Зилә үҙе эшләгән төркөмгә йөрөй башлаған ошо ике балаға ҡарай ҙа, иҫе китә: шундайын да аҡыллы, тәртипле булырҙар икән! Ҡосаҡлап һөйгө генә килеп тора. Үҙҙәре лә ылығып бара. Ата-әсәнең вайымһыҙлығы ғына аптырата тәрбиәсене. Аралары йәш ярым булған малай менән ҡыҙҙы күп ваҡыт йә күршеләре үҙҙәренекеләр менән ҡуша алып ҡайта, йә аталары бик һуңлап килә.
Әсәй кешенең өс йыл элек өйҙән сығып китеүен белгәс, ғәжәпкә ҡала Зилә. Нисек инде? Үҙ балаларын?! Улына бер йәш тирәһе генә булған бит! Бындай ҙа вәхшилекте башына һыйҙыра алмай аҙаплана. Шунан һуң Зилә атай кешенең хәлен аңлай, был балаларҙы айырыуса яҡын күрә башлай. Ысын күңелдән йәлләй уларҙы.
Шулай ҙа Радик менән яҡындан танышырға насип була. 31 декабрь ата-әсәләргә балаларҙы сәғәт 4-5-тәргә алып бөтөргә ҡушыла. Һәр кемдең Яңы йылды әҙәмсә ҡаршылағыһы килә бит. Сәғәт алтыла Зилә менә әлеге ике баланан башҡа баҡсала бер кем дә ҡалмай.. “Ярай, - тип йыуата ул үҙен. – Төнө буйы ултырмам әле…” Әммә ете тула, һигеҙ ҙә… балаларҙы алырға ашыҡмайҙар. Үс иткәндәй, атай кешенең дә, күршеләренең дә телефоны яуап бирмәй. Ни уйларға ла белмәй Зилә. Бүтән ваҡытта төнгө ҡарауылсы янына ултыртыр ҙа китер ине, әле эске бер тауыш уларҙың янында булырға ҡуша. Ахырҙа, адресы яҙылған ҡағыҙ киҫәген ҡалдыра ла, балаларҙы алып ҡайтып китә. Радик бик һуң, сәғәт ун бер тирәләрендә генә шылтырата. Дауахананан. Ни эшләргә белмәй аптыранып ултырған Зилә тиҙ генә йыйына ла, малай менән ҡыҙҙы етәкләп, сумкаһына емештәр, тәмлекәстәр тултырып, шампан шарабын һалып алып, уның янына ашыға. Байрамы барыбер боҙолғайны инде.
Радик үҙе үлемдән саҡ ҡалһа ла (эшен тиҙерәк тамамларға ашығып, бейектән ҡолап төшә), Зиләнең байрамды әҙәмсә үткәрә алмауы өсөн бик борсола. Ҡыҙ иһә хәлдәрҙең ошолай боролош алыуына, тыштан һиҙҙермәһә лә, шатлана ғына. Берҙән, Яңы йылды ошо рәүешле беренсе тапҡыр ҡаршы алыуы. Икенсенән, яңғыҙлыҡтан ҡотолоуы. Ғәжәп, сихри төн була был уның өсөн. Ошо төндә ул бинтҡа уралып хәрәкәтһеҙ ятҡан кешегә үҙенең битараф түгеллеген аңлай. Ғүмер буйы Радикты ғына көткәндер кеүек тойола уға.
Күрше карауаттағы әҙәм Яңы йылды ҡаршы алырға өйөнә ҡайтып киткән була, арыған балалар шунда ятып йоҡоға тала, ә Зилә менән Радик таңға саҡлы һөйләшеп сыға.
