫәһенә тығылды.
– Телефонды ҡабыҙырға онотҡанмын.
Телефонын кеҫәһенә тығырға өлгөрмәне, уныһы яңынан ал инде тигәндәй, зың-зың килде.
– Һин ҡайҙа юғалдың ул? – тине Әкрәм, сәләм алышҡас. – Регина менән эҙләп аяҡ ҡалманы. Ни телефоның тоташмай.
– Һүндереп торорға һөйләшкәйнек бит, ҡабыҙырға онотҡанмын.
– Һуңғы яңылыҡтарҙы әйтәйемме?
– Йә.
– Барыһы ла беҙ уйлағанса килеп сыҡты. – Әкрәмдең тауышы көр ине. – Кафела һине көткәндә Эдгарҙы эләктергәндәр. Үҙем күреүен күрмәнем, күреүселәр шулай тип һөйләй.
– Үҙе ҡорған тоҙаҡҡа үҙе эләкте.
Зөфәрҙең һүҙҙәрен Әкрәм дә йөпләне:
– Үҙ башына ҡарышты. Регина ла шулай ти. Әйткәндәй, беҙ һиңә бик рәхмәтлебеҙ. Һин – ысын дуҫ. Һинең кеүек тоғро дуҫтар барҙа бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел.
Ҡапыл-ҡара ни тип яуапларға ла белмәне Зөфәр, кәрәкле һүҙҙәр теленә килмәй торҙо.
– Минең урында булһаң, һин дә шулайтыр инең. – Яуабы шул булды.
– Һис шикһеҙ. Әле һин ҡайҙа? Беҙҙең менән дискотекаға барғың килмәйме?
– Ауылда. Илгизә менән урманда ҡайын һутына барғайныҡ, шунан ҡайтып киләбеҙ.
– Регина Илгизәгә сәләм күндерә.
– Рәхмәт. Сәләмеңде ҡабул иттек. Һин дә беҙҙең исемдән сәләм тапшыр.
– Ҡасан киләһең?
– Илгизә ебәрһә, иртәгә. – Зөфәр ҡыҙға ҡарап, шаян йылмайҙы.
Берләм юлдан егет менән ҡыҙ атлай. Иртәгә уларҙың юлы айырылыр. Бер-береһен уйлап моңайыр өсөн... Бергә булған саҡтарҙы юҡһыныр, ҡайын һуты тәмен танһыҡлар өсөн... Бер-береһе менән һағынышып күрешер өсөн