Радик ҡатынына яратып өйләнә. Ул үҙе тыныс, баҫалҡы булғанғамы, шуҡ, йылмаяҡ ҡыҙ шунда уҡ күңелен арбай. Уның: “Донъяла бер йәшәйбеҙ”, - тип “рәхәтләнеп” байрам итеүҙәренә лә, тәмәке тартыуына ла әһәмиәт бирмәй, үҫмерлек шаярыуы, тип көлөп кенә ҡарай (улар өйләнешкәндә кәләшенә 18 генә йәш була). Әммә хәлдәрҙең етдилегенә һуңлап ҡына төшөнә. Етмәһә, был шаталаҡ ҡыҙҙың шайтан эсемлектәре менән бергә ир-егеттәрҙән дә баш тартмауы асыҡлана. Быны оҙаҡ тормай дәлилләп тә ҡуя: балаларҙы Радикка ҡалдырып, кемгәлер эйәреп сығып китә. Ул ваҡытта улына бер йәш кенә була. Туғандары төрлөсә кәңәш биреп ҡарай: балалар йортона тапшырырға, тиҙ генә яңынан өйләнергә, туғандарына бирергә һ.б. Уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай Радик, үҙем үҫтерәм, ҡыҫылмағыҙ, тип өҙә һуға һәм әсәй кешенән кәм тәрбиәләмәй балаларын. Өҫтәре бөтөн, тәмле-татлынан өҙөлмәйҙәр, улар менән уйнарға, аралашырға ла ваҡыт таба. Аллаға шөкөр, туғандары, дуҫтары, күршеләре ярҙамдарынан айырмай. Тик бына… әсә һөйөүен, әсә наҙын ғына бер кем дә бирә алмай, шуға йөрәге әрней. Бик ныҡ ҡурҡҡан мәлдәрҙә, берәй нәмә булһа, бер ҙә аталарын саҡырмай улар ярҙамға, ә йөрәк өҙөп “әсәй!” тип ҡысҡыралар икән.
Икенсе көнөнә күңеле тулып ҡайта өйөнә Зилә. Ни эшләргә лә, ни уйларға ла белмәй аптырана. Радик әйткәнсә, балаларын өләсәләренә алып бара. Тыныслығы ла улар янында тороп ҡалғандай була. Ошо ике сабый тип кенә ашыға башлай ул көн дә эшенә. Бар мәғәнәне уларҙа күрә. “Мәшәҡәтләнмә” тиеүенә ҡарамаҫтан, Радиктың да әленән-әле хәлен белешеп тора. Балалар йылы мөғәмәләгә битараф ҡала алмай, әкренләп Зилә апаларына эҫенә.
Ата-әсәләренең, дуҫтарының өгөтөнә күнә Радик, ярты йылдан улар өйләнешә. Бәләкәстәренең ҡыуанысының сиге булмай. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда, был хәбәрҙе ишетеп, теләһә ҡайҙа, теләһә кем менән көн үткәргән беренсе ҡатыны ҡайтып төшә. Минең балаларыма сит ҡатындың хоҡуғы юҡ, тип яр һала. Әммә был мәлгә улы ла, ҡыҙы ла әсәләрен онотоп өлгөргән була шул, һөмһөрө ҡойолоп торған ҡатынға яҡын да бармайҙар. Уларҙың хәҙер Зилә әсәйҙәре бар. Яңы тормош башлаған ғаиләне байтаҡ ҡына ҡаңғыртҡандан һуң, ниһайәт, йәнә юҡҡа сыға кәкүк әсәй. Зилә лә, балалар ҙа еңел тын ала. Әммә иртәрәк тынысланған икән. Бер көндө Радик эсеп ҡайта. Ҡатыны өсөн ҙур яңылыҡ була был. Уның аптыраулы ҡарашына: “Нимә, мин кеше түгелме ни?” тип мығырлай. Йәшел йылан менән алдан да дуҫлығы булмай уның, ҡатыны сығып киткәс, ауыҙына бөтөнләй алмай. Әммә әлеге хәлдән һуң эштә тотҡарланыуҙары, эсеүҙәре, янъял ҡуптарыуҙары йышая. Зилә башта иғтибар итмәҫкә, ирен төрлөсә аҡларға, аңларға тырыша. Әммә һаман да упҡынға тәгәрәүен дауам иткәс, аптыранып ҡала. Таныштары араһында ла имеш-мимеш хәбәр тарала. Кемдәрҙер: “Тәүге ҡатынын ярата ине бит, яңынан бара башлаған икән”, - тип юрай. Икенселәре: “Берәй һөйәркәһе барҙыр”, - ти. Өсөнсөләре: “Тәүге ҡатыны арбап киткәндер”, - тип утҡа кәрәсин һибә, сөнки Зилә үҙе лә һуңғыһы тураһында нығыраҡ уйлана. Эсеүгә ынтылып та ҡарамаған кеше нисек улай ҡапыл ғына боҙолоп китһен ти?! Зилә бик ауыр кисерә быны. Керпек тә ҡаҡмай үткәргән төндәре йышая. Ул бит Радикты яратып сыҡҡайны кейәүгә. Әллә “яратам” тип үҙ-үҙен алданы ғынамы? Бәлки, төп сәбәп балаларҙа, уларҙы йәлләүҙә булғандыр?